«Открой очи мои, и увижу чудеса закона Твоего.
Странник я на земле; не скрывай от меня заповедей Твоих»

(Псалтирь 118:18-19)

Инжил башҡорт теле (Новый Завет на башкирском языке )

Институт перевода Библии (ИПБ) – это российская научная организация, занимающаяся переводом, изданием и распространением Библии на языках неславянских народов, проживающих в России и в сопредельных странах. Эти народы (около 85 млн чел.) имеют различные культурные и религиозные корни и говорят на более чем 130 языках. Численность носителей некоторых из них составляет миллионы, другими владеют только несколько тысяч и даже сотен человек. Одни языки имеют давнюю литературную традицию, а для других письменность была создана совсем недавно. Цель Института перевода Библии – создать точный и богословски верный перевод, чтобы донести содержание Библии до современного читателя на родном языке.

Деятельность ИПБ проходит по благословению Святейшего Патриарха Московского и всея Руси Кирилла. Офис Института располагается в Москве, в Андреевском ставропигиальном монастыре. 28 октября 2015 года весь коллектив Института перевода Библии был удостоин  медали священномученика Евгения (Зернова) в благодарность за многолетнее плодотворное сотрудничество в деле распространения Слова Божия и христианского просвещения народов Якутии. Медаль вручил Председателю Правления ИПБ протоиерею Александру Троицкому епископ Якутский и Ленский Роман.

Книга взята с сайта http://ibt.org.ru/ru/

Инеш һүҙ

 

Ҡәҙерле уҡыусы!

 

Һин ҡулыңа алған был китап – Инжилдең (Яңы Ғәһедтең) башҡорт теленә тәржемәһе. Яңы Ғәһедтән һәм Иҫке Ғәһедтән торған Изге Яҙма, йәғни Библия ер йөҙөндәге иң уҡымлы китаптарҙың береһе.
Яңы Ғәһедтең төп эстәлеге – Ғайса Мәсих тураһында бәйән ителгән Һөйөнөслө Хәбәр. Грек телендәге «һөйөнөслө хәбәр» – «эуангелион» беҙгә ғәрәп теле аша «Инжил» формаһында килеп еткән. Шуға күрә Яңы Ғәһедте йыш ҡына Инжил, йәғни Һөйөнөслө Хәбәр тип йөрөтәләр.
Инжил үҙ эсенә 27 әҫәрҙе: дүрт «Һөйөнөслө Хәбәр» китабын, «Илселәрҙең ғәмәлдәре»н, Ғайса Мәсихтең юлынан барыусы шәкерттәрҙең 21 хатын һәм «Асылыш» китабын алған.
Инжилдең тәүге дүрт китабында Ғайса Мәсихтең шәкерттәре Матфей, Марк, Лука һәм Яхъя Ғайсаның ерҙәге тормошо, башҡарған хеҙмәте, өйрәтеүҙәре һәм күрһәткән мөғжизәләре, Үҙен ҡорбан итеп, кешелекте ҡотҡарыу өсөн үлеүе һәм үлгәндән һуң терелеп тороуын бәйән итә.
«Илселәрҙең ғәмәлдәре» китабында иһә кешеләрҙең Ғайса Мәсихкә булған ышаныстарының ни рәүешле бөтә донъяға тарала башлауы тәфсирләнә. Ул илсе итеп ебәргән шәкерттәр, һис ниндәй ауырлыҡтарға, хәүеф-хәтәргә ҡарамайынса, Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып йөрөгәндәр. Был китап шулай уҡ христианлыҡтың тәүге йылдарын күҙ алдына баҫтырыуы менән дә тарихи ҡиммәткә эйә.
Павел, Петр, Яхъя һәм башҡа илселәрҙең 21 хат-хәбәре лә китапта ҙур урын биләй. Һәр хат имандаштар берҙәмлектәренә йә тәғәйен кешеләргә төбәп яҙылған һәм һәр береһендә мәсихселәрҙең тормошо һүрәтләнә, уларҙың тотҡан имандары тураһында һөйләнелә, Алла хаҡында өйрәтелә, шулай уҡ кәңәштәр һәм нәсихәттәр бирелә.
Һуңғы «Асылыш» китабы йөкмәткеһе буйынса пәйғәмбәрлек итеүгә ҡоролған. Был китап ябай ғына түгел. Унда һәр төрлө образдар бик күп. Улар аша кешелек тарихында Алланың тотҡан урыны асыла, Уның был донъяны хөкөм итеүе һәм урынына «яңы күк һәм яңы ер» тип аталған мәңгелек донъя килеүе хәбәр ителә.
Инжил боронғо грек телендә ике мең йыл тирәһе элек барлыҡҡа килгән һәм уны күп тапҡырҙар ҡулдан күсереп яҙғандар. Шул сәбәпле ҡулъяҙмаларҙың төрлө нөсхәләрендә төрлөсә яҙылған урындар осрай. Әммә уларҙың әһәмиәте әҙ һәм бүтән боронғо яҙмаларға ҡарағанда улар Инжил өсөн күп түгел. Тәржемә өҫтөндә эшләгәндә беҙ мөмкин тиклем иң боронғо һәм абруйлы ҡулъяҙмаларға таянырға тырыштыҡ. Шуға күрә, ҡайһы бер урындар рус телендәге тәржемәләрҙән айырыла. Был урындар төшөрмәләрҙә күрһәтелде.
Китаптың аҙағында тәржемәлә осраған, аңлатып китеү кәрәк булған мөһим һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәргә аңлатма бирелгән һүҙлек индерелде. Шулай уҡ Палестинаның һәм Инжил заманындағы Яҡын Көнсығышта ваҡиғалар булып уҙған ерҙәрҙең карталары бар.
Инжил тәүләп донъя күргән мәленән алып меңдән ашыу телгә тәржемә ителгән, хәҙер улар иҫәбенә башҡорт теле лә өҫтәлде. Тәржемә эшендә филология һәм дин белгестәре, яҙыусылар һәм мөхәррирҙәр ихлас ҡатнашты. Китаптарҙың бер өлөшөн, атап әйткәндә Матфей, Марк, Яхъя бәйән иткән «Һөйөнөслө Хәбәр»ҙәрҙе, «Илселәрҙең ғәмәлдәре»н һәм бер нисә хатты билдәле башҡорт яҙыусыһы Әхиәр Хәким тәржемә итте. Йыйынтыҡҡа ингән бүтән әҫәрҙәрҙе тәржемә итеү һәм уларҙы китапҡа әҙерләүҙә шулай уҡ Илгизәр Бураҡаев менән Гөлнара Мостафина ҙур көс һалды.
Изге Яҙманы тәржемә итеү институты тәржемәселәргә, мөхәррирҙәргә, шулай уҡ Инжилде башҡорт телендә донъяға сығарыуҙа ҡатнашҡан барыһына ла оло рәхмәтен белдерә.

 

 

Изге Яҙманы тәржемә итеү институты

 

МАТФЕЙ БӘЙӘН ИТКӘН ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘР

 

 

Матфей

1

 

Ғайсаның шәжәрәһе

 

1 Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе. 2 Ибраһим Исхаҡтың, Исхаҡ Яҡубтың, Яҡуб Йәһүҙәнең һәм уның ағай-энеләренең атаһы; 3 Йәһүҙә Фамарҙан тыуған Фарес һәм Зерахтың атаһы; Фарес Есромдың, Есром Арамдың, 4 Арам Аминадавтың, Аминадав Наассондың, Наассон Салмондың, 5 Салмон Рахавтан тыуған Воостың, Воос Руфтан тыуған Овидтың, Овид Иессейҙың, 6 Иессей Дауыт батшаның атаһы ине;
Дауыт Урияның ҡатынынан тыуған Сөләймәндең, 7 Сөләймән Ровоамдың, Ровоам Авияның, Авия Асаның, 8 Аса Иосафаттың, Иосафат Иорамдың, Иорам Озияның, 9 Озия Иоафамдың, Иоафам Ахаздың, Ахаз Езекияның, 10 Езекия Манассияның, Манассия Амондың, Амон Иосияның атаһы ине; 11 Израиль халҡы көсләп Вавилонға күсерелгән дәүерҙә Иосияның улы Иоаким һәм уның ағай-энеләре тыуҙы.
12 Вавилонға көсләп күсерелгәндән һуң Иоакимдың улы Салафиил тыуҙы. Салафиил Зоровавелдең, 13 Зоровавель Авиудтың, Aвиуд Елиакимдың, Елиаким Азорҙың, 14 Азор Садоктың, Садок Ахимдың, Ахим Елиудтың, 15 Елиуд Елеазарҙың, Елеазар Матфандың, Матфан Яҡубтың, 16 Яҡуб – Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы.
17 Шулай итеп, Ибраһимдан Дауытҡа тиклем бөтәһе ун дүрт быуын, Дауыттан алып Вавилонға көсләп күсерелгән ваҡытҡа тиклем ун дүрт быуын һәм Вавилонға күсерелеп, Мәсих тыуғанға тиклем ун дүрт быуын булды.

 

Ғайсаның тыуыуы

 

18 Ғайса Мәсихтең тыуыуы былай: әсәһе МәрйәмЙософ менән йәрәшелгән була, әммә улар өйләнешкәнсе үк Мәрйәмдең Изге Рухтан балаға ҡалғаны асыҡлана. 19 Ире Йософ иһә, тәҡүә кеше[1] булараҡ, Мәрйәмде оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, йәрәшеүҙе йәшерен генә өҙөргә ниәтләй. 20 Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә.
– Дауыт нәҫеленән булған Йософ, Мәрйәмде кәләш итеп алырға ҡурҡма! – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды. 21 Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса[2] тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.
22 Былар барыһы ла Раббының пәйғәмбәр аша:
23 «Бына ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалыр
һәм ир бала табыр. Уға Еммануил
тип исем ҡушырҙар», –
тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды.
«Еммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.
24 Йософ, йоҡоһонан уянғас, Раббы фәрештәһе ҡушҡанды үтәй: ул Мәрйәмгә өйләнә. 25 Әммә, Мәрйәм Улын тыуҙырғансы, Йософ уның менән яҡынлыҡ ҡылмай. Балаға ул Ғайса тип исем ҡуша.

 

2

 

Аҡыл эйәләренең килеүе

 

1 Ғайса, Ирод батша идара иткән ваҡытта, Йәһүҙиә ерендәге Вифлеем ҡалаһында тыуҙы. Ошо ваҡытта көнсығыштан Иерусалимға аҡыл эйәләре килде.
2 – Йәһүдтәрҙең яңы тыуған Батшаһы ҡайҙа? – тип һораны улар. – Беҙ, көнсығышта Уның йондоҙо ҡалҡҡанын күрҙек тә, Уға сәждә ҡылып хөрмәт күрһәтергә килдек.
3 Был хаҡта ишеткәс, Ирод батша һәм уның менән бергә бөтөн Иерусалим халҡы хафаға ҡалды. 4 Ул, халыҡтың бөтә баш руханиҙарын һәм ҡанун белгестәрен йыйып алып, уларҙан Мәсихтең ҡайҙа тыуырға тейешлеген һораны.
5 – Йәһүҙиә ерендәге Вифлеем ҡалаһында, – тине улар. – Сөнки пәйғәмбәр аша Алла былай тигән:
6 «Эй, Йәһүҙиәләге Вифлеем,
һин Йәһүҙә хакимдары араһында
иң бәләкәсе түгел,
сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ.
Ул Минең Израиль халҡымдың Көтөүсеһе буласаҡ».
7 Шунан һуң Ирод, аҡыл эйәләрен йәшерен рәүештә саҡыртып алып, йондоҙҙоң теүәл ҡалҡҡан ваҡытын белеште, 8 уларҙы Вифлеемға ебәрҙе:
– Барығыҙ, Бала тураһында барыһын да ентекләп һорашығыҙ. Уны тапҡас, миңә хәбәр итерһегеҙ. Мин дә барып уға сәждә ҡылайым.
9 Батшаны тыңлап, аҡыл эйәләре юлға сыҡты. Ә улар көнсығышта күргән йондоҙ алдарынан барҙы һәм Бала булған урын өҫтөндә туҡтаны. 10 Йондоҙҙо күреп, аҡыл эйәләренең ҡыуанысының сиге булманы.
11 Өйгә ингәс, Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙеләр. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, ладан[3] һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр. 12 Төштәрендә, Ирод янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.

 

Мысырға ҡасыу

 

13 Улар китеү менән, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде.
– Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да, Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда ҡал, сөнки Ирод, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул.
14 Йософ тороп, Бала менән Уның әсәһен алды ла, төн йөҙөндә Мысырға юлланды. 15 Ирод үлгәнгә тиклем ул шунда ҡалды. Был иһә Раббының пәйғәмбәр аша: «Мин Улымды Мысырҙан саҡырып алдым», – тигәне ғәмәлгә ашһын өсөн булды.

 

Сабыйҙарҙы үлтертеү

 

16 Ирод, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙе буйынса Баланың йәшен билдәләп, Вифлеемдағы һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә үҙенең кешеләрен ебәрҙе. 17 Иремия пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр шулай ғәмәлгә ашты:
18 «Рама ҡалаһында көслө тауыш –
илау һәм һыҡтау тауышы ишетелә.
Балаларын йәлләп Рәхилә илай,
йыуанырға теләмәй,
сөнки улар юҡтар инде».

 

Мысырҙан ҡайтыу

 

19 Ирод үлгәндән һуң, Мысырҙа Раббы фәрештәһе Йософтоң төшөнә инде. Ул:
20 – Тор, Бала менән Уның әсәһен алып, Израиль еренә ҡайт. Баланың ғүмеренә ҡул һуҙыусылар үлде инде, – тине.
21 Йософ торҙо ла, Бала менән Уның әсәһен алып, Израилгә ҡайтты. 22 Әммә, Йәһүҙиәлә Ирод урынында улы Архелай батша идара итеүен ишетеп, Йософ унда барырға ҡурҡты. Төшөндә иҫкәртеү алғас, ул Галилея өлкәһенә китте. 23 Унда Назара тигән ҡалаға барып урынлашты. Был пәйғәмбәрҙәр аша белдерелгән: «Уны „Назаралы“ тип атарҙар», – тигән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.

 

3

 

Сумдырыусы Яхъяның вәғәзләүе

 

1 Шул көндәрҙә Йәһүҙиә сүллегенә Сумдырыусы[4] Яхъя килде.
2 – Тәүбә итегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.
3 Ишағыяпәйғәмбәр:
«Сүлдә тауыш яңғырай:
„Раббыға юл әҙерләгеҙ,
Уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ“», –
тип Яхъя тураһында әйткәйне.
4 Яхъяның кейеме дөйә йөнөнән булып, биленә тиренән ҡайыш быуған ине. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды. 5 Уның янына Иерусалим халҡы һәм бөтә Йәһүҙиә менән Иордан буйы төбәгендә йәшәүселәр килеп йөрөнө. 6 Килеүселәр үҙҙәренең гонаһтарын таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы.
7 Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың[5] һыуға сумдырылырға тип килеүен күреп, уларға былай тине:
– Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ тип әйтте? 8 Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! 9 «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип эстән генә уйлайһы булмағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар яралта ала. 10 Балта ағастар төбөндә ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр. 11 Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килеүсе ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр. 12 Ҡулында – елгәргес көрәк. Ул, ашлыҡты ырҙында елгәреп, бойҙайын бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.

 

Ғайсаның һыуға сумдырылыуы

 

13 Шул мәлдә Ғайса, Яхъя тарафынан һыуға сумдырылыу өсөн, Галилеянан Иордан йылғаһына килде. 14 Яхъя иһә:
– Һыуға мине Үҙең сумдырырға тейешһең, ә Һин миңә килгәнһең, – тип Уны туҡтатырға тырышты.
15 – Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алла хаҡлығының бөтә талаптарын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса.
Яхъя быға риза булды. 16 Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күктәр асылып китте лә, Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе. 17 Күктән:
«Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.

 

4

 

Ғайсаның һынау үтеүе

 

1 Шунан һуң Алла Рухы Ғайсаны, Иблис тарафынан һынатыр өсөн, сүлгә алып китте. 2 Ризыҡ ҡапмайынса ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәргәндән һуң, Ғайса бик ныҡ асыҡты. 3 Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп:
– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш, – тине.
4 – «Кеше икмәк менән генә түгел, Алланың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәр». Шулай тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы Ғайса.
5 Шунан һуң Иблис Уны Иерусалимға – изге ҡалаға алып килеп, Алла Йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы 6 ла, былай тине:
– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, түбәнгә ташлан. Изге Яҙмала әйтелгән бит:
«Алла Үҙенең фәрештәләренә
бойороҡ бирер:
Аяҡтарың ташҡа бәрелмәһен тип,
Һине ҡулдарында йөрөтөрҙәр».
7 Ғайса уға:
– Унда: «Раббы Аллаңды һынама», тип тә яҙылған, – тип яуапланы.
8 Бынан һуң Иблис Уны бик бейек тауға алып менде. Донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы уларҙың бөтә гүзәллегендә күрһәтте лә:
9 – Әгәр алдыма йөҙ түбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм, – тине.
10 – Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», тип яҙылған.
11 Бынан һуң Иблис Уны ҡалдырып китеп барҙы, ә Ғайса янына фәрештәләр килеп, Уға хеҙмәт иттеләр.

 

Ғайсаның хеҙмәт итә башлауы

 

12 Яхъяның ҡулға алыныуы тураһында ишеткәс, Ғайса Галилеяға китте. 13 Назараны ҡалдырып Ул, Завулон һәм Неффалим еренә барып, Галилея күле буйындағы Капернаум ҡалаһында урынлашты. 14 Был иһә Ишағыяпәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:
15 «Эй Завулон ере, Неффалим ере,
диңгеҙгә алып барыусы юлдағы һәм
Иордан аръяғындағы ерҙәр!
Эй һин, мәжүсиҙәр иле Галилея!
16 Ҡараңғылыҡта йәшәүсе халҡың бөйөк яҡтылыҡты күрә.
Үлем күләгәһендә йәшәүселәр өсөн яҡтылыҡ балҡый».
17 Шул ваҡыттан алып Ғайса :
– Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип һөйләп йөрөй башланы.

 

Тәүге шәкерттәр

 

18 Галилея күле буйынан үтеп барышлай Ғайса ау һалып йөрөгән ағалы-ҡустылы ике балыҡсыны – Петр тип аталған Симон менән Андрейҙы күрҙе.
19 – Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар[6] итермен, – тине Ғайса уларға.
20 Ике туған шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе. 21 Унан ары киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе – Зеведей улдары Яҡуб менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зеведей менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы. 22 Туғандар шунда уҡ, кәмәләрен һәм аталарын ҡалдырып, Уның артынан эйәрҙе.

 

Ғайсаның Галилеяла вәғәзләп, һауыҡтырып йөрөүе

 

23 Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты. 24 Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Янына барса сырхауҙарҙы, төрлө ауырыуҙарҙан, интектергес сирҙәрҙән яфаланғандарҙы, ен эйәләшкәндәрҙе, илереүселәрҙе һәм паралич һуҡҡандарҙы алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы. 25 Уның артынан Галилеянан, Ун Ҡаланан[7] , Иерусалимдан, Йәһүҙиәнән һәм Иордан аръяғынан килгән ҙур халыҡ төркөмдәре эйәреп йөрөнө.

 

5

 

Тауҙағы вәғәз

 

1 Халыҡ төркөмдәрен күреп, Ғайса тауға менде. Ултырғас, Уның янына шәкерттәре килде.

 

«Кем бәхетле?»

 

2 Ғайса уларҙы өйрәтә башланы:
3 – Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар[8] бәхетле,
сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
4 Хәсрәтлеләр бәхетле,
сөнки уларҙы йыуатырҙар.
5 Йыуаштар бәхетле,
сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр.
6 Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле,
сөнки улар туйыныр.
7 Шәфҡәтлеләр бәхетле,
сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер.
8 Саф күңеллеләр бәхетле,
сөнки улар Алланы күрер.
9 Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле,
сөнки улар Алла балалары тип аталыр.
10 Дөрөҫлөк хаҡына эҙәрләнеүселәр бәхетле,
сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
11 Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле. 12 Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр.

 

Тоҙ һәм яҡтылыҡ тураһында

 

13 Һеҙ – ерҙең тоҙо. Әгәр тоҙ үҙенең тәмен юғалтһа, уны нисек ҡабат тоҙландырырһығыҙ? Ул сығарып аяҡ аҫтына ташлауҙан башҡаға ярамаҫ.
14 Һеҙ – донъя өсөн яҡтылыҡ. Тау башында төҙөлгән ҡала йәшенеп ҡала алмаҫ. 15 Шулай уҡ бер кем дә, шәмде тоҡандырғас, уны һауыт аҫтына ҡуймай, ә шәмдәлгә ултырта һәм ул өйҙәгеләрҙең бөтөнөһө өсөн дә яҡтырта. 16 Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын.

 

Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында

 

17 Минең хаҡта, ҡанунда һәм пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында яҙылғандарҙы юҡҡа сығарырға килгән, тип уйламағыҙ. Мин юҡҡа сығарырға түгел, ғәмәлгә ашырырға килдем. 18 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ер һәм күк юҡҡа сыҡҡанға тиклем, ҡанундың бәләкәй генә бер хәрефе лә, бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ, бөтәһе лә тормошҡа ашырыласаҡ. 19 Шулай итеп, кем дә кем әмерҙәрҙең кескәй генәһенең дә ғәмәлдән сыҡҡанын иғлан итеп, башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, ул Күктәр Батшалығында иң түбән кеше тип аталыр. Ә уларҙы үтәп, башҡаларҙы ла үтәргә өйрәтеүсе иһә Күктәр Батшалығында бөйөк булып һаналыр. 20 Һеҙгә шуны әйтәм: әгәр ҙә тәҡүә булыуығыҙ ҡанун белгестәренекенән һәм фарисейҙарҙыҡынан өҫтөн түгел икән, Күктәр Батшалығына инмәйәсәкһегеҙ.

 

Үлтереш һәм асыу тотоу тураһында

 

21 Ата-бабаларығыҙға: «Үлтермә! Кеше үлтереүсе хөкөм ителергә тейеш», – тип әйтелгәнде һеҙ ишеттегеҙ. 22 Ә мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотоусы хөкөм ителеүгә лайыҡ. Туғанына: «Мәғәнәһеҙ», – тип әйтеүсе иһә Юғары кәңәшмә алдында яуапҡа тарттырылыуға, ә инде «Ахмаҡ», – тиеүсе йәһәннәм утына лайыҡ. 23 Шуға күрә, ҡорбан килтереү урынына бүләк алып барғанда туғаныңдың һиңә ҡарата ниндәйҙер дәғүәһе барлығы иҫеңә төшһә, 24 бүләгеңде ҡорбан килтереү урыны янында ҡалдыр ҙа, тәүҙә ҡайтып туғаның менән яраш, унан һуң ғына кире килеп бүләгеңде бир. 25 Дәғүәсең һине хөкөмдарға алып барһа, юлда саҡта уҡ һис кисекмәҫтән уның менән килеш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр һәм үҙеңде төрмәгә ябырҙар. 26 Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тиненә[9] тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың.

 

Зина ҡылыу һәм айырылышыу тураһында

 

27 «Зина ҡылма», – тип әйтелгәнде һеҙ ишеттегеҙ. 28 Ә Мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була. 29 Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк. 30 Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.
31 Шулай уҡ: «Берәйһе ҡатынын айыра икән, уға айырылышыу ҡағыҙы бирһен», – тип әйтелгәйне. 32 Ә Мин һеҙгә әйтәм: әгәр ир кеше, ҡатынының зина ҡылыу сәбәбе булмай тороп, уның менән айырылышһа, ул уны зина ҡылыуға этәрә. Һәм иренән айырылған ҡатынға өйләнгән кеше лә зина ҡыла.

 

Ант итеү тураһында

 

33 Ата-бабаларға: «Ялған ант бирмә! Раббы алдында биргән антыңды үтә», – тип әйтелгәнде лә һеҙ ишеттегеҙ. 34 Ә Мин һеҙгә әйтәм: бөтөнләй ант итмә! Күк менән дә ант итмә, сөнки ул – Алланың тәхете, 35 ер менән дә ант итмә, сөнки ул – Алланың аяҡ терәгән урыны, Иерусалим менән дә ант итмә, сөнки ул – бөйөк Батшаның ҡалаһы. 36 Башың менән дә ант итмә, сөнки сәсеңдең бер бөртөгөн генә лә үҙең аҡ йәки ҡара итә алмайһың. 37 Һеҙҙең «эйе» тигән һүҙегеҙ – «эйе», «юҡ» тигәнегеҙ «юҡ» булһын. Шунан артығы – Иблистән.

 

Үс алырға ярамау тураһында

 

38 «Күҙгә – күҙ» һәм «тешкә – теш» тиелгәнде һеҙ ишеттегеҙ. 39 Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылыусыға ҡаршы торма. Уң яңағыңа һуҡҡан кешегә һул яңағыңды ла ҡуй. 40 Берәйһе һине хөкөмгә тарттырып, күлдәгеңде алырға теләһә, уға өҫ кейемеңде лә бир. 41 Берәйһе һине бер ара ер үтергә мәжбүр итһә, уның менән ике ара үт. 42 Һинән нимәлер һорайҙар икән, бир, бурысҡа алырға теләүсене лә буш итмә.

 

Дошмандарҙы яратыу тураһында

 

43 «Яҡыныңды ярат, дошманыңа нәфрәтле бул!» – тип әйтелгәнде һеҙ ишеттегеҙ. 44 Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләүселәр өсөн доға ҡылығыҙ. 45 Шулай эшләп, һеҙ Күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, рәхимлеләр өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра. 46 Әгәр үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни? 47 Дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, иҫ китерлек ни эш ҡылаһығыҙ? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни? 48 Шуға күрә, Күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.

 

6

 

Хәйер-саҙаҡа биреү тураһында

 

1 Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә Күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ.
2 Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта шаулап йөрөмә. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. 3-4 Әгәр ҙә хәйер бирәһең икән, хәйерең йәшерен рәүештә бирелһен өсөн, һул ҡулың уң ҡулыңдың ни эшләгәнен белмәһен. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер.

 

Ғайсаның доға ҡылырға өйрәтеүе тураһында

 

5 Доға ҡылғанда ике йөҙлөләр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен инде алды. 6 Ә һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та, күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер.
7 Доға ҡылғанда мәжүсиҙәр кеүек буш һүҙ һөйләмәгеҙ. Улар, доғабыҙҙа күп һүҙ әйтһәк, илаһтарыбыҙ беҙҙе ишетер, тип уйлай. 8 Улар һымаҡ булмағыҙ. Һеҙ һорағанға тиклем үк Атағыҙ һеҙҙең нимәгә мохтаж икәнлегегеҙҙе белә. 9 Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ:
Күктәге Атабыҙ!
Исемең мөҡәддәс тип танылһын.
10 Һинең Батшалығың килһен.
Күктәге кеүек, ерҙә лә
ихтыярың үтәлһен.
11 Был көнгә кәрәкле икмәгебеҙҙе беҙгә бөгөн бир.
12 Беҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы беҙ кисергән кеүек,
беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе Һин кисер.
13 Беҙҙе һынауға дусар итмә,
ә Иблистән[10] һаҡла[11] .
14 Һеҙ кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен ғәфү итһәгеҙ, Күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә кисерер. 15 Кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен кисермәһәгеҙ инде, Күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә кисермәҫ.

 

Ураҙа тотоу тураһында

 

16 Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. 17-18 Ураҙа тотҡаныңды кешеләр түгел, ә күҙгә күренмәҫ Атаң күрһен өсөн, ураҙа тотҡанда сәсеңде майла һәм битеңде йыу; шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер.

 

Ысын хазина тураһында

 

19 Үҙегеҙгә байлыҡты ерҙә йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар инеп урлай. 20 Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа инеп урламай. 21 Хазинаң ҡайҙа, күңелең дә шунда булыр.
22 Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙҙәрең һау булһа, бөтөн тәнең нурлы булыр. 23 Ә инде күҙең насар булһа, бөтөн тәнең ҡараңғыла булыр. Әгәр һиндәге яҡтылыҡ – ҡараңғылыҡ икән, ул ҡараңғылыҡ ни тиклем ҡуйы!

 

Алла һәм байлыҡ тураһында

 

24 Берәү ҙә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.

 

Күктәр Батшалығы һәм донъя мәшәҡәттәре тураһында

 

25 Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: йәшәү өсөн нимә ашарға һәм нимә эсергә тип, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ. Йән ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни? 26 Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы Күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни? 27 Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала? 28 Ниңә кейем өсөн борсолаһығыҙ? Яландағы ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. 29 Әммә һеҙгә шуны әйтәм: Сөләймән батша, үҙенең бөтә мөһабәтлелегенә ҡарамаҫтан, сәскәләрҙең береһе кеүек тә кейенмәгән. 30 Бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендермәҫме ни, эй, һеҙ, имандары аҙҙар?
31 Шулай булғас: «Беҙгә нимә ашарға, беҙгә нимә эсергә, беҙгә нимә кейергә?» – тип хафаланмағыҙ. 32 Был хаҡта мәжүсиҙәр ҡайғырта. Ә Күктәге Атағыҙ һеҙҙең быларҙың барыһына ла мохтаж икәнлегегеҙҙе белә. 33 Иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләгеҙ, шул саҡта быларҙың барыһы ла һеҙгә бирелер. 34 Шуға күрә, иртәгәһе көн хаҡында борсолмағыҙ. Иртәгә буласаҡ көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәттәре етерлек.

 

7

 

Кешеләргә булған мөнәсәбәт тураһында

 

1 Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ, 2 сөнки ниндәй хөкөм менән хөкөм итһәгеҙ, һеҙ ҙә шулай хөкөм ителерһегеҙ; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер. 3 Нисек һин туғаныңдың күҙендәге сүпте күрәһең, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне тоймайһың? 4 Үҙ күҙеңдә бүрәнә булғанда, туғаныңа: «Күҙеңдәге сүпте алайым әле», – тип нисек әйтә алаһың? 5 Ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың. 6 Изге нәмәне эттәргә бирмәгеҙ: улар боролоп үҙегеҙҙе ботарлар. Ынйыларығыҙҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ. Улар ул ынйыларҙы аяҡтары менән тапар.

 

«Һорағыҙ, эҙләгеҙ, шаҡығыҙ»

 

7 Һорағыҙ – һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ – һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һәм һеҙгә асырҙар. 8 Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар. 9 Арағыҙҙан кемегеҙ икмәк һораған улына таш тотторор? 10 Йәки ул балыҡ һорағанда, ҡайһығыҙ йылан бирер? 11 Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата яҡшы нәмәләр бирәсәк.

 

Алтын ҡағиҙә

 

12 Кешеләрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ. Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәр яҙмаларының асылы шул.

 

Тар ҡапҡа тураһында

 

13 Тар ҡапҡанан инегеҙ! Һәләкәткә алып барған ҡапҡа киң һәм юлы иркен. Күптәр шул ҡапҡанан инә лә инде. 14 Ә тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба.

 

Ағастың емешенән танылыуы

 

15 Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: янығыҙға улар һарыҡ тиреһе ябынып килә, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар. 16 Һеҙ уларҙы ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ. Сәнскәктән йөҙөм, шайтан таяғынан инжир йыялармы ни? 17 Бына шулай, һәр яҡшы ағас яҡшы емеш бирә, ә һәр насар ағас насар емеш бирә. 18 Яҡшы ағас насар емеш бирә алмай һәм насар ағас яҡшы емеш бирә алмай. 19 Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып, утҡа ташлайҙар. 20 Шулай итеп, ялған пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ.

 

Яуызлыҡ ҡылыусыларҙы иҫкәртеү

 

21 Күктәр Батшалығына: «Хужам! Хужам!» – тип Миңә әйткән һәр кем түгел, ә Күктәге Атамдың ихтыярын үтәгән кеше генә инәсәк. 22 Ҡиәмәт көнөндә Миңә күптәр: «Хужам! Хужам! Беҙ Һинең исемеңдән пәйғәмбәрлек итмәнекме ни? Һинең исемеңде әйтеп ендәрҙе ҡыуып сығарманыҡмы ни? Һинең исемең менән ҡөҙрәтле күп эштәр ҡылманыҡмы ни?» – тип әйтерҙәр. 23 Ана шул ваҡытта Мин уларға: «Мин һеҙҙе бер ҡасан да белмәнем, китегеҙ янымдан, яуызлыҡ ҡылыусылар!» – тиермен.

 

Ике төҙөүсе тураһында

 

24 Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар. 25 Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған, әммә ул емерелмәгән. Сөнки ул йорт таш нигеҙ өҫтөнә һалынған булған. 26 Ә инде был һүҙҙәремде ишетеп тә, уларҙы үтәмәгән һәр кем үҙенең йортон ҡом өҫтөнә төҙөгән аҡылһыҙ кешегә оҡшар. 27 Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған. Ул йорт ауған һәм тулыһынса емерелгән.
28 Ғайса һүҙен тамамлағас, халыҡ Уның өйрәтеүенә хайран ҡалды. 29 Ул бит уларҙы ҡанун белгестәренсә түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте.

 

8

 

Махаулыны һауыҡтырыу

 

1 Ғайса тауҙан төшкәс, артынан күп халыҡ эйәрҙе. 2 Бына Уның янына махау[12] сирле кеше килде лә, алдына тубыҡланып:
– Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тине.
3 Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды:
– Эйе, теләйем. Таҙарын!
Шунда уҡ был кеше махауҙан таҙарынды. 4 Ғайса уны:
– Ҡара уны, берәүгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә, руханиға барып күрен дә, Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.

 

Йөҙбашының ышанысы

 

5 Ғайса Капернаумға барғас, Уға бер йөҙбашы ярҙам һорап килде.
6 – Әфәндем! Хеҙмәтсемде паралич һуҡҡан. Әле ул минең өйөмдә ята, бик ныҡ яфалана, – тине.
7 – Барып уны һауыҡтырырмын, – тине Ғайса.
8 – Әфәндем! Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә мин лайыҡ түгел, – тип яуап бирҙе Уға йөҙбашы. – Һин әйт кенә, һәм хеҙмәтсем һауығыр. 9 Мин үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам һәм ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә: «Кит» тиһәм, китә, икенсеһенә: «Кил» тиһәм, килә, хеҙмәтсемә: «Ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.
10 Быны ишеткәс, Ғайса хайран ҡалды, артынан эйәреп килеүселәргә:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Израиль халҡының бер генә кешеһенең дә был тиклем ышанғанын күргәнем юҡ ине. 11 Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуб менән бергә мәжлес өҫтәле артында ултырыр. 12 Ә кемгә Батшалыҡ тәғәйенләнгән булған, улар тышҡы ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр: унда һыҡтау һәм теш шығырлатҡан тауыштар ишетелер, – тине.
13 Йөҙбашыға Ғайса:
– Өйөңә ҡайт, һин ышанғанса булһын, – тине.
Хеҙмәтсе шул сәғәттә үк һауыҡты.

 

Ғайсаның күптәрҙе һауыҡтырыуы

 

14 Ғайса Петрҙың өйөнә килгәс, ҡәйнәһенең бөтөн тәне янып ауырып ятҡанын күрҙе. 15 Ул был ҡатындың ҡулына ҡағылыуға, уның тән яныуы тулыһынса бөттө. Ул, тороп, Ғайсаға табын әҙерләй башланы. 16 Ә инде кисен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы. 17 Был – Ишағыяпәйғәмбәр аша: «Ул беҙҙең ауырыуҙарыбыҙҙы һәм сирҙәребеҙҙе Үҙенә алды», – тип әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.

 

Ғайсаға эйәреү

 

18 Ғайса, эргә-тирәһенә йыйылған халыҡ төркөмдәрен күреп, шәкерттәренә күлдең аръяғына сығырға ҡушты. 19 Шул ваҡыт Уның янына бер ҡанун белгесе килеп:
– Остаз, ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тине.
20 – Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.
21 Шунда икенсе кеше, Уның шәкерттәренең береһе:
– Хужам! Тәүҙә өйөмә ҡайтып, атайымды ерләп килергә рөхсәт ит, – тине.
22 Ләкин Ғайса:
– Миңә эйәр! Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, – тип яуапланы.

 

Ғайсаның дауылды туҡтатыуы

 

23 Ғайса кәмәгә инеп ултырҙы. Уның артынан шәкерттәре лә урын алды. 24 Ҡапыл күл өҫтөндә көслө дауыл ҡупты. Тулҡындар кәмәгә килеп бәрелеп, уға һыу тулды. Ә Ғайса йоҡлап ята ине. 25 Шәкерттәре Уны уятып:
– Хужабыҙ! Ҡотҡар, батабыҙ бит! – тип ҡысҡырҙылар.
26 – Ниңә һеҙ шулай ҡурҡаҡһығыҙ, имандары аҙҙар? – тине Ул шәкерттәренә.
Ғайса тороп елде һәм күлде тыйҙы, тәрән тынлыҡ урынлашты. Халыҡ таң ҡалып:
27 – Кем һуң Ул? Ел дә, тулҡындар ҙа Уға буйһона! – тиеште.

 

Ен эйәләшкән ике кеше

 

28 Ғайса арғы яҡ ярҙағы Гадара еренә килгәс, ен эйәләшкән ике кеше ҡәбер мәмерйәләренән[13] Уға ҡаршы килеп сыҡты. Улар ҡоторған булғанлыҡтан, был юлдан һис кем үтә алмай ине.
29 – Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.
30 Ә алыҫ түгел ерҙә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине. 31 Ендәр:
– Беҙҙе бынан ҡыуып сығарһаң, сусҡа көтөүенә ебәр, – тип үтенде.
32 – Барығыҙ, – тине Ғайса уларға.
Ендәр, кешеләрҙән сыҡтылар ҙа, сусҡалар эсенә барып инделәр. Бөтә көтөү сабып китеп текә ярҙан күлгә ташланды ла һыуға батып үлде. 33 Көтөүселәр иһә тороп йүгерҙеләр һәм, ҡалаға ҡайтып, бөтөнөһө хаҡында ла һөйләп бирҙеләр. Ен эйәләшкән кешеләр менән ни булғанын да хәбәр иттеләр. 34 Бөтә ҡала халҡы Ғайса ҡаршыһына сыҡты. Уны күреп, үҙҙәренең еренән китеүен үтенделәр.

 

9

 

Паралич һуҡҡан кешене һауыҡтырыу

 

1 Ғайса, кәмәгә ултырып күл аша сыҡты ла, Үҙе йәшәгән ҡалаға[14] килде. 2 Бында ла бер нисә кеше паралич һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға:
– Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың кисерелде! – тине.
3 Бер нисә ҡанун белгесе эстән генә: «Был кеше көфөр һүҙ һөйләй!» – тип уйланы. 4 Ғайса уларҙың нимә уйлағанын белеп:
– Ниңә һеҙ күңелегеҙҙә насар уй тотаһығыҙ? – тип һораны. 5 – Нимә тип әйтеү еңелерәк: «Һинең гонаһтарың кисерелде», – типме, әллә «Тор ҙа атлап кит», – типме? 6 Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар. – Шунан Ул паралич һуҡҡан кешегә өндәште: – Тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!
7 Теге, тороп, ҡайтып китте. 8 Быны күреп торған халыҡ ҡурҡыуға төштө һәм кешеләргә ошондай хакимлыҡ биргән Алланы данланы.

 

Ғайсаның Матфейҙы Үҙ артынан саҡырыуы

 

9 Унан китеп барғанда Ғайса һалым йыйыу урынында ултырған Матфей исемле кешене күрҙе.
– Миңә эйәр, – тине Ул.
Матфей, тороп, Уның артынан китте.
10 Ғайса уның өйөнә ашҡа килгәс, күп кенә һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар йыйылып, Ғайса һәм Уның шәкерттәре менән бер табында ултырҙылар. 11 Быны күреп, фарисейҙар шәкерттәрҙән:
– Ни өсөн һеҙҙең Остазығыҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап ултыра? – тип һоранылар.
12 Ғайса быны ишетеп:
– Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. 13 Барығыҙ, «Мин ҡорбан килтерелеүен түгел, ә шәфҡәт күрһәтелеүен теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы артымдан саҡырырға килдем.

 

Ураҙа хаҡында һорау

 

14 Шунан һуң Уның янына Яхъяның шәкерттәре килде:
– Ни өсөн беҙ һәм фарисейҙар ураҙаны йыш тотабыҙ, ә Һинең шәкерттәрең ураҙа тотмай?
15 Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе:
– Кейәү үҙҙәре менән бергә булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ҡайғыра аламы? Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр һәм шул саҡта улар ураҙа тотор. 16 Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай, сөнки ул, ултырып, кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла ҙурайыр. 17 Шулай уҡ яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмайҙар. Юғиһә, иҫке турһыҡ йыртылыр ҙа, шарап ағып бөтөр, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар. Шул ваҡытта шарап та, турһыҡ та һаҡланыр.

 

Үлгән ҡыҙ һәм ауырыу ҡатын

 

18 Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килеп тубыҡланды:
– Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ләкин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелер ине.
19 Ғайса торҙо ла шәкерттәре менән бергә уның артынан китте. 20 Шул ваҡыт, ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән интеккән бер ҡатын арттан килеп, кейеменең салғыйына ҡағылды. 21 Ул: «Уның кейеменә генә ҡағылһам да, һауығасаҡмын», – тип эстән генә уйлағайны. 22 Ғайса боролоп ҡараны.
– Ныҡ бул, ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине Ул уны күргәс.
Ҡатын шунда уҡ һауыҡты.
23 Башлыҡтың өйөнә ингәс, Ғайса унда матәм көйө уйнаусыларҙы һәм ығы-зығы килеүселәр төркөмөн күрҙе.
24 – Китегеҙ бынан! Ҡыҙ бала үлмәгән, ул йоҡлай ғына, – тине Ул.
Унан көлә башланылар. 25 Ләкин, халыҡ өйҙән сығарылғас, Ғайса бүлмәгә инеп ҡыҙҙың ҡулынан тотто һәм ул урынынан торҙо. 26 Был хаҡтағы хәбәр бөтә тирә-яҡ ерҙәргә таралды.

 

Ғайсаның йәнә күптәрҙе һауыҡтырыуы

 

27 Ғайса унан киткәндә, артынан ике һуҡыр эйәрҙе. Улар:
– Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы.
28 Ғайса өйгә ингәс, һуҡырҙар Уның янына килде.
– Минең һеҙҙе һауыҡтыра аласағыма ышанаһығыҙмы? – тип һораны Ул.
– Эйе, Әфәндем! – тип яуап бирҙе тегеләр. 29 Ғайса уларҙың күҙҙәренә ҡағылды ла:
– Нисек ышанһағыҙ, шулай булһын, – тине. 30 Шунда һуҡырҙар күрә башланы. Ғайса уларҙы:
– Ҡарағыҙ уны, был хаҡта һис кем белмәһен, – тип ҡаты киҫәтте.
31 Әммә теге икәү, бынан киткәс, Уның хаҡында бар тирә-яҡта һөйләп йөрөнө.
32 Улар китеүгә Ғайса янына ен эйәләшкән телһеҙ кешене алып килделәр. 33 Ғайса енде ҡыуып сығарғас, телһеҙ һөйләшә башланы. Халыҡ быға хайран ҡалды.
– Израилдә бындай хәлдең бер ҡасан да булғаны юҡ ине, – тине улар.
34 Ләкин фарисейҙар:
– Ул ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тип ҡаршы һөйләнеләр.
35 Ғайса бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе барлыҡ ауырыуҙарынан һәм сирҙәренән һауыҡтырҙы. 36 Ул, халыҡ төркөмдәрен күреп, йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж инеләр. 37 Шул саҡта Ғайса шәкерттәренә:
– Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. 38 Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең ашлығын урып алырға эшселәр ебәрһен, – тине.

 

10

 

Ғайсаның ун ике илсеһе

 

1 Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға кешеләрҙең эсенән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарыу, бөтә сир һәм сырхауҙарҙан һауыҡтырыу вәкәләтен бирҙе. 2 Бына ул ун ике илсенең исеме: беренсеһе – Петр тип тә аталған Симон һәм уның ҡустыһы Андрей, Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя, 3 Филипп һәм Варфоломей, Фома һәм һалым йыйыусы Матфей, Алфей улы Яҡуб, Фаддей, 4 Көрәшеүсе Симон[15] һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.

 

Ғайсаның ун ике шәкертен хеҙмәткә ебәреүе

 

5 Ғайса ошо ун икене нәсихәт биреп оҙатты:
– Мәжүси халыҡтарға бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ. 6 Улар урынына аҙашҡан һарыҡ көтөүе – Израиль халҡына барығыҙ. 7 Барғас иһә: «Күктәр Батшалығы яҡынлашты!» – тип хәбәр итегеҙ. 8 Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ. 9 Билбауығыҙға алтын да, көмөш тә, баҡыр аҡса ла төйнәмәгеҙ. 10 Сәфәргә үҙегеҙ менән биштәр ҙә, алмаш күлдәк тә, аяҡ кейеме лә, юл таяғы ла алмағыҙ – хеҙмәтсе үҙенә тейешле ризыҡҡа лайыҡ.
11 Ниндәй ҡалаға йәки ауылға барһағыҙ ҙа, унда һеҙҙе ҡабул итергә лайыҡлы кешене табығыҙ. Үҙегеҙ киткәнгә тиклем шуның өйөндә ҡалығыҙ. 12 Өйгә ингәндә, унда йәшәүселәргә именлек теләгеҙ. 13 Әгәр өйҙәгеләр быға лайыҡлы икән, һеҙ теләгән именлек улар менән булһын, лайыҡһыҙ икән, именлегегеҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын. 14 Ә берәй йорт йәки ҡала һеҙҙе ҡабул итмәһә, һүҙҙәрегеҙҙе тыңламаһа, унан киткәндә аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ[16] . 15 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә ул ҡалаға ҡарағанда Содом менән Гоморра еренә еңелерәк булыр.

 

Киләсәк эҙәрлекләүҙәр

 

16 Бына Мин һеҙҙе һарыҡтарҙы бүреләр араһына ебәргән кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ аҡыллы һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ. 17 Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар. 18 Минең арҡала үҙегеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм мәжүсиҙәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер. 19 Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге бирелер. 20 Сөнки әйткән һүҙҙәрегеҙ һеҙҙеке булмаҫ, ә һеҙҙең аша Атағыҙҙың Рухы һөйләр.
21 Туған туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр, һәм балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер. 22 Минең арҡала барыһы ла һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор. 23 Бер ҡалала эҙәрлекләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Израилдең бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер.
24 Шәкерт үҙенең остазынан, хеҙмәтсе хужаһынан өҫтөн булмай. 25 Шәкерт остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Веельзевул[17] тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар.

 

Кемдән ҡурҡырға кәрәк?

 

26 Шуға күрә, ундай кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ! Асылмайынса ҡалыр бер ҡапланған һәм беленмәйенсә ҡалыр бер йәшерен нәмә юҡ. 27 Мин һеҙгә ҡараңғыла һөйләгәндәрҙе көн яҡтыһында һөйләгеҙ, ҡолағығыҙға шыбырлап әйткәнде өй ҡыйығынан иғлан итегеҙ. 28 Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!
29 Ике турғай бер баҡыр тәңкәгә[18] һатыла түгелме ни? Ләкин уларҙың береһе лә Атағыҙҙың рөхсәтенән башҡа ергә ҡолап төшмәҫ. 30 Ә һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы. 31 Шуға күрә ҡурҡмағыҙ: һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәк.

 

Мәсихте ҡабул итеү

 

32 Шулай итеп, Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Мин дә Күктәге Атам алдында ҡабул итермен. 33 Ә инде кем кешеләр ҡаршыһында Минән ваз кисә, Мин дә Күктәге Атам ҡаршыһында унан ваз кисермен.
34 Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйламағыҙ. Мин тыныслыҡ килтерергә тип түгел, ә ҡылыс алып килдем. 35 Улы менән атаһын, ҡыҙы менән әсәһен, килене менән ҡәйнәһен бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға тип килдем. 36 Кеше өсөн өйҙәгеләре дошман булыр.
37 Атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел. Улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел. 38 Үҙенең арҡысағын[19] күтәреп, Миңә эйәреп бармаған кеше Миңә лайыҡ түгел. 39 Йәнен үҙе өсөн һаҡлап ҡалырға тырышыусы уны юғалтыр; ә Минең хаҡҡа йәнен юғалтҡан уны табыр.
40 Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәреүсене ҡабул итә. 41 Пәйғәмбәрҙе пәйғәмбәр булғаны өсөн ҡабул итеүсе, пәйғәмбәргә бирелгәнсә үк әжер алыр. Тәҡүә кешене тәҡүә булғаны өсөн ҡабул итеүсе, тәҡүә кешегә бирелгәнсә үк әжер алыр. 42 Кем шундай түбән заттарҙың береһенә Минең шәкертем булғаны өсөн генә бер сынаяҡ һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.

 

11

 

Сумдырыусы Яхъяның һорауы һәм Ғайсаның яуабы

 

1 Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертенә нәсихәтен биреп бөткәс, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте.
2-3 Яхъя иһә, төрмәлә сағында Мәсих ҡылған ғәмәлдәр хаҡында ишеткәс, үҙенең шәкерттәрен: «Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе.
4 – Барығыҙ, ишеткән һәм күргәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ, – тип яуапланы уларға Ғайса. – 5 Һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора һәм фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә. 6 Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле.
7 Шәкерттәр киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башланы:
– Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамыштымы? 8 Юҡ? Нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме әллә? Ә бит ҡупшы кейем кейгәндәр батша һарайҙарында йәшәй. 9 Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе! Мин һеҙгә әйтәм: Яхъя – пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк. 10 Уның тураһында Изге Яҙмала:
«Мин Һинең алдыңдан
хәбәрсемде ебәрәм,
ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», –
тип яҙылған. 11 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ. Әммә Күктәр Батшалығында иң кесеһе лә унан бөйөгөрәк. 12 Сумдырыусы Яхъя вәғәзләгән көндәрҙән алып бөгөнгәсә ҡайһы берәүҙәр Күктәр Батшалығына көслөк менән ҡаршылыҡ күрһәтә һәм уны яуларға тырыша. 13 Бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡанун да, Яхъя килгәнгә тиклем, буласаҡ ваҡиғалар тураһында пәйғәмбәрлек итте. 14 Ә ҡабул итергә теләһәгеҙ, ул – килергә тейешле Ильяс. 15 Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
16-17 Был быуын кешеләрен кемгә оҡшатайым икән? Улар:
«Беҙ һеҙгә күңелле көйҙәр уйнаныҡ,
ә һеҙ бейемәнегеҙ.
Беҙ һеҙгә моңһоу йырҙар йырланыҡ,
ә һеҙ ҡайғырып иламанығыҙ», –
тип баҙар майҙанында бер-береһенә ҡысҡырып ултырыусы балаларға оҡшаған.
18 Яхъя килде, ашамай ҙа, эсмәй ҙә, кешеләр иһә: «Уға ен эйәләшкән», – тиҙәр. 19 Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына күрегеҙ, ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла зирәклегенең хаҡлығы ҡылған эштәренән[20] күренә.

 

Тәүбәгә килмәгән ҡалаларға ҡайғы

 

20 Унан һуң Ғайса мөғжизәләренең күбеһе ҡылынған ҡалаларҙы тәүбәгә килмәгәндәре өсөн шелтәләй башланы:
21 – Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Вифсаида! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде шырт кейемдәр кейеп, баштарына көл һибеп тәүбә итерҙәр ине. 22 Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидонға һеҙгә ҡарағанда еңелерәк булыр. 23 Эй Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ташланылырһың. Әгәр һиндә ҡылынған мөғжизәләр Содомда күрһәтелһә, ул хәҙерге көнгәсә торор ине. 24 Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә һиңә ҡарағанда Содомға еңелерәк булыр.

 

«Миңә килегеҙ»

 

25 Ошо ваҡыт Ғайса:
– Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! – тине. – Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биреүең өсөн Һине данлайым! 26 Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың! 27 Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.
28 Йонсоған һәм ауыр йөктән интегеүселәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙгә тыныслыҡ бирермен. 29 Ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә, Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш, баҫалҡы, шул мәлдә күңелегеҙгә тыныслыҡ табырһығыҙ. 30 Минең ҡамытым уңайлы һәм йөгөм еңел!

 

12

 

Шәмбе хаҡында һорау

 

1 Бер ваҡыт, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Шәкерттәре, асыҡҡанлыҡтан, башаҡтарҙы өҙөп ашай башланы. 2 Фарисейҙар быны күреп Ғайсаға:
– Ҡара, Һинең шәкерттәрең шәмбе көнө эшләргә ярамағанды ҡыла, – тинеләр.
3-4 – Дауыт һәм уның менән булған кешеләр асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында уҡыманығыҙмы ни? Ул, Алла Йортона инеп, был кешеләр менән Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған. Ә ҡанун буйынса, уларҙы руханиҙарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәгән, – тине Ғайса. – 5 Йәки Алла Йортонда руханиҙарҙың шәмбе көндө хеҙмәт итеп, ул көндө боҙоуҙары, әммә бының улар өсөн ғәйепкә һаналмауы хаҡында ҡанунда яҙылғанды уҡыманығыҙмы ни? 6 Һеҙгә әйтәм: бында Алла Йортона ҡарағанда бөйөгөрәге бар. 7 Әгәр ҙә һеҙ: «Мин ҡорбан килтерелеүен түгел, ә шәфҡәт күрһәтелеүен теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлаған булһағыҙ, ғәйепһеҙҙәрҙе хөкөм итмәҫ инегеҙ. 8 Сөнки Әҙәм Улы шәмбе көнөнөң хужаһы.

 

Ҡулы ҡороған кеше

 

9 Унан киткәс, Ғайса ғибәҙәтханаға инде. 10 Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп:
– Шәмбе көнөндә һауыҡтырыу рөхсәт ителәме? – тип һораны.
11 – Арағыҙҙан берәйегеҙҙең берҙән-бер һарығы шәмбе көнөндә соҡорға төшһә, ул уны сығармаҫ инеме икән? – тине Ғайса. 12 – Ә кеше һарыҡтан күпкә ҡәҙерлерәк бит! Шулай булғас, шәмбе көнөндә яҡшылыҡ эшләү дөрөҫ.
13 Шунан Ул теге кешегә:
– Ҡулыңды һуҙ! – тине.
Ул ҡулын һуҙҙы һәм ҡулы икенсеһе кеүек үк сәләмәт булды. 14 Ә фарисейҙар, ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны һәләк итеү тураһында кәңәш ҡорҙолар.

 

Алланың һайланған хеҙмәтсеһе

 

15 Был хаҡта белгәс, Ғайса бынан сығып китте. Уның артынан күп халыҡ эйәрҙе. Ул ауырыуҙарҙың бөтәһен дә һауыҡтырҙы. 16 Әммә уларҙы Үҙенең кемлеге хаҡында һөйләүҙән тыйҙы. 17 Был – Ишағыяпәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:
18 «Бына – Мин һайлаған Хеҙмәтсем,
Минең ҡәҙерлем, йәнемдең ҡыуанысы.
Мин Уны Рухым менән һуғарырмын,
Ул Минең хөкөмөмдө халыҡтарға иғлан итер.
19 Ул бәхәсләшмәҫ, ҡысҡырмаҫ,
урамдарҙа Уның тауышын һис кем ишетмәҫ.
20 Ғәҙеллекте еңеүгә еткергәнгә тиклем,
Ул сатнаған ҡамышты ла һындырып төшөрмәҫ,
быҫҡып ятҡан филтәне лә һүндермәҫ.
21 Халыҡтар уның исеменә өмөт бағлар».

 

Ғайса һәм Веельзевул

 

22 Шул ваҡыт Ғайса янына ен эйәләшкән, һуҡыр һәм телһеҙ кешене алып килделәр. Ғайса уны һауыҡтырҙы, шунан ул һөйләшә һәм күрә башланы. 23 Бөтөнөһө шаҡ ҡатып, бер-береһенән:
– Дауыт Улы түгелме Ул? – тип һораштылар.
24 Ләкин фарисейҙар быны ишетеп:
– Был кеше ендәрҙе ендәр башлығы Веельзевулдың көсө менән генә ҡыуып сығара, – тинеләр.
25 Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп:
– Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан һәр батшалыҡ емерелер, шулай уҡ кешеләре бер-береһенә ҡаршы торған һәр ҡала йәки ғаилә лә тороп ҡала алмаҫ. 26 Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, үҙ-үҙенә ҡаршы һуғыша. Ул ваҡытта уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр һуң? 27 Әгәр Мин ендәрҙе Веельзевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләр кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шунлыҡтан, хаҡлы булмауығыҙҙы улар үҙҙәре күрһәтер. 28 Әгәр ҙә Мин Алла Рухы менән ендәрҙе ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.
29 Берәйһе көслө кешенең өйөнә инеп, тәүҙә уны бәйләмәһә, мөлкәтен талап сыға алырмы икән? Уны бәйләгәс кенә өйөн талап сығыр.
30 Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул таратып ташлай. 31 Шуға күрә Мин һеҙгә әйтәм: кешеләрҙең бөтөн гонаһтары һәм көфөр һүҙҙәре кисерелер, әммә Алла Рухына ҡарата көфөр һүҙ әйтеү кисерелмәҫ. 32 Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйтеүсе кисерелер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы һүҙ әйтеүсе хәҙерге заманда ла, киләсәктә лә кисерелмәҫ.

 

Ағас һәм уның емештәре

 

33 Яҡшы емеш бирһен өсөн, ағастың яҡшы булыуы кәрәк. Әгәр ағас насар икән, емештәре лә насар булыр. Емешенә ҡарап ағасын таныйҙар. 34 Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була. 35 Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара. 36 Һеҙгә әйтәм: әйткән һәр буш һүҙе өсөн кешеләр ҡиәмәт көнөндә яуап тотасаҡ. 37 Әйткән һүҙҙәреңә ҡарап аҡланырһың, әйткән һүҙҙәреңә ҡарап хөкөм ителерһең.

 

Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһе

 

38 Шунда ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар араһынан ҡайһы берәүҙәр Уға:
– Остаз, беҙ һинең илаһи билдә күрһәтеүеңде теләйбеҙ, – тине.
39 Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе:
– Был замандың яуыз һәм Аллаға имандары булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк. 40 Сөнки, Юныс ҙур бер балыҡтың ҡарынында өс көн һәм өс төн үткәргән кеүек, Әҙәм Улы ла ер ҡуйынында өс көн һәм өс төн үткәрер. 41 Ниневия кешеләре уларҙы ҡиәмәт көнөндә был заман кешеләре менән бер рәттән тороп хөкөм итәсәк, сөнки улар Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлап, тәүбәгә килгән. Ә Алдығыҙҙағы – Юныстан бөйөгөрәк. 42 Ҡиәмәт көнөндә көньяҡ батшабикәһе лә, ошо быуын кешеләре менән бер рәттән тороп, уларҙы хөкөм итәсәк, сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Алдығыҙҙағы – Сөләймәндән бөйөгөрәк.

 

Шаҡшы рухтың кире ҡайтыуы

 

43 Шаҡшы рух, кеше эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. 44 «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай ул. Кире ҡайтҡас, ул уны аулаҡ, һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба. 45 Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайта, һәм улар шунда йәшәй башлай. Ахырҙа әлеге кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Был яуыз быуын менән дә шулай булыр.

 

Ғайсаның әсәһе һәм туғандары

 

46 Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине. 47 Кемдер берәү Уға:
– Ана, әсәйең менән ҡустыларың тышта баҫып тора. Улар Һинең менән һөйләшергә теләй, – тине.
48 Ғайса был кешенән:
– Кем Минең әсәйем һәм кем Минең туғандарым? – тип һораны ла 49 Үҙенең шәкерттәренә ҡулы менән күрһәтте: – Бына былар Минең әсәйем менән Минең туғандарым! 50 Сөнки кем Күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә.

 

13

 

Сәсеүсе хаҡында ҡисса

 

1 Шул уҡ көндө Ғайса, өйҙән сығып, күл ярына барып ултырҙы. 2 Уның тирәһенә күмәк халыҡ йыйылды. Шунлыҡтан Ул кәмәгә инеп урын алды, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо. 3 Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләр һөйләне:
– Бына бер кеше орлоҡ сәсергә сыҡҡан. 4 Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм, ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөтөргән. 5 Башҡа бер өлөшө тупрағы аҙ булған ташлы урынға төшкән. Улар, ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, тиҙ арала шытып сыҡҡан. 6 Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамырҙары булмағанлыҡтан, үҫентеләр ҡороған. 7 Орлоҡтарҙың башҡалары сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, уларҙы баҫып киткән. 8 Ә бәғзеләре иһә уңдырышлы ергә төшкән һәм йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата күберәк уңыш биргән. 9 Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!

 

Кинәйәле ҡиссалар һөйләүҙең маҡсаты

 

10 Шәкерттәре Уның янына килеп:
– Ни өсөн Һин халыҡҡа ҡиссалар ҡушып һөйләйһең? – тип һораны.
11 – Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап бирҙе Ғайса. – 12 Сөнки кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр. 13 Шуға күрә Мин уларға ҡиссалар ҡушып һөйләйем. Улар бит ҡарайҙар, ләкин күрмәйҙәр, тыңлайҙар, ләкин ишетмәйҙәр ҙә, аңламайҙар ҙа. 14 Бына шулай Ишағыяның пәйғәмбәрлек ҡылған һүҙҙәре уларҙа тормошҡа ашты:
«Тыңлап-тыңлап та аңламаҫһығыҙ,
ҡарап-ҡарап та күрмәҫһегеҙ.
15 Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫты,
ҡолаҡтары көскә ишетә,
улар күҙҙәрен йомдо.
Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә,
ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә,
йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр.
Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар
һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».
16 Ә һеҙ бәхетле, сөнки күҙҙәрегеҙ күрә, ҡолаҡтарығыҙ ишетә. 17 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм тәҡүә кешеләр һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.

 

Сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе

 

18 Ә хәҙер сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның ни аңлатыуын тыңлағыҙ. 19 Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаусы һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ. 20 Ташлы урынға сәселгәне шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кеше уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, 21 әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә. 22 Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу уны баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй. 23 Ә уңдырышлы ергә сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде, һәм кемдеңдер уңышы йөҙләтә, кемеһенекелер алтмышлата йә утыҙлата була.

 

Ҡый үләне хаҡында ҡисса

 

24 Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне:
– Күктәр Батшалығы үҙ баҫыуына яҡшы орлоҡ сәскән кешегә оҡшаған. 25 Әммә төндә, барыһы ла йоҡлаған саҡта, уның дошманы килеп, иген араһына ҡый үләне сәсеп киткән. 26 Үҫентеләр күтәрелеп, баш ебәргән ваҡытта, ҡый үләне лә күренә башлаған. 27 Йорт хужаһының хеҙмәтселәре ҡайтып, унан: «Әфәндем, һин үҙеңдең баҫыуыңа яҡшы орлоҡ сәскәйнең түгелме һуң? Унда ҡый үләне ҡайҙан килеп сыҡҡан икән?» – тип һораған. 28 «Был дошман эше», – тип яуап биргән йорт хужаһы. «Теләйһеңме, беҙ хәҙер барабыҙ ҙа, уларҙы утайбыҙ?» – тигән хеҙмәтселәр. 29 Ләкин ул былай тигән: «Кәрәкмәй, юғиһә утаған ваҡытта ҡый үләне менән бергә игенде лә йолҡоп ҡуйыуығыҙ бар. 30 Уныһы ла, быныһы ла ураҡҡа тиклем бергә үҫһен. Ураҡ өҫтөндә инде мин ураҡсыларға: „Иң элек ҡый үләнен йыйып, яндырыу өсөн бәйләмдәргә бәйләгеҙ, ә бойҙайҙы минең келәтемә илтеп һалығыҙ“, – тип әйтермен».

 

Горчица орлоғо һәм әсетке хаҡында ҡисса

 

31 Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне:
– Күктәр Батшалығы берәүҙең үҙ баҫыуына сәскән горчица орлоғона оҡшаған. 32 Ул бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ, ә инде үҫеп еткәс, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә ҙурыраҡ булып, ағасҡа әүерелә. Ҡоштар, осоп килеп, уның ботаҡтарында оя ҡора.
33 Йәнә бер ҡисса һөйләне Ғайса:
– Күктәр Батшалығы әсеткегә оҡшаған: ҡатын кеше әҙ генә әсетке менән бер тоҡ ондан ҡамыр баҫып ҡуя, ахырҙа бөтә ҡамыр әсеп ҡабара.
34 Быларҙың бөтәһен дә Ғайса халыҡҡа кинәйәле ҡисса итеп бәйән итте. Уларға Ул ҡисса менән генә һөйләне. 35 Был – пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:
«Мин уларға кинәйәле ҡиссалар аша һөйләрмен,
донъя яратылған көндәрҙән бирле
йәшерен булғанды хәбәр итермен».

 

Ҡый үләне хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе

 

36 Бынан һуң Ғайса халыҡты ебәрҙе лә, өйгә инде. Шәкерттәре Уның янына килеп:
– Баҫыуҙағы ҡый үләне хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһен беҙгә аңлатып бирһәң ине, – тип үтенде.
37 – Яҡшы орлоҡ сәсеүсе – ул Әҙәм Улы, – тине Ғайса. – 38 Баҫыу – донъя ул, яҡшы орлоҡтар – Батшалыҡ улдары, ҡый үләне – Иблис кешеләре, 39 һәм уны сәсеүсе дошман – Иблис. Ураҡ өҫтө – донъяның ахыры ул, ә ураҡсылар – фәрештәләр. 40 Ҡый үләнен йыйып утта яндырған кеүек, донъя бөткәндә лә шулай буласаҡ: 41 Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер, улар, Уның Батшалығынан гонаһҡа этәреүселәрҙең һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙың бөтәһен айырып алып, 42 янып торған утлы мейескә ырғытыр. Унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер. 43 Ә тәҡүә кешеләр Аталарының Батшалығында ҡояштай балҡып торор. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!

 

Йәнә өс ҡисса

 

44 Күктәр Батшалығы яланда күмелгән хазинаға оҡшаш. Берәү уны тапҡан да ҡабат күмеп ҡуйған һәм, шатлығынан бар мөлкәтен һатып, шул яланды һатып алған.
45 Күктәр Батшалығы йәнә яҡшы ынйылар эҙләүсе сауҙагәргә оҡшаш. 46 Ул бик ҡиммәтле матур ынйы тапҡас, ҡайтып бар мөлкәтен һатҡан да, шул ынйыны алған.
47 Күктәр Батшалығы йәнә диңгеҙгә һалынған һәм төрлө балыҡ һөҙөп алынған йылымға оҡшаш. 48 Йылым балыҡ менән тулғас, уны ярға тартып сығарғандар ҙа, ултырып балыҡтарҙы айырғандар. Яҡшыларын кәрзингә һалғандар, ашарға яраҡһыҙҙарын иһә ситкә ырғытҡандар. 49 Донъя бөткәндә лә шулай буласаҡ: фәрештәләр килеп, тәҡүә кешеләрҙән ямандарҙы айырыр ҙа, 50 утлы мейескә ташлар. Унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер.
51 Һеҙ быларҙың бөтәһен дә аңланығыҙмы?
– Эйе, – тип яуап бирҙе шәкерттәре.
52 – Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе үҙ мөлкәтенең яңыһын да, иҫкеһен дә сығарып ташлаусы йорт хужаһына оҡшаш.

 

Назарала Ғайсаны инҡар итеү

 

53 Ошо ҡиссаларҙы һөйләгәндән һуң, Ғайса ул ерҙән китте. 54 Үҙе йәшәгән ҡалаға ҡайтҡас, кешеләрҙе ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, тыңлаусыларҙы таң ҡалдырҙы.
– Шундай тәрән аҡыл һәм мөғжизәләр ҡылыу ҡөҙрәте Уға ҡайҙан килгән икән? – тиеште улар.
55 – Ул балта оҫтаһының улы түгелме һуң? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуб, Йософ, Симон һәм Йәһүҙә лә баһа? 56 Уның бөтә һеңлеләре лә беҙҙең арабыҙҙа түгелме? Шулай булғас, бының бөтөнөһө Уға ҡайҙан килгән? – тип, 57 Унан йөҙ борҙолар.
– Пәйғәмбәрҙе һәр ерҙә хөрмәт итәләр, уға үҙенең ҡалаһында һәм үҙенең ғаиләһендә генә ихтирам юҡ, – тине уларға Ғайса.
58 Ышанмауҙары арҡаһында Ул бында мөғжизәләрҙе күп ҡылманы.

 

14

 

Сумдырыусы Яхъяның башын ҡырҡыу

 

1 Шул ваҡытта Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр Галилея идарасыһы Иродҡа барып ишетелде. 2 Ул үҙенең кешеләренә: «Был – Сумдырыусы Яхъя. Ул үленән терелеп торған. Шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – тине. 3 Ирод, үҙенең ағаһы Филиптың ҡатыны Иродиада арҡаһында, Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә япҡайны. 4 Сөнки Яхъя Иродҡа: «Һиңә уға өйләнергә ярамай», – тигәйне. 5 Ирод Яхъяны үлтерер ине, әммә уны пәйғәмбәр тип иҫәпләгән халыҡтан ҡурҡты.
6 Тыуған көнөндә Иродиаданың ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене һәм был Иродҡа шул тиклем оҡшаны, 7 ҡыҙ нимә генә һорамаһын, бөтәһен дә бирергә ант итте. 8 Ҡыҙ иһә, әсәһе өйрәткәнсә:
– Хәҙер үк Сумдырыусы Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып алып кил, – тине.
9 Батша ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән анты хаҡына ҡыҙҙың теләген үтәргә 10 һәм төрмәлә Яхъяның башын ҡырҡтырырға әмер бирҙе. 11 Башты ҡоштабаҡҡа һалып алып килеп, ҡыҙға бирҙеләр, ә ул әсәһенә тапшырҙы. 12 Һуңыраҡ Яхъяның шәкерттәре килеп уның кәүҙәһен алып китте. Уны ҡәбергә һалғас, был хаҡта Ғайсаға барып һөйләнеләр.

 

Биш мең кешене туйҙырыу

 

13 Ғайса иһә, был хаҡта ишеткәс, яңғыҙы ғына кәмәгә ултырып аулаҡ урынға китте. Әммә халыҡ, быны белеп ҡалғас, ҡалаларынан сығып яр буйлап Уның артынан эйәрҙе. 14 Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Уға улар йәл булып китте лә, ауырыу булғандарын һауыҡтырҙы. 15 Көн кисләгәс, Уның янына шәкерттәре килде:
– Был кеше йөрөмәй торған урын, ваҡыт та һуң инде. Халыҡты ебәр, ауылдарға барып, үҙҙәренә ризыҡ һатып алһындар.
16 – Китеүҙең кәрәге юҡ. Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тине Ғайса.
17 Шәкерттәре Ғайсаға:
– Беҙҙең бында биш икмәктән һәм ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, – тинеләр.
18 – Уларҙы Миңә бирегеҙ әле, – тине Ғайса.
19 Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алып күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. 20 Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырып ҡуйҙылар. 21 Ә ашаусыларҙың һаны, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, биш мең самаһы ир кеше ине.

 

Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе

 

22 Бынан һуң Ғайса шунда уҡ шәкерттәренә кәмәгә ултырып, Унан алдараҡ аръяҡҡа сығырға ҡушты, ә Үҙе халыҡты оҙатып ҡалды. 23 Халыҡты оҙатҡас, Ул яңғыҙ ғына доға ҡылырға тип тауға менде. Кис еткәс, бында бер үҙе ҡалды. 24 Ә кәмә ярҙан алыҫ[21] киткәйне инде. Ел ҡаршы булғанлыҡтан, кәмәгә көслө тулҡындар килеп бәрелде. 25 Таң атып килгән мәлдә[22] Ғайса күл өҫтөнән атлап шәкерттәре янына китте. 26 Улар, Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүен күреп, ҡурҡып киттеләр ҙә:
– Был өрәк! – тип ҡоттары осоп ҡысҡырып ебәрҙеләр.
27 – Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине шунда уҡ уларға Ғайса.
28 Шунан Петр Уға:
– Хужам! Әгәр был Һин булһаң, миңә һыу өҫтөнән атлап үҙеңдең яныңа барырға әмер бирсе, – тип өндәште.
29 – Кил, – тине уға Ғайса.
Петр кәмәнән төштө лә, һыу өҫтөнән Ғайсаға табан атланы. 30 Ләкин, елдең көслө булыуын тойоп, ҡапыл ҡото осто һәм бата башланы.
– Хужам, ҡотҡар мине! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул.
31 Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды:
– Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың?
32 Улар кәмәгә ултырғас, ел баҫылды. 33 Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп:
– Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр.
34 Улар, күлде аша сығып, Геннисарет ярына сыҡты. 35 Урындағы халыҡ Ғайсаны танып, был хаҡта бөтә әйләнә-тирәгә хәбәр таратты һәм Уға барса ауырыуҙарҙы алып килделәр. 36 Улар Ғайсанан кейеменең салғыйына ғына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенде. Кем генә ҡағылмаһын, барыһы ла һауыҡты.

 

15

 

Алла әмере һәм ата-бабаларҙан килгән йолалар

 

1 Шул ваҡыт Ғайса янына Иерусалимдан фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре килеп:
2 – Ни өсөн Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан күсә килгән йолаларҙы боҙа: ашар алдынан ҡулдарын йыумай? – тип һоранылар.
3 – Ә һеҙ ни өсөн үҙегеҙҙең йолаларығыҙ хаҡына Алла әмерен боҙаһығыҙ? – тип ҡаршы төштө Ғайса. – 4 Алла: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кеше үлергә тейеш», – тигән бит. 5 Ә һеҙ: «Кем атаһына йәки әсәһенә: „Мин һиңә бирергә тейеш булған бүләкте Аллаға вәғәҙә иттем“, – ти, 6 уға инде ата-әсәһен хөрмәт итмәһә лә ярай», – тип әйтәһегеҙ. Бының менән һеҙ үҙегеҙҙең йолағыҙ хаҡына Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ. 7 Ике йөҙлөләр! Ишағыя пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙҙең хаҡта ҡайһылай дөрөҫ әйткән:
8 «Был халыҡ Мине теле менән хөрмәт итә,
әммә күңелдәре Минән йыраҡ.
9 Уларҙың Миңә табыныуы бушҡа:
улар кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтә».
10 Ғайса халыҡты саҡырып алып уларға:
– Тыңлағыҙ һәм шуны аңлағыҙ. 11 Кешене ауыҙына ингән нәмә түгел, ауыҙынан сыҡҡаны бысрата, – тине.
12 Шунан һуң шәкерттәре Уның янына килде.
– Һинең һүҙҙәреңде ишетеп, фарисейҙарҙың рәнйеүен беләһеңме? – тип һораны улар.
13 – Күктәге Атам ултыртмаған һәр үҫенте тамыры менән йолҡоп алынасаҡ, – тине Ул. 14 – Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.
15 Шунда Петр Унан:
– Беҙгә теге ҡиссаны аңлатып бирһәңсе, – тип үтенде.
16 – Әллә һеҙ ҙә һаман төшөнмәйһегеҙме? – тине Ғайса. 17 – Ауыҙға ингән нәмәнең ҡарынға үтеүе, ә унан тышҡа сығарып ташланыуы аңлашылмаймы ни? 18 Кешенең ауыҙынан сыҡҡаны – йөрәгенән сыға. Уны шул бысрата ла. 19 Сөнки яуыз ниәттәр – кеше үлтереү, зинасылыҡ, фәхешлек, урлашыу, ялған шаһитлыҡ ҡылыу, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең йөрәгенән сыға. 20 Кешене ана шулар бысрата, ә йыуылмаған ҡул менән ашау түгел.

 

Ханаан ҡатынының иманы

 

21 Шунан Ғайса Тир һәм Сидон төбәгенә китте. 22 Шул төбәктә йәшәгән Ханаан ҡатыны Уның ҡаршыһына сығып:
– Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләште, ул ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы.
23 Әммә Ғайса уға бер һүҙ менән дә яуап ҡайтарманы. Шәкерттәре килеп Уға:
– Һорағанын ҡылсы. Юғиһә, ул ҡысҡырып беҙҙең арттан килә, – тип инәлде.
24 – Мин Израиль халҡының юғалған һарыҡтарына ғына ебәрелгәйнем, – тип яуап бирҙе Ғайса.
25 Ҡатын иһә яҡын килде лә Уның алдына тубыҡланды:
– Әфәндем, миңә ярҙам итһәңсе!
26 – Икмәкте балаларҙан алып, эттәргә ырғытыу яҡшы түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса.
27 – Эйе, Әфәндем. Тик эттәр ҙә бит хужаһының өҫтәленән ҡойолған валсыҡтарҙы ашай, – тине ҡатын.
28 Ғайса уға:
– Эй, апай! Һинең иманың ныҡ! Теләгәнеңсә булһын, – тине.
Уның ҡыҙы шунда уҡ һауыҡты.

 

Дүрт мең кешене туйҙырыу

 

29 Унан китеп, Ғайса Галилея күле буйына килде, тауға күтәрелеп, шунда ултырҙы. 30 Аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы, ғәриптәрҙе, телһеҙҙәрҙе һәм байтаҡ бүтән сирлеләрҙе алып, Уның янына күмәк халыҡ йыйылып килде. Улар ауырыуҙарҙы Уның аяғы янына һалдылар, Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы. 31 Телһеҙҙәрҙең һөйләшеүен, ғәриптәрҙең һауығыуын, аҡһаҡтарҙың атлап китеүен һәм һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылыуын күреп, халыҡ таң ҡалды һәм Израиль Аллаһын данланы.
32 Ғайса шәкерттәрен саҡырып алды:
– Кешеләрҙе йәлләйем. Улар өс көн буйы инде Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. Уларҙы ас килеш ҡайтарып ебәргем килмәй: юлда хәлдәре бөтөр.
33 – Был тиклем халыҡты туйҙырырлыҡ икмәкте бынау ҡола ялан ерҙә беҙ ҡайҙан алайыҡ? – тине Уға шәкерттәре.
34 – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар?
– Ете икмәк һәм бер нисә ваҡ балыҡ.
35 Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, 36 ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. 37 Бөтөнөһө лә ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ете кәрзингә тултырып ҡуйҙылар. 38 Ә ашаусылар, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, дүрт мең ир кеше ине. 39 Халыҡты ҡайтарып ебәргәс, Ғайса кәмәгә ултырып Магадан ерҙәренә юл тотто.

 

16

 

Ғайсанан илаһи билдә күрһәтеүен талап итеүҙәре

 

1 Унда Ғайса янына фарисейҙар һәм саддукейҙар килде. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен һоранылар.
2 Ә Ул:
– Кисен һеҙ: «Аяҙ булыр, күк йөҙө ҡыҙыл», – тиһегеҙ. 3 Ә иртән иртүк: «Бөгөн дауыл булыр, күк йөҙө ҡуйы ҡыҙыл төҫ менән ҡапланды», – тиһегеҙ. Күккә ҡарап, һеҙ һауа торошон билдәләйһегеҙ, ә замандарҙың билдәләрен аңлай алмайһығыҙмы? 4 Был замандың яуыз һәм Аллаға имандары булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныспәйғәмбәр билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк, – тип яуап ҡайтарҙы.
Шунан һуң Ғайса уларҙы ҡалдырып китеп барҙы.

 

Фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһе

 

5 Икенсе ярға сыҡтылар. Шәкерттәре үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны.
6 – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине Ғайса уларға.
7 Ә шәкерттәре үҙҙәре менән икмәк алмағандары тураһында һөйләшә бирҙе. 8 Ғайса быны белеп:
– Имандары аҙҙар! Һеҙ ниңә икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ? 9 Һаман бер ни ҙә аңламайһығыҙмы ни? Биш мең кешегә өләшелгән биш икмәк һәм уны нисә кәрзин итеп йыйып алыуығыҙ тураһында иҫләмәйһегеҙме? 10 Ете икмәкте дүрт мең кешегә өләшеүегеҙҙе һәм уны нисә кәрзин итеп йыйып алыуығыҙҙы ла оноттоғоҙмо? 11 Минең икмәк хаҡында әйтмәүем һеҙгә аңлашылмаймы ни? Фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине.
12 Шунда улар Ғайсаның икмәк әсеткеһенән түгел, ә фарисейҙар һәм саддукейҙар тәғлимәтенән һаҡланырға ҡушыуын аңланылар.

 

Петрҙың Ғайсаны Мәсих тип таныуы

 

13 Филипп Кесарияһы ерҙәренә килгәс, Ғайса Үҙенең шәкерттәренән:
– Кешеләр Әҙәм Улын кем тип иҫәпләй? – тип һораны.
14 – Берәүҙәр Уны Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһы берҙәре Иремия йәки башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тине шәкерттәре.
15 – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ?
16 – Һин – Мәсих, мәңге тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Симон Петр.
17 – Йона улы Симон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кешеләр түгел, ә Минең Күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса. – 18 Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петр[23] һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген[24] төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ. 19 Мин һиңә Күктәр Батшалығының асҡыстарын бирермен. Һин ерҙә тыйғанды күктә Алла тыясаҡ, ә ерҙә рөхсәт иткәнеңде Алла күктә рөхсәт итәсәк.
20 Бынан һуң Ул шәкерттәренә Үҙенең Мәсих икәнлеген бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушты.

 

Ғайсаның Үҙенең үлеме һәм терелеүе хаҡында әйтеүе

 

21 Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы.
22 Петр иһә, Уны ситкәрәк алып китеп, ризаһыҙлыҡ белдерҙе:
– Үҙеңде Алла һаҡлаһын, Хужам! Һинең менән ундай хәл була күрмәһен!
23 Әммә Ғайса Петрға боролоп:
– Кит янымдан, Иблис! Һин Мине дөрөҫ юлдан яҙҙырырға маташаһың, һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке, – тине.
24 Шунан Ул шәкерттәренә былай тине:
– Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын алып, Миңә эйәрһен. 25 Сөнки кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр. Ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа юғалта, ул уны табыр. 26 Әгәр кеше бөтөн донъяға эйә булып, йәнен һәләк итһә, уға бынан ни файҙа? Ул үҙ йәнен ҡайтарып алыр өсөн нимә бирә алыр икән? 27 Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер. 28 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Әҙәм Улының Батша булып килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.

 

17

 

Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе

 

1 Алты көндән һуң Ғайса Петрҙы, Яҡубты һәм уның ҡустыһы Яхъяны Үҙе менән алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. 2 Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡыны, ә кейеме яҡтылыҡ кеүек ап-аҡ төҫкә инде. 3 Ҡапыл улар ҡаршыһында Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды һәм Ғайса менән һөйләшеп торҙолар. 4 Шунда Петр Ғайсаға:
– Хужабыҙ, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Әгәр теләһәң, өс сатыр ҡорам: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине.
5 Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.
6 Был тауышты ишетеп, шәкерттәр йөҙтүбән ҡапланды, улар бик ныҡ ҡурҡты.
7 Ғайса килеп уларға ҡағылды:
– Тороғоҙ, ҡурҡмағыҙ!
8 Шәкерттәр, күтәрелеп ҡарағас, Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәне.
9 Тауҙан төшкәндә Ғайса уларҙы:
– Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, күргәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, – тип киҫәтте.
10 – Ә ниңә һуң ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һораны Унан шәкерттәре.
11 – Ысынлап та, Ильяс килеп, бөтөнөһөн үҙ урынына ҡуясаҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса. 12 – Әммә һеҙгә әйтәм: Ильяс килде инде, ләкин уны таныманылар һәм уның менән ни теләһәләр, шуны ҡылдылар. Шулай уҡ Әҙәм Улына ла улар арҡаһында ғазап сигергә тура киләсәк.
13 Шунда инде шәкерттәре Ғайсаның Сумдырыусы Яхъя тураһында һөйләүен аңланылар.

 

Малайҙың эсенән енде ҡыуып сығарыу

 

14 Улар халыҡ төркөмө янына әйләнеп ҡайтҡас, Ғайса алдына бер кеше килде лә тубығына йығылды:
15 – Әфәндем, улымды ҡыҙған! Ул өйәнәк ауырыуынан яфалана. Йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташлана. 16 Мин уны шәкерттәреңә килтергәйнем, ләкин улар һауыҡтыра алманы.
17 – Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма! – тине Ғайса.
18 Ул енгә сығырға бойорҙо. Ен сығыу менән малай һауыҡты.
19 Шунан һуң шәкерттәр, Ғайса менән үҙҙәре генә ҡалғас, Унан:
– Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар.
20-21 – Сөнки иманығыҙ аҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, ул урынынан күсер ине. Шул саҡта һеҙҙең ҡулығыҙҙан килмәгән һис бер нәмә булмаҫ ине[25] .

 

Ғайсаның Үҙенең үлеме һәм терелеүе хаҡында ҡабат әйтеүе

 

22 Галилеяла бергә йыйылғас, Ғайса уларға:
– Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк. 23 Уны үлтерәсәктәр, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине.
Шәкерттәр оло ҡайғыға төштө.

 

Алла Йортона бирелә торған саҙаҡа

 

24 Улар Капернаумға килеп еткәс, Алла Йорто өсөн ике драхма[26] күләмендәге һалым йыйыусылар Петр янына килде.
– Остазығыҙ һалым түләмәйме? – тип һораны улар.
25 – Түләй, – тип яуап бирҙе Петр.
Петр өйгә ингәс, беренсе булып һүҙҙе Ғайса башланы:
– Симон, нисек уйлайһың: ерҙәге батшалар һалымды һәм яһаҡты кемдән түләтә? Үҙ улдарынанмы, әллә башҡа кешеләрҙәнме?
26 – Башҡа кешеләрҙән, – тип яуап бирҙе Петр.
– Тимәк, үҙ улдары түләүҙән азат, – тине Ғайса. 27 – Әммә береһен дә рәнйетмәйек. Күлгә барып ҡармаҡ һал. Беренсе эләккән балыҡтың ауыҙын ас һәм унда көмөш тәңкә[27] табырһың. Уны алып, Минең өсөн дә, үҙең өсөн дә һалым йыйыусыларға бир.

 

18

 

Күктәр Батшалығында кем бөйөгөрәк

 

1 Шул ваҡыт Ғайса янына шәкерттәре килеп:
– Күктәр Батшалығында кем иң бөйөгө? – тип һораны.
2 Ғайса бер баланы саҡырып алып, уларҙың уртаһына баҫтырҙы 3 ла:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр һеҙ, үҙгәреп, балалар кеүек булмаһағыҙ, Күктәр Батшалығына бер ҡасан да инмәйәсәкһегеҙ, – тине. 4 – Шулай итеп, кем ошо бала кеүек үҙен кесе итеп тота, шул Күктәр Батшалығында иң бөйөгө. 5 Һәм Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул иткән кеше Мине лә ҡабул итә.

 

Ҡотҡо тураһында

 

6 Әммә Миңә ышанған бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып, диңгеҙ упҡынына батырһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.
7 Был донъяға ҡайғы, сөнки дөрөҫ юлдан яҙҙыра! Ҡотҡо һалыуҙарҙың килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!
8 Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ташла! Ике ҡулың һәм ике аяғың менән мәңгелек утҡа ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы йәки аҡһаҡ килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк. 9 Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып алып ситкә ташла! Ике күҙең менән йәһәннәм утына ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа һыңар күҙле килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк.

 

Юғалған һарыҡ хаҡында ҡисса

 

10-11 Һаҡ булығыҙ, был түбән заттарҙың береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала[28] .
12 Нисек уйлайһығыҙ? Әгәр ҙә бер кешенең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһе аҙашһа, ул туҡһан туғыҙ һарығын тауҙа ҡалдырып, юғалғанын эҙләп китмәҫ инеме икән? 13 Тапһа, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, юғалмаған туҡһан туғыҙына ҡарағанда, табылғанына ул нығыраҡ ҡыуаныр. 14 Һеҙҙең Күктәге Атағыҙ ҙа шулай: түбән заттарҙың береһенең дә һәләк булыуын теләмәй.

 

Әгәр имандашың гонаһ ҡылһа

 

15 Әгәр имандашың һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, барып, ғәйебен үҙенә генә әйт. Тыңлаһа, һин имандашыңды үҙеңә ҡайтарған булырһың. 16 Тыңламаһа инде, «һәр эш ике йәки өс шаһит тарафынан раҫланһын» өсөн, үҙең менән бер йәки ике кешене алып бар. 17 Уларҙы ла тыңламаһа, имандаштар берҙәмлегенә[29] һөйлә, ә инде берҙәмлек ағзаларын да тыңламаһа, ул саҡта уның менән мөғәмәләң мәжүси йәки һалым йыйыусы менән нисек, шулай булһын.
18 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ ерҙә тыйғанды күктә Алла тыясаҡ, ә ерҙә рөхсәт иткәнегеҙҙе күктә Алла рөхсәт итәсәк.
19 Тағы һеҙгә әйтәм: арағыҙҙан икәүегеҙ ерҙә, үҙ-ара һөйләшеп-килешеп, Күктәге Атамдан ни генә һораһағыҙ ҙа, Ул уны эшләйәсәк. 20 Сөнки Минең хаҡҡа икәүләп йәки өсәүләп йыйылһалар, Мин дә улар араһында буласаҡмын.

 

Мәрхәмәтһеҙ хеҙмәтсе хаҡында ҡисса

 

21 Шунан Уның янына Петр килеп:
– Хужам, туғанымды, әгәр ул миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, нисә тапҡыр кисерергә тейешмен? Етегә тиклемме? – тип һораны.
22 – Юҡ, етегә тиклем түгел, ә етмеш тапҡыр етегә тиклем, – тип яуап бирҙе уға Ғайса. – 23 Күктәр Батшалығы бына нимәгә оҡшаш: бер батша үҙенең хеҙмәтселәренән иҫәп-хисап эшен талап иткән. 24 Аҡса хисабын асыҡлай башлағас, уның янына ун мең талант[30] бурысы булған бер кешене алып килгәндәр. 25 Уның түләрлек аҡсаһы булмағас, бурысын ҡайтарыр өсөн, батша уның үҙен дә, ҡатынын да, балаларын да, бөтә мөлкәтен дә һатырға әмер биргән. 26 Был хеҙмәтсе батша алдында йөҙтүбән ҡапланып: «Бурысымды кисектереп торсо! Мин һиңә уны аҙаҡ тулыһынса ҡайтарып бирермен», – тип ялбарған. 27 Батша, хеҙмәтсене йәлләп, бурысын бәхилләгән һәм уны ебәргән.
28 Ләкин был хеҙмәтсе, киткәс, үҙенә йөҙ динар бурысы булған бер хеҙмәттәшен осратҡан. Ул уны боғаҙынан алып быуа башлаған. «Миңә күпме бурысың бар, бөтәһен дә түлә!» – тип талап иткән. 29 Тегеһе, тубыҡланып, уға: «Бурысымды кисектереп торсо, мин ҡайтарып бирермен!» – тигән. 30 Әммә ул, риза булмайынса, бурысын түләгәнгә тиклем уны төрмәгә ултыртҡан. 31 Батшаның бүтән хеҙмәтселәре быны күреп бик ҡайғырған һәм бар булған хәлде хужаларына барып һөйләп биргәндәр. 32 Шунан һуң батша теге хеҙмәтсеһен саҡыртып алып былай тигән: «Яраҡһыҙ хеҙмәтсе! Һин үтенгәс, бөтә бурысыңды бәхилләнем. 33 Мин рәхимлек күрһәткән кеүек, һин дә хеҙмәттәшеңә рәхимлек күрһәтергә тейеш түгел инеңме ни?» 34 Һәм асыуланған батша хеҙмәтсене, бөтә бурысын түләп бөткәнгә тиклем, язалаусылар ҡулына тапшырған.
35 Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән кисермәһәгеҙ, Күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай буласаҡ.

 

19

 

Өйләнешеү һәм айырылышыу тураһында

 

1 Ғайса, һүҙен тамамлағас, Галилеянан китеп Йәһүҙиәнең Иордан аръяғындағы өлөшөнә йүнәлде. 2 Уның артынан күп халыҡ эйәреп барҙы һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы. 3 Ғайса янына фарисейҙар килде. Уны һынарға теләп:
– Ир кешегә ниндәйҙер сәбәп менән ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар.
4 – Кешене бар иткәндә, Булдырыусы тәүҙән үк «уларҙы ир һәм ҡатын итеп яратты», – тигәнде уҡыманығыҙмы ни? – тип яуап бирҙе Ғайса. – 5 Алла шулай уҡ: «Шуға күрә, ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар», – тигән. 6 Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. Шулай булғас, Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын.
7 – Ниңә һуң Муса ир кешегә, ҡатынына айырылышыу ҡағыҙы биреп, айырырға рөхсәт иткән? – тине улар.
8 – Ул күңелдәрегеҙ ҡаты булғанға күрә ҡатынығыҙ менән айырылышырға рөхсәт биргән. Тәүҙән улай түгел ине, – тине Ғайса. 9 – Һеҙгә әйтәм: ир кеше, ҡатынының зина ҡылыу сәбәбе булмайынса, уны айырып башҡаға өйләнһә, ул зина ҡыла.
10 Шәкерттәре Уға:
– Ир менән уның ҡатыны араһындағы мөнәсәбәттәр улай икән, ул саҡта өйләнмәү хәйерылерәк, – тинеләр.
11 – Был һүҙҙәрегеҙҙе бөтәһе лә ҡабул итә алмай, кемгә Алла тарафынан бирелгән, шулар ғына ҡабул итер, – тип яуап бирҙе Ғайса. – 12 Сөнки кешеләр төрлө сәбәптәр арҡаһында өйләнә алмай: берәүҙәре инә ҡарынынан шундай булып тыуа, икенселәренә кешеләр сәбәпсе була, өсөнсөләре, ғүмерҙәрен тотошлай Күктәр Батшалығына арнау өсөн, үҙҙәре өйләнмәй. Быны кем ҡабул итә ала, шул ҡабул итһен!

 

Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы

 

13 Шунан һуң Уның янына, баштарына ҡулын ҡуйып доға ҡылһын өсөн, балаларын алып килделәр. Шәкерттәре иһә уларҙы шелтәләп, үткәрмәне. 14 Әммә Ғайса:
– Үткәрегеҙ балаларҙы, уларға Минең яныма килергә ҡамасауламағыҙ! Күктәр Батшалығы ошондайҙарҙыҡы, – тине.
15 Балаларға ҡулдарын ҡуйып фатихаһын биргәс, Ул унан китте.

 

Бай егет

 

16 Бер ваҡыт Ғайса янына бер кеше килеп:
– Остаз, мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, миңә ниндәй изгелек эшләргә кәрәк? – тип һораны.
17 – Ниңә һин Минән изгелек хаҡында һорайһың? Изгелекле Берәү генә. Ә мәңгелек тормошҡа инергә теләһәң, Уның әмерҙәрен үтә, – тине Ғайса.
18 – Ҡайһыларын? – тип һораны теге егет.
– «Кеше үлтермә, зина ҡылма, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, 19 атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуап бирҙе Ғайса.
20 – Мин быларҙың бөтәһен дә үтәп килдем. Миңә тағы нимә етмәй? – тип һораны егет.
21 – Камил булырға теләһәң, бар, бөтә мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктә хазинаң булыр. Унан кил дә Миңә эйәр, – тине Ғайса.
22 Егет иһә, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡайғыға төшөп китеп барҙы: бик бай ине ул. 23 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә өндәште:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бай кешегә Күктәр Батшалығына инеү ҡыйын. 24 Һеҙгә тағы шуны әйтәм: бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк.
25 Быны ишеткәс, шәкерттәре бик аптырап:
– Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һораны.
26 Ғайса уларға ҡарап:
– Кешеләргә был мөмкин түгел, ә Аллаға барыһы ла мөмкин, – тине.
27 Шунда Петр Ғайсаға мөрәжәғәт итте:
– Бына беҙ, бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек. Бының өсөн беҙгә ни булыр?
28 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, Һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итәсәкһегеҙ. 29 Өйҙәрен, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡҡа ҡалдырып киткән һәр кемгә йөҙ тапҡыр күберәк биреләсәк һәм ул мәңгелек тормош аласаҡ. 30 Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе һуңғы, ә һуңғылар иһә беренсе булыр.

 

20

 

Йөҙөм баҡсаһында эшләүселәр хаҡында ҡисса

 

1 Күктәр Батшалығы иртән иртүк үҙенең йөҙөм баҡсаһында эшләтергә ялсылар ялларға сыҡҡан хужа кешегә оҡшаш. 2 Ялсылар менән көнөнә бер динарҙан килешкәс, хужа уларҙы йөҙөм баҡсаһына ебәргән. 3 Иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә өйөнән сығып, баҙар майҙанына барғас, ул бында эшһеҙ торған башҡа кешеләрҙе күреп: 4 «Һеҙ ҙә минең йөҙөм баҡсаһына барығыҙ. Мин һеҙгә тейешенсә түләрмен», – тигән. 5 Улар киткән. Хужа сәғәт ун икелә лә, көндөҙгө өстә лә шулай эшләгән. 6 Сәғәт биштәр тирәһендә тағы сыҡҡас, баҫып торған кешеләрҙе күреп, уларҙан: «Һеҙ ниңә бында көнө буйы эшһеҙ тораһығыҙ?» – тип һораған. 7 «Беҙҙе бер кем дә ялламаны», – тип яуаплаған тегеләр. «Һеҙ ҙә йөҙөм баҡсаһына барығыҙ», – тигән хужа уларға.
8 Кис еткәс, хужа идарасыһына: «Эшселәрҙе саҡырып, эш хаҡын түлә. Аҙаҡ ялланғандарынан башлап, беренселәре менән тамамла», – тигән. 9 Киске биштә ялланғандар килеп, һәр ҡайһыһы берәр динар аҡса алған. 10 Сираттары килеп еткәс, беренселәре: «Күберәк алырбыҙ», – тип уйлаған. Ләкин уларға ла берәр динар ғына тейгән. 11 Аҡсаларын алғас, хужаға зарлана башлағандар: 12 «Аҙаҡ килгәндәр бары бер сәғәт кенә эшләне, ә һин уларҙы беҙҙең менән тиңләнең. Беҙ бит көнө буйы эҫе ҡояш аҫтында ауыр эш башҡарҙыҡ».
13 Әммә хужа уларҙың береһенә яуап итеп былай тигән: «Дуҫым, мин һиңә ҡарата ғәҙелһеҙлек ҡылманым. Минең менән бер динарға килештең түгелме һуң? 14 Үҙеңә тейешлеһен ал да кит. Ә мин бынау аҙаҡҡыға ла һиңә биргән хәтле бирергә теләйем. 15 Үҙ мөлкәтемде үҙем теләгәнсә сарыфларға хаҡым юҡмы ни? Әллә йомартлығымдан көнләшәһеңме?»
16 – Бына шулай: аҙаҡҡылар беренсе булыр, ә беренселәр аҙаҡҡы булыр[31] , – тине Ғайса.

 

Ғайсаның өсөнсө тапҡыр Үҙенең үлеме һәм терелеүе хаҡында әйтеүе

 

17 Иерусалимға табан юл тотоп, Ғайса ун ике шәкертен ситкә саҡырып алды ла, уларҙың үҙҙәренә генә:
18 – Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итәсәк, 19 мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ.

 

Ғайса һәм Зеведейҙың улдары

 

20 Шунан Зеведейҙың ҡатыны, улдары менән бергә Ғайса янына килеп, Уның алдында тубыҡланды. Уның ниҙер һорағыһы килә ине.
21 – Һиңә нимә кәрәк һуң? – тине Ғайса.
– Һинең Батшалығыңда минең ошо ике улымдың береһе уң яғыңа, икенсеһе һул яғыңа ултырасаҡ, тип вәғәҙә бирһәң ине.
22 – Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы үҙегеҙ ҙә аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап кәсәһенән һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң?
– Алырбыҙ, – тине улар.
23 – Һеҙ, ысынлап та, Минең кәсәмдән эсерһегеҙ, ә уң яғымда йәки һул яғымда ултырырға рөхсәт бирергә Минең хаҡым юҡ. Ул урындар Атам тарафынан кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ.
24 Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең был икәүгә асыуы килде. 25 Ғайса уларҙы саҡырып алып:
– Һеҙ беләһегеҙ: хакимдар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм башлыҡтар ҙа уларға баш була. 26 Ләкин һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын 27 һәм арағыҙҙа беренсе булырға теләүсе башҡалар өсөн ҡол булһын. 28 Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип килде, – тине.

 

Ике һуҡырҙы һауыҡтырыу

 

29 Ғайса шәкерттәре менән Иерихон ҡалаһынан киткәндә, Уның артынан ҙур халыҡ төркөмө эйәреп барҙы. 30 Юл ситендә ике һуҡыр ултыра ине. Улар Ғайсаның үтеп барыуын ишеткәс:
– Әфәндем, Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
31 Халыҡ, уларҙы әрләп, өндәшмәҫкә ҡушты, әммә улар тағы ла көслөрәк итеп:
– Әфәндем, Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы.
32 Ғайса туҡтап, уларҙы саҡырып алды ла:
– Һеҙҙең өсөн нимә эшләүемде теләйһегеҙ? – тип һораны.
33 – Әфәндем, күҙҙәребеҙ күрһен ине! – тине улар.
34 Ғайса, үҙҙәрен йәлләп, күҙҙәренә ҡулы менән ҡағылды. Улар шунда уҡ күрә башланы һәм Уға эйәреп китте.

 

21

 

Ғайсаның тантаналы рәүештә Иерусалимға инеүе

 

1 Улар Иерусалимға яҡынлашҡанда, Зәйтүн тауы янындағы Виффагия ауылына ингәс, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.
2 – Ҡаршылағы анау ауылға барығыҙ. Барып ингәс тә шунда уҡ бәйләп ҡуйылған инә ишәк менән йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уларҙы ысҡындырып, Миңә алып килегеҙ. 3 Әгәр берәйһе ни ҙә булһа әйтһә, уға: «Улар Хужаға кәрәк», – тип яуап бирегеҙ. Ул ишәктәрҙе шунда уҡ биреп ебәрер, – тине Ул.
4 Был иһә пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:
5 «Сион ҡыҙына[32] әйтегеҙ:
Бына, һиңә Батшаң килә.
Ул Үҙе йыуаш булып, ишәккә һәм йәш ишәккә,
йөк йөрөтә торған хайуан балаһына атланған».
6 Шәкерттәре барып, бөтәһен дә Ғайса ҡушҡанса эшләне. 7 Ишәк менән балаһын алып килеп, өҫ кейемдәрен һырттарына һалғас, Ғайса ишәккә атланды. 8 Бик ҙур халыҡ төркөмө өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне, башҡалары иһә хөрмә ботаҡтарын һындырып һалды. 9 Ғайсаның алдынан барыусылар ҙа, артынан килеүсе төркөмдәр ҙә:
– Дауыт Улына осанна![33]
Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын!
Бейек күктәрҙә осанна! – тип ҡысҡырҙылар.
10 Ғайса Иерусалимға килеп ингәс, бөтә ҡала хәрәкәткә килде.
– Был кем? – тип һораштылар.
11 – Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ.

 

Алла Йортоноң таҙарыныуы

 

12 Ғайса, Алла Йортона инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы. 13 Ғайса уларға:
– Изге Яҙмала: «Минең Йортом доға ҡылыу йорто тип аталасаҡ», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндерәһегеҙ! – тине.
14 Алла Йортонда Уның янына һуҡырҙар һәм аҡһаҡтар килде, Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы. 15 Ләкин Ул ҡылған ғәжәйеп эштәрҙе күреүҙән һәм балаларҙың Алла Йортонда: «Дауыт Улына осанна!» – тип ҡысҡырыуынан баш руханиҙарҙың һәм ҡанун белгестәренең асыуы ҡабарҙы.
16 – Быларҙың нимә тигәндәрен ишетәһеңме? – тине улар.
– Эйе! – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙ: «Балалар һәм сабыйҙар ауыҙынан Һин Үҙеңә маҡтау һүҙҙәре әйттерҙең», – тип яҙылғанды һис ҡасан уҡыманығыҙмы ни?
17 Ғайса, уларҙы ҡалдырып, ҡаланан Вифанияға китте һәм төндө шунда уҙғарҙы.

 

Инжир ағасын ҡарғау

 

18 Иртәгәһенә Иерусалимға ҡайтып барғанда Ғайса асыҡҡанын тойҙо. 19 Юл буйындағы инжир ағасын күреп, уның янына килде, ләкин япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапманы.
– Бер ҡасан да емешең булмаһын! – тине Ул һәм шунда уҡ инжир ағасы ҡороно.
20 Быны күреп, шәкерттәренең иҫе китте.
– Инжир ағасы нисек улай ҡапыл ғына ҡороно һуң? – тип һораны улар.
21 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә ышанһағыҙ һәм икеләнмәһәгеҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр. 22 Доға ҡылғанда нимә һораһағыҙ ҙа, ышанһағыҙ, ҡабул булыр, – тип яуапланы Ғайса.

 

Ғайсаның вәкәләте хаҡында һорау

 

23 Ғайса Алла Йортона инеп унда өйрәткән саҡта, янына баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары килде.
– Быларҙы эшләргә Һинең ни хаҡың бар? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны улар.
24 – Мин дә һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә яуап ҡайтарһағыҙ, Мин дә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтермен. 25 Яхъяның һыуға сумдырыуы ҡайҙан килә? Күктәнме, әллә кешеләрҙәнме?
Тегеләр үҙ-ара:
– Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ. 26 «Кешеләрҙән», – тиергә иһә халыҡтан ҡурҡабыҙ. Бөтөнөһө лә Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй бит, – тиештеләр.
27 – Белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы улар Ғайсаға.
– Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтмәйем, – тине Ғайса.

 

Атаның ике улы хаҡында ҡисса

 

28 – Ә бына был хаҡта ни әйтерһегеҙ? Бер кешенең ике улы булған. Беренсеһенең янына килеп, ул: «Улым, бөгөн йөҙөм баҡсаһына барып эшләп ҡайт әле», – тигән. 29 Уныһы иһә: «Эшләгем килмәй», – тигән, ләкин бер аҙҙан кире уйлап, киткән. 30 Атай кеше, икенсе улы янына килеп, шуны уҡ ҡабатлаған. Уныһы: «Барам, әфәндем» – тигән, әммә бармаған. 31 Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән?
– Беренсеһе, – тип яуап бирҙе тегеләр.
Ғайса уларға:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығына һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк. 32 Сөнки Яхъя һеҙгә тәҡүә булыу юлын күрһәтергә тип килгәйне, ләкин һеҙ уға ышанманығыҙ. Ә һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр ышанды. Һеҙ, быны күреп тә, барыбер уйығыҙҙан кире ҡайтманығыҙ һәм уға ышанманығыҙ.

 

Йөҙөм үҫтереүселәр хаҡында ҡисса

 

33 Хәҙер икенсе ҡиссаны тыңлағыҙ. Ер биләүсе бер кеше булған. Ул йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан, уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған һәм, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға[34] биреп, ситкә сығып киткән. 34 Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алырға тип хеҙмәтселәрен ебәргән. 35 Йөҙөм үҫтереүселәр уның хеҙмәтселәрен тотоп, ҡайһыһын туҡмап, ҡайһыһын үлтереп, ҡайһыларын таш менән бәргесләгәндәр. 36 Хужа тағы ла күберәк хеҙмәтселәрен ебәргән, әммә улар менән дә шундай уҡ хәл ҡабатланған. 37 Ниһайәт: «Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлап, улын ебәргән. 38 Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, бер-береһенә: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр. 39 Улар уны тотоп, йөҙөм баҡсаһынан алып сығып үлтергәндәр. 40 Инде баҡса хужаһы, әйләнеп ҡайтҡас, был йөҙөм үҫтереүселәрҙе ни эшләтер?
41 – Уларҙы яуызлыҡтары өсөн ҡот осҡос үлемгә дусар итер һәм баҡсаны башҡа йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға бирер. Улары хужаға тейешле өлөштө ваҡытында биреп барыр, – тип яуап ҡайтарҙы баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар.
42 – Ә һеҙ Изге Яҙмала:
«Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш
иң мөһим мөйөш ташы булды.
Был Раббы тарафынан эшләнде
һәм беҙҙең өсөн ғәжәйеп хәл» –
тигәнде бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тине Ғайса. – 43 Шуға күрә һеҙгә әйтәм: Алла Батшалығы, һеҙҙән тартып алынып, уның емешен килтергән халыҡҡа биреләсәк. 44 Был таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк.
45 Баш руханиҙар һәм фарисейҙар, Ғайсаның ҡиссаларын тыңлап, Уның үҙҙәре тураһында һөйләүен аңланылар. 46 Улар Ғайсаны ҡулға алырға теләне, ләкин баҙнат итмәне, сөнки Уны пәйғәмбәр тип һанаған халыҡтан ҡурҡтылар.

 

22

 

Туй мәжлесе хаҡында ҡисса

 

1 Ғайса уларға мөрәжәғәт итеп, тағы ҡиссалар һөйләне:
2 – Күктәр Батшалығы бер батшаның улына туй мәжлесе уҙғарыуына оҡшаған. 3 Ул, мәжлескә саҡырылған ҡунаҡтарҙы йыйырға ниәтләп, хеҙмәтселәрен ебәргән, ләкин ҡунаҡтарҙың килгеһе килмәгән. 4 «„Табыным әҙер инде: үгеҙҙәрем һәм һимертелгән малым һуйылған, бөтә нәмә етеш. Туй мәжлесенә килегеҙ“, – тигән һүҙҙәремде саҡырылған кешеләргә тапшырығыҙ», – тип ул бүтән хеҙмәтселәрен тағы ебәргән. 5 Ләкин тегеләр, саҡырыуҙы һанға һуҡмайынса, үҙ эштәре буйынса таралышҡан: берәүҙәр үҙҙәренең баҫыуҙарына, икенселәр сауҙа эштәре менән сығып киткән. 6 Ә башҡалары хеҙмәтселәрҙе тотоп мыҫҡыл иткән һәм үлтергән. 7 Батша ярһып, үлтереүселәрҙе юҡ итергә, ҡалаларын яндырырға әмер биреп, ғәскәрен ебәргән. 8 Бынан һуң ул хеҙмәтселәренә: «Туй табыны әҙер, ләкин саҡырылған ҡунаҡтар быға лайыҡ булмай сыҡты. 9 Юл саттарына сығып, кемде күрәһегеҙ, барыһын да туй мәжлесенә саҡырығыҙ», – тигән. 10 Хеҙмәтселәр юлдарға сығып, осраған бөтә кешене – яманын да, яҡшыһын да алып килгән. Мәжлес бүлмәһе ҡунаҡтар менән тулған. 11 Батша, уларҙы күрергә ингәс, унда байрам кейеме кеймәгән бер кешегә иғтибар иткән 12 һәм унан: «Дуҫ, нисек һин бында байрамса кейенмәйенсә килдең?» – тип һораған. Теге өндәшмәгән. 13 Батша хеҙмәтселәренә: «Быны, аяҡ-ҡулын бәйләп, тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер», – тигән. 14 Сөнки саҡырылғандар күп, ләкин һайлап алырлыҡтары аҙ.

 

Ҡайсарға һалым түләү хаҡында һорау

 

15 Шунан һуң фарисейҙар йыйылып, Ғайсаны нисек итеп һүҙҙә эләктерергә икән, тип кәңәш ҡорҙо. 16 Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Ирод батша яҡлылары менән бергә Ғайса янына ебәрҙе.
– Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, сөнки кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың. 17 Шулай булғас, әйт әле беҙгә: нисек уйлайһың, ҡайсарға[35] һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы?
18 Ғайса уларҙың мәкерле ниәтен аңлап:
– Ниңә һеҙ Миңә ау ҡораһығыҙ, ике йөҙлөләр? – тине. 19 – Һалымды ниндәй аҡса менән түләйһегеҙ, шуны Миңә күрһәтегеҙ!
Уға динар килтереп бирҙеләр.
20 – Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм исеме яҙылған? – тип һораны Ғайса.
21 – Ҡайсарҙыҡы.
– Улайһа, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине шунда Ғайса.
22 Уның яуабын ишеткәс, хайран ҡалдылар һәм Уны ҡалдырып киттеләр.

 

Саддукейҙарҙың терелеп тороу тураһында һорауы

 

23 Шул көндө Ғайса янына саддукейҙар килде. Улар үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Ғайсаға ошондай һорау бирҙеләр:
24 – Остаз, Муса ҡанунда әйткән: «Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның тол ҡалған ҡатынына туғаны өйләнһен һәм үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен». 25 Беҙҙең арабыҙҙа ағалы-ҡустылы ете бер туған бар ине. Беренсеһе, өйләнгәс, балаһы булмайынса үлеп китте, ҡатыны ҡустыһына ҡалды. 26 Икенсеһе менән дә, өсөнсөһөнән етенсеһенә тиклем бүтәндәре менән дә шундай хәл ҡабатланды. 27 Аҙаҡ ҡатын да вафат булып ҡуйҙы. 28 Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул ете туғандың ҡайһыныһының ҡатыны буласаҡ? Бөтәһе лә уның ире булған бит!
29 – Һеҙ яңылышаһығыҙ, сөнки Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. 30 – Үлгәндәр, терелеп торғас, өйләнмәҫтәр ҙә, кейәүгә лә сыҡмаҫтар. Улар күктәге фәрештәләр һымаҡ булырҙар. 31 Ә үлгәндәрҙең терелеп тороуына килгәндә, был хаҡта Алланың һеҙгә нимә тигәнен уҡыманығыҙмы ни? 32 «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы», – тигән Ул. Алла – үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке.
33 Ғайсаны тыңлаған халыҡ Уның өйрәтеүҙәренә таң ҡалды.

 

Иң бөйөк әмер хаҡында һорау

 

34 Ғайсаның саддукейҙарҙың ауыҙын яптырғанын ишеткәс, фарисейҙар бергә йыйылды. 35 Улар араһындағы бер ҡанун белгесе Уны һынарға теләп:
36 – Остаз, ҡанунда ҡайһы әмер иң мөһиме? – тип һораны.
37 – «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат», – тине Ғайса. – 38 Был беренсе һәм иң мөһим әмер. 39 Икенсеһе лә шундай уҡ: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». 40 Бөтә ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр ошо ике әмергә нигеҙләнгән.

 

Мәсих кем Тоҡомо?

 

41 Бергә йыйылған фарисейҙарҙан Ғайса:
42 – Һеҙ Мәсих хаҡында нимә уйлайһығыҙ? Ул кемдең Тоҡомо? – тип һораны.
– Дауыт Тоҡомо, – тип яуап бирҙе улар.
43 – Ә нисек Дауыт, Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Мәсихте Хужам тип атай ала? Ул бит:
44 «Раббы Аллам минең Хужама:
„Мин дошмандарыңды
аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем,
уң яғымда ултыр“»,
– тине. 45 Шулай булғас, Дауыт Уны Хужам тип атай икән, нисек инде Мәсих уның Тоҡомо була ала?
46 Бер кем дә Уға яуап ҡайтара алманы. Шул көндән алып берәү ҙә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.

 

23

 

Ғайса ҡанун белгестәрен һәм фарисейҙарҙы фаш итә

 

1 Бынан аҙаҡ Ғайса халыҡҡа һәм Үҙенең шәкерттәренә мөрәжәғәт итте:
2 – Муса урынын фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре биләп алды. 3 Шуға күрә, уларҙы тыңлағыҙ һәм ҡушҡандарын үтәгеҙ, ләкин ҡылғандарын ҡабатламағыҙ, сөнки улар бер төрлө һөйләй, икенсе төрлө эшләй. 4 Улар күтәргеһеҙ ауыр йөктәрҙе бәйләп, кешеләрҙең иңенә һала, ә үҙҙәре уны ҡуҙғатып ебәрер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмай. 5 Ни генә башҡарһалар ҙа, кешеләр күрһен, тип эшләйҙәр. Улар маңлайҙарындағы һәм ҡулдарындағы доға ҡабын[36] киңәйтә, өҫ кейемдәренең суҡтарын оҙонайта. 6 Мәжлестәрҙә иң түрҙә һәм ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа ултырырға, 7 баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәндәрен һәм кешеләрҙең уларҙы «остаз» тип атағандарын ярата. 8 Ә һеҙҙе «остаз» тип атамаһындар, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, һәм һеҙ бер-берегеҙгә туған. 9 Ерҙә бер кемде лә «ата» тип исемләмәгеҙ, сөнки һеҙҙең Күктәге Атағыҙ ғына бар. 10 Һеҙҙе «уҡытыусы» тип тә атамаһындар, сөнки Уҡытыусығыҙ бер – Мәсих. 11 Арағыҙҙағы иң бөйөгө һеҙҙең хеҙмәтсегеҙ булһын. 12 Үҙ-үҙен күтәреүсене Алла түбәнһетер, ә үҙен түбәнһетеүсене Алла күтәрер.
13-14 – Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ![37]
15 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Тик берәүҙе генә булһа ла үҙегеҙ тотҡан иманға килтерер өсөн, һеҙ диңгеҙҙәр һәм ҡоро ерҙәр аша үтәһегеҙ. Ә инде берәйһен килтерһәгеҙ, уны йәһәннәмгә үҙегеҙгә ҡарағанда икеләтә артыҡ дусар итәһегеҙ.
16 Ҡайғы һеҙгә, һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ: «Алла Йорто менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, әммә кемдер Алла Йортоноң алтыны менән ант итә икән, ул уны үтәргә тейеш», – тип өйрәтәһегеҙ. 17 Алйоттар, һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: алтынмы әллә алтынды изге итеүсе Алла Йортомо? 18 Һәм тағы: «Ҡорбан килтереү урыны менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, ҡорбан килтереү урынындағы бүләк менән ант итһә инде, ул уны үтәргә тейеш», – тиһегеҙ. 19 Һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: бүләкме, әллә бүләкте изге итеүсе ҡорбан килтереү урынымы? 20 Шуға күрә, ҡорбан килтереү урыны менән ант иткән кеше уның менән дә, уның өҫтөндәге бөтә нәмә менән дә ант иткән була. 21 Һәм Алла Йорто менән ант иткән кеше уның менән дә, уның эсендә Йәшәүсе менән дә ант иткән була. 22 Ә күк менән ант иткән кеше Алла тәхете һәм унда Ултырыусы менән ант иткән була.
23 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ, ә ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы – ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто – ситтә ҡалдыраһығыҙ. Быларҙы үтәргә һәм бүтән талаптарҙы ла онотмаҫҡа кәрәк ине. 24 Һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ серәкәйҙе һөҙөп алаһығыҙ, ә дөйәне йотоп ебәрәһегеҙ!
25 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Кәсәнең һәм табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә эстән улар ҡомһоҙлоҡ һәм тыйнаҡһыҙлыҡ менән тулы. 26 Һуҡыр фарисей, тәүҙә кәсәнең эсен таҙарт, шунда уның тышы ла таҙа булыр!
27 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ ағартылған ҡәбер мәмерйәләре кеүек: тыштан улар матур булып күренә, ә эсе тулы мәйет һөйәктәре һәм төрлө шаҡшы нәмә! 28 Һеҙ ҙә шундай уҡ: тыштан кешеләргә тәҡүә булып күренәһегеҙ, ә эсегеҙ тулы ике йөҙлөлөк һәм ҡанунһыҙлыҡ.
29 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ пәйғәмбәрҙәр өсөн мәмерйәләр төҙөйһөгөҙ һәм тәҡүә кешеләрҙең ҡәбер һәйкәлдәрен биҙәйһегеҙ. 30 «Әгәр ҙә беҙ ата-бабаларыбыҙ заманында йәшәгән булһаҡ, улар менән бергә пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын түгеүҙә ҡатнашмаған булыр инек», – тиһегеҙ. 31 Бының менән һеҙ үҙегеҙҙе пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе ата-бабаларығыҙҙың улдары икәнлегегеҙҙе күрһәтәһегеҙ.
32 Йә, әйҙәгеҙ, ата-бабаларығыҙ башлағанды тамамлап ҡуйығыҙ! 33 Һеҙ – йыландар һәм йылан тоҡомо! Йәһәннәмгә хөкөм ителеүҙән нисек ҡасырға уйлайһығыҙ? 34 Шуға күрә, Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ. 35 Шулай итеп, бөтә тәҡүә булған кешеләрҙең ерҙә түгелгән ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк: тәҡүә Һабил ҡанынан алып, ҡорбан килтереү урыны менән Изге йорт араһында һеҙ үлтергән Варахиин улы Зәкәриәнең ҡанына тиклем. 36 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың һәммәһе ошо быуын кешеләренә төшәсәк!

 

Ғайсаның Иерусалим хаҡында көйөнөүе

 

37 Иерусалим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таштар менән бәреп һәләк итеүсе Иерусалим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ! 38 Хәҙер иһә Изге йортоғоҙҙо ташлап китәсәктәр, ул ташландыҡ хәлдә ҡаласаҡ. 39 Һеҙгә әйтәм, ошо мәлдән башлап: «Раббы исеменән Килеүсе мөбәрәк!» – тип әйтер ваҡытығыҙ етмәй тороп, Мине күрмәйәсәкһегеҙ!

 

24

 

Ахырызаман билдәләре

 

1 Ғайса Алла Йортонан сығып барғанда, янына шәкерттәре килеп, Уның иғтибарын Алла Йортоноң биналарына йүнәлтте.
2 Ғайса:
– Быларҙың һәммәһен дә күрәһегеҙме? – тип һораны. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.
3 Ул Зәйтүн тауында ултырған саҡта, эргәһенә шәкерттәре үҙҙәре генә килеп:
– Һөйлә әле беҙгә, әйткәндәрең ҡасан булыр? Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.
4 Ғайса былай тип яуап бирҙе:
– Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын! 5 Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Мәсих», – тип әйтер һәм байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырыр. 6 Һеҙ яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишетерһегеҙ. Ҡарағыҙ уны, ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был ахыры түгел әле. 7 Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр, 8 әммә быларҙың барыһы ла тулғаҡ тотоу ғазаптарының башланыуы ғына. 9 Ул ваҡытта һеҙҙе ғазапҡа һалырҙар, үлтерерҙәр, бөтә халыҡтар ҙа һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ. 10 Шул саҡта күптәр имандан ваз кисер, бер-береһенә хыянат итер һәм бер-береһен дошман күрер. 11 Күп ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытып, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр. 12 Яуызлыҡ артыу арҡаһында, байтаҡтарҙың мөхәббәте һыуыныр. 13 Ләкин ахырғаса сыҙаған кеше ҡотоласаҡ. 14 Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.
15 Ә инде һеҙ Данилпәйғәмбәр әйткән «ташландыҡ хәлдә ҡалдырыусы сирҡаныс нәмәнең» Изге урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), 16 Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын. 17 Кем өй ҡыйығында, ул әйберҙәрен алырға аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен; 18 баҫыуҙа булғандар иһә өҫ кейемен алырға тип өйөнә ҡайтмаһын. 19 Ул көндәрҙә йөклө булған йәки бала имеҙгән ҡатындар ҡайғы күрер! 20 Ҡасыуығыҙ ҡышҡа ла, шәмбе көнгә лә тап килмәһен тип доға ҡылығыҙ. 21 Ул ваҡытта донъя яратылғандан бирле бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ ҙур афәт килер. 22 Әгәр ул көндәр ҡыҫҡартылмаһа, бер кем дә иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин һайланғандар хаҡына ул көндәр ҡыҫҡартыласаҡ.
23 Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки «Ул тегендә!» – тиһә, ышанмағыҙ. 24 Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер. 25 Бына ошолар хаҡында Мин һеҙгә алдан әйттем.
26 Шулай итеп, әгәр һеҙгә: «Ҡарағыҙ, Ул сүлдә», – тиһәләр, унда бармағыҙ, йәки: «Бына Ул, эске бүлмәлә», – тиһәләр, ышанмағыҙ. 27 Әҙәм Улының килеүе күктә көнсығыштан көнбайышҡа тиклем йәшен ялтлап киткән кеүек булыр. 28 Ҡайҙа мәйет, ҡоҙғондар шунда йыйылыр.
29 Шунда уҡ, ул көндәрҙәге афәттән һуң,
«Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ,
күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм
күк көстәре тетрәр».
30 Шул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙең бөтә халыҡтары ҡайғырып илашыр. 31 Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен көслө борғо тауышы менән ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.
32 Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп, япраҡ ярған саҡта, һеҙгә йәйҙең яҡын икәнлеге мәғлүм. 33 Шулай уҡ, быларҙың бөтәһен күргәндә, Әҙәм Улының яҡын, ишек төбөндә генә булыуын белерһегеҙ. 34 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: барыһы ла ғәмәлгә ашҡанға тиклем, был быуын алмашынып өлгөрмәйәсәк. 35 Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ.

 

Уяу булырға саҡырыу

 

36 Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен һис кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә. 37 Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ. 38 Ул көндәрҙә кешеләр, туфан баҫҡанға тиклем, ашағандар, эскәндәр, өйләнгәндәр һәм кейәүгә сыҡҡандар. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем шулай булған. 39 Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, улар бер ни ҙә аңламаған. Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ. 40 Ул ваҡытта баҫыуҙағы ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. 41 Ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.
42 Шуға күрә, уяу булығыҙ! Хужағыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит. 43 Белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына ҡараҡтың ҡайһы ваҡытта килере мәғлүм булһа, ул йоҡламаҫ һәм уға үҙ өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине. 44 Шуға күрә, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.

 

Ышаныслы һәм ышанысһыҙ хеҙмәтселәрхаҡында ҡисса

 

45 Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя. 46 Хужаһы ҡайтҡас, үҙе әйткәнсә эшләнеүен күрһә, ана шул хеҙмәтсе бәхетле. 47 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән башлыҡ итеп ҡуясаҡ. 48 Ләкин ул хеҙмәтсе яман кеше булһа һәм: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, 49 башҡа хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм эскеселәр менән ашап-эсеп йөрөһә, 50 хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр ҙә, 51 уны ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер.

 

25

 

Ун ҡыҙ хаҡында ҡисса

 

1 Күктәр Батшалығы ул ваҡытта бына нимәгә оҡшаш булыр. Ун ҡыҙ, ҡулдарына яҡтыртҡыстар тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан. 2 Уларҙың бишеһе – алйот, бишеһе иһә аҡыллы булған. 3 Алйоттары яҡтыртҡыстарын алған, ә үҙҙәре менән май алмаған. 4 Аҡыллылары иһә яҡтыртҡыстар менән бергә һауыттарҙа май ҙа алған. 5 Кейәү тотҡарланыу арҡаһында ҡыҙҙар ойой башлаған һәм йоҡлап киткән.
6 Төн уртаһында: «Кейәү килә, уны ҡаршыларға сығығыҙ!» – тип ҡысҡырған тауыш ишетелгән. 7 Шунда бөтә ҡыҙҙар уянып, яҡтыртҡыстарын рәтләргә тотонған. 8 Алйоттары аҡыллы ҡыҙҙарға: «Беҙҙең яҡтыртҡыстарыбыҙ һүнә, әҙерәк май бирегеҙсе», – тип үтенгән. 9 Ә аҡыллылары: «Юҡ, беҙҙең май бөтәбеҙгә лә етмәҫ. Иң яҡшыһы, һатыусыларға барығыҙ ҙа үҙегеҙгә май һатып алығыҙ», – тип яуап биргән.
10 Әммә тегеләр май артынан барып йөрөгәндә, кейәү килеп еткән. Уны ҡаршыларға әҙер торған ҡыҙҙар иһә кейәү менән бергә туй мәжлесенә ингән һәм улар артынан ишек бикләнгән.
11 Бынан һуң бүтән ҡыҙҙар ҙа килеп етеп: «Әфәндем, әфәндем, беҙгә ишек ас әле!» – тип үтенгән. 12 Ләкин ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин һеҙҙе белмәйем», – тип яуап ҡайтарған.
13 Шуға күрә уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ.

 

Таланттар хаҡында ҡисса

 

14 – Ул ваҡытта шулай булыр: бер кеше, сәфәргә сығып киткәндә, хеҙмәтселәрен саҡырып алып, уларға үҙенең милкен ышанып ҡалдырған. 15 Һәр ҡайһыһының һәләтенә ҡарап, береһенә ул биш талант, икенсеһенә ике талант, өсөнсөһөнә бер талант күләмендә аҡса биргән. Ә үҙе китеп барған. 16 Биш талант алғаны уны шунда уҡ табыш алыу өсөн файҙалана һәм өҫтәмә биш талант ала. 17 Ике талант алғаны ла шулай уҡ тағы ике талант эшләп алыуға өлгәшә. 18 Ә бер талант алғаны иһә, хужаһының аҡсаһын ергә күмеп, йәшереп ҡуя.
19 Күп ваҡыт уҙғас, хеҙмәтселәрҙең хужаһы әйләнеп ҡайтҡан һәм уларҙан хисап талап иткән. 20 Биш талант алғаны тағы биште килтергән. «Хужам, – тигән ул, – һин миңә биш талант биргәйнең. Бына, мин тағы биште эшләп алдым». 21 Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә һин ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.
22 Ике талант алғаны ла килеп еткән: «Хужам, һин миңә ике талант биргәйнең. Бына, мин тағы ике талант эшләп алдым». 23 Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.
24 Ниһайәт, бер талант алғаны килгән: «Хужам, һинең ҡаты бәғерле кеше икәнеңде белдем: үҙең сәсмәгән ерҙә ураһың, үҙең һипмәгән ерҙә йыяһың. 25 Мин һинән ҡурҡтым да талантыңды ергә күмеп торҙом. Бына аҡсаң, ал үҙеңә», – тигән ул.
26 Хужаһы иһә уға былай тип яуап ҡайтарған: «Булдыҡһыҙ һәм ялҡау хеҙмәтсе! Сәсмәгән ерҙә урыуымды, һипмәгән ерҙә йыйыуымды белә инең бит! 27 Шулай булғас, аҡсаларымды әйләнешкә индерергә кәрәк ине – ҡайтҡас, мин үҙемдекен табышы менән алған булыр инем». 28 Хужа: «Унан бер талантты алығыҙ ҙа ун таланты булғанға бирегеҙ. 29 Сөнки кемдең бар, шуға бирелер, һәм уныҡы мул булыр, ә кемдең юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр. 30 Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер», – тине.

 

Киләсәк ҡиәмәт көнө

 

31 Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ. 32 Уның ҡаршыһына барлыҡ халыҡтар килтереләсәк. Ул, һарыҡтарҙы кәзә тәкәләренән айырған көтөүсе һымаҡ, кешеләрҙе икегә айырыр; 33 һарыҡтарҙы Үҙенең уң яғына, ә кәзә тәкәләрен һул яғына баҫтырыр.
34 Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ. 35 Сөнки ас инем, Мине ашаттығыҙ; һыуһаған инем, Миңә эсергә бирҙегеҙ; мосафир инем, Мине өйөгөҙҙә ҡабул иттегеҙ; 36 яланғас инем, Мине кейендерҙегеҙ; ауырыған инем, Мине ҡайғырттығыҙ; төрмәлә инем, Минең яныма килдегеҙ», – тип әйтер.
37 Шунда тәҡүә кешеләр: «Хужабыҙ! Ҡасан беҙ, ас булыуыңды күреп, Һине ашаттыҡ; һыуһағаныңды күреп, эсерҙек? 38 Ҡасан беҙ, мосафир икәнеңде күреп, Һине өйөбөҙҙә ҡабул иттек; яланғас булыуыңды күреп, кейендерҙек? 39 Ҡасан беҙ, ауырығаныңды һәм төрмәлә ултырыуыңды күреп, Һинең яныңа барҙыҡ?» – тип һорарҙар. 40 Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.
41 Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ! 42 Сөнки ас инем, һеҙ Мине ашатманығыҙ; һыуһаған инем, һеҙ Миңә эсергә бирмәнегеҙ, 43 мосафир инем, һеҙ Мине өйөгөҙҙә ҡабул итмәнегеҙ; яланғас инем, һеҙ Мине кейендермәнегеҙ; ауырыу сағымда һәм төрмәлә ултырғанда һеҙ Минең яныма килмәнегеҙ».
44 Шунда былары ла: «Хужабыҙ! Ҡасан беҙ Һинең ас булғаныңды, һыуһағаныңды, мосафирлығыңды, яланғас, ауырыу булғаныңды, төрмәлә ултырғаныңды күрҙек һәм Һиңә ярҙам итмәнек?» – тип һорарҙар. 45 Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: нимәне бынау иң түбән заттарҙың берәйһенә генә лә ҡылманығыҙ, шуны Миңә ҡарата ла эшләмәнегеҙ», – тиер. 46 Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.

 

26

 

Ғайсаны үлтерергә ниәтләү

 

1 – Ғайса был һүҙҙәрен тамамлағас, шәкерттәренә:
2 – Ике көндән Ҡотҡарылыу байрамы булырын беләһегеҙ. Шул көндәрҙә Әҙәм Улы арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға тапшырылыр, – тине.
3 Ошо ваҡытта баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Каиафа исемле иң баш руханиҙың һарайында йыйылды 4 һәм, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтерергә һүҙ беркетте. 5 «Ләкин, халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын өсөн, байрам ваҡытында бында булмаһын», – тине улар.

 

Ғайсаны майлау

 

6 Ғайса Вифанияла махаулы Симондың өйөндә ине. 7 Ашап ултырған сағында Уның янына, бик ҡиммәтле хуш еҫле май һалынған алебастр[38] һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде һәм майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо. 8 Быны күргән шәкерттәре асыуланды:
– Был майҙы ниңә шулай әрәм итергә? 9 Уны ҙур хаҡҡа һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит!
10 Ғайса, шәкерттәренең ризаһыҙлығын белеп, уларға:
– Ниңә һеҙ был ҡатындың хәтерен ҡалдыраһығыҙ? – тине. – Миңә яҡшылыҡ ҡылды бит ул. 11 Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам. 12 Был ҡатын, тәнемә май ҡойоп, Мине ерләргә әҙерләне. 13 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында һөйләйәсәктәр.

 

Йәһүҙәнең хыянат юлына баҫыуы

 

14 Шунан һуң ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә Искариот исемлеһе, баш руханиҙар янына барып:
15 – Әгәр һеҙгә Ғайсаны тапшырһам, миңә нимә бирерһегеҙ? – тип һораны.
Улар уға утыҙ көмөш тәңкә һанап бирҙе. 16 Ошо ваҡыттан алып ул Ғайсаны руханиҙар ҡулына тапшырыр өсөн уңайлы мәл эҙләне.

 

Ҡотҡарылыу байрамы ашы

 

17 Сөсө күмәс байрамының тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайса янына килеп:
– Һиңә Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һоранылар.
18 Ғайса уларға:
– Ҡалала йәшәгән шул-шул кешегә барып, уға: «Остазыбыҙ: „Билдәләнгән сәғәтем етеп килә. Мин Үҙемдең шәкерттәрем менән бергә Ҡотҡарылыу байрамы ашын һиндә ашармын“, – тине», – тип әйтегеҙ.
19 Шәкерттәре Ул ҡушҡанса эшләп, байрам ашы әҙерләне.
20 Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән бергә табынға ултырҙы. 21 Ашаған саҡта Ул:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙҙең берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.
22 Улар, ауыр хәсрәткә төшөп, бер-бер артлы:
– Хужам, мин түгелдер бит? – тип һораша башланылар.
23 Ул шәкерттәренә былай тине:
– Минең менән бер һауыттан ашаған кеше Миңә хыянат итәсәк. 24 Уның тураһында Изге Яҙмала яҙылғанса, Әҙәм Улы китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
25 Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә:
– Остаз, мин түгелдер бит? – тип һораны.
– Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.
26 Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште.
– Алып ашағыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.
27 Шунан Ул кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә биреп:
– Бөтәгеҙ ҙә ошонан эсегеҙ, – тине. 28 – Был – гонаһтарҙың кисерелеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан. 29 Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Атам Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көнөм етмәй тороп, йөҙөм шарабын эсмәйәсәкмен.
30 Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына китте.

 

Петрҙың ваз кисәсәге хаҡында киҫәтеү

 

31 Юл ыңғайы Ғайса уларға:
– Ошо төндә һеҙ бөтәгеҙ ҙә Минән ситләшәсәкһегеҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен һәм көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған. 32 Ләкин, үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барып етермен, – тине.
33 Петр иһә ҡаршы төштө:
– Бөтәһе лә Һинән ситләшһә лә, мин бер ҡасан да ситләшмәм!
34 Ләкин Ғайса:
– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо төндә, әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тип яуапланы.
35 – Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, Һинән ваз кисмәйәсәкмен, – тине Петр. Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине.

 

Ғайсаның Гефсимания баҡсаһында доға ҡылыуы

 

36 Ғайса шәкерттәре менән Гефсимания тип аталған урынға килде. Унда Ул шәкерттәренә:
– Һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ. Мин, арыраҡ китеп, доға ҡылайым, – тине.
37 Ул Үҙе менән Петрҙы һәм Зеведейҙың ике улын алды. Ғайсаны һағыш һәм борсолоу солғап алды. 38 Уларға:
– Йәнем үлемесле әрней. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ һәм Минең менән бергә уяу булығыҙ! – тине.
39 Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙ түбән ятып доға ҡылды:
– Атам! Мөмкин булһа, был ғазаптар кәсәһе Минән үтеп китһен ине! Әммә, Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.
40 Ғайса шәкерттәре янына әйләнеп килгәндә, улар йоҡлай ине.
– Йоҡламайынса бер генә сәғәт тә Минең менән бергә тора алманыңмы ни? – тине Ул Петрға. 41 – Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!
42 Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды:
– Атам, Миңә был кәсәне эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярыңса булһын!
43 Ул әйләнеп килгәндә, шәкерттәре тағы йоҡлағайны: уларҙың күҙҙәре йоҡонан йомолоп бара ине. 44 Уларҙы ҡалдырып, Ғайса йәнә ситкәрәк китте һәм өсөнсө тапҡыр шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп доға ҡылды. 45 Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға:
– Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? – тине. – Әҙәм Улының гонаһлылар ҡулына тапшырылыр ваҡыты етте. 46 Тороғоҙ, китәйек! Ана Миңә хыянат итеүсе килә.

 

Ғайсаны ҡулға алыу

 

47 Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп, баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән күп һанлы кешеләр төркөмө күренде. 48 Хыянатсы: «Мин үпкән кеше Ул булыр. Уны ҡулға алығыҙ», – тип улар менән алдан уҡ һүҙ беркетеп ҡуйғайны.
49 Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килеп:
– Һаумы, Остаз! – тип Уны үбеп алды.
50 Ә Ғайса уға:
– Нимәгә тип килгән булһаң, шуны ҡыл, дуҫым![39] – тине.
Бынан һуң Йәһүҙә менән килгән кешеләр яҡыныраҡ килеп Ғайсаны эләктерҙеләр һәм ҡулға алдылар. 51 Ғайса менән булғандарҙың береһе ҡынынан ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө.
52 Ғайса уға:
– Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй! Ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр! – тине. 53 – Әллә һин Мине Атама мөрәжәғәт итә алмаҫ, тип уйлайһыңмы? Һораһам, Ул шунда уҡ Миңә ун ике легиондан[40] да артыҡ фәрештәләр ғәскәрен ебәргән булыр ине! 54 Әммә ул ваҡытта Изге Яҙмаларҙа, былар булырға тейеш, тип яҙылғандар нисек ғәмәлгә ашһын?
55 Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә:
– Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Мин көн һайын Алла Йортонда ултырып өйрәттем һәм һеҙ Мине тотманығыҙ. 56 Быларҙың һәммәһе пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине.
Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте.

 

Юғары кәңәшмә алдында

 

57 Ғайсаны ҡулға алған кешеләр Уны иң баш рухани Каиафа алдына алып килделәр. Унда ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар йыйылғайны. 58 Петр иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш руханиҙың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ихатаға ингәс, эштең нисек барып бөтөрөн күрер өсөн, һаҡсылар эргәһенә барып ултырҙы. 59 Баш руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итер өсөн, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ эҙләне. 60 Ләкин күп ялған шаһиттар килеп һөйләһә лә, Уның бер ғәйебен дә таба алманылар. Ниһайәт, шаһитлыҡ күрһәтергә ике кеше сыҡты. 61 Улар:
– Был кеше: «Мин Алла Йортон емереп, уны өс көн эсендә яңынан төҙөй алам», – тип әйтте, – тинеләр.
62 Шул мәлдә иң баш рухани тороп, Ғайсаға:
– Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тине.
63 Әммә Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш рухани Унан:
– Мәңге тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.
64 Ғайса уға:
– Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ!
65 Шунда иң баш рухани үҙенең өҫ кейемен йыртып:
– Ул көфөр һөйләне! Ниңә беҙгә тағы шаһиттар кәрәк? Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен әле генә үҙегеҙ ишеттегеҙ! 66 Ниндәй ҡарар сығарырһығыҙ? – тип һораны.
– Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, – тине улар.
67 Шунан Ғайсаның йөҙөнә төкөрҙөләр, йоҙроҡлап туҡманылар, ҡайһылары:
68 – Эй, Мәсих, Һин пәйғәмбәр бит, шуға әйт беҙгә: Һиңә кем һуҡты? – тип Уның яңағына тондорҙо.

 

Петрҙың ваз кисеүе

 

69 Был ваҡытта Петр ихатала ултыра ине. Хеҙмәтсе ҡыҙҙарҙың береһе килде.
– Һин дә бит галилеялы Ғайса менән булдың, – тине ул.
70 Әммә Петр бөтәһе алдында ваз кисте:
– Мин һинең нимә һөйләүеңде аңламайым.
71 Ул ҡапҡа янына барғанда, уны икенсе хеҙмәтсе ҡыҙ күреп, унда тороусыларға:
– Бына был да назаралы Ғайса менән булды, – тине.
72 Петр тағы, ант итеп, ваз кисте:
– Мин Ул Кешене белмәйем!
73 Бер аҙҙан һуң шунда торған кешеләр уның янына килеп:
– Һин ысынлап та уларҙың береһе. Нисек һөйләшеүең үк быны белгертеп тора, – тинеләр.
74 Шунда Петр:
– Мин Ул Кешене белмәйем! – тип ләғнәт уҡый һәм ант итә башланы.
Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы. 75 Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәре Петрҙың иҫенә төштө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп иланы.

 

27

 

Ғайсаны Пилатҡа тапшырыу

 

1 Иртән иртүк бөтә баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тип ҡарар ҡылды. 2 Уны бәйләп Рим идарасыһы Пилатҡа алып барып тапшырҙылар.

 

Йәһүҙәнең үлеме

 

3 Ғайсаға хыянат иткән Йәһүҙә, Уның үлемгә хөкөм ителеүен күргәс, ҡылған ҡылығына үкенеп, баш руханиҙарға, аҡһаҡалдарға утыҙ көмөш тәңкәне ҡайтарып бирҙе лә:
4 – Гонаһ ҡылдым мин, ғәйепһеҙгә хыянат иттем, – тине.
– Бында беҙҙең ни ҡыҫылышыбыҙ бар? Ул һинең эшең, – тинеләр уға.
5 Ул, тәңкәләрҙе Алла Йортонда атып бәрҙе лә, сығып китеп аҫылынды.
6 Баш руханиҙар тәңкәләрҙе йыйып алып:
– Быларҙы Алла Йорто ҡаҙнаһына һалырға ярамай, сөнки улар ҡан өсөн түләнгән хаҡ, – тинеләр.
7 Улар кәңәшләшеп, сит ил кешеләрен ерләү өсөн, был тәңкәләргә көршәксенең ерен һатып алырға ҡарар сығарҙы. 8 Шунлыҡтан, ул ер Ҡан яланы тип атала башланы һәм әлеге көнгәсә шулай исемләнә. 9 Шулай итеп, Иремияпәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашты: «Улар Израиль кешеләре тарафынан Уның өсөн билдәләнгән баһаны – утыҙ көмөш тәңкәне алды, 10 һәм, Раббы миңә ҡушҡанса, көршәксенең ерен һатып алды».

 

Ғайса Пилат алдында

 

11 Ғайсаны идарасы ҡаршыһына баҫтырҙылар.
– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилат.
– Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуап бирҙе Ғайса. 12 Баш руханиҙарҙың һәм аҡһаҡалдарҙың ғәйепләүенә иһә Ул бер ни тип тә яуап ҡайтарманы.
13 Шунда Пилат:
– Үҙеңә ҡаршы был тиклем ғәйепләүҙәрҙе ишетмәйһеңме әллә Һин? – тип һораны. 14 Ләкин Ғайса бер ғәйепләүгә лә яуап бирмәне һәм бының менән Ул идарасыны хайран ҡалдырҙы.

 

Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү

 

15 Идарасы, байрам айҡанлы, халыҡ һораған бер тотҡондо азат итергә ғәҙәтләнгәйне. 16 Ул ваҡытта яманаты киң таралған Варавва исемле бер тотҡон бар ине. 17 Шуға күрә, халыҡ йыйылғас, Пилат уларҙан:
– Кемде азат итеүемде теләйһегеҙ: Варавванымы, әллә Мәсих тип аталған Ғайсанымы? – тип һораны.
18 Сөнки Пилат йәһүд башлыҡтарының Ғайсаны көнләшеүҙәре арҡаһында тотоп биреүен белә ине. 19 Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.
20 Баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар иһә Варавваны иреккә сығарыуҙы, ә Ғайсаны үлем язаһына тарттырыуҙы талап итергә тип, халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны. 21 Идарасы халыҡ төркөмөнә мөрәжәғәт итте:
– Һеҙгә был икәүҙең ҡайһыныһы кәрәк? Кемеһен азат итәйем?
– Варавваны, – тип яуап бирҙеләр Пилатҡа.
22 – Ә Мәсих тип аталған Ғайсаны нимә эшләтәйем?
– Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә.
23 – Ул ниндәй яуызлыҡ ҡылған һуң?
– Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип тағы ла нығыраҡ ҡысҡырышты халыҡ төркөмө.
24 Пилат, бер нисек тә ярҙам итә алмауын, киреһенсә, сыуалыш башланыуын ғына күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы.
– Был Кешенең ҡаны түгелеүҙә мин ғәйепле түгел, быға һеҙ яуаплы! – тине ул.
25 – Уның ҡаны беҙҙең һәм беҙҙең балаларыбыҙҙың өҫтөндә булһын! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә.
26 Пилат шунда уларға Варавваны азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡас, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы.

 

Ғәскәриҙәрҙең Ғайсаны мыҫҡыллауы

 

27 Бынан һуң ғәскәриҙәр Ғайсаны идарасы һарайына[41] алып китте. Уны барлыҡ ғәскәр уратып алды. 28 Улар Ғайсаның кейемдәрен һалдырып, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге кейем кейҙерҙеләр, 29 башына сәнскәк ботаҡтарынан үрелгән таж һалдылар, уң ҡулына таяҡ тотторҙолар һәм алдында тубыҡланып: «Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы!» – тип мыҫҡылланылар. 30 Өҫтөнә төкөрҙөләр, таяҡты тартып алып шуның менән башына һуҡтылар. 31 Шулай мыҫҡыллағандан һуң, Ғайсаның өҫтөндәге кейемде систереп, Үҙенең кейемдәрен кейҙерҙеләр ҙә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға алып киттеләр.

 

Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау

 

32 Юлда улар Симон исемле Киринея кешеһен осраттылар һәм уны Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр иттеләр. 33 Голгофа, йәғни «Баш һөйәге урыны» тип аталған ергә барып еткәс, 34 Ғайсаға үт ҡатыш шарап бирҙеләр. Әммә Ул, тәмләп ҡарағас, эсергә теләмәне. 35 Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар 36 һәм шунда Уны ҡарауыллап ултырҙылар. 37 Ғайсаның баш осона ғәйебен күрһәтеүсе: «Был – Ғайса, йәһүдтәр Батшаһы» тигән яҙыу ҡағып ҡуйҙылар. 38 Шунан Уның менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар. 39 Үтеп йөрөүселәр баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл иттеләр:
40 – Алла Йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе, ҡотҡар Үҙеңде! Алла Улы булһаң, төш арҡысаҡтан!
41 Шулай уҡ ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар менән баш руханиҙар ҙа Уны мыҫҡылланы:
42 – Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай! Үҙе, имеш, Израиль Батшаһы! Хәҙер үк арҡысаҡтан төшһөн – ана шунда беҙ Уға ышанырбыҙ! 43 Ул Аллаға ышанды. Әгәр ҙә Аллаға яраҡлы булһа, ҡотҡарһын Уны Алла! Ул Үҙен Уның Улы тип атаны бит.
44 Ғайса менән бергә ҡаҙаҡланған юлбаҫарҙар ҙа Уны шулай мәсхәрә итте.

 

Ғайсаның үлеме

 

45 Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. 46 Сәғәт өстәр тирәһендә Ғайса көслө тауыш менән:
– Или, Или, лама савахфани? – йәғни «Эй, Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
47 Шунда тороусыларҙың ҡайһы берҙәре Уның һүҙҙәрен ишетеп:
– Ильясты саҡыра, – тинеләр.
48 Шунда уҡ уларҙың береһе йүгереп килеп һыу һеңдергесте әсе шарапҡа манды ла, уны таяҡҡа элеп, Ғайсаға эсергә бирҙе. 49 Бүтән кешеләр быға:
– Туҡта! Ҡарайыҡ әле: Ильяс Уны ҡотҡарырға килерме икән? – тинеләр.
50 Ә Ғайса тағы бер тапҡыр көслө тауыш менән ҡысҡырҙы ла йән бирҙе.
51 Һәм бына Алла Йортондағы шаршау өҫтән аҫҡаса урталай йыртылып китте. Ер тетрәне, таш ҡаялар ярылды, 52 ҡәберҙәр асылып, үлгән изгеләрҙең күбеһе терелеп торҙо. 53 Улар ҡәберҙәренән сыҡты, ә Ғайса терелгәс, изге Иерусалим ҡалаһына инделәр, унда уларҙы күптәр күрҙе.
54 Йөҙбашы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаусы ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күреп, ҡоттары осоп:
– Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тиештеләр.
55 Унда йыраҡтан ғына ҡарап тороусы бик күп ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. Улар Ғайсаға Галилеянан алып эйәреп, Уға хеҙмәт күрһәтеп йөрөгәйне. 56 Араларында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, Яҡуб менән Йософтоң әсәһе Мәрйәм һәм Зеведей улдарының әсәһе бар ине.

 

Ғайсаны ҡәбергә һалыу

 

57 Кис еткәс, Аримафейҙан Йософ исемле бай кеше килде; ул да Ғайсаның шәкерте ине. 58 Пилат янына барып, Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Пилат Уның кәүҙәһен бирергә ҡушты. 59 Кәүҙәне алып, Йософ уны таҙа етен туҡымаға ураны ла, 60 үҙенә тип таш ҡаяны өңөп яһалған яңы ҡәбергә алып барып һалды. Ҡәбер ауыҙына ҙур бер ташты терәп китте. 61 Магдалалы Мәрйәм менән икенсе Мәрйәм дә ҡәбер ҡаршыһында ултыра инеләр.

 

Ҡәбер һаҡсылары

 

62 Иртәгәһенә – ул шәмбе көн ине – Пилат янында баш руханиҙар һәм фарисейҙар йыйылды. Улар:
63 – Әфәндем, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйтеүен хәтерләйбеҙ, – тинеләр. 64 – Өсөнсө көнгәсә ҡәберҙе һаҡларға әмер бир, юғиһә, шәкерттәре килеп, Уның кәүҙәһен урлап алып китеүҙәре һәм халыҡҡа: «Ул үленән терелеп торҙо», – тип әйтеүҙәре мөмкин. Был һуңғы ялған беренсеһенән дә яманыраҡ булыр.
65 – Һаҡсыларҙы алығыҙ ҙа, барып, ҡәберҙе үҙегеҙ белгәнсә һаҡлағыҙ, – тине Пилат.
66 Улар, ҡәбер янына барып, ауыҙына терәп ҡуйылған ташҡа мисәт баҫтылар һәм ғәскәриҙәрҙе ҡарауылға ҡуйҙылар.

 

28

 

Ғайсаның үленән терелеүе

 

1 Шәмбе үтеп, аҙнаның беренсе көнөнөң таңында магдалалы Мәрйәм менән икенсе Мәрйәм ҡәберҙе ҡарарға барҙы. 2 Ҡапыл бик ныҡ ер тетрәне, Раббы фәрештәһе күктән төштө, ҡәбер янына килеп ташты шылдырҙы һәм шул таш өҫтөнә ултырҙы. 3 Ул йәшен утылай ялтырай, ә кейеме ҡар төҫлө аҡ ине. 4 Һаҡсылар, ҡурҡыштарынан ҡалтыранып, үлгән кеүек ҡатып ҡалдылар. 5 Фәрештә иһә ҡатындарға:
– Ҡурҡмағыҙ! Һеҙҙең арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Ғайсаны эҙләгәнегеҙҙе беләм. 6 Әммә Ул бында юҡ. Үҙе әйткәненсә, үленән терелтеп торғоҙолдо. Килегеҙ, Уның ятҡан урынын ҡарағыҙ. 7 Тиҙерәк барып, шәкерттәренә: «Ғайса терелеп торҙо! Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Һеҙ Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ. Һеҙгә һүҙем шул.
8 Ҡатындар, ҡурҡып, шул уҡ ваҡытта бик ныҡ шатланып, ҡәбер янынан тиҙ генә китә һалдылар һәм Уның шәкерттәренә хәбәр итергә йүгерҙеләр. 9 Ҡапыл улар алдына Ғайса Үҙе килеп сыҡты:
– Именлек һеҙгә! – тине Ул.
Улар Ғайсаға яҡын килде, Уның алдында тубыҡланып, аяҡтарын ҡосаҡлап алдылар.
10 Шунан Ғайса уларға:
– Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Барығыҙ, туғандарыма әйтегеҙ, Галилеяға китһендәр. Улар Мине шунда күрер.

 

Һаҡсылар руханиҙар һәм аҡһаҡалдар янында

 

11 Ҡатындар киткәс, ҡайһы бер һаҡсылар ҡалаға ҡайтып, баш руханиҙарға бөтә булған хәлде һөйләп бирҙе. 12 Баш руханиҙар, аҡһаҡалдар менән йыйылып кәңәшләшкәс, ғәскәриҙәргә күп итеп аҡса бирҙеләр, 13 уларға:
– «Төндә, беҙ йоҡлаған саҡта, шәкерттәре килеп Уның кәүҙәһен урлап алып киткән», – тип әйтегеҙ. 14 Был хәбәр идарасыға мәғлүм була ҡалһа, беҙ уны һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡлыҡҡа күндерербеҙ, һеҙгә ауырлыҡ төшмәҫ, – тинеләр.
15 Һаҡсылар аҡсаларын алып, нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнеләр. Был хәбәр йәһүдтәр араһында киң таралып, хәҙерге көнгәсә йөрөй.

 

Шәкерттәр нимә эшләргә тейеш

 

16 Ун бер шәкерт иһә Галилеяға, Ғайса барырға ҡушҡан тауға китте. 17 Ғайсаны күргәс, улар Уның алдында тубыҡланды, әммә ҡайһы берҙәре шикләнде. 18 Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине:
– Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде. 19 Шуға күрә, барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ, 20 Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.

 

 

 

Марк

МАРК БӘЙӘН ИТКӘН ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘР

 

 

1

 

Һыуға сумдырыусы Яхъяның вәғәзләүе

 

1 Алла Улы Ғайса Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙең башы.
2 Ишағыяпәйғәмбәр китабында яҙылғанса:
«Мин Һинең алдыңдан
хәбәрсемде ебәрәм,
ул Һиңә юл әҙерләр.
3 Сүлдә тауыш яңғырай:
Раббыға юл әҙерләгеҙ,
Уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ».
4 Сүллеккә Сумдырыусы Яхъя килгәс, был һүҙҙәр бойомға ашты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға[1] өндәп йөрөгән. 5 Бөтә Йәһүҙиә халҡы һәм Иерусалимда йәшәүселәр уға килде һәм, гонаһтарын танып, уның тарафынан Иордан йылғаһына сумдырылды. 6 Яхъя дөйә йөнөнән туҡылған кейем кейгеп, биленә тиренән ҡайыш быуҙы. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды. 7 Вәғәзендә ул былай тине:
– Минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин эйелеп Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен. 8 Мин һеҙҙе һыуға сумдырҙым, ә Ул һеҙҙе Изге Рухҡа сумдырыр.

 

Ғайсаның һыуға сумдырылыуы һәм һынау үтеүе

 

9 Шул көндәрҙә Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһынан Ғайса килде һәм Иордан йылғаһында Яхъя тарафынан һыуға сумдырылды. 10 Һыуҙан сығыу менән Ғайса күктәрҙең асылып китеүен һәм Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе. 11 Күктән: «Һин – Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.
12 Рух шунда уҡ Ғайсаны сүлгә алып китте. 13 Ул сүлдә ҡырҡ көн булды һәм шул ваҡыт эсендә Иблис тарафынан һынау үтте. Ул ҡырағай йәнлектәр араһында йәшәне һәм фәрештәләр Уға хеҙмәт итте.

 

Ғайсаның беренсе шәкерттәре

 

14 Яхъя ҡулға алынғандан һуң Ғайса, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, Галилеяға килде.
15 – Ваҡыт етте, Алла Батшалығы яҡынлашты! Тәүбәгә килегеҙ һәм Һөйөнөслө Хәбәргә ышанығыҙ! – тине Ул.
16 Галилея күле[2] буйынан үтеп барышлай, Ғайса балыҡ тоторға ау һалып йөрөгән ике балыҡсыны – Симон менән уның ҡустыһы Андрейҙы күрҙе.
17 – Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар[3] итермен, – тине Ғайса уларға.
18 Тегеләр шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе. 19 Ғайса, бер аҙ барғас, Зеведейҙың улдары Яҡубты һәм уның ҡустыһы Яхъяны күрҙе – улар кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. 20 Шунда уҡ уларҙы янына саҡырып алды. Улар иһә, аталары Зеведейҙы ялсылары менән бергә кәмәлә ҡалдырып, Ғайса артынан киттеләр.

 

Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу

 

21 Улар Капернаумға килде. Ғайса, шәмбе көнө тыуғас та, ғибәҙәтханаға инеп йыйылған халыҡты өйрәтә башланы. 22 Уның өйрәтеүҙәренә барыһы ла хайран ҡалды, сөнки Ул уларҙы ҡанун белгестәренсә түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте. 23 Тап шул ваҡыт ғибәҙәтханаға шаҡшы рух эйәләшкән берәү килеп инде. Ул:
24 – Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырҙы. 25 Ғайса рухты:
– Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенең эсенән сыҡ!
26 Шаҡшы рух, әлеге әҙәмде дер һелкетеп, көслө тауыш менән ҡысҡырып эсенән сығып китте. 27 Һәммәһе лә хайран ҡалды. Бер-береһенән:
– Нимә булды был? – тип һораша башланылар. – Ниндәйҙер өр-яңы тәғлимәт... Уның шаҡшы рухтарға ла бойороҡ бирерлек хакимлығы бар, ә тегеләре Уға буйһона!
28 Ғайса хаҡындағы хәбәр шунда уҡ Галилеяның тирә-яғындағы ерҙәргә таралды.

 

Ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу

 

29 Ғибәҙәтхананан сыҡҡас та, Ғайса Яҡуб һәм Яхъя менән бергә Симон менән Андрейҙың өйөнә китте. 30 Симондың ҡәйнәһе тотош тәне ҡыҙып ауырып ята ине. Был хаҡта шунда уҡ Ғайсаға әйттеләр. 31 Ғайса ауырыу ҡатын янына килде лә, ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Ҡатындың тән яныуы тулыһынса бөттө. Ул тороп уларға табын әҙерләй башланы. 32 Ә кис етеп, ҡояш байығас, Ғайса янына бөтә ауырыуҙарҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙе килтерҙеләр. 33 Бөтөн ҡала халҡы Уның ишек алдына йыйылды. 34 Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙы, әммә ендәргә һөйләргә рөхсәт итмәне, сөнки улар Ғайсаның кем икәнен белә ине.
35 Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә, аулаҡ урынға барып доға ҡылды. 36 Симон иптәштәре менән Уның артынан ашыҡты. 37 Килеп тапҡандан һуң:
– Бөтөн кеше Һине эҙләй, – тинеләр.
38 – Башҡа урындарға, яҡындағы бүтән ауылдарға барайыҡ. Миңә унда ла Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә кәрәк. Мин шуның өсөн килдем дә инде, – тине Ғайса. 39 Ул бөтә Галилея буйынса ғибәҙәтханаларҙа вәғәзләп, ендәрҙе ҡыуып йөрөнө.

 

Махаулыны таҙарындырыу

 

40 Бер көндө махау сирле[4] кеше Ғайса янына килеп, Уның алдына тубыҡланды ла:
– Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тип ялбарҙы.
41 Ғайса уны йәлләп, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла:
– Эйе, теләйем. Таҙарын! – тине.
42 Сирленең махауы шунда уҡ бөттө, ул таҙарынды. 43-44 Ғайса уны шунда уҡ янынан оҙатып:
– Ҡара уны, бер кемгә лә бер нәмә лә һөйләмә, – тип киҫәтте. – Руханиға барып күрен дә, һауығыуың өсөн Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.
45 Әммә ул, бынан китеү менән, булған хәл тураһында бөтә ерҙә һөйләп йөрөй башланы. Шунлыҡтан Ғайса инде ҡалаларға асыҡтан-асыҡ инә алманы. Ул ҡалаларҙан ситтә, аулаҡ урындарҙа булды, әммә унда ла янына һәр тарафтан ағылдылар.

 

2

 

Паралич һуҡҡан кешене һауыҡтырыу

 

1 Бер нисә көндән һуң Ғайса ҡабат Капернаумға килгәс, Уның өйҙә булыуы хаҡында хәбәр таралды. 2 Шул тиклем күп кеше йыйылды, хатта ишек алдында урын да ҡалманы. Ғайса уларға Алла һүҙен вәғәзләне. 3 Шул ваҡыт дүрт кеше Уға паралич һуҡҡан берәүҙе күтәреп алып килде. 4 Ләкин, халыҡ араһынан үтә алмағанлыҡтан, улар Ғайса булған өйҙөң ҡыйығын һүтеп, паралич һуҡҡан кешене, ятҡан түшәге менән, шул тишектән төшөрҙөләр. 5 Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға:
– Улым, һинең гонаһтарың кисерелде! – тине.
6 Унда бер нисә ҡанун белгесе ултыра ине. Улар эстән генә:
7 – Нимә һөйләй Ул? Был бит көфөр һүҙ! Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем кисерә ала? – тип уйланы.
8 Ғайса шунда уҡ Үҙ рухы менән уларҙың фекерен һиҙеп былай тине:
– Ни өсөн һеҙ эстән генә шулай уйлайһығыҙ? 9 Паралич һуҡҡан кешегә нимә тип әйтеү еңелерәк: «Һинең гонаһтарың кисерелде», – типме, әллә: «Тор, түшәгеңде ал да атлап кит», – типме? 10 Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар. 11 – Шунан Ғайса паралич һуҡҡан кешегә өндәште: – Һиңә әйтәм, тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!
12 Теге шунда уҡ торҙо ла, түшәген алып, бөтөн кеше алдында сығып китте. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды һәм Алланы данлап:
– Беҙҙең бының кеүекте бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, – тиештеләр.

 

Ғайсаның Левийҙы Үҙ артынан саҡырыуы

 

13 Ғайса тағы күл буйына сыҡты. Бөтә кеше Уның янына килде һәм Ғайса уларҙы өйрәтте. 14 Үтеп барышлай Ул, һалым йыйыу урынында ултырған Алфей улы Левийҙы күреп:
– Миңә эйәр! – тине. Левий, тороп, Уның артынан китте.
15 Бына Ғайса Левийҙың өйөндә табында ултыра. Өҫтәл артында Ғайса һәм Уның шәкерттәре менән бергә күп кенә һалым йыйыусылар, башҡа гонаһлылар ҙа бар ине. Улар күпләп Ғайсаға эйәргәйне. 16 Фарисейҙар[5] араһындағы ҡанун белгестәре, Ғайсаның шундай кешеләр менән бергә ашап ултырыуын күреп, Уның шәкерттәренә:
– Нисек Ул һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бер табындан ашай ала? – тинеләр.
17 Ғайса быны ишетеп:
– Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы артымдан саҡырырға килдем, – тине.

 

Ураҙа тотоу һәм шәмбе көн тураһында һорауҙар

 

18 Бер көндө, Яхъяның шәкерттәре һәм фарисейҙар ураҙа тотҡанда, ҡайһы берәүҙәр Ғайсаға килеп:
– Ни өсөн Яхъяның да, фарисейҙарҙың да шәкерттәре ураҙа тота, ә Һинекеләр тотмай? – тип һоранылар. 19 Ғайса уларға былай яуап бирҙе:
– Кейәү үҙҙәре менән бергә булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ураҙа тотормо? Кейәү араларында икән, әлбиттә, ураҙа тотмаҫтар. 20 Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, шул ваҡытта улар ураҙа тотор.
21 Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай. Юғиһә, яңы ямаулыҡ ултырып, иҫке кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла нығыраҡ ҙурайыр. 22 Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә, шарап турһыҡты йыртыр ҙа, шарап та, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар.
23 Бер мәл, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Шәкерттәре юл ыңғайында башаҡтарҙы өҙә башланы. 24 Фарисейҙар Ғайсанан:
– Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көнө эшләргә ярамағанды эшләйҙәр? – тип һораны.
25 Ғайса уларҙан:
– Мохтаж сағында, үҙе лә, янындағылар ҙа асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тип һораны. 26 Ул, иң баш рухани Авиафар осоронда, Алла Йортона ингән. Руханиҙарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәгән, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған, янындағыларға ла биргән.
27 Шунан Ғайса уларға:
– Кеше шәмбе көн өсөн түгел, ә шәмбе көн кеше өсөн яратылған, – тине. – 28 Шуға күрә Әҙәм Улы шәмбе көнөнөң дә хужаһы.

 

3

 

Ҡулы ҡороған кешене һауыҡтырыу

 

1 Ғайса тағы ғибәҙәтханаға инде. Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. 2 Фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көнө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар. 3 Ғайса ҡулы ҡороған кешегә:
– Уртаға сығып баҫ! – тине. 4 Ә тегеләрҙән:
– Шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны.
Тегеләр өндәшмәне. 5 Ғайса, уларҙың ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, асыулы ҡараш ташланы ла әлеге кешегә:
– Ҡулыңды һуҙ! – тине.
Ауырыу ҡулын һуҙыуға ҡулы һауыҡты. 6 Фарисейҙар иһә ғибәҙәтхананан сығып китеп, шунда уҡ Ирод батша яҡлылар менән бергә Ғайсаны нисек тә һәләк итеү тураһында кәңәшҡорҙо.
7 Ғайса шәкерттәре менән күлгә табан йүнәлде. Уға Галилеянан күп һанлы кеше эйәрҙе. Шулай уҡ Йәһүҙиәнән дә, 8 Иерусалимдан да, Идумеянан, Иордан аръяғынан, Тир һәм Сидон тирәләренән дә, Уның ҡылған эштәре тураһында ишетеп, әллә күпме халыҡ килде. 9 Ғайса, күмәк халыҡ араһында ҡыҫылып ҡуймаҫ өсөн, шәкерттәренә берәй кәмәне әҙер тоторға ҡушты. 10 Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр ҙә этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды. 11 Эстәренә ен эйәләшкән кешеләр ҙә, Уны күреү менән алдына йығылып:
– Һин – Алла Улы! – тип ҡысҡырҙы. 12 Әммә Ғайса уларҙы Үҙенең кемлеге хаҡында һөйләүҙән ҡаты итеп тыйҙы.

 

Ғайсаның Үҙенә шәкерттәр һайлап алыуы

 

13 Ул, тауға менеп, Үҙе теләгән кешеләрҙе янына саҡырҙы. Улар килгәс, 14 араларынан ун икеһен Үҙе менән бергә булһындар өсөн һайлап алды. Уларҙы илселәр тип атап, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә сығарып ебәрҙе, 15 ендәрҙе ҡыуып сығарырға вәкәләт бирҙе. 16 Бына ул Ғайса тарафынан тәғәйенләнгән ун ике шәкерт: Ғайса Петр тип атаған Симон, 17 Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя – Ғайса уларҙы Воанергес, йәғни «Күк күкрәү улдары» тип атаны, 18 Андрей, Филипп, Варфоломей, Матфей, Фома, Алфей улы Яҡуб, Фаддей, Көрәшеүсе Симон[6] 19 һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.

 

Ғайса һәм Веельзевул

 

20 Ғайса өйгә инде. Унда тағы күп кеше йыйылып китте, шунлыҡтан Ғайса менән шәкерттәре хатта тамаҡ та ялғай алманы. 21 Туғандары, был хәлдәрҙе ишеткәс, Ул аҡылдан яҙған икән, тип һөйләшеп, Уны көс менән алып китергә килделәр. 22 Иерусалимдан килгән ҡанун белгестәре:
– Уның эсендә Веельзевул[7] бар! Ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тинеләр.
23 Ғайса, уларҙы Үҙенең янына саҡырып алып, кинәйә менән һөйләй башланы:
– Нисек итеп Иблис үҙен үҙе ҡыуып сығара алһын? 24 Әгәр ҙә халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышһа, был батшалыҡ тороп ҡала алмаҫ, 25 кешеләре бер-береһенә ҡаршы торған һәр ғаилә лә тарҡалыр. 26 Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, үҙ-үҙенә ҡаршы һуғыша һәм был уның ахыры булыр. 27 Көслө кешенең өйөнә инеп, тәүҙә уны бәйләмәһә, берәү ҙә уның мөлкәтен талап сыға алмаҫ. Тәүҙә бәйләр, шунан ғына талар. 28 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бөтәһе лә – кешеләрҙең гонаһтары ла, ниндәй ҙә булһа көфөр һүҙҙәре лә – кисерелер. 29 Әммә кемдер Изге Рухҡа ҡаршы хурлау һүҙе әйтһә, мәңге кисерелмәҫ, ул мәңгелек гонаһта ғәйепле.
30 Ғайса быларҙы тегеләрҙең, Уға ен эйәләшкән, тип әйткәненә күрә һөйләне.

 

Ғайсаның әсәһе һәм туғандары

 

31 Шул ваҡыт Ғайсаның әсәһе менән ҡустылары килде һәм, тышта торған килеш, Уны саҡырттылар. 32 Ғайсаның эргәһендә күп кеше ултыра ине, улар:
– Ана, тышта һине әсәйең менән ҡустыларың[8] көтә, – тинеләр.
33 – Минең әсәйем менән туғандарым кем? – тине Ғайса, уларға яуап итеп. 34 Шунан Үҙе тирәләй ултырғандарға ҡарап былай тине:
– Бына былар Минең әсәйем менән Минең туғандарым! 35 Кем Алла ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә.

 

4

 

Сәсеүсе хаҡында ҡисса

 

1 Ғайса тағы Галилея күле буйында кешеләрҙе өйрәтә башланы. Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Шунлыҡтан Ул күлдәге кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо. 2 Ғайса уларға күп нәмәләрҙе аңлатып, кинәйәле ҡиссалар менән былай тип өйрәтте:
3 – Тыңлағыҙ, бына бер кеше орлоҡ сәсергә сыҡҡан. 4 Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм, ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөтөргән. 5 Бәғзеләре тупрағы аҙ булған ташлы урынға төшкән. Ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, улар тиҙ арала шытып сыҡҡан. 6 Ә инде ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамырҙары булмағанлыҡтан, үҫентеләр ҡороған. 7 Орлоҡтарҙың башҡалары сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, уларҙы баҫып киткәнлектән, улар башаҡ бирмәгән. 8 Ә бүтән орлоҡтар уңдырышлы ергә төшкән, үҫеп күтәрелгән һәм утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә күберәк уңыш биргән.
9 Ғайса былай тине:
– Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!

 

Сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе

 

10 Үҙҙәре генә ҡалғас, ун ике шәкерт һәм башҡа Уның артынан эйәреүселәр Ғайсанан ҡиссаларҙың мәғәнәһен һораны.
11-12 – Һеҙгә Алла Батшалығының серен аңлау бирелгән, тыштағыларға иһә:
«Аллаға табан боролмаһындар һәм шул рәүешле,
кисерелмәһендәр өсөн,
ҡарап та күрмәһендәр,
тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ҡиссалар аша еткерелә.
13 – Һеҙ был ҡиссаның мәғәнәһен аңламайһығыҙмы? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Улайһа башҡа ҡиссаларҙы нисек аңларһығыҙ һуң? 14 Сәсеүсе һүҙ сәсә. 15 Юл буйына төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә шунда уҡ Иблис килеп, уларҙың күңелдәренә сәселгән һүҙҙе алып китә. 16 Ташлы урынға сәселгән орлоҡ шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кешеләр уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, 17 әммә, үҙендә тамырҙары булмағанлыҡтан, һүҙҙе ваҡытлыса ғына тота. Аҙаҡ, һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһалар йәки эҙәрләүгә юлыҡһалар, улар тиҙ үк сигенә. 18 Сәнскәк араһына сәселгән орлоҡ иһә шуны аңлата: 19 кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй. 20 Ә уңдырышлы ергә сәселгәне иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ҡабул итә. Ул утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә уңыш килтерә.

 

Шәм яҡтылығы хаҡында ҡисса

 

21 Ғайса уларға былай тине:
– Шәмде һауыт менән ҡаплар йәки һике аҫтына ҡуйыр өсөн индерәләрме ни? Шәмдәлгә ултыртып ҡуйыу өсөн түгелме һуң? 22 Һәр йәшерен нәмә фаш итеү өсөн генә йәшерен һәм һәр сер асылыу өсөн генә сер. 23 Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
24 Ғайса һүҙен дауам итте:
– Әйткәнемде иғтибарға алығыҙ: ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер һәм тағы өҫтәлер. 25 Кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.

 

Шытып сыҡҡан орлоҡ хаҡында ҡисса

 

26 Ғайса тағы ла былай тине:
– Алла Батшалығы бына ниндәй: әйтәйек, кеше ергә орлоҡ сәсә, 27 унан төндә йоҡлай, көндөҙөн тора, ә ул арала орлоҡ шытып сыға, үргә тартыла. Кеше бының нисек булыуын белмәҫ тә. 28 Ер үҙенән-үҙе уңыш бирә: тәүҙә һабаҡ, унан башаҡ үҫтерә, аҙаҡ башаҡ тулы орлоҡ ярала. 29 Ә инде ашлыҡ өлгөрөү менән, кеше ҡулына ураҡ ала, сөнки ашлыҡ урыр саҡ еткән була.

 

Горчица орлоғо хаҡында ҡисса

 

30 – Алла Батшалығын беҙгә нимә менән сағыштырырға һәм нисек итеп тасуирларға? – тине Ғайса. – 31 Ул горчица орлоғона оҡшаған. Ергә сәскән ваҡытта ул ер йөҙөндәге бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ. 32 Ә инде сәселгәс, үҫеп күтәрелеп, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә ҙурыраҡҡа әүерелә, дәү ботаҡтар ебәрә һәм уның күләгәһендә ҡоштар оя ҡора.
33 Ғайса Алла һүҙен ошоға оҡшаш бик күп ҡиссалар ярҙамында халыҡ аңлаған тиклем һөйләне. 34 Ул ҡисса менән генә һөйләне, ә шәкерттәре менән яңғыҙ ҡалғанда, уларға бөтәһен дә аңлатып бирҙе.

 

Ғайсаның дауылды баҫылдырыуы

 

35 Шул көндө кисен Ғайса шәкерттәренә:
– Әйҙәгеҙ, теге яҡ ярға сығайыҡ, – тине.
36 Халыҡты ҡалдырып, шәкерттәр Уның янына кәмәгә инеп ултырҙы. Башҡа кәмәләр Уға эйәрҙе. 37 Ҡапыл көслө дауыл күтәрелде һәм тулҡындар бәрелеүҙән кәмә эсенә һыу тула башланы. 38 Ғайса иһә, кәмәнең артҡы осонда башын яҫтыҡҡа терәп, йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып:
– Остаз, батабыҙ бит! Был һине борсомаймы ни? – тине.
39 Ул, тороп, елде тыйҙы, күлгә лә:
– Шаулама, баҫыл! – тине.
Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты.
40 – Һеҙ ниңә шулай ҡурҡаҡ? Әле һаман иманығыҙ юҡмы ни? – тине Ғайса. 41 Шәкерттәр иһә бик ныҡ ҡурҡып бер-береһенә:
– Кем һуң Ул? Уға ел дә, тулҡындар ҙа буйһона! – тиештеләр.

 

5

 

Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу

 

1 Улар Галилея күле аръяғындағы Гераса еренә килде. 2 Ғайса кәмәнән төшөү менән, шаҡшы рух эйәләшкән бер кеше ҡәбер мәмерйәләренән[9] сығып, Уға ҡаршы килде. 3 Ҡәберҙәр эсендә йәшәгән был кешене хатта сылбырҙар менән дә бәйләп тота алмағандар. 4 Уны әллә нисә тапҡыр тотоп, аяҡ-ҡулына бығау, сылбыр һалғандар, ә ул сылбырҙарҙы өҙгән, бығауҙарҙы ватҡан. Бер кемдең дә уны тыйырға хәленән килмәгән. 5 Бер туҡтауһыҙ, көнө-төнө ҡәбер мәмерйәләре араһында һәм тауҙарҙа ҡысҡырып йөрөгән, үҙ-үҙен таш менән һуғып яралай торған булған. 6 Ғайсаны алыҫтан уҡ күреп, йүгереп килеп аяғына йығылды.
7 – Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе.
8 Сөнки Ғайса шаҡшы рухҡа ул кешенең эсенән сығырға бойорғайны.
9 – Исемең кем? – тип һораны унан Ғайса.
– Исемем Ғәскәр, сөнки беҙ күмәк, – тип яуапланы теге 10 һәм уларҙы был ерҙән ҡыуып ебәрмәүен ялбарҙы.
11 Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине.
12 – Беҙҙе сусҡалар араһына ебәр, уларҙың эсенә инербеҙ, – тип ялынды ендәр.
13 Ғайса рөхсәт иткәс, шаҡшы рухтар кешенән сыҡтылар ҙа сусҡаларҙың эсенә барып инделәр. Ике меңгә яҡын сусҡанан торған көтөү текә ярға сабып барып, күлгә ташланып батты. 14 Сусҡа көтөүселәр йүгерешеп был хәбәрҙе ҡалала һәм тирә-яҡ ауылдарҙа таратты. Унда йәшәүселәр иһә ни булғанын күрергә барҙы. 15 Ғайса янына килгәс, эсендә ендәр ғәскәре булған кешенең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә ултырыуын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар. 16 Ен эйәләшкән ир һәм сусҡалар менән ни булғанын күргән кешеләр барыһы тураһында ла һөйләп бирҙе. 17 Шунан һуң улар Ғайсаның үҙҙәренең еренән китеүен ялбара башланы. 18 Ул кәмәгә ултырған саҡта, элек ен эйәләшкән кеше Уның менән бергә барырға үтенеп һораны. 19 Әммә Ғайса рөхсәт итмәне.
– Бар, өйөңә, туғандарың янына ҡайт. Раббының һиңә ниҙәр эшләгәнен, һиңә ниндәй мәрхәмәт күрһәткәнен һөйлә, – тине Ғайса.
20 Теге кеше китеп, Ғайсаның уның өсөн нимә эшләгәнлеген Ун Ҡалала[10] һөйләргә тотондо. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды.

 

Яирҙың ҡыҙының терелеүе, ғазап сиккән ҡатындың һауығыуы

 

21 Ғайса кәмәлә икенсе ярға кире сыҡҡас, Уның янына күп халыҡ йыйылды. Ул күл янында булғанда, 22 ғибәҙәтхана башлыҡтарының береһе, Яир исемлеһе килде. Ғайсаны күреү менән Уның аяҡтарына йығылды 23 һәм ялбарып һораны:
– Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығасаҡ һәм йәшәйәсәк!
24 Ғайса уның менән китте.
Уға, һәр яҡтан ҡыҫырыҡлап, күп халыҡ эйәреп барҙы. 25 Араларында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине. 26 Бар мөлкәтен исрафлап бөтөп, мең ғазап сигеп, күп табиптарҙа дауаланып ҡараһа ла, бер файҙаһын да күрмәгән, хәле хатта тағы ла насарайған. 27 Ул, Ғайса хаҡында ишеткәс, халыҡ араһына инде лә, арттан килеп Уның кейеменә ҡағылды. 28 Ҡатын: «Кейеменә генә ҡағылһам да, һауығасаҡмын», – тип уйлағайны. 29 Шунда уҡ ҡан ағыуы туҡтаны, ул һауыҡҡанын тойҙо. 30 Ғайса, шул мәлдә Үҙенән көс сыҡҡанын тойоп, халыҡҡа боролдо.
– Минең кейемемә кем ҡағылды? – тип һораны.
31 – Кешеләрҙең Һине нисек ҡыҫырыҡлағанын күреп тораһың бит! Ә Үҙең: «Миңә кем ҡағылды?» – тип һорайһың, – тине шәкерттәре.
32 Әммә Ул тирә-яғына ҡарап, Үҙенә ҡағылған кешене эҙләй ине. 33 Ҡурҡыуынан ҡалтырап төшкән ҡатын, үҙе менән ни булғанын аңлап, Ғайсаға яҡын килде һәм алдына йығылып Уға бөтә дөрөҫлөктө һөйләп бирҙе.
34 – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән һауыҡтың, – тине уға Ғайса.
35 Ул ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, ғибәҙәтхана башлығы Яирҙың өйөнән килеүселәр башлыҡҡа:
– Ҡыҙың вафат булды. Ниңә Остазды мәшәҡәтләп торорға? – тинеләр.
36 Ғайса иһә был һүҙҙәрҙе ишетеү менән Яирға:
– Ҡурҡма, ышан ғына! – тине.
37 Ғайса Петрҙан, Яҡубтан һәм Яҡубтың ҡустыһы Яхъянан башҡа бер кемгә лә Үҙе менән бергә барырға рөхсәт итмәне. 38 Ғибәҙәтхана башлығының өйө янында Ғайса ығы-зығы килгән, сеңләп-сеңләп илашҡан кешеләрҙе күрҙе.
39 – Һеҙ ниңә ығы-зығы киләһегеҙ, ниңә илашаһығыҙ? Бала үлмәгән, йоҡлай ғына, – тине Ғайса уларға, өйгә ингәс.
40 Унан көлә башланылар. Ғайса, уларҙы тышҡа сығарғас, ҡыҙҙың атаһын, әсәһен, Үҙенең юлдаштарын алып, ҡыҙ ятҡан бүлмәгә инде. 41 Баланың ҡулынан тотто ла:
– Талифа, куми! (Тәржемәһе: «Ҡыҙым, һиңә әйтәм, тор!») – тине.
42 Ҡыҙ шунда уҡ урынынан торҙо ла йөрөй башланы. Ул ун ике йәштәрҙә ине. Барыһы ла тамам хайран ҡалды. 43 Ғайса был хаҡта һис кем белергә тейеш түгеллеген ҡәтғи рәүештә киҫәтте, ә ҡыҙ балаға ашарға бирергә ҡушты.

 

6

 

Назара халҡының Ғайсаны кире ҡағыуы

 

1 Ғайса унан китеп, Үҙе йәшәгән ҡалаға ҡайтты. Шәкерттәре лә Уға эйәрҙе. 2 Шәмбе көн еткәс, Ғайса ғибәҙәтханала өйрәтә башланы. Күптәр Уны таң ҡалып тыңлап ултырҙы.
– Был тиклемде Ул ҡайҙан белә? Ниндәй тәрән аҡыл бирелгән Уға! Уның ҡулдары менән шундай мөғжизәләр ҡылына бит! – тиеште улар. – 3 Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡубтың, Иосияның, Йәһүҙәнең һәм Симондың ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме? – тиешеп, Унан йөҙ борҙолар.
4 – Пәйғәмбәр һәр ерҙә ихтирам ителә, бары тик үҙ ҡалаһында, үҙ туғандары араһында һәм үҙ ғаиләһендә генә хөрмәт күрмәй, – тине Ғайса уларға. 5 Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы. 6 Халыҡтың ышанмауы Уны ныҡ ғәжәпләндерҙе.

 

Ғайсаның ун ике шәкертен хеҙмәткә ебәреүе

 

Ғайса тирә-яҡтағы ауылдарҙы ҡыҙырып, өйрәтеп йөрөнө. 7 Ул ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға шаҡшы рухтар өҫтөнән вәкәләт биреп, икешәрләп-икешәрләп кешеләр араһына сығарып ебәрҙе. 8 Сәфәргә үҙҙәре менән юл таяғынан башҡа бер нәмә лә: икмәк тә, биштәр ҙә алмаҫҡа, билбауҙарына аҡса ла төйнәмәҫкә ҡушты. 9 Бары тик аяҡтарына кейергә рөхсәт итте һәм ике ҡат күлдәк кеймәҫкә ҡушты.
10 – Ҡайһы өйгә инәһегеҙ, үҙегеҙ ул ерҙән киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ, – тип һүҙен дауам итте Ул. – 11 Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр һәм тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ[11] .
12 Улар юлға сығып, кешеләрҙе тәүбә итергә өндәп йөрөнөләр, 13 күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙылар һәм, зәйтүн майы һөртөп, байтаҡ ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙылар.

 

Сумдырыусы Яхъяның үлеме

 

14 Ғайсаның исеме киң таралғас, был хаҡта Ирод батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәрҙең әйтеүенсә: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар». 15 Икенселәре: «Ул – Ильяс», – тине, бүтәндәре иһә: «Борон булған пәйғәмбәрҙәргә оҡшаған бер пәйғәмбәр Ул», – тип һөйләне. 16 Ә Ирод, был һүҙҙәрҙе ишеткәс:
– Мин башын киҫтергән Сумдырыусы Яхъя ул! – тине. – Ул үленән терелеп торған.
17-18 Ирод үҙенең ағаһы Филиптың ҡатыны Иродиада арҡаһында Яхъяны ҡулға алдырып, төрмәгә яптыртҡайны. Сөнки Ирод был ҡатынға өйләнгәндә Яхъя уға: «Һиңә ағайыңдың ҡатынын алырға ярамай», – тигәйне. 19 Шуның өсөн Иродиада, үпкә һаҡлап, Яхъяны үлтерергә теләй, тик ҡулынан ғына килмәй ине, сөнки 20 Яхъяның тәҡүә һәм изге кеше булғанын белгәнгә күрә, Ирод унан ҡурҡа һәм ҡурсалай торғайны. Яхъяның һүҙҙәренән ҙур хафаға төшһә лә, уны бик теләп тыңлай ине.
21 Әммә бына Иродиада өсөн уңайлы көн килде. Ирод үҙенең тыуған көнө айҡанлы юғары дәрәжәле түрәләрҙе, ғәскәриҙәр башлыҡтарын һәм Галилеяның мәртәбәле кешеләрен мәжлескә саҡырҙы. 22 Шул ваҡыт Иродиаданың ҡыҙы инеп бейене. Уның бейеүе Иродҡа ла, ҡунаҡтарына ла бик оҡшаны. Батша уға:
– Минән нимә теләһәң, шуны һора. Һорағаныңды бирермен, – тине. 23 – Һораһаң, хатта батшалығымдың яртыһын бирәм, – тип ант итте.
24 Ҡыҙ әсәһе янына сыҡты:
– Мин нимә һорайым икән?
– Сумдырыусы Яхъяның башын һора, – тип яуапланы әсәһе.
25 Ҡыҙы шунда уҡ ашығып батша янына инде лә:
– Сумдырыусы Яхъяның башын үк ҡоштабаҡҡа һалып, хәҙер миңә алып килеүеңде теләйем! – тип талап итте.
26 Батша ҙур ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән ант хаҡына ҡыҙҙың үтенесен кире ҡағырға ҡыйманы. 27 Ул шунда уҡ башкиҫәргә Яхъяның башын килтерергә бойорҙо. Һаҡсы төрмәгә барып Яхъяның башын киҫте. 28 Уны, ҡоштабаҡҡа һалып, ҡыҙға килтереп бирҙе, ә уныһы әсәһенә тапшырҙы. 29 Яхъяның шәкерттәре, был хаҡта ишетеп, уның кәүҙәһен килеп алдылар һәм ҡәбергә илтеп һалдылар.

 

Биш мең кешене туйҙырыу

 

30 Илселәр, Ғайса янына әйләнеп ҡайтҡас, ҡылған эштәре һәм ниҙәргә өйрәтеүҙәре хаҡында һөйләп бирҙе.
31 – Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ генә Минең менән берәй аулаҡ ергә барып, бер аҙ ял итеп алығыҙ, – тине Ғайса уларға.
Сөнки халыҡ бер килеп, бер китеп торғанлыҡтан, уларҙың хатта тамаҡ ялғарға ла ваҡыттары юҡ ине. 32 Улар, кәмәгә ултырып, үҙҙәре генә аулаҡ урынға китте. 33 Шулай ҙа кешеләрҙең күбеһе, ҡуҙғалып киткәндәрен күреп, уларҙы таныны. Һөҙөмтәлә бөтә ҡалаларҙан кешеләр улар бара торған урынға йүгерә-йүгерә алдан уҡ барып еттеләр. 34 Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Ул уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы. 35 Ваҡыт һуң ине инде, шәкерттәре Уның янына килде:
– Был кеше йөрөмәй торған урын, ваҡыт та һуң инде. 36 Уларҙы ебәр, тирә-йүндәге утарҙарға, ауылдарға барып, үҙҙәренә ашарға һатып алһындар.
37 – Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса.
Шәкерттәр:
– Үҙебеҙ барып, уларҙы ашатырға ике йөҙ динарлыҡ[12] икмәк һатып алайыҡмы ни? – тине.
38 – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? Барып ҡарағыҙ әле, – тине Ул.
– Биш икмәк һәм ике балыҡ, – тип яуапланы шәкерттәр, ҡарап килгәс. 39 Ғайса уларға халыҡты төркөм-төркөм итеп йәшел сиҙәмгә ултыртырға бойорҙо.
40 Кешеләр йөҙәр, иллешәргә бүленеп, теҙелешеп ултырҙы.
41 Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде. 42 Бөтәһе лә туйғансы ашаны. 43 Икмәктән һәм балыҡтан ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алдылар. 44 Ә ашаусыларҙан ирҙәр генә лә биш мең кеше ине.

 

Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе

 

45 Бынан һуң шунда уҡ Ғайса шәкерттәренә, Ул халыҡ менән хушлашҡан арала кәмәгә ултырып, Үҙенән алдараҡ арғы ярҙағы Вифсаидаға барырға ҡушты. 46 Халыҡ менән хушлашҡас, Ул доға ҡылырға тип тауға менде. 47 Кис еткәндә кәмә – күл уртаһында, ә Ул яңғыҙы яр буйында ине. 48 Шәкерттәрҙең елгә ҡаршы көс-хәл менән ишеүҙәрен күреп, Ғайса таң атып килгән мәлдә[13] күл өҫтөнән атлап улар янына китте. Уларҙы уҙып китергә теләгәйне, 49 шәкерттәре иһә, Уның күл өҫтөнән атлап килгәнен күреп, өрәктер был, тип уйлап ҡысҡырып ебәрҙеләр. 50 Уны күреп, барыһының да ҡото алынды.
– Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса. 51 Яндарына кәмәгә инеп ултырҙы. Ел шул мәлдә үк баҫылды. Шәкерттәр быға тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнде. 52 Сөнки улар икмәк менән булған хәлдән һуң да бер ни ҙә аңламағайны; күңелдәре ҡатҡайны.
53 Улар, күлде аша сығып, Геннисаретҡа еттеләр һәм яр буйына килеп туҡтанылар. 54 Кәмәнән төшөүҙәре булды, кешеләр шунда уҡ Ғайсаны танып алды. 55 Тирә-яҡтан йүгерешеп, Уның ҡайһы ерҙә туҡталғанын ишетеп, шул урынға ауырыуҙарҙы түшәктәре менән күтәреп алып килә башланылар. 56 Ғайса ҡайҙа ғына бармаһын – берәй ауылғамы, ҡалаға йәки утарҙарғамы, ауырыуҙарҙы майҙандарға килтереп һалдылар. Уның һис юғы кейеменең сабыуына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенделәр. Кем генә ҡағылмаһын, бөтәһе лә һауыҡты.

 

7

 

Ата-баба йолалары һәм Алла әмере

 

1 Иерусалимдан килгән фарисейҙар һәм ҡайһы бер ҡанун белгестәре Ғайса янына йыйылды. 2 Улар Уның ҡайһы бер шәкерттәренең икмәкте бысраҡ, йәғни йыуылмаған ҡул менән тотоп ашауын күргәйне. 3 Барлыҡ йәһүдтәр кеүек фарисейҙар ҙа, ата-бабаларҙан килгән дини йолаға таянып, ҡулдарын тейешле тәртип менән йыумайынса ашарға ултырмайҙар ине. 4 Баҙарҙан ҡайтҡас та, йыуынмайынса ашамайҙар. Улар үтәлергә тейеш тип ҡабул иткән тағы күп ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәсәләрҙе, көршәктәрҙе һәм баҡыр һауыттарҙы йыуыу тәртибе.
5 Фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсанан:
– Ниңә Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан күсә килгән йолаларҙы үтәмәй, ризыҡты бысраҡ ҡул менән тотоп ашай? – тип һоранылар.
6 Ғайса уларға:
– Ишағыя пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙ ике йөҙлөләр хаҡында ҡайһылай дөрөҫ әйткән, – тип яуапланы. – Изге Яҙмала яҙылғанса:
«Был халыҡ Мине теле менән хөрмәт итә,
әммә күңелдәре Минән йыраҡ.
7 Миңә бушҡа табыналар,
кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтәләр».
8 Алла әмерен ситтә ҡалдырып, һеҙ кеше урынлаштырған йоланы үтәйһегеҙ. 9 Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла әмерен кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. – 10 Муса: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм: «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кеше үлергә тейеш», – тип әйткән бит. 11 Ә һеҙ, әгәр ҙә кеше атаһына йәки әсәһенә: «Мин һиңә бирергә тейеш булған бүләкте ҡорбан (йәғни Аллаға бүләк) тип вәғәҙә иттем», – тип әйтә икән, 12 ул кешегә атаһы йәки әсәһе өсөн башҡа бер ни ҙә эшләргә рөхсәт ителмәй, тип өйрәтәһегеҙ. 13 Үҙегеҙ үк өйрәткән йолағыҙ менән һеҙ Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ. Бына шуға оҡшаған күп эштәр ҡылаһығыҙ.
14 Ул халыҡты ҡабат саҡырып алып:
– Бөтәгеҙ ҙә Мине тыңлағыҙ һәм шуны аңлағыҙ! 15-16 Кешене тыштан ингән һис нәмә бысрата алмай, әммә уны эсенән сыҡҡаны бысрата[14] , – тине.
17 Ғайса халыҡты ҡалдырып өйгә ингәс, шәкерттәре Унан был һүҙҙәрҙе аңлатыуын һораны.
18 – Әллә һеҙ ҙә төшөнмәйһегеҙме? – тине Ул. – Кеше эсенә тыштан ингән бер нәмәнең дә уны бысрата алмауын аңламайһығыҙмы? 19 Сөнки ул уның йөрәгенә түгел, ә ҡарынына инә һәм сығарып ташлана! (Бының менән Ғайса бөтә ризыҡтың да хәләл булыуын белдерҙе.)
20 Ул һүҙен дауам итте:
– Кешенең эсенән нимә сыға, шул уны бысрата; 21 яуыз ниәттәр – фәхешлек, урлашыу, кеше үлтереү, 22 зинасылыҡ, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, йөрәгенән сыға. 23 Бөтөн был яманлыҡтар кешенең эсенән сығып уны бысрата ла инде.

 

Мәжүси ҡатындың ышанысы

 

24 Бынан Ғайса Тир төбәгенә юл тотто. Бында бер өйгә инде. Был хаҡта бер кемдең дә белеүен теләмәгәйне, тик йәшенеп ҡала алманы. 25 Бәләкәс ҡыҙының эсенә ен эйәләшкән бер ҡатын Уның тураһында ишетеп ҡалды ла, килеп аяғына йығылды. 26 Тыумышы менән Сүриә Финикияһынан булған был ҡатын мәжүси ине. Ул Ғайсанан ҡыҙының эсендәге енде ҡыуып сығарыуын үтенде.
27 – Тәүҙә балалар ашап туйһын, – тине Ғайса уға. – Икмәкте балаларҙан алып эттәргә ырғытыу яҡшы түгел.
28 – Әфәндем, – тип яуап бирҙе ҡатын. – Эттәр ҙә бит балаларҙан өҫтәл аҫтына ҡойолған валсыҡтарҙы ашай.
29 – Шулай яуап биргәнеңә күрә, – тине Ғайса, – бар, өйөңә ҡайт: ҡыҙыңдың эсендәге ен сыҡты.
30 Ҡатын өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, ҡыҙының иҫән-һау килеш түшәктә ятҡанын күрҙе. Ен уның эсенән сыҡҡайны инде.

 

Һаңғырау һәм тотлоҡҡан кешене һауыҡтырыу

 

31 Ғайса, Тир төбәгенән китеп, Сидон аша Галилея күленә, Ун Ҡала өлкәләренә сыҡты. 32 Уның янына һаңғырау һәм тотлоғоп һөйләшкән кешене алып килделәр, Ғайсаның уға ҡулдарын ҡуйыуын үтенделәр.
33 Ғайса уны халыҡ төркөмөнән ситкә алып китте. Икәүҙән-икәү ҡалғас, бармаҡтарын уның ҡолаҡтарына тыҡты ла, төкөрөп, теленә ҡағылды. 34 Күккә ҡарап көрһөндө лә:
– Еффафа! (Йәғни «Асыл!») – тине.
35 Шунда уҡ теге кешенең ҡолаҡтары асылды, теле сиселде, һәм ул асыҡ итеп һөйләшә башланы. 36 Ғайса бер кемгә лә был хаҡта һөйләмәҫкә ҡушты. Әммә Ул тыйған һайын, улар тағы ла күберәк һөйләне. 37 Кешеләрҙең ғәжәпләнеүҙәренең сиге юҡ ине.
– Ул барыһын да яҡшы эшләй: һаңғырауҙарҙы ишеттерә, телһеҙҙәрҙе һөйләштерә! – тине улар.

 

8

 

Дүрт мең кешене туйҙырыу

 

1 Ул көндәрҙә тағы күп кеше йыйылды, уларҙың ашар ризыҡтары юҡ ине. Ғайса шәкерттәрен саҡырып:
2 – Кешеләрҙе йәлләйем. Өс көн инде улар Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. 3 Әгәр Мин уларҙы ас килеш өйҙәренә ҡайтарып ебәрһәм, юлда хәлдәре бөтөр. Ҡайһы берҙәре алыҫтан килгән бит, – тине.
4 – Бынау ҡола ялан ерҙә уларҙы туйҙырырлыҡ икмәкте ҡайҙан алайыҡ? – тип яуап бирҙе шәкерттәре.
5 – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? – тип һораны Ғайса.
– Ете, – тине улар.
6 Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе, улары халыҡҡа таратты. 7 Бер аҙ балыҡтары ла бар ине. Ғайса, шөкөрана ҡылғас, уларҙы ла өләшергә ҡушты. 8 Кешеләр ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙан ете кәрзин йыйып алдылар. 9 Ә ашаусылар дүрт мең самаһы кеше ине. Ғайса уларҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. 10 Үҙе шунда уҡ шәкерттәре менән кәмәгә ултырып, Далмануфа ерҙәренә китте.
11 Фарисейҙар килеп, Ғайса менән бәхәсләшә башланы. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап иттеләр. 12 Ғайса:
– Ниңә был заман кешеләре илаһи билдә талап итә икән? Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: уларға илаһи билдә күреү бирелмәйәсәк, – тине ауыр көрһөнөп.
13 Ғайса уларҙы ҡалдырҙы ла, тағы кәмәгә ултырып, икенсе яҡ ярға сығып китте.

 

Фарисейҙарҙың һәм Иродтың әсеткеһе

 

14 Шәкерттәр үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны, кәмәлә бер генә икмәктәре бар ине. 15 Ғайса шәкерттәрен:
– Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Ирод әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте.
16 Ә тегеләр икмәктәре юҡлығы тураһында һөйләшә бирҙе. 17 Ғайса быны белеп, уларға:
– Ниңә һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы хаҡында һөйләшәһегеҙ? – тине. – Һаман бер нәмә лә аңламайһығыҙмы? Бер ни ҙә төшөнмәйһегеҙме? Күңелдәрегеҙ ҡатҡанмы? 18 Күҙҙәрегеҙ булып та, күрмәйһегеҙме? Ҡолаҡтарығыҙ булып та, ишетмәйһегеҙме? Хәтерләмәйһегеҙме ни: 19 Мин биш икмәкте биш мең кешегә бүлгеләп биргәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ?
– Ун ике, – тинеләр Уға.
20 – Ә инде ете икмәкте дүрт меңгә бүлгәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ?
– Ете, – тип яуапланы тегеләр.
21 – Әллә һаман төшөнмәйһегеҙме? – тине Ғайса.

 

Ғайсаның Вифсаидала һуҡырҙы һауыҡтырыуы

 

22 Улар Вифсаидаға килеп етте. Кешеләр, бер һуҡырҙы алып килделәр ҙә, Ғайсаның уға ҡул тейҙереүен үтенделәр. 23 Ғайса һуҡырҙы етәкләп ауылдан алып сыҡты, күҙҙәренә төкөрөп, ҡулдарын ҡуйҙы.
– Берәй нәмә күрәһеңме? – тип һораны.
24 – Мин кешеләрҙе күрәм, – тине теге өҫкә ҡарап. – Ләкин улар миңә ағастар йөрөгән төҫлө күренә.
25 Ғайса ҡулдарын уның күҙҙәренә ҡабат ҡуйып алғас, ул текләп ҡараны ла, һауығып, бөтә нәмәне асыҡ итеп күрҙе.
26 Ғайса уны:
– Бар, ауылға инеп торма, – тип өйөнә ҡайтарып ебәрҙе.

 

Петрҙың Ғайсаны Мәсих тип таныуы

 

27 Ғайса шәкерттәре менән Филипп Кесарияһы тирәһендә урынлашҡан ауылдарға китте. Юлда барғанда Ул шәкерттәренән:
– Кешеләр Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораны.
28 – Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тип яуап ҡайтарҙылар Уға.
29 – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораны Ул уларҙан.
– Һин – Мәсих, – тине Петр.
30 Ғайса Үҙе тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.

 

Ғайсаның Үҙенең үлеме һәм терелеүе хаҡында әйтеүе

 

31 Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә, ә өс көндән һуң терелеп торорға тейешлеге тураһында аңлата башланы. 32 Был хаҡта Ул асыҡтан асыҡ һөйләне. Шул ваҡыт Петр, Уны ситкәрәк алып китеп, ризаһыҙлыҡ белдерергә тотондо. 33 Әммә Ғайса, шәкерттәренә боролоп ҡарап, Петрҙы шелтәләне:
– Кит янымдан, Иблис! Һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке.
34 Ғайса шәкерттәре менән бергә халыҡты саҡырып былай тине:
– Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, үҙенең арҡысағын[15] алып, Миңә эйәрһен. 35 Сөнки кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына юғалта, уны һаҡлап ҡалыр. 36 Әгәр кеше бөтөн донъяға эйә булып, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? 37 Ул, үҙ йәнен кире ҡайтарыр өсөн, нимә бирә алыр икән? 38 Аллаға имандары булмаған һәм гонаһлы был быуындан кем дә булһа Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла икән, Әҙәм Улы ла Үҙенең Атаһының балҡып торған шөһрәте эсендә изге фәрештәләре менән килгән саҡта, ул кешенән оялыр.

 

 

9

 

1 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.

 

Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе

 

2 Алты көндән һуң Ғайса Петрҙы, Яҡубты һәм Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайсаның ҡиәфәте шәкерттәренең күҙ алдында үҙгәрҙе: 3 кейемдәре балҡып, ер йөҙөндә һис кем был тиклем ағарта алмаҫлыҡ ап-аҡ төҫкә инде. 4 Улар ҡаршыһында Ильяс менән Муса пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды һәм Ғайса менән һөйләшеп торҙолар. 5 Петр Ғайсаға:
– Остаз[16] , беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен Һиңә, береһен Мусаға, береһен Ильясҡа, – тине.
6 Был һүҙҙәрҙе ул нимә тип әйтергә белмәгәнлектән әйтте, сөнки улар өсөһө лә бик ҡурҡҡайны. 7 Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде. 8 Шәкерттәр ҡапыл тирә-яҡтарына ҡарап алдылар, әммә яндарында Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәнеләр.
9 Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға, Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, әле күргәндәрен берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. 10 Улар был һүҙҙәрҙе күңелдәренә һалып ҡуйҙы, ләкин үҙ-ара: «Уның „үленән терелеп тороу“ тигәне нимә аңлата икән?» – тип һөйләштеләр. 11 Ғайсанан иһә:
– Ниңә ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һоранылар.
12 – Ысынлап та, тәүҙә Ильяс килеп бөтөнөһөн үҙ урынына ҡуясаҡ, – тине Ғайса. – Ни өсөн Изге Яҙмала, Әҙәм Улына күп ғазаптар күрергә, кәмһетелергә тура киләсәк, тип яҙылған һуң? 13 Ләкин һеҙгә әйтәм: Ильяс килде инде һәм, уның тураһында яҙылғанса, уға ҡарата нимә теләһәләр, шуны ҡылдылар.

 

Ен эйәләшкән малайҙы һауыҡтырыу

 

14 Улар, бүтән шәкерттәр янына әйләнеп ҡайтҡас, эргәләрендә күп халыҡ йыйылғанын һәм ҡанун белгестәренең улар менән бәхәсләшеп торғанын күрҙе. 15 Ғайсаны күреү менән, бөтөн халыҡтың иҫе китте, йүгереп килеп, Уны сәләмләнеләр. 16 Ғайса шәкерттәренән:
– Улар менән нимә хаҡында бәхәсләшәһегеҙ? – тип һораны.
17 Халыҡ төркөмөнән берәү:
– Остаз! Мин Һиңә үҙемдең улымды алып килгәйнем. Эсенә шаҡшы рух эйәләшеп, баламды телһеҙ итте. 18 Ен уны теләһә ҡайҙа эләктереп ала ла, ергә атып бәрә. Малай, ауыҙынан күбек ағыҙып, тештәрен шығырлатып, тәне тартышып ҡата. Шәкерттәреңдән енде ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, ләкин улар булдыра алманы, – тине.
19 – Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма!
20 Уны Ғайса янына алып килделәр. Ғайсаны күреү менән, шаҡшы рух малайҙың тәнен дер һелкетә башланы, бала ергә йығылып, ауыҙынан күбек ағыҙа-ағыҙа тәгәрәп йөрөнө. 21 Ғайса малайҙың атаһынан:
– Ул был хәлгә күптән тарынымы? – тип һораны.
– Бала сағынан шулай, – тип яуап бирҙе атаһы. – 22 Шаҡшы рух уны һәләк итергә тырышып, йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташланы. Ҡулыңдан килһә, ярҙам ит, ҡыҙған беҙҙе!
23 – Һин: «Ҡулыңдан килһә», – тиһеңме? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса.
24 Малайҙың атаһы шунда уҡ ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ышанам! Әммә ышанысым аҙ, уны нығытырға ярҙам ит миңә!
25 Ғайса иһә, халыҡ төркөмө йыйылыуын күреп, шаҡшы рухҡа:
– Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: уның эсенән сыҡ та бүтәнсә инмә! – тине.
26 Шаҡшы рух, малайҙың тәнен бик ныҡ тартыштырып, һөрәнләп килеп сыҡты. Малай үлгәндәй булды. Шунлыҡтан күптәр уны «үлде» тине. 27 Ғайса ҡулынан тотоп торғоҙғас, малай аяғына баҫты.
28 Өйгә инеп, шәкерттәре Ғайса менән генә ҡалғас:
– Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар.
29 – Бындай ендәрҙе бүтән бер нисек тә түгел, бары тик доға менән[17] генә ҡыуып сығарып була, – тине Ғайса.

 

Ғайсаның Үҙенең үлеме һәм терелеүе тураһында ҡабат әйтеүе

 

30 Бынан киткәс, улар Галилея ере аша үтте. Ә Ғайса был хаҡта бер кемдең дә белеүен теләмәне, 31 сөнки Үҙенең шәкерттәрен мөһим нәмәләргә өйрәтә ине.
– Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк һәм үлтереләсәк. Әммә үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, терелеп торасаҡ, – тине Ул.
32 Улар был һүҙҙәрҙең айышына төшөнмәне, әммә һорашырға ҡурҡтылар.

 

Кем иң бөйөгө?

 

33 Улар Капернаумға әйләнеп килде. Өйгә ингәс, Ғайса шәкерттәренән:
– Юлда саҡта һеҙ нимә тураһында һөйләштегеҙ? – тип һораны.
34 Тегеләр иһә өндәшмәне, сөнки юл буйынса араларында кемдең иң бөйөгө булыуы хаҡында бәхәс ҡорғайнылар. 35 Ғайса, ултырғас, ун ике шәкертен янына саҡырып:
– Беренсе булырға теләгән иң һуңғыһы булһын һәм бөтәһенә лә хеҙмәт итһен, – тине.
36 Ул бер баланы алып уларҙың уртаһына баҫтырҙы ла, уны ҡосаҡлап, шәкерттәренә:
37 – Ошондай балаларҙың береһен Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән кеше Мине түгел, ә Мине Ебәреүсене ҡабул итә, – тине.

 

«Кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы»

 

38 – Остаз, – тине Яхъя, – беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ.
39 Ғайса иһә былай яуап бирҙе:
– Тыймағыҙ уны. Минең исемем аша мөғжизәле эш ҡыла алған кеше тиҙ генә Миңә ҡарата яман һүҙ һөйләмәҫ. 40 Сөнки кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы. 41 Кем Мәсихтеке булыуығыҙ өсөн һеҙгә бер сынаяҡ һыу эсерә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.
42 Әммә Миңә ышанған бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. 43-44 Әгәр ҙә ҡулың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике ҡулың менән йәһәннәмгә, һүнмәҫ утҡа барыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк[18] . 45-46 Әгәр ҙә аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ырғыт! Ике аяғың менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа аҡһаҡ килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк[19] . 47 Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып ырғыт! Ике күҙең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, һыңар күҙле килеш Алла Батшалығына инеү һинең өсөн хәйерлерәк. 48 Йәһәннәмдә кешеләрҙе ашаусы ҡорттар үлмәй һәм ут һүнмәй. 49 Һәр кем ут менән «тоҙланыр»[20] .
50 Тоҙ – яҡшы нәмә, ә тоҙ тоҙһоҙланһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһығыҙ? Тоҙ һеҙҙең үҙегеҙҙә булһын һәм бер-берегеҙ менән татыу булығыҙ.

 

10

 

Ир менән ҡатындың айырылышыуы тураһында

 

1 Ғайса, бынан китеп, Йәһүҙиәнең Иордан аръяғындағы ерҙәренә килде. Йәнә янына халыҡ йыйылды һәм Ул, ғәҙәттәгесә, уларҙы өйрәтте. 2 Фарисейҙар килеп, Уны һынар өсөн:
– Ир кешегә ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар.
3 – Муса һеҙгә нимә ҡушҡан һуң? – тине Ғайса.
4 – Муса ир кешегә ҡатынын, айырылышыу ҡағыҙы яҙып, айырырға рөхсәт иткән, – тине фарисейҙар.
5 – Ул был әмерҙе күңелдәрегеҙ ҡаты булғанға күрә яҙған, – тине Ғайса. – 6 Тәүҙән үк, бөтөн нәмәне бар иткәндә, Алла «уларҙы ир һәм ҡатын итеп яратты». 7 «Шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр 8 һәм икеһе бер тән булырҙар». Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. 9 Шулай булғас, Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын.
10 Өйҙә саҡта шәкерттәре был хаҡта Ғайсанан ҡабат һораны.
11 – Ҡатынын айырып, башҡаға өйләнгән ир ҡатынына ҡарата зина ҡыла, – тине Ғайса. – 12 Иренән айырылып, башҡаға кейәүгә сыҡҡан ҡатын да зина ҡыла.

 

Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы

 

13 Ҡағылыуы менән Үҙ фатихаһын бирһен өсөн, Ғайса янына балаларын алып килделәр, шәкерттәре иһә, уларҙы шелтәләп, үткәрмәне. 14 Быны күргән Ғайса асыуланды:
– Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы. 15 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк.
16 Ул, балаларҙы ҡосаҡлап, уларға ҡулдарын ҡуйҙы һәм фатихаһын бирҙе.

 

Байлыҡ һәм ҡотҡарылыу

 

17 Ғайса юлға сыҡҡанда янына бер кеше йүгереп килде лә, Уның алдында тубыҡланып:
– Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.
18 – Ниңә һин Мине изгелекле тип атайһың? – тине Ғайса. – Алланан башҡа бер кем дә изгелекле түгел. 19 Һин Уның әмерҙәрен беләһең: «Кеше үлтермә, зина ҡылма, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, алдашма, атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт».
20 Теге иһә Уға:
– Остаз, мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп килдем, – тине.
21 Ғайса уға ҡарап алды. Был кеше Уның күңеленә хуш килде.
– Һиңә бер генә нәмә етмәй. Бар, булған мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр, – тине Ул уға.
22 Теге кеше иһә, был һүҙҙәрҙән ҡайғыға төшөп, китеп барҙы: бик бай ине ул.
23 Ғайса тирә-яғына ҡарап алды ла шәкерттәренә:
– Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! – тине.
24 Уның был һүҙҙәренә шәкерттәр бик ныҡ ғәжәпләнде.
– Эй, балаларым, Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! – тип ҡабатланы Ғайса. – 25 Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк.
26 Улар, бик ныҡ аптырап, үҙ-ара:
– Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һөйләштеләр.
27 Ғайса уларға ҡарап:
– Кешеләргә был мөмкин түгел, ә Аллаға мөмкин. Аллаға бөтә нәмә лә мөмкин, – тине.
28 Петр һүҙ башланы:
– Бына беҙ, бөтөн нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек.
29 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Йортон, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡҡа һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына ҡалдырып киткәндәре, 30 был тормошта йөҙ тапҡырға күберәк йорттар, ағай-эне, апай-һеңле, әсәйҙәр, балалар, баҫыуҙар ғына түгел, ә эҙәрлекләүҙәр ҙә алыр. Ә инде киләсәк донъяла мәңгелек тормошҡа эйә булырҙар. 31 Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе һуңғы, ә һуңғылар иһә беренсе булыр.

 

Ғайсаның Үҙенең үлеме тураһында өсөнсө тапҡыр әйтеүе

 

32 Улар Иерусалимға китеп бара ине. Ғайса шом баҫҡан шәкерттәренең алдынан атланы, уларҙың артынан ғәжәпкә ҡалған халыҡ эйәрҙе. Ғайса ун ике шәкертен ҡабаттан ситкә саҡырып, Үҙ башына төшәсәк хәлдәр хаҡында һөйләй башланы:
33 – Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итеп, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. 34 Тегеләр Уны мыҫҡыллар, өҫтөнә төкөрөр, ҡамсылар һәм үлтерер. Ләкин Ул, өс көн үткәс, терелеп торор.

 

Яҡуб менән Яхъяның үтенесе

 

35 Уның янына Зеведейҙың улдары Яҡуб менән Яхъя килде.
– Остаз, теләгебеҙҙе үтәһәң ине, – тине улар.
36 – Һеҙҙең өсөн нимә эшләйем һуң?
37 Улар былай тип яуапланы:
– Һин данлы бөйөклөккә өлгәшкәс, беҙҙе Үҙең менән йәнәшә ултыртһаң ине: беребеҙҙе – уң яғыңа, икенсебеҙҙе – һул яғыңа.
38 – Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы үҙегеҙ ҙә аңламайһығыҙ, – тине Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап кәсәһенән һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы, йәки Мин ҡабул итәһе сумдырылыуҙы һеҙ ҙә үтә алырһығыҙмы?
39 – Алырбыҙ, – тип яуап бирҙе улар.
– Мин эсәһе кәсәнән эсерһегеҙ, Мин ҡабул итәһе сумдырылыуҙы үтерһегеҙ. 40 Ә инде уң яғыма йәки һул яғыма ултыртыу Минән тормай. Унда был урындар кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ, – тине Ғайса уларға.
41 Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең Яҡуб менән Яхъяға асыуҙары килде. 42 Ә Ғайса уларҙы саҡырып былай тине:
– Беләһегеҙ, халыҡтарҙың етәкселәре тип һаналғандар улар өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм башлыҡтар ҙа уларға баш була. 43 Ләкин һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын 44 һәм арағыҙҙа беренсе булырға теләүсе һәммәгеҙгә ҡол булһын. 45 Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм күптәрҙе йолоп алыр өсөн Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә килде.

 

Ғайсаның һуҡыр Вартимейҙы һауыҡтырыуы

 

46 Улар Иерихон ҡалаһына килде. Ғайса шәкерттәре һәм күп һанлы халыҡ төркөмө менән бергә Иерихондан сығып барғанда, юл ситендә Вартимей (йәки Тимей улы) тигән һуҡыр хәйерсе ултыра ине. 47 Үтеп барыусының назаралы Ғайса икәнен ишетеп, ул ҡысҡыра башланы:
– Дауыт Улы Ғайса, миңә мәрхәмәтле булһаңсы!
48 Күптәре уны әрләп, өндәшмәҫкә ҡушты, ләкин ул тағы ла көслөрәк итеп:
– Дауыт Улы, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы.
49 Ғайса туҡтап:
– Саҡырығыҙ уны! – тине.
– Ҡурҡма, тор, Ул һине саҡыра, – тип һуҡырҙы саҡырҙылар.
50 Һуҡыр кеше, өҫ кейемен сисеп ташлап, һикереп торҙо ла Ғайса янына килде.
51 – Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны Ғайса унан.
– Остаз, күҙҙәрем күрһен ине! – тине һуҡыр.
52 Ғайса уға:
– Бар, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине.
Был кеше шунда уҡ күрә башланы һәм юл буйлап Ғайсаға эйәрҙе.

 

11

 

Тантаналы рәүештә Иерусалимға инеү

 

1 Иерусалимға яҡынлашҡанда, Виффагиянан һәм Вифаниянан йыраҡ түгел, Зәйтүн тауы янында, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.
2 – Ҡаршылағы анау ауылға барығыҙ, – тине уларға. – Унда инеү менән бәйҙә торған һәм бығаса һис кем атланмаған йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ. 3 Әгәр ҙә берәйһе: «Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?» – тип һораһа, «Ул Хужаға кәрәк, Хужа уны тиҙ үк ҡайтарып бирер», – тип әйтегеҙ.
4 Шәкерттәре, урам буйында ишек алдына бәйләп ҡуйылған йәш ишәкте тапты. Улар уның бәйен сискәндә, 5 шунда торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре уларҙан:
– Ниңә һеҙ ишәкте бәйҙән ысҡындыраһығыҙ? – тип һораны.
6 Ғайса ҡушҡанса яуап ҡайтарғас, тегеләр уларҙы тотҡарламаны. 7 Ишәкте Ғайса янына алып килеп, өҫ кейемдәрен уның өҫтөнә һалдылар. Ғайса ишәккә атланды. 8 Кешеләрҙең күбеһе өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне, башҡалары иһә яландағы хөрмә ботаҡтарын һындырып һалды. 9 Алдан барыусылар ҙа, Уның артынан килеүселәр ҙә:
– Осанна![21]
Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын!
10 Атабыҙ Дауыттың яҡынлашып килгән батшалығы мөбәрәк булһын!
Бейек күктәрҙә осанна! – тип ҡысҡырҙылар.
11 Ғайса, Иерусалимға инеп, Алла Йортона йүнәлде. Барыһын да ҡарап сыҡҡас, ваҡыт инде һуң булғанлыҡтан, ун ике шәкерте менән Вифанияға китте.

 

Ғайсаның инжир ағасын ҡарғауы

 

12 Иртәгәһе көндө, Вифаниянан сыҡҡан мәлдәрендә, Ғайса асыҡҡанын тойҙо. 13 Алыҫта япраҡҡа күмелеп ултырған инжир ағасын күреп, емеше булмаҫмы, тип уның янына килде, әммә япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапманы: инжир ваҡыты етмәгәйне әле. 14 Ғайса ағасҡа:
– Һинең емешеңде бер ҡасан да һис кем ашамаһын! – тине.
Шәкерттәре быны ишетеп торҙо.

 

Алла Йортоноң таҙарыныуы

 

15 Улар Иерусалимға килде. Алла Йортона инеү менән, Ғайса ундағы һатыусылар менән һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы. 16 Алла Йорто аша үҙҙәре менән бер нәмә лә алып үтергә рөхсәт итмәне. 17 Ғайса уларҙы өйрәтеп:
– Изге Яҙмала: «Минең Йортом бар халыҡтар өсөн доға ҡылыу йорто тип аталасаҡ», – тип әйтелмәгәнме ни? Ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тине.
18 Был хаҡта ишеткәс, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Уны һәләк итеү әмәлен эҙләне. Бөтә халыҡ Уның өйрәткәндәрен таң ҡалып тыңлағанға күрә, Унан ҡурҡтылар.
19 Кис еткәс, Ғайса шәкерттәре менән ҡаланан сығып китте.

 

Ҡороған инжир ағасынан алынған үрнәк

 

20 Икенсе көндө иртән инжир ағасы янынан үтеп барғанда, уның тамырына тиклем ҡороғанын күрҙеләр. 21 Петр иһә, кисә нимә булғанын хәтерләп, Ғайсаға:
– Остаз! Ҡара әле, Һин ҡарғаған инжир ағасы ҡороған, – тине.
22 Ғайса уларға былай яуап бирҙе:
– Аллаға ышанысығыҙ булһын! 23 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә кемдер бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһә һәм күңеленән һүҙенең үтәләсәгенә икеләнеүһеҙ ышанһа, теләге бойомға ашасаҡ. 24 Шуға күрә һеҙгә әйтәм: доға ҡылғанда ни һораһағыҙ ҙа, алғанығыҙға ышанығыҙ – һәм һеҙгә бирелер. 25-26 Доға ҡылып торған саҡта, берәйһенә ҡарата үпкәгеҙ булһа, уны ғәфү итегеҙ. Шул ваҡытта Күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе кисерер[22] .

 

Ғайсаның вәкәләте тураһында һорау

 

27 Улар тағы Иерусалимға килде. Алла Йортонда йөрөгән сағында, Ғайса янына баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар килде.
28 – Быларҙы эшләргә Һинең ни хаҡың бар? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны улар.
29 – Мин һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә яуап ҡайтарһағыҙ, Мин дә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтермен. 30 Яхъяның һыуға сумдырыуы күктән инеме, әллә кешеләрҙәнме? Яуап бирегеҙ әле Миңә!
31 Тегеләр үҙ-ара:
– Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ», – тип һораясаҡ; 32 «Кешеләрҙән», – тип әйтергәме әллә? – тиештеләр.
Ләкин халыҡтан ҡурҡтылар, сөнки барыһы ла Яхъяны ысынлап та пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине.
33 Улар Ғайсаға:
– Белмәйбеҙ, – тип яуапланы.
– Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтмәйем, – тине Ғайса.

 

12

 

Йөҙөм үҫтереүселәр хаҡында ҡисса

 

1 Ғайса уларға ҡисса һөйләй башланы:
– Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған һәм, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, үҙе сит яҡҡа китеп барған. 2 Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырыр өсөн, хеҙмәтсеһен ебәргән. 3 Ә йөҙөм үҫтереүселәр, хеҙмәтсене тотоп туҡмап, буш ҡул ҡайтарған. 4 Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән. Әммә быныһының башын йәрәхәтләгәндәр, мыҫҡыл иткәндәр. 5 Тағы береһен ебәргән – уны ла үлтергәндәр. Ул ебәргән башҡалар менән дә шулай эшләгәндәр: ҡайһыһын туҡмағандар, ҡайһыһын үлтергәндәр. 6 Хужа ахыр сиктә: «Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлап, ғәзиз улын ебәргән. 7 Әммә йөҙөм үҫтереүселәр үҙ-ара: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр. 8 Улар уны тотоп алғандар, үлтергәндәр һәм йөҙөм баҡсаһынан сығарып ташлағандар.
9 Инде баҡса хужаһы нимә эшләр? Ул, килеп, йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер ҙә баҡсаны башҡаларға бирер. 10 Изге Яҙмала:
«Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш
иң мөһим мөйөш ташы булды.
11 Был Раббы тарафынан эшләнде
һәм беҙҙең өсөн ғәжәйеп хәл», –
тигәнде лә уҡыманығыҙмы әллә?
12 Ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны ҡулға алырға теләне, ләкин халыҡтан ҡурҡып, баҙнат итмәне. Шунлыҡтан Уны ҡалдырып киттеләр.

 

Ҡайсарҙыҡы – ҡайсарға, Алланыҡы – Аллаға

 

13 Бәйләнерлек һүҙ әйтмәҫме тип, бер нисә фарисейҙы һәм Ирод батша яҡлыларҙы Ғайса янына ебәрҙеләр. 14 Улар килеп:
– Остаз, Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм бер кемгә лә ярарға тырышмауыңды беләбеҙ. Кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың, әммә, дөрөҫлөктән ситкә китмәйенсә, Алла юлына өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға[23] һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы? Беҙгә түләргәме, юҡмы? – тинеләр.
15 Уларҙың ике йөҙлөлөгөн белеп, Ғайса:
– Ниңә һеҙ Миңә ау ҡораһығыҙ? Миңә динар алып килеп күрһәтегеҙ әле! – тине.
16 Уға динар бирҙеләр. Ғайса уларҙан:
– Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораны.
– Ҡайсарҙыҡы, – тине тегеләр.
17 – Ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын – Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса.
Улар Ғайсаның яуабына хайран ҡалды.

 

Үленән терелеү хаҡында һорау

 

18 Үленән терелеүҙе инҡар иткән саддукейҙар[24] Ғайса янына килеп, һорау бирҙеләр:
19 – Остаз, Муса ҡанунда беҙгә: «Әгәр ҙә кемдеңдер туғаны балаһы булмайынса үлеп китеп, ҡатыны яңғыҙ ҡалһа, ул был тол ҡатынға өйләнһен һәм үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған. 20 Ете бер туған булған. Беренсеһе өйләнгән һәм балаһы булмайынса үлеп киткән. 21 Уның ҡатынына икенсе туғаны өйләнгән һәм ул да бала күрмәйенсә үлгән. Өсөнсөһө менән дә тап шулай булған. 22 Ете бер туғандың береһе лә нәҫел ҡалдыра алмаған. Бөтәһенән аҙаҡ ҡатын да вафат булған. 23 Үлеләр терелгән ваҡытта ул ҡайһыныһының ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уның ире булған бит!
24 – Яңылышаһығыҙ, – тине уларға Ғайса. – Беләһегеҙме, ни өсөн улай? Сөнки һеҙ Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ. 25 Үлгәндәр, терелеп торғас, өйләнмәҫтәр ҙә, кейәүгә лә сыҡмаҫтар. Улар күктәге фәрештәләр кеүек буласаҡ. 26 Ә үлгәндәрҙең терелеп тороуына килгәндә, Муса китабының янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы өҙөгөндә Алланың уға: «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы», тигәнен уҡыманығыҙмы ни? 27 Алла – үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке. Һеҙ бик ныҡ яңылышаһығыҙ.

 

Иң мөһим әмер

 

28 Уларҙың бәхәсләшкәнен ишеткән һәм Ғайсаның саддукейҙарға яҡшы итеп яуап биргәнен күргән бер ҡанун белгесе Уның янына килеп:
– Бөтә әмерҙәрҙең ҡайһыһы иң мөһиме? – тип һораны.
29 – Беренсе әмер, – тип яуапланы Ғайса. – «Тыңла, Израиль! Беҙҙең Аллабыҙ Раббы – берҙән-бер Алла! 30 Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат». 31 Ә икенсеһе былай: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». Быларҙан да бөйөгөрәк әмер юҡ.
32 – Яҡшы әйттең, Остаз, – тине ҡанун белгесе. – «Алла берҙән-бер һәм Унан башҡаһы юҡ», – тип дөрөҫ әйтәһең. 33 «Уны бөтә йөрәгең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән яратыу» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек яратыу» – тулыһынса яндырылған һәм башҡа ҡорбандарҙың барыһынан да мөһимерәк.
34 Ҡанун белгесенең аҡыллы яуап биреүенә Ғайса:
– Һин Алла Батшалығынан йыраҡ түгел, – тине.
Бынан һуң бер кем дә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.

 

Мәсих кемдең Улы?

 

35 Ул, Алла Йортонда өйрәтеүен дауам итеп, былай тип һораны:
– Мәсихте Дауыт Тоҡомо тип ҡанун белгестәре нисек әйтә ала? 36 Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Дауыт үҙе үк:
«Раббы-Аллам Хужама әйтте:
„Мин дошмандарыңды
аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем,
уң яғымда ултыр“», – тип әйткән бит.
37 Дауыт үҙе Мәсихте Хужам тип исемләй. Шулай булғас, Ул нисек итеп Дауыттың Тоҡомо була ала?

 

Ике йөҙлөлөктән киҫәтеү

 

Күмәк халыҡ төркөмө Ғайсаны рәхәтләнеп тыңланы.
38 Ул Үҙенең нәсихәтендә:
– Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ. Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөгәнде, баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәнде, 39 ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа һәм мәжлестәрҙә иң түрҙә ултырырға ярата. 40 Улар тол ҡатындарҙың мөлкәтен үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен өсөн оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙар айырыуса ҡаты хөкөм ителәсәк, – тине.

 

Ярлы тол ҡатындың саҙаҡаһы

 

41 Ғайса, саҙаҡа һандығы алдында ултырған килеш, халыҡтың аҡса һалыуын күҙәтте. Байҙарҙың күбеһе мул итеп һалды. 42 Бына ярлы ғына бер тол ҡатын килеп, ике ваҡ баҡыр аҡса (бер кодрант[25] ) һалды.
43 Ғайса шәкерттәрен саҡырып, уларға:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был ярлы тол ҡатын саҙаҡа һандығына бөтәһенән дә күберәк һалды. 44 Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанын бирҙе, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙендә булғандың бөтәһен – йәшәү өсөн күпме кәрәк, шуны һалды, – тине.

 

13

 

Ахырызаман билдәләре

 

1 Ғайса Алла Йортонан сығып барғанда, шәкерттәренең береһе Уға:
– Остаз! Ҡара әле, ниндәй таштар, ниндәй күркәм биналар! – тип өндәште.
2 – Бына был мөһабәт биналарҙы күрәһеңме? – тине Ғайса. – Улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.
3 Ул Алла Йорто ҡаршыһындағы, Зәйтүн тауында ултырған саҡта, Петр, Яҡуб, Яхъя, Андрей Уның менән айырым ғына ҡалғас:
4 – Һөйлә әле беҙгә, әйткәндәрең ҡасан булыр? Уларҙың тиҙҙән ғәмәлгә ашасағын ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.
5 Ғайса һөйләй башланы:
– Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын! 6 Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Ул», – тип әйтер һәм байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырыр. 7 Яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишеткәндә ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был әле ахыры түгел. 8 Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән ер тетрәп торор, аслыҡ та булыр. Былар – тулғаҡ тотоу ғазаптарының башланыуы ғына.
9 Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар. 10 Әммә уға тиклем бөтә халыҡтарға Һөйөнөслө Хәбәр еткерелергә тейеш. 11 Һеҙҙе хөкөмгә алып барғанда иһә, нимә һөйләргә, тип алдан борсолмағыҙ: шул мәлдә телегеҙгә ни бирелһә, шуны һөйләгеҙ. Сөнки һеҙ түгел, һеҙҙең урынға Изге Рух һөйләр.
12 Туған туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер. 13 Минең арҡала бөтәһе лә һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.
14 Ә инде һеҙ «ташландыҡ хәлдә ҡалдырыусы сирҡаныс нәмәнең[26] » тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын. 15 Өй ҡыйығында булған кеше ниҙер алырға тип аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен, 16 баҫыуҙағы кеше лә өҫ кейемен алырға тип өйөнә ҡайтмаһын. 17 Ул көндәрҙә йөклө булған йәки бала имеҙгән ҡатындар ҡайғы күрер! 18 Былар ҡыш мәленә тап килмәһен ине, тип доға ҡылығыҙ. 19 Сөнки ул көндәрҙә, Алла донъяны яратҡандан алып бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ ҙур афәт килер. 20 Әгәр ҙә Раббы ул көндәрҙе ҡыҫҡартмаһа, һис кем иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин Раббы Үҙе һайлап алғандар хаҡына ул көндәрҙе ҡыҫҡартты.
21 Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки: «Ул ана унда!» – тиһә, ышанмағыҙ! 22 Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер. 23 Шуға күрә һаҡ булығыҙ – барыһын да Мин һеҙгә алдан әйттем.

 

Әҙәм Улының килеүе

 

24 Ләкин ул көндәрҙә, афәттән һуң,
«Ҡояш ҡарайыр,
ай нурын сәсмәҫ,
25 күктән йондоҙҙар ҡойолор,
һәм күк көстәре тетрәр».
26 Шул мәлдә Әҙәм Улының болоттарҙа бөйөк ҡөҙрәт һәм балҡыш менән килгәнен күрерҙәр. 27 Шул ваҡыт Ул, фәрештәләрҙе ебәреп, ерҙең дүрт тарафынан – ер ситенән алып күк ситенә тиклем – Үҙе һайлағандарҙы йыйыр.

 

Инжир ағасынан ғибрәт алыу

 

28 Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп, япраҡ ярған саҡта, һеҙ йәйҙең яҡын икәнлеген беләһегеҙ. 29 Шуның һымаҡ, ошоларҙың ғәмәлгә ашыуын күргәндә, Әҙәм Улының яҡын, ишек төбөндә генә булыуын белерһегеҙ. 30 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашҡанға тиклем, был быуын алмашынып өлгөрмәйәсәк. 31 Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ.
32 Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен бер кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә. 33 Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ[27] ! Һеҙ бит ул ваҡыттың ҡасан етәсәген белмәйһегеҙ. 34 Был сәфәргә сыҡҡан кешегә оҡшаш. Ул үҙ өйөн хеҙмәтселәренә ҡалдырып, уларҙың һәр ҡайһыһына тәғәйен эш ҡушып, ҡапҡа һаҡсыһына уяу торорға бойора. 35 Һеҙ ҙә уяу булығыҙ! Өй хужаһының ҡасан ҡайтырын белмәйһегеҙ бит: кис менәнме, төн уртаһындамы, тәүге әтәс ҡысҡырғандамы, йәиһә иртәнсәкме. 36 Көтмәгәндә ҡайтып инеп, үҙегеҙҙе йоҡлап ятҡан килеш күреп ҡалмаһын! 37 Һеҙгә әйткәндәремде бөтәһенә лә әйтәм: уяу булығыҙ!

 

14

 

Вифанияла Ғайсаға май һөртөү

 

1 Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө күмәс байрамы булырға тейеш ине. Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне. 2 «Халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын өсөн, байрам ваҡытында булмаһын», – тине улар.
3 Ғайса Вифанияла махаулы Симонда ашта саҡта, бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард[28] майы һалынған алебастр[29] һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде. Ул, һауытты ватып, майҙы Уның башына ҡойҙо. 4 Ҡайһы берәүҙәр, асыуланып, бер-береһенә:
– Ниңә был майҙы шулай әрәм итергә? 5 Уны өс йөҙҙән артыҡ динарға һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит, – тиешеп ҡатынды шелтәләнеләр.
6 Ғайса иһә уларға былай тине:
– Теймәгеҙ уға, ниңә уның хәтерен ҡалдыраһығыҙ? Минең өсөн яҡшылыҡ ҡылды бит ул. 7 Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән, теләгән мәлегеҙҙә уларға яҡшылыҡ күрһәтә алаһығыҙ, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам. 8 Ул хәленән килгәнде эшләне: Минең тәнемде алдан уҡ майлап, ерләргә әҙерләне. 9 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында һөйләйәсәктәр.

 

Йәһүҙәнең хыянаты

 

10 Шунда Йәһүҙә Искариот, ун ике шәкерттең береһе, Ғайсаны баш руханиҙар ҡулына тапшырырға ниәтләп, улар янына китте. 11 Тегеләр быны ишетеп шатланды, уға аҡса бирергә вәғәҙә итте. Йәһүҙә, Ғайсаны уларҙың ҡулына тапшырыр өсөн, уңайлы мәл эҙләй башланы.

 

Ҡотҡарылыу байрамы ашы

 

12 Сөсө күмәс байрамының Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынған тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайсанан:
– Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа ашағың килә? Беҙ барып әҙерләйек, – тип һоранылар.
13 – Ҡалаға барығыҙ, – тине Ул ике шәкертен ебәреп. – Унда һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар, уның артынан эйәрегеҙ. 14 Ул ингән өйҙөң хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ. 15 Ул һеҙгә өҫкө ҡатта әҙерләнгән йыһазлы ҙур бүлмәне күрһәтер. Беҙгә ашты шунда яраштырығыҙ.
16 Шәкерттәр ҡалаға китте һәм, бөтөнөһөн Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашын әҙерләне.
17 Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән килде. 18 Ашап ултырған мәлдә Ул:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең менән бергә ашап ултырған берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.
19 Шәкерттәре ҡайғырышып, бер-бер артлы Унан:
– Мин түгелдер бит? – тип һорай башланы.
20 Ғайса уларға былай яуап бирҙе:
– Ул ун икегеҙҙең береһе – икмәген Минең менән бер һауытҡа манып ашаусы. 21 Әҙәм УлыИзге Яҙмала яҙылғандағыса китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
22 Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, һындырып, шәкерттәренә өләште.
– Алығыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.
23 Шунан кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә бирҙе. Барыһы ла шул кәсәнән эсте.
24 – Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан. 25 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығында яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин йөҙөм шарабын башҡаса эсмәйәсәкмен, – тине Ғайса уларға.
26 Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, Зәйтүн тауына киттеләр.
27 – Һеҙ бөтәгеҙ ҙә Минән ситләшәсәкһегеҙ. Изге Яҙмала:
«Көтөүсене һәләк итермен,
һәм көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», –
тип яҙылған. 28 Әммә үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барырмын, – тине Ғайса уларға.
29 – Бөтәһе лә Һинән ситләшһә лә, мин ситләшмәм! – тине Петр.
30 – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн төндә әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тине уға Ғайса.
31 Петр тағы ла ҡатыраҡ итеп:
– Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, һинән ваз кисмәйәсәкмен! – тине.
Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине.

 

Ғайсаның Гефсимания баҡсаһында доға ҡылыуы

 

32 Улар Гефсимания тип аталған урынға килде. Унда Ғайса шәкерттәренә:
– Һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ, Мин доға ҡылып алайым, – тине.
33 Ул Үҙе менән Петрҙы, Яҡубты һәм Яхъяны алды. Уны ҡурҡыу һәм хәүеф солғап алды. 34 Ғайса шәкерттәренә былай тине:
– Йәнем үлемесле әрней. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ һәм уяу булығыҙ!
35 Ул ситкәрәк китте лә, ергә йөҙтүбән йығылып, был ғазаплы сәғәт, мөмкин булһа, Үҙен урап үтһен ине, тип доға ҡыла башланы:
36 – Абба[30] , Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәрсе! Әммә Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.
37 Ғайса әйләнеп килгәндә, өс шәкерте лә йоҡлай ине.
– Симон, йоҡлап ятаһыңмы? Йоҡламайынса бер генә сәғәт тә тора алманыңмы ни? – тине Ул Петрға. – 38 Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!
39 Ғайса тағы ситкә китте, шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп, доға ҡылды. 40 Ҡабат әйләнеп килгәндә, шәкерттәре йәнә йоҡлай ине: уларҙың күҙҙәрен йоҡо баҫҡайны. Улар Ғайсаға ни әйтергә лә белмәне. 41 Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, уларға:
– Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? Етте! Ваҡыт килде: бына Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тапшырыла. 42 Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә, – тине.

 

Ғайсаны ҡулға алыу

 

43 Ул һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар тарафынан ебәрелгән ҡылыс һәм суҡмарҙар тотҡан кешеләр төркөмө бар ине. 44 Хыянатсы: «Мин үпкән кеше Ул булыр. Уны тотоғоҙ ҙа ышаныслы һаҡ аҫтында алып китегеҙ», – тип әйтеп, улар менән алдан уҡ һүҙ ҡуйышҡайны. 45 Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә:
– Остаз! – тип Уны үбеп алды.
46 Ғайсаны шунда уҡ тотоп, ҡулға алдылар. 47 Ғайсаның эргәһендәгеләрҙең береһе ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө.
48 – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? 49 Көн һайын Алла Йортонда арағыҙҙа булдым, өйрәттем, ә һеҙ Мине тотманығыҙ. Әммә Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын! – тине Ғайса.
50 Шул саҡ барыһы ла Уны ташлап ҡасып китте.
51 Яланғас тәненә япма бөркәнгән бер егет Ғайса артынан эйәрҙе. Уны тотоп алдылар, 52 ләкин ул, япмаһын тегеләрҙең ҡулында ҡалдырып, яланғас хәлдә ҡасып китте.

 

Ғайса Юғары кәңәшмә алдында

 

53 Ғайсаны иң баш рухани алдына алып килделәр. Унда бөтә баш руханиҙар, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. 54 Петр иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш руханиҙың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ул унда һаҡсылар менән бергә усаҡ янына ултырып йылына башланы. 55 Баш руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү өсөн, Уға ҡаршы шаһитлыҡ эҙләне, ләкин таба алманы. 56 Күптәр Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылды, әммә уларҙың дәлилдәре бер-береһенә тап килмәне. 57 Ҡайһы берәүҙәр, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ биреп:
58 – Беҙ Уның: «Мин кеше ҡулы менән һалынған ошо Алла Йортон емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн», – тигәнен ишеттек, – тинеләр.
59 Ләкин уларҙың был дәлилдәре лә бер-береһенә тап килмәне.
60 Шул мәлдә иң баш рухани уртаға сығып Ғайсанан:
– Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны.
61 Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш рухани Унан тағы:
– Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? – тип һораны.
62 – Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ!
63 Иң баш рухани кейемен йыртып ебәрҙе:
– Ниңә беҙгә тағы шаһиттар кәрәк? 64 Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен үҙегеҙ ишеттегеҙ! Нимә уйлайһығыҙ был хаҡта?
Бөтәһе лә, Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, тигән фекер менән килеште. 65 Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан уны һаҡсылар туҡмарға тотондо.

 

Петрҙың Ғайсанан ваз кисеүе

 

66 Был ваҡытта Петр аҫта, ихатала ине. Иң баш руханиҙың хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе килде лә, 67 усаҡ янында йылынып ултырған Петрҙы күреп, уға текләп ҡараны:
– Һин дә назаралы Ғайса менән булдың бит, – тине.
68 Әммә Петр:
– Мин бер ни ҙә белмәйем, һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тип инҡар итте лә ихатанан тышҡа уҡ сығып китте. Ошо мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.
69 Хеҙмәтсе ҡыҙ уны тағы күреп ҡалды һәм үҙ янында торғандарға:
– Был кеше – уларҙың береһе, – тине.
70 Петр тағы ваз кисте. Бер аҙҙан шунда торғандар уға:
– Һин ысынлап та уларҙың береһе. Һин дә Галилеянан бит! – тинеләр.
71 Ә Петр:
– Мин һеҙ һөйләгән ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы.
72 Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петр Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе.

 

15

 

Ғайса Пилат алдында

 

1 Иртән үк баш руханиҙар менән аҡһаҡалдар, ҡанун белгестәре һәм бөтә Юғары кәңәшмә бергә йыйылышып кәңәш ҡорҙолар ҙа, Ғайсаны бәйләп, Пилатҡа алып барып тапшырҙылар.
2 – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилат.
– Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуап бирҙе Ғайса.
3 Баш руханиҙар Уны күп нәмәләрҙә ғәйепләне. 4 Пилат Унан тағы:
– Бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны. – Ҡара, нисек ғәйепләйҙәр Һине!
5 Ләкин Ғайса яуап итеп бер ни өндәшмәне. Быға Пилат бик ныҡ ғәжәпләнде.

 

Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү

 

6 Пилат, байрам айҡанлы, халыҡ һораған бер тотҡондо азат итә торғайны. 7 Ул саҡта ихтилал ваҡытында кеше үлтергән фетнәселәр төрмәгә ябылғайны. Улар араһында Варавва тигән тотҡон да бар ине. 8 Халыҡ төркөмө, Пилат янына килеп, уның ғәҙәттәгесә эш итеүен һорай башланы.
9 – Һеҙгә йәһүдтәр Батшаһын азат итеп биреүемде теләйһегеҙме? – тип һораны Пилат уларҙан, 10 сөнки ул баш руханиҙарҙың Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биреүҙәрен белә ине. 11 Әммә баш руханиҙар, Ғайсаны түгел, Варавваны азат итеүен талап итегеҙ, тип халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны.
12 – Ә һеҙ йәһүдтәр Батшаһы тип атаған кешене нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилат йәнә.
13 – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар.
14 – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? – тип һораны уларҙан Пилат.
Әммә улар тағы ла нығыраҡ ҡысҡырышты:
– Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат!
15 Пилат, халыҡҡа ярарға тырышып, уларға Варавваны азат итте, ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы.

 

Ғайсаны мыҫҡыллау

 

16 Ғәскәриҙәр, Уны идарасы һарайының, йәғни преториумдың ихатаһына индереп, барлыҡ ғәскәрҙе шунда саҡырҙы. 17 Улар Ғайсаға ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге кейем кейҙереп, башына сәнскәк ботаҡтарынан үрелгән таж һалдылар ҙа:
18 – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип тәбрикләргә керештеләр.
19 Уның башын таяҡ менән туҡманылар, өҫтөнә төкөрҙөләр, алдына тубыҡланып, Уға баш эйҙеләр. 20 Шулай мыҫҡыллағандан һуң, Ғайсаның өҫтөндәге ҡуйы ҡыҙыл кейемде систереп, Үҙенең кейемдәрен кейҙерҙеләр ҙә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға алып киттеләр.

 

Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау

 

21 Улар баҫыуҙан ҡайтып килгән Киринея кешеһе Симонды – Искәндәр менән Руфтың атаһын – Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр итте. 22 Ғайсаны Голгофа, йәғни тәржемәлә «Баш һөйәге урыны» тип аталған урынға алып килделәр. 23 Уға мирра[31] ҡатыш шарап бирҙеләр, ләкин Ул эсмәне. 24 Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар һәм, кемгә нимә тейер, тип йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлештеләр.
25 Уны ҡаҙаҡлағанда иртәнге сәғәт туғыҙ ине. 26 Ғайсаның ғәйебен күрһәтеүсе яҙыуҙа: «Йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны. 27-28 Ғайса менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – ҡаҙаҡланылар[32] .
29 Үтеп-һүтеп йөрөүселәр иһә, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл итеп:
– Эй Һин, Алла Йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе! 30 Үҙеңде Үҙең ҡотҡар, төш арҡысаҡтан! – тинеләр.
31 Шулай уҡ ҡанун белгестәре менән баш руханиҙар ҙа Уны мыҫҡыллап, бер-береһенә:
– Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай. 32 Мәсих, имеш, Израиль Батшаһы! Хәҙер күҙ алдыбыҙҙа арҡысаҡтан төшһөн, ана шунда ғына беҙ Уға ышанырбыҙ! – тинеләр.
Хатта Уның менән бергә ҡаҙаҡланғандар ҙа Уны мәсхәрә итте.

 

Ғайсаның үлеме

 

33 Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. 34 Ә сәғәт өстә Ғайса көслө тауыш менән:
– Элои, Элои, лама савахфани? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был «Эй, Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың?» тигәнде аңлата.
35 Бында тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Уның һүҙҙәрен ишетеп:
– Ана, Ильясты саҡыра! – тиеште. 36 Ә береһе, йүгереп килеп һыу һеңдергесте әсе шарапҡа манды ла, уны таяҡҡа элеп, Ғайсаға эсергә бирҙе.
– Туҡтағыҙ! Әйҙә ҡарайыҡ: Ильяс Уны арҡысаҡтан төшөрөргә килерме икән? – тине.
37 Ғайса көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә, йән бирҙе. 38 Алла Йортондағы шаршау өҫтән аҫҡаса урталай йыртылып китте. 39 Арҡысаҡ ҡаршыһында торған йөҙбашы, Ғайсаның шулай йән биреүен күргәс:
– Был Кеше ысынлап та Алла Улы булған икән! – тине.
40 Был хәлдәргә йыраҡтан ғына ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарап торҙо. Улар араһында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, шулай уҡ кесе Яҡуб менән Иосияның әсәһе Мәрйәм һәм Саломия ла бар ине. 41 Ғайса Галилеяла булған саҡта, был ҡатындар Уға эйәреп йөрөгәйне һәм хеҙмәт иткәйне. Бында Уның менән бергә Иерусалимға килгән күп кенә бүтән ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине.

 

Ғайсаны ҡәбергә һалыу

 

42 Кис етеп килә ине. Ул көн байрамға әҙерлек көнө, йәғни шәмбе алды булды. 43 Юғары кәңәшмәнең арҙаҡлы ағзаһы, Аримафейҙан Йософ – ул да Алла Батшалығы килеүен көтә ине – Пилат алдына инергә баҙнат итеп, Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. 44 Пилат Ғайсаның шулай тиҙ үлгәненә аптыраны. Йөҙбашын саҡырып:
– Күптән үлдеме? – тип һораны. 45 Йөҙбашы быны раҫлағас, Пилат Йософҡа Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт итте. 46 Йософ етен туҡыма һатып алды, кәүҙәне, арҡысаҡтан төшөрөп, уға ураны һәм таш ҡаяны өңөп яһалған ҡәбергә алып барып һалды. Шунан ул ҡәбер ауыҙына бер таш терәп ҡуйҙы. 47 Ә магдалалы Мәрйәм менән Иосияның әсәһе Мәрйәм Ғайсаның ҡайҙа һалынғанын күҙәтеп торҙо.

 

16

 

Ғайсаның үленән терелеүе

 

1 Шәмбе көнө уҙғас, магдалалы Мәрйәм, Яҡубтың әсәһе Мәрйәм һәм Саломия, Ғайсаның кәүҙәһен майлау өсөн хуш еҫле майҙар һатып алды. 2 Аҙнаның беренсе көнөндә иртән иртүк, ҡояш сығыу менән улар ҡәбер янына килде. 3 Юлда бер-береһенә:
– Ҡәбер ауыҙына терәп ҡуйылған ташты беҙгә кем шылдырып бирер икән? – тиештеләр.
4 Килеп еткәс ҡараһалар – таш ситкә ауҙарылғайны. Ә ул таш бик ҙур ине. 5 Ҡәбер эсенә инеү менән, уң яҡта ултырған аҡ кейемле бер егетте күреп, ҡоттары осто.
6 – Ҡурҡмағыҙ! – тине егет уларға. – Һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелде, Ул бында юҡ. Бына Ул ятҡан урын. 7 Һеҙ барып Уның шәкерттәренә һәм Петрға: «Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Үҙе әйткәнсә, Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ.
8 Ҡатындар, ҡәбер эсенән сыҡҡас, аптырауҙан ҡалтырана-ҡалтырана тороп йүгерҙеләр, бер кемгә бер ни әйтмәнеләр, сөнки улар бик ныҡ ҡурҡҡайны[33] .

 

Ғайсаның магдалалы Мәрйәмгә күренеүе

 

9 Аҙнаның беренсе көнөндә, иртән иртүк, үленән терелеп торғас, Ғайса иң тәүҙә магдалалы Мәрйәмгә күренде. Ул был ҡатындың эсенән ете енде ҡыуып сығарғайны. 10 Мәрйәм Ғайсаны күреүе тураһында элек Уның менән бергә булғандарға хәбәр итте. Улар, хәсрәткә төшөп, илай инеләр, 11 Ғайсаның иҫән булыуын һәм Мәрйәмдең Уны күреүен ишетһәләр ҙә, ышанманылар.
12 Бынан һуң шәкерттәрҙең икеһенә, ауылға китеп барғандарында, Ғайса башҡа ҡиәфәттә күренде. 13 Улар, ҡайтҡас, был турала бүтәндәргә хәбәр итте, ләкин уларға ла ышанманылар.
14 Ниһайәт, Ғайса ашап ултырған ун бер шәкертенә күренде. Уларҙы ышанмағандары, күңелдәренең ҡаты булғаны өсөн шелтәләне, сөнки улар үленән терелеп торған Ғайсаны күргән кешеләргә ышанманы.

 

Ғайсаның шәкерттәренә йомошо

 

15 Ғайса уларға:
– Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ. 16 Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмаған иһә хөкөм ителәсәк. 17 Иманға килгәндәрҙе ошо билдәләр оҙатып йөрөр: улар Минең исемемде әйтеп, ендәрҙе ҡыуып сығарыр, яңы телдәрҙә һөйләшер, 18 ҡулдарына йылан алһалар ҙа, ағыулы нәмә эсһәләр ҙә, зарарын күрмәҫтәр; ауырыу кешеләргә ҡулдарын ҡуйһалар, улар һауығыр.
19 Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы. 20 Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы.

 

 

 

Лука

ЛУКА БӘЙӘН ИТКӘН ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘР

 

 

1

 

1 Арабыҙҙа булып үткән ваҡиғаларҙы күптәр хикәйәләй башланы. 2 Был хәлдәрҙе улар тәүге көндәрҙән үк шаһит һәм һүҙ хеҙмәтселәре булған кешеләрҙең һөйләгәндәренән сығып яҙҙы. 3 Шуға күрә мин дә, хөрмәтле Феофил, бөтәһен дә баштан алып ентекләп өйрәнгәндән һуң, эҙмә-эҙлекле итеп бәйән итергә булдым. 4 Был һиңә үҙеңә өйрәтелгәндәрҙең ышаныслы булыуын күрһәтеп бирер.

 

Сумдырыусы Яхъяның тыуасағы тураһындағы хәбәр

 

5 Йәһүҙиәлә, Ирод батша заманында, руханиҙарҙың Авия төркөмөнән Зәкәриә исемле бер рухани йәшәгән. Уның Елизавета исемле ҡатыны ла, шулай уҡ, Һарун руханиҙың нәҫеленән булған. 6 Улар икеһе лә Раббының әмерҙәрен дә, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналған. 7 Елизаветаның түлһеҙлеге арҡаһында уларҙың балалары булмаған һәм улар икеһе лә оло йәшкә еткән.
8 Бер ваҡыт, Зәкәриә үҙ төркөмөнөң сираты буйынса Алла Йортонда рухани хеҙмәтен башҡарғанда, 9 руханиҙар араһындағы ғәҙәткә таянып йәрәбә һалынған һәм Раббы Йортона инеп хуш еҫле сайыр яндырыу йолаһын башҡарыу Зәкәриәгә төшкән. 10 Ул хуш еҫле сайыр яндырған саҡта халыҡ Алла Йортоноң тыш яғында доға ҡылған. 11 Шул ваҡыт Зәкәриә алдында, хуш еҫле сайыр яндырыла торған урындың уң яғында, Раббының фәрештәһе пәйҙә булған. 12 Уны күргәс, Зәкәриә ҡаушап ҡалған һәм уны ҡурҡыу солғап алған. 13 Фәрештә уға былай тигән:
– Ҡурҡма, Зәкәриә! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Елизавета һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш. 14 Йөрәгең һөйөнөс һәм шатлыҡ менән тулыр, күптәр уның тыуыуына ҡыуаныр. 15 Ул Раббы алдында бөйөк булыр, шарап һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫ, әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ Изге Рух менән һуғарылыр. 16 Ул Израиль халҡының күбеһен Раббыға, үҙҙәренең Аллаһына, кире ҡайтарыр. 17 Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Аталарҙы һәм балаларҙы татыулаштырыр, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббыға тап килерлек итеп әҙерләр.
18 Зәкәриә фәрештәнән:
– Мин бының шулай булырын нисек белә алам? – тип һораған. – Ҡартмын бит инде, ҡатыным да оло йәштә.
19 Фәрештә уға:
– Мин – Алла тәхете алдында тороусы Ябраил. Һиңә ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе белдереү өсөн ебәрелдем. 20 Әйткәндәрем үҙ мәлендә тормошҡа ашасаҡ, ә бына миңә ышанмағаның өсөн, һүҙҙәрем бойомға ашҡанға тиклем, һин телдән яҙырһың һәм һөйләшә алмаҫһың, – тип яуаплаған.
21 Халыҡ Зәкәриәне көтөп торған һәм уның Алла Йортонда оҙаҡлауына аптыраған. 22 Ул иһә, Алла Йортонан сыҡҡас, улар менән һөйләшә алмаған. Халыҡ уның Алла Йортонда илаһи күренмешкә тап булыуын аңлаған. Зәкәриә, телдән яҙып торғанлыҡтан, улар менән ым-ишара аша ғына аңлашҡан.
23 Хеҙмәт итеү көндәре тамамланғас, үҙ өйөнә ҡайтҡан. 24 Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатыны Елизавета ауырға ҡалған, биш ай буйы өйөнән сыҡмаған.
25 – Раббы быны минең өсөн, минең турала хәстәрлек күреп эшләне. Бының менән Ул кешеләр алдындағы хурлығымды бөтөрҙө, – тигән ул.

 

Ғайса Мәсихтең тыуасағы тураһындағы хәбәр

 

26 Елизаветаның ауырға ҡалыуына алтынсы ай киткәс, Алла Ябраил фәрештәне Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһына, 27 Мәрйәм исемле ҡыҙ янына ебәргән. Мәрйәм Дауыт нәҫеленән булған Йософ атлы ир менән йәрәшелгән булған. 28 Фәрештә Мәрйәм янына килеп:
– Именлек һиңә, Алланың мәрхәмәтен алыусы! Раббы һинең менән! – тип өндәшкән.
29 Мәрйәм, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, аптырап ҡалған һәм уларҙың мәғәнәһенә төшөнөргә тырышҡан. 30 Фәрештә һүҙен дауам иткән:
– Ҡурҡма, Мәрйәм! Алла һиңә мәрхәмәт күрһәтте. 31 Ауырға ҡалырһың һәм Ул табырһың. Уға Ғайса[1] тип исем ҡуш. 32 Ул бик бөйөк булыр һәм Аллаһы Тәғәләнең Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға ата-бабаһы Дауыттың тәхетен бирер. 33 Ул Яҡуб нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер һәм Уның батшалығының аҙағы булмаҫ.
34 – Нисек инде, минең ирҙәр менән яҡын мөнәсәбәттә булғаным да юҡ бит? – тигән Мәрйәм.
35 – Һиңә Изге Рух төшөр һәм Аллаһы Тәғәлә һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап биргән уға фәрештә. – 36 Бына Елизавета туғаның да, ауырға ҡала алмай тип әйтһәләр ҙә, ҡарт көнөндә ир балаға ауырға уҙҙы, хәҙер алтынсы айға китте, 37 сөнки Алла булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ.
38 – Мин – Раббының хеҙмәтсеһе, нисек әйтһәң, шулай булһын! – тигән Мәрйәм.
Шунан һуң фәрештә уның янынан киткән.

 

Мәрйәмдең Елизавета менән осрашыуы

 

39 Күп тә үтмәгән, Мәрйәм ашығыс рәүештә таулы Йәһүҙиәлә урынлашҡан бер ҡалаға киткән. 40 Унда Зәкәриә йәшәгән. Мәрйәм, уның өйөнә инеп, Елизавета менән иҫәнләшкән. 41 Мәрйәмдең сәләмләүен ишеткәс, Елизаветаның ҡарынындағы балаһы тулғанып ҡуйған. Елизавета Изге Рух менән һуғарылған.
42 – Ҡатын-ҡыҙҙар араһында һин иң фатихалыһы, һинең тыуасаҡ балаң да фатихалы! – тип өндәшкән Елизавета көслө тауыш менән. – 43 Ҡайҙан килә миңә бындай хөрмәт – Хужамдың әсәһе үҙе яныма килгән! 44 Һинең сәләмләүеңде ишетеүгә, ҡарынымдағы балам да шатлығынан тулғанып ҡуйҙы. 45 Һин бәхетле ҡатын, сөнки Раббы тарафынан һиңә әйтелгән һүҙҙәрҙең бойомға ашасағына ышанғанһың!

 

Мәрйәмдең мәҙхиә һүҙҙәре

 

46 Мәрйәм былай тип әйткән:
– Күңелем минең Раббыны данлай,
47 Рухым Алланы, Ҡотҡарыусымды уйлап шатлана,
48 Ул Үҙенең күндәм хеҙмәтсеһенә иғтибар итте.
Бынан һуң барлыҡ быуындар ҙа мине бәхетле тип атар,
49 сөнки ҡөҙрәт Эйәһе минең өсөн бөйөклөк ҡылды –
Уның исеме изге.
50 Ул Үҙен ихтирам итеүселәргә
быуындан-быуынға шәфҡәт күрһәтеп килә.
51 Ул Үҙенең ҡулы менән бөйөк эштәр башҡарҙы,
тәкәббер уй йөрөткән кешеләрҙе тарҡатты.
52 Ул түрәләрҙе тәхеттәренән төшөрҙө,
түбән заттарҙы күтәрҙе.
53 Астарҙы яҡшы нәмәләр менән туйындырҙы,
байҙарҙы буш ҡул ебәрҙе.
54-55 Ата-бабаларыбыҙға – Ибраһимға һәм уның нәҫеленә
мәңгелеккә биргән вәғәҙәһе буйынса,
Ул Үҙенең хеҙмәтсеһе Израилгә ярҙам иткән
һәм мәрхәмәт күрһәткән.
56 Мәрйәм өс айға яҡын Елизавета янында булғандан һуң, өйөнә ҡайтҡан.

 

Сумдырыусы Яхъяның тыуыуы

 

57 Елизаветаның бала табыр ваҡыты еткән һәм ул ир бала тыуҙырған. 58 Күршеләре менән туғандары, Раббының Елизаветаға оло шәфҡәт күрһәткәнен ишетеп, уның менән бергә ҡыуанған. 59 Һигеҙенсе көндә улар баланы сөннәткә ултыртырға килгән һәм атаһының исеме менән Зәкәриә тип атарға уйлаған. 60 Әммә баланың әсәһе ҡаршы төшкән:
– Юҡ, уның исеме Яхъя булырға тейеш.
61 – Һинең туғандарың араһында ундай исемле бер кем дә юҡ бит, – тигән улар Елизаветаға. 62 Ым-ишара менән баланың атаһынан ниндәй исем ҡушырға теләүен һорағандар. 63 Зәкәриә яҙыу таҡтаһы һорап алған да: «Уның исеме – Яхъя» тип яҙған. Быға барыһы ла аптырашта ҡалған. 64 Шул мәлдә үк Зәкәриәнең теле асылған һәм ул, Алланы данлап, һөйләшә башлаған. 65 Зәкәриә менән Елизаветаның бар күрше-күләне ҡурҡыуға төшкән, ә Йәһүҙиәнең таулы ерҙәре буйлап ошо ваҡиғаларҙың барыһы тураһында хәбәр таралған. 66 Был хаҡта ишеткән һәр береһе: «Был бала кем булыр икән?» – тигән уйға килгән.
Сөнки Раббы ҡөҙрәтенең бала менән булыуы күренеп торған.

 

Зәкәриәнең пәйғәмбәрлеге

 

67 Яхъяның атаһы Зәкәриә, Изге Рух менән һуғарылып, пәйғәмбәрлек итеп былай тигән:
68 – Раббыны, Израилдең Аллаһын данлайыҡ!
Ул халҡына ярҙамға килде һәм уны азат итте,
69 Үҙенә хеҙмәт итеүсе Дауыт нәҫеленән булған
ҡеүәтле Ҡотҡарыусыны ебәрҙе.
70 Был турала Ул бик күп йылдар элек
Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткәйне.
71 Хәҙер беҙ дошмандарыбыҙҙан һәм беҙгә ҡарата
нәфрәт йөрөтөүселәрҙән ҡотҡарыласаҡбыҙ.
72 Шулай Алла атай-олатайҙарыбыҙға шәфҡәт күрһәтә,
Үҙе төҙөгән изге килешеүҙе –
73 атабыҙ Ибраһимға биргән антын – иҫендә тота:
74 Ул беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотолдорғас,
бер нәмәнән дә ҡурҡмайынса,
75 ғүмеребеҙҙең бар көндәрендә Уның алдында
изге һәм тәҡүә булып хеҙмәт итә аласағыбыҙҙы вәғәҙәләне.
76 Ә һин, Сабый, Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәре тип аталырһың,
сөнки Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың.
77 һин Уның халҡына гонаһтары кисерелеүе аша
ҡотолоуҙары хаҡында белдерерһең.
78 Алланың шәфҡәте мул,
шуның өсөн беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ.
79 Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға
яҡтылыҡ нуры һибәсәк һәм беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк.
80 Бала иһә үҫкән һәм рухи яҡтан нығынған. Израиль халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүллектә йәшәгән.

 

2

 

Ғайсаның тыуыуы

 

1 Ул көндәрҙә Август ҡайсар[2] тарафынан тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороҡ бирелгән. 2 Был халыҡ иҫәбен алыу тәүге тапҡыр, Сүриә менән Квириний идара иткән мәлдә үткәрелгән. 3 Иҫәпкә алыныр өсөн һәр береһе үҙ ҡалаһына киткән.
4 Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Вифлеемға – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланған, сөнки Дауыт нәҫеленән булған. 5 Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барған. Мәрйәм ауырлы булған. 6 Улар Вифлеемда саҡта Мәрйәмдең бала табыр мәле еткән. 7 Мәрйәм үҙенең беренсе балаһын – Улын тыуҙырған. Ул Уны, йүргәккә төрөп, мал утлыҡсаһына һалған, сөнки ҡунаҡханала урын булмаған.

 

Көтөүселәр һәм фәрештәләр

 

8 Бер нисә көтөүсе ошо төндә шул тирәләге яланда һарыҡ көткән. 9 Ҡапыл улар алдында Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булған һәм уларҙы Раббының данлы балҡыуы солғап алған. Көтөүселәр бик ныҡ ҡурҡҡан.
10 – Ҡурҡмағыҙ! – тигән уларға фәрештә. – Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем: 11 Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Раббы. 12 Бына ошо билдә аша һеҙ Баланы танырһығыҙ: Ул мал утлыҡсаһында биләүле ятыр.
13 Ҡапыл фәрештә янында бик күп фәрештәләр – күк ғәскәре – пәйҙә булған, улар Алланы данлаған:
14 – Бейек күктәрҙәге Аллаға дан!
Алланың Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләренә
ерҙә именлек булһын!
15 Фәрештәләр күккә күтәрелгәндән һуң, көтөүселәр бер-береһенә:
– Әйҙәгеҙ, Вифлеемға барайыҡ, Раббы әйткән урында булып, был хәлде күрәйек, – тигәндәр.
16 Улар ашығып Вифлеемға килгән, унда Мәрйәм менән Йософто һәм мал утлыҡсаһында ятҡан Баланы тапҡан. 17 Сабыйҙы күргәс, Уның тураһында үҙҙәренә хәбәр ителгәнде һөйләп биргәндәр. 18 Көтөүселәрҙең һөйләгәнен тыңлап тороусыларҙың барыһы ла хайран ҡалған. 19 Мәрйәм иһә быларҙың бөтәһен дә йөрәгенә һалып ҡуйған һәм шул хаҡта уйлап йөрөгән.
20 Көтөүселәр, ишеткән һәм күргәндәренең барыһы өсөн дә Алланы данлап һәм маҡтап, көтөүҙәре янына ҡайтҡан. Барыһы ла фәрештә әйткәнсә булған.

 

Ғайсаны Раббы алдына килтереү

 

21 Һигеҙ көн үтеп, Баланы сөннәткә ултыртыу ваҡыты еткәс, уға Ғайса тип исем ҡушҡандар. Мәрйәм балаға уҙғанға тиклем үк фәрештә Уға ошо исемде биргән булған.
22 Муса ҡануны буйынса таҙарыныу йолаһын үтәү ваҡыты еткәс, Раббы алдына килтереү өсөн, Мәрйәм менән Йософ Баланы Иерусалимға алып барған, 23 сөнки Раббының ҡанунында: «Һәр беренсе тыуған ир бала Раббыға бағышланырға тейеш», – тип яҙылған. 24 Шулай уҡ, Раббы ҡанунында әйтелгәнсә, ике урман күгәрсенен йәки ике күгәрсен балаһын ҡорбан итеп килтерергә тейеш булғандар.

 

Симеон менән Аннаның фатихаһы һәм вәғәзе

 

25 Ошо ваҡытта Иерусалимда Симеон исемле тәҡүә һәм Алланы ололаусы бер кеше йәшәгән. Ул Израилгә йыуаныс килерен көтөп ғүмер иткән, Изге Рух менән һуғарылған булған. 26 Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә, үлмәйәсәкһең», – тип әйткән. 27 Симеон Изге Рухтың ҡушыуы буйынса Алла Йортона килгән. Атаһы менән әсәһе Муса ҡанунында бойоролғанды үтәү өсөн Баланы Алла Йортона алып килгәс, Ул 28 Сабыйҙы ҡулдарына алған да, Алланы данлап былай тигән:
29 – Хәҙер инде, Хаким, Һиңә хеҙмәт итеүсе был донъянан именлек менән китә ала, сөнки вәғәҙәңде үтәнең.
30 Мин Һинең ҡотолоуыңды
үҙ күҙҙәрем менән күрҙем,
31 уны Һин бөтә халыҡтар алдында әҙерләнең.
32 Ул – мәжүсиҙәргә асылыш алып килеүсе яҡтылыҡ һәм Һинең Израиль халҡыңдың Даны.
33 Ғайсаның атаһы менән әсәһе Симеондың Бала тураһында әйткән һүҙҙәренә ғәжәпкә ҡалған. 34 Симеон уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә:
– Был Бала, Израилдә күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булһын өсөн, илаһи билдә итеп һайланған. Был билдәне кире ҡағырҙар, 35 шул сәбәпле күптәрҙең йөрәктәрендәге уй-фекерҙәре асылыр. Ә һинең үҙеңдең күңелең аша ҡылыс үткәндәй булыр, – тигән.
36 Унда Асир нәҫеленән Фануилдың Анна исемле пәйғәмбәр ҡыҙы ла булған. Инде өлкән йәштәге был ҡатын, кейәүгә сыҡҡас, ире менән ете йыл ғына йәшәп 37 тол ҡалған һәм уға әле һикһән дүрт йәш булған. Анна һәр ваҡыт ураҙа тотоп, доға ҡылып, Алла Йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт иткән. 38 Ошо ваҡытта Анна, улар янына килеп, Алланы данлап, Иерусалимдың ҡотҡарылыуын көткән кешеләрҙең бөтәһенә лә Бала тураһында һөйләп биргән.
39 Мәрйәм менән Йософ, Раббы ҡануны талаптарының бөтәһен дә үтәгәс, Галилеялағы үҙҙәре йәшәгән Назара ҡалаһына ҡайтып киткән. 40 Бала иһә үҫкән, нығынған һәм зирәк аҡыл туплаған. Уға Алла Үҙенең фатихаһын биргән.

 

Ун ике йәшлек Ғайса Алла Йортонда

 

41 Ғайсаның атаһы менән әсәһе йыл һайын Иерусалимға Ҡотҡарылыу байрамына йөрөгән. 42 Ғайсаға ун ике йәш булғанда улар, ғәҙәттәгесә, байрамға киткән. 43 Байрам көндәре тамамланғас, Йософ менән Мәрйәм ҡайтыр юлға сыҡҡан, ә үҫмер Ғайса Иерусалимда тороп ҡалған. Атаһы менән әсәһе быны һиҙмәгән, 44 башҡалар менән бергә ҡайтып киләлер, тип уйлаған. Бер көнлөк юл үткәндән һуң, Уны туғандары һәм таныш-белештәре араһынан эҙләй башлағандар. 45 Таба алмағас, Ғайсаны эҙләп Иерусалимға кире килгәндәр. 46 Өс көндән һуң Уны Алла Йортонда тапҡандар. Ул ҡанун уҡытыусылары араһында, уларҙы тыңлап, һорауҙарын биреп ултырған. 47 Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалған. 48 Атаһы менән әсәһе Уны күреп аптыраған.
– Улым! – тигән әсәһе. – Ни өсөн беҙҙең менән улай иттең? Атайың менән борсолоп, һине эҙләп бөттөк.
49 – Мине ниңә эҙләнегеҙ? Атайым Йортонда булырға тейешлегемде белмәнегеҙме ни? – тип яуап биргән Ғайса.
50 Ләкин атаһы менән әсәһе Уның әйткән һүҙҙәрен аңламаған.
51 Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтҡан һәм бар нәмәлә уларҙы тыңлаған. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡлаған. 52 Ғайса иһә үҫкән, аҡыл туплаған, Алланы ла, кешеләрҙе лә ҡыуандырған.

 

3

 

Сумдырыусы Яхъяның вәғәзләүе

 

1 Тиверий ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтий Пилат идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Ирод, уның ир туғаны Филипп Итурея һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лисаний Авилинея өлкәһе башлығы булғанда, 2 Аннас менән Каиафа иң баш руханиҙар булған осорҙа, сүллектә көн күргән Яхъяға – Зәкәриәнең улына, Алланан хәбәр килгән. 3 Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡҡан. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөгән. 4 Ишағыяпәйғәмбәр китабында яҙылғанса:
«Сүлдә тауыш яңғырай:
„Раббыға юл әҙерләгеҙ, уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ,
5 һәр йырын күмелһен,
һәр тау, һәр ҡалҡыулыҡ ер менән тигеҙләнһен;
борма юлдар турайһын,
һикәлтәле юлдар шымарһын;
6 һәм кешеләрҙең бөтәһе лә Алла ҡотҡарыуын күрер“».
7 Яхъя янына һыуға сумдырылырға[3] тип күп халыҡ килгән. Яхъя уларға:
– Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә, Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ, тине? 8 Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала. 9 Балта ағастар төбөндә ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр, – тигән.
10 Халыҡ унан:
– Беҙ нимә эшләйек һуң? – тип һораған.
11 Яхъя:
– Ике күлдәге булған кеше береһен күлдәге бөтөнләй булмағанына бирһен. Ризығы булғаны ашарына булмаған кеше менән ризығын уртаҡлашһын, – тип яуаплаған.
12 Һыуға сумдырылыр өсөн һалым йыйыусылар ҙа килгән:
– Остаз! Ә беҙгә нимә эшләргә?
13 Яхъя уларға:
– Тейешенән артығын талап итмәгеҙ, – тигән.
14 Ғәскәриҙәр ҙә унан:
– Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һорағандар.
– Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тигән Яхъя.
15 Халыҡ көсөргәнеш менән көткән һәм барыһы ла уның тураһында эстән генә: «Был Мәсих түгелме икән?» – тип уйлаған. 16 Яхъя уларҙың бөтәһе лә былай тип яуап биргән:
– Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә, мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр. 17 Ашлыҡты ырҙында елгәрер өсөн, Ул ҡулына елгәргес көрәк тотҡан. Бойҙайын Үҙенең бураһына һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.
18 Яхъя, халыҡҡа башҡа күп төрлө өгөт-нәсихәттәр биреп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөгән. 19 Әммә ул, ағаһының ҡатыны Иродиаданы ҡатынлыҡҡа алғаны һәм башҡа яуызлыҡтары өсөн, өлкә идарасыһы Иродты шелтәләгән. 20 Шунлыҡтан Ирод, бығаса ҡылған яуызлыҡтарына тағы берәүҙе өҫтәп, Яхъяны төрмәгә ултыртҡан.

 

Ғайсаның һыуға сумдырылыуы

 

21 Бик күп халыҡ һыуға сумдырылған, улар менән бергә Ғайса ла сумдырылған. Ул доға ҡылған ваҡытта күк йөҙө асылып киткән 22 һәм Уға күгәрсен рәүешендә Изге Рух төшкән. Күктән:
«Һин – Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш яңғыраған.

 

Ғайсаның нәҫел шәжәрәһе

 

23 Үҙенең хеҙмәтен башлағанда, Ғайсаға утыҙ йәштәр самаһы булған. Кешеләр Уны Йософ улы тип уйлаған. Ә Йософ – Илий улы, 24 Илий – Матфат улы, Матфат – Левий улы, Левий – Мелхий улы, Мелхий – Ианнай улы, Ианнай – Йософ улы, 25 Йософ – Маттафий улы, Маттафий – Амос улы, Амос – Наум улы, Наум – Еслий улы, Еслий – Наггей улы, 26 Наггей – Мааф улы, Мааф – Маттафий улы, Маттафий – Семей улы, Семей – Иосих улы, Иосих – Иодай улы, 27 Йодай – Яхъя улы, Яхъя – Рисай улы, Рисай – Зоровавель улы, Зоровавель – Салафииль улы, Салафииль – Нирий улы, 28 Нирий – Мелхий улы, Мелхий – Аддий улы, Аддий – Косам улы, Косам – Елмодам улы, Елмодам – Ир улы, 29 Ир – Ешуа улы, Ешуа – Елиезер улы, Елиезер – Иорим улы, Иорим – Матфат улы, Матфат – Левий улы, 30 Левий – Симеон улы, Симеон – Йәһүҙә улы, Йәһүҙә – Йософ улы, Йософ – Ионам улы, Ионам – Елиаким улы, 31 Елиаким – Мелеай улы, Мелеай – Меннай улы, Меннай – Маттафай улы, Маттафай – Нафан улы, Нафан – Дауыт улы, 32 Дауыт – Иессей улы, Иессей – Овид улы, Овид – Вооз улы, Вооз – Салмон улы, Салмон – Наассон улы, 33 Наассон – Аминадав улы, Аминадав – Админ улы, Админ – Арний улы, Арний – Есром улы, Есром – Фарес улы, Фарес – Йәһүҙә улы, 34 Йәһүҙә – Яҡуб улы, Яҡуб – Исхаҡ улы, Исхаҡ – Ибраһим улы, Ибраһим – Фарра улы, Фарра – Нахор улы, 35 Нахор – Серух улы, Серух – Рагав улы, Рагав – Фалек улы, Фалек – Евер улы, Евер – Сала улы, 36 Сала – Каинан улы, Каинан – Арфаксад улы, Арфаксад – Сим улы, Сим – Нух улы, Нух – Ламех улы, 37 Ламех – Мафусал улы, Мафусал – Енох улы, Енох – Иаред улы, Иаред – Малелеил улы, Малелеил – Каинан улы, 38 Каинан – Енос улы, Енос – Сиф улы, Сиф – Әҙәм улы, Әҙәм – Алланан.

 

4

 

Ғайсаның сүлдә һынау үтеүе

 

1 Изге Рух менән һуғарылған Ғайса Иордан йылғаһы буйынан ҡайтҡас, Рух Уны сүлгә алып киткән. 2 Ғайса унда ҡырҡ көн буйы Иблис тарафынан һынау үткән, был көндәрҙә Ул бер нәмә лә ашамаған һәм ахырҙа бик ныҡ асыҡҡан.
3 – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау ташҡа икмәккә әйләнергә ҡуш, – тигән Иблис.
4 Ғайса:
– «Кеше икмәк менән генә йәшәмәҫ», – тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуаплаған.
5 Шунан һуң Иблис Ғайсаны бейек урынға алып менгән. Донъялағы бөтөн батшалыҡтарҙы күҙ асып йомғансы күрһәтеп сыҡҡан.
6 – Ошо батшалыҡтарҙың бөтөнөһө өҫтөнән хакимлыҡ итеүҙе лә, уларҙың гүзәллеген дә Һиңә бирермен. Уларҙың барыһы ла миңә бирелгән һәм мин кемгә теләйем, шуға бирә алам. 7 Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тигән ул.
8 – Изге Яҙмала: «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған, – тип яуаплаған Ғайса.
9 Шунан һуң Иблис Ғайсаны Иерусалимға алып килеп Алла Йортоноң иң бейек урынына баҫтырған да:
– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, ошо урындан түбәнгә ташлан, – тигән. – 10 Изге Яҙмала әйтелгән бит:
«Алла Үҙенең фәрештәләрен
Һине ҡурсалар өсөн ебәрер.
11 Аяҡтарың ташҡа бәрелмәһен тип,
Һине ҡулдарында йөрөтөрҙәр».
12 Ғайса уға:
– Изге Яҙмала: «Раббы Аллаңды һынама», – тип әйтелгән, – тип яуап ҡайтарған.
13 Иблис, Ғайсаны һынауҙан туҡтағандан һуң, икенсе берәй уңайлы мәлгә тиклем Уны ҡалдырып киткән.

 

Ғайсаның Галилеяла хеҙмәт башлауы

 

14 Рух ҡөҙрәте менән һуғарылған Ғайса Галилеяға ҡайтҡан. Уның хаҡындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралған. 15 Ул ғибәҙәтханаларҙа өйрәткән һәм барыһы ла Уны данлаған.

 

Назара халҡының Ғайсаны кире ҡағыуы

 

16 Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға – Назараға килгән һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға ингән. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан торғас, 17 Уға Ишағыя пәйғәмбәрҙең китабын биргәндәр. Ҡулъяҙма төргәген сисеп, Ғайса ошондай һүҙҙәр яҙылған урынды тапҡан:
18 «Раббының Рухы Минең өҫтөмдә,
сөнки Ул Мине майлап,
фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн һайланы.
Ул Мине[4] әсирҙәргә – азатлыҡ,
һуҡырҙарға – күҙе күрә башлауын иғлан итергә,
йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға
19 һәм Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын хәбәр итергә ебәрҙе».
20 Ғайса, ҡулъяҙманы төрөп хеҙмәтсегә кире биргән дә, урынына ултырған. Ғибәҙәтханалағыларҙың һәммәһенең ҡарашы Уға төбәлгән.
21 – Бөгөн, һеҙ быларҙы тыңлаған саҡта, Яҙманың ошо һүҙҙәре тормошҡа ашты, – тип һөйләй башлаған уларға Ғайса.
22 Барыһы ла Уны маҡтаған һәм мәрхәмәт тулы һүҙҙәренә таң ҡалып:
– Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиешкәндәр.
23 Ғайса:
– Әлбиттә, һеҙ: «Табип! Үҙеңде Үҙең дауала», – тигән әйтемде иҫемә төшөрөрһөгөҙ һәм: «Капернаумдағы эштәрең тураһында ишеттек, бында ла, Үҙең йәшәгән ҡалала, шуларҙы уҡ башҡар», – тип әйтерһегеҙ, – тигән.
24 Шунан һүҙен дауам иткән:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бер пәйғәмбәр ҙә үҙ ерендә ҡабул ителмәй. 25 Һеҙҙе ышандырып әйтә алам: Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә өс йыл һәм алты ай буйы, күк йөҙө ябылып, ямғыр яуманы, бөтөн Израиль иле ҡот осҡос аслыҡтан интекте. Израилдә тол ҡатындар күп ине, 26 ләкин Ильяс Алла тарафынан уларҙың береһе янына ла түгел, ә Сидон илендәге Сарепта ҡалаһында йәшәгән тол ҡатын янына ғына ебәрелде. 27 Шулай уҡ, Елисей пәйғәмбәр ваҡытында, Израилдә махау сире[5] менән ауырығандар күп булды, әммә Сүриә кешеһе Неемандан башҡа берәү ҙә был сирҙән таҙарынманы.
28 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ғибәҙәтханалағы кешеләрҙең бөтәһе лә асыуҙарынан ярһыған. 29 Улар, урындарынан һикереп тороп, Ғайсаны ҡаланан ҡыуып алып сығып, ҡала төҙөлгән тауҙың башынан упҡынға ырғытырға уйлаған. 30 Әммә Ғайса, халыҡ араһынан үтеп, үҙ юлы менән киткән.

 

Шаҡшы рухты ҡыуып сығарыу

 

31 Ғайса Галилеяның Капернаум ҡалаһына килгән һәм шәмбе көнө халыҡты өйрәткән. 32 Уның өйрәтеүҙәренә хайран ҡалғандар, сөнки Ул хакимдарса һөйләгән.
33 Ғибәҙәтханала шаҡшы рух эйәләгән бер кеше булған. Ул көслө тауыш менән:
34 – Эй, назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырған.
35 Ғайса рухты:
– Шым! – тип тыйған. – Был кешенең эсенән сыҡ!
Ен, әлеге әҙәмде халыҡ алдында ҡолатып, уға бер зыян да килтермәйенсә, эсенән сығып киткән. 36 Был хәлгә бөтөнөһө лә таң ҡалған һәм:
– Был ни хәл? Ул хакимлыҡ һәм ҡөҙрәт менән шаҡшы рухтарға бойороҡ бирә, ә улар кешенең эсенән сыға, – тип һөйләшкәндәр.
37 Уның хаҡында хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралған.

 

Ғайса Симон өйөндә

 

38 Ғайса, ғибәҙәтхананан сыҡҡас, Симондың өйөнә барған. Симондың ҡәйнәһе, бөтә тәне янып, тапма менән ауырып ятҡан. Ғайсаның уға ярҙам итеүен һорағандар. 39 Ул, ҡатын өҫтөнә эйелеп, сиргә туҡтарға ҡушҡан. Тән яныуы тулыһынса бөткән. Ҡатын шунда уҡ торған да уларға табын әҙерләй башлаған.
40 Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килгән. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырған. 41 «Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡҡан. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, был турала һөйләп йөрөүҙән тыйған, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белгән.
42 Яңы көн тыуғас, Ул ҡаланан сығып аулаҡ урынға киткән. Халыҡ Уны эҙләгән, тапҡас, үҙҙәре янында тотоп ҡалырға тырышҡан. 43 Әммә Ғайса уларға:
– Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе башҡа ҡалаларға ла еткерергә тейешмен. Мин шуның өсөн ебәрелдем бит, – тигән.
44 Ул Йәһүҙиәләге ғибәҙәтханаларҙа вәғәзләүен дауам иткән.

 

5

 

Ғайсаның тәүге шәкерттәре

 

1 Бер ваҡыт, Геннисарет күле[6] буйында, Алла һүҙен тыңларға тип халыҡ Ғайса янына тупланғанда, 2 Ғайса күл ярына килеп туҡтаған ике кәмәне күргән. Балыҡсылар, кәмәләрҙән төшөп, ауҙарын йыуып йөрөгән. 3 Ғайса уларҙың береһенә ултырып, ә ул кәмә Симондыҡы булған, ярҙан бер аҙ алыҫлашыуын һораған һәм кәмәлә ултырған көйө халыҡҡа вәғәз әйтә башлаған. 4 Һүҙен тамамлағас, Симонға:
– Тәрәнгәрәк барып, иптәштәрең менән ау һалығыҙ! – тигән.
5 – Остаз! Беҙ төнө буйы тырыштыҡ, әммә бер нәмә лә тота алманыҡ. Шулай ҙа, Һин ҡушаһың икән, ау һалам, – тип яуап ҡайтарған Симон.
6 Шулай эшләгәндәр һәм уларға бик күп балыҡ эләккән, хатта ауҙары бүҫелә башлаған. 7 Ҡул болғап, балыҡсылар иптәштәрен ярҙамға саҡырған. Иптәштәре килеп, ике кәмәне лә балыҡ менән тултырғас, кәмәләр бата яҙған. 8 Симон Петр был хәлде күреп:
– Хужам, кит минең янымдан! Мин – гонаһлы, – тип Ғайсаның тубыҡтарына йығылған. 9 Балыҡтың күп эләгеүе Симон Петрҙы ла, уның менән булған бөтәһен дә ҡурҡыуға һалған. 10 Шулай уҡ Симондың иптәштәре – Зеведейҙың улдары Яҡуб менән Яхъяның да ҡото алынған.
Ғайса Симонға:
– Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тигән.
11 Балыҡсылар, кәмәләрен ярға сығарғас, бөтә нәмәләрен шунда ҡалдырып, Ғайсаға эйәреп киткән.

 

Ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу

 

12 Ғайса бер ҡалала булған саҡта, Уның эргәһенә тотош тәнен махау баҫҡан бер кеше килгән. Ғайсаны күргәс, йөҙтүбән ятып:
– Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тип үтенгән.
13 Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылған:
– Эйе, теләйем. Таҙарын!
Шунда уҡ уның махауы юҡҡа сыҡҡан.
14 Ғайса был турала берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан:
– Руханиға барып күрен һәм һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.
15 Ғайса тураһындағы хәбәр тағы ла нығыраҡ таралған. Уны тыңлау һәм ауырыуҙарынан һауығыу өсөн янына бик күп кеше ағылған. 16 Ғайса иһә аулаҡ урындарға барып доға ҡылыр булған.

 

Паралич һуҡҡан кешене һауыҡтырыу

 

17 Бер тапҡыр, Ғайса өйрәткән саҡта, тыңлаусылар араһында Галилеяның һәм Йәһүҙиәнең барлыҡ ауылдарынан, шулай уҡ Иерусалимдан килгән фарисейҙар[7] менән ҡанун өйрәтеүселәр ҙә ултырған. Раббы ҡөҙрәте Ғайса аша эш иткән һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырған.
18 Бер нисә кеше паралич һуҡҡан берәүҙе ятҡан түшәге менән бергә күтәреп алып килгән һәм уны, Ғайса алдына һалыр өсөн, өйгә алып инергә тырышҡан. 19 Ләкин, халыҡ араһынан үтергә юл таба алмағанлыҡтан, өй башына менеп, ҡыйығын һүтеп, ауырыуҙы түшәге менән бергә төркөм уртаһына, Ғайсаның алдына төшөргәндәр. 20 Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға:
– Дуҫым, һинең гонаһтарың кисерелде! – тигән.
21 Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башлаған:
– Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем кисерә ала?
22 Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп:
– Ни өсөн һеҙ эстән генә шулай уйлайһығыҙ? – тип һораған. – 23 Нимә тип әйтеү еңелерәк? «Һинең гонаһтарың кисерелде», – типме, әллә: «Тор ҙа атлап кит», – типме? 24 Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар. – Ул паралич һуҡҡан кешегә өндәшкән: – Мин һиңә бойорам: тор ҙа, түшәгеңде алып, өйөңә ҡайт!
25 Теге шунда уҡ барыһының күҙ алдында торған да, ятҡан түшәген алып, Алланы данлап, ҡайтып киткән.
26 Барыһы ла таң ҡалған, Алланы данлағандар һәм ҡоттары алынып:
– Беҙ бөгөн иҫ киткес нәмәләр күрҙек, – тигәндәр.

 

Ғайсаның Левийҙы Үҙ артынан саҡырыуы

 

27 Ошонан һуң Ғайса был урындан киткән, һалым йыйыу урынында ултырған Левий исемле һалым йыйыусыны күреп, уға:
– Миңә эйәр, – тигән.
28 Левий тороп, бөтөн нәмәһен ҡалдырып, Уның артынан киткән.
29 Үҙенең өйөндә Левий Ғайса хөрмәтенә оло табын әҙерләгән. Табында һалым йыйыусылар һәм байтаҡ башҡа кешеләр ҙә ултырған. 30 Фарисейҙар һәм улар араһындағы ҡанун белгестәре асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдергән:
– Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?
31 – Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк, – тип яуап биргән Ғайса уларға. – 32 Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем.

 

Ураҙа тотоу тураһында һорау

 

33 Ҡайһы бер кешеләр Ғайсаға:
– Яхъяның шәкерттәре лә, фарисейҙыҡылар ҙа ураҙаны йыш тота һәм доға ҡыла, ә Һинең шәкерттәрең ашай һәм эсә! – тигән.
34 – Кейәү туйҙағы ҡунаҡтар менән бергә булғанда, уларҙы ураҙа тоторға мәжбүр итеү мөмкинме? 35 Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр һәм шул көндәрҙә улар ураҙа тотор, – тигән Ғайса һәм 36 кинәйә менән һүҙен дауам иткән:
– Бер кем дә иҫке кейемгә яңы кейемдән йыртып алынған ямаулыҡ һалмай, юғиһә яңыһы ла әрәм була, иҫкеһенә лә яңы туҡыманан ямаулыҡ бармай. 37 Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә яңы шарап турһыҡты йыртыр һәм шарап ағып бөтөр, турһыҡ әрәм булыр. 38 Яңы шарап яңы турһыҡҡа тултырылырға тейеш. 39 Бер кемдең дә иҫке шарапты эскәндән һуң, яңыһын эскеһе килмәҫ. «Иҫкеһе яҡшыраҡ шул», – тип әйтер.

 

6

 

Шәмбе көнө тураһында

 

1 Бер тапҡыр, шәмбе көндө, Ғайса шәкерттәре менән иген баҫыуҙары аша үткәндә, өҙөп алған башаҡтарҙы устарында ыуып, шәкерттәре бойҙай бөртөктәре ашап барған. 2 Фарисейҙарҙың ҡайһы берәүҙәре уларҙан:
– Ни өсөн һеҙ шәмбе көнө эшләргә ярамағанды эшләйһегеҙ? – тип һораған.
3 – Дауыт һәм уның менән булған кешеләр асыҡҡас, уның нимә эшләүе тураһында уҡыманығыҙмы ни? 4 Ул, Алла Йортона инеп, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе алып үҙе лә ашаған, үҙе менән булған кешеләргә лә биргән, ә ҡанун буйынса уларҙы руханиҙарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәгән, – тип яуаплаған Ғайса 5 һәм:
– Әҙәм Улы шәмбе көнөнөң хужаһы, – тип өҫтәп ҡуйған.

 

Ҡулы ҡороған кешене һауыҡтырыу

 

6 Икенсе бер шәмбелә Ғайса ғибәҙәтханаға инеп өйрәткән. Унда уң ҡулы ҡороған берәү булған. 7 Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көнө берәйһен һауыҡтырмаҫмы икән тип, Уны күҙәткән. 8 Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, ҡулы ҡороған кешегә:
– Уртаға тороп баҫ! – тигән.
Теге кеше тороп баҫҡан.
9 Шул саҡ Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан:
– Мин һеҙгә шундай һорау бирәм: шәмбе көнө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораған.
10 Ғайса бөтөнөһөнә күҙ йөрөтөп сыҡҡан да теге кешегә:
– Ҡулыңды һуҙ! – тип бойорған.
Теге кеше ул ҡушҡанды үтәгән һәм ҡулы һауыҡҡан. 11 Ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың асыуҙары ныҡ ҡабарған, улар, Ғайсаға ҡаршы ни эшләргә икән, тип кәңәш ҡорған.

 

Ун ике илсене һайлап алыу

 

12 Шул көндәрҙә Ғайса, доға ҡылыу өсөн, тауға артылған һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡҡан. 13 Иртәгеһен шәкерттәрен Үҙе янына саҡырған, араларынан ун икеһен һайлап алып, уларҙы илселәр тип атаған. 14 Улар – Ғайса тарафынан Петр тип аталған Симон, уның ҡустыһы Андрей, Яҡуб һәм Яхъя, Филипп һәм Варфоломей, 15 Матфей һәм Фома, Алфей улы Яҡуб һәм Көрәшеүсе ҡушаматлы Симон[8] , 16 Яҡуб улы Йәһүҙә һәм аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.

 

Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуы

 

17 Ғайса илселәр менән бергә тауҙан тигеҙлеккә төшкән. Унда Уның күп кенә шәкерттәре һәм бөтөн Йәһүҙиәнән дә, Иерусалимдан да, диңгеҙ буйындағы Тир һәм Сидон яҡтарынан да бик күп халыҡ йыйылған. 18 Улар Ғайсаны тыңларға, ауырыуҙарынан арынырға килгән. Шаҡшы рухтарҙан ғазап сиккән кешеләр ҙә һауыҡҡан. 19 Бөтә халыҡ Ғайсаға ҡағылырға тырышҡан, сөнки Унан сыҡҡан ҡөҙрәт һәммәһен дә һауыҡтырған.

 

Кемгә – бәхет, кемгә – ҡайғы

 

20 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ҡарап былай тигән:
– Ярлылар, һеҙ бәхетле,
сөнки Алла батшалығы һеҙҙеке,
21 Әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле,
сөнки туясаҡһығыҙ,
Әле илаусылар, һеҙ бәхетле,
сөнки көләсәкһегеҙ.
22 Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле. 23 Шул көндә шатланығыҙ һәм ҡыуаныстан һикерегеҙ, сөнки күктә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Ул кешеләрҙең атай-олатайҙары пәйғәмбәрҙәр менән дә шулай уҡ эшләгән.
24 Байҙар, һеҙгә ҡайғы,
сөнки етерлек йыуандығыҙ.
25 Әлеге мәлдә туҡ булғандар, һеҙгә ҡайғы,
сөнки асығырһығыҙ.
Әлеге мәлдә көлөүселәр, һеҙгә ҡайғы,
сөнки хәсрәтләнерһегеҙ һәм иларһығыҙ.
26 Бар кешеләр ҙә һеҙҙе маҡтай икән, һеҙгә ҡайғы! Ул кешеләрҙең атай-олатайҙары ла ялған пәйғәмбәрҙәрҙе шулай маҡтаған!

 

«Дошмандарығыҙҙы яратығыҙ»

 

27 Һеҙгә, Мине тыңлаусыларға әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, һеҙҙе күрә алмаусыларға яҡшылыҡ ҡылығыҙ, 28 үҙегеҙҙе ҡарғаған кешеләргә фатихағыҙҙы бирегеҙ һәм рәнйетеүселәр өсөн доға ҡылығыҙ. 29 Бер яңағыңа һуҡҡан кешегә икенсе яңағыңды ла ҡуй, өҫ кейемеңде тартып алыусыға күлдәгеңде лә тартып алырға ҡамасаулама. 30 Һораған һәр кешегә һорағанын бир, үҙеңдекен алған кешенән кире һорама.
31 Башҡаларҙың һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, уларға шуны уҡ эшләгеҙ. 32 Үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, һеҙгә нимә өсөн рәхмәт әйтергә һуң? Гонаһлылар ҙа үҙҙәрен яратҡан кешеләрҙе ярата. 33 Үҙегеҙгә яҡшылыҡ эшләүселәргә генә яҡшылыҡ ҡылһағыҙ, һеҙгә ни өсөн рәхмәт әйтергә? Гонаһлылар ҙа шулай эшләй. 34 Бурысҡа биргәндә, кире алырмын, тип уйлап бирһәгеҙ, һеҙгә ни өсөн рәхмәт әйтергә? Гонаһлылар ҙа бер-береһенә бурысҡа биргәндә шул уҡ кимәлдә кире ҡайтарыуға иҫәп тота. 35 Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Аллаһы Тәғәләнең балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы. 36 Атағыҙ шәфҡәтле булған кеүек, һеҙ ҙә шәфҡәтле булығыҙ.

 

Кешеләргә булған мөнәсәбәт тураһында

 

37 Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ. Ғәйепләмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәйепләнмәҫһегеҙ. Кисерегеҙ, үҙегеҙ ҙә кисерелерһегеҙ. 38 Бирегеҙ, һеҙгә лә бирелер. Итәктәрегеҙгә һәм салғыйҙарығыҙға мул итеп, үлсәү һауытын һелкетеп, тығыҙлап, өймәләмә тултырып һалып бирерҙәр. Ниндәй үлсәм менән үлсәп бирһәгеҙ, һеҙгә лә шундай уҡ үлсәм менән үлсәп ҡайтарырҙар.
39 Ғайса Үҙен тыңлаусыларға кинәйәләп һөйләгән:
– Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара аламы? Икеһе лә соҡорға ҡолап төшмәҫме? 40 Шәкерт үҙенең остазынан өҫтөн булмай, ләкин, өйрәнеп алғандан һуң, һәр береһе остазы кеүек була.
41 Нисек һин туғаныңдың күҙендәге сүпте күрәһең, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне тоймайһың? 42 Үҙ күҙеңдәге бүрәнәне күрмәй тороп, туғаныңа: «Ағай, күҙеңдәге сүпте алайым әле!» – тип нисек әйтә алаһың? Ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың.

 

Ағас һәм уның емештәре

 

43 Бер яҡшы ағас та насар емеш бирмәй, һәм, киһеренсә, бер насар ағас та яҡшы емеш бирмәй. 44 Һәр ағасты үҙ емешенә ҡарап таныйҙар. Шайтан таяғынан инжир, ә сәнскәктән йөҙөм йыймайҙар. 45 Яҡшы кеше яҡшылыҡ тулы күңеленән яҡшылыҡ алып сыға, ә яман кеше яманлыҡ тулы күңеленән яманлыҡ алып сыға. Сөнки кеше күңелендә ни йөрөй, телендә лә шул була.

 

Ике төҙөүсе

 

46 Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хужам, Хужам», – тип өндәшәһегеҙ, ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ? 47 Минең яныма килеп, һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәүсене кемгә тиңләп була? Һеҙгә әйтәм: 48 ул, өй төҙөгән саҡта, ерҙе тәрән итеп ҡаҙып, өйөн таш нигеҙ өҫтөнә һалған кеше һымаҡ. Ташҡын ваҡытында ярҙарынан сыҡҡан һыу шул өйгә килеп бәрелеп тә, уны ҡаҡшата алмай, сөнки ныҡ итеп төҙөлгән. 49 Ә инде Мине ишетеп тә, һүҙҙәремде үтәмәгән кеше – нигеҙ ҡормайынса ғына ер өҫтөнә өй һалған кеше һымаҡ. Ташҡын һыу өйгә килеп бәрелгән, өй шунда уҡ ауған һәм тулыһынса емерелгән.

 

7

 

Йөҙбашының хеҙмәтсеһен һауыҡтырыу

 

1 Халыҡҡа әйтә торған һүҙҙәрен һөйләп бөткәндән һуң, Ғайса Капернаумға килгән. 2 Бер йөҙбашының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе ауырып, үлем хәлендә ятҡан. 3 Йөҙбашы, Ғайса тураһында ишетеп, хеҙмәтсеһен ҡотҡарыу үтенесе менән йәһүд аҡһаҡалдарын Уға ебәргән. 4 Улар, Ғайса янына килеп, ихлас үтенеп һораған:
– Йөҙбашы Һинең ярҙамыңа лайыҡ, 5 сөнки ул халҡыбыҙҙы ярата һәм беҙгә ғибәҙәтхана һалдырҙы.
6 Ғайса аҡһаҡалдар менән киткән. Өйөнә етеп килгән саҡтарында, йөҙбашы Ғайсаға үҙенең дуҫтарын ебәргән һәм:
– Мәшәҡәтләнмә, Әфәндем! Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип әйтергә ҡушҡан. – 7 Шуға күрә ҡаршыңа барырға үҙемде лайыҡлы һанаманым. Һүҙ генә әйт һәм хеҙмәтсем һауығасаҡ. 8 Мин үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам һәм ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә: «Кит» тиһәм, китә, икенсеһенә «Кил» тиһәм, килә, хеҙмәтсемә: «Ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.
9 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғайса хайран ҡалған һәм Үҙе артынан килгән халыҡҡа боролоп:
– Һеҙгә шуны әйтәм: хатта Израиль халҡында был тиклем ышаныуҙы күрмәгәйнем, – тигән.
10 Ебәрелгән кешеләр әйләнеп ҡайтҡас, ауырыу хеҙмәтсенең һауыҡҡанлығын күргәндәр.

 

Тол ҡатындың үлгән улын терелтеү

 

11 Күп тә үтмәҫтән Ғайса Наин тип аталған ҡалаға киткән. Шәкерттәре һәм бик күп халыҡ Уға эйәреп барған. 12 Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда, ҡаланан мәйет күтәреп сығып килгәндәр. Бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән икән. Уны ҡаланан бик күп кеше оҙатып килгән. 13 Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп:
– Илама, – тигән.
14 Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылған. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаған.
– Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорған Ғайса.
15 Үлгән егет тороп ултырған һәм һөйләшә башлаған. Ғайса әсәһенә улын ҡайтарып биргән. 16 Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалған һәм:
– Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данлаған.
17 Ғайса тураһындағы бындай хәбәр бөтөн Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралған.

 

Ғайса һәм Сумдырыусы Яхъя

 

18 Яхъяның шәкерттәре был хәлдәрҙең барыһы тураһында ла остаздарына һөйләп биргән. Яхъя ике шәкертен янына саҡырып алған да, 19 уларҙы Раббыға ебәргән:
– Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушҡан.
20 Улар Ғайса янына килгәс:
– Сумдырыусы Яхъя Һинән: «Килергә тейеш Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе, – тигәндәр.
21 Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, көслө ауырыуҙарынан, шаҡшы рухтарҙан һауыҡтырған һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткән. 22 Ғайса Яхъяның шәкерттәренә:
– Барығыҙ, күргән һәм ишеткәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә. 23 Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуап биргән.
24 Килгән кешеләр киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башлаған:
– Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамышты ҡарарғамы? 25 Юҡмы ни? Нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме? Ә бит ҡиммәтле кейенеп йөрөгән һәм зиннәттә йәшәгән кешеләр батша һарайҙарында йәшәй. 26 Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе, Мин һеҙгә әйтәм, Яхъя – пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк. 27 Уның тураһында Изге Яҙмала:
«Мин Һинең алдыңдан
хәбәрсемде ебәрәм,
ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», –
тип яҙылған. 28 Мин һеҙгә шуны әйтәм: ҡасан булһа ла тыуған кешеләр араһында Яхъянан бөйөгөрәк берәү ҙә юҡ. Әммә Алла батшалығында иң кесеһе лә унан бөйөгөрәк.
29 Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнлеген таныған. Улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны. 30 Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә Яхъяның һыуға сумдырыуынан баш тартҡан. Бының менән улар Алла ихтыярын кире ҡаҡҡан.
31 Ғайса тағы былай тигән:
– Шулай итеп, был быуын кешеләрен кемгә оҡшатайым икән? Уларҙы нимәгә тиңләп була? 32 Улар:
«Беҙ һеҙгә күңелле көйҙәр уйнаныҡ,
ә һеҙ бейемәнегеҙ.
Беҙ һеҙгә моңһоу йырҙар йырланыҡ,
ә һеҙ иламанығыҙ», –
тип баҙар майҙанында бер-береһенә ҡысҡырып ултырған балаларға оҡшаған. 33 Сумдырыусы Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, ә һеҙ: «Уға ен эйәләшкән», – тиһегеҙ. 34 Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, күрегеҙ, ул ашамһаҡ һәм эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы», – тиһегеҙ.
35 Әммә Алла зирәклеге уны ҡабул иткән бөтөн кешеләр тарафынан хаҡ тип раҫлана.

 

Ғайса фарисей Симондың өйөндә

 

36 Фарисейҙарҙың береһе Ғайсаны ашҡа саҡырған. Ғайса, фарисейҙың өйөнә инеп, табынға ултырған. 37 Шул ҡалала йәшәүсе әхлаҡһыҙ бер ҡатын Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр[9] һауыт тотоп, шунда барған. 38 Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торған, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамған[10] . Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майлаған.
39 Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр ул пәйғәмбәр булһа, үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ», – тип уйлаған.
40 Ғайса уға:
– Симон, Минең һиңә әйтергә теләгән бер һүҙем бар, – тигән.
– Әйт, Остаз, – тигән фарисей.
41 – Ике кешенең бурысҡа биргән берәүгә бурыстары бар икән: береһенең бирәсәге биш йөҙ динар[11] , ә икенсеһенеке илле динар. 42 Түләй алмағастары, ул икеһен дә бәхилләй. Нисек уйлайһың, уларҙың ҡайһыныһы уны нығыраҡ яратыр?
43 – Бурысы күберәк бәхилләнгәнелер, тип фараз итәм, – тип яуап биргән Симон.
Ғайса уға:
– Һин дөрөҫ уйлайһың, – тигән.
44 Унан ҡатынға табан борола биреп һүҙен дауам иткән:
– Был ҡатынды күрәһеңме? Мин һинең өйөңә килдем, һин аяҡ йыуырға һыу бирмәнең. Ә ул аяҡтарымды күҙ йәштәре менән сылатты, сәстәре менән һөртөп алды. 45 Һин Мине үпмәнең, ә ул Мин бында килгәндән бирле аяҡтарымды үбеүҙән туҡтамай. 46 Һин Минең башыма хатта ябай май ҙа һөртмәнең, ә ул Минең аяҡтарымды хуш еҫле май менән майланы[12] . 47 Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары кисерелде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ.
48 Ә ҡатынға иһә:
– Гонаһтарың кисерелде, – тигән.
49 Табын артындағылар бер-береһе менән:
– Кем Ул? Ул хатта гонаһтарҙы кисерә, – тип һөйләшә башлағандар.
50 Ғайса ҡатынға тағы ла:
– Һине ышаныуың ҡотҡарҙы, имен йөрө, – тигән.

 

8

 

Ғайса менән бергә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар

 

1 Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгән. Ун ике шәкерте Уның менән булған. 2 Ғайса шаҡшы рухтарҙан һәм ауырыуҙарҙан һауыҡтырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисәүһе: эсенән ете шаҡшы рух ҡыуып сығарылған Мәрйәм, ул Магдалина тип йөрөтөлгән, 3 Ирод йортонда идара итеүсе Хузаның ҡатыны Иоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булған. Был ҡатындар Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә үҙ иҫәптәренән ярҙам иткән.

 

Сәсеүсе хаҡында ҡисса

 

4 Төрлө ҡалаларҙан Үҙенең янына бик күп халыҡ йыйылғас, Ғайса уларға кинәйәле ҡисса һөйләгән:
5 – Бер кеше орлоҡ сәсергә сыҡҡан. Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм тапалған, уларҙы ҡоштар сүпләп бөтөргән. 6 Башҡа бер өлөшө ташлы урынға төшкән һәм, шытып сыҡһалар ҙа, дым булмағанлыҡтан, ҡороған. 7 Ҡайһы бер орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Улар, сәнскәк менән бергә үҫеп, баҫылып ҡалған. 8 Ә инде башҡа орлоҡтар уңдырышлы ергә төшөп шытҡан һәм йөҙләтә күберәк уңыш биргән.
Ошоларҙы һөйләп бөткәс, Ғайса:
– Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! – тип ҡысҡырған.
9 Шәкерттәре Унан:
– Был кинәйәле ҡиссаның асылы нимәлә? – тип һораған.
10 Ғайса былай тип аңлатып биргән:
– Һеҙгә Алла Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә башҡаларға, улар «ҡарап та күрмәһендәр, тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ул ҡиссалар аша еткерелә.
11 Был ҡиссаның асылы шунда: орлоҡ – Алла һүҙе. 12 Юл буйына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә Иблис килеп, улар иманға килеп ҡотолмаһын өсөн, йөрәктәрендәге һүҙҙе алып китә. 13 Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә. 14 Сәнскәк араһына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт, ваҡыт үтеү менән, һүҙҙе баҫып ала. Ундай кешеләрҙең емештәре өлгөрмәй. 15 Ә уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерә.

 

Шәм яҡтылығы хаҡында ҡисса

 

16 Бер кем дә шәм тоҡандырып, уны көршәк менән ҡапламай, һике аҫтына ла ҡуймай. Киреһенсә, өйгә килеп инеүселәр яҡтылыҡты күрһен өсөн, шәмдәлгә ултырталар. 17 Сөнки фаш ителмәҫ бер сер ҙә, беленмәҫ һәм асылмаҫ бер йәшерен нәмә лә булмаясаҡ. 18 Шулай итеп, нисек тыңлауығыҙға иғтибар итегеҙ: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның бар тип уйлағаны ла тартып алыныр.

 

Ғайсаның әсәһе һәм туғандары

 

19 Ғайсаның әсәһе һәм ҡустылары килгәс, халыҡ күп булғанлыҡтан, Уның эргәһенә үтә алмағандар. 20 Ғайсаға:
– Әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар һине күрергә теләй, – тип хәбәр еткергәндәр.
21 Ғайса хәбәр еткереүселәргә:
– Минең әсәйем менән Минең туғандарым – Алла һүҙен тыңлаусылар һәм уны үтәүселәр, – тип яуап биргән.

 

Дауылды баҫылдырыу

 

22 Бер көндө Ғайса шәкерттәре менән кәмәгә ултырған да:
– Әйҙәгеҙ, күлдең теге яҡ ярына сығайыҡ, – тигән.
Улар ҡуҙғалған. 23 Кәмәлә барған саҡта Ғайса йоҡлап киткән. Күл өҫтөндә көслө дауыл күтәрелгән һәм кәмәгә һыу тула башлаған, кәмәләгеләргә хәүеф янаған. 24 Шәкерттәре Ғайса янына килеп:
– Остаз, остаз! Батабыҙ бит! – тип ҡысҡырып Уны уятҡандар.
Ғайса иһә тороп елде лә, ҡоторонған тулҡындарҙы ла тыйған. Улары туҡтаған, тынлыҡ урынлашҡан. 25 Ул шәкерттәренән:
– Ышанысығыҙ ҡайҙа һуң һеҙҙең? – тип һораған.
Шәкерттәр иһә ҡурҡып һәм таң ҡалып бер-береһенә:
– Кем һуң Ул? Елгә лә, һыуға ла бойора, ә улары буйһона, – тиешкәндәр.

 

Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу

 

26 Улар күлдең арғы яҡ ярына, Галилеяға ҡаршы урынлашҡан Гераса еренә килеп еткән. 27 Ғайса ярға сыҡҡас, шундағы ҡаланың ен эйәләшкән бер кешеһе Уға ҡаршы килгән. Ул байтаҡтан бирле кейем кеймәй йөрөгән һәм өйөндә түгел, ә ҡәбер мәмерйәһендә[13] йәшәгән. 28 Был кеше Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәргән, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән:
– Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тигән.
29 Сөнки Ғайса шаҡшы рухҡа ул кешенең эсенән сығырға бойорған икән. Шаҡшы рух был кешене күптән яфалаған. Сылбырҙар һәм бығауҙар менән бәйләп тотҡанда ла ул бығауҙарҙы өҙгән, эйәләшкән ене уны сүлдәргә ҡыуып алып китә торған булған. 30 Ғайса унан:
– Исемең кем? – тип һораған.
– Ғәскәр[14] , – тип яуап биргән ул, сөнки был кешенең эсенә эйәләшкән ендәр бик күп булған. 31 Ендәр Ғайсанан үҙҙәрен төпһөҙ упҡынға ебәрмәүен үтенгән.
32 Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөгән. Ендәр Ғайсанан шул сусҡалар эсенә инергә рөхсәт һораған. Ғайса рөхсәт иткән. 33 Теге кешенең эсенән сыҡҡан ендәр сусҡаларҙың эсенә барып ингән. Көтөү сабып киткән дә, текә ярҙан күлгә ташланып, батып үлгән.
34 Барыһын да күреп торған көтөүселәр тороп йүгергәндәр һәм ҡалала ла, ауылдарҙа ла барыһы тураһында һөйләп биргәндәр. 35 Кешеләр нимә булғанын күрергә тип Ғайса янына килгән. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалғандар. 36 Ен эйәләшкән ирҙең нисек һауыҡтырылғанын күргән кешеләр бының тураһында бәйән иткән. 37 Гераса ере тирәһендәге бөтә халыҡты ҡурҡыу солғап алған, шуның өсөн улар Ғайсаның үҙҙәренең еренән китеүен һораған. Ул кәмәгә ултырып ҡайтырға ҡуҙғалғанда, 38 эсенән ендәре сыҡҡан кеше Уның менән бергә барырға теләк белдереп ялбарған. Әммә Ғайса уны ҡайтарып ебәргән:
39 – Өйөңә ҡайт та, Алла һинең өсөн нимә эшләгәнде һөйлә, – тигән уға.
Ул кеше Ғайсаның уның өсөн нимә эшләгәнен бөтә ҡала буйлап һөйләп йөрөгән.

 

Яирҙың ҡыҙы һәм Ғайсаның кейеменә ҡағылған ҡатын

 

40 Ғайса әйләнеп ҡайтҡас, халыҡ Уны шатланып ҡаршы алған. Уны бөтөнөһө лә көткән. 41 Шул саҡ ғибәҙәтхана башлығы, Яир исемле кеше, Ғайса янына килгән. Ул, Ғайсаның аяҡтарына йығылып, өйөнә барыуын үтенгән. 42 Яирҙың ун ике йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята икән.
Яирҙың өйөнә барған саҡта, Ғайсаны төрлө яҡтан халыҡ ҡыҫырыҡлап алған.
43 Улар араһында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын булған. Бар мөлкәтен табиптарға сарыфлап бөтөрһә лә, бер кем дә уны һауыҡтыра алмаған. 44 Ул арттан килеп Ғайсаның кейеменең салғыйына ҡағылыуға, шунда уҡ ҡан ағыуы туҡтаған.
45 – Кем ҡағылды Миңә? – тип һораған Ғайса.
Бөтәһе лә баш тартҡас, Петр:
– Остаз, халыҡ Һине уратып алған һәм төрлө яҡтан ҡыҫа, – тигән.
46 – Миңә кемдер ҡағылды. Мин Үҙемдән көс сыҡҡанын тойҙом, – тигән Ғайса.
47 Теге ҡатын, йәшеренеп ҡала алмаясағын аңлағас, ҡалтырана-ҡалтырана Ғайса янына килгән дә, Уның алдына йығылған. Ни өсөн ҡағылыуы һәм ҡағылғас та шунда уҡ һауығыуы тураһында бөтөн халыҡ алдында һөйләп биргән. 48 Ғайса уға:
– Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, – тигән.
49 Ғайса ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта ғибәҙәтхана башлығының өйөнән кемдер килеп башлыҡҡа:
– Ҡыҙың вафат булды, остазды бүтән мәшәҡәтләмә, – тип әйткән.
50 Ғайса иһә был һүҙҙәрҙе ишетеү менән башлыҡҡа:
– Ҡурҡма, ышан ғына һәм ҡыҙың һауығасаҡ, – тигән.
51 Яирҙың өйөнә килеп еткәс, Ғайса Петрҙан, Яхъянан һәм Яҡубтан, ҡыҙҙың атаһынан һәм әсәһенән башҡа бер кемгә лә Үҙе менән инергә рөхсәт итмәгән. 52 Бөтөнөһө лә үкһеп илаған. Әммә Ғайса уларға:
– Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына, – тигән.
53 Ҡыҙҙың үлгәнлеген белгәс, барыһы ла Ғайсанан көлгән. 54 Ғайса иһә ҡыҙҙың ҡулынан тотҡан да:
– Балам, тор! – тип өндәшкән.
55 Ҡыҙға йән ҡайтҡан һәм ул шунда уҡ урынынан торған. Ғайса уға ашарға бирергә ҡушҡан. 56 Ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе таң ҡалған. Ғайса иһә уларға был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан.

 

9

 

Ғайсаның ун ике илсеһен хеҙмәткә ебәреүе

 

1 Ғайса ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға бөтә ендәрҙе ҡыуып сығарырлыҡ, ауырыуҙарҙы дауаларлыҡ ҡеүәт һәм вәкәләт биреп, 2 Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға оҙатҡан. 3 Ул шәкерттәренә:
– Сәфәргә үҙегеҙ менән бер ни ҙә: юл таяғы ла, биштәр ҙә, икмәк тә, аҡса ла, алмаш күлдәк тә алмағыҙ, – тигән. – 4 Ниндәй өйгә инһәгеҙ ҙә, ул ерҙән киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ. 5 Әгәр ҡабул итмәһәләр, был ҡаланан киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ[15] .
6 Шәкерттәр юлға сыҡҡан, һәр ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, ауылдан-ауылға йөрөгән.

 

Иродтың аптырашта ҡалыуы

 

7 Өлкә идарасыһы Ирод, быларҙың барыһы тураһында ишетеп, аптырашта ҡалған. Сөнки ҡайһы берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған», 8 икенселәре: «Ильяс ергә ҡайтҡан», башҡалары иһә: «Боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелгән», – тип һөйләгән. 9 Ә Ирод:
– Яхъяның башын мин үҙем киҫтергәйнем, шулай булғас, Уның тураһында бындай хәбәрҙәр ишетергә тура килгән был Кеше кем һуң? – тип һораған.
Ирод Уны күрергә теләгән.

 

Биш мең кешене туйҙырыу

 

10 Илселәр, әйләнеп ҡайтҡас, үҙҙәренең ҡылған эштәре тураһында Ғайсаға һөйләп биргән. Ғайса уларҙы Үҙе менән Вифсаида тигән ҡала эргәһендәге аулаҡ урынға алып киткән. 11 Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәргән. Ғайса халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләгән һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырған. 12 Көн кискә ауышҡанда ун ике шәкерт Уның янына килгән:
– Халыҡты ебәр, эргә-тирәләге ауылдарға, утарҙарға барып үҙҙәренә йоҡларға урын тапһындар һәм ашау яғын хәстәрләһендәр. Бында бит кеше йөрөмәй торған урын.
13 – Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тигән Ғайса.
– Беҙҙең биш икмәк менән ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Бындағы кешеләрҙең бөтәһе өсөн дә ризыҡты беҙ һатып алайыҡмы ни? – тип һораған шәкерттәр.
14 Унда биш мең самаһы ир булған. Ғайса шәкерттәренә:
– Уларҙы иллешәр-иллешәргә бүлеп, төркөмләп ултыртығыҙ, – тигән.
15 Шәкерттәр шулай эшләгән, бөтәһен дә ултыртып сыҡҡан. 16 Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алған да күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылған, унан икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә биргән. 17 Бөтәһе лә туйғансы ашаған. Ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алғандар.

 

Петрҙың Ғайсаны Мәсих тип таныуы

 

18 Бер ваҡыт, Ғайса аулаҡ ҡалып доға ҡылғанда, Уның янында шәкерттәре генә булған. Ғайса уларҙан:
– Халыҡ Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораған.
19 – Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелеп торған тип уйлай, – тип яуап биргәндәр Уға.
20 – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораған Ул шәкерттәренән.
– Һин – Алла Мәсихе, – тип яуаплаған Петр.
21 Ғайса ҡәтғи рәүештә быны бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан.

 

Ғайсаның Үҙенең үлеүе һәм терелеүе тураһында әйтеүе

 

22 – Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә тейеш, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән Ғайса.
23 Барыһына ла мөрәжәғәт итеп йәнә былай тигән:
– Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын[16] алып, көн һайын Миңә эйәрһен. 24 Сөнки кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа юғалта, уны һаҡлап ҡалыр. 25 Әгәр кеше бөтә донъяға эйә булып, үҙен юғалтһа йәки үҙен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? 26 Кем Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ғәрләнә, Үҙенең, Атаның һәм изге фәрештәләрҙең балҡыуында килгән саҡта Әҙәм Улы ла унан ғәрләнер. 27 Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Алла Батшалығын күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.

 

Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе

 

28 Ошо һүҙҙәрҙән һуң яҡынса һигеҙ көн үткәс, Ғайса Петрҙы, Яхъяны һәм Яҡубты Үҙе менән алып, доға ҡылыу өсөн тауға менгән. 29 Доға ҡылған саҡта Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреп киткән, кейеме ялтырап торған аҡ төҫкә ингән. 30-31 Ҡапыл күк балҡышында ике кеше пәйҙә булып, Уның менән һөйләшә башлаған. Был кешеләр Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр булған. Улар Иерусалимда ғәмәлгә ашырылырға тейеш булған Ғайсаның донъянан китеүе тураһында һөйләшкәндәр.
32 Петрҙы һәм уның менән бергә булған башҡа шәкерттәрҙе йоҡо баҫҡан. Улар, уянғас, Ғайсаны балҡып торған шөһрәтендә һәм Уның эргәһендә ике ир кешене күргәндәр. 33 Был кешеләр Ғайса эргәһенән киткән саҡта Петр:
– Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен Һиңә, береһен Мусаға, береһен Ильясҡа, – тигән, ни әйткәнен дә белмәйенсә.
34 Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта болот килеп сығып, күләгәһе менән уларҙы ҡаплап алған. Болот эсендә ҡалғас, шәкерттәр ҡурҡып киткән. 35 Болот эсенән иһә:
– Был Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ! – тигән тауыш ишетелгән. 36 Был тауыш яңғырағас, Ғайса яңғыҙы ҡалған. Шәкерттәр бер ни ҙә өндәшмәгән һәм ул көндәрҙә нимә күргәндәрен бер кемгә лә һөйләмәгәндәр.

 

Шаҡшы рух эйәләшкән малайҙы һауыҡтырыу

 

37 Икенсе көн, улар тауҙан төшкәс, Ғайсаны күп халыҡ ҡаршылаған. 38 Шул саҡ халыҡ араһынан берәү:
– Остаз, үтенәм, улымды килеп ҡара! Ул минең берҙән-бер улым, – тип ҡысҡырған. – 39 Шаҡшы рух уны баҫып ала ла, бала ҡапыл ҡысҡыра башлай, тәне тартыша, ауыҙынан күбектәр килеп сыға. Шаҡшы рух, уны ныҡ итеп интектергәндән һуң, көскә китә. 40 Шәкерттәреңдән уны ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, булдыра алманылар.
41 – Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Улыңды бында алып кил.
42 Етеп килгән мәлдәрендә ен малайҙы ергә атып бәргән дә, баланың тәне ҡороша башлаған. Ғайса иһә шаҡшы рухҡа тыйылырға бойорған һәм, малайҙы һауыҡтырып, атаһына тапшырған. 43 Алланың бөйөклөгөн күреп, барыһы ла хайран ҡалған.

 

Ғайсаның Үҙенең үлеүе һәм терелеүе хаҡында ҡабат әйтеүе

 

Халыҡ Ғайса ҡылған эштәргә ғәжәпләнеп торған арала, Ул Үҙенең шәкерттәренә:
44 – Ошо һүҙҙәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк, – тигән.
45 Әммә Уны аңламағандар. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе уларҙан йәшерелгән булған, шуның өсөн дә төшөнмәгәндәр. Ә Ғайсанан һорарға ҡурҡҡандар.

 

Кем иң бөйөгө?

 

46 Шәкерттәр үҙҙәренең араһында кемеһенең иң бөйөгө булыуы тураһында бәхәсләшә башлаған. 47 Ғайса, уларҙың уйын белеп, бер баланы Үҙенең эргәһенә баҫтырған да:
48 – Был баланы Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәреүсене ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң түбәне – иң бөйөгө, – тигән.

 

«Кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы»

 

49 Яхъя:
– Остаз, беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән бергә йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ, – тип әйткән.
50 – Тыймағыҙ, сөнки кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы, – тигән уға Ғайса.
51 Был донъянан китеп, күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса тәүәккәлләп Иерусалимға киткән. 52 Ул Үҙенең алдынан хәбәрселәр ебәргән. Улар, Ғайса килеүгә бар нәмәне әҙерләп ҡуйыр өсөн юлға сығып, Самария ерендәге бер ауылға килгән. 53 Әммә, Иерусалимға юл тотҡанлыҡтан, бында Ғайсаны ҡабул итмәгәндәр[17] . 54 Был хәлде күреп, шәкерттәре Яҡуб менән Яхъя:
– Хужабыҙ! Күктән ут төшөп[18] , уларҙы юҡҡа сығарһын, тип бойороуыбыҙҙы теләйһеңме? – тигәндәр.
55 Ләкин Ғайса, әйләнеп, уларҙы тыйған[19] . 56 Улар икенсе ауылға юл тотҡан.

 

Ғайсаға эйәреү

 

57 Юлда барғанда кемдер берәү Ғайсаға:
– Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тип өндәшкән.
58 – Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап биргән Ғайса.
59 Ә икенсеһенә:
– Миңә эйәр! – тигән.
Уныһы:
– Әфәндем! Өйөмә ҡайтып, тәүҙә атайымды ерләп килергә рөхсәт ит, – тип һораған.
60 Әммә Ғайса уға:
– Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, ә һин бар, Алла Батшалығы тураһындағы Хәбәрҙе иғлан ит, – тип әйткән.
61 Тағы берәүһе:
– Мин Һинең менән барам, Әфәндем! Ләкин тәүҙә өйҙәгеләр менән хушлашып килергә рөхсәт ит, – тип үтенгән.
62 Ләкин Ғайса уға:
– Ер һөрөргә тип һуҡаға тотонғас, артына боролоп ҡараған кеше Алла батшалығы өсөн яраҡлы түгел, – тигән.

 

10

 

Етмеш ике шәкертте хеҙмәткә ебәреү

 

1 Шунан һуң Раббы Ғайса, тағы етмеш ике шәкертте һайлап алып, барырға ниәтләгән һәр ҡала һәм ауылдарға уларҙы Үҙе алдынан икешәрләп ебәргән. 2 Шәкерттәренә Ул былай тигән:
– Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен. 3 Барығыҙ! Мин һеҙҙе бүреләр араһына бәрәстәр ебәргән кеүек ебәрәм. 4 Үҙегеҙ менән бер нәмә лә: аҡса янсығы ла, артмаҡ та, аяҡ кейеме лә алмағыҙ, юлда туҡтап берәүҙе лә сәләмләмәгеҙ. 5 Ингән һәр өйөгөҙҙә иң тәүҙә: «Был йортҡа именлек булһын», – тип әйтегеҙ. 6 Унда именлеккә лайыҡлы кеше йәшәһә, әйткән теләгегеҙ тормошҡа ашыр, әгәр лайыҡлы булмаһа – тормошҡа ашмаҫ. 7 Үҙегеҙҙе ҡабул иткән өйҙә ҡалығыҙ, ни бирһәләр, шуны ашағыҙ һәм эсегеҙ, сөнки эшсе үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен алырға лайыҡлы. Ул төбәктә булған саҡта өйҙән-өйгә күсеп йөрөмәгеҙ.
8 Берәй ҡалаға килгәс, унда һеҙҙе ҡабул итәләр икән, алдығыҙға ҡуйылған нәмәләрҙе ашағыҙ. 9 Ундағы ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ һәм ҡалала йәшәүселәргә: «Һеҙгә Алла Батшалығы яҡынлашты», – тип әйтегеҙ. 10 Әммә, берәй ҡалаға килеп, унда һеҙҙе ҡабул итмәһәләр, урамға сығып: 11 «Ҡалағыҙҙың аяҡтарыбыҙға ҡунған туҙанын да һеҙгә ҡағып ҡалдырабыҙ. Шулай ҙа белегеҙ, Алла Батшалығы яҡынлашты», – тиерһегеҙ. 12 Һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә ул ҡалаға ҡарағанда Содом ҡалаһына еңелерәк булыр.

 

«Ҡайғы һеҙгә»

 

13 Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Вифсаида! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр шырт кейемдәр кейеп һәм көлгә ултырып, күптән инде тәүбә итерҙәр ине. 14 Әммә ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидонға һеҙгә ҡарағанда еңелерәк булыр. 15 Эй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ташланырһың!
16 Һеҙҙе тыңлаған кеше Мине тыңлай, һеҙҙе кире ҡаҡҡан кеше Мине кире ҡаға; Мине кире ҡаҡҡан иһә Мине Ебәреүсене кире ҡаға.

 

Етмеш ике шәкерттең ҡайтыуы

 

17 Етмеш ике шәкерт ҡыуана-ҡыуана Ғайса янына ҡайтҡан:
– Хужабыҙ! Һинең исемең менән эш иткәндә, беҙгә хатта ендәр ҙә буйһона!
18 – Мин Иблистең күктән йәшендәй йығылып төшкәнен күрҙем, – тип яуап биргән уларға Ғайса. – 19 Эйе, Мин һеҙгә йыландарҙың, саяндарҙың өҫтөнә баҫыу һәм дошмандарҙың көсөн еңеп сығыу өсөн хакимлыҡ бирҙем. Һеҙгә бер ни ҙә зыян килтерә алмаҫ. 20 Әммә шаҡшы рухтарҙың һеҙгә буйһоноуына түгел, ә исемдәрегеҙҙең күктә яҙылыуына шатланығыҙ.

 

«Атам барыһын да Миңә тапшырҙы»

 

21 Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тигән:
– Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һине данлайым! Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың! 22 Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улының кем икәнен Атанан башҡа һис кем белмәй, Атаның кем икәнлеген дә Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.
23 Ғайса аҙаҡ шәкерттәренең үҙҙәренә генә мөрәжәғәт иткән:
– Һеҙ күргәндәрҙе күргәндәр бәхетле! 24 Һеҙгә әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм батшалар һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.

 

Изге күңелле Самария кешеһе хаҡында ҡисса

 

25 Бына бер ҡанун белгесе урынынан торған да, Ғайсаны һынарға теләп:
– Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә? – тигән.
26 – Ҡанунда нимә тип яҙылған? Һин унан нимә уҡыйһың? – тип һораған унан Ғайса.
27 – «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә көсөң һәм бөтә аҡылың менән ярат» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуаплаған ҡанун белгесе.
28 – Дөрөҫ яуап бирҙең, шулай эшлә һәм йәшәрһең, – тигән Ғайса.
29 Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан:
– Ә Минең яҡыным кем? – тип һораған.
30 Ғайса уға ҡисса менән яуап биргән:
– Берәү Иерусалимдан Иерихонға китеп барғанда юлбаҫарҙар ҡулына эләккән. Улар уның кейемен һалдырып алған һәм, туҡмап, үлем хәлендә ҡалдырып киткән. 31 Шулай тура килгән: шул уҡ юлдан бер рухани үтеп барған, әммә, әлеге кешене күргәс, уны урап үткән. 32 Шулай уҡ бер левит[20] та ошо ерҙән үтеп барышлай был кешене күргән, әммә ул да туҡталмаған.
33 Бер Самария кешеһе лә уҙып барышлай был әҙәмгә тап булған; уны күреп, йәлләгән. 34 Эргәһенә килеп, яраһын шарап менән йыуған, май һөртөп бәйләгән. Шунан һуң ишәгенә ултыртып, ҡунаҡханаға алып килгән, тәрбиәләгән. 35 Ә икенсе көнөнә, юлға сығырға йыйынғанда, ҡунаҡхана хужаһына ике динар аҡса сығарып биргән дә: «Был кеше тураһында хәстәрлек күр, аҡсаны күберәк тотонорға тура килһә, ҡайтышлай түләрмен», – тигән.
36 Был өсәүҙең ҡайһыныһы юлбаҫарҙар ҡулына эләккән әҙәмдең яҡыны була тип уйлайһың? – тип һораған Ғайса.
37 – Уға шәфҡәт күрһәткәне, – тип яуаплаған ҡанун белгесе.
– Бар, һин дә шулай эшлә, – тигән уға Ғайса.

 

Ғайса Марфа менән Мәрйәм янында

 

38 Ғайса, юлын дауам итеп, шәкерттәре менән бер ауылға килгән. Уны унда Марфа исемле бер ҡатын үҙ өйөндә ҡабул иткән. 39 Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе булған. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңлаған. 40 Марфа иһә ашарға бешереүҙе хәстәрләгән һәм Ғайса янына килеп:
– Хужам! Һеңлемдең бөтөн эште миңә генә ҡалдырып ҡуйыуына бошонмайһыңмы? Уға әйт әле, миңә ярҙам итһен, – тип үтенгән.
41 – Эй Марфа, Марфа! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тигән уға Раббы, – 42 ә бит бары бер генә нәмә кәрәк. Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ.

 

11

 

Ғайсаның доға ҡылырға өйрәтеүе

 

1 Бер ваҡыт Ғайса ниндәйҙер урында доға ҡылған. Ул доға ҡылып бөткәндән һуң, шәкерттәренең береһе:
– Хужам, Яхъя үҙенең шәкерттәрен өйрәткән кеүек, беҙҙе лә доға ҡылырға өйрәт әле, – тип һораған.
2 Ғайса уларға:
– Доға ҡылғанда былай тип әйтегеҙ:
Атабыҙ!
Исемең мөҡәддәс тип танылһын,
Һинең Батшалығың килһен.
3 Был көнгә кәрәкле икмәгебеҙҙе беҙгә һәр көн бир.
4 Гонаһтарыбыҙҙы кисер,
сөнки беҙ ҙә үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылған һәр кемде кисерәбеҙ.
Беҙҙе һынауға дусар итмә, – тигән.
5 Ғайса һүҙен дауам иткән:
– Әйтәйек, һеҙҙең берегеҙ төн уртаһында дуҫына барып, унан: «Дуҫ! Миңә бурысҡа өс икмәк биреп тор әле, 6 үтеп барышлай бер дуҫым ингәйне, табынға ҡуйырға бер нәмәм дә юҡ», – тип һорай. 7 Ә эстән былай тип яуаплайҙар: «Мине борсоп йөрөмә, ишектәр бикләнгән, балаларым да янымда йоҡлап ята, тороп, һин һорағанды бирә алмайым». 8 Мин һеҙгә шуны әйтәм: ул кеше дуҫлыҡ хаҡына икмәк биреп ебәрмәһә лә, тегенең ныҡышмалылығы арҡаһында барыбер тороп, күпме һорала, шул тиклем бирер.
9 Шулай булғас, һеҙгә әйтәм: һорағыҙ – һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ – һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һәм һеҙгә асырҙар. 10 Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар. 11 Арағыҙҙан ҡайһы атай балыҡ һораусы улына балыҡ урынына йылан тотторор? 12 Йәки йомортҡа һораған саҡта саян бирер? 13 Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата Изге Рух бирәсәк.

 

Ғайса һәм Веельзевул

 

14 Ғайса телһеҙ берәүҙең эсенән енде ҡыуып сығарған. Ен сыҡҡандан һуң, был кеше һөйләшә башлаған. Халыҡ быға хайран ҡалған. 15 Уларҙың ҡайһы берҙәре:
– Ул ендәрҙе ендәр башлығы Веельзевулдың[21] көсө менән ҡыуып сығара, – тигән.
16 Ә бәғзеләре, Ғайсаны һынап ҡарарға теләп, Уның күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап иткән. 17 Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, халыҡҡа былай тигән:
– Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан батшалыҡ тар-мар ителер, кешеләре бер-береһенә ҡаршы торған һәр ғаилә тарҡалыр. 18 Иблис Иблисте ҡыуып сығарып, үҙ-үҙенә ҡаршы һөжүмгә барһа, уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр? Ә һеҙ миңә: «Ендәрҙе Веельзевул көсө менән ҡыуып сығараһың», – тиһегеҙ! 19 Әгәр Мин ендәрҙе Веельзевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шунлыҡтан, хаҡлы булмауығыҙҙы улар үҙҙәре күрһәтер. 20 Ә инде Мин ендәрҙе Алла көсө менән ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.
21 Көслө кеше үҙ өйөн ҡорал менән һаҡлаған саҡта уның милке хәүефһеҙлектә булыр. 22 Ә инде көслөрәк берәү һөжүм итеп был кешене еңә ҡалһа, уның таянысы булған бөтөн ҡоралын тартып алыр, табышын бүлгеләр. 23 Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул таратып ташлай.

 

Шаҡшы рухтың ҡайтыуы

 

24 – Шаҡшы рух, кешенең эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай ул. 25 Кире ҡайтҡас, ул уны һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба. 26 Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайта һәм улар шунда йәшәй башлай. Ахырҙа был кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая.
27 Ғайса быны һөйләгән саҡта халыҡ араһынан бер ҡатын тороп:
– Һине ҡарынында йөрөткән һәм имеҙгән әсәйең бәхетле! – тип ҡысҡырған.
28 Ә Ғайса уға:
– Дөрөҫөрәге, Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле, – тигән.

 

Илаһи билдә тураһында

 

29 Ғайса тирәһенә кешеләр тағы күберәк йыйылғас, Ул һөйләй башлаған:
– Был замандың кешеләре – яуыз, улар илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныспәйғәмбәр билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк. 30 Юныс Ниневия кешеләренә илаһи билдә булған кеүек, Әҙәм Улы ла был заман кешеләре өсөн илаһи билдә булыр. 31 Ҡиәмәт көнөндә көньяҡ батшабикәһе лә, ошо быуын кешеләре менән бер рәттән тороп, уларҙы хөкөм итәсәк, сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлар өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Алдығыҙҙағы – Сөләймәндән бөйөгөрәк. 32 Ниневия кешеләре ҡиәмәт көнөндә был заман кешеләре менән бер рәттән тороп, уларҙы хөкөм итәсәк, сөнки Ниневия кешеләре Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлап, тәүбәгә килгән. Ә Алдығыҙҙағы – Юныстан бөйөгөрәк.

 

Тән яҡтыртҡысы

 

33 Бер кем дә шәм тоҡандырып, уны йәшерен урынға[22] ҡуймай, ә өйгә килеп инеүселәр яҡтылыҡты күрһен өсөн, шәмдәлгә ултырта. 34 Тәндең яҡтыртҡысы – һинең күҙең. Күҙең һау булғанда бөтә тәнең нурлы була, ә инде күҙең насар булғанда тәнең дә ҡараңғы була. 35 Шуға күрә һаҡ бул: эсеңдәге яҡтылыҡ ҡараңғылыҡҡа әйләнмәһен. 36 Ә инде бөтә тәнең нурлы һәм унда бер генә ҡараңғы урын да юҡ икән, яҡтыртҡыс балҡыуы һине яҡтыртҡан кеүек, тәнең дә яҡты булыр.

 

Фарисейҙар менән ҡанун белгестәрен киҫәтеү

 

37 Ғайса һүҙен тамамлағандан һуң, фарисейҙарҙың берәүһе Уны ашҡа саҡырған. Ғайса, килгәс, табын артына ултырған. 38 Фарисей, Уның ашар алдынан йола буйынса тейешлесә ҡулдарын йыумауын күреп, ғәжәпкә ҡалған. 39 Әммә Раббы Ғайса уға былай тигән:
– Һеҙ, фарисейҙар, кәсәнең һәм табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә үҙегеҙҙең эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы. 40 Аңһыҙҙар! Тышҡы яҡты бар иткән Алла эске яҡты ла бар иткән түгелме һуң? 41 Һауыт-һабаларығыҙҙағы бар нәмәне фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта бөтә нәмә һеҙҙең өсөн таҙа булыр.
42 Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ бөтнөктөң, рутаның һәм бөтөн баҡса йәшелсәһенең ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ, ә ғәҙеллеккә, Алланы яратыуға иғтибар итмәйһегеҙ. Быларҙы үтәргә һәм бүтән талаптарҙы ла ситтә ҡалдырмаҫҡа кәрәк ине. 43 Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа ултырырға һәм баҙар майҙандарында үҙегеҙҙе ололап сәләмләгәндәрен яратаһығыҙ. 44 Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ билдәләнмәгән ҡәбер һымаҡ: кешеләр унда ҡәбер икәнен белмәйенсә, уларҙың өҫтөнән тапап йөрөй.
45 Ғайсаның был һүҙҙәренә ҡарата ҡанун белгестәренең берәүһе:
– Остаз! Был һүҙҙәрең менән Һин беҙҙе рәнйетәһең, – тип әйткән.
46 Ғайса былай тигән:
– Һеҙгә лә, ҡанун белгестәре, ҡайғы! Һеҙ кеше елкәһенә күтәргеһеҙ ауыр йөктәр һалаһығыҙ, ә үҙегеҙ ул йөктәргә бармаҡ менән дә ҡағылмайһығыҙ. 47 Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ пәйғәмбәрҙәр ҡәберенә һәйкәлдәр төҙөйһөгөҙ, ә уларҙы ата-бабаларығыҙ үлтергән бит! 48 Бының менән һеҙ ата-бабаларығыҙ ҡылған эштәр менән риза булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки улар пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергән, ә һеҙ уларға ҡәбер һәйкәлдәре төҙөйһөгөҙ. 49 Шуның өсөн Алла зирәклеге былай тигән: «Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм илселәр ебәрәм, уларҙың ҡайһы берҙәрен үлтерерҙәр, ә ҡайһыларын эҙәрлекләрҙәр». 50 Шуға күрә, донъя яратылғандан алып, бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең түгелгән ҡаны өсөн ошо быуын кешеләре яуап тотасаҡ, 51 Һабил ҡанынан алып ҡорбан килтереү урыны менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәриә ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын кешеләре быларҙың бөтәһе өсөн дә яуап тотасаҡ.
52 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре! Һеҙ белем асҡысын үҙ ҡулығыҙға алдығыҙ: үҙегеҙ ҙә инмәнегеҙ, инергә теләгәндәргә лә ҡамасауланығыҙ.
53 Ғайса фарисейҙың өйөнән сыҡҡас, ҡанун белгестәре менән фарисейҙар Уны тәнҡитләп, күп һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр итә башлаған. 54 Улар Ғайсаға тоҙаҡ ҡороп, Уның һүҙҙәренән ғәйеп табырға тырышҡан.

 

12

 

Ике йөҙлөлөк тураһында иҫкәртеү

 

1 Был ваҡытта меңәрләгән кеше йыйылған, улар бер-береһен ҡыҫырыҡлаған. Ғайса иң тәүҙә Үҙенең шәкерттәренә мөрәжәғәт итеп һүҙ башлаған:
– Фарисейҙар әсеткеһенән, йәғни ике йөҙлөлөктән һаҡ булығыҙ. 2 Асылмайынса ҡалыр бер ҡапланған нәмә лә һәм беленмәйенсә ҡалыр бер йәшерен сер ҙә юҡ. 3 Шуға күрә ҡараңғыла ни һөйләһәгеҙ, көн яҡтыһында ишетелер, өй эсендә ҡолаҡҡа шыбырлап әйткәнегеҙ ҡыйыҡтан иғлан ителер.

 

Кемдән ҡурҡырға кәрәк?

 

4 Һеҙгә иһә, дуҫтарыма, шуны әйтәм: тәнде үлтереүҙән тыш бер ни ҡыла алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ. 5 Һеҙгә кемдән ҡурҡырға кәрәклеген әйтәм. Йәнегеҙҙе алғандан һуң йәһәннәмгә ташларға хакимлығы булған Алланан ҡурҡығыҙ: эйе, һеҙгә әйтәм, Унан ҡурҡығыҙ. 6 Биш турғай ике баҡыр тәңкәгә[23] һатыла түгелме ни? Ләкин уларҙың береһе лә Алла тарафынан онотолмаған. 7 Хатта башығыҙҙағы һәр сәс бөртөгө һанаулы. Ҡурҡмағыҙ, һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк.
8 Һеҙгә әйтәм: Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Әҙәм Улы ла Алла фәрештәләре алдында ҡабул итер. 9 Ә кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, Алла фәрештәләре алдында унан ваз кисер. 10 Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән һәр кем кисерелер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы көфөр һүҙ һөйләүсе кисерелмәҫ.
11 Ғибәҙәтханаларға, башлыҡтар йәки хакимиәт кешеләре алдына килтергән ваҡытта, үҙебеҙҙе нисек яҡларға, нимә тип яуап бирергә тип борсолмағыҙ. 12 Нимә һөйләргә кәрәклеге тураһында һеҙгә шул сәғәттә Изге Рух кәңәш итер.

 

Аҡылһыҙ бай хаҡында ҡисса

 

13 Халыҡ араһынан берәү Ғайсаға:
– Остаз, ағайыма әйт әле, атайҙан ҡалған мираҫты минең менән уртаҡлашһын, – тигән.
14 Ғайса теге кешенән:
– Һеҙҙең бәхәстәрегеҙҙе хәл итеүсе йәки мөлкәтегеҙҙе бүлеүсе итеп Мине кем билдәләне? – тип һораған һәм 15 барыһына ла былай тип мөрәжәғәт иткән:
– Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.
16 Бынан һуң Ғайса ҡисса һөйләгән:
– Бер байҙың баҫыуҙа игене бик уңған. 17 Бай эстән генә: «Нимә эшләйем икән? Ашлығымды ҡайҙа һаҡларға?» – тип уйлаған. 18 Ул шундай ҡарарға килгән: «Келәттәрҙе һүтеп, ҙурырағын һалайым да бөтә ашлығымды, бөтә байлығымды шунда йыяйым. 19 Шунан инде үҙемә: „Минең күп йылдарға етерлек байлығым бар, йәнем ял итһен, ашаһын, эсһен, күңел асһын“, – тип әйтермен». 20 Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.
21 Үҙе өсөн генә хазина туплаған, әммә Алла алдында бай булмаған һәр кем менән шулай булыр.

 

Алла Батшалығы һәм донъя мәшәҡәттәре

 

22 Шунан һуң Ғайса шәкерттәренә былай тигән:
– Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: йәшәү өсөн нимә ашарға, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ. 23 Йән ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк бит. 24 Ҡарғаларға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа; уларҙың келәттәре лә, буралары ла юҡ. Шулай ҙа Алла уларҙы туйындыра. Ә һеҙ ҡоштарға ҡарағанда әллә күпмегә ҡәҙерлерәк бит. 25 Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала? 26 Шулай булғас, хатта бәләкәй генә нәмәне лә эшләй алмайһығыҙ икән, ни эшләп башҡа нәмә тураһында ҡайғырырға?
27 Ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. Әммә һеҙгә шуны әйтәм: Сөләймән батша, үҙенең бөтә мөһабәтлелегенә ҡарамаҫтан, сәскәләрҙең береһе кеүек тә кейенмәгән. 28 Әгәр ҙә бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендерер, эй һеҙ, имандары аҙҙар.
29 Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ тип ҡайғырмағыҙ. Бының өсөн хафаланмағыҙ. 30 Ул турала был донъя кешеләре ҡайғырта. Ә Атағыҙ һеҙҙең был нәмәләргә мохтаж икәнлегегеҙҙе белә. 31 Һеҙ, киреһенсә, Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм былар бирелер.

 

Күктәге хазина тураһында

 

32 Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡмағыҙ! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты. 33 Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа, ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ. 34 Хазинағыҙ ҡайҙа булһа, күңелегеҙ ҙә шунда булыр.

 

Ышаныслы һәм ышанысһыҙ хеҙмәтселәр

 

35 Яҡтыртҡыстарығыҙҙы һүндермәйенсә, эш итергә әҙер тороғоҙ. 36 Хужаһының никах туйынан ҡайтыуын көтөп, ул ҡайтып шаҡыу менән ишек асырға әҙер торған хеҙмәтселәй булығыҙ. 37 Хужа ҡайтҡас, хеҙмәтселәрен уяу хәлдә күрһә, шул хеҙмәтселәр бәхетле. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа, алъяпҡыс бәйләп, хеҙмәтселәрен өҫтәл янына ултыртыр һәм уларға үҙе үк хеҙмәт итер. 38 Ихтимал, хужа төн уртаһында йәки таң атҡас ҡайтып инер. Әгәр ул хеҙмәтселәрен уяу хәлдә күрһә, шул хеҙмәтселәр бәхетле.
39 Белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына ҡараҡтың ҡайһы ваҡытта килере мәғлүм булһа, үҙ өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине. 40 Һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.
41 Шул саҡ Петр:
– Хужам, был ҡиссаны һин беҙҙең өсөн генә һөйләнеңме, әллә башҡалар өсөн дәме? – тип һораған.
42 Раббы Ғайса иһә былай тигән:
– Ә ышаныслы һәм аҡыллы идарасы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя. 43 Хужаһы ҡайтып, үҙе әйткәнсә эшләүен күрһә, шул хеҙмәтсе бәхетле. 44 Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән башлыҡ итеп ҡуясаҡ.
45 Ләкин ул хеҙмәтсе: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, башҡа хеҙмәтселәрҙе – ирҙәрҙе лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла туҡмарға тотонһа һәм ашап-эсеп, иҫереп йөрөһә, 46 хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр ҙә, уны ҡаты язаға тарттырыр, имандары юҡтар менән бер яҙмышҡа дусар итер.
47 Хужаһының ихтыярын белеп тә, әҙер булмаған һәм уның ихтыярынса эшләмәгән хеҙмәтсе ҡаты туҡмалыр. 48 Ә инде хужаһының ихтыярын белмәйенсә язаға тарттырыла торған эш эшләгән хеҙмәтсе аҙыраҡ туҡмалыр. Кемгә күп бирелә, унан күп талап ителер һәм кемгә күберәк ышанып тапшырыла, унан күберәк һоралыр.

 

Ғайса килтергән бүленеш

 

49 Мин ергә ут алып килдем һәм ул уттың тиҙерәк янып китеүен теләйем! 50 Мин ғазап күленә сумдырылырға тейешмен. Был хәл булғанға тиклем нисек интегәм әле! 51 Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һеҙгә әйтәм, Мин бүлергә килдем. 52 Ошо мәлдән башлап, бер өйҙә биш кеше йәшәһә, өсөһө – икәүһенә һәм икәүһе өсөһөнә ҡаршы булыр. 53 Атаһы – улына, улы – атаһына; әсәһе – ҡыҙына, ҡыҙы – әсәһенә; ҡәйнәһе – килененә, килене – ҡәйнәһенә ҡаршы булыр.

 

Заман билдәләре

 

54 Ғайса йәнә халыҡҡа өндәшкән:
– Һеҙ көнбайышта болот күтәрелгәнен күргәс, шунда уҡ: «Ямғыр яуыр», – тиһегеҙ һәм шулай була ла. 55 Көньяҡтан ел иҫһә: «Эҫе булыр», – тиһегеҙ һәм шулай була ла. 56 Ике йөҙлөләр! Ерҙе һәм күк йөҙөн күҙәтеп, һауа торошон билдәләйһегеҙ, әммә был заманды ни эшләп төшөндөрөп бирә алмайһығыҙ?
57 Ни эшләп һеҙ нимәнең дөрөҫ икәнлеген үҙегеҙ билдәләй алмайһығыҙ? 58 Дәғүәсең һине хөкөмдарға алып барһа, юлда саҡта уҡ уның менән килешергә тырыш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр. Һаҡсы иһә төрмәгә ябыр. 59 Һиңә шуны әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тәңкәһенә тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың.

 

13

 

«Тәүбәгә килмәһәгеҙ, һәләк булырһығыҙ»

 

1 Ошо ваҡытта Ғайса янына ниндәйҙер кешеләр килеп, ҡорбан килтергән саҡтарында Пилаттың әмере буйынса үлтерелгән Галилея кешеләре тураһында һөйләгән. Уларҙың ҡаны килтерелгән ҡорбан ҡанына буталған. 2 Ғайса ул хәлгә ҡарата былай тип әйткән:
– Был хәл Галилеяның ошо кешеләре менән булып уҙғанлыҡтан, улар башҡа галилеялыларға ҡарағанда гонаһлыраҡ тип уйлайһығыҙмы? 3 Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә улар кеүек һәләк булырһығыҙ. 4 Йәки Силоам манараһы ауып, уның аҫтында баҫылып үлгән ун һигеҙ кеше Иерусалимда йәшәгән бөтәһенән дә ғәйеплерәк ине тип уйлайһығыҙмы? 5 Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, барығыҙ ҙа улар кеүек һәләк булырһығыҙ.

 

Емешһеҙ инжир ағасы хаҡында ҡисса

 

6 Ғайса ошондай ҡисса һөйләгән:
– Берәүҙең йөҙөм баҡсаһында инжир ағасы үҫкән. Бер ваҡыт был кеше баҡсаға килгән дә, ағастан емеш эҙләй башлаған, ләкин таба алмаған. 7 Шунан һуң баҡсасыға: «Бына мин өс йыл инде ошо инжир ағасының емешен йыйырға тип киләм, ләкин таба алмайым. Һин уны ҡырҡып ташла. Ни эшләп ул урын биләп тора?» – тигән. 8 Баҡсасы былай тип яуаплаған: «Хужам, һин уны тағы бер йылға ҡалдырып тор, мин уның тирә-яғын ҡаҙып йомшартайым, тиреҫ һалайым. 9 Алдағы йылда емеш бирмәҫме икән? Бирмәһә, ул саҡта ҡырҡып ташларһың».

 

Шәмбе көнө ауырыу ҡатынды һауыҡтырыу

 

10 Ғайса шәмбе көнө бер ғибәҙәтханала өйрәткән. 11 Унда бер ҡатын булған. Уның эсендә ун һигеҙ йыл буйы шаҡшы рух йәшәгән. Был рух уны ғәрипләндергән, ҡатын бөкрәйеп төшкән һәм бөтөнләй турая алмаған. 12 Ғайса, уны күреп, Үҙе янына саҡырып алған да:
– Апай! Һин сиреңдән ҡотолдоң! – тигән.
13 Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйған, ҡатын шунда уҡ турайып баҫҡан һәм Алланы данлай башлаған. 14 Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көнө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа:
– Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тигән.
15 Раббы Ғайса:
– Ике йөҙлөләр! Һеҙҙең ҡайһынығыҙ шәмбе көнө үгеҙен йәки ишәген утлыҡсанан айырып, һыу эсерергә алып бармай? 16 Был ҡатын Ибраһим нәҫеленән бит! Иблис уны ун һигеҙ йыл буйына бәйҙә тотҡан. Бөгөн шәмбе көнө булһа ла, уны әсирлектән азат итергә ярамаймы ни? – тип яуаплаған.
17 Ғайса был һүҙҙәрҙе әйткәс, Уға ҡаршы төшөүселәрҙең барыһы ла оялған, бөтөн халыҡ иһә Ул ҡылған бар данлы эштәргә шатланған.

 

Горчица орлоғо һәм әсетке

 

18 Шунан һуң Ғайса былай тип һөйләгән:
– Алла Батшалығы нимәгә оҡшаған һәм Миңә Уны нимә менән сағыштырырға?
19 Ул кешенең үҙ баҡсаһына ултыртҡан горчица орлоғона оҡшаған: үҫеп еткәс ағасҡа әүерелә һәм ҡоштар уның ботаҡтарында оя ҡора.
20 Ғайса һүҙен дауам иткән:
– Алла Батшалығын йәнә нимә менән сағыштырайым? 21 Ул әсеткегә оҡшаған: ҡатын кеше аҙ ғына әсетке менән бер тоҡ ондан[24] ҡамыр баҫып ҡуя, ахырҙа бөтә ҡамыр әсеп ҡабара.

 

Тар ҡапҡалар хаҡында ҡисса

 

22 Ғайса, ҡалалар һәм ауылдар буйлап вәғәзләп, Иерусалимға юл тотҡан. 23 Кемдер Унан:
– Әфәндем, аҙҙар ғына ҡотолоп ҡалырмы икән? – тип һораған.
Ғайса иһә ундағы кешеләргә былай тип яуаплаған:
24 – Бөтә көсөгөҙҙө һалып тар ишек аша инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ. 25 Өй хужаһы урынынан тороп ишекте бикләгәндән һуң, һеҙ тышҡы яҡта ҡалып ишек ҡаға башларһығыҙ һәм: «Әфәндем, беҙгә ишек ас әле!» – тип үтенерһегеҙ. Ә Ул һеҙгә: «Мин һеҙҙең кем икәнлегегеҙҙе лә, ҡайҙан икәнлегегеҙҙе лә белмәйем», – тип яуаплар. 26 Шул саҡ һеҙ: «Беҙ һинең менән бергә ашаныҡ, эстек, Һин урамдарыбыҙҙа беҙҙе өйрәттең», – тип әйтә башларһығыҙ. 27 Әммә Ул: «Һеҙҙең ҡайҙан икәнлегегеҙҙе белмәйем, яуызлыҡ ҡылыусылар, бөтәгеҙ ҙә Минең янымдан китегеҙ», – тип әйтер.
28 Һеҙ Ибраһимдың, Исхаҡтың, Яҡубтың һәм бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең Алла Батшалығында булыуын, ә үҙегеҙҙең унан ҡыуып сығарылыуығыҙҙы күреп, һыҡтарһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырлатырһығыҙ. 29 Көнсығыштан һәм көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан килерҙәр һәм Алла Батшалығында мәжлес өҫтәле артына ултырырҙар. 30 Әлеге ваҡытта аҙаҡҡы булғандарҙың ҡайһы берҙәре – беренсе, беренсе булғандарҙың ҡайһы берҙәре аҙаҡҡы булыр.

 

Ғайсаның Иерусалим хаҡында көйөнөүе

 

31 Шул ваҡыт фарисейҙарҙың ҡайһы берҙәре килеп Ғайсаға:
– Бынан кит, Ирод Һине үлтерергә теләй, – тигән.
32 Ғайса уларға былай тип яуаплаған:
– Барығыҙ, ул төлкөгә: «Бөгөн һәм иртәгә ендәрҙе ҡыуырмын, ауырыуҙарҙы һауыҡтырырмын, өсөнсө көнгә эшемде тамамлармын», – тип әйтегеҙ. 33 Улай ғына ла түгел, Мин бөгөн дә, иртәгә лә, өсөнсө көндә лә Үҙ юлымды дауам итергә тейешмен, сөнки пәйғәмбәрҙең Иерусалимдан ситтә үлтерелеүе күҙ алдына килмәй.
34 Иерусалим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таштар менән бәреп һәләк итеүсе Иерусалим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ! 35 Хәҙер иһә һеҙҙең Изге Йортоғоҙ ташланыласаҡ. Һеҙгә әйтәм: «Раббы исеменән Килеүсе мөбәрәк!» – тип әйтер ваҡытығыҙ етмәй тороп, Мине күрмәйәсәкһегеҙ!

 

14

 

Ғайсаның шәмбе көнө тураһында яуабы

 

1 Шәмбе көнө Ғайса фарисей башлыҡтарының береһенең өйөнә ашҡа барған. Фарисейҙар Уны күҙәткән. 2 Уның алдына һары һыу ауырыуынан яфа сигеүсе бер кеше килеп баҫҡан.
3 – Ҡанун буйынса, шәмбе көнө дауаларға яраймы? – тип һораған Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан.
4 Тегеләре өндәшмәгән. Ә Ғайса, ауырыу кешене ҡосағына алып, уны һауыҡтырған, өйөнә ҡайтарып ебәргән. 5 Ғайса уларҙан:
– Берегеҙҙең улы йәки үгеҙе ҡоҙоҡҡа ҡолап төшһә, шәмбе көн булһа ла шунда уҡ тартып сығармаҫ инегеҙме? – тип һораған.
6 Тегеләр Ғайсаның был һорауына яуап бирә алмаған.

 

Саҡырылған ҡунаҡтар хаҡында ҡисса

 

7 Саҡырылған ҡунаҡтарҙың үҙҙәренә урынды түрҙән алыуҙарын күреп, Ғайса уларға былай тигән:
8 – Берәү һине мәжлескә саҡырһа, түрҙәге урынға ултырма, сөнки һиңә ҡарағанда хөрмәтлерәк кешенең саҡырылған булыуы ихтимал. 9 Һине лә, уны ла саҡырған хужа эргәңә килеп: «Урыныңды был кешегә бир», – тип әйтер. Шул саҡта һин, оятҡа ҡалып, ишек төбөндәге урынға барып ултырырға мәжбүр булырһың. 10 Киреһенсә, мәжлескә саҡырылһаң, килгәс ишек янынан урын ал, шунда хужа эргәңә килеп: «Дуҫ, түргәрәк күсеп ултыр», – тип әйтер. Шул саҡ һинең менән бергә мәжлестә ултырыусыларҙың бөтәһе алдында ихтирамың артыр. 11 Үҙен башҡаларға ҡарағанда өҫтөн ҡуйған һәр кем түбәнһетелер, ә үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.
12 Ғайса үҙен ашҡа саҡырған кешегә лә өндәшкән:
– Төшкө йәки киске ашҡа дуҫтарыңды ла, ағай-энеләреңде лә, туғандарыңды ла, бай күршеләреңде лә саҡырма. Юҡһа улар ҙа һине үҙҙәренә ашҡа саҡырыр һәм шуның менән яҡшылығың кире ҡайтарылыр. 13 Табын йыяһың икән, фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы саҡыр, 14 ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө иһә һиңә ҡайтарылып бирелер.
15 Ғайсаның был һүҙҙәрен ишеткәс, Уның менән ултырғандарҙың береһе:
– Алла Батшалығындағы табындан ашаясаҡ кеше бәхетле! – тигән.
16 Ғайса иһә уға былай тип яуап биргән:
– Бер кеше ҙур табын әҙерләп күп ҡунаҡ саҡырған. 17 Ашар мәл еткәс, үҙенең хеҙмәтсеһен ҡунаҡтарға: «Килегеҙ, табын әҙер инде», – тип әйтергә ебәргән. 18 Бөтәһе лә, һүҙ ҡуйышҡан кеүек, ғәфү үтенә башлаған. Беренсеһе: «Ер һатып алғайным, шуны барып ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», – тигән. 19 Икенсеһе: «Биш пар эш үгеҙе һатып алғайным, уларҙы һынап ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», – тигән. 20 Өсөнсөһө: «Мин өйләндем, шуның өсөн бара алмайым», – тигән. 21 Хеҙмәтсе, ҡайтҡас, был хаҡта хужаһына һөйләп биргән. Хужа асыуланған һәм хеҙмәтсеһен: «Бар, йәһәт кенә ҡала майҙандарынан һәм тыҡрыҡтарҙан фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, һуҡырҙарҙы һәм аҡһаҡтарҙы йыйып алып ҡайт», – тип сығарып ебәргән. 22 Хеҙмәтсе әйләнеп ҡайтҡас: «Хужам, һинең әмерең үтәлде, әммә буш урындар ҡалды әле», – тигән. 23 Хужа хеҙмәтсеһенә: «Бар, ҡала ситендәге юлдарға, һуҡмаҡтарға сыҡ, кешеләрҙе бында килергә күндер, өйөм тулы булһын, – тип бойорған. – 24 Һеҙгә шуны әйтәм: тәүге саҡырылғандарҙың береһе лә минең табынымдағы ризыҡтан татый алмаҫ»[25] .

 

Ғайсаға эйәреү хаҡы

 

25 Ғайса артынан күп халыҡ эйәргән, Ул былай тип мөрәжәғәт иткән:
26 – Минең яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Мине яратҡандан нығыраҡ яратһа, шәкертем була алмай. 27 Үҙенең арҡысағын күтәреп, артымдан эйәреп бармаған кеше шәкертем була алмай. 28 Әйтәйек, арағыҙҙан берәйһе манара төҙөргә теләй ти. Ул иң элек, ултырып, уның күпмегә төшәсәген хисаплап, төҙөлөштө аҙағына тиклем еткерә алыу-алмауын самаламаймы ни? 29 Юғиһә, нигеҙен һалып та, уны төҙөп бөтөрә алмаһа, быны күргәндәрҙең барыһы ла: 30 «Был кеше төҙөй башланы ла, тамамлап ҡуя алманы», – тип көлөр.
31 Йәки берәй батша икенсе бер батшаға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнгән саҡта, ултырып, кәңәш ҡороп, ун меңлек ғәскәре менән егерме меңлек ғәскәргә ҡаршы торорлоҡ көскә эйәме, түгелме икәнлеге тураһында уйлап ҡарамаҫ инеме? 32 Көсө етмәҫлек булһа, теге батша алыҫта саҡта уҡ солох шарттары хаҡында килешер өсөн, илселәрен ебәрәсәк.
33 Шулай уҡ һеҙҙең һәр берегеҙ барлыҡ нәмәһенән баш тартмаһа, Минең шәкертем була алмаясаҡ.

 

Тәмен юғалтҡан тоҙ

 

34 Тоҙ яҡшы нәмә. Әммә үҙенең тәмен юғалтһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһың? 35 Ул баҫыу өсөн дә, тиреҫ өсөн дә яраҡһыҙға әйләнер һәм уны сығарып ташларҙар. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!

 

15

 

Юғалған һарыҡ хаҡында ҡисса

 

1 Һалым йыйыусылар менән башҡа гонаһлыларҙың байтағы, Ғайсаны тыңлау өсөн, Уның янына йыйылған. 2 Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә:
– Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранған.
3 Ғайса уларға ошондай ҡисса һөйләгән:
4 – Әйтәйек, берегеҙҙең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһе юғалды ти. Ул туҡһан туғыҙын көтөүлектә ҡалдырып, юғалған берәүһен тапҡансы эҙләмәҫме ни? 5 Ә инде тапҡас, ҡыуанып, уны елкәһенә һалыр, 6 өйөнә ҡайтҡас, дуҫтары менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, мин юғалған һарығымды таптым», – тиер. 7 Һеҙгә шуны әйтәм: шул рәүешле, тәүбә итеүгә мохтаж булмаған туҡһан туғыҙ тәҡүә кеше өсөн шатланыуға ҡарағанда, тәүбә иткән гонаһлы бер кеше өсөн күктә шатлыҡ ҙурыраҡ булыр.

 

Көмөш тәңкә хаҡында ҡисса

 

8 – Әгәр берәй ҡатындың ун көмөш тәңкәһе[26] булып, береһен юғалтһа, майшәм яндырып, иҙәнен һепереп, уны тапҡансы ентекләп эҙләмәҫме? 9 Ә инде тапҡас, әхирәттәре менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, юғалтҡан тәңкәмде таптым», – тиер. 10 Һеҙгә шуны әйтәм: Алла фәрештәләре лә тәүбә иткән бер гонаһлы өсөн шулай уҡ шатланыр.

 

Юғалған улдың кире ҡайтыуы хаҡында ҡисса

 

11 Ғайса һөйләүен дауам иткән:
– Бер кешенең ике улы булған. 12 Кесе улы атаһына: «Атай, мөлкәттең миңә тейешле өлөшөн бүлеп бир», – тигән. Атаһы мөлкәтен улдарына бүлеп биргән. 13 Бер нисә көн үткәс, кесе улы үҙ өлөшөн һатып, бөтә аҡсаһын алып, алыҫ юлға сығып киткән һәм, унда аҙғынлыҡҡа бирелеп, байлығын туҙҙырып бөтөргән. 14 Бөтөнөһөн пыран-заран килтергәндән һуң, был илгә ҡаты аслыҡ килгән һәм ул мохтажлыҡ кисерә башлаған. 15 Шул саҡ ул ошо илдең бер кешеһенә эшкә ялланған, был кеше уны яланға сусҡа көтөргә ебәргән. 16 Кесе ул шул тиклем асыҡҡан, хатта сусҡаларҙың аҙығын ашарға ла риза булыр кимәлгә еткән, әммә уға уныһын да бирмәгәндәр.
17 Шул саҡ ул аҡылына килеп: «Атайымдың ялсылары күп һәм уларҙың бөтәһенең дә туйғансы ашарлыҡ ризығы бар, ә мин бында астан үлеп барам. 18 Хәҙер үк ҡайтайым да уға: „Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым. 19 Инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен, мине ялсы итеп эшкә ал“, – тип әйтәйем», – тип уйлаған. 20 Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ уны атаһы күреп ҡалған һәм бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған. 21 Улы уға: «Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым: инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен», – тигән. 22 Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяҡтарына ҡаталар бирегеҙ, 23 һимертелгән берәй быҙауҙы салығыҙ, ашап-эсеп, күңел асайыҡ! 24 Минең улым үлгәйне – хәҙер терелде, юғалғайны – хәҙер табылды», – тип әйткән. Шунан улар күңел аса башлаған.
25 Атаның өлкән улы иһә ҡырҙа булған. Ҡайтышлай, өйөнә яҡынайып килгәндә, йыр һәм бейеү тауыштары ишеткән. 26 Хеҙмәтселәрҙең береһен саҡырып: «Бында нимә бара?» – тип һораған. 27 «Һинең ҡустың ҡайтты, атайың уны һау-сәләмәт күреүенә ҡыуанып, һимертелгән быҙау салдырҙы», – тигән уға хеҙмәтсе. 28 Өлкән улдың быға асыуы килгән һәм өйгә инергә теләмәгән. Атаһы сығып саҡырғас, 29 уға ул былай тигән: «Бына мин һиңә нисә йылдар инде хеҙмәт итәм. Бойороғоңдо бер тапҡыр ҙа үтәмәй ҡалғаным юҡ. Шулай булһа ла, дуҫтарым менән күңел асырға бер тапҡыр кәзә бәрәсе лә бирмәнең. 30 Ә милкеңде аҙғын ҡатындар менән туҙҙырған был улың ҡайтҡас, уның өсөн хатта һимертелгән быҙау салғанһың!» 31 Атаһы уға: «Улым, һин һәр ваҡыт янымда, минең бар нәмәм – һинеке. 32 Был ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды. Бына ошо ҡыуаныстан күңел асырға булдыҡ», – тигән.

 

16

 

Ышанысһыҙ идара итеүсе хаҡында ҡисса

 

1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тигән:
– Бер бай хужалығы менән идара итеүсе тотҡан. Байға был кешенең уның мөлкәтен туҙҙырыуы тураһында әйткәндәр. 2 Бай идарасыһын саҡырып ала: «Һинең турала нимәләр генә ишетмәйем! Үҙеңдең идаралыҡ эшмәкәрлегеңә иҫәп-хисап яһа, сөнки артабан минең хужалығыма идарасы була алмайһың». 3 Идарасы шул саҡ үҙ алдына былай тип уйлаған: «Нимә эшләйем икән? Хужам мине идаралыҡ итеү эшенән ҡыуа, ер ҡаҙырға көсөм юҡ, хәйер һорарға оялам. 4 Әһә! Шулай ҙа, хужалыҡ менән идаралыҡ итеү эшенән сығарылғас, кешеләр мине үҙ йорттарына ҡабул итһендәр өсөн нимә эшләргә кәрәклеген беләм». 5 Шунан ул хужаһына бурысы булған кешеләрҙе берәм-берәм саҡырып алған. Тәүгеһенән: «Минең хужама күпме бурысың бар?» – тип һораған. 6 Тегенеһе уға: «Йөҙ мискә[27] май тейешмен», – тигән. Идара итеүсе: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да тиҙ генә ултырып, илле мискә, тип яҙ», – тигән. 7 Шунан икенсеһен саҡырып: «Ә һинең бурысың күпме?» – тип һораған. «Йөҙ тоҡ[28] бойҙай». Идара итеүсе: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да һикһән тоҡ тип яҙ», – тигән. 8 Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә, яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ.
9 Һеҙгә әйтәм: хаҡ булмаған донъяның байлығын, изгелек итеп, үҙегеҙгә дуҫтар булдырыу өсөн файҙаланығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, байлыҡтың файҙаһы бөткәс, мәңгелек йәшәү йорттарына ҡабул ителерһегеҙ.
10 Бәләкәй нәмәлә ышаныслы кеше ҙур нәмәлә лә ышаныслы булыр, бәләкәй нәмәлә ышанысһыҙ кеше ҙурында ла ышанысһыҙ булыр. 11 Шулай итеп, хаҡ булмаған донъяның байлығы менән эш итеүҙә ышаныслы түгелһегеҙ икән, ысын байлыҡты һеҙгә кем аманат итер? 12 Әгәр башҡаларҙың һеҙгә тапшырылған мөлкәте менән ышаныслы эш итмәйһегеҙ икән, үҙегеҙгә тәғәйенләнгәне Алла тарафынан нисек бирелер? 13 Бер ниндәй хеҙмәтсе лә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһен яратыр, икенсеһен күрә алмаҫ, йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.

 

Фарисейҙар һәм ҡанун

 

14 Фарисейҙар быларҙың бөтәһен дә ишеткән һәм, үҙҙәре аҡса яратҡанлыҡтан, Ғайсанан мыҫҡыллап көлгәндәр. 15 Ғайса уларға былай тигән:
– Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙә ни ятҡанын белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнес.
16 Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең заманы Яхъя килгәнгә тиклем булды, шунан бирле Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала. 17 Әммә, күк менән ер юҡҡа сыҡҡан осраҡта ла, ҡанундың бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.
18 Ҡатынын айырып башҡаға өйләнгән ир ҡатынына ҡарата зина ҡыла; һәм ире айырған ҡатынға өйләнеүсе лә зина ҡыла.

 

Бай һәм Лазарь хаҡында ҡисса

 

19 Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул ҡиммәтле кейемдәрҙә йөрөп, һәр көнө зиннәттә үткән. 20 Ә уның ҡапҡаһы төбөндә бөтә тәне һыҙлауыҡтар менән ҡапланған Лазарь исемле фәҡир ятҡан. 21 Ул байҙың табынынан төшкән һыныҡ-мыныҡтар менән туҡланыуҙан да ҡәнәғәт булыр ине, әммә эттәр уның янына килеп, һыҙлауыҡтарын ялаған.
22 Бер көн Лазарь үлгән һәм фәрештәләр уны Ибраһим янындағы түрҙәге урынға алып барған. Бай ҙа үлгән. Уны ла ерләгәндәр. 23 Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараған һәм алыҫта Ибраһимды, ә уның эргәһендә Лазарҙы күргән. 24 Шул саҡта бай: «Ибраһим атам! Миңә мәрхәмәтле булып, Лазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын, мин ялҡында ғазапланам», – тип ҡысҡырған. 25 Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Лазарь михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. – 26 Өҫтәүенә, беҙҙең менән һеҙҙең арала ҙур упҡын ята, шунлыҡтан бынан һеҙҙең яҡҡа сығырға теләүсе лә, ул яҡтан был яҡҡа сығырға теләүсе лә үтә алмаҫ». 27 Шул саҡ бай: «Атам, улай булғас, зинһар өсөн, Лазарҙы атайымдың өйөнә ебәр. 28 Минең биш туғаным бар, был ғазапланыу урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», – тигән. 29 Ибраһим уға: «Уларҙа Муса һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары бар. Унда яҙылғандарға ҡолаҡ һалһындар», – тип әйткән. 30 Бай иһә: «Юҡ, Ибраһим атам. Үлгәндәрҙең береһе терелеп улар янына барһа, шул мәлдә тәүбәгә килерҙәр ине», – тигән. 31 Ибраһим байға: «Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламайҙар икән, үленән терелеүгә лә ышанмаҫтар», – тип яуап биргән.

 

17

 

Иман һәм гонаһ

 

1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тип һөйләгән:
– Кешеләрҙе гонаһҡа этәреүсе ҡотҡо ҡотолғоһоҙ, әммә был ҡотҡоноң сәбәпсеһенә – ҡайғы. 2 Бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. 3 Нимә ҡылыуығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Яҡының һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит. 4 Көнөнә ете тапҡыр һиңә ҡаршы гонаһ ҡылып һәм ете тапҡыр яныңа килеп: «Ҡылғаныма үкенәм!» – тиһә, уны ғәфү ит.
5 Илселәр Раббы Ғайсаға:
– Иманыбыҙҙы арттыр, – тигәндәр.
6 Раббы былай тигән:
– Әгәр һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та, үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине.
7 Ер һөрөп йәки көтөү көтөп ҡырҙан ҡайтҡан хеҙмәтсеһенә ҡайһынығыҙ: «Әйҙә, тиҙерәк өҫтәл янына ултыр», – тип әйтер икән? 8 Киреһенсә, уға: «Ең һыҙғанып киске аш әҙерлә, ашап-эскән ваҡытымда миңә хеҙмәт күрһәтеп тор, шунан һуң ғына үҙең ашап-эсерһең», – тип әйтмәҫһегеҙме? 9 Ҡушҡандарҙы үтәгәне өсөн хеҙмәтсегеҙгә рәхмәт әйтерһегеҙме икән? 10 Шулай итеп, һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: «Беҙ бары тик хеҙмәтселәр генә, нимә эшләргә тейеш булһаҡ, шуны эшләнек», – тип әйтегеҙ.

 

Махау сирле ун кешене һауыҡтырыу

 

11 Ғайса, Иерусалимға барышлай, Самария һәм Галилея араһындағы ерҙәр аша үткән. 12 Бер ауылға ингәндә, Уны махау сирле ун кеше ҡаршылаған. Улар алыҫта уҡ туҡтап, 13 көслө тауыш менән:
– Ғайса Остаз! Беҙгә мәрхәмәтле булсы! – тип ҡысҡырған.
14 Ғайса уларҙы күргәс:
– Барығыҙ, руханиҙарға күренегеҙ, – тигән.
Махау сирлеләр унда барышлай уҡ таҙарынған. 15 Уларҙың береһе, һауыҡҡанын тойғас та, кире ҡайтып, ҡысҡырып Алланы данлаған, 16 Ғайсаның аяҡтарына йығылып Уға рәхмәт әйткән. Был – Самария кешеһе булған. 17 Шул саҡ Ғайса:
– Ун кеше таҙарынғайнығыҙ түгелме һуң? Туғыҙығыҙ ҡайҙа? 18 Сит халыҡтан булған был кешенән башҡалары, Аллаға рәхмәт белдереү өсөн, кире килмәнеме ни? – тип һораған. 19 Ә теге кешегә:
– Тор, юлыңда бул, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тигән.

 

Алла Батшалығының килеү мәле тураһында

 

20 Фарисейҙар Ғайсанан Алла Батшалығының ҡасан килеүе тураһында һораған.
– Алла Батшалығы күҙгә күренеп килмәҫ, – тип яуап биргән Ғайса. – 21 «Бына, бында Ул», йәки: «Ана, тегендә», – тип тә әйтмәҫтәр. Алла Батшалығы – һеҙҙең арағыҙҙа.
22 Ғайса шәкерттәренә былай тигән:
– Әҙәм Улы көндәренең береһен генә булһа ла күргегеҙ килгән ваҡыт етер, әммә күрә алмаҫһығыҙ. 23 Һеҙгә: «Ул бына бында», йәки: «Ул тегендә», – тип әйтерҙәр – бармағыҙ ҙа, улар артынан йөрөмәгеҙ ҙә. 24 Йәшен йәшнәп, күктең бер ситенән икенсе ситенә саҡлы ут ялтырап киткән кеүек, Әҙәм Улы Үҙенең көнөндә шулай булыр. 25 Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер.
26 Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән көндәрҙә лә шулай буласаҡ. 27 Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем кешеләр ашаған, эскән, өйләнгән, кейәүгә сыҡҡан. Шунан һуң туфан ҡалҡып, барыһын да һәләк иткән. 28 Лот көндәрендә лә шулай булған: кешеләр ашаған, эскән, һатып алған һәм һатып ебәргән, сәскән, төҙөгән. 29 Әммә Лот Содом ҡалаһынан сыҡҡан көндә күктән ут менән көкөрт ямғыры яуған һәм барыһын да һәләк иткән.
30 Әҙәм Улы килеп күренгән көндә лә шулай буласаҡ. 31 Ул көндө үҙе өй ҡыйығында булып, әйберҙәре аҫта ҡалған кеше уларҙы алырға тип төшмәһен, шулай уҡ кем баҫыуҙа булһа, өйөнә ҡайтмаһын. 32 Лоттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. 33 Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға тырыша, ул уны юғалтыр; ә кем йәнен юғалта, уны һаҡлап алып ҡалыр. 34 Һеҙгә әйтәм: ул төндә бер түшәктә ятҡан ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. 35-36 Бергә ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр[29] .
37 Ғайсаның был һүҙҙәренән һуң шәкерттәре:
– Хужабыҙ, был хәл ҡайҙа булыр? – тип һораған.
– Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр, – тигән Ғайса.

 

18

 

Тол ҡатын һәм хөкөмдар

 

1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеге тураһында ошондай ҡисса һөйләгән:
2 – Бер ҡалала Алланан да ҡурҡмаған, кешеләрҙән дә тартынмаған хөкөмдар йәшәгән. 3 Ошо уҡ ҡалала бер тол ҡатын да ғүмер иткән һәм ул хөкөмдар янына килеп: «Миңә ҡаршы булған кеше менән дәғүәләшеүҙә миңә тейешле баһа бир», – тигән. 4 Әммә хөкөмдар дәғүәне оҙаҡ ваҡыт хәл итергә теләмәгән. Аҙаҡ былай тип уйлаған: «Алланан ҡурҡмаһам да, кешеләрҙән тартынмаһам да, 5 ошо тол ҡатын миңә тынғылыҡ бирмәгәнлектән, уның дәғүәһен хәл итәйем, башҡаса аптыратып килеп йөрөмәһен».
6 Раббы Ғайса былай тип тамамлаған:
– Намыҫһыҙ хөкөмдарҙың нимә уйлағанына иғтибар иттегеҙме? 7 Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырыусы Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаҫмы һуң? Оҙаҡҡа һуҙырмы ни? 8 Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгәс, ерҙә иман табырмы икән?

 

Фарисей менән һалым йыйыусы

 

9 Үҙҙәрен тәҡүә һанап, башҡаларға түбәнһетеп ҡараусыларҙың ҡайһы берҙәренә Ғайса ошондай ҡисса һөйләгән:
10 – Ике кеше доға ҡылыр өсөн Алла Йортона ингән: береһе – фарисей, икенсеһе – һалым йыйыусы. 11 Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек – талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла, йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек булмағаным өсөн рәхмәт белдерәм. 12 Аҙнаһына ике тапҡыр ураҙа тотам, табышымдың[30] ундан бер өлөшөн Һиңә бирәм». 13 Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә ҡарарға ла ҡыймаған, ә сәсен йолҡҡослап: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булсы!» – тип үтенгән. 14 Һеҙгә әйтәм, тәүгеһе түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән; сөнки үҙен үҙе күтәреүсе һәр кем – түбәнһетелер, үҙен түбәнһетеүсе – күтәрелер.

 

Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы

 

15 Ғайса янына, ҡағылыуы менән Үҙ фатихаһын бирһен өсөн, кешеләр бәләкәй балаларын да алып килгән. Шәкерттәре иһә быны күреп, уларҙы шелтәләп, үткәрмәгән. 16 Ғайса балаларҙы Үҙ янына саҡырып алған да былай тигән:
– Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы. 17 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк.

 

Ғайса һәм бай

 

18 Башлыҡтарҙың береһе Ғайсанан:
– Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораған.
19 – Ниңә һин Мине изгелекле тип атайһың? – тигән Ғайса. – Алланан башҡа һис кем изгелекле түгел. 20 Уның әмерҙәрен беләһең: «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт».
21 Ә башлыҡ Уға:
– Мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп килдем, – тигән.
22 Быны ишеткәс, Ғайса былай тигән:
– Һиңә бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр.
23 Башлыҡ иһә, быны ишеткәс, ҡайғыға төшкән: бик бай булған ул.
24 Ғайса уның ҡайғырыуын күреп, былай тигән:
– Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! 25 Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк.
26 Быны ишетеүселәр:
– Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һораған.
27 – Кеше эшләй алмағанды Алла булдыра ала, – тигән Ғайса.
28 Петр иһә Ғайсаға:
– Бына беҙ, бөтә булған нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек, – тип әйткән.
29 Ғайса тыңлаусыларға өндәшкән:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: өйөн, ҡатынын, ағай-энеһен, ата-әсәһен йәки балаларын Алла Батшалығы хаҡына ҡалдырған һәр кем 30 хәҙерге ваҡытта ла күп тапҡырға артығыраҡ алыр, ә инде киләсәк донъяла ул мәңгелек тормошҡа эйә булыр.

 

Ғайсаның Үҙенең үлеүе һәм терелеүе хаҡында өсөнсө тапҡыр әйтеүе

 

31 Ғайса, ун ике шәкертен ситкә саҡырып, уларға:
– Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ. 32 Ул мәжүсиҙәр ҡулына тапшырыласаҡ, улар Уны мыҫҡыллаясаҡ, хурлаясаҡ һәм өҫтөнә төкөрәсәк, 33 Уны ҡамсылаясаҡтар һәм үлтерәсәктәр. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән.
34 Әммә шәкерттәр был һүҙҙәрҙән бер нәмә лә аңламаған, һүҙҙәрҙең мәғәнәһе улар өсөн йәшерен ҡалғанлыҡтан, Ғайса әйткәндәргә төшөнмәгәндәр.

 

Һуҡыр хәйерсене һауыҡтырыу

 

35 Ғайса Иерихонға яҡынлашып килгәндә, юл ситендә бер һуҡыр хәйер һорашып ултырған. 36 Ул, эргәһенән күп кешеләр үтеп барғанын ишетеп:
– Нимә булды? – тип һораған.
37 – Назаралы Ғайса үтеп бара, – тигәндәр уға.
38 Шунда ул:
– Дауыт Улы Ғайса, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырып ебәргән.
39 Алдан барыусылар уны әрләп, өндәшмәҫкә ҡушҡан, әммә ул тағы ла көслөрәк итеп:
– Дауыт Улы, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырған.
40 Ғайса туҡтап, уны Үҙ янына килтерергә ҡушҡан. Һуҡыр килгәс:
41 – Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораған.
Һуҡыр:
– Әфәндем! Күҙҙәрем күрһен ине, – тигән.
42 Ғайса уға:
– Күҙҙәрең күрһен! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тип әйткән.
43 Һуҡыр шунда уҡ күрә башлаған һәм, Алланы данлап, Ғайсаға эйәреп киткән. Ундағы кешеләрҙең бөтәһе лә, быны күреп, Алланы маҡтаған.

 

19

 

Ғайса һәм Закхей

 

1 Ғайса Иерихонға инеп, уның аша үтеп барған. 2 Бында һалым йыйыусыларҙың башлығы Закхей исемле бай кеше йәшәгән. 3 Ул Ғайсаны нисек булһа ла күреп ҡалырға тырышҡан. Ләкин, буйға тәпәш булғанлыҡтан, халыҡ араһынан Уны күрә алмаған. 4 Шунлыҡтан, Ғайсаны күрергә тип алға йүгереп сығып, ҡырағай инжир ағасына менеп ултырған. Ғайса ошо урындан үтергә тейеш булған. 5 Ғайса, килеп еткәс, Закхейҙы күреп ҡалып:
– Закхей! Төш тиҙерәк, Мин бөгөн һиндә ҡунаҡ булырға тейешмен, – тип өндәшкән.
6 Закхей тиҙ генә төшкән дә, Ғайсаны шатланып ҡабул иткән. 7 Быны күреп торған бөтәһе лә:
– Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранған.
8 Закхей иһә тороп, Раббы Ғайсаға:
– Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тигән.
9 – Бөгөн был өйгә ҡотолоу килде, – тигән Ғайса, – был кеше лә Ибраһим нәҫеленән бит. 10 Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға килде.

 

Хеҙмәтселәргә бирелгән аҡсалар хаҡында ҡисса

 

11 Быны тыңлап торған кешеләргә Ғайса, һүҙен дауам итеп, тағы ла бер ҡисса һөйләгән. Ул Иерусалимдан алыҫ булмаған инде, шуға халыҡ оҙаҡламай Алла Батшалығы етергә тейеш тип уйлаған. 12 Ғайса былай тигән:
– Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итеү өсөн, алыҫ юлға сыҡҡан. Шунан һуң ул кире әйләнеп ҡайтырға тейеш булған. 13 Юлға сығыр алдынан ун хеҙмәтсеһен саҡырып алған да берәр көмөш тәңкә[31] биреп: «Мин ҡайтҡансы быларҙы файҙаланығыҙ һәм табыш алығыҙ», – тигән. 14 Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, быны белдерергә артынса уҡ илселәр ебәргән.
15 Теге кеше, батшалыҡты ҡабул итеп ҡайтыу менән, аҡса бирелгән хеҙмәтселәренең күпме табыш алғандарын белеү өсөн, үҙ янына саҡырырға ҡушҡан. 16 Беренсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң ун тәңкә килтерҙе», – тигән. 17 Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идаралыҡ итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән. 18 Икенсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң биш тәңкә килтерҙе», – тигән. 19 Хужа уға: «Һин биш ҡала менән идаралыҡ ит», – тигән. 20 Ә өсөнсө хеҙмәтсе килеп: «Хужам, бына тәңкәң, һинән ҡурҡҡанға күрә, уны мин яулыҡҡа төрөп һаҡлап тоттом, 21 һин ҡаты бәғерле кеше – һалмағаныңды алаһың, сәсмәгәнеңде ураһың», – тигән. 22 Хужа уға былай тигән: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең ҡаты бәғерле булыуымды, һалмағанды алыуымды, сәсмәгәнде урыуымды белә инең бит! 23 Шулай булғас, ни өсөн мин биргән тәңкәне әйләнешкә индермәнең һуң? Ҡайтҡас та уны табышы менән бергә алған булыр инем».
24 Ул янында торғандарға: «Унан тәңкәне алығыҙ ҙа ун көмөшө булғанға бирегеҙ», – тип ҡушҡан. 25 Ярҙамсылары уға: «Хужабыҙ! Ул хеҙмәтсенең ун тәңкәһе бар бит инде», – тигән. 26 Хужа иһә уларға: «Һеҙгә әйтәм: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның булғаны ла тартып алыныр. 27 Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында килтерегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.

 

Ғайсаның тантаналы рәүештә Иерусалимға инеүе

 

28 Ғайса, был ҡиссаны һөйләгәндән һуң, Иерусалимға табан юл тотҡан. 29 Ул, Зәйтүн тауы тип аталған тау янындағы Виффагия менән Вифанияға яҡынлашҡас, ике шәкертен алдан ебәргән:
30 – Ҡаршылағы анау ауылға барығыҙ, унда ингәс, бәйҙә торған һәм бығаса һис кем атланмаған йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ. 31 Әгәр берәйһе һеҙҙән: «Ниңә уны бәйҙән ысҡындыраһығыҙ?» – тип һораһа: «Ул Хужаға кәрәк», – тип әйтегеҙ.
32 Шәкерттәре Ғайса әйткән ишәкте барып тапҡан. 33 Улар йәш ишәкте бәйҙән ысҡындырған саҡта ишәктең хужалары:
– Ниңә ишәкте бәйҙән ысҡындыраһығыҙ? – тип һораған.
34 Шәкерттәр:
– Ул Хужабыҙға кәрәк, – тип яуап биргән.
35 Ишәкте Ғайса янына алып килгәндәр ҙә, өҫ кейемдәрен ишәк өҫтөнә һалып, Ғайсаны уға атландырғандар. 36 Ғайса ишәк өҫтөндә барған саҡта, кешеләр өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәгән.
37 Ғайса Зәйтүн тауынан Иерусалимға табан төшә торған юлға яҡынлашҡас, күп һанлы шәкерттәр төркөмө ҡыуанышып, үҙҙәре күргән бөтөн мөғжизәләр өсөн көслө тауыштар менән Алланы данлай башлағандар:
38 – Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын!
Күктә – именлек, бейек күктәрҙә – дан!
39 Шунда халыҡ араһындағы ҡайһы бер фарисейҙар Ғайсаға:
– Остаз, шәкерттәреңде тый! – тип өндәшкән.
40 Ғайса иһә:
– Һеҙгә шуны әйтәм: улар тымһа, таштар ҡысҡыра башлаясаҡ, – тип яуаплаған.

 

Ғайсаның Иерусалим өсөн илауы

 

41 Ғайса, Иерусалимға яҡынайғас, ҡаланы күреп, уның яҙмышы өсөн илай башлаған:
42 – Һин дә ошо көндә үҙ именлегең өсөн нимә кәрәклеген белһәң икән! Әммә был әле күҙҙәреңдән йәшерелгән. 43 Һиңә шундай көндәр килер: дошмандарың тирә-яғыңа тупраҡ өйөп, һине ҡамап алыр һәм һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар. 44 Һине емерерҙәр, һиндә йәшәүселәрҙе ҡырырҙар, таш өҫтөндә таш ҡалдырмаҫтар, сөнки һин яныңа Алла килеп ҡотҡарған ваҡытты белмәнең.

 

Алла Йортоноң таҙарыныуы

 

45 Ғайса, Алла Йортона инеп, ундағы һатыусыларҙы[32] ҡыуып сығара башлаған.
46 – Изге Яҙмала: «Минең Йортом – доға ҡылыу йорто буласаҡ», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тигән уларға.
47 Ғайса көн һайын Алла Йортонда өйрәткән. Баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны үлтереү әмәлен эҙләгән, 48 әммә ни эшләргә икәнлеген белмәгән, сөнки бөтә халыҡ Уның артынан ҡалмай эйәреп йөрөп, һүҙен тыңлаған.

 

20

 

Ғайсаның вәкәләте кемдән?

 

1 Бер көндө, Ғайса халыҡты Алла Йортонда өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәр иғлан иткәндә, Уның эргәһенә аҡһаҡалдар менән баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре килгән. 2 Улар Ғайсанан:
– Әйт әле, быларҙы эшләргә Һинең ни хаҡың бар? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораған.
3 – Мин дә һеҙгә бер һорау бирәм, – тигән Ғайса уларға. – Әйтегеҙ әле Миңә: 4 Яхъяның һыуға сумдырыуы күктән инеме, әллә кешеләрҙәнме?
5 Тегеләр иһә үҙ-ара фекер алышҡан:
– Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ. 6 Ә инде: «Кешеләрҙән», – тиһәк, бөтә халыҡ беҙҙе таш менән бәргесләр, сөнки барыһы ла Яхъяның пәйғәмбәр булыуына ышана.
7 Ахырҙа:
– Ҡайҙан икәнен белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарғандар.
8 – Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтмәйем, – тигән Ғайса.

 

Йөҙөм үҫтереүселәр хаҡында ҡисса

 

9 Ғайса халыҡҡа ошондай ҡисса һөйләгән:
– Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан һәм уны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, оҙаҡ ваҡытҡа сит яҡҡа китеп барған. 10 Емеш йыйыр мәл еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырырға хеҙмәтсеһен ебәргән. Ә йөҙөм үҫтереүселәр хеҙмәтсене туҡмап, буш ҡул ҡайтарған. 11 Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән, әммә улар быныһын да туҡмап, мыҫҡыл итеп, бер нәмәһеҙ кире ҡыуғандар. 12 Хужа өсөнсө хеҙмәтсеһен ебәргән – уныһын да яралап, ҡыуып ҡайтарғандар.
13 Йөҙөм баҡсаһының хужаһы: «Нимә эшләйем икән? Ғәзиз улымды ебәрәйем әле, бәлки, уға хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлаған. 14 Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, үҙ-ара: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек һәм уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тип һөйләшкәндәр. 15 Улар уны йөҙөм баҡсаһынан алып сығып үлтергән. Инде баҡса хужаһы уларҙы ни эшләтер? 16 Ул килеп йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер ҙә баҡсаны башҡаларға бирер.
Был һүҙҙәрҙе тыңлаусылар:
– Улай булып ҡуймаһын инде! – тип һөйләшкәндәр.
17 Ғайса иһә, уларға ҡарап алғас, былай тигән:
– Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш
иң мөһим мөйөш ташы булды, –
тип Изге Яҙмала яҙылған һүҙҙәр нимә аңлата һуң? 18 Был таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк.
19 Баш руханиҙар менән ҡанун белгестәре Ғайса һөйләгән ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, шунда уҡ Уны ҡулға алырға теләгән, әммә баҙнат итмәгән, сөнки халыҡтан ҡурҡҡан.

 

Ҡайсарға – ҡайсарҙыҡы, Аллаға – Алланыҡы

 

20 Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙ кешеләрен ебәргән. Былары иһә, үҙҙәрен тәҡүә кеше итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, хөкөм итеү өсөн идарасы ҡулына тотоп бирергә ниәтләгәндәр.
21 – Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләрҙе айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең. 22 Әйтсе, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы? – тип һорағандар Ғайсанан.
23 Ғайса иһә, быларҙың мәкерле ниәттәрен аңлап:
24 – Бер динар күрһәтегеҙ әле Миңә. Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораған.
– Ҡайсарҙыҡы, – тип яуап биргән тегеләр.
25 Ғайса уларға:
– Шулай булғас, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, Алланыҡын – Аллаға бирегеҙ, – тигән.
26 Тегеләр, Ғайсаның халыҡ алдында һөйләгән һүҙҙәренә бәйләнерлек урын тапмайынса һәм, Уның яуабына хайран ҡалып, бер ни өндәшә алмаған.

 

Үленән терелеү тураһында һорау

 

27 Ғайса эргәһенә бер нисә саддукей килгән. Улар үленән терелеүҙе инҡар иткән һәм Ғайсаға шундай һорау биргән:
28 – Остаз, Муса беҙгә ҡанунда: «Әгәр ҙә кемдеңдер өйләнгән туғаны балаһы булмайынса үлеп китһә, ул тол ҡалған ҡатынға өйләнһен һәм үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған. 29 Ете бер туған була. Беренсеһе, өйләнгәс, балаһы булмайынса үлеп китә. 30 Уның ҡатынына икенсеһе лә, 31 өсөнсөһө лә, ҡалғандары ла өйләнә, әммә ете туғандың береһе лә бала ҡалдырмай үлеп ҡала. 32 Аҙаҡ ҡатын да вафат була. 33 Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул ҡайһыныһының ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уның ире булған бит!
34 Ғайса уларға былай тип яуаплаған:
– Был донъя кешеләре өйләнә лә, кейәүгә лә сыға. 35 Ә үленән терелергә һәм киләсәк донъяла йәшәргә лайыҡлы иҫәпләнгәндәр өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ. 36 Улар үлә алмай, сөнки фәрештә кеүек буласаҡтар һәм, үленән терелеп торғанға күрә, Алла балалары буласаҡтар. 37 Ә үленән терелеүҙе Муса инде күрһәткән. Янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы хикәйәлә ул Раббыны Ибраһим Аллаһы тип тә, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы тип тә атаған. 38 Алла – үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке. Алла өсөн бөтөнөһө лә тере.
39 Был яуапҡа ҡарата ҡанун белгестәренең ҡайһы берҙәре:
– Остаз, Һин яҡшы әйттең, – тигән.
40 Бынан һуң бер кем дә Ғайсаға бер нәмә тураһында ла һорау бирергә баҙнат итмәгән.

 

Дауыт тоҡомо һәм Дауыт хужаһы

 

41 Ғайса иһә уларға:
– Мәсихте Дауыт Тоҡомо тип нисек әйтә алалар? 42-43 Дауыт үҙе үк Зәбур китабында:
«Раббы-Аллам Хужама әйтте:
„Мин дошмандарыңды
аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем,
уң яғымда ултыр“».
44 Дауыт Мәсихте Хужам тип исемләй. Шулай булғас, Мәсих нисек итеп Дауыт Тоҡомо була ала?

 

Ҡанун белгестәренән һаҡланырға ҡушыу

 

45 Бөтә халыҡ тыңлап торған саҡта Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тигән:
46 – Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ! Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөй, баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәндәрен, ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа һәм мәжлестәрҙә иң түрҙә ултырырға ярата. 47 Улар тол ҡатындарҙың мөлкәтен үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен өсөн оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙар тағы ла ҡатыраҡ хөкөм ителәсәк.

 

21

 

Тол ҡатындың биргән хәйере

 

1 Ғайса саҙаҡа һандығына ҡарап алған да, унда ҡайһы бер байҙарҙың хәйер һалыуын күргән. 2 Ул ярлы ғына бер тол ҡатындың да ике ваҡ аҡса һалғанын күреп ҡалып:
3 – Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: был ярлы тол ҡатын бөтәһенән дә күберәк һалды. 4 Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанын бирҙе, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә йәшәү өсөн нимә кәрәк, шуның береһен дә йәлләмәне, – тигән.

 

Алла Йортоноң емерелеүе

 

5 Ҡайһы берәүҙәр Алла Йортоноң матур таштар һәм Аллаға бағышланған бүләктәр менән биҙәлеүе тураһында һөйләгәндә, Ғайса:
6 – Килер көндәр, һеҙ бында күргәндәрҙең барыһы ла ҡыйраласаҡ – таш өҫтөндә таш та ҡалмаясаҡ, – тигән.

 

Ахырызаман билдәләре

 

7 Ғайсанан:
– Остаз, әйткәндәрең ҡасан булыр? Быларҙың тиҙҙән етәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һорағандар.
8 Ғайса былай тигән:
– Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Ул», «Ул ваҡыт яҡын инде», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ. 9 Һуғыштар һәм баш күтәреүҙәр тураһында ишеткәндә, ҡурҡмағыҙ. Бындай ваҡиғалар алдан булырға тейеш, ләкин заман ахыры шунда уҡ килеп етмәҫ.
10 Ғайса һүҙен дауам иткән:
– Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, 11 көслө ер тетрәүҙәр булыр, урыны-урыны менән аслыҡ, ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр, ҡот осҡос күренмештәр ҙә, күктә ҡөҙрәтле билдәләр ҙә күренер.
12 Әммә быларҙың барыһынан элек һеҙҙе ҡулға алырҙар һәм эҙәрлекләрҙәр, хөкөмгә тапшырыу өсөн ғибәҙәтханаларға алып барырҙар һәм төрмәләргә ултыртырҙар, Минең исемем арҡаһында батшалар һәм идарасылар алдына баҫтырырҙар. 13 Был һеҙгә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырға мөмкинлек бирер. 14 Күңелегеҙгә һалып ҡуйығыҙ: «Үҙебеҙҙе яҡлау өсөн нимә тип яуап бирербеҙ», – тип алдан уйламағыҙ. 15 Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәклек бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.
16 Атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә, ағай-энеләрегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, дуҫтарығыҙ ҙа һеҙгә хыянат итер, ҡайһы берҙәрегеҙҙе үлтерерҙәр ҙә. 17 Бөтәһе лә һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ. 18 Шулай ҙа башығыҙҙағы сәсегеҙҙең бер генә бөртөгө лә юғалмаҫ. 19 Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ.

 

Иерусалимдың емерелеүе

 

20 Иерусалимдың ғәскәр менән ҡамап алыныуын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емерелеү ваҡыты яҡынлаша. 21 Шул саҡта Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын, ҡалалағылар унан сыға һалһын, тирә-яҡтағылар ҡалаға инмәһен. 22 Был мәлдәр – үс алыу көндәре булыр һәм ул көндәрҙә Изге Яҙмала әйтелгәндәрҙең барыһы ла тормошҡа ашыр. 23 Ул көндәрҙә йөклө булған йәки бала имеҙгән ҡатындар ҡайғы күрер! Сөнки был ергә ҙур афәт һәм был халыҡҡа асыу киләсәк. 24 Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, ваҡыты үткәнсе, Иерусалимды тапар.

 

Әҙәм Улының килеүе

 

25 Ҡояшта ла, айҙа ла, йондоҙҙарҙа ла билдә-күренмештәр булыр, ә ерҙә иһә диңгеҙ тулҡындарының көслө шаулауынан халыҡтар аптыранып ҡалыр һәм өмөтһөҙлөккә бирелер. 26 Донъяға киләсәк афәттәрҙе көтөп, кешеләр ҡурҡыштарынан аңдарын юғалтыр, сөнки хатта күк көстәре тетрәр. 27 Шул мәлдә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән болотта килеүсе Әҙәм Улын күрерҙәр. 28 Былар ғәмәлгә аша башлағас, ҡурҡмайынса һындарығыҙҙы турайтып баҫығыҙ, баштарығыҙҙы күтәрегеҙ, сөнки һеҙҙең ҡотолоуығыҙ яҡынлашыр.

 

Инжир ағасы хаҡында ҡисса

 

29 Ғайса уларға бер ҡисса һөйләгән:
– Инжир ағасына йәки ниндәй ҙә булһа башҡа берәй ағасҡа ҡарағыҙ: 30 уларҙың япраҡ яра башлауын күреп, һеҙ йәйҙең инде яҡын икәнлеген беләһегеҙ. 31 Шулай уҡ, быларҙың ғәмәлгә ашыуын күргәндә, Алла Батшалығының яҡын икәнлеген белерһегеҙ. 32 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашҡанға тиклем был быуын алмашынып өлгөрмәйәсәк. 33 Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ.

 

«Уяу булығыҙ»

 

34-35 Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер. 36 Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек һәм Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.
37 Ғайса көндөҙ Алла Йортонда өйрәткән, төндәрен иһә, ҡаланан китеп, Зәйтүн тауы тип аталған тауҙа үткәргән. 38 Иртә менән бөтә халыҡ Уны тыңлау өсөн Алла Йортона йыйылған.

 

22

 

Ғайсаны үлтерергә ниәтләү

 

1 Ҡотҡарылыу байрамы тип тә аталған Сөсө күмәс байрамы яҡынлашҡан. 2 Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолоу өсөн уңайлы әмәл эҙләгән.

 

Йәшерен килешеү

 

3 Шул ваҡытта ун ике шәкерттең береһе Искариот ҡушаматлы Йәһүҙәнең эсенә Иблис ингән. 4 Йәһүҙә, баш руханиҙар һәм Алла Йортон һаҡлаусылар башлыҡтары эргәһенә барып, Ғайсаны уларҙың ҡулына тапшырыу тураһында һөйләшкән. 5 Тегеләре ҡыуанып киткән һәм Йәһүҙәгә аҡса вәғәҙә иткән. 6 Йәһүҙә, бының менән килешеп, Ғайса янында халыҡ булмағанда Уны тегеләрҙең ҡулына тапшырыр өсөн уңайлы мәл эҙләгән.

 

Ҡотҡарылыу байрамы мәжлесе

 

7 Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынырға тейеш булған Сөсө күмәс көнө килеп еткән. 8 Ғайса Петр менән Яхъяны ҡалаға ебәреп, уларға:
– Барығыҙ, беҙгә Ҡотҡарылыу байрамы ашын әҙерләгеҙ, – тигән.
9 – Ашты ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һораған улар Ғайсанан.
10 Ғайса былай тигән:
– Ҡалаға ингән саҡта һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар. Уның артынан барығыҙ һәм ул ингән өйгә инегеҙ. 11 Өй хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын Мин ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ. 12 Ул һеҙгә өҫкө ҡатта әҙерләнгән ҙур бүлмәне күрһәтер, ашты шунда яраштырығыҙ.
13 Шәкерттәр киткән һәм, бөтәһен дә Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашын әҙерләгән.

 

Ҡотҡарылыу байрамы ашы

 

14 Ашарға ваҡыт еткәс, Ғайса илселәре менән табын артына ултырған 15 һәм уларға былай тигән:
– Ғазап сиккәнгә тиклем ошо Ҡотҡарылыу байрамы табынында һеҙҙең менән бергә ашарға тигән теләгем бик ҙур ине. 16 Һеҙгә әйтәм: был байрам ашы Алла батшалығында тулы мәғәнәгә эйә булғанға тиклем Мин уны ашамаясаҡмын.
17 Ғайса ҡулына кәсә алған һәм, шөкөр иткәндән һуң, һүҙен дауам иткән:
– Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ. 18 Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Алла батшалығы килгәнгә тиклем, Мин йөҙөм шарабын эсмәйәсәкмен.
19 Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр иткән дә, уны һындырып, шәкерттәренә өләшкән:
– Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.
20 Шулай уҡ, киске аштан һуң Ғайса кәсә алған да былай тигән:
– Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. 21 Әммә Миңә хыянат итеүсенең ҡулы Минең ҡулым менән бер өҫтәлдә ята. 22 Әҙәм Улы алдан билдәләнгән юл менән бара, әммә Уға хыянат итәсәк кешегә ҡайғы!
23 Шәкерттәр:
– Арабыҙҙан кемебеҙ был эште ҡылыр һуң? – тип бер-береһенән һораша башлағандар.

 

Бөйөклөк тураһында бәхәс

 

24 Шәкерттәр араһында ҡайһыныһының иң бөйөк булып иҫәпләнергә тейешлеге тураһында бәхәс сыҡҡан. 25 Ғайса уларға былай тигән:
– Батшалар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм хакимдар «яҡшылыҡ ҡылыусылар» тип атала. 26 Һеҙҙә улай булмаһын! Киреһенсә, арағыҙҙа иң олоһо – иң кесе, ә башлыҡ – хеҙмәтсе кеүек булһын. 27 Кем олораҡ: өҫтәл янында ултырған кешеме, әллә уға хеҙмәт итеүсеме? Өҫтәл янында ултырыусы түгелме һуң? Ә Мин һеҙҙең арала хеҙмәт итеүсе кеүек.
28 Һеҙ Минең бар һынауҙарымда ла Минең менән бергә ҡала бирҙегеҙ 29 һәм Мин, Атам Миңә биргән кеүек үк, һеҙгә батшалыҡ итеү хоҡуғын бирәм. 30 Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәрҙә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итерһегеҙ.

 

Ғайсаның Петрҙың ваз кисеүе тураһында алдан әйтеүе

 

31 – Симон! Симон! Иблис һеҙҙе бойҙай иләгән кеүек иләргә рөхсәт алды. 32 Әммә Мин, һин иманыңды юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һәм һин, Миңә кире ҡайтҡас, имандаштарыңды ла нығыт, – тигән Раббы Ғайса Петрға.
33 Петр Уға:
– Хужам, мин төрмәгә лә, үлемгә лә Һинең менән бергә барырға әҙер, – тигән.
34 Ғайса иһә:
– Һиңә әйтәм, Петр: бөгөн әтәс ҡысҡырғанға тиклем Мине белеүеңдән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тигән.
35 Ә шәкерттәренән:
– Мин һеҙҙе янсыҡһыҙ, артмаҡһыҙ, аяҡ кейемһеҙ ебәргән саҡта берәй нәмәгә мохтажлығығыҙ булдымы? – тип һораған.
– Бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ кисермәнек, – тип яуап биргән шәкерттәр.
36 Ғайса һүҙен дауам иткән:
– Ә хәҙер аҡса янсыҡтары булғандар янсығын, шулай уҡ артмағын да үҙе менән алһын, ә булмағандары өҫ кейемдәрен һатһын да ҡылыс алһын. 37 Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәргә тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандар үтәләсәк.
38 – Хужабыҙ! Бында ике ҡылыс бар, – тигән шәкерттәр.
Ғайса уларға:
– Етер. Был турала һүҙҙе туҡтатайыҡ! – тип әйткән.

 

Ғайсаның Зәйтүн тауында доға ҡылыуы

 

39 Ғайса, ғәҙәте буйынса, ҡаланан Зәйтүн тауына киткән, Уның артынан шәкерттәре лә эйәргән. 40 Унда барып еткәс, Ғайса уларға:
– Ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ, – тигән.
41 Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылған:
42 – Атам! Әгәр теләһәң, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәр. Әммә был Минең ихтыярымса түгел, ә Һинең ихтыярыңса булһын!
43 Шунда күктән Ғайса янына бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәгән.
44 Ғайса, күңеле ғазапланғанлыҡтан, айырыуса тырышып доға ҡылған, Унан аҡҡан тир ҡан тамсылары кеүек ергә тамған[33] . 45 Ул доға ҡылған урынынан тороп шәкерттәре янына әйләнеп килгәндә, улар ҡайғынан талсығып йоҡлаған була.
46 – Ни эшләп йоҡлап ятаһығыҙ? Тороғоҙ ҙа, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ! – тигән уларға Ғайса.

 

Ғайсаны ҡулға алыу

 

47 Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәгән, халыҡ төркөмө килеп еткән. Иң алда ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә исемлеһе килгән. Ул үбергә тип Ғайсаға яҡынлаған[34] . 48 Ғайса иһә уға:
– Йәһүҙә, Әҙәм Улына үбеүең менән хыянат итәһеңме ни? – тигән.
49 Ғайса эргәһендәгеләр, нимә буласағын аңлап, Ғайсанан:
– Хужабыҙ, ҡылыстарҙы эшкә ҡушайыҡмы әллә? – тип һорағандар.
50 Уларҙың береһе иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның уң ҡолағын сабып өҙгән.
51 – Туҡтағыҙ, етте! – тигән дә Ғайса, хеҙмәтсенең яраһына ҡулы менән ҡағылып, уны һауыҡтырған.
52 Ғайса Үҙен ҡулға алырға килгән баш руханиҙарға, Алла Йорто һаҡсылары башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарға:
– Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? – тигән. – 53 Мин көн һайын Алла Йортонда һеҙҙең менән бергә булдым һәм һеҙ Миңә ҡул күтәрмәнегеҙ. Ә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хаҡимлыҡ итә.

 

Петрҙың Ғайсанан ваз кисеүе

 

54 Улар, Ғайсаны тотоп, иң баш руханиҙың өйөнә алып килгән. Петр иһә, арттараҡ ҡалып, уларға эйәреп барған. 55 Ихата уртаһында усаҡ яғылған, уны тирәләп ултырған кешеләр араһынан Петр ҙа урын алған. 56 Бер хеҙмәтсе ҡыҙ, уның усаҡ янында ултырғанын күреп, уға текләп ҡарап:
– Был да Уның менән булды! – тигән.
57 Петр иһә ҡыҙға:
– Эй, ҡыҙ кеше! Мин Уны белмәйем, – тип, Ғайсанан ваз кискән.
58 Бер аҙҙан һуң икенсе берәү Петрҙы абайлап ҡалған:
– Һин дә уларҙың береһе бит!
Әммә Петр был кешегә лә:
– Юҡ, – тип яуап биргән.
59 Бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, тағы берәү:
– Ысынлап та, был да Уның менән ине, ул да Галилея кешеһе, – тип ныҡышып раҫлаған.
60 Әммә Петр уға ла:
– Мин һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тигән.
Тап ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта әтәс ҡысҡырып ебәргән.
61 Раббы Ғайса боролоп Петрға ҡараған һәм Петр Уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөргән. 62 Ул, урамға сығып, әрнеп илаған.

 

Ғайсаны мыҫҡыл итеү

 

63 Ғайсаны һаҡлап тороусылар уны мыҫҡыл иткән һәм туҡмаған. 64 Күҙҙәрен ҡаплап:
– Һин пәйғәмбәр бит, әйт: Һиңә кем һуҡты? – тип һорағандар.
65 Бынан башҡа ла Уға ҡаршы күп мыҫҡыллау һүҙҙәре әйткәндәр.

 

Ғайса Юғары кәңәшмә алдында

 

66 Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмә йыйылышына килгән һәм Ғайсаны йыйылыш алдына баҫтырып:
67 – Әйт әле беҙгә: Һин Мәсихме? – тип һорағандар.
Ғайса уларға:
– Әгәр әйтһәм, ышанмаясаҡһығыҙ. 68 Ә инде һеҙҙән һораһам, Миңә яуап бирмәйәсәкһегеҙ[35] . 69 Ошо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тигән.
70 – Улай булғас, Һин Алла Улымы? – тигән бөтәһе лә.
– Һеҙ үҙегеҙ Минең Ул икәнлегемде әйтәһегеҙ, – тип яуап биргән Ғайса уларға.
71 – Беҙгә тағы бер шаһитлыҡ нимәгә кәрәк? Быны беҙ Уның Үҙ ауыҙынан ишеттек, – тигән тегеләр.

 

23

 

Ғайса Пилат алдында

 

1 Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тороп, Ғайсаны Пилат янына алып килгән.
2 – Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башлағандар.
3 Пилат Ғайсанан:
– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораған.
Ғайса иһә:
– Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуаплаған.
4 Пилат баш руханиҙарға һәм халыҡҡа:
– Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем, – тигән.
5 Әммә кешеләр:
– Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтөн Йәһүҙиәлә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышҡан.

 

Ғайса Ирод алдында

 

6 Пилат, Галилея тураһында ишеткәс:
– Ул Галилеянанмы ни? – тип һораған.
7 Ғайсаның Ирод батша идара иткән өлкәнән икәнен белгәс, Пилат Уны Ирод янына ебәргән. Был көндәрҙә Ирод үҙе лә Иерусалимда булған. 8 Ирод Ғайсаны күреп ныҡ ҡыуанған, сөнки Уның тураһында ишетеп, күптәнән бирле Уны күргеһе килеп йөрөгән һәм Унан ниндәй ҙә булһа мөғжизә күрергә өмөтләнгән. 9 Ғайсаға ул күп һорауҙар биргән, әммә Ғайса бер ни тип тә яуап ҡайтармаған. 10 Шунда торған баш руханиҙар менән ҡанун белгестәре иһә Ғайсаны ныҡ ғәйепләгән. 11 Ә Ирод үҙенең ғәскәриҙәре менән Ғайсаны кәмһетеп, Уны мыҫҡыллап, ҡупшы кейемдәр кейҙереп, Пилат янына кире ебәргән. 12 Быға тиклем бер-береһенә дошман булған Пилат менән Ирод шул көндө үк дуҫлашҡан.

 

Ғайсаның үлемгә хөкөм ителеүе

 

13 Пилат иһә, баш руханиҙарҙы, башлыҡтарҙы һәм халыҡты йыйып, 14 былай тигән:
– Һеҙ миңә был Кешене халыҡты ҡоторта тип алып килдегеҙ. Мин һеҙҙең алдығыҙҙа Унан һорау алдым, ләкин һеҙ таҡҡан ғәйептәрҙең береһендә лә Уны ғәйепле тип тапманым. 15 Ирод та ғәйеп тапманы, сөнки ул Уны беҙгә кире ҡайтарған. Бына шулай, Ул үлем язаһы бирерлек бер нәмә лә эшләмәгән. 16-17 Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм[36] .
18 Халыҡ бер тауыштан:
– Быныһына – үлем! Беҙгә Варавваны азат ит! – тип ҡысҡырған.
19 Варавва иһә ҡалалағы ихтилалда ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылған булған. 20 Пилат, Ғайсаны иреккә сығарырға теләп, халыҡҡа тағы мөрәжәғәт иткән. 21 Ләкин йәһүдтәр:
– Уны арҡысаҡҡа[37] ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡыра биргән. 22 Пилат иһә өсөнсө тапҡыр:
– Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? Үлем язаһына тарттырырлыҡ бер ғәйебе лә юҡ бит. Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм, – тигән.
23 Әммә тегеләре ныҡышып, көслөрәк тауыш менән Ғайсаның арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуын талап иткән һәм уларҙың тауышы өҫтөнлөк алған. 24 Пилат, улар теләгәнсә булһын, тип хәл иткән. 25 Ихтилалда ҡатнашыуы һәм кеше үлтереүе өсөн төрмәгә ултыртылған Варавваны халыҡ һорауы буйынса азат иткән, ә Ғайсаны улар ихтыярына тапшырған.

 

Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау

 

26 Ғәскәриҙәр Ғайсаны алып китеп барғанда, баҫыуҙан ҡайтып килгән Симон исемле бер Киринея кешеһен туҡтатып, арҡысаҡты уның елкәһенә һалғандар ҙа, Ғайса артынан барырға ҡушҡандар. 27 Күп халыҡ Уның артынан эйәреп барған, араларында Уны йәлләп үкһеп илаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа булған. 28 Ғайса иһә әйләнеп, уларға былай тигән:
– Иерусалим ҡатын-ҡыҙҙары! Минең өсөн иламағыҙ, ә үҙегеҙ һәм балаларығыҙ өсөн илағыҙ. 29 «Бала таба алмаған һәм бала тапмаған, шулай уҡ бала имеҙмәгән ҡатындар бәхетле!» – тип әйтер көндәр етеп килә. 30 Шул көндәрҙә кешеләр тауҙарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!», ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!» – тип әйтер. 31 Әгәр йәшелләнеп ултырған ағас менән шулай ҡылалар икән, ҡороғандарына ни булыр?
32 Ғайса менән бергә ике енәйәтсене лә үлем язаһына алып барғандар. 33 «Баш һөйәге» тип аталған урынға еткәс, Ғайсаны ла, ике енәйәтсене лә – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағандар. 34 [Ғайса:
– Атам! Кисер уларҙы! Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит! – тигән.][38]
Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешкән. 35 Ә халыҡ ҡарап торған. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп:
– Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тигәндәр.
36 Ғәскәриҙәр ҙә мыҫҡыллаған. Ғайсаға яҡын килеп, улар әсе шарап тәҡдим иткән 37 һәм:
– Әгәр Һин йәһүдтәр Батшаһы булһаң, Үҙеңде ҡотҡар! – тигәндәр.
38 Уның баш осона: «Был – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙып ҡуйғандар.
39 Арҡысаҡта эленеп торған енәйәтселәрҙең береһе Ғайсаны мыҫҡыл итеп:
– Һин Мәсих түгелме ни? Үҙеңде лә, беҙҙе лә ҡотҡар, – тигән.
40 Икенсеһе иһә, киреһенсә:
– Һин үҙең дә Уның кеүек үк хөкөм ителгәнһең, хәҙер ҙә Алланан ҡурҡмайһыңмы ни? – тип тегене тыйған. – 41 Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, ҡылған эштәребеҙгә ҡарата тейешлеһен алдыҡ. Ә Ул бер насарлыҡ та ҡылмаған, – тигән 42 һәм Ғайсаға:
– Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал, – тип өндәшкән.
43 Ғайса уға:
– Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тигән.

 

Ғайсаның үлеме

 

44 Көн үҙәге була инде. Шул ваҡыт бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алған һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам иткән. 45 Ҡояш тотолған һәм Алла Йортондағы шаршау уртаға йыртылған. 46 Ғайса көслө тауыш менән:
– Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырған да йән биргән.
47 Ошо хәлдәрҙе күреп торған йөҙбашы Алланы данлап:
– Был Кеше, ысынлап та, тәҡүә Кеше булған икән, – тип әйткән.
48 Язаны ҡарарға килгән бөтә халыҡ, булып үткән ваҡиғаларҙан һуң, ҡайғынан күкрәктәренә һуға-һуға ҡалаға ҡайтып киткән. 49 Ғайсаның таныштарының бөтәһе лә, шулай уҡ Галилеянан Уға эйәреп килгән ҡатындар ҙа, йыраҡтан был хәлдәрҙе күҙәтеп торған.

 

Ғайсаны ҡәбергә һалыу

 

50 Юғары кәңәшмә ағзалары араһында Йософ исемле бер изгелекле һәм тәҡүә кеше булған. 51 Башҡа ағзаларҙың ҡарарын һәм эшен хупламаған. Ул Йәһүҙиә ерендәге Аримафей ҡалаһынан булған һәм Алла Батшалығы килеүен көткән. 52 Йософ, Пилат янына барып, Ғайсаның кәүҙәһен һораған. 53 Унан, кәүҙәне арҡысаҡтан төшөргән дә, етен туҡымаға урап, таш ҡаяны өңөп яһалған һәм бығаса бер кем һалынмаған ҡәбергә алып барып һалған. 54 Байрамға әҙерләнә торған йома көн булған был, шәмбе көн яҡынлашҡан.
55 Галилеянан уҡ Ғайсаға эйәреп килгән ҡатындар Йософ артынан барған һәм Ғайсаның кәүҙәһен нисек итеп ҡәбергә һалғанын ҡарап торғандар. 56 Ҡалаға ҡайтҡас, Ғайсаның кәүҙәһенә һөртөү өсөн хуш еҫле майҙар әҙерләгәндәр ҙә, Муса ҡанунында ҡушылғанса, шәмбе көнө ял иткәндәр.

 

24

 

Ғайсаның үленән терелеүе

 

1 Аҙнаның беренсе көнөндә ҡатындар, алдан әҙерләп ҡуйған хуш еҫле майҙарын алып, иртән иртүк ҡәбергә киткән. 2 Ҡәбер янына килгәс, уға ҡапланған таштың ситкә шылдырылғанын күргәндәр. 3 Ә эскә ингәс, Раббы Ғайсаның кәүҙәһен тапмағандар. 4 Был хәлгә аптырашып торған саҡта, ҡапыл улар алдында ялтырап торған кейем кейгән ике ир пәйҙә булған. 5 Ҡатындар ҡурҡыштарынан күтәрелеп ҡарарға баҙнат итмәгән. Ә теге ирҙәр:
– Һеҙ ни эшләп Терене үлеләр араһынан эҙләйһегеҙ? 6 Ул бында юҡ; Ул терелде. Галилеяла саҡта Уның үҙегеҙгә әйткән һүҙҙәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: 7 «Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп бирелергә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға һәм өсөнсө көндә терелеп торорға тейеш», – тигәйне бит һеҙгә.
8 Шул саҡ Ғайса әйткән һүҙҙәр ҡатындарҙың иҫтәренә төшкән. 9 Улар, ҡалаға ҡайтҡас, был хәл тураһында ун бер шәкерткә һәм ҡалғандарға ла һөйләп биргән. 10 Илселәргә был турала магдалалы Мәрйәм, Иоанна, Яҡубтың әсәһе Мәрйәм һәм улар менән ҡәбер янында булған башҡа ҡатындар хәбәр иткән. 11 Әммә уларҙың һүҙҙәре илселәргә буш хәбәр булып тойолған һәм улар ышанмаған. 12 Шулай ҙа Петр ҡәбергә ҡарай тороп йүгергән һәм, эйелеп эскә ҡарағас, кәфенде генә күргән. Был хәлгә таң ҡалып, кире ҡайтып киткән.

 

Эммаус юлында

 

13 Ғайсаның ике шәкерте шул уҡ көндә Иерусалимдан ун бер саҡрым[39] самаһы алыҫлыҡтағы Эммаус тигән ауылға табан юл алған. 14 Улар булып үткән ботә ваҡиғалар тураһында һөйләшеп барған. 15 Һөйләшеп, фекер алышып барған саҡтарында Ғайса Үҙе килеп сыҡҡан һәм улар менән бергә атлаған, 16 әммә, шәкерттәрҙең күҙҙәре томаланғандай булған да, Ғайсаны танымағандар. 17 Ғайса иһә:
– Һеҙ нимә тураһында һөйләшеп бараһығыҙ? – тип һораған. Шәкерттәр, ҡайғырышып, туҡтағандар. 18 Клеопа исемле берәүһе:
– Ошо көндәрҙә Иерусалимда булып уҙған хәл тураһында бында килгәндәрҙән бер Һин генә белмәйһеңме ни? – тип яуаплаған.
19 – Ниндәй хәл?
Шәкерттәр Уға:
– Назаралы Ғайса менән булған хәл, Ул Алла алдында ла, бөтә халыҡ алдында ла, һүҙҙә лә, ғәмәлдә лә ҡөҙрәтле пәйғәмбәр ине. 20 Баш руханиҙарыбыҙ менән башлыҡтарыбыҙ Уны үлемгә хөкөм итер өсөн тотоп бирҙеләр һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар. 21 Ә беҙ Уны, Израилде азат итергә тейешле Кешелер, тип өмөтләнгәйнек. Әммә шуның өҫтәүенә, был хәлдәр булып үткәнгә бөгөн өсөнсө көн инде, 22 арабыҙҙағы ҡайһы бер ҡатындар бөтәбеҙҙе лә таң ҡалдырҙы. Улар иртә менән ҡәбер янына барған, 23 әммә Уның кәүҙәһен тапмаған. Ҡайтҡас, фәрештәләрҙең пәйҙә булыуы һәм уларҙың: «Ғайса тере», тип әйтеүҙәре тураһында һөйләнеләр. 24 Унан һуң арабыҙҙан ҡайһы бер кешеләр ҡәбер янына барған һәм улар хәлдең ҡатын-ҡыҙҙар һөйләгәнсә булыуын күргән, Ғайса унда булмаған.
25 Шул саҡ Ғайса уларға былай тигән:
– Ниңә аңламайһығыҙ? Пәйғәмбәрҙәр әйткәндәрҙең барыһына ла ышаныуы ҡайһылай ҡыйын һеҙгә! 26 Мәсих Үҙенең данлы бөйөклөгөнә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни?
27 Шунан Ул Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап Изге Яҙмалағы Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып биргән.
28 Улар бара торған ауылға яҡынайған һәм Ғайса юлын дауам итергә теләгән ҡиәфәт яһаған. 29 Ләкин шәкерттәре:
– Кис яҡынлашып килә, тиҙҙән ҡараңғы төшә, беҙҙең менән ҡал, – тип Уны алып ҡалғандар. Ғайса өйгә ингән һәм улар менән бергә булған. 30 Ашап ултырған саҡта Ул икмәк алып шөкөрана ҡылған, бүлеп шәкерттәренә биргән. 31 Шул саҡта шәкерттәрҙең күҙҙәре асылған һәм улар Ғайсаны таныған. Әммә Ғайса күренмәҫ булған. 32 Шәкерттәр бер-береһенә:
– Ул юл буйлап беҙгә һөйләп барғанда һәм Изге Яҙманың мәғәнәһен аңлатҡанда йөрәктәребеҙ ялҡынланманымы ни? – тигәндәр.
33 Шунда уҡ тороп, Иерусалимға ҡайтҡандар һәм унда ун бер шәкерттең һәм улар менән бергә башҡаларҙың йыйылышып тороуын күргәндәр. 34 Былар бөтәһе лә:
– Раббы, ысынлап та, үленән терелеп торған һәм Симонға күренгән, – тип һөйләгән.
35 Шәкерттәр иһә юлда булған хәл һәм икмәк бүлеп биргән саҡта Ғайсаны таныуҙары тураһында һөйләп биргән.

 

Ғайсаның шәкерттәр янына килеүе

 

36 Был хаҡта һөйләшеп торғанда, Ғайса Үҙе улар араһында пәйҙә була.
– Именлек һеҙгә! – тигән Ул. 37 Шәкерттәр ҡурҡыуҙан ҡатып ҡалған, Уның өрәген күрәбеҙ икән, тип уйлағандар. 38 Әммә Ғайса уларға:
– Ни эшләп ҡурҡып ҡалдығыҙ? Ниңә күңелегеҙҙә шундай шик тыуҙы? 39 Минең ҡулдарыма һәм аяҡтарыма ҡарағыҙ, был – Мин Үҙем! Ҡулдарығыҙҙы Миңә тейҙерегеҙ һәм ҡарағыҙ! Өрәктең тәне лә, һөйәге лә булмай, ә, күреп тороуығыҙса, Миндә – бар, – тигән.
40 Быны әйткәс, Ул уларға ҡулдарын һәм аяҡтарын күрһәткән. 41 Тегеләр шатлыҡтан ышана алмайынса ғәжәпкә ҡалған. Ғайса уларҙан:
– Һеҙҙең бында ашарға берәй ризығығыҙ бармы? – тип һораған.
42 Уға бешкән балыҡ киҫәге[40] биргәндәр. 43 Ғайса уны күҙ алдарында ашаған. 44 Унан һуң:
– Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән.
45 Бынан һуң Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам иткән. 46 Ул уларға былай тигән:
– Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә үленән терелергә 47 һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш. 48 Һеҙ быларҙың шаһиты. 49 Мин Атам вәғәҙә иткәнде һеҙгә ебәрермен. Һеҙ иһә, күктәрҙән үҙегеҙгә ҡөҙрәт бирелгәнгә тиклем, Иерусалимда ҡалығыҙ.

 

Ғайсаның күккә ашыуы

 

50 Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Вифания тирәһенә тиклем улар менән бергә барған. Шунда Ул ҡулдарын күтәреп уларға фатихаһын биргән. 51 Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынған. 52 Шәкерттәр Уға баш эйгән һәм ҙур шатлыҡ менән Иерусалимға ҡайтҡан. 53 Бынан һуң Алланы данлап, һәр ваҡыт Алла Йортонда булғандар.

 

 

 

Яхъя

ЯХЪЯ БӘЙӘН ИТКӘН ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘР

 

 

1

 

«Һүҙ Кеше булды»

 

1 Иң элек Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған һәм Һүҙ Алла булған. 2 Һүҙ иң элек үк Алла менән булған.
3 Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән. 4 Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләргә яҡтылыҡ булған. 5 Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡығанлыҡтан, ҡараңғылыҡ уны һүндерә алмаған.
6 Алла тарафынан Яхъя исемле кеше ебәрелгәйне. 7 Ул, бөтәһе лә уның шаһитлыҡ ҡылыуы аша иманға килһендәр тип, Яҡтылыҡ тураһында һөйләргә килде. 8 Ул үҙе Яҡтылыҡ түгел ине, әммә Яҡтылыҡ тураһында шаһитлыҡ ҡылырға ебәрелде.
9 Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде. 10 Ул донъяла бар ине, ләкин донъя, Уның аша яратылыуына ҡарамаҫтан, Уны таныманы. 11 Ул Үҙ халҡына килде, әммә Үҙенекеләр Уны ҡабул итмәне. 12 Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе. 13 Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм кешенең теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.
14 Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.
15 Яхъя Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып: «Минән һуң Килеүсе минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип ҡысҡырып иғлан итте.
16 Уның мәрхәмәт байлығынан беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ. 17 ҠанунМуса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде. 18 Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Ата янындағы берҙән-бер Улы асып бирҙе.

 

Яхъяның шаһитлыҡ ҡылыуы

 

19 Йәһүд хакимдары Иерусалимдан руханиҙарҙы һәм левиттарҙы[1] Яхъяға уның кемлеген һорарға ебәргәс, ул шундай шаһитлыҡ ҡылды:
20 – Мин Мәсих түгел, – тип йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ белдерҙе ул.
21 Улар:
– Кем һуң һин? Ильясмы? – тип һораны.
– Юҡ, – тине Яхъя.
– Вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәрме?
– Юҡ, – тип яуапланы ул йәнә.
22 – Улайһа, кем һуң һин? – тип һаман ныҡышты тегеләр. – Беҙҙе бында ебәргән кешеләргә беҙ һинең яуабыңды еткерергә тейешбеҙ. Үҙең тураһында ни әйтерһең?
23 – Мин – Ишағыяпәйғәмбәр әйткәнсә: «Раббыға юл турайтығыҙ!» – тип сүлдә яңғыраған тауыш, – тине Яхъя.
24 Улар араһындағы фарисей[2] вәкилдәре:
25 – Һин Мәсих тә, Ильяс та, вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр ҙә булмағас, ни өсөн һыуға сумдырыу йолаһын[3] башҡараһың? – тип һоранылар.
26 Яхъя уларға:
– Мин һыуға ғына сумдырам, әммә арағыҙҙа һеҙ белмәгән Берәү бар. 27 Минән һуң килгән Кеше – Ул, ә мин иһә Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен, – тип яуап бирҙе.
28 Был ваҡиғалар Яхъя һыуға сумдыра торған урында – Иордан йылғаһы аръяғындағы Вифанияла булды. 29 Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп:
– Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. 30 – «Минән һуң Берәү килер, Ул минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип һөйләгәнем – Ул Үҙе. 31 Мин Уның кем икәнлеген белмәй инем, ләкин, Уны Израиль халҡы белһен тип, һыуға сумдырырға килдем.
32 Яхъя шаһитлыҡ ҡылды:
– Мин Уға күктән күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшөүен һәм Уның өҫтөндә ҡалыуын күрҙем. 33 Уның кем икәнлеген белмәй инем, әммә мине һыуға сумдырырға Ебәреүсе: «Кемдең иңенә Рух төшә һәм Уның өҫтөндә ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне. 34 Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.

 

Ғайсаның беренсе шәкерттәре

 

35 Икенсе көндө Яхъя, ике шәкерте менән шул уҡ урында торғанда, 36 үтеп барған Ғайсаны күреп:
– Ҡарағыҙ, ана Алла Бәрәсе, – тине.
37 Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, шәкерттәрҙең икеһе лә Ғайса артынан китте. 38 Ғайса боролоп ҡарағас, уларҙың эйәреп килеүен күрҙе.
– Һеҙгә нимә кәрәк? – тип һораны уларҙан.
– Рабби (Рабби – «Остаз» тигән мәғәнәлә), һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һораны тегеләр.
39 – Әйҙәгеҙ Минең менән, үҙегеҙ күрерһегеҙ, – тине Ғайса уларға.
Сәғәт дүрт тирәһе ине. Шәкерттәр, Ғайса менән барып, Уның ҡайҙа йәшәгәнен күрҙеләр һәм кискәсә Уның янында булдылар.
40 Яхъяның һүҙҙәрен ишетеп, Ғайса артынан эйәргән икәүҙең береһе Симон Петрҙың ҡустыһы Андрей ине. 41 Ул, иң тәүҙә ағаһы Симонды эҙләп табып, уға:
– Беҙ Мәсихте (Мәсих[4] – «Май һөртөлгән Зат» тигәнде аңлата) таптыҡ, – тине.
42 Ул Симонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Симонға текләп ҡарап:
– Һин Яхъя улы Симон, әммә Кифа (арамей телендәге был исем «Петр», йәғни «ҡая» тигән мәғәнәне аңлата) тип аталырһың, – тине.
43 Икенсе көндө Ғайса Галилеяға барырға булды. Ул Филипты осратып:
– Миңә эйәр! – тине.
44 Филипп та, Андрей менән Петр кеүек үк, Вифсаида ҡалаһынан ине.
45 Ул Нафанаилды эҙләп табып:
– Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.
46 Нафанаил иһә быға ҡаршы:
– Назаранан ниндәй ҙә булһа яҡшы нәмә сығыуы мөмкинме ни? – тип яуапланы.
– Барайыҡ, үҙең күрерһең.
47 Ғайса, Үҙенә табан килгән Нафанаилды күреп, уның хаҡында:
– Бына ысын Израиль кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.
48 – Һин мине ҡайҙан беләһең?
– Мин һине үҙеңде Филипп саҡырғанға тиклем үк инжир ағасы төбөндә күргәйнем, – тип яуап бирҙе Ғайса.
49 Нафанаил Уға:
– Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Израиль Батшаһы! – тине.
50 – Минең: «Мин һине инжир ағасы төбөндә күрҙем», тигәнем өсөн ышанаһыңмы? Бынан ҙурыраҡ нәмәләрҙе лә күрерһең әле, – тип Ғайса 51 һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын да, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улы[5] янына төшөүен һәм Уның яңынан Күккә күтәрелеүен дә күрерһегеҙ.

 

2

 

Ғайсаның һыуҙы шарапҡа әйләндереүе

 

1 Ике көндән һуң Галилея өлкәһенең Кана ҡалаһында туй булды. Унда Ғайсаның әсәһе лә ҡатнашты. 2 Ғайса ла үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны. 3 Шарап етмәгәс, Уға әсәһе:
– Быларҙың шарабы бөткән, – тине.
4 Ғайса:
– Ниңә һин быны Миңә әйтәһең әле, ханым? Минең әлегә ваҡытым етмәгән, – тип яуап бирҙе.
5 – Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине әсәһе хеҙмәтселәргә.
6 Унда йәһүдтәрҙең йолаһы буйынса пакланырға тип ҡуйылған һәр береһе ике йәки өс үлсәм[6] һыу һыйҙырышлы алты таш киҫмәк бар ине. 7 Ғайса:
– Киҫмәктәргә һыу тултырығыҙ, – тигәс, хеҙмәтселәр киҫмәктәрҙе мөлдөрәмә тултырып ҡуйҙы.
8 Шунан һуң Ғайса уларға:
– Ә хәҙер һоҫоп алығыҙ ҙа туй башлығына илтеп бирегеҙ, – тине. Улар шулай эшләне.
9 Туй башлығы һыуҙы тәмләп ҡараны: ул шарапҡа әйләнгәйне. Башлыҡҡа был шараптың ҡайҙан икәнлеге мәғлүм түгел ине, быны һыуҙы һоҫоп алған хеҙмәтселәр генә белде, шуға күрә ул кейәүҙе янына саҡырып алып:
10 – Башта кеше яҡшы шарап бирә, ә инде етерлек эселгәс, насарырағын килтерә. Ә һин яҡшы шарапты иң аҙаҡҡа ҡалдырғанһың, – тине.
11 Был Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең бөйөклөгөн һәм ҡөҙрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды.
12 Бынан һуң Ул әсәһе, ҡустылары һәм шәкерттәре менән бергә Капернаум ҡалаһына барҙы. Унда улар бер нисә көнгә туҡталды.

 

Алла Йортоноң таҙарыныуы

 

13 Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы[7] яҡынлашҡас, Ғайса Иерусалимға килде. 14 Ул, Алла Йортонда үгеҙ, һарыҡ, күгәрсен һатып тороусыларҙы һәм өҫтәл артында ултырған аҡса алмаштырыусыларҙы күргәс, 15 бауҙан сыбыртҡы ишеп алып, уларҙың бөтәһен дә үгеҙ-һарыҡтары менән бергә Алла Йортонан ҡыуа башланы; аҡса алмаштырыусыларҙың аҡсаларын сәсеп ебәрҙе, өҫтәлдәрен ауҙарҙы. Күгәрсен һатыусыларға:
16 – Быларҙы бынан алығыҙ! Минең Атамдың Йортон баҙарға әйләндермәгеҙ! – тине.
17 Шунда уның шәкерттәре Изге Яҙмала әйтелгән: «Мине Һинең Йортоңа булған мөхәббәт ғазап сиктерә», – тигән һүҙҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙө.
18 Йәһүд башлыҡтары Ғайсанан:
– Бындай эшкә вәкәләтең барлығын Һин беҙгә ниндәй мөғжизә менән иҫбат итә алаһың? – тип һораны.
19 – Бынау Алла Йортон емереп ташлағыҙ, Мин уны өс көндә торғоҙасаҡмын, – тине Ғайса.
20 Йәһүдтәр:
– Был Йорт ҡырҡ алты йыл төҙөлдө, Һин уны өс көндә генә торғоҙмаҡсы булаһыңмы? – тинеләр.
21 Әммә Ғайса, «бынау Алла Йортон» тигәндә Үҙенең тәнен күҙ уңында тотҡайны. 22 Ул үленән терелеп торғандан һуң, шәкерттәре Уның ошо хаҡта әйткәнен иҫтәренә төшөрөп, Изге Яҙмаға ла, Ғайсаның һүҙҙәренә лә ышанды. 23 Ҡотҡарылыу байрамында Уның Иерусалимда күрһәткән мөғжизәләрен күреп, күптәр Ғайсаға инанды. 24 Әммә Ул, бар кешене белеп торғанлыҡтан, уларға ышанманы. 25 Кемдең дә булһа берәйһе тураһында һөйләүенә Уның ихтыяжы булманы. Кеше күңелендә ни барлығын Ул Үҙе белә ине.

 

3

 

Ғайса һәм Никодим

 

1 Йәһүд башлыҡтары араһында Никодим атлы бер фарисей бар ине.
2 Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп:
– Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнлегеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.
3 Ғайса уға:
– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан[8] тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.
4 – Кеше инде ҡартайып бөткәс нисек итеп яңынан тыуа алһын? – тип аптыраны Никодим. – Ул әсәһе ҡарынына ҡабат инеп, икенсе тапҡыр тыуа аламы ни?
5 Ғайса былай тип яуапланы:
– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше һыуҙан һәм Рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына инә алмаҫ! 6 Тәндән тыуған – тән; Рухтан тыуған – рух. 7 Минең һиңә: «Һеҙ юғарынан тыуырға тейеш», – тип әйтеүемә ғәжәпләнмә. 8 Ел ҡайҙа теләй, шунда иҫә[9] , һин уның тауышын ишетәһең, ләкин ҡайҙан килеп ҡайҙа киткәнен белмәйһең. Рухтан тыуған һәр кем менән дә шулай була.
9 Никодим Унан:
– Нисек улай була алһын? – тип һораны.
10 – Һин, Израиль халҡы мөғәллиме була тороп, шуларҙы белмәйһеңме ни? – тине Ғайса. – 11 Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: беҙ ни белһәк, шуны һөйләйбеҙ; ни күрһәк, шуға шаһитлыҡ ҡылабыҙ; ә һеҙ беҙҙең шаһитлығыбыҙҙы ҡабул итмәйһегеҙ. 12 Ерҙәге хәлдәр тураһында һөйләгәнемә ышанмайһығыҙ икән, күктәгеләре хаҡында һөйләһәм, нисек ышанырһығыҙ? 13 Ә бит күккә күтәрелгән һәм күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ.
14-15 Әҙәм Улына инанған һәр кем мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Муса сүлдә баҡыр йыланды күтәргән кеүек[10] , Әҙәм Улы ла шулай күтәрелергә тейеш. 16 Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.
17 Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе. 18 Улына инаныусы хөкөм ителмәй, ә инанмаусы хөкөм ителде инде, сөнки ул Алланың берҙән-бер Улына ышанманы. 19 Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.
20 Яуызлыҡ ҡылған һәр кем яҡтылыҡҡа нәфрәтле һәм, үҙенең яман эштәре асылыуҙан ҡурҡып, яҡтылыҡҡа килмәй. 21 Ә дөрөҫлөк буйынса эш итеүсе, эштәренең Алла аша башҡарылғаны күренеп торһон өсөн, яҡтылыҡҡа килә.

 

Яхъяның Ғайса хаҡындағы шаһитлығы

 

22 Шунан һуң Ғайса шәкерттәре менән бергә Йәһүҙиә еренә китте. Унда бер ни тиклем ҡалып, халыҡты һыуға сумдырҙы. 23 Яхъя ла Сәлим янындағы мул һыулы Енонда килгән кешеләрҙе һыуға сумдыра ине. 24 Ул ваҡытта Яхъя төрмәгә ябылмағайны әле.
25 Яхъяның шәкерттәре менән бер йәһүд кешеһе араһында таҙарыныу йолаһы хаҡында бәхәс сыҡты. 26 Улар Яхъяға килде:
– Остаз, Иордан аръяғында һинең менән булған һәм һин Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылған Кеше – Ул да халыҡты һыуға сумдыра, һәм бөтәһе лә Уның янына бара.
27 Яхъя былай тип яуапланы:
– Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмә лә ала алмай. 28 Һеҙ минең: «Мин Мәсих түгел, әммә мин Уның алдынан ебәрелдем», – тип әйткәнемде ишеткән шаһиттар. 29 Кейәүҙең кәләше бар. Дуҫы ла янында тора һәм, уның тауышын ишетеп, дуҫы ыңғайына ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған. 30 Ул үҫергә, мин кесерәйергә тейеш.
31 Юғарынан Килеүсе һәр кемдән өҫтөн. Ерҙә тыуған иһә ерҙеке, уның һүҙе лә ерҙәгесә. Әммә күктән Килеүсе – һәммәһенән өҫтөн. 32 Ул Үҙе күргән һәм ишеткәндәре хаҡында шаһитлыҡ ҡыла, ләкин Уның һүҙҙәрен бер кем дә ҡабул итмәй. 33 Уның һүҙҙәрен ҡабул иткән кеше иһә бының менән Алланың хаҡ булыуын раҫлай. 34 Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә. 35 Ата Үҙенең Улын ярата һәм барыһын да Уның ҡулына тапшырған. 36 Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.

 

4

 

Ғайса һәм Самария ҡатыны

 

1 Фарисейҙар Ғайсаның Яхъяға ҡарағанда күберәк шәкерттәр йыйғаны һәм уларҙы һыуға сумдырғаны тураһында ишетте 2 (ысынында Ғайса Үҙе түгел, ә шәкерттәре һыуға сумдыра ине). 3 Ғайса, был хаҡта белгәс, Йәһүҙиәне ҡалдырып ҡабат Галилеяға китте. 4 Уға Самария өлкәһе аша уҙырға тура килде.
5 Ул Самарияның Сихарь тигән ҡалаһына килеп етте. Был ҡала Яҡубтың үҙенең улы Йософҡа биргән биләмәнән алыҫ түгел ине. 6 Унда Яҡуб ҡоҙоғо бар ине. Юлда арыған Ғайса шул ҡоҙоҡ янына килеп ултырҙы. 7-8 Төш ваҡыты ине. Шәкерттәре ризыҡ һатып алырға ҡалаға киткәйне. Шунда һыу алырға тип бер Самария ҡатыны килде.
– Миңә эсергә һыу бир әле, – тине уға Ғайса.
9 Ҡатын:
– Нисек итеп Һин, йәһүд була тороп, минән, Самария ҡатынынан, эсергә һорайһың? – тине (Был һүҙҙәрҙе ул йәһүдтәр менән самарияндарҙың үҙ-ара ҡатышмауынан сығып әйтте).
10 Ғайса:
– Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.
11 – Әфәндем, – тине ҡатын, – Һинең бит һоҫоп алырға һауытың юҡ, ә ҡоҙоҡ тәрән. Тере һыуҙы ҡайҙан алырһың икән? 12 Был ҡоҙоҡто беҙгә атабыҙ Яҡуб ҡалдырған. Ул үҙе лә, балалары ла, мал-тыуары ла шунан эскән. Һин Яҡубтан бөйөгөрәкме ни?
13 Ғайса уға былай тине:
– Был һыуҙы эскән һәр кем йәнә һыуһар, 14 ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.
15 – Әфәндем! Миңә шул һыуҙы бир әле! Ул ваҡытта һыуһамаҫ та, бында һыу алырға килеп тә йөрөмәҫ инем, – тине ҡатын.
16 Ғайса уға:
– Бар, иреңде саҡырып кил, – тине.
17 – Минең ирем юҡ, – тип яуапланы ҡатын.
– Ирем юҡ, тип дөрөҫөн әйттең. 18 Һинең биш ирең булды, ә хәҙер бергә йәшәп ятҡан кешең һиңә ир түгел, һин дөрөҫ әйттең.
19 – Әфәндем! Күрәм, Һин пәйғәмбәр. 20 Ата-бабаларыбыҙ Аллаға ошо тауҙа табынған, ә һеҙ, йәһүдтәр, Уға табыныу урыны бары тик Иерусалимда ғына, тиһегеҙ.
21 Ғайса уға былай тине:
– Ышан Миңә, ханым, ваҡыт етеп килә: Атаға был тауҙа ла, Иерусалимда ла табынмаясаҡһығыҙ. 22 Һеҙ – самарияндар – кемгә табыныуығыҙҙы белмәйһегеҙ, ә беҙ беләбеҙ, сөнки ҡотолоу йәһүдтәрҙән килә. 23 Әммә ваҡыт етеп килә – етте лә инде – ул саҡта Атаға ысынлап табыныусылар Уға рух һәм хәҡиҡәт менән[11] табыныр, сөнки Алла ана шундайҙарҙы эҙләй. 24 Алла Ул – Рух, һәм Уға табынғандар рух һәм хәҡиҡәт менән табынырға тейеш.
25 Ҡатын Уға:
– Мәсихтең (йәғни Май һөртөлгән Заттың[12] ) килерен беләм. Ул килгәс, беҙгә бөтәһен дә аңлатып бирер, – тине.
26 – Һинең менән һөйләшкән Мин – ул Үҙе, – тине Ғайса.
27 Шул ваҡыт шәкерттәре әйләнеп ҡайтты. Уның ҡатын менән һөйләшеп тороуын күреп, ғәжәпкә ҡалдылар, ләкин береһе лә: «Һиңә унан нимә кәрәк?» – тип йәки: «Ниңә был ҡатын менән һөйләшәһең?» – тип һораманы.
28 Ҡатын, һыу көршәген ҡалдырып, ҡалаға ҡайтып китте. Ундағы кешеләргә:
29 – Барығыҙ әле, минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп биргән Кешене күрегеҙ. Бәлки Ул Мәсихтер? – тине.
30 Кешеләр, ҡаланан сығып, Ғайса янына юл тотто.
31 Ул арала шәкерттәре Ғайсаны:
– Остаз, ашап ал инде, – тип ҡыҫтаны.
32 – Минең һеҙ белмәй торған ризығым бар, – тине Ул.
33 Шәкерттәр үҙ-ара:
– Әллә Уға берәйһе ашарға килтерҙеме икән? – тиеште.
34 Ғайса уларға былай тине:
– Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү. 35 Һеҙ: «Тағы дүрт айҙан ураҡ өҫтө етәсәк», – тиһегеҙ түгелме? Ә Мин һеҙгә әйтәм: күтәрелеп ҡарағыҙ, баҫыуҙар ағарып, ураҡҡа өлгөргән инде! 36 Ураҡсы эш хаҡы ала һәм мәңгелек тормош өсөн уңыш йыя. Шуға күрә сәскән кеше лә, урғаны ла берҙәй ҡыуана. 37 Шулай итеп, был осраҡта: «Берәү сәсә, икенсеһе ура», – тигән әйтем тап килә. 38 Мин һеҙҙе үҙегеҙ көс түкмәгән хеҙмәтте урырға ебәрәм, унда башҡалар эшләне, ә һеҙ уларҙың хеҙмәт емештәрен йыйырһығыҙ.
39 Теге ҡатындың: «Ул минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп бирҙе», – тигән һүҙен ишеткәс, әлеге ҡалалағы Самария кешеләренең күбеһе Ғайсаға инанды. 40 Самариялылар, Уның янына килеп, эргәләрендә ҡалыуын үтенгәс, Ғайса унда йәнә ике көнгә туҡталды. 41 Уның һүҙҙәрен ишетеп, тағы ла күберәк кешеләр Уға инанды. 42 Ҡатынға иһә: «Беҙ инде һинең һөйләүең буйынса ғына түгел, ә әйткән һүҙҙәрен үҙебеҙ ишетеп, Уның ысынлап та донъяны Ҡотҡарыусы икәнен белгәнгә күрә ышанабыҙ», – тинеләр.

 

Һарай әһеленең улын һауыҡтырыу

 

43 Ике көндән һуң, Ғайса был ҡаланан Галилеяға юл тотто. 44 «Пәйғәмбәргә үҙ илендә ихтирам юҡ», – тип Ул Үҙе әйткәйне. 45 Ләкин Галилеяға килгәс, кешеләр Уны ихлас ҡабул итте. Улар, Иерусалимдағы байрамда булып, Ғайса унда ҡылған барлыҡ мөғжизәләрҙе күргәйне.
46 Шунан һуң Ул теге саҡта һыуҙы шарапҡа әйләндергән урынға – Галилеяның Кана ҡалаһына килде. Капернаумда улы ауырып ятҡан бер һарай әһеле бар ине. 47 Һарай әһеле, Ғайсаның Йәһүҙиәнән Галилеяға килгәнен ишетеп, Уның янына килде һәм үлем түшәгендә ятҡан улын һауыҡтырыуын һораны.
48 Ғайса уға:
– Хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрмәһәгеҙ, һеҙ ышанмаясаҡһығыҙ, – тине.
49 – Әфәндем! Балам үлгәнсе бара күр инде, – тип үтенде һарай әһеле.
50 – Бар, өйөңә ҡайт, улың тере, – тине Ғайса.
Ул Ғайсаның ошо һүҙенә ышанып ҡайтып китте. 51 Ҡайтып барғанында хеҙмәтселәре ҡаршы осраны һәм улының һауығыуын хәбәр итте. 52 «Уға ҡайһы сәғәттә хәл инде?» тип һорауына тегеләр:
– Кисә көндөҙгө сәғәт берҙәр тирәһендә ҡыҙыуы төштө, – тип яуапланы.
53 Атай кеше Ғайсаның: «Улың тере», тигән һүҙҙәренең нәҡ ана шул сәғәткә тап килеүен аңлағас, ул үҙе лә, өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә Ғайсаға инанды. 54 Был Ғайсаның Йәһүҙиәнән Галилеяға килгәс күрһәткән икенсе мөғжизәһе ине.

 

5

 

Быуа буйында һауыҡтырыу

 

1 Бынан һуң Ғайса йәһүдтәрҙең Иерусалимда үткән байрамына китте.
2 Иерусалимда Һарыҡ Ҡапҡаһы янында йәһүдсә Вифезда[13] тип аталған бер быуа бар ине. Уның тирәләй урынлашҡан бағаналы биш залында[14] 3 бик күп ауырыуҙар – һуҡырҙар, аҡһаҡтар, паралич һуҡҡан кешеләр [һыу ҡуҙғалыуын көтөп] ятҡан. 4 [Ваҡыты-ваҡыты менән Раббының бер фәрештәһе быуаға төшөп һыуҙы болғатҡан, һыу болғаныу менән уға беренсе булып төшкән кеше теләһә ниндәй сирҙән һауыҡҡан булған.][15] 5 Унда утыҙ һигеҙ йыл буйы ауырыған берәү бар ине. 6 Ғайса, ул кешене күреп һәм уның шул тиклем оҙаҡ ауырығанын белеп, унан:
– Һауығырға теләйһеңме? – тип һораны.
7 – Эйе, Әфәндем, – тип яуапланы ауырыу, – ләкин һыу болғанған ваҡытта мине быуаға төшөрөр кешем юҡ шул. Мин унда барып еткәнсе, башҡа берәү төшөп өлгөргән була.
8 – Тор, түшәгеңде ал да атлап кит, – тине уға Ғайса.
9 Теге кеше шунда уҡ һауыҡты ла, түшәген алып атлап китте. Был хәл шәмбе[16] көнөндә булды.
10 Шунлыҡтан йәһүдтәр уға:
– Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр.
11 Әммә ул:
– Мине һауыҡтырған Кеше: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тип әйтте, – тине.
12 – Һиңә: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тигән кем Ул? – тип һоранылар.
13 Ләкин һауыҡҡан кеше Уның кемлеген белмәй ине, сөнки Ғайса халыҡ араһына инеп юғалғайны.
14 Аҙаҡ Ғайса уны Алла Йортонда осратып:
– Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине.
15 Ул кеше йәһүдтәрҙең башлыҡтары ҡаршыһына барып, үҙен Ғайсаның һауыҡтырыуын һөйләп бирҙе.

 

«Атаһы ни ҡылһа, Улы шуны эшләр»

 

16 Был эште шәмбе көн башҡарғаны өсөн, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны эҙәрлекләй башланы.
17 – Минең Атам һәр ваҡыт эш өҫтөндә булғанға күрә, Мин дә эшләйем, – тип яуап бирҙе Ул.
18 Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәр Уны тағы ла нығыраҡ үлтерергә теләне, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне.
19 Ғайса уларға былай яуапланы:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Атаһының ни эшләгәнен күрмәй тороп, Улы Үҙе һис ни башҡара алмаҫ. Атаһы ни ҡылһа, Улы ла шуны эшләр. 20 Сөнки Ата Үҙенең Улын ярата һәм Үҙе эшләгән һәр эшен уға күрһәтеп башҡара. Ул һеҙҙең иҫегеҙ китерлек бынан да ҙурыраҡ эштәрҙе күрһәтер. 21 Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә. 22-23 Ата бер кемде лә хөкөм итмәй, ә Үҙенә хөрмәт күрһәткән кеүек Улын да һәр кем ихтирам итһен өсөн, Ул бөтә хөкөмдө Улына тапшырҙы. Кем Улын ихтирам итмәй – шул Уны ебәргән Атаға ла хөрмәт күрһәтмәй.
24 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул Хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте. 25 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Улының тауышын ишеткәс, үлеләр тереләсәк ваҡыт етеп килә һәм ул килеп етте лә инде!
26 Үҙендә тормош булған кеүек, Улына ла Үҙ-Үҙендә тормошҡа эйә булыу ҡөҙрәте бирҙе 27 һәм хөкөм итеү вәкәләтен бирҙе, сөнки Ул – Әҙәм Улы. 28 Быға ғәжәпләнмәгеҙ, сөнки ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһенең Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә. 29 Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ: яҡшылыҡ эшләгәндәр – йәшәү өсөн, ә яуызлыҡ эшләгәндәр – хөкөм ителеү өсөн тереләсәк.
30 Мин Үҙемдән-Үҙем бер ни ҙә эшләй алмайым. Нисек ишетәм, шулай хөкөм итәм, һәм Минең хөкөмөм – ғәҙел, сөнки Мин Үҙ ихтыярымды түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә тырышам.

 

Ғайса хаҡында шаһитлыҡтар

 

31 – Әгәр ҙә Үҙем хаҡымда Үҙем шаһитлыҡ ҡылам икән, Минең һүҙҙәрем бер ни ҙә тормаҫ ине. 32 Ләкин Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылған башҡа Берәү бар, Мин беләм: Уның шаһитлығы хаҡ. 33 Һеҙ Яхъя ҡаршыһына үҙегеҙҙең кешеләрегеҙҙе ебәрҙегеҙ һәм ул хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылды. 34 Ләкин Мин кешеләрҙең шаһитлығына мохтаж түгел, быларҙы һеҙҙең ҡотолоуығыҙ өсөн һөйләйем.
35 Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ. 36 Әммә Минең шаһитлығым Яхъяныҡынан ҙурыраҡ: ул – Атамдың Миңә башҡарырға биргән эштәре. Башҡарған шул эштәрем Минең Атам тарафынан ебәрелеүемде раҫлай. 37 Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ 38 һәм күңелдәрегеҙҙә Уның һүҙе юҡ, сөнки Ул ебәргән Затҡа ышанмайһығыҙ. 39 Һеҙ, мәңгелек тормошто табырға уйлап, Изге Яҙмаларҙы тикшерәһегеҙ. Ә бит уларҙа Минең хаҡта һүҙ бара! 40 Әммә, тормош алыр өсөн, Минең яныма килергә теләмәйһегеҙ.
41 Мин кешеләрҙең данлауына мохтаж түгел. 42 Шуны беләм: һеҙҙә Аллаға ҡарата мөхәббәт юҡ! 43 Мин Атам исеменән килдем – һеҙ Мине ҡабул итмәйһегеҙ, әммә үҙ исеменән килгән башҡа берәүҙе ҡабул итерһегеҙ. 44 Һеҙ бер-берегеҙҙән дан ҡаҙанырға тырышаһығыҙ, берҙән-бер Алланан булған маҡтауҙы эҙләмәйһегеҙ. Шулай булғас, нисек итеп иман тота алырһығыҙ?
45 Атам алдында һеҙҙе ғәйепләр тип уйламағыҙ. Һеҙҙең ғәйепләүсегеҙ бар – үҙегеҙ өмөт бағлаған Муса. 46 Әгәр ҙә Мусаға ышанһағыҙ, Миңә лә ышаныр инегеҙ, сөнки ул Минең хаҡта яҙҙы. 47 Уның яҙғандарына ышанмағас, Минең һүҙҙәремә нисек ышанырһығыҙ?

 

6

 

Биш мең кешене туйҙырыу

 

1 Шунан һуң Ғайса Галилея күле аръяғына китте. Ул Тивериада күле тип тә атала ине. 2 Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырған мөғжизәләрен күреп, Уның артынан бик күп халыҡ эйәрҙе. 3 Ғайса шәкерттәре менән бергә тауға менеп ултырҙы. 4 Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашып килә ине.
5 Ғайса күтәрелеп ҡараны ла, Үҙенә табан ҙур халыҡ төркөмө килеүен күреп, Филипҡа:
– Уларҙы ашатырға ҡайҙан икмәк һатып алырбыҙ икән? – тине.
6 Ул был һүҙҙәрҙе уны һынар өсөн генә әйтте, сөнки нимә эшләйәсәген белә ине инде.
7 – Уларҙың һәр береһенә аҙлап ҡына бүлеп бирергә лә ике йөҙ динарлыҡ[17] икмәк етмәҫ, – тип яуапланы Филипп.
8 Шәкерттәрҙең береһе, Симон Петрҙың ҡустыһы Андрей:
9 – Бында бер малайҙың биш арпа икмәге һәм ике балығы бар, әммә был тиклем күп халыҡҡа ул нимә генә инде? – тине.
10 – Уларға ултырырға ҡушығыҙ, – тине Ғайса.
Был ерҙә үлән ҡуйы үҫкәйне. Шулай итеп, барыһы ла үләнгә ултырҙы. Унда ирҙәр генә биш мең самаһы ине. 11 Ғайса икмәкте алып, Аллаға рәхмәт уҡығандан һуң, ултырған кешеләргә өләште; балыҡтарҙы ла шулай һәр кемгә теләгәне тиклем бирҙе. 12 Бөтәһе лә туйғансы ашағас, Ул шәкерттәренә:
– Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алығыҙ, бер нәмә лә әрәм булмаһын, – тине.
13 Улар, биш арпа икмәгенән ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырҙы.
14 Ғайса ҡылған мөғжизәне күреп, кешеләр:
– Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр ысынлап та Ул икән! – тиешә башланы.
15 Ғайса иһә, уларҙың Уны көслөк менән батша итеп ҡуйырға теләүҙәрен белеп, ҡабаттан яңғыҙы ғына тауға менеп китте.

 

Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе

 

16 Кис еткәс, шәкерттәре күл буйына төштө лә, 17 кәмәгә ултырып аръяҡтағы Капернаумға табан йөҙөп китте. Ҡараңғы төштө, ә Ғайса һаман күренмәне. 18 Күлдә ҡаты ел ҡупты, тулҡындар көсәйҙе. 19 Шәкерттәр инде биш-алты саҡрым[18] ара үткәйне, шунда улар күл өҫтөнән атлап кәмәгә яҡынлашып килгән Ғайсаны күреп, ҡурҡып киттеләр.
20 – Был Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине Ғайса.
21 Шәкерттәре Уны кәмәгә алырға теләгәйне, тап ошо мәлдә кәмә улар бара торған ярға килеп туҡтаны.

 

Ғайса – тормош икмәге

 

22 Икенсе көндө лә халыҡ күл ярында тора ине әле. Улар бында бер генә кәмә булыуын, ул кәмәгә шәкерттәрҙең генә ултырып китеүен, ә Ғайсаның унда юҡлығын күргәйне.
23 Кешеләр Раббы Ғайса шөкөрана итеп биргән икмәкте ашаған урындан алыҫ булмаған Тивериада ҡалаһынан бүтән кәмәләр ҙә килеп туҡтаны. 24 Халыҡ, унда Ғайсаның да, шәкерттәренең дә юҡлығын күргәс, кәмәләргә ултырып, Капернаумға Ғайсаны эҙләп китте. 25 Уны күлдең аръяҡ ярында эҙләп тапҡас:
– Остаз! Һин бында ҡасан килдең? – тип һоранылар.
26 Ғайса уларға:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Мине мөғжизәләремдең мәғәнәһен аңлаған өсөн түгел, ә туйғансы икмәк ашаған өсөн эҙләйһегеҙ! 27 Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Үҙенең хуплаулы тамғаһын Уға һалды, – тине.
28 – Аллаға яраҡлы эштәрҙе ҡылыр өсөн беҙ нимә эшләргә тейеш? – тип һораны кешеләр.
29 – Аллаға яраҡлы эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ.
30 Улар Ғайсаға:
– Беҙ Һиңә ышанырлыҡ ниндәй билдә күрһәтерһең? Ни ҡылырһың? – тинеләр. – 31 Изге Яҙмала: «Ул уларға ашарға күктән икмәк бирҙе», – тиелгән кеүек, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ сүлдә саҡта манна[19] ашаған.
32 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: икмәкте күктән һеҙгә Муса бирмәне, ысын икмәкте күктән һеҙгә Минең Атам бирә. 33 Күктән төшөп, донъяға тормош Биреүсе – Алла икмәге ул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.
34 – Әфәндем, беҙгә һәр ваҡыт шундай икмәк биреп торсо!
35 Ғайса уларға былай тине:
– Мин – тормош икмәге. Миңә килеүсе бер ҡасан да асыҡмаҫ. Миңә инаныусы бер ҡасан да һыуһамаҫ. 36 Ләкин, әйткәнемсә, Мине күрһәгеҙ ҙә, барыбер ышанмайһығыҙ. 37 Атам Миңә юллаған һәр кем Миңә килер, ә Мин Үҙ яныма килгәндәрҙең береһен дә ҡыуып ебәрмәйәсәкмен. 38 Сөнки Мин күктән ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын башҡарырға килдем. 39 Ә Мине Ебәреүсенең ихтыяры шул: Ул Миңә биргән кешеләрҙең береһен дә һәләк итмәйенсә, аҙаҡҡы көнөндә үленән терелтергә тейешмен. 40 Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормош алыуын теләй, Мин уны аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен.
41 Йәһүдтәр араһында Уның: «Мин – күктән килгән икмәк», – тигән һүҙҙәренә ҡарата ризаһыҙлыҡ ауаздары ишетелде. Улар үҙ-ара:
42 – Был Йософ улы Ғайса түгелме һуң? Беҙ Уның атаһын да, әсәһен дә беләбеҙ бит, шулай булғас, нисек итеп Ул: «Мин күктән килдем», – тип әйтә ала икән? – тиеште.
43 – Һуҡранмағыҙ, – тине Ғайса. 44 – Мине ебәргән Атам алып килмәһә, Минең яныма бер кем дә килә алмай. Мин ул кешене аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен. 45 Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында: «Һәммәһе лә Алла тарафынан өйрәтеләсәк», – тиелгән. Атамды тыңлаған һәм Унан өйрәнгән һәр кем Миңә килә. 46 Был кем дә булһа Атаны күргән тигән һүҙ түгел әле. Бары тик Алланан Килеүсе генә Атаны күрҙе. 47 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: иман юлындағы кешенең генә мәңгелек тормошо бар. 48 Мин – тормош икмәге. 49 Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ сүлдә манна ашаһа ла, аҙаҡ барыбер үлде. 50 Күктән килгән икмәк иһә ундай түгел: уны ашағандар үлмәҫ. 51 Мин – күктән килгән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.
52 Шул һүҙҙәр айҡанлы йәһүдтәр араһында:
– Был Кеше ризыҡ итеп беҙгә нисек Үҙ тәнен бирә алыр икән? – тип ҡаты бәхәс ҡупты.
53 Ғайса иһә уларға:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Әҙәм Улының тәнен ашамаһағыҙ һәм Уның ҡанын эсмәһәгеҙ, һеҙҙә йәшәү булмаясаҡ, – тине. – 54 Минең тәнемде ашап, Минең ҡанымды эскән кеше мәңгелек тормошҡа эйә булыр. Мин уны аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен. 55 Минең тәнем – ысын ризыҡ, ҡаным – ысын эсемлек. 56 Тәнемде ашап, ҡанымды эскән кеше Миндә ҡала, Мин унда ҡалам. 57 Мине Атам – мәңге тере Алла ебәрҙе һәм Мин Уның арҡаһында йәшәйем. Шулай уҡ Минең тәнемде ашаусы ла Минең арҡала йәшәйәсәк. 58 Был – күктән килгән икмәк. Ул һеҙҙең ата-бабаларығыҙ ашаған икмәк кеүек түгел. Улар үлгән, ә был икмәкте ашаусы мәңге йәшәйәсәк.
59 Ғайса быларҙы Капернаумдағы ғибәҙәтханала өйрәткән саҡта һөйләне.

 

«Һеҙ ҙә китергә теләйһегеҙҙер?»

 

60 Ғайсаның күп шәкерттәре был һүҙҙәрҙе ишеткәс:
– Уның һөйләгәндәре ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ! Быны тыңлау мөмкин түгел! – тиеште.
61 Ғайса, һүҙҙәренең шәкерттәр күңелендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғанын белеп:
– Былар һеҙҙе рәнйетәме? 62 Әҙәм Улының элекке урынына күтәрелеүен күрһәгеҙ, ни булыр? 63 Бары тик Рух ҡына тормош бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм тормош бирә. 64 Әммә һеҙҙең арағыҙҙа иман тотмағандар ҙа бар, – тине.
Ул кемдең Уға ышанмауын һәм кемдең хыянат итәсәген тәүҙән үк белә ине.
65 Ғайса һүҙен дауам итте:
– Бына шуның өсөн дә Мин һеҙгә: «Атам ебәрмәһә, Минең яныма бер кем дә килә алмай», – тинем.
66 Шул ваҡыттан Ғайсаның күп шәкерттәре, айырылып китеп, башҡаса Уның менән бергә йөрөмәне.
67 – Бәлки, һеҙ ҙә китергә теләйһегеҙҙер? – тип һораны Ғайса ун ике шәкертенән.
68 Симон Петр:
– Хужам, беҙ кемгә барайыҡ? Һин генә мәңгелек тормош һүҙҙәре һөйләйһең бит. 69 Беҙ Һиңә ышанабыҙ, Һине Алланың Изгеһе итеп таныйбыҙ, – тип яуап бирҙе.
70 – Мин Үҙем һеҙҙе – ун икегеҙҙе һайлап алдым түгелме? Әммә арағыҙҙағы берәү – иблис. – 71 Ғайса быны аҙаҡ Үҙенә хыянат итәсәк ун икәүҙең береһе булған Симон Искариот улы Йәһүҙә тураһында әйтте.

 

7

 

Ғайса һәм Уның ҡустылары

 

1 Бынан һуң Ғайса Галилея буйлап йөрөнө. Йәһүд башлыҡтары Уны үлтерергә ниәтләгәнлектән, Йәһүҙиәгә бармаҫҡа булды.
2 Йәһүдтәрҙең Сатыр Ҡороу байрамы[20] яҡынлашҡас, 3 ҡустылары Уға:
– Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде ундағы шәкерттәрең дә күрһен. 4 Әгәр кеше үҙен танытырға теләй икән, ул эшен йәшереп башҡармай. Һин шундай эштәр ҡылаһың икән, Үҙеңде донъяға күрһәт! – тинеләр.
5 Уға хатта ҡустылары ышанмай ине.
6 – Минең ваҡытым етмәгән әле, ә һеҙҙең өсөн һәр ҡасан да ваҡыт. 7 Донъя һеҙгә нәфрәт менән ҡарамай, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам. 8 Һеҙ был байрамға барығыҙ, ә Мин йөрөмәйем, ваҡытым етмәне әле. – 9 Ғайса, шулай итеп, Галилеяла ҡалды.

 

Ғайса Сатыр Ҡороу байрамында

 

10 Әммә ҡустылары киткәс, Үҙенә иғтибар йәлеп итмәйенсә, йәшерен рәүештә Ғайса ла байрамға китте. 11 Йәһүд башлыҡтары иһә: «Ул ҡайҙа икән?» – тип һорашып, Уны байрам ваҡытында эҙләп йөрөнө.
12 Уның тураһында халыҡ араһында күп һүҙҙәр таралды. «Ул яҡшы Кеше», – тине берәүҙәр, ә икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө. 13 Әммә, башлыҡтарҙан ҡурҡып, бер кем дә Уның хаҡында асыҡ ҡына итеп һөйләмәне.
14 Байрамдың уртаһы еткәндә Ғайса Алла Йортона инеп өйрәтә башланы. 15 Йәһүдтәр:
– Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымайынса, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде.
16 Ғайса:
– Өйрәткәндәрем Үҙемдән түгел, ә Мине Ебәреүсенән. 17 Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәрем Аллананмы әллә Минең Үҙемдән һөйләнеләме икәнен белер. 18 Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә үҙен ебәреүсенең данын эҙләгән кеше иһә эскерһеҙ, һәм уның күңелендә ялғанға урын юҡ. 19 Муса һеҙгә ҡанун бирҙе түгелме? Әммә берегеҙ ҙә ҡанунды үтәмәйһегеҙ. Юғиһә ни өсөн һеҙ Мине үлтерергә теләйһегеҙ? – тип һораны.
20 – Һиңә ен эйәләшкәнме әллә? – тине кешеләр. – Кем Һине үлтерергә теләй?
21 Ғайса һүҙен дауам итте:
– Мин шәмбе көндө бер генә эш ҡылдым, һеҙ шуға аптырайһығыҙ. 22 Муса һеҙгә сөннәт бирҙе (дөрөҫ, был Мусанан түгел, атай-олатайҙарҙан килә), һәм һеҙ шәмбе көндө лә ир баланы сөннәткә ултыртаһығыҙ. 23 Әгәр ҙә, Муса ҡануны боҙолмаһын тип, шәмбе көндө лә ир бала сөннәтләнә икән, ниңә һеҙ шәмбе көндө бер кешене тулыһынса һауыҡтырғаным өсөн Миңә асыу тотаһығыҙ? 24 Тыш яҡтан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, хаҡлыҡ менән хөкөм итегеҙ!

 

Ғайса – Мәсихме?

 

25 Шунда ҡайһы бер Иерусалим кешеләре:
– Йәһүд башлыҡтары үлтерергә теләгән Кеше түгелме һуң был? 26 Ана, Ул асыҡтан-асыҡ һөйләй, ә тегеләр Уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй. Әллә башлыҡтар Уны ысынлап та Мәсих тип уйлаймы икән? 27 Ләкин беҙ был кешенең кемлеген беләбеҙ. Ә инде Мәсихкә килгәндә, Уның ҡайҙан икәнен бер кем дә белмәҫ, – тинеләр.
28 Ғайса, Алла Йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән:
– Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – ысын Алла ул. Уны һеҙ белмәйһегеҙ. 29 Ә Мин беләм, сөнки Мин Унан килдем, Мине Ул ебәрҙе! – тине.
30 Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле. 31 Халыҡ араһында иһә күптәр Уға ышанды һәм: «Мәсих килгәс, был Кешегә ҡарағанда күберәк мөғжизәләр күрһәтә алырмы икән?» – тиеште.
32 Фарисейҙар халыҡтың Ғайса тураһында шулай бәхәсләшкәнен ишетте. Улар, баш руханиҙар менән бергәләп, Уны ҡулға алырға Алла Йорто һаҡсыларын ебәрҙе.
33 Шунда Ғайса:
– Мин һеҙҙең арағыҙҙа оҙаҡ булмам, тиҙҙән Үҙемде Ебәреүсе янына кире ҡайтасаҡмын. 34 Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.
35 Йәһүдтәр:
– Беҙ таба алмаҫлыҡ ниндәй урынға китмәксе була икән? Бәлки, Ул гректар араһында йәшәгән беҙҙең кешеләр янына барырға һәм унда гректарҙы өйрәтергә йыйыналыр? 36 Уның: «Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ», – тигән һүҙҙәре нимәне аңлата икән? – тип үҙ-ара һөйләштеләр.
37 Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫып көслө тауыш менән иғлан итте:
– Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен! 38 Кем Миңә инана, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Уның күңел түренән йылғалар булып тере һыу ағасаҡ».
39 Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне әле, сөнки Ғайса күккә тиклем күтәрелмәгәйне һәм Уға данлы бөйөклөк бирелмәгәйне.
40 Уның һүҙҙәрен ишеткән кешеләрҙең ҡайһы берҙәре:
– Был ысынлап та вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр!
41 Икенселәре:
– Ул – Мәсих, – тине.
Башҡалары уларға ҡаршы төштө:
– Мәсих Галилеянан килер микән? 42 Изге Яҙмала: «Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Вифлеемдан киләсәк», тип яҙылған бит.
43 Шулай итеп, Ғайса хаҡында халыҡ араһында бәхәс ҡупты. 44 Ҡайһы берҙәре Уны тотоп алырға ла теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул тейҙермәне.
45 Һаҡсылар Ғайсаһыҙ ғына әйләнеп ҡайтҡас, баш руханиҙар һәм фарисейҙар:
– Ни өсөн Уны тотоп алып килмәнегеҙ? – тип һораны.
46 – Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар.
47 – Әллә һеҙ ҙә алдандығыҙмы? – тине фарисейҙар. 48 – Башлыҡтарҙың йәки фарисейҙарҙың берәйһе Уға инандымы ни? 49 Ә ҡанунды белмәгән был халыҡ ҡарғалған.
50 Араларынан береһе – элегерәк Ғайса янында булып киткән Никодим – уларҙан:
51 – Беҙҙең ҡанун кешене тәүҙә тыңламайынса һәм уның нимә ҡылғанын асыҡламайынса уны хөкөм итергә рөхсәт бирәме ни? – тип һораны.
52 Уға:
– Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡараһаң, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр.
53 Шунан барыһы ла өйҙәренә таралышты.

 

8

 

Зина ҡылып тотолған ҡатын

 

1 Ғайса Зәйтүн тауына китте. 2 Иртә менән яңынан Алла Йортона килгәс, Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Ул, ултырып, уларҙы өйрәтә башланы. 3 Шул саҡта ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, зина ҡылып тотолған бер ҡатынды алып килеп, халыҡ алдына баҫтырып ҡуйҙылар ҙа 4 Ғайсаға:
– Остаз! Был ҡатын зина ҡылғанда тотолдо. 5 Ҡанунда Муса бындайҙарҙы таш менән бәреп үлтерергә ҡушҡан. Һин ни әйтерһең? – тинеләр.
6 Улар быны Ғайсаны һынар өсөн, бәлки, ғәйепләргә берәй һылтау табырбыҙ, тигән уйҙан сығып әйтте. Әммә Ғайса, түбән эйелеп, бармағы менән ергә ниҙер яҙа башланы. 7 Тегеләр һорау биреүен дауам иткәс, күтәрелеп уларға:
– Һеҙҙең ҡайһығыҙ бер ҡасан да гонаһ ҡылмаған, шул башлап уға таш атһын, – тине 8 һәм, эйелеп, ергә яҙыуын дауам итте.
9 Быны ишеткәс, өлкәндәренән башлап бер-бер артлы сығып киттеләр. Ғайса Үҙенең алдында баҫып торған ҡатын менән яңғыҙ ҡалды.
10 Ғайса уға күтәрелеп ҡараны:
– Ханым, ҡайҙа улар? Һине бер кем дә хөкөм итмәнеме?
11 Ҡатын:
– Бер кем дә, Әфәндем, – тип яуапланы.
– Мин дә һине хөкөм итмәйем. Бар, бүтәнсә гонаһ ҡылма, – тине Ғайса[21] .

 

Ғайса – донъяға яҡтылыҡ

 

12 Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште:
– Мин донъяға яҡтылыҡ бирәм. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.
13 – Һин Үҙ хаҡыңда Үҙең шаһитлыҡ ҡылаһың. Һинең шаһитлығың хаҡ түгел, – тине фарисейҙар Уға.
14 Ғайса уларға:
– Үҙ хаҡымда Үҙем шаһитлыҡ ҡылһам да, әйткәндәрем ысын, сөнки Мин ҡайҙан килеп ҡайҙа барыуымды беләм, ә һеҙ Минең ҡайҙан килеп ҡайҙа барыуымды белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе. – 15 Һеҙ кешеләр үлсәме менән хөкөм йөрөтәһегеҙ, ә Мин бер кемде лә хөкөм итмәйем. 16 Иткән хәлдә лә, хөкөмөм хаҡ, сөнки яңғыҙ түгелмен: Мин Үҙемде ебәргән Атам менән бергәмен. 17 Һеҙҙең ҡанунығыҙҙа: «Ике шаһиттың һүҙе хаҡ», – тиелгән. 18 Беҙ – ике шаһит, Мин һәм Мине ебәргән Атам, икебеҙ ҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ.
19 Ғайсанан:
– Һинең Атаң ҡайҙа һуң? – тип һоранылар.
Ғайса:
– Һеҙ Мине лә, Минең Атамды ла белмәйһегеҙ. Әгәр Мине белһәгеҙ, Атамды ла белер инегеҙ, – тип яуап бирҙе.
20 Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла Йортонда саҙаҡа һандығы янында өйрәткәндә әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле.

 

«Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ»

 

21 Ғайса уларға йәнә:
– Мин китермен. Һеҙ Мине эҙләрһегеҙ, әммә ышанмау гонаһы менән үлерһегеҙ. Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.
22 – Уның: «Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ», – тигәне нимәне аңлата икән? Әллә Ул Үҙен Үҙе үлтермәксеме? – тиеште йәһүдтәр.
23 Ғайса:
– Һеҙ бынан, ерҙән, Мин – юғарынан. Һеҙ был донъяныҡы, ә Мин был донъяныҡы түгел, – тип яуапланы. 24 – Мин һеҙгә: «Үҙ гонаһтарығыҙ менән үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең – Шул[22] булыуыма ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ.
25 – Кем һуң Һин? – тип һоранылар Унан.
– Быны һеҙгә күптән әйтә киләм, – тине Ғайса. – 26 Һеҙҙең хаҡта күпте һөйләп, һеҙҙе хөкөм итә алыр инем. Әммә Мин донъяға бары тик Үҙемде Ебәреүсенән ишеткәнемде генә һөйләйем, ә Ул дөрөҫтө әйтә.
27 Улар Ғайсаның Ата хаҡында һөйләүен аңламаны. 28 Ә Ғайса һүҙен дауам итте:
– Һеҙ, Әҙәм Улын юғары күтәргәнегеҙҙән һуң[23] , Минең Шул булыуымды аңларһығыҙ. Ул ваҡытта Үҙ белдегем менән бер ни ҙә ҡылмауымды һәм, Атам нисек өйрәткән булһа, шулай ғына һөйләүемде лә белерһегеҙ. 29 Мине Ебәреүсе янымда, Ул Мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем.
30 Ул быларҙы һөйләгән ваҡытта күптәр Уға инанды.

 

Ибраһимдың балаларымы, Иблистекеме?

 

31 Ғайса Үҙенә инанған йәһүдтәргә:
– Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ. 32 Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер, – тине.
33 Уға ҡаршы:
– Беҙ Ибраһим нәҫеленән, – тинеләр, – һәм һис ҡасан да бер кемдең дә ҡоло булманыҡ. Шулай булғас нисек Һин: «Ирекле булырһығыҙ», – тиһең?
34 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: гонаһ ҡылыусы һәр кем – гонаһтың ҡоло, – тип яуап бирҙе Ғайса. – 35 Ҡол ғаиләлә ваҡытлыса ғына тора, ә атаның улы мәңгегә ғаилә ағзаһы була. 36 Шуға күрә, әгәр ҙә Ата Улы һеҙҙе ирекле итһә, һеҙ ысындан да ирекле буласаҡһығыҙ. 37 Мин һеҙҙең Ибраһим нәҫеленән икәнегеҙҙе беләм. Шуға ҡарамаҫтан, Мине үлтерергә теләйһегеҙ, сөнки һүҙҙәремә күңелегеҙҙә урын юҡ. 38 Мин Атам янында күргәндәрем тураһында һөйләйем, ә һеҙ үҙ атағыҙҙан ишеткәнде ҡылаһығыҙ.
39 Улар:
– Беҙҙең атабыҙ – Ибраһим! – тип яуап бирҙе.
– Әгәр ҙә һеҙ ысынлап та Ибраһим балалары булһағыҙ, уның кеүек эшләр инегеҙ. 40 Һеҙ, киреһенсә, Мине, Алланан ишеткән хәҡиҡәтте һөйләгән кешене, үлтерергә теләйһегеҙ. Ибраһим шулай эшләнеме ни?! 41 Юҡ, һеҙ үҙегеҙҙең ысын атағыҙҙың эшен ҡылаһығыҙ, – тине Ғайса.
Тегеләр:
– Беҙ уйнаштан тыумағанбыҙ, беҙҙең атабыҙ бер генә: Ул – Алла, – тинеләр.
42 Ғайса уларға былай тине:
– Атағыҙ Алла булһа, һеҙ Мине яратыр инегеҙ, сөнки Мин янығыҙға Алланан килдем. Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ул ебәрҙе. 43 Ниңә һеҙ Минең нимә тураһында һөйләүемде аңламайһығыҙ? Һеҙ бит Һүҙҙәремде тыңларға теләмәйһегеҙ. 44 Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы һәм ялғандың атаһы. 45 Мин хәҡиҡәтте һөйләгәнгә күрә, һеҙ Миңә ышанмайһығыҙ. 46 Минең гонаһ ҡылғанымды ҡайһығыҙ фашлай алыр? Әгәр хәҡиҡәт һөйләйем икән, ни өсөн Миңә ышанмайһығыҙ? 47 Кем Алланан, шул Уның һүҙен тыңлар; ә һеҙ, Алланан булмағанға күрә, тыңламайһығыҙ.

 

Ғайса һәм Ибраһим

 

48 – «Һин Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», – тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.
49 Ғайса:
– Миңә ен эйәләшмәгән. Мин Атамды хөрмәт итәм, ә һеҙ Мине хурлайһығыҙ. 50 Мин Үҙемә дан эҙләмәйем, Миңә дан Эҙләүсе башҡа Берәү, һәм Ул хөкөм итә. 51 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлем күрмәйәсәк, – тип яуап бирҙе.
52 – Бына хәҙер һиңә ен эйәләшкәнлегенә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, – тине йәһүдтәр. – Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлде, ә һин: «Кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк», – тиһең. 53 Һин атабыҙ Ибраһимдан да бөйөгөрәкме ни? Ул үлгән, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлгән. Үҙеңде кем тип һанайһың?
54 Ғайса:
– Мин Үҙемде Үҙем данлаһам, даным бер ни ҙә тормаҫ ине. Миңә һеҙ ҙә «Аллабыҙ» тип атаған Атам данлы бөйөклөк бирә. 55 Һеҙ Уны белмәйһегеҙ, ә Мин беләм. Әгәр ҙә Мин Уны белмәйем тиһәм, һеҙҙең кеүек үк ялғансы булыр инем. Әммә Мин Уны беләм һәм Уның һүҙен тотам. 56 Атағыҙ Ибраһим Мин килгән көндө күрәсәгенә шатланды һәм уны күреп ҡыуанды, – тип яуап бирҙе.
57 Йәһүдтәр Уның был һүҙҙәренә:
– Һиңә әле илле йәш тә юҡ. Нисек итеп Һин Ибраһимды күрҙең? – тинеләр.
58 Ғайса уларға:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Ибраһим тыуғанға тиклем үк Мин бар инем инде[24] , – тип яуап бирҙе.
59 Шул саҡта йәһүдтәр Уға бәреү өсөн ҡулдарына таш алды, әммә Ғайса йәшеренде һәм Алла Йортонан сығып китте.

 

9

 

Тыумыштан һуҡырҙың күрә башлауы

 

1 Китеп барғанда Ғайса тыумыштан уҡ һуҡыр бер кешене күрҙе. 2 Шәкерттәре Унан:
– Остаз! Ниңә был кеше һуҡыр булып тыуған икән? Ул үҙе гонаһ ҡылғанмы, әллә ата-әсәһеме? – тип һораны.
3 – Ул үҙе лә, ата-әсәһе лә ғәйепле түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Уның ауырыуы аша Алланың ҡөҙрәте күренһен өсөн һуҡыр булып тыуған ул. 4 Көн үткәнсе Мин Үҙемде Ебәреүсенең эшен башҡарырға тейешмен. Төн етеп килә, ул саҡта һис кем бер нәмә лә эшләй алмаҫ. 5 Донъяла булған ваҡытымда Мин – донъяға яҡтылыҡ.
6 Шулай тигәндән һуң, Ул ергә төкөрҙө, төкөрөгөн тупраҡҡа ҡушып иҙеп, шул лайланы һуҡырҙың күҙҙәренә һөрттө лә 7 уға:
– Силоам быуаһына барып йыуын, – тине (Силоам – «ебәрелгән» тигән мәғәнәлә).
Һуҡыр барып йыуынды һәм күҙҙәре күреп килде.
8 Күршеләре һәм элек уның хәйер һорашҡанын күргән кешеләр:
– Был теге хәйер һорап юл ситендә ултырған кеше түгелме һуң? – тиештеләр.
9 Ҡайһы берәүҙәре:
– Эйе, был тап үҙе.
Икенселәре:
– Юҡ, ул шул кешегә оҡшаған ғына, – тине.
Ул үҙе иһә:
– Мин шул кеше, – тине.
10 – Күҙҙәрең нисек асылды һуң? – тип һоранылар унан.
11 Ул:
– Ғайса исемле Кеше лайла яһап күҙҙәремә һөрттө лә: «Силоам быуаһына барып йыуын», – тине. Барып йыуынғайным, күҙҙәрем асылды, – тип яуап бирҙе.
12 – Ул Кеше ҡайҙа? – тип һорағастар:
– Белмәйем, – тип яуапланы.
13 Элек һуҡыр булған кешене фарисейҙар янына алып барҙылар, 14 сөнки Ғайса лайла яһап уны һауыҡтырған көн шәмбе ине. 15 Фарисейҙар ҙа унан нисек күрә башлауы тураһында һорашты.
– Ул тәүҙә минең күҙҙәремә лайла һөрттө, аҙаҡ йыуынғайным, күрә башланым, – тип яуап ҡайтарҙы һауыҡҡан кеше.
16 Ҡайһы бер фарисейҙар:
– Был Кеше Алланан түгел, сөнки Ул шәмбе көндөң ҡағиҙәһен тотмай, – тинеләр.
– Гонаһлы кеше бындай мөғжизә ҡыла алыр инеме ни? – тип икенселәре ҡаршы төштө. Улар араһында бәхәс ҡупты.
17 Элекке һуҡырҙан:
– Һин, Ул минең күҙҙәремде асты, тиһең. Кем Ул, һинеңсә? – тип тағы ла һораштылар.
– Пәйғәмбәр, – тине теге кеше.
18 Әммә йәһүд башлыҡтары уның һуҡыр булғанына һәм күрә башлауына ышанырға теләмәне, ата-әсәһен саҡырып, 19 уларҙан:
– Тыумыштан һуҡыр тигән улығыҙ ошомо? Ни эшләп ул хәҙер күрә һуң? – тип һоранылар.
20 – Уның беҙҙең улыбыҙ икәнен дә, һуҡыр булып тыуғанын да беләбеҙ, – тип яуапланы ата-әсә. – 21 Ә әле нисек күрә башлағанын һәм күҙҙәрен кем асҡанын белмәйбеҙ. Ул инде бәлиғ булған, үҙенән һорағыҙ, үҙе хаҡында үҙе һөйләһен.
22 Һуҡырҙың ата-әсәһе, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай яуап бирҙе. Сөнки башлыҡтар Ғайсаның Мәсих икәнлеген таныған һәр кемде ғибәҙәтхананан айырырға ҡарар иткәйне. 23 Шунлыҡтан уның ата-әсәһе: «Ул инде бәлиғ булған, үҙенән һорағыҙ», – тине.
24 Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға:
– Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр.
25 – Гонаһлымы, түгелме, уныһы миңә билдәһеҙ, – тип яуап бирҙе элекке һуҡыр. – Шуны ғына беләм: мин һуҡыр инем, ә хәҙер күрәм.
26 Унан тағы ла:
– Ул нимә эшләне һуң? Һинең күҙҙәреңде нисек асты? – тип һораштылар.
27 – Мин һеҙгә һөйләгәйнем инде, ләкин һеҙ тыңламанығыҙ. Ниңә тағы бер тапҡыр ишеткегеҙ килә? Әллә һеҙ ҙә Уның шәкерттәре булырға ниәтләйһегеҙме? – тип яуап бирҙе ул.
28 Тегеләр ныҡ асыуланып:
– Уның шәкерте – һин, ә беҙ – Мусаның шәкерттәре! 29 Беҙ Алланың Муса менән һөйләшкәнен беләбеҙ. Ә был Ғайса тигән Әҙәмдең ҡайҙан икәнлеге билдәһеҙ, – тип ҡысҡырҙылар.
30 – Шуныһы ғәжәп тә: һеҙ Уның ҡайҙан икәнлеген белмәйһегеҙ, ә Ул минең күҙҙәремде асты! – тине күрә башлаған кеше. – 31 Алланың гонаһлыларҙы тыңламауын беҙ беләбеҙ. Ул бары тик Үҙенә табыныусыны һәм Уның ихтыярын үтәүсене генә тыңлай. 32 Берәйһенең тыумыштан һуҡыр кешенең күҙҙәрен асҡаны тураһында ғүмерҙә лә ишетелгәне юҡ ине. 33 Әгәр ҙә ул Кеше Алланан булмаһа, бер нәмә лә эшләй алмаҫ ине бит.
34 – Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар.

 

Рухи һуҡырлыҡ

 

35 Ғайса, элекке һуҡырҙы ҡыуып сығарғандарын ишеткәс, уны эҙләп табып:
– Һин Әҙәм Улына ышанаһыңмы? – тип һораны.
36 – Әфәндем, мин Уға ышанһын өсөн, Уның кем икәнен әйт миңә, – тип яуап бирҙе теге.
37 Ғайса:
– Һин Уны күрҙең. Хәҙер һинең менән Ул һөйләшә, – тине.
38 – Әфәндем, мин ышанам! – Күҙҙәре асылған кеше ергә йығылды һәм тубыҡланып Уға баш эйҙе.
39 Ғайса:
– Мин был донъяға күрмәгәндәр күрһен, ә күргәндәр һуҡырайһын тип, хөкөм итеү өсөн килдем, – тине.
40 Уның янында торған ҡайһы бер фарисейҙар быны ишеткәс:
– Беҙҙе лә һуҡырға һанамайһыңдыр бит? – тип һоранылар.
41 – Әгәр һеҙ ысынлап та һуҡыр булһағыҙ, гонаһлы булмаҫ инегеҙ. Ә һеҙ, күрәбеҙ, тиһегеҙ, тимәк, гонаһығыҙ үҙегеҙҙә ҡала, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.

 

10

 

Ғайса – яҡшы көтөүсе

 

1 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем һарыҡ аҙбарына ҡапҡанан түгел, ә башҡа юл менән инә, ул ҡараҡ һәм юлбаҫар. 2 Ә ҡапҡанан инеүсе һарыҡтарға көтөүсе була. 3 Һаҡсы уға ҡапҡа аса, һарыҡтар уның тауышын таный һәм ул, һарыҡтарын исемдәре менән саҡырып, уларҙы алып сыға. 4 Үҙенең бөтә һарыҡтарын алып сыҡҡас, ул алдан атлай, ә һарыҡтар артынан эйәреп бара, сөнки улар уның тауышын таный. 5 Ә ят кешегә улар эйәрмәй, тауышы таныш булмағанлыҡтан, унан ҡасып китәләр.
6 Ғайса ошо кинәйәне һөйләне, ләкин фарисейҙар Уның нимә хаҡында һөйләгәнен аңламаны.
7 Ғайса иһә һүҙен дауам итте:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин – һарыҡтарға ҡапҡа. 8 Минән алда килгәндәрҙең бөтәһе лә ҡараҡ һәм юлбаҫар ине, һарыҡтар уларҙы тыңламаны. 9 Мин – ҡапҡа. Минең аша инеүсе ҡотоласаҡ, иркен инеп-сығып йөрөйәсәк һәм үҙенә көтөүлек табасаҡ. 10 Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем.
11 Мин – яҡшы көтөүсе: яҡшы көтөүсе һарыҡтары өсөн йәнен фиҙа ҡыла. 12-13 Ә ялланғаны – ысын көтөүсе түгел. Ул, һарыҡтар үҙенеке булмағанлыҡтан, уларҙы ҡайғыртмай: бүре килгәнен күреп, һарыҡтарҙы ташлап ҡаса; бүре, һөжүм итеп, һарыҡтарҙы тамаҡлап китә.
14-15 Мин – яҡшы көтөүсе. Ата – Мине, Мин Атаны таныған кеүек, Мин Үҙемдең һарыҡтарымды таныйым, улар Мине таный. Мин һарыҡтарым өсөн ғүмеремде бирәм. 16 Минең был аҙбарҙа булмаған бүтән һарыҡтарым да бар. Уларҙы ла алып килергә тейешмен. Улар Минең тауышымды тыңлаясаҡ, һәм бер көтөү, бер көтөүсе булыр. 17 Атам Мине шуның өсөн ярата: Мин Үҙ ғүмеремде уны яңынан алыу өсөн бирәм. 18 Уны Минән бер кем дә тартып алмай, Мин уны Үҙем бирәм. Уны бирергә лә, кире алырға ла хакимлығым бар. Был бойороҡто Миңә Атам бирҙе.
19 Был һүҙҙәр һөҙөмтәһендә йәһүдтәр араһында йәнә бәхәс ҡупты.
20 – Уға ен эйәләшкән, Ул һаташа. Ниңә Уны тыңлайһығыҙ? – тине күптәре.
21 Башҡалары иһә:
– Былар ен эйәләшкән кеше һүҙҙәре түгел. Ен һуҡырҙың күҙен аса аламы ни? – тип ҡаршы төштө.

 

Йәһүдтәрҙең Ғайсаны ҡабул итмәүе

 

22 Ҡыш килеп етте. Иерусалимда Яңырыу байрамы[25] ине. 23 Ғайса Алла Йортонда Сөләймән бағаналы залы буйлап йөрөгән саҡта, 24 йәһүдтәр Уның тирәһенә йыйылды.
– Һин түҙемлегебеҙҙе ҡасанға тиклем һынарға уйлайһың? Мәсих булһаң, беҙгә асыҡ итеп әйт, – тинеләр Уға.
25 Ғайса былай тип яуап бирҙе:
– Мин һеҙгә әйткәйнем инде, ә һеҙ ышанмайһығыҙ. Атам исеменән башҡарған эштәрем Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыла. 26 Әммә һеҙ ышанмайһығыҙ, сөнки Минең һарыҡтарым түгелһегеҙ. 27 Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара. 28 Мин уларға мәңгелек тормош бирәм. Улар бер ҡасан да һәләк булмаясаҡ һәм уларҙы бер кем дә Минән тартып ала алмаясаҡ. 29 Уларҙы Миңә биргән Атам һәммәһенән бөйөк. Атамдың ҡулынан тартып алырға бер кемдең дә хәленән килмәй. 30 Мин һәм Ата – бербеҙ.
31 Йәһүдтәр, Уны үлтерергә теләп, тағы ҡулдарына таш алды.
32 – Мин һеҙгә Атам тарафынан күп яҡшы эштәр күрһәттем. Шуларҙың ҡайһыһы өсөн Мине таш менән бәреп үлтерергә теләйһегеҙ? – тине Ғайса.
33 Йәһүдтәр Уға:
– Беҙ Һине яҡшы эштәрең өсөн түгел, ә көфөр һөйләүең, кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, Үҙеңде Алла итеп күрһәтеүең өсөн үлтерергә теләйбеҙ, – тинеләр.
34 Ғайса уларға шулай яуап бирҙе:
– Алланың: «„Һеҙ – илаһтар“, – тинем Мин», тигән һүҙҙәре ҡанунығыҙҙа яҙылған түгелме? 35 Ә Изге Яҙманы юҡҡа сығарып булмай. Әгәр ҙә Алла һүҙе бирелгәндәр илаһ тип аталған икән, 36 «Мин – Алла Улы», тигән мәлдә нисек һеҙ Миңә «Көфөр һөйләйһең» тип әйтә алаһығыҙ? Мине Алла Үҙе изге хеҙмәткә айырып, был донъяға ебәрҙе бит. 37 Атамдың эштәрен башҡармаһам, Миңә ышанмағыҙ. 38 Ә инде башҡарам икән, Минең Үҙемә ышанмаһағыҙ, ҡылған эштәремә ышанығыҙ! Ана шунда инде һеҙ Атамдың Миндә, ә Минең Атамда икәнлеген аңларһығыҙ һәм белерһегеҙ.
39 Уны тағы ҡулға алырға тырыштылар, әммә Ул ҡасып китте.
40 Ғайса ҡабат Иордан аръяғына, элек Яхъя һыуға сумдырып йөрөгән урынға юл тотто һәм шунда ҡалды. 41 Уның янына күптәр килеп бер-береһенә:
– Яхъя бер генә мөғжизә лә күрһәтмәне, әммә Яхъяның Уның тураһында бөтә әйткәндәре лә дөрөҫ, – тиештеләр.
42 Һәм унда күптәр Ғайсаға инанды.

 

11

 

Ғайсаның үлгән Лазарҙы терелтеүе

 

1 Мәрйәм менән уның апаһы Марфа йәшәгән Вифания ауылында Лазарь исемле бер кеше ауырып китте. 2 Мәрйәм – Раббының аяҡтарына хуш еҫле май һылап, сәстәре менән һөртөп алған ҡатын, ә сирле уларҙың ҡустылары ине.
3 Апалы-һеңлеле Ғайсаға хәбәр ебәрҙе: «Хужам, Һин яратҡан Лазарь ауырып китте».
4 Ғайса быны ишеткәс:
– Был сир үлемгә килтермәй. Алла даны өсөн уның аша Алла Улының данлы бөйөклөгө күрһәтеләсәк, – тине.
5 Ғайса Марфаны ла, уның һеңлеһе менән Лазарҙы ла ярата ине. 6 Әммә Ул, Лазарҙың ауырығанын ишеткән хәлдә лә, булған урынында тағы ике көнгә тотҡарланды. 7 Шунан һуң шәкерттәренә:
– Яңынан Йәһүҙиәгә барайыҡ, – тине.
8 Шәкерттәре Уға:
– Остаз, әле күптән түгел генә йәһүдтәр Һине таш бәреп үлтерергә йөрөгәйне, тағы шунда бараһыңмы ни? – тинеләр.
9 Ғайса:
– Көндөң оҙонлоғо ун ике сәғәт түгелме һуң? Көндөҙ йөрөүсе абынмай, сөнки ул донъя яҡтылығын күрә. 10 Ә төндә йөрөүсе абына, сөнки унда яҡтылыҡ юҡ, – тип яуапланы.
11 Шунан һуң:
– Беҙҙең дуҫыбыҙ Лазарь йоҡлап киткән, Мин уны уятырға барам, – тип өҫтәне.
12 Шәкерттәре:
– Хужабыҙ, йоҡлағас, һауығыр! – тинеләр.
13 Ғайса уның үлеүе тураһында әйткәйне, шәкерттәр иһә ғәҙәттәге йоҡо хаҡында һөйләй тип уйланы. 14 Шунлыҡтан Ғайса уларға асыҡ итеп:
– Лазарь үлгән. 15 Мин унда булмауыма һеҙҙең өсөн шатмын, сөнки шул рәүешле иманығыҙ нығынасаҡ ҡына. Әйҙәгеҙ, уның янына барайыҡ, – тине.
16 Игеҙәк ҡушаматлы Фома шәкерттәргә:
– Әйҙәгеҙ, барайыҡ та, Уның менән бергә үләйек, – тине.
17 Ғайса, Вифанияға килеп еткәс, Лазарҙың дүрт көн инде ҡәберҙә ятыуын белде. 18 Вифания Иерусалимдан өс саҡрым[26] ғына булғанлыҡтан, 19 унан ҡустыларын юғалтып ҡайғырған Марфа менән Мәрйәмде йыуатырға күп йәһүдтәр йыйылғайны.
20 Марфа, Ғайсаның килә ятҡанын ишеткәс, Уны ҡаршы алырға сыҡты. Мәрйәм иһә өйҙә ҡалды.
21 – Хужам, Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тип өндәште Марфа. – 22 Әммә мин хәҙер ҙә беләм: Алланан ни генә һораһаң да, Ул Һиңә бирәсәк.
23 – Ҡустығыҙ тереләсәк, – тине уға Ғайса.
24 – Беләм, ул ҡиәмәт көнөндәге терелеү ваҡытында тереләсәк.
25 Ғайса:
– Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк. 26 Ә йәшәгән һәм Миңә ышанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк. Һин быға ышанаһыңмы? – тине.
27 – Эйе, Хужам! – тип яуапланы Марфа. – Мин Һинең донъяға килергә тейеш булған Мәсих, Алла Улы икәнлегеңә ышанам.
28 Шулай тине лә Марфа китеп барҙы һәм һеңлеһе Мәрйәмде саҡырып алды:
– Остаз бында, Ул һине саҡыра.
29 Мәрйәм быны ишеткәс тә, тиҙ генә урынынан тороп, Ғайса янына сыҡты. 30 Ғайса, ауылға инмәйенсә, Марфа менән осрашҡан ерҙә тора ине әле. 31 Өйҙә бергә булып, Мәрйәмде йыуатҡан йәһүдтәр, уның йәһәт кенә тороп сығып киткәнен күргәс, илар өсөн ҡәбер янына китте тип уйлап, уның артынан эйәрҙе.
32 Мәрйәм иһә, Ғайса торған ергә килеп еткәс, Уны күреп:
– Хужам! Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тип Уның аяғына йығылды.
33 Ғайса, Мәрйәмдең дә, уға эйәреп килгән йәһүдтәрҙең дә илағанын күреп, Үҙе лә бик ныҡ көйөндө һәм тулҡынланған тауыш менән:
34 – Һеҙ уны ҡайҙа ерләнегеҙ? – тип һораны.
Улар:
– Әфәндем! Әйҙә барайыҡ, Үҙең күрерһең, – тинеләр.
35 Ғайсаның күҙҙәренән йәш тәгәрәне.
36 – Ҡарағыҙ, Ул Лазарҙы нисек яратҡан икән! – тиеште йәһүдтәр.
37 Араларынан береһе:
– Ул бит һуҡырҙың күҙҙәрен асты. Лазарҙы ла үлемдән һаҡлап ҡалыр өсөн ниҙер эшләй алмаҫ инеме икән? – тине.
38 Ғайса тағы ла нығыраҡ көйөнгән хәлдә ҡәбер янына килде. Ҡәбер мәмерйә булып, уға инеү юлы таш менән ҡаплап ҡуйылғайны.
39 Ғайса:
– Ташты ситкә шылдырығыҙ! – тине.
– Хужам, мәрхүм инде еҫләнгәндер, үлгәненә дүрт көн уҙҙы бит инде, – тине үлгән кешенең апоһы Марфа.
40 Ғайса уға:
– Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың данлы бөйөклөгөн күрерһең», – тимәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.
41 Мәмерйә ауыҙынан ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап:
– Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. – 42 Тауышымды һәр ваҡыт ишетеүеңде беләм, ләкин был һүҙҙәремде бында баҫып торған кешеләр өсөн, Мине Һинең ебәргәнеңә ышанһындар өсөн әйтәм!
43 Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән:
– Лазарь, сыҡ! – тине.
44 Бына үлгән кеше килеп сыҡты. Уның аяҡ-ҡулы кәфенгә уралған, йөҙөнә битлек ябылғайны. Ғайса:
– Тағатығыҙ уны, атлап китһен! – тине.

 

Фарисейҙарҙың Ғайсаны үлтерергә ниәтләүе

 

45 Мәрйәм янына килгән йәһүдтәрҙең күбеһе, Ғайсаның ни эшләгәнен күргәс, Уға инанды. 46 Ә ҡайһы берҙәре, фарисейҙарға барып, Ғайса ҡылған эштәр тураһында һөйләп бирҙе.
47 Шунда баш руханиҙар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар:
– Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был кеше күп мөғжизәләр күрһәтә. 48 Әгәр ҙә шулай дауам итергә юл ҡуйһаҡ, һәммәһе Уға инанасаҡ. Аҙаҡ иһә римлылар килеп, Изге урыныбыҙҙы ла, халыҡты ла юҡ итәсәк.
49 Араларынан береһе, ул йылда иң баш рухани булған Каиафа:
– Һеҙ бер ни ҙә белмәйһегеҙ! 50 Бөтә халыҡ һәләк булыуға ҡарағанда, халыҡ өсөн бер кешенең үлеүе һеҙҙең өсөн хәйерлерәк бит. Шуны аңламайһығыҙмы ни? – тине.
51-52 Ул быны үҙенән һөйләмәне, ә шул йылда иң баш рухани булараҡ, Ғайсаның халыҡ өсөн, йәһүд халҡы өсөн генә түгел, ә барса ерҙәргә таралған Алла балаларын бергә йыйыр өсөн үләсәген алдан әйтеп бирҙе.
53 Ошо көндән алып улар Ғайсаны нисек үлтереү тураһында уйлай башланы. 54 Шул сәбәпле Ғайса инде йәһүдтәр араһында асыҡтан-асыҡ йөрөмәҫ булды. Ул бынан сүллек янындағы Ефраим тигән ҡалаға китте һәм Үҙенең шәкерттәре менән шунда ҡалды.
55 Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡайны. Байрам алдынан таҙарыныу йолаһын башҡарырға тип, Иерусалимға илдең төрлө төбәктәренән күп кеше килде. 56 Халыҡ Ғайсаны эҙләне. Улар Алла Йортонда бер-береһенән: «Нисек уйлайһығыҙ, Ул байрамға килмәҫ микән ни?» – тип һораштылар.
57 Баш руханиҙар һәм фарисейҙар иһә, Ғайсаны ҡулға алыр өсөн, Уның ҡайҙалығын белгән кешеләр беҙгә килеп әйтергә тейеш, тип әмер бирҙе.

 

12

 

Вифанияла Ғайсаға май һөртөү

 

1 Ҡотҡарылыу байрамына алты көн ҡалғас, Ғайса Вифанияға килде. Ул Ғайса үлемдән терелткән Лазарь йәшәгән ауыл ине. 2 Унда Ғайса хөрмәтенә мәжлес ҡорҙолар. Марфа хеҙмәт күрһәтеп йөрөнө, ә Лазарь Ғайса һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә табында ултырҙы. 3 Мәрйәм бер ҡаҙаҡ бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард[27] майы алып, Ғайсаның аяҡтарына һыланы һәм үҙенең сәсе менән һөртөп алды. Өй эсе майҙың хуш еҫе менән тулды.
4 Шунда Ғайсаның шәкерттәренең береһе – Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот:
5 – Ниңә был майҙы өс йөҙ динарға һатып, фәҡирҙәргә өләшеп бирмәҫкә ине инде? – тип ҡуйҙы.
6 Ул быны фәҡирҙәр хаҡында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны.
7 Ғайса былай яуап бирҙе:
– Мәрйәмде тыныслыҡта ҡалдыр! Ул был хуш еҫле майҙы Мине ерләү көнөнә һаҡларға тейеш ине. 8 Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам.
9 Ошо ваҡыт күп йәһүдтәр, Ғайсаның Вифанияла икәнлеген белеп, шунда килде. Улар Ғайса өсөн генә түгел, Ул терелткән Лазарҙы күрергә тип тә килгәйне. 10 Шунлыҡтан баш руханиҙар Лазарҙы ла үлтерергә ҡарар итте, 11 сөнки уның арҡаһында күп йәһүдтәр килеп, Ғайсаға инана башлағайны.

 

Ғайсаның тантаналы рәүештә Иерусалимға инеүе

 

12 Икенсе көндө байрамға йыйылған күп һанлы халыҡ төркөмө, Ғайсаның Иерусалимға килеүен ишеткәс, 13 хөрмә ағасы ботаҡтары тотоп Уны ҡаршыларға сыҡты һәм:
– «Осанна![28]
Раббы исеме менән Килеүсе,
Израиль Батшаһы мөбәрәк булһын!» –
тип ҡысҡырҙы.
14 Ғайса бер ишәк табып шуға атланды, һәм эш Изге Яҙмала әйтелгәнсә тормошҡа ашты:
15 «Ҡурҡма, Сион ҡыҙы[29] .
Күрәһеңме, йәш ишәккә атланып,
һинең Батшаң килә».
16 Шәкерттәре ул саҡта быны аңламаны, ә инде Ғайса данлы бөйөклөккә өлгәшкәндән һуң, Изге Яҙмала Уның хаҡында шулай яҙылған булыуын һәм Уны шулай ҡаршы алыуҙарын хәтерҙәренә төшөрҙө.
17 Ғайса Лазарҙы ҡәберҙән сығарып терелткән саҡта Уның менән булған кешеләр күргән хәл тураһында һөйләне. 18 Халыҡ Ғайсаның ошондай мөғжизә ҡылғанын ишеткәйне, шуға күрә Уны ҡаршы алырға сыҡты.
19 Фарисейҙар иһә үҙ-ара:
– Күрәһегеҙме, беҙ бер нәмәгә лә өлгәшә алмайбыҙ. Бөтә кеше Уға эйәрә, – тиеште.

 

Ғайсаның Үҙенең нисек үләсәген белгертеүе

 

20 Байрамда Аллаға табынырға килеүселәр араһында гректар ҙа бар ине. 21 Улар, Галилеялағы Вифсаиданан булған Филипп янына килеп:
– Әфәндем, беҙ Ғайсаны күрергә теләйбеҙ, – тип үтенде.
22 Филипп был хаҡта Андрейға әйтте, икәүләп был үтенесте Ғайсаға еткерҙеләр. 23 Ғайса:
– Әҙәм Улына данлы бөйөклөк бирелә торған ваҡыт етте! – тип яуапланы. – 24 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ергә төшкән бойҙай бөртөгө үлмәһә, шул килеш ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер. 25 Үҙ йәнен яратыусы уны юғалтыр; ә был донъяла үҙ йәнен һанға һуҡмаусы уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлар. 26 Кем Миңә хеҙмәт итә, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа, хеҙмәтсем дә шунда буласаҡ. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам ихтирам күрһәтәсәк.
27 Күңелем Минең хәҙер борсоулы. Нимә тип әйтәйем? «Атам! Мине был сәғәттән ҡотҡар!» – типме? Ләкин Мин ошо сәғәт өсөн килдем дә инде. 28 Атам! Исемеңдең данлы бөйөклөгөн күрһәт.
Шул ваҡыт күктән:
– Күрһәттем һәм күрһәтәсәкмен! – тигән ауаз ишетелде.
29 Шунда торған һәм быны ишеткән халыҡ: «Күк күкрәне», – тиеште. Ҡайһы берҙәре иһә: «Уның менән фәрештә һөйләште», – тине.
30 Быға ҡаршы Ғайса:
– Был ауаз Минең өсөн түгел, һеҙҙең өсөн булды, – тине. – 31 Был донъяны хөкөм итер ваҡыт етте, хәҙер был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ. 32 Мин, ерҙән күтәрелгәс, барлыҡ кешеләрҙе Үҙемә тартасаҡмын.
33 Ул быны Үҙенең ниндәй үлем менән үләсәген белгертеп әйтте. 34 Халыҡ Уға былай яуапланы:
– Беҙгә ҡанундан Мәсихтең мәңге ҡаласағы билдәле. Нисек Һин, Әҙәм Улы күккә күтәрелергә тейеш, тип әйтә алаһың? Кем Ул – Әҙәм Улы?
35 Ғайса:
– Яҡтылыҡтың һеҙҙең менән булырына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Үҙегеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫҡанғаса, яҡтыла йөрөп ҡалығыҙ, сөнки ҡараңғыла йөрөүсе ҡайҙа барғанын белмәй. 36 Яҡтылыҡ һеҙҙең менән булғанда, яҡтылыҡҡа ышанығыҙ, шул саҡта һеҙ яҡтылыҡ балалары булырһығыҙ, – тине.
Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса уларҙың күҙенән юғалды.

 

Халыҡтың Ғайсаға ышанмауы

 

37 Ғайса халыҡ алдында шул тиклем күп илаһи мөғжизәләр күрһәтһә лә, Уға ышанманылар. 38 Сөнки Ишағыя пәйғәмбәрҙең:
«Раббым! Беҙҙең хәбәргә кем ышанды?
Раббының ҡөҙрәте кемгә асылды?» –
тигән һүҙҙәре тормошҡа ашырға тейеш ине.
39 Улар ышана алманы, сөнки, Ишағыя йәнә әйткәнсә:
40 «Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте,
йөрәктәрен ҡатырҙы.
Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә,
йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр.
Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар
һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».
41 Ишағыя был һүҙҙәрҙе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн алдан күргәнгә әйткән; ул быны Уның тураһында һөйләгән.
42 Хәйер, башлыҡтарҙың да күбеһе Уға инанғайны инде, ләкин үҙҙәрен фарисейҙар ғибәҙәтхананан айырыр тип ҡурҡып, быны белдермәнеләр. 43 Улар Алланан килгән данға ҡарағанда, кешеләр алдындағы данды артығыраҡ күрҙе.
44 Ғайса көслө тауыш менән:
– Миңә инанған кеше Минең Үҙемә түгел, ә Мине Ебәреүсегә инана, – тине. – 45 Мине күргән Мине Ебәреүсене күрә. 46 Мин, Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, донъяға яҡтылыҡ булып килдем. 47 Кемдер Минең һүҙҙәремде ишетеп тә, үтәмәй икән, уны хөкөм итмәйем, сөнки Мин донъяға хөкөм итергә түгел, ә донъяны ҡотҡарырға килдем. 48 Мине кире ҡағып, һүҙемде ҡабул итмәүсенең үҙ хөкөмсөһө бар: уны ҡиәмәт көнөндә Мин әйткән Һүҙ хөкөм итәсәк. 49 Сөнки Мин Үҙемдән һөйләмәнем, ә нимә һөйләргә, нимә әйтергә кәрәклеге хаҡында Мине ебәргән Атам әмер бирҙе. 50 Мин Уның әмере мәңгелек тормош килтереүен беләм. Шулай итеп, нимә һөйләһәм дә, һәр һүҙҙе нәҡ Атам ҡушҡанса һөйләйем.

 

13

 

Ғайсаның шәкерттәренең аяҡтарын йыуыуы

 

1 Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына китер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.
2 Иблис Симон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында 3 Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына биргәнен һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп, 4 Ғайса өҫтәл артынан торҙо ла, өҫ кейемен сисеп, биленә таҫтамал һалды. 5 Шунан тасҡа һыу ҡойоп, шәкерттәренең аяҡтарын йыуа башланы, йыуған береһен билендәге таҫтамал менән һөртә барҙы.
6 Сират Симон Петрға еткәс, Петр Уға:
– Хужам! Минең аяҡтарымды Һин йыуаһыңмы?! – тине.
7 – Һин әле Минең нимә эшләүемде аңламайһың. Әммә аҙағыраҡ төшөнөрһөң, – тип яуап бирҙе Ғайса.
8 – Һин бер ҡасан да минең аяҡтарымды йыуырға тейеш түгел! – тине Петр.
– Әгәр йыумаһам, Миндә һинең өлөшөң булмаҫ, – тип яуапланы Ғайса.
9 – Хужам! – тине Симон Петр. – Улайһа, аяҡтарымды ғына түгел, ҡулдарымды ла, башымды ла йыуа күр.
10 – Бығаса йыуынған кешенең бөтә тәне таҙа була. Шуға күрә уның аяҡтарынан башҡа ерен йыуырға кәрәкмәй. Һеҙ таҙа, әммә бөтәгеҙ ҙә түгел, – тине Ғайса. 11 Үҙенә кемдең хыянат итәсәген белгәнгә күрә: «Һеҙҙең бөтәгеҙ ҙә таҙа түгел», – тигән һүҙҙәрҙе әйтте Ул.
12 Ғайса, шәкерттәренең аяҡтарын йыуып бөткәс, кейемен кейеп, яңынан урынына барып ултырҙы һәм шәкерттәренән:
– Минең һеҙҙең өсөн нимә эшләгәнемде аңлайһығыҙмы? – тип һораны. – 13 Мине Остаз һәм Хужа тип атайһығыҙ. Һеҙ хаҡлы: Мин шулмын. 14 Әгәр ҙә Мин, һеҙҙең Хужағыҙ һәм Остазығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуғанмын икән, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙең аяҡтарын йыуырға тейешһегеҙ. 15 Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, үрнәк күрһәттем. 16 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел, ебәрелгән кеше лә үҙен ебәреүсенән ҙур түгел. 17 Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.
18 Мин бөтәгеҙ тураһында ла һөйләмәйем. Кемдәрҙе һайлап алыуымды беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡул күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш. 19 Ул хәлдәр булған ваҡытта һеҙ Минең Шул[30] икәнлегемә ышанһын өсөн, Мин һеҙгә уларҙы алдан уҡ һөйләйем. 20 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәреүсене ҡабул итә.

 

Ғайсаның хыянатсы Йәһүҙәне фаш итеүе

 

21 Быны һөйләгәндән һуң Ғайса ныҡ борсоуға төштө һәм шәкерттәренә:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙҙең берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.
22 Шәкерттәре, Уның кем хаҡында һөйләүен аңламайынса, бер-береһенә ҡарашты. 23 Ғайсаның янында шәкерттәренең береһе, Уның яратҡан бер шәкерте ултыра ине. 24 Симон Петр уға, Ғайсаның кем хаҡында һөйләүен һорарға ҡушып, ишара яһаны. 25 Ә теге шәкерт, Ғайсаға тағы ла нығыраҡ яҡынайып, Унан:
– Хужам, ул кем? – тип һораны.
26 – Мин бер һыныҡ икмәкте кемгә манып бирәм, ул – шул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса һәм, бер һыныҡ икмәкте ашына манып, Симон Искариот улы Йәһүҙәгә бирҙе. 27 Йәһүҙә һыныҡты ҡулына алыуға, уның эсенә Иблис инде. Ғайса уға:
– Ҡылаһы эшеңде тиҙерәк ҡыл, – тине.
28-29 Әммә Ғайсаның нилектән шулай тип әйткәнен табындағыларҙың береһе лә аңламаны. Аҡса янсығы Йәһүҙәлә булғанлыҡтан, ҡайһы берәүҙәр, Ғайса уға байрамға ризыҡ һатып алырға йәки фәҡирҙәргә берәй нәмә таратып бирергә ҡушҡандыр, тип уйланы. 30 Һыныҡты алыу менән Йәһүҙә сығып китте. Төн ине.

 

«Яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ»

 

31 Ул сығып киткәс, Ғайса былай тине:
– Бына хәҙер Әҙәм Улына данлы бөйөклөк бирелде һәм Уның аша Алла Үҙ бөйөклөгөндә күрһәтелде. 32 Әгәр ҙә Алла Уның аша Үҙ бөйөклөгөндә күрһәтелгән икән, Ул Әҙәм Улының бөйөклөгөн Үҙендә күрһәтәсәк, һәм был тиҙ арала буласаҡ. 33 Балаларым, Мин инде янығыҙҙа оҙаҡ булмам. Мине эҙләрһегеҙ, ләкин, йәһүдтәргә әйткән һүҙҙәремде хәҙер һеҙгә лә ҡабатлайым: «Мин китә торған урынға һеҙ бара алмаҫһығыҙ».
34 Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ. 35 Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер.
36 Симон Петр Унан:
– Хужам, Һин ҡайҙа китәһең? – тип һораны.
Ғайса:
– Мин китә торған урынға һин хәҙергә эйәреп бара алмайһың, әммә аҙаҡ барасаҡһың, – тип яуап бирҙе.
37 – Хужам, ниңә Һинең артыңдан хәҙер бара алмайым? Мин Һинең өсөн йәнемде фиҙа ҡылырға әҙер! – тине Петр.
38 Ғайса уға:
– Минең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: әтәс ҡысҡырғанға тиклем, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тине.

 

14

 

«Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош»

 

1 – Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ! 2 Атам йортонда йәшәр урын күп. Шулай булмаһа, һеҙгә урын эҙләргә китәм, тип әйтмәҫ инемме ни? 3 Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын. 4 Мин бара торған урынға юлды беләһегеҙ.
5 – Хужам! Һинең ҡайҙа китеүең беҙгә билдәһеҙ, шулай булғас, унда барыр юлды ҡайҙан беләйек? – тине Фома.
6 Ғайса уға:
– Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була. 7 Мине беләһегеҙ икән, Атамды ла белерһегеҙ. Ошо ваҡыттан башлап һеҙ Уны беләһегеҙ һәм күрҙегеҙ ҙә инде, – тип яуап бирҙе.
8 – Хужам! Беҙгә Атаны күрһәтһәң, беҙ ҡәнәғәт булырбыҙ, – тине Филипп.
9 – Филипп, ни тиклем ваҡыт һеҙҙең менән бергәмен, ә һин Мине белмәйһеңдәме ни? – тине Ғайса. – Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Нисек инде һин: «Беҙгә Атаны күрһәт», – тиһең? 10 Минең – Атала, Атаның Миндә булыуына ышанмайһыңмы ни? Ә бит һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрҙе Мин Үҙемдән һөйләмәйем, Миндәге Атам Үҙенең эштәрен башҡара. 11 Ышанығыҙ: Мин – Атала, Атам – Миндә. Әйткәндәремә ышанмайһығыҙ икән, ҡылған эштәрем арҡылы ышанығыҙ. 12 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Миңә инанған кеше Мин башҡарған эштәрҙе, хатта уларға ҡарағанда ҙурыраҡтарын да башҡарыр, сөнки Мин Атам янына китәм. 13 Исемемде әйтеп нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙ данлы бөйөклөгөн Улы аша күрһәтер. 14 Исемемде әйтеп нимә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен.

 

Ғайса вәғәҙә иткән Изге Рух

 

15 – Әгәр Мине яратһағыҙ, әмерҙәремде үтәрһегеҙ. 16 Мин Атамдан һорармын һәм Ул һеҙгә бүтән Яҡлаусы бирер, ә Ул мәңге һеҙҙең менән булыр. 17 Ул Яҡлаусы – Хәҡиҡәт Рухы. Донъя Уны күрмәгәнгә һәм белмәгәнгә күрә ҡабул итә алмай, ә һеҙ Уны беләһегеҙ, ул һеҙҙең менән ҡалыр һәм күңелегеҙҙә булыр. 18 Мин һеҙҙе етем ҡалдырмам, яңынан янығыҙға килермен. 19 Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ. 20 Шул көндө һеҙ Минең – Атамда, үҙегеҙҙең – Миндә һәм Минең һеҙҙә икәнлегемде белерһегеҙ. 21 Әмерҙәремде ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.
22 Йәһүҙә (Искариот түгел) Унан:
– Хужам! Ни өсөн Һин Үҙеңде донъяға түгел, ә беҙгә күрһәтергә теләйһең? – тип һораны.
23 Ғайса уға былай тип яуап бирҙе:
– Мине яратҡан кеше Минең Һүҙемде тотор. Ул саҡта Атам да уны яратыр һәм Беҙ, уның янына килеп, уның менән бергә йәшәрбеҙ. 24 Мине яратмаған кеше һүҙемде лә тотмай. Ә бит һеҙ ишетә торған һүҙ Минән түгел, ә Мине ебәргән Атанан.
25 Мин быларҙы һеҙҙең менән бергә булғанда уҡ әйткәйнем. 26 Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр.
27 Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырып, Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ кешеләр биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ! 28 Һеҙ Минең: «Һеҙҙән китәм һәм һеҙгә киләсәкмен», – тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр ҙә Мине яратһағыҙ, Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк. 29 Мин һеҙгә был һүҙҙәрҙе буласаҡ хәлдәр тормошҡа ашҡанда һеҙ ышанһын өсөн хәҙер һөйләйем. 30 Инде һеҙҙең менән бүтәнсә һөйләшә алмам, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның Минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ, 31 әммә донъя белһен: Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан әмерҙәренең барыһын да башҡарам. Тороғоҙ, бынан китәйек!

 

15

 

Ғайса – ысын йөҙөм һабағы

 

1 – Мин – ысын йөҙөм һабағы, Атам – йөҙөм үҫтереүсе. 2 Ул Миндәге емеш бирмәй торған һәр ботаҡты киҫеп ташлай, ә емеш бирерҙәйҙәрен, уңыш мулыраҡ булһын тип, таҙарта. 3 Минең еткергән һүҙем аша һеҙ инде таҙарындығыҙ. 4 Мин һеҙҙә йәшәгән кеүек, һеҙ ҙә Миндә йәшәгеҙ. Йөҙөм һабағында булмаған ботаҡ үҙенән-үҙе емеш бирә алмаған кеүек, Миндә булмаһағыҙ, һеҙ ҙә бирә алмаҫһығыҙ.
5 Мин – йөҙөм һабағы, ә һеҙ – ботаҡтар. Кем Миндә йәшәй һәм Мин унда йәшәйем – шул ғына күп емеш бирер. Минән башҡа бер ни ҙә эшләй алмаҫһығыҙ. 6 Кемдәр Миндә йәшәмәй, уларҙы ағас ботағы кеүек ҡырҡып ырғыталар һәм улар ҡорой. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлап яндыралар. 7 Ә инде Миндә йәшәһәгеҙ һәм Минең һүҙҙәрем һеҙҙә йәшәһә, ул саҡта теләгәнегеҙҙе һорағыҙ һәм һеҙгә бөтәһе лә бирелер. 8 Һеҙ күп емеш килтерәһегеҙ һәм Минең шәкерттәрем булаһығыҙ икән, Атам данланыр.
9 Атам Мине яратҡан кеүек, Мин дә һеҙҙе яраттым. Минең мөхәббәтемдә йәшәгеҙ. 10 Мин Атамдың әмерҙәрен үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, әмерҙәремде үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ. 11 Ҡыуанысымды һеҙ татыһын һәм ул бар булмышығыҙҙы биләп алһын тип, һеҙгә ошоларҙы һөйләнем.
12 Минең әмерем шул: Мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе яратығыҙ. 13 Дуҫтары өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡылған кешенең яратыуынан да бөйөк яратыу юҡ. 14 Әмерҙәремде үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым. 15 Мин инде һеҙҙе хеҙмәтселәрем тип атамайым, сөнки хеҙмәтсе хужаһының ни эшләүен белмәй. Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем. 16 Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән нимә һораһағыҙ ҙа, Атам һеҙгә бирер. 17 Минең һеҙгә әмерем шул: бер-берегеҙҙе яратығыҙ!

 

Донъяның нәфрәте

 

18 – Әгәр ҙә донъя һеҙгә нәфрәтләнә икән, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ул һеҙҙән элек Миңә нәфрәтле. 19 Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенекеләре кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнгән. 20 «Хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел», – тигән һүҙҙәремде хәтерләгеҙ. Мине эҙәрләгәндәр икән, һеҙҙе лә эҙәрләрҙәр. Минең һүҙемде тотһалар, һеҙҙекен дә тоторҙар. 21 Улар быларҙың барыһын да Минеке булғанығыҙ өсөн эшләр, сөнки Мине Ебәреүсене белмәйҙәр. 22 Мин донъяға килеп уларға һөйләмәгән булһам, ғәйепле булмаҫтар ине, ә хәҙер ғәйептән аҡланыр саралары юҡ. 23 Миңә нәфрәтле Минең Атама ла нәфрәтле. 24 Башҡа бер кем дә эшләй алмаған эштәрҙе эшләп күрһәтмәгән булһам, улар ғәйепле булмаҫ ине; ә хәҙер, күрһәләр ҙә, барыбер Миңә лә, Атама ла нәфрәтлеләр. 25 Әммә уларҙың ҡанунында «Улар Миңә бер сәбәпһеҙҙән нәфрәтләнде» тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн шулай булды.
26 Мин Атанан һеҙгә Яҡлаусы ебәрәсәкмен. Ул – Атанан сыҡҡан Хәҡиҡәт Рухы – килгәс, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыласаҡ. 27 Һеҙ ҙә Минең шаһиттарым, сөнки баштан уҡ Минең менән бергә булдығыҙ.

 

 

16

 

1 – Мин быларҙы иманығыҙ ҡаҡшамаһын өсөн һөйләнем. 2 Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар. 3 Ә былай эшләүҙәре Атаны ла, Мине лә белмәүҙәренән. 4 Мин быны шуның өсөн әйттем: уларҙың ваҡыты еткәс, ошо хаҡта һөйләгәндәремде иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Элек быларҙы һөйләмәнем, сөнки һеҙҙең менән бергә инем.

 

Яҡлаусының килеүе

 

5 Ә хәҙер Мин Үҙемде Ебәреүсе янына китәм, инде берегеҙ ҙә Минән: «Ҡайҙа бараһың?» – тип һорамай, 6 сөнки Минең һүҙҙәремдән күңелдәрегеҙҙе хәсрәт биләп алды. 7 Әммә һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: Минең китеүем һеҙҙең өсөн хәйерлерәк, әгәр китмәһәм, һеҙгә Яҡлаусы килмәйәсәк; ә китһәм, Мин Уны һеҙгә ебәрәсәкмен. 8 Ул, килгәс, гонаһҡа, ғәҙеллеккә һәм хөкөмгә ҡарата дөрөҫ фекер йөрөтмәгән донъяны фашлаясаҡ: 9 гонаһ – Миңә ышанмауҙарында; 10 ғәҙеллек – Минең Атам янына китеүемдә һәм һеҙҙең Мине бүтәнсә күрмәүегеҙҙә; 11 хөкөм – был донъяның хакимы инде хөкөм ителеүҙә.
12 Һеҙгә әйтәһе һүҙҙәрем бик күп, әммә хәҙер һеҙ уларҙы ҡабул итә алмаҫһығыҙ. 13 Хәҡиҡәт Рухы килгәс инде, Ул һеҙгә тулы хәҡиҡәткә барыу юлын күрһәтер. Ул һеҙгә Үҙенән сығып түгел, ә ишеткәнен һөйләр һәм киләсәк тураһында хәбәр итер. 14 Ул Минән алғанын һөйләр һәм Мине бөйөк итеп күрһәтер. 15 Атамдың нимәһе бар – бөтәһе лә Минеке. Шуға күрә: «Минән алғанын һеҙгә һөйләр», – тинем.

 

«Ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер»

 

16 Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ.
17 Шунан һуң ҡайһы бер шәкерттәре бер-береһенә:
– «Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ» һәм: «Мин Атам янына китәм» тип әйтеүе нимә аңлата икән? 18 «Бер аҙҙан» тигәне ни икән? Беҙ Уның нимә һөйләүен аңламайбыҙ! – тиештеләр.
19 Ғайса, уларҙың ни хаҡта һорарға теләүен белеп, былай тине:
– Һеҙ бер-берегеҙҙән: «Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ», – тигән һүҙҙәремдең нимә аңлатыуын һорашаһығыҙмы? 20 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ иларһығыҙ, көйөнөрһөгөҙ, ә донъя шатланыр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, әммә ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер. 21 Сәғәте еткәс, бала тыуҙырыусы ҡатын яфа сигә, әммә балаһын тыуҙырғас, донъяға кеше тыуҙырыу шатлығынан, кисергән ғазаптарын онота. 22 Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрәсәкмен, күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ. 23 Ул көндә Минән бер нәмә тураһында ла һорамаҫһығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер. 24 Бығаса һеҙ Минең исемемдән бер ни ҙә һораманығыҙ. Һорағыҙ һәм алырһығыҙ, күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулыр.

 

«Ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем»

 

25 – Әлегәсә Мин быларҙы һеҙгә кинәйә менән һөйләнем; ләкин сәғәте еткәс, һеҙгә Атам хаҡында кинәйәләп түгел, асыҡ итеп әйтермен. 26 Ул көндә Унан Минең исемемдән һорарһығыҙ. Мин: «Һеҙҙең өсөн Атамдан үтенермен», – тимәйем, 27 сөнки Мине яратҡанығыҙға һәм Минең Алланан килеүемә ышанғанығыҙға күрә, Атам Үҙе һеҙҙе ярата. 28 Мин донъяға Атамдан килдем һәм бына, донъяны яңынан ҡалдырып, Атам янына китәм.
29 Шәкерттәре:
– Бына хәҙер Һин кинәйә менән түгел, ә асыҡ итеп һөйләйһең, – тинеләр. – 30 Хәҙер беҙ Һинең бар нәмәне белеүеңде һәм хатта һорағанға тиклем үк белеп тороуыңды аңланыҡ. Шуға күрә беҙ Һинең Алланан килеүеңә ышанабыҙ.
31 Ғайса уларға былай яуапланы:
– Хәҙер ышандығыҙмы инде? 32 Бына ваҡыт етә, эйе, ул етте инде: һеҙ барығыҙ ҙа, Мине яңғыҙ ҡалдырып, өйҙәрегеҙгә таралырһығыҙ. Ләкин Мин яңғыҙ түгел, сөнки Атам Минең менән. 33 Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!

 

17

 

Ғайсаның доғаһы

 

1 Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күккә күтәрелеп ҡараны ла:
– Атам! Минең ваҡытым етте. Улың Һинең данлы бөйөклөгөңдө күрһәтһен өсөн, Улыңдың бөйөклөгөн күрһәт, – тине. – 2 Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит. 3 Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.
4 Мин, Һин тапшырған эште башҡарып сығып, ерҙә һинең данлы бөйөклөгөңдө күрһәттем. 5 Ә хәҙер, Атам, донъя яратылғанға тиклем Һинең менән бергә булғандағы данлы бөйөклөгөмдө Үҙ ҡаршыңда кире ҡайтарып бир.
6 Һин донъянан алып Миңә тапшырған кешеләргә Һинең исемеңде асып бирҙем. Улар Һинеке ине, Һин уларҙы Миңә бирҙең. Улар Һинең һүҙеңде тотто һәм 7 хәҙер Һин Миңә биргән бар нәмәнең Һинән килгәнен беләләр. 8 Һин әйткән һүҙҙәрҙе Мин уларға еткерҙем, улар ҡабул итте. Минең ысынлап та Һинән килеүемде танып, Мине Һин ебәргәнгә ышандылар.
9 Мин улар өсөн үтенәм. Донъя өсөн түгел, ә Һин Миңә биргән кешеләр өсөн үтенәм, сөнки улар Һинеке. 10 Минең нимәм бар, улар – Һинеке, ә Һинең булған нәмәң – Минеке. Шулар арҡылы Минең бөйөклөгөм күрһәтелде.
11 Мин инде донъяла түгел, Мин Һинең яныңа китәм, ә улар донъяла ҡала. Изге Атам! Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһындар өсөн, уларҙы Үҙ исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡла. 12 Улар менән бергә булған саҡта Мин уларҙы Һинең исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡлап тоттом. Мин уларҙы һаҡланым һәм, Изге Яҙмала әйтелгән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн, һәләк булырға тейешлеһенән башҡа береһе лә юғалманы.
13 Хәҙер инде Мин Һинең яныңа киләм. Был һүҙҙәрҙе, улар Минең шатлығымды тулыһынса уртаҡлашһын өсөн, донъяла ваҡытымда һөйләйем. 14 Мин уларға Һинең һүҙеңде еткерҙем һәм донъя уларға нәфрәтләнде, сөнки Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел. 15 Мин Һинән уларҙы донъянан алыуыңды түгел, ә Иблистән[31] һаҡлауыңды үтенәм. 16 Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел. 17 Уларҙы Үҙ хәҡиҡәтең менән Үҙеңә бағышла[32] , ә хәҡиҡәт – Һинең һүҙең. 18 Һин Мине донъяға ебәргән кеүек, Мин дә уларҙы донъяға ебәрҙем. 19 Һиңә хәҡиҡәт юлы аша бағышланһындар өсөн, улар хаҡына Һиңә Үҙемде бағышлайым.
20 Ләкин Мин улар өсөн генә түгел, ә уларҙың һүҙе аша Миңә инаныусылар өсөн дә үтенәм. 21 Бөтәһе бер булһын, Һин Миндә һәм Мин Һиндә булған кеүек, Һинең Мине ебәреүеңә донъя инанһын өсөн, улар ҙа беҙҙә булһын. 22 Миңә Һин биргән данды уларға еткерҙем: Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһын: 23 Мин – уларҙа, Һин – Миндә. Шулай, Мине ебәргән булыуыңды һәм Мине яратҡан кеүек уларҙы ла яратыуыңды донъя таныһын өсөн, тулыһынса бер булһындар.
24 Атам! Һин Миңә биргән кешеләрҙең Мин барасаҡ урында Минең менән бергә булыуҙарын теләйем. Улар Һин биргән данлы бөйөклөгөмдө күрһен: Һин бит Миңә донъя яратылғанға тиклем үк мөхәббәтеңде бирҙең. 25 Ғәҙел Атам! Донъя Һине белмәй, ә Һине Мин беләм һәм улар Мине Һин ебәргәнде белә. 26 Һинең Миңә булған яратыуың уларҙа ла йәшәһен һәм Үҙем дә уларҙа йәшәйем тип, Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем һәм белдерәсәкмен.

 

18

 

Ғайсаны ҡулға алыу

 

1 Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғайса Үҙенең шәкерттәре менән Кедрон үҙәнен үтеп, шундағы баҡсаға барып инде. 2 Ғайса шәкерттәре менән йыш ҡына шунда йыйылғанлыҡтан, был урынды хыянатсы Йәһүҙә лә белә ине. 3 Бына ул, римлыларҙың ғәскәри төркөмөн һәм Алла Йортоноң баш руханиҙар менән фарисейҙар тарафынан ебәрелгән һаҡсыларын эйәртеп, шунда килде. Улар факелдар, яҡтыртҡыстар һәм ҡоралдар тотҡайны.
4 Ғайса, Үҙе менән ни буласағын белеп, улар алдына сыҡты.
– Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны.
5 Тегеләр Уға:
– Назаралы Ғайсаны, – тип яуап бирҙе.
– Ул – Мин, – тине Ғайса.
Хыянатсы Йәһүҙә лә улар менән шунда тора ине. 6 Ғайса: «Ул – Мин», – тигәс, тегеләр артҡа сигенеп, ергә йығылып китте.
7 Ғайса йәнә:
– Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны.
Улар:
– Назаралы Ғайсаны, – тине.
8 – Мин һеҙгә: «Ул – Мин», – тип әйттем бит инде, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә һеҙгә Мин кәрәк икән, янымдағы кешеләрҙе сығарып ебәрегеҙ.
9 Ул быларҙы: «Һин Миңә биргәндәрҙең береһен дә юғалтманым», – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашһын өсөн әйтте.
10 Симон Петрҙың ҡылысы бар ине. Ул уны һурып сығарҙы ла, иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның уң ҡолағын сабып өҙҙө. Хеҙмәтсенең исеме Малх ине.
11 Ғайса Петрға:
– Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй. Атам биргән кәсәнән эсмәҫ инемме ни? – тине.
12 Рим ғәскәриҙәре, уларҙың башлығы һәм йәһүдтәр тарафынан ебәрелгән Алла Йорто һаҡсылары Ғайсаны тотоп бәйләне. 13 Тәүҙә Уны шул йылда иң баш рухани булған Каиафаның ҡайныһы Аннас янына алып барҙылар. 14 Йәһүдтәргә: «Бөтөн халыҡҡа ҡарағанда, бер кешенең үлеүе хәйерлерәк булыр», – тип кәңәш биргән кеше шул Каиафа ине.
15 Симон Петр һәм тағы бер шәкерт Ғайса артынан эйәрҙе. Был шәкерт, баш рухани менән таныш булғанлыҡтан, Ғайса менән бергә баш руханиҙың ихатаһына инә алды, 16 ә Петр ҡапҡа янында тышта тороп ҡалды. Бер аҙҙан баш руханиҙың танышы булған теге шәкерт кире сыҡты. Ҡапҡа һаҡлаусы ҡыҙ менән һөйләшеп, ул Петрҙы эскә алып инде. 17 Шунда ҡапҡа һаҡлаусы хеҙмәтсе ҡыҙ Петрҙан:
– Һин дә анау Кешенең шәкертеме әллә? – тип һорағас, ул:
– Юҡ, – тине.
18 Һалҡын булғанлыҡтан, хеҙмәтселәр усаҡ яғып йылынып тора ине. Петр ҙа килеп улар менән бергә йылынды.
19 Иң баш рухани Ғайсанан шәкерттәре һәм Уның өйрәтеүҙәре тураһында һорашты.
20 – Мин асыҡ итеп, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла Йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем. 21 Ниңә Минән һорайһығыҙ? Минең һүҙемде ишеткән кешеләрҙән һорағыҙ. Улар Минең нимә һөйләгәнемде белә.
22 Ғайса шулай тигәс, Уға яҡын торған һаҡсыларҙың береһе Уның яңағына килтереп һуҡты:
– Иң баш руханиға Һин шулай яуап бирәһеңме?
23 Ғайса Уға:
– Ялған һөйләгән булһам, ялғанлығын иҫбат ит. Әгәр дөрөҫөн һөйләйем икән, ниңә Миңә һуғаһың? – тине.
24 Шунан Аннас Уны бәйләнгән хәлдә иң баш рухани Каиафа ҡаршыһына ебәрҙе.
25 Шунда йылынып торған Симон Петрҙан:
– Һин Уның шәкерттәренең береһе түгелме? – тип һоранылар.
– Юҡ, – тип ваз кисте Петр.
26 Иң баш руханиҙың хеҙмәтселәренең береһе, ҡолағын Петр сабып өҙгән кешенең туғаны:
– Мин һине ул Кеше менән бергә баҡсала күрҙем түгелме һуң? – тип һораны.
27 Петр тағы ваз кисте. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.
28 Ғайсаны Каиафа янынан Рим ҡайсары[33] тарафынан ебәрелгән идарасы һарайына[34] алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине.
29 Пилат үҙе улар янына сыҡты:
– Был Кешене нимәлә ғәйепләп минең ҡаршыма килтерҙегеҙ?
30 Тегеләр уға:
– Әгәр ҙә Ул енәйәтсе булмаһа, беҙ Уны һинең хөкөмөңә тотоп килтермәгән булыр инек, – тип яуап бирҙе.
31 – Уны алығыҙ һәм ҡанунығыҙ буйынса үҙегеҙ хөкөм итегеҙ, – тине Пилат.
Йәһүдтәр:
– Беҙгә кемде лә булһа үлем язаһына дусар итеү хоҡуғы бирелмәгән, – тинеләр.
32 Был иһә Ғайсаның Үҙенең ниндәй үлем менән үләсәгенә ишара итеп әйткән һүҙе тормошҡа ашһын өсөн әйтелде.
33 Пилат, һарайына ҡабат инеп, Ғайсаны саҡырып алды:
– Һин йәһүдтәр Батшаһымы?
34 – Һин быны үҙеңдән генә әйтәһеңме, әллә Минең хаҡта башҡалар һөйләнеме? – тине Ғайса.
35 Пилат Унан:
– Мин йәһүдме ни? Һине миңә Үҙ халҡың һәм баш руханиҙар тапшырҙы. Һин нимә ҡылдың? – тип һораны.
36 – Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел. Әгәр был донъяныҡы булһа, ҡул аҫтымдағы кешеләр, Мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн, яу күтәрерҙәр ине. Юҡ, Минең Батшалығым бындағы түгел, – тип яуапланы Ғайса.
37 – Тимәк, Һин Батша?
Ғайса уға:
– Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тине.
38 – Нимә ул – хәҡиҡәт? – тип һораны Пилат һәм, ошо һүҙҙе әйткәс, яңынан йәһүдтәр алдына сыҡты. Уларға: – Мин был кешелә бер ниндәй ҙә ғәйеп күрмәйем. 39 Йолағыҙ буйынса Ҡотҡарылыу байрамында бер тотҡондо азат итергә тейешмен. Йәһүдтәр Батшаһын азат итеп биреүемде теләйһегеҙме?
40 Шунда барыһы ла:
– Уны түгел! Варавваны сығар! – тип ҡысҡырҙы.
Варавва иһә юлбаҫар ине.

 

19

 

Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү

 

1 Шунан һуң Пилат Ғайсаны ҡамсы менән һуҡтырырға ҡушты. 2 Ғәскәриҙәр, сәнскәк ботаҡтарынан таж үреп, Уның башына һалдылар, өҫтөнә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге кейем кейҙерҙеләр һәм 3 янына килеп:
– Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип яңаҡтарына һуҡтылар.
4 Пилат йәнә сығып, халыҡҡа:
– Ҡарағыҙ! Уның бер ниндәй ҙә ғәйебен тапмауымды белдереү өсөн, Уны һеҙҙең алдығыҙға сығарам, – тине.
5 Башына сәнскеле таж, өҫтөнә ҡыҙыл кейем кейгән Ғайса сығып баҫты.
– Бына Кеше! – тине Пилат.
6 Баш руханиҙар һәм һаҡсылар Уны күргәс:
– Уны арҡысаҡҡа[35] ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар.
Пилат уларға:
– Алығыҙ ҙа үҙегеҙ ҡаҙаҡлағыҙ, сөнки мин Уның бер ғәйебен дә күрмәйем, – тине.
7 Йәһүдтәр:
– Беҙҙең ҡануныбыҙ бар. Был ҡанун буйынса Ул үлергә тейеш, сөнки Үҙен Алла Улы тип атаны, – тип яуап бирҙеләр.
8 Быны ишеткәс, Пилат бигерәк тә ныҡ ҡурҡыуға төштө 9 һәм, йәнә һарайға инеп, Ғайсанан:
– Һин ҡайҙан булаһың? – тип һораны. Әммә Ғайса яуап бирмәне.
10 – Һөйләшергә теләмәйһеңме? – тине Пилат. – Һине азат итергә лә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға ла хаҡым барлығын белмәйһеңме ни?
11 Ғайса уға яуап итеп:
– Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.
12 Был һүҙҙәренән һуң Пилат Уны азат итергә тырышып ҡараны. Йәһүдтәр иһә:
– Уны ҡотҡараһың икән, һин ҡайсарҙың дуҫы түгел! Үҙен үҙе батша тип иғлан иткән һәр кем – ҡайсарҙың дошманы! – тип ҡысҡырҙылар.
13 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Пилат Ғайсаны сығарып, «Таш баҫма» (йәһүдсә «Габбата») тип аталған ҡалҡыу ерҙәге хөкөм итеү урынына барып ултырҙы. 14 Ҡотҡарылыу байрамы алды көнөнөң төш тирәһе ине. Пилат йәһүдтәргә:
– Бына һеҙҙең Батшағыҙ! – тине.
15 Ә улар:
– Олаҡтыр Уны! Олаҡтыр! Арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип һөрәнләне.
– Батшағыҙҙы ҡаҙаҡлатайыммы? – тине Пилат.
Баш руханиҙар:
– Беҙҙең ҡайсарҙан башҡа батшабыҙ юҡ! – тип яуапланы.
16 Шунда Пилат Уны, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн, уларға тапшырҙы. Ғайсаны алып киттеләр.

 

Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау

 

17 Ғайса, Үҙенең арҡысағын күтәреп, ҡаланың «Баш һөйәге урыны», йәғни йәһүдсә «Голгофа» тип аталған урынға килде. 18 Уны һәм Уның ике яғынан тағы ике кешене арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар, Ғайса уртаға тура килде. 19 Пилат ҡушҡанса яҙыу яҙып, арҡысаҡҡа ҡаҡтылар. Унда «Назаралы Ғайса – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны. 20 Ул яҙыуҙы күп йәһүдтәр уҡыны, сөнки Ғайса арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ер ҡалаға яҡын һәм ул яҙыу йәһүд, латин һәм грек телдәрендә ине. Йәһүдтәрҙең баш руханиҙары Пилатҡа:
21 – «Йәһүдтәр Батшаһы» тип түгел, ә «Был кеше Үҙен „Мин йәһүдтәр Батшаһы“ тине» тип яҙ, – тинеләр.
22 Пилат:
– Ни яҙһам, шул яҙылды инде, – тип яуап бирҙе.
23 Ғәскәриҙәр, Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, Уның кейемдәрен һәр ғәскәригә бер өлөш тейерлек итеп дүрткә бүлделәр. Сапанын да алдылар, сапан иһә тегелмәгән, ә бер бөтөн туҡыма ине.
24 Улар бер-береһенә:
– Быны йыртмайыҡ, йәрәбә һалайыҡ, кемебеҙгә булһа ла сығыр, – тиеште.
Был хәл Изге Яҙмалағы:
«Улар Минең кейемдәремде бүлешеп алды,
өҫ кейемемә йәрәбә һалды», –
тигән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. Ғәскәриҙәр тап шулай эшләне лә.
25 Ғайса ҡаҙаҡланған арҡысаҡ янында Уның әсәһе, әсәһенең һеңлеһе, Клеопа ҡатыны Мәрйәм һәм Магдала ҡалаһынан Мәрйәм баҫып торалар ине. 26 Ғайса, Үҙенең әсәһен һәм шунда уҡ торған яратҡан шәкертен күреп, әсәһенә:
– Ханым! Бына был – һинең улың, – тине. 27 Унан шәкерткә: – Бына был – һинең әсәйең, – тине.
Шул ваҡыттан шәкерт Мәрйәмде үҙ өйөнә алды.

 

Ғайсаның үлеме

 

28 Шунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн:
– Мин һыуһаным! – тине.
29 Шунда әсе шарап тултырылған көршәк тора ине. Ғәскәриҙәр һыу һеңдергесте әсе шарапҡа мандылар ҙа, уны майағас[36] сыбығына элеп, Ғайсаның ирененә терәнеләр. 30 Ғайса әсе шарапты аҙ ғына эскәс:
– Тормошҡа ашты! – тине лә, башын эйеп йән бирҙе.
31 Был хәлдәр йома көнө булды. Йәһүдтәр язалап үлтерелгәндәрҙең кәүҙәләрен шәмбегәсә арҡысаҡта ҡалдырырға теләмәне, сөнки шәмбе бөйөк байрам көнө ине. Шунлыҡтан, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ирҙәрҙең үлемдәрен йәһәтләү өсөн, Пилаттан уларҙың аяҡтарын һындыртыуын һоранылар. Шулай итеп мәйеттәрҙе ваҡытында арҡысаҡтан алып ташлай алырҙар ине.
32 Ғәскәриҙәр килеп, Ғайса менән бергә ҡаҙаҡланғандарҙың тәүҙә береһенең, унан икенсеһенең аяҡтарын һуғып һындырҙы. 33 Әммә Ғайса янына килгәс, Уның инде үлгән булыуын күреп, аяҡтарына теймәнеләр. 34 Ә бер ғәскәри Уның ҡабырғаһына һөңгө менән сәнсте, унан шунда уҡ ҡан ҡатыш һыу ағып сыҡты.
35 Быларҙы, һеҙ ҙә иманға килегеҙ тип, бөтәһен дә үҙ күҙе менән күргән кеше һөйләп бирҙе. Уның шаһитлығы хаҡ һәм ул үҙенең хәҡиҡәт һөйләүен белә. 36 Был хәлдәр Изге Яҙмала: «Уның һис бер һөйәге һындырылмаҫ», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. 37 Ә Изге Яҙманың башҡа бер урынында: «Улар үҙҙәре сәнскән Затҡа ҡарар», – тип тә әйтелгән.

 

Ғайсаны ҡәбергә һалыу

 

38 Шунан һуң Аримафейҙан булған Йософ Пилаттан Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Йософ Ғайсаның шәкерте ине, әммә, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡыуы арҡаһында, ул быны йәшереп йөрөнө. Пилат рөхсәт биргәс, Йософ Ғайсаның кәүҙәһен арҡысаҡтан төшөрөп алды. 39 Алдағы бер төндә Ғайса янында булған Никодим да килде һәм йөҙ ҡаҙаҡҡа яҡын мирра менән алоэ[37] ҡушып яһалған хуш еҫле май килтерҙе. 40 Улар Ғайсаның кәүҙәһен, йәһүдтәрҙең үлгәндәрҙе ерләү йолаһы буйынса, хушбуй һибелгән кәфенгә уранылар. 41 Ғайса арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ерҙә бер баҡса, ә баҡсала бығаса һис кем һалынмаған яңы ҡәбер бар ине. 42 Йәһүдтәрҙең байрамға әҙерләнә торған йома көнө булғанға һәм ҡәбер яҡын булғанлыҡтан, Ғайсаны шунда һалдылар.

 

20

 

Ғайсаның үленән терелеүе

 

1 Аҙнаның беренсе көнөндә таң менән, әле ҡараңғы ваҡытта уҡ, магдалалы Мәрйәм ҡәбер янына килде һәм ауыҙына терәтелгән таштың ситкә алып ташланыуын күрҙе. 2 Ул Симон Петрға һәм Ғайсаның теге яратҡан шәкерте янына йүгереп барып уларға:
– Хужабыҙҙы ҡәберҙән алып киткәндәр. Ҡайҙа һалғандарын белмәйбеҙ, – тине.
3 Петр менән әлеге шәкерт ҡәбер янына китте. 4 Улар икеһе лә йүгереп барҙы, әммә шәкерт Петрға ҡарағанда шәберәк йүгерҙе, алданыраҡ барып етте. 5 Эйелеп эскә ҡарағас, ул унда ятҡан кәфенде күрҙе, ләкин ҡәбер эсенә инмәне. 6 Уның артынса Симон Петр ҙа килеп етте. Ул, мәмерйә эсенә инеп, унда ятҡан кәфенде 7 һәм Ғайсаның башына уралған яулыҡты күрҙе. Әммә яулыҡ кәфен менән бергә түгел, ә урап ҡуйылғанса, үҙ урынында айырым ята ине. 8 Шунда ҡәбер янына алданыраҡ йүгереп килгән шәкерт тә эскә инде, ул барыһын да күрҙе һәм ышанды. 9 Улар Ғайсаның үленән тереләсәге тураһында Изге Яҙмала әйтелгәнде аңламайҙар ине әле. 10 Шунан һуң шәкерттәр өйҙәренә ҡайтты.
11 Ә Мәрйәм тышта ҡәбер янында илап ҡалды. Ул илай-илай ҡәбер эсенә эйелеп ҡараны һәм 12 унда аҡтан кейенгән ике фәрештәне күрҙе. Уларҙың береһе Ғайсаның кәүҙәһе ятҡан урындың баш осонда, икенсеһе аяҡ осонда ултыра ине. Улар:
13 – Ханым! Ниңә илайһың? – тип һораны.
– Хужамды алып киткәндәр, ә ҡайҙа ҡуйғандарын белмәйем, – тине Мәрйәм. 14 Шулай тигәндән һуң артына боролоп ҡараны, унда баҫып торған Ғайсаны күрҙе, әммә Уны таныманы.
15 – Һеңлем, ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең? – тине уға Ғайса.
Мәрйәм Уны баҡсасы тип уйлап:
– Әфәндем! Уны һин алып киткән булһаң, ҡайҙа ҡуйғаныңды әйт, мин барып алырмын, – тине.
16 Ғайса уға:
– Мәрйәм! – тип өндәште.
Мәрйәм, әйләнеп ҡарап, йәһүдсә:
– Раббуни (йәғни Остаз)! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
17 – Мине тотма! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм».
18 Магдалалы Мәрйәм шәкерттәргә барып:
– Мин Хужабыҙҙы күрҙем, – тине һәм Ғайсаның әйткәндәрен һөйләп бирҙе.
19 Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп йыйылып ултыралар ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып:
– Именлек һеҙгә! – тине. 20 Быны әйткәс, ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Шәкерттәр Раббыларын күреп бик ҡыуанды.
21 Ғайса тағы:
– Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.
22 Шулай тигәс, һулышын уларға өрөп:
– Изге Рухты ҡабул итегеҙ! 23 Кемдең гонаһтарын кисерһәгеҙ, шуныҡы кисерелер; кемдекен кисермәйһегеҙ, уныҡы кисерелмәҫ, – тине.

 

«Күрмәйенсә иман тотоусылар бәхетле»

 

24 Ғайса килгәндә ун икенең береһе, Игеҙәк ҡушаматлы Фома, улар янында юҡ ине.
25 Башҡа шәкерттәр уға:
– Беҙ Хужабыҙҙы күрҙек! – тинеләр.
Ә ул уларға:
– Уның ҡулдарындағы ҡаҙаҡтан алған яраларын күрмәйенсә, шул яраларға бармағымды, ҡабырғаһындағы йәрәхәткә ҡулымды тейҙереп ҡарамайынса, ышанмаясаҡмын, – тип яуапланы.
26 Бер аҙна үткәс, шәкерттәр тағы бергә йыйылып ултырғанда, Фома ла улар янында ине. Ишек бикле булһа ла, Ғайса килеп инде һәм уларҙың уртаһына баҫып:
– Именлек һеҙгә! – тине. 27 Унан Фомаға: – Бармағыңды бында һуҙ ҙа ҡулдарыма ҡара. Ҡулың менән ҡабырғамдағы йәрәхәткә тей! Башҡаса шикләнмә һәм ышан, – тине.
28 – Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Фома.
29 Ғайса уға:
– Һин Мине күргәнгә күрә ышандың. Мине күрмәйенсә иман тотоусылар бәхетле, – тине.
30 Ғайса шәкерттәре алдында был китапта яҙылмаған башҡа бик күп мөғжизәләр ҙә күрһәтте. 31 Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына һеҙ инанһын өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә тормош булһын өсөн яҙылды.

 

21

 

Ғайсаның шәкерттәре менән осрашыуы

 

1 Ошо хәлдәрҙән һуң Ғайса Тивериада күле буйында шәкерттәренә тағы күренде. Уның күренеүе былай булды: 2 Симон Петр, Игеҙәк ҡушаматлы Фома, Галилеяның Кана ҡалаһынан Нафанаил, Зеведейҙың улдары һәм йәнә ике шәкерт бергә йыйылғайны. 3 Симон Петр:
– Мин балыҡ тоторға барам, – тигәс:
– Беҙ ҙә һинең менән барабыҙ, – тине бүтән шәкерттәр.
Улар кәмәгә ултырып йөҙөп китте, ләкин ул төндә бер нәмә лә тота алманылар.
4 Таң атҡанда яр буйында Ғайса баҫып тора ине, әммә шәкерттәре Уны таныманы.
5 – Дуҫтар! Ашарлыҡ берәй нәмә тота алдығыҙмы? – тип һораны Ғайса уларҙан.
– Юҡ, – тине тегеләр.
6 Ғайса:
– Ауҙы кәмәнең уң яғына һалығыҙ, тоторһоғоҙ, – тине.
Улар шулай итте һәм эләккән балыҡтың күплегенән ауҙы тартып сығара алманылар.
7 Шунда Ғайсаның яратҡан шәкерте:
– Был – беҙҙең Раббыбыҙ! – тине Петрға.
«Раббыбыҙ» тигән һүҙҙе ишеткәс, Симон Петр өҫ кейемен тәненә урап (ул кейенмәгән ине), кәмәнән һыуға һикерҙе. 8 Ә бүтән шәкерттәр, балыҡ тулған ауҙы йөҙ утыҙ аршын самаһы ғына алыҫлыҡтағы ярға һөйрәп сығарып, уның артынан кәмәлә йөҙөп китте. 9 Ярға сыҡҡас, улар усаҡтағы ҡуҙ өҫтөндә ятҡан балыҡты күрҙе. Усаҡ янында икмәк тә бар ине. 10 Ғайса уларға:
– Тотҡан балыҡтарығыҙҙың аҙырағын бында алып килегеҙ, – тине.
11 Симон Петр кәмәгә инеп, эре-эре балыҡ тулған ауҙы ярға тартып сығарҙы. Унда йөҙ ҙә илле өс балыҡ бар ине. Шул тиклем күп балыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ау йыртылманы.
12 Ғайса шәкерттәренә:
– Ашарға ултырығыҙ, – тине.
Уларҙың береһе лә Унан: «Һин кем?» – тип һорарға баҙнат итмәне, сөнки Уның Раббы Ғайса икәнен аңлағайнылар инде.
13 Ғайса, яҡыныраҡ килеп, икмәкте ҡулына алды һәм уларға өләшеп сыҡты, шулай уҡ балыҡты ла таратып бирҙе. 14 Был инде Ғайсаның үлеп терелгәндән һуң шәкерттәренә өсөнсө тапҡыр күренеүе ине.
15 Улар ҙа ашап туйғас, Ғайса Симон Петрҙан:
– Яхъя улы Симон![38] Һин Мине башҡа шәкерттәремә ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы? – тип һораны.
Петр:
– Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы.
Ғайса:
– Минең бәрәстәремде ашатып тор, – тине 16 һәм икенсе тапҡыр: – Яхъя улы Симон! Һин Мине яратаһыңмы? – тип һораны.
Петр Уға:
– Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы.
Ғайса:
– Минең һарыҡтарымды көт, – тине 17 һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан:
– Яхъя улы Симон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны.
Петр Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп:
– Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе.
Ғайса уға йәнә:
– Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. – 18 Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: йәш сағыңда һин, үҙ-үҙеңде билбаулап, теләгән ереңә бара инең. Ә ҡартайғас, ҡулдарыңды ситкә һуҙырһың һәм, башҡа берәү һине билбаулап, теләмәгән ереңә алып китер.
19 Ул был һүҙҙәрҙе Петрҙың ниндәй үлем менән Алланы данлаясағын белдереп әйтте. Шунан һуң Ғайса уға:
– Минең арттан бар! – тине.
20 Петр боролоп ҡараны ла арттарынан Ғайсаның яратҡан шәкерте килеүен күрҙе. Был – киске аш табынында Ғайсаның эргәһендә ултырған һәм: «Хужам! Һиңә кем хыянат итәсәк?» – тип һораған шәкерт ине. 21 Петр уны күргәс:
– Раббым! Уның менән ни буласаҡ? – тип һораны.
22 – Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, унда һинең ни эшең бар? Һин Минең артымдан бар, – тине Ғайса.
23 Бына нилектән имандаштар араһында: «Ул шәкерт үлмәйәсәк», тигән һүҙ таралды. Әммә Ғайса «ул үлмәйәсәк» тимәне, бары тик: «Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, унда һинең ни эшең бар?» – тип кенә әйтте.
24 Был ваҡиғалар тураһында һөйләп биргән һәм уларҙы яҙып алған шәкерт шуның үҙе ине. Һәм беҙ уның шаһитлығы хаҡ икәнлеген беләбеҙ.
25 Ғайса быларҙан башҡа ла күп эштәр башҡарҙы. Әгәр ҙә уларҙың һәммәһе бәйнә-бәйнә яҙылһа, ул китаптар донъяға һыймаҫ ине, тип уйлайым.

 

 

 

Ғәмәлдәр

ИЛСЕЛӘРҘЕҢ ҒӘМӘЛДӘРЕ

 

 

1

 

Ғайса Мәсихтең күккә ашыуы

 

11-2 Мин һиңә, Феофил, беренсе китабымда[1] Ғайсаның хеҙмәт итә башлаған көндәренән алып күккә ашҡан көнөнә тиклем ҡылған барса ғәмәлдәре һәм өйрәткәндәре тураһында яҙғайным инде. Күккә ашҡансы, Ул Үҙе һайлап алған илселәргә Изге Рух аша бойороҡтар бирҙе. 3 Ғазап сиккәненән һәм үлгәненән һуң, Үҙенең тере икәнлеген күп һанлы хаҡ дәлилдәр килтереп иҫбат итте, ҡырҡ көн буйына илселәренә күренде һәм Алла Батшалығы тураһында һөйләне. 4 Шулай бер ваҡыт, илселәре менән бергә ашап ултырғанда, Ғайса уларға шундай бойороҡ бирҙе:
– Иерусалимдан китмәгеҙ, Ата вәғәҙә иткәнде көтөгөҙ. Мин һеҙгә ул хаҡта һөйләгәйнем. 5 Яхъя һеҙҙе һыуға сумдырҙы, ә бер нисә көндән һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ.
6 Бергә йыйылғас, илселәр Ғайсанан:
– Раббыбыҙ! Һин Израиль батшалығын хәҙер яңынан тергеҙәсәкһеңме? – тип һоранылар.
7 Ул иһә:
– Ата Үҙ хакимлығы менән билдәләгән ваҡыттарҙы йәки миҙгелдәрҙе белеү һеҙҙең эшегеҙ түгел, – тине уларға. – 8 Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт аласаҡһығыҙ һәм Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.
9 Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә алынды һәм болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе. 10 Ғайсаның күтәрелеүен күҙәтеп, күккә текәлеп ҡарап торғанда, ҡапыл илселәр янында аҡтан кейенгән ике ир заты пәйҙә булды. 11 Улар:
– Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ күккә текәлеп тораһығыҙ? Ғайса, үҙегеҙ күргәнсә, һеҙҙең янығыҙҙан нисек күтәрелгән булһа, шул рәүештә үк яңынан киләсәк, – тине.
12 Шунан аҙаҡ илселәр Зәйтүн тауы тип аталған тауҙан Иерусалимға ҡайтты. Зәйтүн тауы Иерусалимдан бер саҡрым самаһы юлда[2] ине. 13 Ҡайтып еткәс, улар үҙҙәре туҡталған өҫкө ҡаттағы бүлмәгә инде. Унда Петр, Яхъя, Яҡуб, Андрей, Филипп, Фома, Варфоломей, Матфей, Алфей улы Яҡуб, көрәшеүсе Симон[3] һәм Яҡуб улы Йәһүҙә бар ине. 14 Ҡайһы бер ҡатындар ҙа, Ғайсаның әсәһе Мәрйәм һәм Уның ҡустылары ла улар менән булды һәм һәр ваҡыт берҙәм рәүештә доға ҡылдылар.

 

Йәһүҙә урынына Матфейҙы һайлау

 

15 Шулай бер көн, иман тотоусылар йыйылғас, Петр улар алдына тороп баҫты. 16 Унда йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.
– Имандаштар, – тип һүҙ башланы ул. – Ғайсаны ҡулға аласаҡ кешеләрҙе Уның янына алып килгән Йәһүҙә хаҡындағы һүҙҙәрҙе Изге Рух беҙгә Дауыт аша алдан әйткән. Яҙмалағы ул һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш ине. 17 Йәһүҙә беҙҙең арабыҙҙа һаналды, ул шул хеҙмәттә ҡатнашыу өсөн һайланғайны. 18 Харам аҡсаға ер һатып алды, әммә шул ерҙә йығылып, уның эсе ярылды һәм бөтә эске ағзалары тышҡа ағып сыҡты. 19 Был барлыҡ Иерусалим халҡына билдәле булды, шунлыҡтан ул ер уларҙың телендә «Акелдама», йәғни «Ҡанлы ер» тип атала башланы.
20 – Зәбур китабында иһә:
«Уның өйө буш торһон,
эсендә йәшәүсе булмаһын»,
һәм:
«Уның хеҙмәтен башҡа берәү үҙенә алһын», –
тип яҙылған.
21-22 Шул сәбәпле, Раббы Ғайса арабыҙҙа саҡта – Яхъя Уны һыуға сумдырған көндән алып яныбыҙҙан күккә алынған көнөнәсә – гел генә үҙебеҙ менән бергә йөрөгәндәрҙең береһе Уның үленән терелгәнлеге тураһында беҙҙең менән бер рәттән шаһитлыҡ ҡылырға тейеш, – тине Петр.
23 Ике кешене: Варсава тип аталған Йософто (уны Иуст тип тә атайҙар) һәм Матфийҙы тәҡдим иттеләр.
24-25 – Раббыбыҙ! Һин һәр береһенең йөрәгендә ни ятҡанын беләһең. Йәһүҙә үҙенә тейеш булған урынға китте инде. Ул ҡалдырған вазифаны һәм илселекте ҡабул итеү өсөн Һин был икәүҙең ҡайһыһын һайлаған булһаң, шуны күрһәт, – тип доға ҡылдылар.
26 Шунан һуң улар йәрәбә һалды. Йәрәбә Матфийға төштө һәм ул, бүтән ун бер кеүек, илселәр иҫәбенә индерелде.

 

2

 

Изге Рухтың инеүе

 

1 Уңыш байрамы[4] еткәндә иман тотоусыларҙың барыһы ла бергә ине. 2 Күктән ҡапыл көслө ел иҫкәндәге кеүек тауыш ишетелде һәм улар булған йорт шул тауыш менән тулды. 3 Иман тотоусылар араһында ялҡын телдәре һымаҡ телдәр күренде, ул телдәр айырылып, уларҙың һәр ҡайһыһына берәмләп ҡунды. 4 Бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе. 5 Иерусалимда иһә ер йөҙөндәге төрлө илдәрҙән килгән диндар йәһүдтәр йәшәй ине. 6 Тауышҡа йыйылған халыҡтың иҫе китте, сөнки һәр кем иман тотоусыларҙың уның үҙенең телендә һөйләүен ишетте. 7 Улар тамам аптырап:
– Был һөйләүселәрҙең барыһы ла Галилеянан түгелме һуң? – тинеләр. – 8 Нисек инде һәр кемебеҙ уларҙың үҙ туған телебеҙҙә һөйләүен ишетә? 9 Беҙҙең арала Парфия, Мидия, Елам кешеләре, Месопотамияла, Йәһүҙиәлә, Каппадокияла, Понтта, Асия өлкәһендә, 10 Фригияла, Памфилияла, Мысырҙа һәм Ливияның Киринеяға яҡын өлөштәрендә һәм Римда йәшәүселәр, 11 крит һәм ғәрәбстандар, йәһүдтәр, йәһүд диненә күскәндәр ҙә бар. Беҙ барыбыҙ ҙа Алланың бөйөк эштәре тураһында үҙебеҙҙең телдә һөйләгәндәрен ишетәбеҙ!
12 Бөтәһе лә хайран ҡалды һәм, аптырашып, бер-береһенә:
– Был нимәне аңлата икән? – тиеште.
13 Ә ҡайһы берҙәре:
– Улар шарап эсеп иҫергән, – тип көлдө.

 

Петрҙың Уңыш байрамында һөйләгән вәғәзе

 

14 Петр иһә ун бер илсеһе менән бергә тороп баҫты ла ҡысҡырып һөйләй башланы.
– Йәһүд халҡы һәм Иерусалимда йәшәгән барлыҡ кешеләр! Мин һеҙгә бының ни икәнен аңлатып бирермен. Һүҙемде иғтибар менән тыңлағыҙ, – тине ул халыҡҡа. – 15 Улар, һеҙ уйлағанса, иҫерек түгел, әле сәғәт иртәнге туғыҙынсы ғына. 16 Был хәлдәр хаҡында Алла Иоиль пәйғәмбәр аша алдан әйткән:
17 «Ахырызаман килгәндә
барлыҡ кешеләргә
Үҙ Рухымды яуҙырырмын.
Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ
пәйғәмбәрлек ҡылыр.
Йәштәрегеҙ илаһи күренмештәр,
ҡарттарығыҙ әүлиә-төштәр күрер.
18 Ул көндәрҙә Мин Үҙ Рухым менән
ҡолдарымды һуғарырмын –
ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы.
Һәм улар пәйғәмбәрлек ҡылыр.
19 Юғарыла – күктә – мөғжизәләр,
ә түбәндә – ерҙә – хикмәттәр күрһәтермен.
Ҡан, ут һәм ҡуйы төтөн булыр:
20 Ҡояш ҡараңғылыҡҡа, ә ай ҡанға әйләнер.
Һәм дә Раббының көнө –
бөйөк һәм шөһрәтле көн килер.
21 Раббыға мөрәжәғәт иткән
һәр кем ҡотолор».
22 – Израилдәр! – тип дауам итте һүҙен Петр. – Тыңлағыҙ: белеүегеҙсә, Алла һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды һәм шул эштәре менән назаралы Ғайсаның һеҙҙең өсөн билдәләнгән Зат икәнен иҫбат итте. 23 Алланың билдәләнгән маҡсаты һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирелгән ошо Кешене Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ. 24 Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Ғайсаны терелтте, сөнки үлем Уның алдында көсһөҙ ине. 25 Дауыт Уның тураһында былай тине:
«Мин Раббыны һәр ваҡыт үҙ алдымда күрҙем.
Ул минең уң яғымда,
шуға күрә мин икеләнмәйем.
26-27 Йәнемде үлеләр донъяһында
ҡалдырмаҫһың,
Үҙ Изгеңдең тәнен
серетмәҫһең.
Шуға күрә күңелем ҡыуана,
йырым шатлыҡлы,
тәнем өмөт бағлап йәшәр.
28 Һин миңә тормош юлын күрһәттең.
Мине Үҙ ҡаршыңда
шатлыҡҡа сорнарһың».
29 – Туғандар! – тип дауам итте Петр. – Ырыуыбыҙ башлығы Дауыт тураһында ҡыйыу рәүештә шуны әйтә алам: ул үлде һәм күмелде. Билдәле булыуынса, уның ҡәбере бөгөнгө көнгәсә һаҡланған. 30 Алла Дауыт урынына тәхеткә уның нәҫеленән береһен ултыртасағы тураһында ант иткән. Дауытҡа был ант хаҡында билдәле ине һәм, пәйғәмбәр булараҡ, 31 Мәсихтең үленән тереләсәген алдан белеп, Уның үлеләр донъяһында ҡалдырылмаясағы, тәненең серемәйәсәге тураһында әйтте. 32 Алла шул Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә бының шаһиттары. 33 Шулай итеп, Ул Алланың уң яғына[5] күккә күтәрелде һәм Атаһы вәғәҙә иткән Изге Рухты алып, Уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрҙегеҙ һәм ишеттегеҙ. 34-35 Дауыт үҙе күккә ашманы, әммә ул:
«Раббы-Аллам Хужама әйтте:
„Мин дошмандарыңды
аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем
Минең уң яғымда ултыр“», – тине.
36 Шулай итеп, бөтөн Израиль халҡы ышанһын: Алла һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлаған ошо Ғайсаны Хужа һәм Мәсих итте.

 

Иман тотоусыларҙың артҡандан-артыуы

 

37 Ишеткән был һүҙҙәр уларҙың йөрәктәренә үтеп инде:
– Туғандар, беҙгә ни эшләргә һуң? – тине улар Петрға һәм башҡа илселәргә.
38 – Һәр берегеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итеп Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ һәм Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ. 39 Был вәғәҙә – Аллабыҙ Раббы Үҙенә саҡырған һәр кемгә: һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм алыҫта йәшәүсе барса кешеләргә лә, – тип яуап бирҙе Петр.
40 Ул тағы ла күберәк һүҙҙәр менән уларҙы киҫәтеп:
– Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне.
41 Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иман тотоусыларға өс меңгә яҡын кеше ҡушылды.
42 Иман юлындағы был кешеләр илселәрҙең өйрәтеүе яҡлы булды, берҙәм йәшәнеләр, икмәк һындырҙылар һәм бергә доға ҡылдылар. 43 Илселәр арҡылы күп мөғжизәләр һәм хикмәттәр күрһәтелеп, һәр кемдең күңелендә һағайыу хисе уянды. 44 Барлыҡ иман тотоусылар бергә булды, уларҙың бөтә нәмәһе уртаҡ ине. 45 Ерҙәрен һәм мөлкәттәрен һатып, һәр кемдең хәжәтенә ҡарап, бүлеп бирҙеләр. 46-47 Көн һайын берҙәм рәүештә Алла Йортонда булдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.

 

3

 

Аҡһаҡ кешенең йөрөй башлауы

 

1 Шулай бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, доға ҡылыу ваҡытында, Петр менән Яхъя Алла Йортона килде. 2 Тыумыштан уҡ аҡһаҡ бер кешене һәр көн Алла Йортоноң Матур тип аталған ҡапҡаһы янына алып килеп, инеүселәрҙән саҙаҡа һорарға ултыртып китәләр ине. 3 Шул кеше, Петр менән Яхъяның Алла Йортона инеүен күреп, уларҙан хәйер һораны. 4 Былары уға иғтибар менән ҡарап алғас, Петр:
– Беҙгә ҡара, – тине. 5 Теге кеше, ни ҙә булһа алырға өмөтләнеп, уларға баҡты. 6 Әммә Петр:
– Минең алтын-көмөшөм юҡ, әммә нимәм бар, шуны һиңә бирәм. Назаралы Ғайса исеменән бойорам: тор һәм йөрөп кит! – тип, 7 уны уң ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Шунда уҡ ғәрип кешенең аяҡтары һәм бәкәлдәре нығынды. 8 Ул һикереп тороп атлай башланы, Алланы маҡтай-маҡтай, ырғып-һикереп йөрөнө, улар менән бергә Алла Йортона инде. 9 Бөтөн халыҡ был кешенең атлап киткәнен һәм Алланы маҡтағанын күрҙе. 10 Кешеләр уның Матур ҡапҡа янында хәйер һорашып ултырған әҙәм икәнен танығайны, шуға уның менән булған хәлгә хайран ҡалды.

 

Петрҙың Алла Йортонда һөйләгән вәғәзе

 

11 Әлеге һауыҡҡан кеше Петр менән Яхъянан ҡалмағас, тамам аптыраған кешеләр улар янына Сөләймәндең бағаналы залы[6] тип аталған залға йүгереп инде. 12 Петр, быны күргәс, халыҡҡа:
– Израиль халҡы! Ниңә быға ғәжәпләнәһегеҙ? – тине. – Нилектән һеҙ беҙгә текләп ҡарап тораһығыҙ? Әллә уны беҙ үҙ ҡөҙрәтебеҙ йәки диндарлығыбыҙ менән һауыҡтырған тип уйлайһығыҙмы? 13 Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡубтың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн шулай күрһәтте, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ һәм, Пилат Уны азат итергә уйлағанда, Пилат алдында Унан баш тарттығыҙ. 14 Һеҙ Изгенән һәм Хаҡ булғандан ваз кистегеҙ һәм кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы һоранығыҙ. 15 Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ, әммә Алла Уны терелтте. Беҙ – бының шаһиттары. 16 Ғайса һеҙ күреп белгән был кешегә ҡеүәт бирҙе, сөнки ул Ғайса исеменең ҡөҙрәтенә ышанды. Ғайса арҡылы килгән иман һәммәгеҙҙең күҙ алдында уны тулыһынса һауыҡтырҙы.
17 – Хәҙер, туғандар, мин беләм: һеҙ, башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петр. – 18 Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барса пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы. 19 Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ. 20 Шулай итһәгеҙ, Раббынан йыуаныслы замандар килер, Ул һеҙгә алдан билдәләнгән Мәсихте – Ғайсаны ебәрер. 21 Алла күптән үк Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткән барлыҡ һүҙҙәр ғәмәлгә ашҡансы, Ғайса күктә ҡалырға тейеш.
22 Муса әйткән: «Раббы Аллағыҙ һеҙгә халҡығыҙ араһынан минең кеүек Пәйғәмбәр күтәрәсәк. Ул ни генә һөйләһә лә, һеҙ һәммәһен тыңларға тейешһегеҙ. 23 Ул Пәйғәмбәрҙең һүҙен тыңламаған кеше Алла халҡы араһынан юҡ ителәсәк».
24 Самуилдан башлап унан һуңғы бөтә пәйғәмбәрҙәр был көндәр хаҡында алдан хәбәр итте. 25 Һеҙ – пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары. Алла Ибраһимға: «Ер йөҙөндәге барлыҡ ҡәбиләләр һинең нәҫелең аша фатиха алыр», – тип аталарығыҙ менән килешеү төҙөгән. Ошо килешеүгә һеҙ ҙә инәһегеҙ. 26 Алла һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы яҙыҡ эштәрегеҙҙән аралап, фатихалау өсөн Үҙенең Хеҙмәтсеһен терелтте һәм Уны иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе, – тине Петр.

 

4

 

Петр менән Яхъя Юғары кәңәшмә алдында

 

41-2 Петр менән Яхъя халыҡты өйрәткән ваҡытта, улар янына руханиҙар, Алла Йортон һаҡлаусылар башлығы һәм саддукейҙар килде. Уларҙың Ғайсаның терелеүен миҫалға килтереп, үлеләрҙең тереләсәге тураһында вәғәз һөйләп торған илселәргә асыуҙары килеп, 3 теге икәүҙе ҡулға алдылар. Инде кис булғанлыҡтан, иртәгәһе көнгәсә уларҙы һаҡ аҫтында тоттолар. 4 Тыңлап тороусыларҙың күбеһе илселәр һөйләгән вәғәзгә ышанды һәм иманға килеүсе ирҙәрҙең һаны биш меңгә етте.
5 Икенсе көндө Иерусалимда йәһүдтәрҙең башлыҡтары, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. 6 Иң баш рухани Аннас, Каиафа, Яхъя, Искәндәр һәм баш рухани ырыуынан булған бүтәндәр ҙә шунда ине.
7 Петр менән Яхъяны уртаға баҫтырып, уларҙан:
– Һеҙ быларҙың барыһын да ниндәй ҡөҙрәт менән һәм кем исеменән эшләнегеҙ? – тип һоранылар.
8 Шул ваҡыт Петр, Изге Рух менән һуғарылып:
– Халыҡ башлыҡтары, аҡһаҡалдар! – тине. – 9 Әгәр ҙә ауырыу кешегә яҡшылыҡ күрһәтеү һәм уның нисек итеп сирҙән ҡотолоуы хаҡында бөгөн беҙҙән яуап алына икән, 10 һеҙҙең һәммәгеҙгә һәм бөтә Израиль халҡына мәғлүм булһын: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды. 11 Ғайса ул
«һеҙ, төҙөүселәр, кире ҡаҡҡан һәм
иң мөһим мөйөш ташына әйләнгән таш».
12 Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Ер йөҙөндә кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ, – тине Петр.
13 Белемдәре аҙ булған был ябай ғына ике кешенең – Петр менән Яхъяның ҡыйыулығын күреп, Юғары кәңәшмәлә ултырыусылар бик ғәжәпләнде. Уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнлегенә хәҙер генә иғтибар иттеләр. 14 Һауыҡҡан кешенең дә улар янында тороуын күргәс, ҡаршы һүҙ әйтә алманылар һәм 15 уларға Кәңәшмәнән сығып торорға ҡуштылар.
16 – Был кешеләр менән нимә эшләргә? Улар ҡылған асыҡтан-асыҡ мөғжизә Иерусалимда йәшәүселәрҙең һәммәһенә билдәле, һәм беҙ быны инҡар итә алмайбыҙ. 17 Әммә ошо хаҡта халыҡ араһында артыҡ һүҙ таралмаһын өсөн, уларҙы киҫәтәйек: был исем тураһында бер ҡасан да кешеләргә һөйләмәһендәр, – тип үҙ-ара кәңәшләштеләр.
18 Петр менән Яхъяны саҡырып индерҙеләр ҙә, Ғайса исеменән һис ни һөйләмәҫкә һәм өйрәтмәҫкә ҡуштылар. 19 Әммә тегеләр:
– Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алланың һүҙен тыңлауға ҡарағанда һеҙҙең һүҙҙе күберәк тыңлау Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы икән? 20 Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.
21 Тегеләр иһә, яза бирерлек сәбәп таба алмайынса, тағы бер тапҡыр янап, Петр менән Яхъяны сығарып ебәрҙе. Сөнки булған хәл айҡанлы бөтөн халыҡ Алланы данлай ине. 22 Һауығыу мөғжизәһен татыған теге кеше ҡырҡ йәштән уҙғайны инде.

 

Иман тотоусыларҙың доғаһы

 

23 Азат ителгәндән аҙаҡ Петр менән Яхъя, иптәштәре янына килеп, баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар әйткән һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙе. 24 Иман тотоусылар иһә, быны ишеткәс, берҙәм рәүештә Аллаға доға ҡылды:
– Хакимыбыҙ! Һин – күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәне барлыҡҡа килтереүсе! 25 Изге Рух аша Үҙеңдең хеҙмәтсең, беҙҙең атабыҙ Дауыттан Һинең ошо һүҙҙәрең әйттерелде:
«Ни өсөн мәжүсиҙәр ҡоторона,
халыҡтар булмаҫтайҙы ниәт итә?
26 Ерҙәге батшалар, башлыҡтар,
бергә йыйылып,
Раббыға һәм Уның Мәсихенә
ҡаршы күтәрелделәр».
27-28 Ысынлап та, Ирод һәм Понтий Пилат, мәжүсиҙәр һәм Израиль халҡы менән бергә, Изге Хеҙмәтсең Ғайсаға – Үҙең майлаған Мәсихкә ҡаршы, Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың арҡаһында буласағы алдан билдәләнгән эште ҡылыу өсөн ошо ҡалаға йыйылдылар. 29 Хәҙер, Раббыбыҙ, уларҙың янауҙарын ишет һәм беҙ ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҙур ҡыйыулыҡ менән һөйләргә көс бир. 30 Ҡулыңды һуҙ һәм Изге Хеҙмәтсең Ғайса исеме менән һауыҡтыр, хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәт.
31 Доға ҡылғандан һуң улар йыйылған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды. Ошо хәлдән аҙаҡ иман тотоусылар Алла һүҙен ҡыйыулыҡ менән һөйләй башланы.

 

Иман юлындағы кешеләрҙең тормошонда бөтә нәмә уртаҡ

 

32 Барлыҡ иман юлындағы кешеләр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Уларҙың береһе лә үҙ милкен минеке тип әйтмәне, бөтөн нәмә уртаҡ ине. 33 Илселәр иһә Раббы Ғайсаның үленән терелеп тороуына ҙур көс һалып шаһитлыҡ ҡылды һәм Алла уларҙың һәммәһенә Үҙенең мәрхәмәтен мул итеп биреп торҙо. 34 Иман тотоусылар араһында бер кем дә мохтажлыҡ кисермәне, сөнки ерҙәре йәки өйҙәре булғандары, уларҙы һатып, аҡсаһын 35 илселәр ҡарамағына тапшыралар ине. Һәр кемгә ихтыяжына ҡарап бирелде. 36 Мәҫәлән, илселәр Варнава (йәғни «Йыуаныс улы») тип йөрөткән, Кипрҙа тыуған Йософ исемле бер левит, 37 үҙенең ерен һатып, аҡсаһын илселәргә алып килеп бирҙе.

 

5

 

Анания менән Сапфираның алдашыуы

 

1 Анания исемле берәү, ҡатыны Сапфира менән бергә ер-мөлкәтен һатып, 2 һатыуҙан килгән аҡсаның бер өлөшөн ҡатынының ризалығы менән йәшереп ҡалдырҙы, ә ҡалғанын илселәргә килтереп бирҙе. 3 Әммә Петр:
– Анания! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгең менән идара итергә ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. – 4 Һатылмаған хәлдә был ер үҙеңдеке булып ҡалмаҫ инеме ни? Һатҡандан һуң да аҡсаһы һинеке була ине бит. Ни өсөн алдашырға уйланың? Һин кешеләрҙе түгел, Алланы алданың. 5 Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Анания йығылып китте лә йән бирҙе. Был хәл тураһында хәбәрҙар булған кешеләрҙең ҡото осто. 6 Ананияның үле кәүҙәһен егеттәр кәфенгә урап алып сығып, күмеп ҡуйҙы.
7 Өс сәғәт самаһы ваҡыт уҙғас, уның ҡатыны ла килде. Ул булған хәлде белмәй ине әле. 8 Петр унан:
– Әйт әле миңә, ерегеҙҙе ошо хаҡҡа һаттығыҙмы? – тип һораны.
– Эйе, ошо хаҡҡа, – тип яуап бирҙе уға ҡатын.
9 Әммә Петр:
– Ни өсөн һеҙ Раббының Рухын һынап ҡарарға булдығыҙ? Ана иреңде күмгән кешеләр инеп килә. Улар һине лә алып сығасаҡ, – тине.
10 Ҡатын шунда уҡ, уның аяғына йығылып, йән бирҙе. Егеттәр ингәс, ҡатындың үлгәнлеген күрҙеләр һәм алып сығып ире янына күмеп ҡуйҙылар.
11 Имандаштар берҙәмлеген һәм был хәбәрҙе ишетеүселәрҙең бөтәһен дә көслө ҡурҡыу хисе биләп алды.

 

Илселәр күрһәткән хикмәттәр

 

12 Илселәр халыҡ араһында күп хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды. Иман тотоусылар берҙәм рәүештә Сөләймәндең бағаналы залында осрашып торҙо. 13 Халыҡ уларҙы хөрмәт итте, ләкин ят кешеләрҙән бер кем дә уларға ҡушылырға баҙнат итмәне. 14 Бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға инанды һәм уларҙың һаны арта барҙы. 15 Петр үтеп барғанда, һис юғы уның күләгәһе булһа ла төшһөн ине, тигән теләк менән ауырыуҙарҙы урамға сығарып, күтәреп йөрөтөү ҡоролмаларына һәм түшәктәргә һалдылар. 16 Иерусалимға яҡын-тирәләге ҡалаларҙан бик күп халыҡ килде. Улар алып килгән ауырыуҙар һәм ен эйәләшеүҙән ғазап сигеүселәрҙең бөтәһе лә һауыҡты.

 

Илселәр Юғары кәңәшмә алдында

 

17 Иң баш рухани һәм уның яҡлылар, йәғни саддукей төркөмөндәгеләр, көнләшеп 18 илселәрҙе ҡулға алды һәм дөйөм төрмәгә ябып ҡуйҙы. 19 Әммә төндә Раббының бер фәрештәһе төрмә ишектәрен асты ла:
20 – Барығыҙ, был яңы тормош тураһындағы хәбәрҙең бөтәһен дә Алла Йортонда халыҡҡа һөйләгеҙ, – тип уларҙы сығарып ебәрҙе.
21 Илселәр уны тыңлап иртә таңдан Алла Йортона килде һәм өйрәтә башланы.
Ә иң баш рухани һәм уның яҡлылар, Израиль халҡының аҡһаҡалдарын саҡырып, Юғары кәңәшмә йыйҙы. Илселәрҙе алып килергә бойорҙолар. 22 Әммә хеҙмәтселәр, төрмәлә уларҙы тапмайынса, кире ҡайтты.
23 – Беҙ барғанда төрмә ныҡлы бикләнгән, ишектәр янында һаҡсылар баҫып тора ине. Ләкин эскә ингәс, бер кемде лә тапманыҡ, – тине улар.
24 Алла Йортон һаҡлаусылар башлығы һәм баш руханиҙар быны ишеткәс, тағы ни булыр икән инде, тип аптырашта ҡалдылар. 25 Шул мәлдә берәү килеп:
– Ана, ҡарағыҙ, һеҙ төрмәгә ултыртҡан кешеләр Алла Йортонда халыҡты өйрәтә, – тип хәбәр итте.
26 Ошонан һуң тәртип һаҡсылары менән бергә уларҙың башлығы ла шунда барҙы һәм, халыҡ таш бәрә башлар тип ҡурҡып, илселәрҙе алып килгәндә көс ҡулланманы. 27 Уларҙы Юғары кәңәшмә ҡаршыһына баҫтырғас, иң баш рухани:
28 – Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был исемдән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Иерусалимға тараттығыҙ һәм ул Кешенең үлеме өсөн беҙҙе ғәйепләйһегеҙ, – тине.
29 Петр һәм бүтән илселәр:
– Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк. 30 Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы һеҙ ағас бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергән Ғайсаны терелтте. 31 Израилгә тәүбә итеү һәм гонаһтары кисерелеү мөмкинлеген бирһен өсөн, Алла Уны Хаким һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе. 32 Беҙ – был эштәрҙең шаһиты. Шулай уҡ Алла Үҙенә буйһоноусыларға биргән Изге Рух та был эштәргә шаһит, – тип яуап бирҙеләр.
33 Быны ишеткәс, Юғары кәңәшмә ағзалары ярһып китеп илселәрҙе үлтерергә теләне. 34 Ошо ваҡыт бөтә халыҡ хөрмәт иткән ҡанун өйрәтеүсе, Кәңәшмә ағзаһы Гамалиил исемле фарисей аяғүрә баҫты ла илселәрҙе аҙ ғына ваҡытҡа сығарып торорға әмер бирҙе. 35 Илселәр сығып киткәс:
– Израилдәр! – тип һүҙ башланы. – Был кешеләр менән ни эшләргә йыйыныуығыҙ тураһында яҡшы уйлағыҙ. 36 Бынан элегерәк үҙен бик бөйөк итеп күрһәтергә тырышҡан Февда тигән берәү пәйҙә булғайны, уға дүрт йөҙгә яҡын кеше эйәрҙе. Әммә, ул үлтерелеү менән, уға эйәреүселәр төркөмө тарҡалып юҡҡа сыҡты. 37 Унан һуң иҫәп алыу көндәрендә Галилеянан Йәһүҙә пәйҙә булды һәм күпмелер халыҡты фетнәгә ҡотортто. Әммә ул һәләк булғандан һуң, уға эйәргән кешеләр ҙә таралды. 38 Шуға күрә хәҙер һеҙгә әйтәм: был кешеләргә теймәгеҙ. Уларҙы ебәрегеҙ. Ниәттәре-эштәре бәндәләрҙән булһа, ул юҡҡа сығасаҡ. 39 Әгәр инде Алланан булһа, һеҙ уны юҡ итә алмаясаҡһығыҙ. Ә үҙегеҙ Аллаға ҡаршы көрәшеүселәр булып ҡуймағайығыҙ, – тине ул. Аҡһаҡалдар уның һүҙенә ҡолаҡ һалды.
40 Илселәрҙе саҡырып индерҙеләр ҙә, уларҙы туҡмап, Ғайса исеменән өйрәтмәҫкә бойороп, иреккә сығарҙылар. 41 Илселәр иһә, Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып киттеләр. 42 Һәр көн улар Алла Йортонда һәм өйҙәрҙә Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙән һәм өйрәтеүҙән туҡтаманы.

 

6

 

Ете ярҙамсыны һайлап алыу

 

1 Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грек телле йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгән ваҡытта беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. 2 Шуға күрә ун ике илсе, бөтә шәкерттәрҙе йыйып:
– Беҙ, Алла һүҙен вәғәзләүҙе кәметеп, ризыҡ бүлеү менән шөғөлләнергә тейеш түгелбеҙ, – тинеләр. – 3 Шулай булғас, имандаштар, үҙ арағыҙҙан абруйлы исем йөрөткән, Изге Рух менән тулы һәм аҡыл эйәһе булған ете кешене һайлап алығыҙ. Ризыҡ бүлеүҙе шуларға тапшырырбыҙ. 4 Ә беҙҙең эшебеҙ доға ҡылыу һәм артабан да һүҙ менән хеҙмәт итеү булыр.
5 Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Иман һәм Изге Рух менән тулы булған Стефанды, шулай уҡ Филипты, Прохорҙы, Никанорҙы, Тимонды, Парменды һәм мәжүсилектән йәһүд диненә ҡабул ителгән антиохиялы Николайҙы һайлап, 6 уларҙы илселәр алдына баҫтырҙылар. Илселәр доға ҡылып, уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы.
7 Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Иерусалимда шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, руханиҙарҙың да бик күптәре Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итте.

 

Стефандың ҡулға алыныуы

 

8 Ә Алланың мәрхәмәте һәм ҡөҙрәте менән тулған Стефан иһә халыҡ араһында бөйөк мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡылды. 9 Шулай бер ваҡыт «Ҡоллоҡтан азат ителгәндәр ғибәҙәтханаһы»ның Киринея һәм Искәндәриәнән булған ҡайһы бер ағзалары, шулай уҡ Киликия һәм Асия өлкәләренән булған ҡайһы берәүҙәр Стефан менән бәхәскә инде, 10 әммә уның һүҙҙәрендәге аҡылға һәм Изге Рухҡа ҡаршы тора алманы. 11 Шул мәлдә улар ҡотортҡан ҡайһы берәүҙәр:
– Беҙ уның Мусаға һәм Аллаға ҡаршы көфөр һүҙ һөйләгәнен ишеттек, – тинеләр.
12 Халыҡты, аҡһаҡалдарҙы һәм ҡанун белгестәрен Стефанға ҡаршы ҡотортоп, һөжүм итеп, ҡулға алдылар һәм Юғары кәңәшмәгә алып киттеләр. 13 Улар Кәңәшмәлә ялған шаһиттарға һүҙ бирҙе. Тегеләре иһә:
– Был кеше ошо изге Йортҡа һәм ҡанунға ҡаршы көфөр һөйләүҙән туҡтамай, – тинеләр. – 14 Беҙ уның: «Назаралы Ғайса был Йортто емерәсәк һәм Муса биргән йолаларҙы үҙгәртәсәк», – тигәнен ишеттек.
15 Кәңәшмәлә ултырыусы бөтә кеше Стефанға текләп ҡараны. Уның йөҙө фәрештәнеке кеүек ине.

 

7

 

Юғары кәңәшмә алдында Стефандың телмәре

 

1 Иң баш рухани Стефандан:
– Был ғәйепләүҙәр дөрөҫмө? – тип һораны.
2 – Туғандар һәм аҡһаҡалдар! – тип һүҙ башланы Стефан. – Тыңлағыҙ. Атабыҙ Ибраһим Харран ҡалаһына күсеп килгәнгә тиклем, Месопотамияла йәшәгән сағында, уға Алла Үҙенең балҡып торған шөһрәтендә күренгән. 3 Ул: «Үҙең йәшәгән ерҙе һәм үҙ нәҫел-нәсәбеңде ҡалдыр ҙа Мин күрһәтәсәк ергә кит», – тигән. 4 Ибраһим, халдейҙар еренән сығып, Харранға күсеп килгән. Атаһы вафат булғандан һуң уны Алла хәҙер һеҙ йәшәгән бына ошо яҡтарға күсергән. 5 Бында уның үҙенә аяҡ баҫырлыҡ та ер бирмәгән, ләкин уға һәм уның киләсәк быуындарына был ерҙе вәғәҙә иткән. Ә ул ваҡытта әле Ибраһимдың балалары ла булмаған. 6 Алла уға: «Һинең киләсәк быуындарың сит ерҙә килмешәк буласаҡ, дүрт йөҙ йыл ҡоллоҡта иҙелеп йәшәйәсәк, – тип әйткән. 7 – Әммә Мин, – тигән Алла, – уларҙы ҡоллоҡта тотасаҡ халыҡты хөкөм итәсәкмен. Шунан һуң улар ул илдән сығасаҡ һәм был ерҙә Миңә хеҙмәт итәсәк». 8 Алла Ибраһим атабыҙ менән килешеү төҙөгән һәм, шул килешеүҙең билдәһе итеп, сөннәткә ултыртыу йолаһын биргән. Шулай итеп, Исхаҡ тыуғандың һигеҙенсе көнөндә атаһы Ибраһим уны сөннәткә ултыртҡан. Ошо рәүештә Исхаҡ Яҡубты, ә Яҡуб буласаҡ ун ике ырыу башлығын сөннәтләгән.
9 Шул ырыу башлыҡтары, көнләшеп, Йософто Мысырға һатып ебәргән. Әммә Алла уның менән булған, 10 уны барлыҡ бәләләренән ҡотҡарып торған. Алла, Йософто зирәк аҡыллы итеп, уға Мысыр батшаһы фирғәүендең яҡшы мөнәсәбәтен яуларға мөмкинлек биргән. Фирғәүен[7] иһә уны Мысырға һәм үҙенең һарайына идара итергә тәғәйенләгән. 11 Бөтә Мысырға һәм Ханаан еренә ҙур афәт килгән – аслыҡ башланған. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ризыҡ таба алмаған. 12 Яҡуб Мысырҙа ашлыҡ барлығын ишеткәс, ул илгә ата-бабаларыбыҙҙы ебәргән. 13 Улар икенсе тапҡыр барғас, Йософ ағай-энеләренә үҙенең кемлеген асҡан һәм фирғәүен Йософтоң ғаиләһе тураһында белгән. 14 Йософ, хәбәр ебәреп, атаһы Яҡубты һәм бөтә ғаиләһен – етмеш биш йәнде үҙ янына саҡырған. 15 Яҡуб Мысырға күсеп барған һәм үҙе лә, ата-бабаларыбыҙ ҙа үлгәнсе шунда йәшәгән. 16 Үлгәс, уларҙы Сихем ҡалаһына алып килеп, унда йәшәгән Еммор улдарынан көмөш аҡса түләп, Ибраһим һатып алған ҡәбергә һалғандар.
17 Ибраһимға Алла биргән вәғәҙәнең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡынлашҡан һайын Мысырҙа беҙҙең халыҡтың һаны арта барған. 18 Был хәл Йософто белмәгән бүтән бер батша хакимлыҡ итә башлағанға тиклем дауам иткән. 19 Ул батша беҙҙең нәҫелгә ҡарата мәкер тотҡан, ата-бабаларыбыҙҙы йәберләгән һәм яңы тыуған сабыйҙарын йәшәтмәҫ өсөн, ташларға мәжбүр иткән. 20 Шул ваҡытта Муса тыуған. Ул бик матур бала булған, өс ай буйы үҙ атаһы йортонда тәрбиәләнгән. 21 Ә сығарып ташланғас, Мусаны фирғәүен ҡыҙы табып ала һәм үҙ улылай күреп тәрбиәләй. 22 Муса Мысыр иленең бөтә ғилемдәренә өйрәтелә, һүҙҙә лә, эштә лә ҡеүәтле була.
23 Ҡырҡ йәш тулғас, уның күңелендә үҙ туғандары – Израиль халҡы янына барыу теләге уяна. 24 Улар янында булғанда бер мысырлының Израиль кешеһен рәнйетеүен күрә һәм уны яҡлай. Ул Мысыр кешеһен үлтереп, уның өсөн үс ала. 25 «Алла минең аша уларға ҡотолоу бирәсәген туғандарым аңлар», – тип уйлай Муса. Ләкин улар аңламай. 26 Икенсе көндө, ике Израиль кешеһенең һуғышҡанын күреп, яндарына килгән. Тегеләрҙе татыулаштырырға теләп: «Һеҙ туғандар бит, ниңә бер-берегеҙҙе туҡмайһығыҙ?» – тигән. 27 Әммә үҙенең иптәшен рәнйетеүсе, Мусаны төртөп ебәреп: «Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем билдәләне? 28 Кисә Мысыр кешеһен үлтергән кеүек, мине лә үлтерергә теләйһеңме әллә?» – тигән. 29 Муса был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡасып киткән һәм Мадиам ерендә килмешәк булып йәшәй башлаған. Унда уның ике улы тыуған.
30 Ҡырҡ йыл үткәс, Синай тауынан алыҫ булмаған сүлдә янып торған күгән ҡыуағы ялҡынында уға бер фәрештә күренгән. 31 Муса быны күреп бик ғәжәпләнгән. Ә инде ҡарарға тип яҡыныраҡ барғас, Раббының: 32 «Мин һинең ата-бабаларың табынған Алла. Мин – Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡубтың Аллаһы», – тигән ауазын ишеткән. Муса, ҡурҡыуынан ҡалтыранып, күтәрелеп ҡарарға ла батырсылыҡ итә алмаған. 33 Раббы уға: «Аяҡ кейемеңде сис, сөнки һин баҫып торған ер – изге урын. 34 Мин халҡымдың Мысырҙа йәберләнгәнен күрҙем. Эйе, Мин быны күрҙем, халҡымдың иңрәүен ишеттем һәм уны ҡотҡарырға тип ергә төштөм. Юлға сыҡ, Мин һине Мысырға ебәрәм», – тигән.
35 «Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем билдәләне?» – тип израилдәр кире ҡаҡҡан шул уҡ Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм азат итеүсе итеп ебәргән дә инде. 36 Мысыр ерҙәрендә, Ҡыҙыл диңгеҙендә һәм ҡырҡ йыл буйына сүлдәрҙә мөғжизәләр, хикмәттәр күрһәтеп, уларҙы Мысырҙан алып сыҡҡан. 37 Израиль халҡына: «Алла һеҙгә нәҫелегеҙҙән минең кеүек Пәйғәмбәр сығарасаҡ», – тип әйткән дә шул Муса. 38 Синай тауында фәрештә менән булып, ул әйткән һүҙҙәрҙе сүлдә йыйылған ата-бабаларыбыҙға тап бына ошо Муса еткергән. Беҙгә тапшырыу өсөн, ул йәшәү биреүсе һүҙҙәрҙе ҡабул итеп алған.
39 Ата-бабаларыбыҙ Муса әйткәнде тыңламаған, уны кире ҡаҡҡан һәм ҡабат Мысырға китергә теләгән. 40 Муса тауҙа булғанда Һарунға: «Юлыбыҙҙа беҙҙе алып барасаҡ илаһтар яһа. Беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Муса менән ни булғанын да белмәйбеҙ», – тигәндәр. 41 Шунан һуң, быҙау ҡиәфәтле һын яһап, ошо һынға ҡорбан килтергәндәр һәм үҙ ҡулдары менән яһаған әйбергә ҡарап күңел асҡандар. 42 Алла иһә уларҙан йөҙ сөйөргән һәм уларҙы йондоҙҙарға табынырға ҡалдырған. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында Алла былай тип әйтә:
«Эй, Израиль халҡы!
Ҡырҡ йыл буйы сүлдә малдар һуйып,
Миңә тип ҡорбан килтерҙегеҙме?
43 Юҡ, табыныр өсөн үҙегеҙ яһаған шул һындарҙы –
Вавилондың Молох илаһының сатырын һәм
Ремфан илаһығыҙ йондоҙон –
һеҙ күтәреп йөрөнөгөҙ.
Шуға күрә Мин һеҙҙе
Вавилондан да арыраҡ һөрәсәкмен».
44 Ата-бабаларыбыҙҙың сүлдә шаһитлыҡ сатыры булған, – тип һүҙен дауам итте Стефан. – Ул сатыр, Алла Мусаға бойорғанса, уға күрһәтелгән өлгө буйынса яһалған булған. 45 Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ уны үҙҙәренең ата-бабаларынан ҡабул итеп алған. Улар, Ешуа етәкселегендә, сатырҙы халыҡтарын Алла ҡыуып сығарған ергә алып барған. Сатыр Дауыт батша көндәренә тиклем шунда ҡалған. 46 Алла Дауытты яҡын күргән һәм Дауыт, израилдәр өсөн изге торлаҡ йорт һалырға тип, Унан рөхсәт һораған. 47 Был йортто Аллаға Сөләймән һалған. 48 Әммә Аллаһы Тәғәлә ҡул менән яһалған ҡоролмаларҙа йәшәмәй. Пәйғәмбәр әйткәнсә:
49 «Күк – Минең тәхетем,
Ә ер – Минең аяҡ терәү урыным.
Һеҙ Миңә ниндәй йорт һала алырһығыҙ? –
ти Раббы.
Минең йәшәй торған урыным ниндәй?
50 Быларҙың һәммәһен дә
Минең ҡулдарым бар итмәнеме ни?»
51 Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефан. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ. 52 Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр итеүселәрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ. 53 Һеҙ фәрештәләр аша Алланан бирелгән ҡанунды ҡабул итеп алдығыҙ, ләкин уны үтәмәнегеҙ.

 

Стефандың үлтерелеүе

 

54 Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Юғары кәңәшмәлә ултырыусылар асыуҙан тештәрен шығырлатты. 55 Изге Рух менән тулы булған Стефан иһә, күккә текләп, Алланың балҡыусы шөһрәтен һәм Уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе.
56 – Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын[8] күрәм, – тине ул.
57 Ә Кәңәшмәләгеләр, ҡолаҡтарын ҡаплап, аҡыра-аҡыра бөтәһе бергә Стефанға ташланды. 58 Ҡаланан ҡыуып сығарып, уға таш бәрә башланылар. Шаһиттар иһә үҙҙәренең өҫ кейемен Савл исемле бер йәш егет янына ҡуйып торҙо. 59 Улар таш бәргән ваҡытта Стефан доға ҡылды ла:
– Раббым Ғайса, минең рухымды ҡабул ит, – 60 тигән һүҙҙәр менән тубыҡланып, көслө тауыш менән: – Раббым! Был эште уларға гонаһ итеп һанама, – тип йән бирҙе.

 

 

8

 

1 Савл иһә Стефандың үлтерелеүен хупланы.
Шул көндә Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлектәрен ныҡ эҙәрлекләй башланылар һәм илселәрҙән башҡалар бөтөнөһө Йәһүҙиәнең һәм Самарияның төрлө урындарына таралдылар.
2 Алланы ололаусы кешеләр Стефанды ерләне, уның өсөн бик ныҡ ҡайғырып иланы. 3 Ә Савл имандаштар берҙәмлеген йәберләй башланы. Ул өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып төрмәгә япты.

 

Илселәр Самарияла

 

4 Таралышҡан иман тотоусылар, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнөләр. 5 Филипп, Самарияға барып, бер ҡала халҡына Мәсих тураһында бәйән итте. 6 Халыҡ төркөмдәре, Филиптың һүҙҙәре һәм ул ҡылған хикмәттәр тәьҫирендә булараҡ, уның һүҙҙәрен диҡҡәт менән тыңланы. 7 Ен эйәләшкән күптәрҙең эсенән, көслө тауыш менән үкереп, шаҡшы рухтар сыҡты. Күп кенә паралич һуҡҡан, аҡһаҡ кешеләр һауыҡты. 8 Ҡала халҡы был эштәргә бик ҡыуанды.
9 Шул уҡ ҡалала күпмелер ваҡыт сихырсылыҡ ҡылып Самария халҡын хайран ҡалдырған, үҙен бөйөк тип танытырға теләгән Симон исемле берәү бар ине. 10 Барыһы ла – олоһо ла, кесеһе лә уға ышанды. «Был кеше – бөйөк тип аталған илаһи ҡөҙрәт эйәһе», – тинеләр уның хаҡында. 11 Ул байтаҡ ваҡыттан бирле кешеләрҙе үҙенең сихырҙары менән хайран ҡалдырып килгәнлектән, уны диҡҡәт менән тыңлайҙар ине. 12 Әммә Филипп һөйләгән Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үтте. 13 Симон үҙе лә иманға килде һәм был йоланы ҡабул итте. Ул Филипп янынан бер аҙымға ла китмәне. Уның ҙур хикмәттәр һәм ҡөҙрәтле мөғжизәләр ҡылыуын күреп, хайран ҡалды.
14 Иерусалимдағы илселәр, Самария халҡының Алла һүҙен ҡабул итеүен ишетеп, Петр менән Яхъяны улар янына ебәрҙе. 15 Петр менән Яхъя, Самарияға килгәс, бындағы иман тотоусылар Изге Рухты алһын өсөн доға ҡылды. 16 Сөнки Раббы Ғайса исеме менән улар бары тик һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән, ләкин береһенә лә Изге Рух инмәгән була әле. 17 Ошонда Петр менән Яхъя уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы һәм кешеләр Изге Рухты алды. 18 Симон иһә, Рухтың илселәр ҡулынан бирелгәнен күреп, уларға аҡса тәҡдим итте.
19 – Мин ҡулдарымды ҡуйған һәр кешегә Изге Рух бирелһен өсөн, миңә лә шундай вәкәләт бирегеҙ әле, – тине ул.
20 Әммә Петр уға:
– Әгәр Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. – 21 Һин был эштә бер нисек тә ҡатнаша алмайһың, сөнки Алла ҡаршыһында күңелең саф түгел. 22 Шуға күрә үҙеңдең был яуызлығыңдан тәүбә ит һәм Раббыға доға ҡыл. Бәлки күңелеңдәге яуыз уйың кисерелер. 23 Мин һинең әсе көнсөллөккә тулышҡанлығыңды һәм гонаһ бығауында икәнлегеңде күрәм.
24 – Һеҙ әйткәндәрҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Симон.
25 Петр менән Яхъя үҙҙәренең шаһитлығын биреп Раббы һүҙен иғлан иткәндән һуң, кире Иерусалимға китте. Юлайҡан Самарияның күп кенә ауылдарында Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иттеләр.

 

Филипп һәм хәбәш кешеһе

 

26 Раббының бер фәрештәһе Филипҡа:
– Тор ҙа көньяҡҡа, Иерусалимдан Газаға бара торған юлға сыҡ, – тине.
Ул юл аулаҡ ине.
27 Филипп шул юлға сыҡты һәм бында бер хәбәш[9] кешеһен осратты. Ул кеше алашар[10] , кәндәкиҙең, йәғни Хәбәшстан батшабикәһенең ҡарамағындағы бөтөн хазинаны һаҡлаусы юғары дәрәжәле түрә ине. Аллаға табынырға тип Иерусалимға килгән, 28 әле үҙ иленә ҡайтып бара һәм үҙенең арбаһында Ишағыяпәйғәмбәр китабын уҡып ултыра ине. 29 Рух Филипҡа:
– Арбаға яҡыныраҡ барып, эргәһенән атла, – тине.
30 Филипп арба янына йүгерҙе һәм хәбәштең Ишағыя пәйғәмбәр яҙған китапты ҡысҡырып уҡығанын ишетте.
– Уҡығаныңды аңлайһыңмы һуң? – тип һораны унан.
31 – Берәй кеше төшөндөрөп бирмәһә, нисек аңлайым инде? – тип, Филипҡа үҙ янына ултырырға тәҡдим итте.
32 Хәбәш Изге Яҙманың ошо урынын уҡый ине:
«Ул һарыҡ кеүек салырға килтерелде.
Йөнөн ҡырҡыусы алдында
өнһөҙ торған бәрәс һымаҡ,
ауыҙын да асманы.
33 Ул кәмһетелде,
ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ителде.
Уның киләсәк быуындары тураһында кем һөйләр?
Тормошо ерҙән алынды бит».
34 Хәбәш иһә Филиптан:
– Зинһар өсөн, әйт әле, бында пәйғәмбәр кем хаҡында һөйләй? Үҙе хаҡындамы, әллә бүтән берәү тураһындамы? – тип һораны.
35 Филипп уға Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе шул урындан башлап һөйләп бирҙе. 36-37 Ошолай бара торғас, улар ниндәйҙер һыу буйына килеп етте.
– Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? – тине хәбәш[11] .
38 Ул арбаны туҡтатырға ҡушты. Икеһе лә һыуға инде һәм Филипп уны һыуға сумдырып алды. 39 Улар һыуҙан сыҡҡас, Раббы Рухы Филипты алып китте[12] , хәбәш уны бүтәнсә күрмәне, шатланып юлын дауам итте. 40 Филипп иһә Азот ҡалаһында пәйҙә булды. Ул Кесарияға барып еткәнсе ҡалаларҙа Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө.

 

9

 

Раббының Савлды саҡырыуы

 

1 Савлдың иһә Раббының шәкерттәренә ҡарата һарыуы ҡайнап, уларға үлем менән янаны. Ул иң баш руханиҙан 2 шул юлдан барыусы ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡулға алыу һәм Иерусалимға алып килеү вәкәләтен бирә торған хат һорап алды. Хат Дамаск ғибәҙәтханалары өсөн ине.
3 Юлда барғанда, инде Дамаскыға яҡынлашып килгәндә, ҡапыл Савлдың тирә-яғы күктән төшкән яҡтылыҡтан балҡып китте. 4 Ул ергә йығылды һәм:
– Савл, Савл! Ниңә Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.
5 – Һин кем, Әфәнде? – тип һораны Савл.
– Мин – һин эҙәрлекләгән Ғайса, – тип яуап бирҙе тауыш. – 6 Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә кәрәклеге һиңә унда әйтелер.
7 Савл менән бергә булған кешеләр өнһөҙ ҡатып ҡалды. Улар тауышты ишетте, әммә һис кемде күрмәне.
8 Савл ерҙән торҙо, ләкин, күҙҙәре асыҡ булһа ла, бер нәмә лә күрмәне. Шунлыҡтан Дамаскыға уны етәкләп алып килделәр. 9 Өс көн буйы уның күҙҙәре күрмәне, ул ашаманы ла, эсмәне лә.

 

Ананияның Савлды һауыҡтырыуы

 

10 Дамаскыла Анания исемле бер шәкерт бар ине. Ул күргән илаһи күренмештә Раббы:
– Анания! – тип өндәште.
– Эйе, Раббым, – тине ул.
11 – Тор ҙа Тура урам тип аталған урамға бар. Йәһүҙә йәшәгән өйгә инеп, Савл исемле тарслыны һора. Ул әлеге мәлдә доға ҡыла. 12 Савлға илаһи күренмеш килде. Унда Анания исемле берәү уның янына килде лә, Савлдың күҙҙәре йәнә күрә башлаһын өсөн, уға ҡулдарын ҡуйҙы, – тине Раббы.
13 – Раббым! Мин ул кешенең Иерусалимда Һинең изгеләреңә ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар эшләүе тураһында күптәрҙән ишеттем. 14 Һиңә табыныусыларҙың бөтөнөһөн бында ла ҡулға алырға уның баш руханиҙарҙан вәкәләте бар, – тип яуапланы Анания.
15 Әммә Раббы уға:
– Бар, сөнки Мин уны, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылһын өсөн, башҡа халыҡтарға һәм уларҙың батшаларына, шулай уҡ Израиль халҡына Үҙемдең хеҙмәтсем итеп һайланым. 16 Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.
17 Анания, шул йортҡа барып, Савлға ҡулдарын ҡуйҙы. «Савл имандаш! Күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм һине Изге Рух менән һуғарырға тип Раббы – һиңә юлда күренгән Ғайса – мине яныңа ебәрҙе», – тине ул.
18 Шунда уҡ, күҙҙәрен ҡаплап торған тәңкәләргә оҡшаған нимәлер ҡойолоп төшкәндәй, Савл тағы күрә башланы. Ул урынынан торҙо ла һыуға сумдырылыу йолаһын үтте. 19 Ашап алғас, уға йәнә хәл инде.

 

Савлдың Дамаскыла вәғәз һөйләп йөрөүе

 

Савл бер нисә көн шәкерттәр менән бергә Дамаскыла булды.
20 – Ғайса – Алла Улы, – тип һөйләй башланы ул шунда уҡ ғибәҙәтханаларҙа.
21 Уның һөйләгәнен ишеткән барса кеше хайран ҡалып:
– Иерусалимда шул Кешегә табыныусыларҙы юҡ иткән әҙәм түгелме һуң был? Бында ла, уларҙы бығаулап, баш руханиҙарға тапшырырға тип килмәнеме икән ул? – тиештеләр.
22 Ә Савлдың вәғәзләү ҡеүәте артҡандан-артты. Ғайсаның Мәсих икәнлеген иҫбат итеп йөрөп, ул Дамаскыла йәшәүсе йәһүдтәрҙе аптырашҡа һалды.
23 Байтаҡ ваҡыт үткәс, йәһүдтәр уны үлтерергә һүҙ беркетте. 24 Уны үлтереү өсөн, ҡала ҡапҡаларын көнө-төнө күҙәттеләр. Әммә Савл уларҙың был ниәтен белеп алды. 25 Төндә шәкерттәр уны кәрзингә ултыртып, ҡала диуарындағы тишек аша тышҡа төшөрҙө.

 

Савл Иерусалимда

 

26 Савл Иерусалимға килгәс, шәкерттәргә ҡушылырға тырышты, әммә улар барыһы ла, Савлдың Ғайса шәкерте булыуына ышанмайынса, унан ҡурҡтылар. 27 Варнава уны илселәр янына алып барҙы һәм Савлдың юлда Раббыны күреүен, Раббының уға ниҙәр әйтеүен, уның Дамаскыла Ғайса тураһында ҡыйыулыҡ менән вәғәзләүен һөйләп бирҙе.
28 Савл илселәр менән бергә булды һәм бөтөн Иерусалим буйлап Раббы хаҡына шундай уҡ ҡыйыулыҡ менән вәғәзләп йөрөнө. 29 Күп тапҡырҙар грек телле йәһүдтәр менән осрашып һөйләште, бәхәстәр ҡорҙо. Ә улар уны үлтерергә тырышты. 30 Имандаштар был хаҡта белеп ҡалғас, уны Кесарияға оҙатты, ә унан Тарсҡа ебәрҙе.
31 Бөтә Йәһүҙиәлә, Галилеяла һәм Самарияла имандаштар берҙәмлеге өсөн тыныс замандар килде. Берҙәмлек нығынды, Раббыға ҡарата тәрән хөрмәт таралды һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.

 

Энейҙың һауығыуы

 

32 Петр иһә, ҡала артынан ҡалала булғандан һуң, Лиддала йәшәүсе изгеләр янына килде. 33 Унда ул паралич һуғып һигеҙ йыл буйы ауырып ятҡан Эней исемле бер кешене күрҙе.
34 – Эней! Һине Ғайса Мәсих һауыҡтыра. Ятҡан урыныңдан тор ҙа түшәгеңде йүнәтеп һал, – тине уға Петр.
Ул кеше шунда уҡ торҙо. 35 Лиддала һәм Сарон тигеҙлегендә йәшәүсе бар халыҡ, уның һауыҡҡанын күреп, Раббыға инанды.

 

Тавифаны үленән терелтеү

 

36 Иоппия ҡалаһында күп яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән Тавифа (грекса «Доркас»)[13] исемле Ғайсаға инанған бер ҡатын бар ине. 37 Шул көндәрҙә ул ҡатын ауырып китте һәм вафат булды. Уны йыуып, өҫкө ҡаттағы бер бүлмәгә урынлаштырҙылар.
38 Лидда Иоппияға яҡын булғанлыҡтан, шәкерттәр Петрҙың ундалығын ишетте, уның үҙҙәре янына тиҙерәк килеүен үтенеп, ике кешене ебәрҙеләр. 39 Петр тороп, улар менән бергә Иоппияға килде. Уны өҫкө ҡаттағы бүлмәгә алып инделәр. Бөтә тол ҡатындар Петр янына килеп, илай-илай уға Доркас тере сағында теккән күлдәктәрҙе, кейемдәрҙе күрһәттеләр.
40 Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петр тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо:
– Тавифа, тор!
Ҡатын күҙҙәрен асты ла, Петрҙы күргәс, тороп ултырҙы. 41 Петр уны ҡулынан тотоп торғоҙҙо, тол ҡатындарҙы һәм бүтән изгеләрҙе саҡырып, Тавифаны улар ҡаршыһына тере килеш баҫтырып ҡуйҙы.
42 Был хәл бөтә Иоппия халҡына мәғлүм булды һәм күптәр Раббыға инанды. 43 Петр байтаҡ көндәр Иоппияла Симон исемле күн оҫтаһының өйөндә йәшәне.

 

10

 

Йөҙбашы Корнилий

 

1 Кесарияла Италия полкы тип аталған ғәскәрҙә йөҙбашы булып хеҙмәт иткән Корнилий исемле бер кеше бар ине. 2 Ул үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә диндар булып, Алланы ололанылар. Ул йәһүдтәргә күп хәйер-саҙаҡа бирҙе һәм һәр ваҡыт Аллаға ғибәҙәт ҡылды.
3 Бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, Корнилийға ап-асыҡ булып Алланың бер фәрештәһе күренде. Фәрештә уның янына килеп:
– Корнилий! – тип өндәште.
4 Корнилий ҡурҡып китте, уға күҙҙәрен төбәне:
– Нимә, әфәнде?
– Доғаларыңды һәм хәйерҙәреңде ҡорбанға һанап, Алла һине иҫкә алды, – тип яуап бирҙе фәрештә. – 5 Хәҙер Петр тип тә йөрөтөлгән Симонды алып килергә Иоппияға кешеләр ебәр. 6 Ул күн оҫтаһы Симонда ҡунаҡта, ә уның өйө диңгеҙ буйында урынлашҡан.
7 Фәрештә киткәс, Корнилий хеҙмәтселәренең икеһен һәм шәхси ғәскәриҙәре араһынан диндар булған берәүһен саҡырып алды. 8 Һәммәһен аңлатып, уларҙы Иоппияға ебәрҙе.

 

Петр күргән илаһи күренмеш

 

9 Икенсе көндө был кешеләр ҡалаға яҡынлашып килгән мәлдә, көндөҙгө ун икеләр тирәһендә, Петр доға ҡылыр өсөн яҫы түбәле өйҙөң башына менде. 10 Ул асыҡҡайны, ашағыһы килде. Өйҙә табын әҙерләнгән арала, зиһене томаланып, Петрға илаһи күренмеш килде. 11 Ул күктең асылыуын һәм ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмәнең дүрт мөйөшөнән тотоп ергә төшөрөлөүен күрҙе. 12 Уның эсендә ерҙә йәшәгән һәр төрлө дүрт аяҡлы хайуандар, һөйрәлеүселәр һәм ҡоштар бар ине.
13 Ул:
– Тор, Петр, быларҙы һуйып аша, – тигән һүҙҙәр ишетте.
14 Әммә Петр:
– Юҡ, Раббым! Минең бер ҡасан да шаҡшы йәки харам нәмә ашағаным булманы, – тине.
15 Шунда ул йәнә:
– Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама, – тигән тауыш ишетте.
16 Өс тапҡыр шулай ҡабатланды ла туҡыма шунда уҡ күккә күтәрелде. 17 Петр үҙе күргән был илаһи күренмештең ни аңлатҡанын уйлап, аптырап торған арала, Корнилий ебәргән кешеләр Симондың өйөн эҙләп табып, ҡапҡа төбөнә барып баҫтылар:
18 – Петр тип тә йөрөтөлгән Симон бында туҡталдымы? – тип ҡысҡырҙылар.
19 Үҙенә килгән илаһи күренмеш тураһында уйланып торғанда, Рух Петрға:
– Һине өс кеше эҙләй. 20 Төш тә, һис тә шикләнмәйенсә, улар менән бар. Уларҙы Мин ебәрҙем, – тине.
21 Петр Корнилий ебәргән кешеләр янына төштө:
– Һеҙ эҙләгән кеше – мин. Ниндәй эш менән килдегеҙ?
22 – Беҙҙе тәҡүә һәм Алланы ололаусы, бөтөн йәһүд халҡы алдында хөрмәтле булған йөҙбашы Корнилий ебәрҙе. Ул изге фәрештәнән һине үҙ өйөнә саҡырырға һәм һин һөйләйәсәк һүҙҙәрҙе тыңларға бойороҡ алды, – тине улар.

 

Петр менән Корнилийҙың осрашыуы

 

23 Петр был кешеләрҙе алып инеп ҡунаҡ итте. Ә иртәгеһен улар менән бергә китте, Иоппиянан булған ҡайһы бер имандаштар ҙа уларға эйәрҙе. 24 Икенсе көндө Кесарияға килеп еттеләр. Корнилий иһә, үҙенең туғандарын һәм яҡын дуҫтарын йыйып, уларҙы көтөп тора ине. 25 Петр ихатаға ингәндә Корнилий ҡаршы сыҡты һәм уның аяҡтарына йығылды.
26 – Тор, мин дә кеше бит, – тип Петр уны торғоҙҙо.
27 Улар һөйләшә-һөйләшә өйгә инде. Петр унда күп кеше йыйылғанын күреп:
28 – Һеҙ, әлбиттә, йәһүдкә башҡа халыҡ кешеләре менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә рөхсәт ителмәгәнен беләһегеҙ. Әммә Алла миңә бер кемде лә шаҡшы йәки харам тип иҫәпләмәҫкә кәрәклеген күрһәтте. 29 Шунлыҡтан, һеҙ мине саҡырыу менән, һис һүҙһеҙ янығыҙға килдем. Инде әйтегеҙ: мине ни өсөн саҡырттығыҙ? – тине.
30 – Өс көн элек ошо ваҡытта, сәғәт өстә үҙ өйөмдә доға ҡыла инем, – тине Корнилий. – Ҡапыл алдымда аҡһыл-ялтырауыҡ кейем кейгән бер кеше пәйҙә булды 31 һәм миңә: «Корнилий, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды. 32 Иоппиянан Петр тип тә йөрөтөлгән Симонды алып килергә кешеләр ебәр. Ул хәҙер диңгеҙ буйында йәшәгән күн оҫтаһы Симондың өйөндә ҡунаҡта», – тине. 33 Мин шунда уҡ һиңә кешеләр ебәрҙем, һәм һин килеп яҡшы эшләнең. Хәҙер беҙ һәммәбеҙ, Раббы һиңә һөйләргә ҡушҡан һүҙҙәрҙе тыңлар өсөн, Алла алдында торабыҙ.

 

Корнилийҙың өйөндә Петрҙың вәғәз һөйләүе

 

34 – Алланың кеше айырмауын мин хәҙер ысынлап та аңлайым, – тип һүҙен башланы Петр. – 35 Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай. 36 Алла, Ғайса Мәсих килтергән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Израиль халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – һәммәбеҙҙең Хужаһы. 37 Яхъя, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ, тип иғлан иткәндән һуң, Галилеянан башлап бөтөн Йәһүҙиәлә ниҙәр булғанын һеҙ беләһегеҙ: 38 Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды. 39 Беҙ йәһүдтәр илендә һәм Иерусалимда Ул ҡылған барса эштәрҙең шаһиты. Уны ағас бағанаға аҫып үлтерҙеләр, 40 ә өсөнсө көндә Алла Уны терелтеп торғоҙҙо. 41 Үҙ ихтыяры буйынса, Ғайсаны бөтә халыҡҡа түгел, ә Үҙе алдан уҡ һайлаған шаһиттарына күрһәтте. Ул шаһиттар – беҙ, Ғайса үленән терелеп торғандан һуң Уның менән бергә ашаған-эскән кешеләр. 42 Ғайса тереләргә һәм үлеләргә Алла тарафынан билдәләп ҡуйылған Хөкөмдар. Ул беҙгә ошо хаҡта халыҡҡа вәғәз әйтергә һәм шаһитлыҡ ҡылырға бойороҡ бирҙе. 43 Барса пәйғәмбәрҙәр, Уға инанған һәр кемдең Уның арҡылы гонаһтары кисереләсәк, тип Уның тураһында һөйләнеләр, – тине Петр.

 

Мәжүсиҙәргә Изге Рух бирелеү

 

44 Петр нотоғон һөйләгән ваҡытта уҡ тыңлаусыларға Изге Рух инде. 45 Петр менән бергә килгән сөннәтле иман тотоусылар Изге Рухтың мәжүсиҙәргә лә бирелеүенә бик ғәжәпләнде. 46 Улар бүтән телдәрҙә Алланы ололап маҡтағандарын ишетте. Шул ваҡыт Петр:
47 – Был кешеләргә, беҙҙең кеүек үк, Изге Рух бирелде. Шуға күрә уларҙы һыуға сумдырыуҙан кем тыя алыр? – тине.
48 Ул уларҙы Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырырға ҡушты. Шунан һуң Петрҙың үҙҙәре янында бер нисә көнгә ҡалыуын үтенделәр.

 

11

 

Иерусалимда Петрҙың аҡланыуы

 

1 Илселәр һәм Йәһүҙиә буйлап йәшәгән иман тотоусылар башҡа халыҡтарҙың да Алла һүҙен ҡабул иткәнен ишетте. 2-3 Петр Иерусалимға килгәс, сөннәтле иман тотоусылар уны:
– Һин сөннәтһеҙ кешеләр янына инеп, улар менән бергә ашағанһың, – тип әрләнеләр.
4 Петр уларға эҙмә-эҙлекле аңлатып бирҙе:
5 – Мин Иоппия ҡалаһында доға ҡыла инем һәм, зиһенем томаланып, миңә илаһи күренмеш килде: ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмә дүрт мөйөшөнән тотолған килеш күктән минең яныма төшөрөлдө. 6 Эсенә диҡҡәт менән ҡарағас, унда ерҙә йәшәүсе дүрт аяҡлы хайуандарҙы, йәнлектәрҙе, һөйрәлеүселәрҙе һәм ҡоштарҙы күрҙем. 7 Шунан һуң: «Тор, Петр, быларҙы һуй ҙа аша», – тигән тауыш ишеттем. 8 «Юҡ, Раббым! Бер ҡасан да минең ауыҙыма шаҡшы йәки харам нәмәнең ингәне юҡ», – тинем мин. 9 Күктән килгән ауаз миңә икенсе тапҡыр: «Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама», – тине. 10 Был һүҙҙәр өс тапҡыр ҡабатланғандан һуң бөтөнөһө йәнә күккә тартып алынды.
11 Нәҡ шул саҡта мин торған йорт алдына Кесариянан яныма ебәрелгән өс кеше килеп баҫты. 12 Изге Рух миңә, һис тә шикләнмәйенсә улар менән бар, тине. Әле янымда торған бынау алты имандаш та минең менән бергә китте. Беҙ уның өйөнә барып индек. 13 Ул нисек итеп үҙ өйөндә фәрештәне күреүе хаҡында һөйләне. Фәрештә уға: «Петр тип тә йөрөтөлгән Симонды саҡырыу өсөн Иоппияға кешеләр ебәр. 14 Ул һиңә һөйләгән һүҙҙәр аша һин үҙең дә, бөтөн йортоң да ҡотоласаҡһығыҙ», – тип әйткән.
15 Мин һөйләй башлағас, тәүҙә беҙгә ингән кеүек, уларға ла Изге Рух инде. 16 Шул ваҡыт мин Раббының: «Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырҙы, ә һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ», – тигән һүҙҙәрен хәтергә төшөрҙөм. 17 Шулай итеп, әгәр ҙә беҙ Раббы Ғайса Мәсихкә инанғас, беҙгә биргән бүләкте Алла уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға мин кем? – тине Петр.
18 Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды һәм Алланы данлап:
– Тимәк, тормош бирә торған тәүбә итеү юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тине.

 

Антиохияла имандаштар берҙәмлеге

 

19 Стефандың үлеменән һуң булған эҙәрлекләүҙәр һөҙөмтәһендә таралышҡан иман тотоусылар, йәһүдтәр алдында ғына вәғәз һөйләп, Финикия өлкәһенә, Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем барып етте. 20 Әммә улар араһындағы ҡайһы бер Кипр һәм Киринея кешеләре, Антиохияға килгәс, башҡа халыҡ кешеләренә лә Раббы Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткерҙе. 21 Раббының көсө улар менән булды һәм бик күптәр инанып Раббыға табан боролдо.
22 Был туралағы хәбәр Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлегенә барып етте. Варнаваны Антиохияға ебәрҙеләр. 23 Антиохияға килгәс, ул Алла мәрхәмәтенең емештәрен күреп шатланды һәм ундағы кешеләрҙе Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне. 24 Варнава Изге Рух һәм иман менән тулы изгелекле кеше ине, күптәр Раббыға инанып, иман юлындағылар төркөмөнә ҡушылды.
25 Шунан һуң Варнава Савлды эҙләп Тарсҡа барҙы, уны табып 26 Антиохияға алып килде. Улар, бер йыл буйы имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәтте. Шәкерттәрҙе мәсихселәр[14] тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында исемләй башланылар.
27 Шул көндәрҙә Антиохияға Иерусалимдан пәйғәмбәрҙәр килде. 28 Уларҙың Агав исемле береһе тороп баҫты һәм, Рух арҡылы алдан күреүенә таянып, бөтөн донъя буйлап ҙур аслыҡ буласағын әйтте (Ул аслыҡ ҡайсар[15] Клавдий заманында булды). 29 Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһенең хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәүсе имандаштарына ярҙам ебәрергә булды. 30 Шулай эшләнеләр ҙә: йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә алып барып тапшырырға Варнава менән Савлды ебәрҙеләр.

 

12

 

Петрҙың ҡулға алыныуы һәм азат ителеүе

 

1 Шул ваҡыттарҙа Ирод батша[16] имандаштар берҙәмлегендәге ҡайһы бер кешеләрҙе эҙәрлекләй башланы. 2 Яхъяның ағаһы Яҡубты ҡылыс менән сабып үлтертте. 3 Был эштең йәһүдтәргә оҡшауын күреп, Петрҙы ла ҡулға алды – ул ваҡытта Сөсө күмәс байрамы көндәре ине – 4 уны төрмәгә ултыртты һәм, Ҡотҡарылыу байрамынан һуң халыҡ алдына сығарырға уйлап, дүртәр ғәскәриҙән торған дүрт төркөмгә уны һаҡларға әмер бирҙе. 5 Петр төрмәлә һаҡ аҫтында булған ваҡытта имандаштар берҙәмлегендә уның өсөн Аллаға бик тырышып доға ҡылдылар.
6 Ирод Петрҙы хөкөм алдына сығарырға теләгән көндөң төнөндә Петр, ике бығау менән бығауланған хәлдә ике ғәскәри уртаһында йоҡлап ята ине. Ә ишек янында ҡарауылсылар һаҡта торҙо. 7 Ҡапыл Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булды һәм бүлмә эсе яҡтырып китте. Фәрештә Петрҙы төртөп уятты:
– Тора һал!
Шул ваҡыт Петрҙың ҡулдарынан бығауҙары шыуып төштө.
8 – Билеңде быу ҙа аяғыңа кей, – тине фәрештә.
Ул шулай эшләне.
– Өҫтөңә кей ҙә миңә эйәр, – тине фәрештә.
9 Петр, фәрештә ҡылған был эштәрҙең ысынбарлыҡта булыуын да аңламайынса, сығып уның артынан китте. Илаһи күренмеш күрәмдер, тип уйланы ул. 10 Беренсе һәм икенсе һаҡсыны үтеп, ҡалаға сыға торған тимер ҡапҡа янына килделәр. Ҡапҡа үҙенән-үҙе асылды, улар урамға сыҡты, урам буйлап әҙерәк барғас, ҡапыл фәрештә уның бер үҙен ҡалдырҙы.
11 Шул ваҡыт Петр иҫенә килде:
– Хәҙер мин ысынлап та беләм: Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәргән. Ул мине Ирод ҡулынан һәм йәһүд халҡы күрергә теләгән язанан ҡотҡарҙы, – тип уйланы.
12 Бөтәһен дә аңлағас, ул Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяның әсәһе Мәрйәм йортона килде. Унда йыйылған кешеләр доға ҡыла ине. 13 Петрҙың ҡапҡа шаҡыуына Рода исемле хеҙмәтсе ҡыҙ килеп сыҡты. 14 Петрҙы тауышынан танығас ул, шатлығынан ишекте асырға ла онотоп йүгереп инеп китте, йорттағыларға Петрҙың ишек төбөндә тороуын хәбәр итте.
15 – Һин үҙ аҡылыңдамы! – тинеләр уға.
Әммә ҡыҙ үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. Ә тегеләр:
– Ул уның фәрештәһелер[17] , – тине.
16 Петр иһә һаман шаҡыны. Ишекте асҡас, уны күреп хайран ҡалдылар. 17 Ул тауышланмаҫҡа ҡушып ҡулы менән ишара яһаны һәм Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе.
– Был хаҡта Яҡубҡа ла, бөтә имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине ул.
Шунан һуң Петр башҡа урынға китте.
18 Көн тыуғас, Петр менән ни булды икән, тип ғәскәриҙәр борсола башланы. 19 Ирод иһә, уны эҙләтеп тә таптыра алмағас, һаҡсыларҙан һорау алды һәм уларҙы үлтерергә әмер бирҙе.

 

Ирод батшаның үлеме

 

Бынан аҙаҡ Ирод Йәһүҙиәнән Кесарияға китте һәм шунда ҡалды. 20 Ул Тир һәм Сидон ҡалаларында йәшәүселәргә бик асыулы ине. Тегеләр иһә, үҙ-ара һүҙ беркетеп, уның алдына вәкилдәр ебәрҙеләр һәм, батша һарайына идара иткән Власты үҙ тарафтарына ауҙарып, килешеү төҙөргә өндәнеләр, сөнки уларҙың өлкәһе батша өлкәһенән туйына ине. 21 Билдәләнгән көндө Ирод, батша кейемдәре кейеп, хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм улар алдында нотоҡ тотто. 22 Ә халыҡ уның һүҙен хуплап:
– Был тауыш – кеше тауышы түгел, был – илаһ тауышы, – тип ҡысҡырҙы.
23 Аллаға тәғәйен дан-шөһрәтте бирмәгән өсөн, Раббының бер фәрештәһе ҡапыл Иродҡа килтереп һуҡты. Бер нисә көндән һуң Ирод ҡортлап үлеп ҡалды.
24 Алла һүҙе иһә киң таралды һәм уны ҡабул итеүселәрҙең һаны артҡандан-артты. 25 Ә Варнава менән Савл, Иерусалимда тапшырылған эште башҡарғас, Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла алып, Антиохияға ҡайттылар.

 

13

 

Варнава менән Савлға изге хеҙмәт йөкмәтелеү

 

1 Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә Варнава, Симон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Киринеянан Луций, өлкә идарасыһы Ирод менән бергә тәрбиәләнгән Манаил һәм Савл исемле пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине. 2 Улар Раббыға хеҙмәт иткән һәм ураҙа тотҡан ваҡытта, Изге Рух:
– Хеҙмәтемде башҡарыу өсөн Үҙем һайлап алған Варнава менән Савлды Миңә бирегеҙ, – тине.
3 Доға ҡылып, ураҙа тотҡандан һуң, Варнава менән Савлдың баштарына ҡулдарын ҡуйып, уларҙы оҙатып ебәрҙеләр.

 

Илселәр Кипрҙа

 

4 Изге Рух тарафынан ебәрелгән Варнава һәм Савл Селевкия ҡалаһына килде, унан һыу юлы менән Кипр утрауына киттеләр. 5 Утрауҙағы Саламин ҡалаһына килгәс, йәһүдтәрҙең ғибәҙәтханаларында Алла һүҙен вәғәзләнеләр. Улар менән бергә ярҙамсы сифатында Яхъя ла бар ине. 6 Бөтә утрауҙы үтеп, улар Паф ҡалаһына килде. Унда сихырсы һәм ялған пәйғәмбәр Бариисус исемле йәһүд кешеһенә тап булдылар. 7 Ул өлкә башлығы Сергий Павел янында ине. Сергий Павел аҡыллы кеше ине, ул, Алла һүҙен тыңларға теләп, Варнава менән Савлды үҙ һарайына саҡырҙы. 8 Ә Елима (был Бариисустың икенсе исеме – «сихырсы»), өлкә башлығының иманға килеүенә аяҡ салырға тырышып, уларға ҡаршы торҙо. 9 Әммә Изге Рух менән һуғарылған Савл, уны Павел тип тә атайҙар, Елимаға туп-тура ҡарап:
10 – Һинең эсең тулы ялған һәм мәкер. Һин – Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. – 11 Әле Раббының ҡулы һинең өҫтөңдә: һин һуҡыраясаҡһың һәм Алла билдәләгән бер ваҡытҡаса ҡояшты күрмәйәсәкһең.
Шунда уҡ Бариисусты томан һәм ҡараңғылыҡ ҡаплап алды, һәм ул, берәйһе етәкләмәҫме икән тип, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа табан атланы.
12 Өлкә башлығы, был хәлде күреп, Раббы тураһындағы тәғлимәттең ҡөҙрәтенә таң ҡалды һәм Раббыға инанды.

 

Павелдың Писидия өлкәһендәге Антиохияла сығышы

 

13 Павел һәм уның менән бергә булғандар, Пафтан китеп, һыу юлы менән Памфилия өлкәһендәге Пергия ҡалаһына килде. Яхъя уларҙан айырылып Иерусалимға ҡайтты, 14 ә бүтәндәре Пергиянан Писидия өлкәһендәге Антиохияға килде.
Шәмбе көндө улар ғибәҙәтханаға инеп ултырҙы. 15 Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша:
– Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәт һүҙегеҙ булһа, әйтегеҙ, – тинеләр.
16 Павел, ҡулы менән ишара яһап, һүҙ башланы:
– Израилдәр һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр, тыңлағыҙ! 17 Был халыҡтың – Израилдең Аллаһы беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы һайлап алған һәм был халыҡ Мысыр ерендә булған саҡта уның һанын арттырған, Үҙенең ҡөҙрәте менән уларҙы Мысырҙан сығарған. 18 Сүлдә ваҡыттарында, ҡырҡ йыл самаһы, Ул уларға ҡарата түҙемлек һаҡлаған. 19 Ханаан ерендә ете халыҡты юҡ иттергәндән һуң, шул ерҙе Израиль халҡына мираҫ итеп биргән. 20 Шулай дүрт йөҙ илле йыл үткән. Шунан һуң, Самуил пәйғәмбәр йәшәгән осорға тиклем, уларға хөкөмдарҙар биреп торған. 21 Шунан улар батша һораған һәм Алла Вениамин нәҫеленән булған Кис улы Саулды биргән. Ул ҡырҡ йыл идара иткән. 22 Уны тәхеттән төшөргәс, батша итеп Дауытты ҡуйған һәм уның хаҡында: «Мин күңелемә оҡшаған бер ирҙе, Иессей улы Дауытты таптым. Ул Мин теләгән һәр эште башҡарасаҡ», – тигән.
23 Үҙенең вәғәҙәһе буйынса, Алла Дауыт нәҫеленән Израилгә Ҡотҡарыусы Ғайсаны бирҙе. 24 Ҡотҡарыусы килерҙән алда Яхъя, тәүбәгә килеү билдәһе булған һыуға сумдырылыу йолаһын үтәргә өндәп, бөтә Израиль халҡына вәғәз һөйләне. 25 Үҙ хеҙмәтенең аҙағында Яхъя: «Һеҙ мине кем тип уйланығыҙ? Мин Ул түгел, Минең арттан Берәү килә, мин Уның аяҡ кейеменең бауын сисергә лә лайыҡлы түгелмен», – тине.
26 – Туғандар! – тип дауам итте һүҙен Павел. – Ибраһим нәҫеленең балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде. 27 Иерусалимда йәшәүселәр һәм уларҙың башлыҡтары Мәсихте таныманы, Уны хөкөм итеп, пәйғәмбәрҙәрҙең һәр шәмбе уҡыла торған һүҙҙәрен ғәмәлгә ашырҙы. 28 Уның үлемгә дусар итерлек һис бер ғәйебен тапмаһалар ҙа, Пилаттан ҡәтғи рәүештә Уны үлтереүҙе һоранылар. 29 Уның хаҡында Изге Яҙмала яҙылғандарҙың бөтәһе лә тормошҡа ашҡас, Уны арҡысаҡтан төшөрөп, ҡәбергә һалдылар. 30 Әммә Алла Уны үленән терелтте. 31 Ул Үҙе менән Галилеянан Иерусалимға килгән кешеләргә күп көндәр дауамында күренде. Хәҙер ул кешеләр – халыҡ алдында Уның шаһиттары.
32-33 Беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек: Алла Ғайсаны терелтеп торғоҙоуы менән, аталарыбыҙға биргән вәғәҙәне беҙҙең өсөн, йәғни уларҙың балалары өсөн, ғәмәлгә ашырҙы. Был Зәбур китабының икенсе мәҙхиәһендә яҙылғанса булды:
«Һин – Минең Улым,
бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым».
34 Тәнен серетмәйенсә Уны үленән терелтеп торғоҙоуы тураһында иһә былай тигән:
«Дауытҡа бирелгән изге һәм ышаныслы вәғәҙәне
һеҙҙең өсөн тормошҡа ашырасаҡмын».
35 Һәм бүтән бер урында ла:
«Үҙ Изгеңдең тәнен
серетмәҫһең», –
тип яҙылған.
36 Үҙ дәүерендә Алла ихтыяры буйынса хеҙмәт итеп йәшәгән Дауыт иһә вафат булды һәм үҙенең аталары янына ерләнде. Уның тәне серене. 37 Ә Алла терелтеп торғоҙған Зат серемәне.
38-39 Шулай итеп, туғандар, һеҙгә мәғлүм булһын! – тип һүҙен дауам итте Павел. – Ғайса аша һеҙгә гонаһтарығыҙҙың кисерелеүе хаҡында иғлан ителә. Муса ҡануны тормошҡа ашыра алмағанды Ғайса атҡарҙы: Уға инанған һәр кем Уның аша Алла тарафынан аҡланыр. 40 Һаҡ булығыҙ, пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәре һеҙгә ҡарата әйтелгән булып сыҡмаһын. Пәйғәмбәрҙәр әйткән:
41 «Тәкәбберҙәр, ҡарағыҙ!
Таң ҡалығыҙ һәм юҡ булығыҙ.
Һеҙ йәшәгән көндәрҙә
Мин бер эш башҡарырмын.
Ул эш тураһында
һеҙгә һөйләһәләр ҙә,
бер ҡасан да ышанмаҫ инегеҙ».
42 Павел менән Варнава ғибәҙәтхананан сыҡҡанда, кешеләр:
– Киләһе шәмбелә лә ошо хаҡта һөйләгеҙ әле, – тинеләр.
43 Йыйылыш таралғандан һуң күп йәһүдтәр һәм йәһүд диненә күскән диндар кешеләр Павел менән Варнава артынан барҙы. Илселәр, улар менән әңгәмә ҡороп, уларҙы Алла мәрхәмәтендә ҡалырға өгөтләне.
44 Икенсе шәмбелә бөтә ҡала тиерлек Раббы һүҙен тыңларға йыйылды. 45 Ә йәһүдтәр халыҡтың күплеген күреп көнләште һәм Павелдың һүҙҙәренә ҡаршы әсе телләште. 46 Ә Павел менән Варнава ҡыйыу рәүештә:
– Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙе мәңгелек тормошҡа лайыҡһыҙ итеп күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға боролабыҙ. 47 Раббы бит беҙгә:
«Ҡотолоу Һинең аша
ерҙең бөтә сиктәренә тиклем килһен тип,
Мин Һине башҡа халыҡтарға
яҡтылыҡ итеп ҡуйҙым», –
тигән әмер бирҙе.
48 Мәжүсиҙәр Павел менән Варнава әйткән һүҙҙәрҙе ишетеп ҡыуанды һәм Раббы һүҙен данланы. Мәңгелек тормош өсөн һайлап алынғандарҙың барыһы ла иманға килде.
49 Раббы һүҙе шул тирәләге барса ерҙәргә таралды.
50 Әммә йәһүдтәр, мәшһүр ғаиләләрҙән булған диндар ҡатындарҙы һәм ҡаланың етәксе кешеләрен Павел менән Варнаваға ҡаршы ҡотортоп, уларҙы эҙәрлекләне, үҙ ерҙәренән ҡыуҙыртты. 51 Павел менән Варнава иһә, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарындағы туҙанды ҡағып төшөрҙө[18] һәм Икония ҡалаһына китте.
52 Ә шәкерттәрҙең күңеле ҡыуаныс һәм Изге Рух менән тулы ине.

 

14

 

Павел менән Варнава Икония ҡалаһында

 

1 Иконияла Павел менән Варнава, ғәҙәттәгесә, йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына инде. Уларҙың тәьҫирле итеп һөйләүенән бик күп йәһүдтәр һәм башҡа халыҡ кешеләре Раббыға инанды. 2 Ә Уға инанмаған йәһүдтәр, йәһүд булмағандарҙы иман тотоусыларға ҡаршы ҡотортоп, уларға ҡарата асыу һеңдерҙе. 3 Павел менән Варнава унда шаҡтай оҙаҡ ваҡыт булды. Раббы тураһында тәүәккәллек менән вәғәзләнеләр һәм Раббы, Үҙенең мәрхәмәте хаҡындағы хәбәрҙе раҫлап, уларҙың ҡулы менән хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды. 4 Ҡала халҡы икегә бүленде: бер өлөшө йәһүдтәр, икенселәре илселәр яғында булды. 5 Ахырҙа йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр, үҙҙәренең башлыҡтары менән бергә илселәргә ташланып, уларҙы таш менән бәреп үлтерергә ниәтләне. 6 Илселәр, был хаҡта ишеткәс, Ликаония өлкәһенә ҡасып китте. Ундағы Листра, Дервия ҡалаларында һәм шул тирәләге ерҙәрҙә 7 халыҡҡа Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙәрен дауам иттеләр.

 

Листра ҡалаһында булған хәлдәр

 

8 Листра ҡалаһында аяҡтары йөрөмәгән бер кеше бар ине. Ул, тыумыштан уҡ ғәрип булып, бер ҡасан да атлай алмаған. 9 Ул да Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе тыңлап ултырҙы. Павел уға туп-тура ҡараны ла, ғәриптең шифа аласағына ышанысы барлығын күреп, көслө тауыш менән:
10 – Аяҡтарыңа тура баҫ, – тип әйтте.
Теге һикереп торҙо ла йөрөй башланы. 11 Халыҡ иһә, Павелдың ни ҡылғанын күреп, ликаон телендә:
– Беҙҙең яныбыҙға кеше ҡиәфәтендә илаһтар инде! – тип ҡысҡыра башланы.
12 Варнаваны гректар аллаһы Зевс тип, ә Павелды Гермес[19] тип атанылар, сөнки башлыса ул һөйләй ине. 13 Ҡала ситендә урынлашҡан Зевс ғибәҙәтханаһының ҡаһины[20] иһә, ҡапҡа алдына үгеҙҙәр алып килеп һәм сәскә бәйләмдәре килтереп, халыҡ менән бергә ҡорбан килтерергә теләне.
14 Илселәр, был хаҡта белеп ҡалғас, өҫтәрендәге кейемдәрен йыртып ебәреп халыҡ араһына йүгереп килеп инделәр һәм бар тауыштарына:
15 – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тип ҡысҡырҙылар. – Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек үк кешеләр! Һеҙҙе был файҙаһыҙ илаһтарығыҙҙан арындырыу, күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы һәр нәмәне яратҡан мәңге тере Аллаға табан бороу өсөн беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр тураһында һөйләйбеҙ. 16 Уҙған быуындарҙа Ул бөтә халыҡтарға үҙ юлдарынан барырға ирек бирҙе. 17 Әммә, яҡшылыҡтар ҡылып, Үҙен күрһәтеп торҙо: ваҡытында күктәрҙән ямғыр яуҙырып, мул уңыш биреп, һеҙҙе ризыҡ менән тәьмин итте һәм йөрәктәрегеҙҙе ҡыуаныс менән тултырҙы.
18 Ошо һүҙҙәр менән дә улар көскә-көскә генә халыҡты үҙҙәренә ҡорбан килтермәҫкә күндерә алды.

 

Сүриә Антиохияһына ҡайтыу

 

19 Антиохиянан һәм Икониянан килгән ҡайһы бер йәһүдтәр, халыҡты илселәргә ҡаршы ҡотортоп, Павелға таш бәрә башланы һәм, үлде тип уйлап, уны ҡала ситенә сығарып ташланы. 20 Янына шәкерттәр йыйылғас, ул торҙо ла ҡалаға китте.
Икенсе көндө Павел менән Варнава Дервия ҡалаһына юл тотто. 21 Унда Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп байтаҡ кешене шәкерт иттеләр. Ҡайтҡанда Листра, Икония һәм Антиохия ҡалалары аша уҙҙылар. 22 Шәкерттәрҙең рухын күтәреп, иманда ныҡ торорға өндәнеләр.
– Алла Батшалығына инеү күп михнәттәр аша буласаҡ, – тине улар.
23 Һәр берҙәмлектә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре лә инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар.
24 Бынан аҙаҡ улар, Писидия аша үтеп, Памфилияға килде. 25 Пергияла Алла һүҙен бәйән иткәс, Атталия ҡалаһына йүнәлделәр. 26 Атталиянан һыу юлы менән Антиохияға киттеләр. Ошо ҡалала Павел менән Варнава, үҙҙәренә тәғәйенләнгән эште атҡарыу өсөн, Алланың мәрхәмәтенә тапшырылғайны. 27 Улар, Антиохияға ҡайтып еткәс, имандаштар берҙәмлеген йыйып, Алланың үҙҙәре аша ниҙәр ҡылғанын, Уның йәһүд булмағандарға иман ишеген асҡанын – бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр. 28 Павел менән Варнава шәкерттәр янында шаҡтай оҙаҡ ваҡытҡа туҡталды.

 

15

 

Иерусалимда илселәр йыйылышы

 

1 Йәһүҙиәнән Антиохияға килгән ниндәйҙер кешеләр иман тотоусыларҙы:
– Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы.
2 Павел һәм Варнава теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Павел менән Варнаваны һәм тағы бер нисә кешене, был мәсьәләне асыҡлау өсөн, Иерусалимға илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре янына ебәрергә булдылар.
3 Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Финикия һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты. 4 Иерусалимға килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Павел менән Варнава уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе. 5 Шунан һуң фарисейҙар араһынан иманға килгән ҡайһы берәүҙәр урындарынан тороп:
– Йәһүд булмағандарҙы сөннәткә ултыртырға һәм уларҙан Муса ҡанунын тотоуҙы талап итергә кәрәк, – тинеләр.
6 Был мәсьәләне тикшереү өсөн илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре бергә йыйылды. 7 Оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң Петр урынынан тороп:
– Имандаштар! – тип һүҙ башланы. – Йәһүд булмаған халыҡтар Һөйөнөслө Хәбәрҙе минән ишетеп иманға килһен өсөн, Алла мине һеҙҙең арағыҙҙан күптән инде һайлағанын беләһегеҙ. 8 Кеше күңелен белеп торған Алла, беҙгә биргән кеүек уларға ла Изге Рухты биреп, уларҙы ҡабул итеүен күрһәтте. 9 Улар менән беҙҙең арала бер ниндәй ҙә айырма ҡалдырмайынса, йөрәктәрен иман аша сафландырҙы. 10 Шулай булғас, беҙҙең аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ? 11 Ә бит беҙ ҙә, улар кеүек үк, Раббы Ғайса мәрхәмәте аша ҡотолоуыбыҙға ышанабыҙ.
12 Бөтә йыйылыш тынып ҡалды. Варнава менән Павел үҙҙәре аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне, халыҡ уларҙы тыңланы. 13 Улар һөйләп бөткәс, Яҡуб һүҙ алды:
– Имандаштар, мине тыңлағыҙ! 14 Алланың йәһүд булмаған халыҡтар тураһында хәстәрлек күрһәтә башлап, улар араһынан Үҙ халҡын булдырыуы тураһында Симон һөйләне. 15 Пәйғәмбәрҙәрҙең Изге Яҙмала яҙған һүҙҙәре лә быға тап килә:
16-17 «Шунан һуң, – тигән Раббы, –
Минеке булырға саҡырған
барлыҡ халыҡтар һәм ҡалған кешеләр
Миңә табан боролһон тип,
элеккене ҡайтарырмын.
Дауыттың емерелгән йортон
яңынан тергеҙермен,
емереклектән торғоҙоп,
уны яңыртырмын».
Шулай тип әйтә Раббы!
18 Ул борондан билдәле булған
ошо эштәрҙе ҡыла.
19 Шуға күрә башҡа халыҡтар араһынан Аллаға табан боролоусыларға ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫҡа, 20 ә ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелеп хур ителгән нәмәләрҙән, енси аҙғынлыҡтан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙырға кәрәк, минеңсә. 21 Сөнки элек-электән Муса ҡануны һәр ҡалала вәғәз ителә, һәр шәмбе һайын ғибәҙәтханала уҡыла, – тине Яҡуб.

 

Йәһүд булмағандарға яуап

 

22 Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Павел һәм Варнаваға эйәртеп Антиохияға ебәрергә ҡарар ҡылды. Бының өсөн иман тотоусыларға етәкселек итеүсе Варсава тип тә аталған Йәһүҙәне һәм Силаны һайланылар, 23 улар аша ошондай хат ебәрҙеләр:
«Илселәрҙән, берҙәмлек өлкәндәренән – Антиохиялағы, Сүриәләге һәм Киликиялағы бүтән халыҡтарҙан булған имандаштарға сәләм.
24 Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр, уларға шундай эште йөкмәтмәгән булһаҡ та, һеҙҙе борсоғандар һәм күңелегеҙҙе тынысһыҙлағандар, тип ишеттек. 25-26 Шунлыҡтан беҙ, барыбыҙҙың ризалығы буйынса, бер нисә кешене һайларға һәм уларҙы һеҙҙең янға ебәрергә тигән фекергә килдек. Улар һеҙҙең янға үҙ ғүмерҙәрен Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә бағышлаған, яратҡан имандаштарыбыҙ Варнава һәм Павел менән бергә барыр. 27 Улар, Йәһүҙә менән Сила, һеҙгә был хатта яҙылғандарҙы телдән аңлатып бирер.
28 Изге Рух ихтыяры менән беҙ шундай ҡарарға килдек: хәҙер яҙыласаҡ талаптарҙан башҡа һеҙҙең өҫкә һис ниндәй йөк һалынмаясаҡ. 29 Ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ. Үҙегеҙҙе ошо эштәрҙән һаҡлаһағыҙ, бик яҡшы булыр.
Иҫән-һау булығыҙ!»
30 Шулай итеп, ебәрелгән кешеләр Антиохияға килде һәм, берҙәмлекте йыйып, хатты тапшырҙы. 31 Хатты уҡығас, бөтәһе лә был йыуаныслы хәбәргә ҡыуанды. 32 Йәһүҙә менән Сила, үҙҙәре лә пәйғәмбәр булараҡ, бик күп һүҙҙәр менән өгөтләп, имандаштарҙың рухын нығытты. 33-34 Йәһүҙә менән Сила Антиохияла күпмелер ваҡыт булғас, имандаштар уларҙы именлек теләп Иерусалимға, үҙҙәрен ебәргән кешеләр янына оҙатты[21] . 35 Павел менән Варнава иһә Антиохияла ҡалды. Улар күп кешеләрҙе бергә йыйып, Раббы һүҙен өйрәтте, вәғәз уҡыны.

 

Павел менән Варнаваның юлдары айырылыуы

 

36 Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Павел Варнаваға, үҙҙәре Раббы һүҙен вәғәзләп йөрөгән барса ҡалаларҙағы имандаштар янына барып, уларҙың хәлен белергә тәҡдим итте. 37 Варнава Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла үҙҙәре менән алырға теләне. 38 Әммә Павел тапшырылған эшен теүәлләмәйенсә уларҙан айырылып Памфилияла тороп ҡалған Яхъяны алырға ризалашманы. 39 Павел менән Варнава араһында етди ризаһыҙлыҡ тыуҙы һәм улар икеһе ике яҡҡа китергә булды: Варнава Маркты алып һыу юлы менән Кипрға китте. 40 Ә Павел үҙенә Силаны һайланы һәм, имандаштар Павелды Раббы мәрхәмәтенә тапшырғандан һуң, юлға сыҡты, 41 берҙәмлектәрҙе нығытып, Сүриә һәм Киликия өлкәләре аша үтте.

 

16

 

Тимофейҙың Павелды оҙатып барыуы

 

1 Шунан һуң Павел Дервияға, ә унан Листраға барып етте. Унда Тимофей исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине. 2 Листралағы һәм Икониялағы иман тотоусылар Тимофей тураһында яҡшы һүҙҙәр генә һөйләне. 3 Павел уның үҙе менән юлға сығыуын теләне, шунлыҡтан уны сөннәткә ултыртты. Ул быны шунда йәшәүсе йәһүдтәр хаҡына эшләне, сөнки бөтәһе лә Тимофейҙың атаһы грек икәнлеген белә ине. 4 Ҡалалар аша үткәндә улар иман тотоусыларға Иерусалимдағы илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре тарафынан сығарылған ҡарарҙарҙы тапшырҙы һәм уларҙы үтәргә өндәне.
5 Берҙәмлектәрҙең иманы нығынды һәм көндән-көн иманға килеүселәрҙең һаны арта барҙы.

 

Павелдың Македония өлкәһенә саҡырылыуы

 

6 Павел һәм уның менән булған кешеләр Фригия һәм Галатия ерҙәре аша китте, сөнки Изге Рух уларҙан Асия өлкәһендә Алла һүҙен һөйләтмәне. 7 Мисия төбәгенә килгәс, улар Вифинияға барырға булды, әммә Ғайсаның Рухы уларҙы ебәрмәне. 8 Улар Мисия аша үтеп, Троада ҡалаһына килде.
9 Төндә Павелға шундай бер илаһи күренмеш килде: бер македон, Павелдың Македонияға барыуын һәм ярҙам итеүен ялбарып, уның ҡаршыһында баҫып тора. 10 Ошо күренмештән һуң, Алла беҙҙе шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләргә саҡыра, тигән фекергә килеп, шунда уҡ Македонияға китергә булдыҡ.

 

Лидиәнең иманға килеүе

 

11 Троаданан һыу юлы менән китеп, беҙ туп-тура Самофракия утрауына, ә икенсе көндө Неаполь ҡалаһына еттек. 12 Унан Македонияның ул өлөшөндәге төп ҡала, Рим колонияһы[22] булған Филипҡа юл тоттоҡ. Беҙ был ҡалала бер нисә көн булдыҡ. 13 Шәмбе көндө, ҡаланан сығып йылға буйына барҙыҡ, сөнки доға ҡылыу урыны шундалыр тип уйланыҡ. Йылға буйында йыйылған ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшеп ултырҙыҡ. 14 Унда Фиатир ҡалаһында ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге ҡыйбатлы туҡымалар һатыусы, Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Раббы уның йөрәген Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлау өсөн асты. 15 Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, ул беҙгә:
– Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә инеп ҡунаҡ булығыҙ, – тине.
Ул беҙҙе күндерҙе.

 

Филипта тотҡонлоҡта

 

16 Бер көндө доға ҡылыу урынына барғанда беҙгә күрәҙәселек ене эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек ҡылып, үҙенең хужаларына күп табыш килтерә икән. 17 Ҡыҙ Павел менән беҙҙең артыбыҙҙан:
– Был кешеләр – Аллаһы Тәғәлә ҡолдары, улар һеҙгә ҡотолоу юлын күрһәтә, – тип ҡысҡырып барҙы.
18 Был бер нисә көн шулай дауам итте. Павелдың асыуы килде һәм боролоп енгә:
– Ғайса Мәсих вәкәләте менән һиңә уның эсенән сығырға бойорам, – тине.
Ен шунда уҡ сыҡты. 19 Ҡыҙҙың хужалары, табыш алырға булған өмөттөң юҡҡа сығыуын күреп, Павел менән Силаны тотоп алдылар ҙа майҙанға ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып киттеләр. 20-21 Уларҙы идарасылар ҡаршыһына килтерҙеләр һәм:
– Был кешеләр – йәһүдтәр. Улар беҙгә, римлыларға, ҡабул итергә лә, башҡарырға ла ярамаған йолаларҙы вәғәзләп, ҡалала тынысһыҙлыҡ тыуҙыра, – тинеләр.
22 Халыҡ та Павел менән Силаға ҡаршы сыҡҡан кешеләргә ҡушылды. Ҡала идарасылары йолҡҡослап уларҙың кейемдәрен систерҙе һәм таяҡ менән һуҡтырырға бойорҙо. 23 Ныҡ ҡына туҡмағандан һуң, уларҙы төрмәгә ташланылар һәм төрмә ҡарауылсыһына тотҡондарҙы бик ҡаты һаҡларға бойорҙолар. 24 Шундай әмер алғас, ҡарауылсы уларҙы төрмәнең эске бүлмәһенә япты һәм аяҡтарын ағас ҡыҫмаға һуғып ҡуйҙы.
25 Төн уртаһындараҡ Павел менән Сила доға ҡылды, Алланы данлап мәҙхиәләр йырланы, ә тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы. 26 Ҡапыл бик ныҡ итеп ер тетрәне, хатта төрмәнең нигеҙе һелкенеп ҡуйҙы. Шунда уҡ бөтә ишектәр асылды, барыһының да аяҡтарындағы бығауҙары ишелеп төштө. 27 Зиндан ҡарауылсыһы йоҡонан уянды, ишектәрҙең асыҡ булғанын күреп, тотҡондар ҡасҡан, тип уйланы һәм, ҡылысын сығарып, үҙен үҙе үлтерергә теләне. 28 Әммә Павел:
– Үҙеңә һис бер яуызлыҡ эшләмә, беҙ барыбыҙ ҙа бында, – тип ҡысҡырҙы.
29 Ҡарауылсы ут һорап алды ла бүлмә эсенә йүгереп инде һәм, ҡалтыранып, Павел менән Сила алдына йығылды. 30 Шунан уларҙы тышҡа алып сыҡты.
– Әфәнделәрем! Ҡотолоуға өлгәшеү өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.
31 – Раббы Ғайсаға инан. Шулай эшләһәң, үҙең дә ҡотолорһоң, бөтә өйөң дә ҡотолор.
32 Павел менән Сила уға һәм уның өйөндәгеләрҙең барыһына Раббы һүҙен вәғәзләне. 33 Шул уҡ сәғәттә, төндә, төрмә ҡарауылсыһы уларҙың йәрәхәттәрен йыуҙы. Шунда уҡ ул үҙе һәм өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне. 34 Үҙенең өйөнә алып килеп, ул уларға табын әҙерләне һәм Аллаға инаныуы өсөн бөтә ғаиләһе менән ҡыуанды.
35 Көн тыуғас, ҡала идарасылары ярҙамсылары аша, уларҙы азат итергә, тигән хәбәр ебәрҙеләр. 36 Төрмә ҡарауылсыһы был хаҡта Павелға:
– Ҡала идарасылары һеҙҙе азат итергә тигән хәбәр ебәргән. Барығыҙ, именлек һеҙгә, – тине.
37 Ләкин Павел:
– Беҙҙе, Рим граждандарын, халыҡ алдында хөкөмһөҙ туҡманылар, төрмәгә яптылар, ә хәҙер йәшерен рәүештә сығарырға теләйҙәрме? Юҡ! Килһендәр ҙә беҙҙе үҙҙәре сығарһындар, – тине.
38 Ярҙамсылар был һүҙҙәрҙе ҡала идарасыларына еткерҙе, ә идарасылар, Павел менән Силаның Рим граждандары икәнен ишеткәс, ҡурҡып ҡалдылар. 39 Яндарына килеп ғәфү үтенделәр, уларҙы иреккә сығарҙылар һәм ҡаланан китеүҙәрен һоранылар.
40 Улар иһә, төрмәнән сыҡҡас, Лидиәнең өйөнә барҙы. Унда имандаштарын осратып, уларға өгөт-нәсихәт бирҙеләр һәм юлға сыҡтылар.

 

17

 

Фессалоника ҡалаһында боларыш

 

1 Илселәр, Амфиполь һәм Аполлония ҡалалары аша үтеп, Фессалоника ҡалаһына килеп етте. Унда йәһүдтәр ғибәҙәтханаһы бар ине. 2 Павел, ғәҙәттәгесә, ғибәҙәтханаға килде һәм өс шәмбе рәттән йәһүдтәр менән Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр тураһында әңгәмә ҡорҙо. 3 Уларға Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген аңлатты һәм иҫбат итте.
– Мин һеҙгә Ғайса хаҡында вәғәз әйтәм һәм шул Ғайса – Мәсих, – тине Павел.
4 Йәһүдтәрҙең ҡайһы берҙәре, шулай уҡ Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе бик күп гректар һәм уларҙың күп кенә күренекле ҡатын-ҡыҙҙары иманға килде һәм Павел менән Силаға ҡушылды. 5 Ләкин бүтән йәһүдтәр быға көнләшеп, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Павел менән Силаны халыҡ алдына алып сығыу өсөн, уларҙы Иасондың өйөнә барып эҙләнеләр. 6 Илселәрҙе тапмағас, Иасонды һәм иман тотоусы ҡайһы бер кешеләрҙе ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып килделәр.
– Бөтә ерҙә бола күтәреп, тыныслыҡты боҙоп йөрөүселәр бында ла килгән. 7 Ә Иасон уларҙы үҙ өйөнә индергән. Улар барыһы ла ҡайсарҙың әмерҙәренә ҡаршы сығып, башҡа берәүҙе – Ғайсаны батша тип иҫәпләй, – тип ҡысҡырҙылар.
8 Был һүҙҙәр халыҡты һәм ҡала башлыҡтарын хафаға һалды. 9 Ә Иасонды һәм башҡаларҙы, иреккә сығыу өсөн билдәләнгән күләмдә аҡса түләттергәс, ҡайтарып ебәрҙеләр.

 

Илселәр Верия ҡалаһында

 

10 Шул төндә үк имандаштары Павел менән Силаны Верия ҡалаһына оҙатты. Верияға барып еткәс, Павел менән Сила йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына китте. 11 Бындағы кешеләр Фессалоника ҡалаһындағыларға ҡарағанда инсафлыраҡ ине. Улар Алла һүҙен бик теләп ҡабул итте һәм һәр көн, Павел һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн, Изге Яҙманы өйрәнде. 12 Күп кенә йәһүдтәр иманға килде, шулай уҡ мөхтәрәм грек ҡатындары һәм ирҙәре араһында ла иманға килеүселәр аҙ булманы.
13 Әммә, Павелдың Верия ҡалаһында ла Алла һүҙен вәғәзләүе тураһында белеп ҡалғас, Фессалоникала йәшәүсе йәһүдтәр бында ла килде һәм, ҡотҡо һалып, халыҡта асыу тыуҙырҙы. 14 Тиҙ арала имандаштары Павелды диңгеҙ буйына ебәрҙе, ә Сила менән Тимофей Верияла ҡалды. 15 Павелды оҙатыусылар уның менән Афинаға тиклем барҙы, шунан һуң ғына ҡайтып киттеләр. Павел улар аша Силаға һәм Тимофейға мөмкин тиклем тиҙерәк килеп етергә ҡушты.

 

Павел Афинала

 

16 Сила менән Тимофейҙы көткәндә, был ҡалала һындарҙың күп булыуын күреп, Павел бик ныҡ әсенде. 17 Ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе бүтән кешеләр менән әңгәмәләр ҡороп ултырҙы, шулай уҡ көн һайын баҙар майҙанында осраған кешеләр менән һөйләште.
18 Шулай бер көн ҡайһы бер фәлсәфә әһелдәре – эпикурсылар һәм стоиктар[23] – Павел менән бәхәскә инде. Ул Ғайса тураһында һәм үленән терелеү хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткергәс, фәлсәфәселәрҙең ҡайһы берҙәре:
– Был тел биҫтәһе ни әйтергә теләй? – тине, ә икенселәре:
– Ул сит илаһтар тураһында вәғәз һөйләй булһа кәрәк, – тиеште. 19 Улар Павелды үҙҙәре менән Ареопагҡа[24] алып барҙы.
– Һин вәғәзләгән был яңы тәғлимәт тураһында белә алабыҙмы? 20 Һин бит сәйер һүҙҙәр һөйләйһең. Беҙ бының ни икәнен белергә теләйбеҙ, – тинеләр.
21 Ниндәй ҙә булһа яңы фекерҙәр тураһында һөйләшеү йәки тыңлау афиналыларҙың һәм унда йәшәүсе сит ил кешеләренең иң яратҡан шөғөлө ине.
22 Павел Ареопаг кәңәшмәһе алдына баҫты.
– Афина халҡы! Һеҙҙең бөтә яҡлап бик тә диндар булыуығыҙҙы күреп торам, – тине ул. – 23 Һеҙҙең изге ҡоролмаларығыҙҙы ҡарап йөрөгәндә «Билдәһеҙ аллаға» тип яҙылған ҡорбан килтереү урынын да күрҙем. Мин үҙегеҙ белмәгән, ләкин һеҙ табына торған шул Алла тураһында вәғәз һөйләйем.
24 Донъяны һәм уның эсендәге һәммә нәмәне бар иткән Алла – Ул күктәрҙең һәм ерҙең Хужаһы. Ул кеше төҙөгән һарайҙарҙа йәшәмәй, 25 кешеләрҙең Уға хеҙмәт итеүенә лә мохтаж түгел. Ул Үҙе һәр кемгә тормош, һулыш һәм бөтә нәмәне бирә. 26 Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, Ул берәүҙән бар халыҡтарҙы барлыҡҡа килтерҙе, ваҡытты һәм йәшәү урындарының сиктәрен билдәләне. 27 Ул быны кешеләр Алланы эҙләһендәр һәм Уға һиҙемләп юл тапмаҫтармы икән тип эшләне. Ә бит Ул беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел. 28 Һеҙҙең ҡайһы бер шағирҙарығыҙ: «Беҙ ҙә Уның нәҫеленән», – тип әйткән кеүек, «беҙ Уның мәрхәмәте арҡаһында йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ». 29 Шуға күрә беҙ, Алла нәҫеленән булараҡ, Алла оҫта кешенең ҡулы һәм хыялы менән яһалған алтын, көмөш йәки таш һынға оҡшаш, тип уйларға тейеш түгелбеҙ. 30 Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙәге барлыҡ кешеләргә тәүбә итергә әмер бирә. 31 Алла ғаләмдәге бар халыҡты ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөмдө Ул Үҙе билдәләгән Зат аша башҡарыр. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Павел.
32 Үлеләрҙең терелеүе тураһында ишеткәс, ҡайһы берәүҙәр көлдө, ә икенселәре:
– Был хаҡта һине тағы бер тапҡыр тыңларбыҙ, – тине.
33 Шунан һуң Павел Ареопагтан сыҡты. 34 Ҡайһы бер кешеләр уға эйәреп иманға килде. Улар араһында Ареопаг ағзаһы Дионисий, Дамарь исемле бер ҡатын һәм башҡалар бар ине.

 

18

 

Павел Коринф ҡалаһында

 

1 Бынан һуң Павел Афинанан китте һәм Коринф ҡалаһына килде. 2 Ул унда Акила атлы бер йәһүдте һәм уның Прискилла исемле ҡатынын осратты. Клавдий ҡайсар бөтөн йәһүдтәргә Римдан китергә әмер биргәнлектән, сығышы менән Понт өлкәһенән булған Акила ҡатыны менән күптән түгел Италиянан килгәйне. Павел улар янына барҙы. 3 Һөнәрҙәре бер үк булыу сәбәпле, Павел шунда ҡалды һәм улар менән бергә эшләне. Кәсептәре сатыр яһау ине. 4 Һәр шәмбе көндө ул ғибәҙәтханала, йәһүдтәрҙе һәм гректарҙы ышандырырға тырышып, улар менән әңгәмә ҡорҙо.
5 Сила менән Тимофей Македониянан килгәс, Павел бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы. 6 Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып:
– Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле булырһығыҙ. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.
7 Ул, сығып, Аллаға хөрмәт күрһәткән һәм ғибәҙәтханаға йәнәш кенә йәшәгән Титий Иуст исемле кешенең өйөнә барҙы. 8 Ғибәҙәтхана башлығы Крисп иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Павелдың һөйләгәндәрен ишетеп, күп кенә коринфтар ҙа иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.
9 Бер ваҡыт төндә Павелға илаһи күренмеш килде. Унда Раббы:
– Ҡурҡма! Һөйләүеңде дауам ит, туҡтама. 10 Мин һинең менән, бер кем дә һиңә һөжүм итеп, яманлыҡ ҡыла алмаҫ. Был ҡалала Миңә тоғро кешеләр күп, – тине.
11 Павел, иман тотоусыларҙы Алла һүҙенә өйрәтеп, Коринфта йыл ярым йәшәне.
12 Ахаияла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Павелға ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.
13 – Ул кешеләрҙе Аллаға табынырға ҡанунда әйтелмәгәнсә өйрәтә, – тинеләр.
14 Павел һүҙен башларға ғына теләгәйне, Галлион йәһүдтәргә:
– Йәһүд халҡы! Әгәр ҙә ниндәйҙер яуыз эш йәки енәйәт ҡылынһа, һеҙҙе түҙемлек менән тыңларға сәбәп булыр ине. 15 Әммә мәсьәлә һүҙҙәргә, фекер айырымлығына һәм ҡанунығыҙға бәйле, шуға күрә уны үҙегеҙ хәл итегеҙ. Мин бындай эштә хөкөмдар булырға теләмәйем, – тип 16 уларҙы хөкөм йортонан ҡыуып сығарҙы.
17 Шунан һуң ундағы кешеләр хөкөм йорто алдында ғибәҙәтхана башлығы Сосфенды тотоп туҡманы. Ә Галлиондың быға иҫе лә китмәне.

 

Павелдың Антиохияға ҡайтыуы

 

18 Павел, Коринфта тағы байтаҡ көндәр булғандан һуң, имандаштары менән хушлашып, һыу юлы менән Сүриәгә юлланды. Прискилла һәм Акила ла уның менән китте. Юлға сығыр алдынан, әйткән нәҙере буйынса, Павел Кенхрейҙа сәсен алдырҙы.
19 Ефесҡа килеп еткәс, Павел юлдаштарынан айырылып ғибәҙәтханаға барҙы һәм унда йәһүдтәр менән һөйләшеп ултырҙы. 20 Йәһүдтәр уның үҙҙәре янында оҙағыраҡ ваҡытҡа ҡалыуын һораһалар ҙа, Павел риза булманы. 21 Улар менән һаубуллашып:
– Алла ихтыярында булһа, мин һеҙҙең янығыҙға тағы килермен, – тине.
Бынан һуң ул һыу юлы менән Ефестан китте[25] . 22 Кесарияға барып еткәс, караптан төшөп Иерусалимға килде, ундағы берҙәмлекте сәләмләгәндән һуң Антиохияға китте. 23 Унда бер аҙ ваҡыт торғас, Павел юлға сыҡты. Бөтә шәкерттәрҙе иманда нығытып, Галатия һәм Фригия аша үтте.

 

Аполлостың Ефеста вәғәз һөйләүе

 

24 Ефесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған Аполлос исемле бер йәһүд килде. Ул телгә оҫта, Яҙманы белә 25 һәм Раббы юлына өйрәтелгән ине. Яхъя ҡалдырған һыуға сумдырылыу йолаһын ғына белһә лә, ялҡынлы рух менән Раббы тураһында ысынын бәйән итте һәм өйрәтте. 26 Ул ғибәҙәтханала бик ҡыйыу һөйләй башланы. Прискилла менән Акила, Аполлостың һөйләгәндәрен ишетеп, уны үҙҙәре янына саҡырып алдылар һәм Алла юлы тураһында тулыраҡ итеп аңлаттылар. 27 Аполлос Ахаияға китергә ниәт белдергәс, имандаштары быны хупланы һәм ундағы шәкерттәргә, уны ҡабул итеүҙәрен һорап, хат яҙҙылар. Аполлос унда барғас, Алла мәрхәмәте менән иман тотоусыларға күп ярҙам күрһәтте. 28 Ул, Изге Яҙма аша Ғайсаның Мәсих икәнлеген ышандырырлыҡ итеп иҫбатлап, бөтә халыҡ алдында йәһүдтәрҙең ҡарашын юҡҡа сығарҙы.

 

19

 

Павел Ефеста

 

1 Аполлос Коринфта саҡта, Павел илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Ефесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты.
2 – Һеҙ иманға килгәндә Изге Рухты ҡабул иттегеҙме? – тип һораны ул уларҙан.
– Изге Рух тураһында беҙҙең ишеткәнебеҙ ҙә юҡ, – тинеләр уға.
3 – Һеҙ ниндәй һыуға сумдырылыу йолаһын үттегеҙ һуң?
– Яхъя ҡылған һыуға сумдырыуҙы, – тип яуап бирҙе шәкерттәр.
4 – Яхъя ҡылған һыуға сумдырыу гонаһтарҙан тәүбә итеү өсөн булды. Ул кешеләрҙе үҙенән һуң Килеүсегә, йәғни Ғайсаға инанырға өндәне, – тине Павел.
5 Быны ишеткәс, улар Раббы Ғайса исеме менән һыуға сумдырылды. 6 Павел ҡулдарын уларҙың баштарына ҡуйғас, шәкерттәргә Изге Рух инде, улар таныш булмаған телдәрҙә һөйләй һәм Алла әйткән һүҙҙәрҙе иғлан итә башланы. 7 Унда ун икеләп шәкерт бар ине.
8 Павел өс ай буйы ғибәҙәтханаға йөрөп, тәүәккәллек менән вәғәзләне, әңгәмәләр ҡороп, кешеләрҙе Алла Батшалығы тураһындағы хәҡиҡәткә ышандырырға тырышты. 9 Әммә ҡайһы берәүҙәр, уҫаллашып һәм иманға килеүҙән баш тартып, йыйылған халыҡ алдында Раббының юлын яманланы. Шул сәбәпле Павел улар янынан китте. Шәкерттәрҙе айырып алып, Тиранн тигән берәүҙең уҡыу йортонда көн һайын әңгәмә ҡороп ултырҙы.
10 Ике йыл буйы ошолай дауам итте. Шунлыҡтан Асия өлкәһендә йәшәүселәрҙең һәммәһе – йәһүдтәр ҙә, йәһүд булмағандар ҙа Раббы тураһындағы хәбәрҙе ишетте.

 

Скева улдары

 

11 Алла иһә Павелдың ҡулдары менән иҫ китерлек ҡөҙрәтле эштәр ҡылды. 12 Павел ҡағылған ҡулъяулыҡтарҙы, билбауҙарҙы алып ҡайтып, ауырыуҙарҙың өҫтөнә һалғандан һуң, улар һауыҡты, эстәренән шаҡшы рухтар сыҡты. 13 Ҡайһы бер бағымсы илгиҙәр йәһүдтәр ҙә ен эйәләшкән кешеләрҙән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарырға теләп:
– Мин һеҙгә Павел бәйән иткән Ғайса вәкәләте менән бойороҡ бирәм, – тип Раббы Ғайса исемен ҡулланырға тырышты.
14 Йәһүд кешеһе Скева атлы баш руханиҙың ете улы ла шулай эшләне. 15 Әммә шаҡшы рух:
– Ғайсаны беләм, Павел да миңә таныш, ә һеҙ кем? – тип яуап бирҙе.
16 Шаҡшы рухлы кеше бағымсыларға ташланды һәм, уларҙы бик ныҡ итеп туҡмағас, тегеләр ул йорттан яраланған һәм кейемдәре йыртылған хәлдә сығып ҡасты. 17 Был ваҡиға Ефеста йәшәүсе бөтөн йәһүдтәргә һәм башҡа милләт кешеләренә мәғлүм булды. Барыһы ла ҡурҡыуға төштө, һәм Раббы Ғайсаның исеме тағы ла нығыраҡ ихтирам ителә башланы. 18 Иманға килгән күптәр ҡылған насар эштәрен таныны. 19 Ә сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең күбеһе бөтәһе алдында үҙҙәренең китаптарын йыйып яндырҙы. Яндырылған китаптарҙың хаҡын иҫәпләнеләр: барлығы илле мең көмөш тәңкә сыҡты.
20 Раббы һүҙе бына шундай көс менән таралды һәм нығынды.

 

Ефеста боларыш

 

21 Ошо ваҡиғаларҙан һуң Павел Македония һәм Ахаия аша Иерусалимға ҡайтырға фекер төйнәне.
– Иерусалимдан һуң мин Римға барырға тейешмен, – тине ул.
22 Ике ярҙамсыһын, Тимофей менән Ерасты Македонияға ебәреп, ул үҙе бер аҙ ваҡытҡа Асия өлкәһендә ҡалды.
23 Шул көндәрҙә Раббы юлына ҡаршы ҙур боларыш сыҡты. 24 Гректарҙың алиһәһе Артемида ғибәҙәтханаһының өлгөләрен көмөштән ҡойған Димитрий тигән көмөшсө бар ине. Ошо эш менән һөнәрселәр унан байтаҡ табыш алды. Үҙ тирәһенә 25 көмөшсөләрҙе һәм башҡа һөнәрселәрҙе йыйып:
– Дуҫтар! Мул тормошобоҙҙоң ошо кәсепкә бәйле икәнлеген һеҙ беләһегеҙ, – тине ул. – 26 Хәлбуки, күреп-ишетеп йөрөйһөгөҙ, шул Павел, кеше ҡулы менән яһалған нәмәләр илаһ түгел, тип һөйләп, Ефеста ғына түгел, бөтөн Асия өлкәһендә тиерлек күп кешеләрҙе ышандырҙы һәм юлдан яҙҙырҙы. 27 Бының хәүефе беҙҙең кәсептең яманаты сығыу менән генә сикләнмәй: Бөйөк алиһә Артемида ғибәҙәтханаһының әһәмиәте бөтөр, барлыҡ Асия өлкәһе һәм бөтә донъя табына торған алиһә үҙенең бөйөклөгөнән мәхрүм ителер.
28 Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, һөнәрселәрҙең асыуы ҡабарҙы. Улар:
– Ефестар Артемидаһы бөйөк! – тип ҡысҡырырға кереште.
29 Бөтөн ҡалала боларыш башланды. Павелдың юлдаштарын – македон кешеләре Гайҙы һәм Аристархты тотоп алып, бөтәһе бергә тамаша урынына ынтылды. 30 Павел халыҡҡа сығырға теләне, ләкин шәкерттәр уны ебәрмәне. 31 Шулай уҡ Павелдың дуҫтары булған Асия өлкәһенең күренекле әһелдәре лә, кешеләр артынан хәбәр ебәреп, уның тамаша урынында күренмәүен үтенде.
32 Халыҡ йыйылған ерҙә берәүҙәр бер, икенселәре бүтән нәмә ҡысҡырҙы. Йыйылышта тәртипһеҙлек хөкөм һөрҙө, йыйылғандарҙың күбеһе ни өсөн килгәнен дә белмәне. 33 Ҡайһы берәүҙәр Искәндәр исемле бер кешене ғәйепле тип уйланы, сөнки йәһүдтәр уны халыҡ алдына сығырға мәжбүр иткәйне. Искәндәр, халыҡҡа һүҙ әйтергә теләп, ҡулы менән ишара яһаны. 34 Уның йәһүд икәнлеген белеп алғас, һәммәһе бер тауыштан:
– Ефестар Артемидаһы бөйөк! – тип һөрәнләй башланылар.
Улар шулай тип ике сәғәт тиерлек ҡысҡырышты. 35 Ниһайәт, ҡала етәкселәренең береһе халыҡты тынысландырып:
– Ефес халҡы! Ефестың бөйөк алиһә Артемида ғибәҙәтханаһын һәм күктән төшкән изге ташты һаҡлаусы ҡала икәнен кем генә белмәй? – тине. – 36 Бының шулай булыуы бәхәсһеҙ икән, ул саҡта тыныс булырға, ҡыҙыулыҡ менән нимәлер ҡылырға тейеш түгелһегеҙ. 37 Һеҙ тотоп килтергән был кешеләр Артемида ғибәҙәтханаһын да таламаған, беҙҙең алиһәбеҙҙе лә хурламаған. 38 Димитрийҙың һәм уның янындағы башҡа һөнәрселәрҙең берәйһенә дәғүәһе булһа, бының өсөн хөкөм йорттары һәм өлкә башлыҡтары бар. Бер-береһенә ана шунда барып ялыу итһендәр. 39 Тағы һорауҙарығыҙ булһа, һеҙ уларҙы законлы халыҡ йыйылышында күтәрә алаһығыҙ. 40 Беҙ хәҙер бөгөнгө ваҡиға өсөн фетнә сығарыуҙа ғәйепләнеү ҡурҡынысы алдында торабыҙ. Ә бит бындай йыйынды аҡларлыҡ һис бер дәлилебеҙ юҡ.
Шул һүҙҙәрҙе әйтеп ҡала башлығы йыйылышты таратты.

 

20

 

Павелдың Македонияға һәм Грецияға сәфәре

 

1 Боларыш туҡталғандан һуң Павел шәкерттәрҙе үҙ янына саҡырып алды, уларҙың күңелдәрен күтәрҙе һәм, һаубуллашып, Македония өлкәһенә китте. 2 Шул ерҙәрҙән үткәндә, иман тотоусыларҙы дәртләндереп, күп нәсихәттәр бирҙе. Павел Грецияла туҡталды. 3 Унда өс ай булғандан һуң һыу юлы менән Сүриәгә китергә тип торғанда, йәһүдтәр уға ҡаршы этлек ҡылырға һүҙ ҡуйышты. Шунлыҡтан ул Македония аша ҡайтырға тигән фекергә килде. 4 Уны Пирр улы вериялы Сосипатр, фессалоникаларҙан Аристарх һәм Секунд, Дервиянан Гай, шулай уҡ Тимофей һәм асиялылар Тихик менән Трофим оҙата барҙы. 5 Улар алдан китеп, беҙҙе Троада ҡалаһында көтөп торҙо. 6 Ә беҙ Сөсө күмәс байрамынан һуң Филиптан һыу юлы менән киттек һәм, биш көн тигәндә, улар янына Троадаға барып еттек. Беҙ унда ете көн булдыҡ.

 

Павелдың үлгән егетте терелтеүе

 

7 Аҙнаның беренсе көнөндә икмәк һындырып ашау йолаһына бергә йыйылдыҡ. Павел иман тотоусылар менән әңгәмә ҡороп ултырҙы һәм, икенсе көндө китергә ниәтләгәнлектән, һөйләшеү төн уртаһына тиклем һуҙылды. 8 Беҙ йыйылған өҫкө ҡаттағы бүлмәлә күп яҡтыртҡыстар яна ине. 9 Павел һөйләгән ваҡытта тәҙрә төбөндә ултырған Евтих исемле йәш егетте йоҡо баҫты һәм ул, йоҡлап китеп, өсөнсө ҡаттан йығылып төштө. Уны күтәреп алдылар – ул үле ине.
10 Павел урамға сығып егетте эйелеп ҡосаҡланы ла:
– Борсолмағыҙ, уның йәне үҙендә әле, – тине.
11 Павел, йәнә бүлмәгә күтәрелеп, икмәк һындырып ашаны, унан тағы бик оҙаҡ, таң атҡансы шәкерттәр менән һөйләшеп ултырғандан һуң, иртә таңдан юлға сыҡты. 12 Ә теге йәш егетте өйөнә алып киткәндә, ул тере ине. Был хәлгә бар кеше ҡыуанды.

 

Павелдың Милит ҡалаһына китеүе

 

13 Беҙ карапҡа ултырып Асс ҡалаһына табан юл алдыҡ, унда Павел үҙен ултыртып алырға ҡушҡайны. Үҙе иһә ҡоро ерҙән барырға һәм шул ҡалала беҙгә ҡушылырға булды. 14 Асс ҡалаһында осрашҡас, Павелды алып, Митилина ҡалаһына барҙыҡ. 15 Унан киткәндең икенсе көнөндә Хиос утрауы ҡаршыһында туҡталдыҡ, ә иртәгәһен Самос утрауында инек һәм тағы бер көндән Милит ҡалаһына килеп еттек. 16 Павел, Асия өлкәһендә тотҡарланмаҫ өсөн, Ефесты ситләтеп уҙырға булды, сөнки ул мөмкинлек булғанда Уңыш байрамы еткәнсе Иерусалимға барып етергә ашыға ине. 17 Ул, Милиттан Ефесҡа кешеләр ебәреп, берҙәмлектәге өлкәндәрҙе саҡыртты. 18 Улар килеп еткәс:
– Асия өлкәһендә һеҙҙең менән беренсе көндән үк нисек йәшәгәнемде үҙегеҙ беләһегеҙ, – тине уларға. – 19 Ҙур күндәмлек менән һәм күҙ йәштәремде күп түгеп, йәһүдтәрҙең яуыз ниәттәре арҡаһында килеп тыуған һынауҙар эсендә Раббыға хеҙмәт иттем. 20 Һеҙгә файҙалы булырҙай бер нәмәне лә бәйән итмәй ҡалдырманым, һеҙҙе халыҡ алдында ла, өйҙән-өйгә йөрөп тә өйрәттем. 21 Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла етди рәүештә иғлан иттем.
22 Ә хәҙер, Рух ихтыярына буйһоноп, Иерусалимға барам. Мине унда нимә көтә? Мин белмәйем. 23 Фәҡәт шуны беләм: бөтә ҡалаларҙа мине бығауҙар һәм хәсрәт көтә. Изге Рух шулай раҫлай. 24 Ләкин минең өсөн үҙ тормошомдоң ҡәҙере юҡ, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәз итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.
25 Хәҙер беләм: һеҙҙең арағыҙҙа йөрөп, Алла Батшалығын вәғәзләүемде ишеткән һәммәгеҙ ҙә мине бүтәнсә күрмәҫ. 26 Шуға күрә бөгөн һеҙгә әйтәм: әгәр берәйегеҙ һәләк булһа, бында минең ғәйебем юҡ. 27 Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем.
28 Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ. 29 Мин киткәндән һуң арағыҙға көтөүгә ҡарата рәхимһеҙ, аяуһыҙ бүреләрҙең киләсәген беләм. 30 Иман тотоусыларҙы үҙҙәренә эйәртеү өсөн һеҙҙең арағыҙҙан да ялған һөйләүселәр сығасаҡ. 31 Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. 32 Хәҙер һеҙҙе Алла ҡулына һәм Уның мәрхәмәтенә тапшырам. Уның һүҙе һеҙҙе тағы ла нығытырға һәм мираҫ аласаҡ барса изге ителгәндәр араһында үҙегеҙгә урын бирергә һәләтле.
33 Мин һис кемдең алтын-көмөшөнә лә, кейеменә лә ҡыҙыҡманым. 34 Үҙегеҙ беләһегеҙ, минең ихтыяждарымды һәм янымда булғандарҙың хәжәттәрен бына ошо ҡулдарым ҡәнәғәтләндерҙе. 35 Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, тырышлыҡ һалып хәлһеҙҙәргә ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте мин һәр эштә күрһәттем, – тине Павел.
36 Һөйләп бөткәс, тубыҡланып, улар менән бергә доға ҡылды. 37 Бөтөнөһө илап, Павелды ҡосаҡлап үпте. 38 Бигерәк тә уның «Мине ҡабат күрмәҫһегеҙ инде» тигән һүҙҙәренә ҡайғырҙылар. Бынан һуң уны карапҡаса оҙата барҙылар.

 

21

 

Павелдың Милиттан Иерусалимға барыуы

 

1 Беҙ, улар менән һаубуллашып, юлға сыҡтыҡ һәм туп-тура Кос утрауындағы ҡалаға килдек. Икенсе көндө Родоста, унан Патара утрауында булдыҡ. 2 Унда Финикия өлкәһенә барыусы карапты табып ултырҙыҡ та ҡуҙғалып киттек. 3 Кипр утрауын көньяғынан урап үтеп, Сүриә өлкәһенә табан йөҙҙөк. Тирҙа туҡталыш яһаныҡ, сөнки унда караптан йөк бушатылырға тейеш ине.
4 Шәкерттәрҙе эҙләп тапҡандан һуң, яндарында ете көн булдыҡ. Улар, Рух күрһәтеүенән сығып, Павелды Иерусалимға бармаҫҡа киҫәтте. 5 Китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иман тотоусылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡала ситенә тиклем оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ. 6 Хушлашҡандан һуң беҙ карапҡа ултырҙыҡ, ә улар өйҙәренә ҡайтып китте.
7 Юлыбыҙҙы дауам итеп, Птолемаида ҡалаһына килеп төштөк. Унда имандаштар янына барып, улар менән бер көн булдыҡ. 8 Ә икенсе көндө Павел менән беҙ Кесарияға килдек һәм Иерусалимда һайланған ете ярҙамсының[26] береһе, Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыусы Филиптың өйөндә туҡталдыҡ. 9 Уның Алла һүҙҙәрен иғлан итеүсе пәйғәмбәр ҡыҙҙары – кейәүгә сыҡмаған дүрт ҡыҙы бар ине.
10 Беҙ килеүгә бер нисә көн уҙғас, Йәһүҙиәнән Агав исемле бер пәйғәмбәр пәйҙә булды. 11 Ул беҙҙең янға килеп, Павелдың билбауын алып, үҙенең аяҡ-ҡулын бәйләне.
– Изге Рух: «Иерусалимдағы йәһүдтәр был билбауҙың эйәһен бына шулай бәйләйәсәк һәм уны мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ», – тип әйтә, – тине Һағәб.
12 Быны ишеткәс, беҙ һәм унда булған башҡа кешеләр Павелдың Иерусалимға бармауын үтендек. 13 Әммә ул:
– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илайһығыҙ һәм минең йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Иерусалимда тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.
14 Беҙ иһә, уны күндерә алмағас, тынысланып:
– Раббының ихтыярынса булһын! – тинек.
15 Кесарияла бер ни тиклем ваҡыт үткәргәс, йыйынып, Иерусалимға киттек. 16 Беҙҙең менән бергә Кесариянан бер нисә шәкерт тә барҙы. Улар беҙҙе күптән иманға килгән кипрлы Мнасон атлы шәкерт янына, беҙ туҡталасаҡ өйгә алып барҙы.

 

Павел Яҡуб янында

 

17 Иерусалимға килгәс, имандаштар беҙҙе шатланып ҡабул итте. 18 Икенсе көндө Павел Яҡуб янына килде. Беҙ ҙә уға эйәреп барҙыҡ. Унда барлыҡ берҙәмлек өлкәндәре йыйылғайны. 19 Павел уларҙы сәләмләгәндән һуң, үҙенең хеҙмәте аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ниҙәр эшләгәнлеге тураһында ентекләп һөйләп бирҙе. 20 Уны тыңлағас, ундағылар Алланы данлап Павелға:
– Беләһеңме, имандаш, – тинеләр, – йәһүдтәр араһында инде нисә мең иманға килгән кеше бар. Уларҙың бөтәһе лә Муса ҡанунын бик ихлас яҡлай. 21 Һинең хаҡта уларға, һин, йәнәһе, бүтән халыҡтар араһында йәшәгән барлыҡ йәһүдтәрҙе улдарын сөннәткә ултыртмаҫҡа һәм йәһүд халҡының йолаларын тотмаҫҡа өндәп, Муса ҡанунынан баш тартырға өйрәтәһең икән, тип әйткәндәр. 22 Нимә эшләргә? Әлбиттә, улар һинең килеүеңде ишетер. 23 Шуға күрә, кәңәшебеҙ шул: беҙҙә нәҙер әйткән дүрт кеше бар. 24 Улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтә. Сәстәрен алдыра алһындар өсөн, уларҙың сығымдарын үҙ өҫтөңә ал. Бөтәһе лә һинең хаҡта ишеткәндәренең дөрөҫ түгеллеген һәм үҙеңдең дә ҡанунға буйһоноп йәшәүеңде күрер.
25 Ә инде Ғайса Мәсихкә инанған башҡа халыҡ кешеләренә килгәндә, беҙ уларға үҙебеҙҙең ҡарарҙы әйтеп хат яҙҙыҡ. «Ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ», – тинек уларға.
26 Шулай итеп, икенсе көндө теге кешеләрҙе үҙе менән алып, Павел улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтте. Шунан һуң Алла Йортона инде. Унда ул таҙарыныу көндәренең ҡасан тамам буласағы һәм ҡасан уларҙың һәр береһе өсөн ҡорбан килтереләсәге хаҡында иғлан итте.

 

Павелдың ғибәҙәтханала ҡулға алыныуы

 

27 Ете таҙарыныу көнө үтте тигәндә Асия өлкәһенән килгән бер нисә йәһүд, Павелды Алла Йортонда күреп, уға ҡаршы бөтә халыҡты ҡотортто. Уны тотоп алып:
28 – Израилдәр, ярҙам итегеҙ! Бөтөн ерҙә беҙҙең халыҡҡа, ҡанунға һәм был урынға ҡаршы өйрәтә торған кеше ошо. Өҫтәүенә, йәһүд булмағандарҙы Алла Йортона алып килеп, был изге урынды мәсхәрә итте, – тип ҡысҡырҙылар.
29 Улар уны элегерәк ҡалала Ефес кешеһе Трофим менән бергә күргәнлектән: «Павел уны Алла Йортона ла алып ингән», – тип уйлайҙар ине.
30 Бөтә ҡалала ығы-зығы ҡупты, төрлө яҡтан халыҡ йыйылды. Павелды Алла Йортонан һөйрәп алып сыҡтылар ҙа, шунда уҡ ҡапҡаларҙы бикләп ҡуйҙылар. 31 Улар уны үлтерергә тырышҡан мәлдә, ғәскәриҙәр башлығына бөтә Иерусалимда башланған буталыш тураһында хәбәр иттеләр. 32 Ул шунда уҡ, ғәскәриҙәр һәм йөҙбашылар менән бергә, халыҡ йыйылған ергә йүгерҙе. Кешеләр, башлыҡты һәм ғәскәриҙәрҙе күреп, Павелды туҡмауҙан туҡтаны. 33 Ғәскәриҙәр башлығы яҡыныраҡ килеп Павелды ҡулға алырға, уны ике сылбыр менән бығауларға әмер бирҙе.
– Был кеше кем һәм ул нимә эшләне? – тип һораны ул.
34 Халыҡ араһында берәүҙәр бер нәмә, икенселәре башҡа нәмә ҡысҡыра башланы. Ғәскәриҙәр башлығы бындай шау-шыуҙа эштең ниҙәлеген белә алманы, шунлыҡтан Павелды нығытмаға алып барырға ҡушты. 35 Улар баҫҡысҡа килеп еткәндә, халыҡ ҡыҫырыҡлағанлыҡтан, ғәскәриҙәргә Павелды күтәреп барырға тура килде. 36 Халыҡ төркөмө:
– Үлем уға! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра эйәреп барҙы.
37 Нығытма ишектәренә яҡынлашҡас, Павел ғәскәриҙәр башлығына:
– Һиңә бер нәмә әйтергә мөмкинме? – тине.
– Һин грекса беләһең икән дә баһа! – тип ғәжәпләнде теге. – 38 Тимәк, элегерәк фетнә күтәреп, дүрт мең юлбаҫарҙы сүлгә алып сыҡҡан Мысыр кешеһе һин түгел?
39 – Мин – йәһүд, Киликия өлкәһендәге арыу уҡ танылған Тарс ҡалаһынан. Үтенәм, халыҡҡа һөйләргә рөхсәт ит, – тине Павел уға.
40 Ғәскәриҙәр башлығы рөхсәт бирҙе. Павел баҫҡыста торған килеш халыҡҡа ишара яһаны. Тәрән тынлыҡ урынлашты һәм Павел йәһүд телендә һөйләй башланы.

 

22

 

Павелдың Иерусалимда һөйләгән телмәре

 

1 – Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Павел.
2 Уның үҙҙәре менән йәһүд телендә һөйләшкәнен ишетеп, халыҡ тынып ҡалды.
3 – Мин – йәһүд, – тине ул. – Киликияның Тарс ҡалаһында тыуҙым, Иерусалимда тәрбиәләндем. Хөрмәтле Гамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше.
4 Мин был юлдан барыусыларҙы үлемгә еткергәнгә тиклем эҙәрлекләнем, ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла бығаулап төрмәләргә ташлаттым. 5 Бының шулай икәнлеген баш рухани һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Мин уларҙан Дамаскыла йәшәүсе йәһүдтәргә хат алып, шул юлдан барыусыларҙы язалау өсөн бығаулап Иерусалимға килтерергә тип, Дамаскыға бара инем.
6 Дамаскыға яҡынлашып килгәндә, көн уртаһындараҡ, ҡапыл күктән сағыу яҡтылыҡ төштө һәм тирә-яғым яҡтырып китте. 7 Мин ергә йығылдым һәм: «Савл, Савл! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең?» – тигән тауыш ишеттем. 8 «Һин кем, Әфәнде?» – тип һораным. «Мин – һин эҙәрлекләгән назаралы Ғайса», – тине Ул миңә. 9 Минең менән бергә булған кешеләр яҡтылыҡты күрҙе, ләкин миңә Һөйләүсенең тауышын ишетмәне. 10 Мин Унан: «Әфәндем, миңә нимә эшләргә?» – тип һораным. «Тор ҙа Дамаскыға бар, унда һиңә билдәләп ҡуйылған барлыҡ эштәр тураһында әйтерҙәр», – тине миңә Раббы.
11 Көслө яҡтылыҡтан һуҡырайғанға күрә, минең менән булған кешеләр мине Дамаскыға етәкләп алып барҙы. 12 Дамаскыла йәшәүсе, бөтә йәһүдтәр араһында хөрмәтле, диндар һәм ҡанунға тоғро Анания исемле берәү 13 яныма килде лә: «Савл туған! Күҙҙәрең асылһын», – тине. Шунда уҡ күҙҙәрем асылды һәм мин уны күрҙем. 14 «Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙ ихтыярын белергә, Хаҡ булғанды күреп, Уның тауышын ишетергә һине алдан билдәләне, – тине Анания. – 15 Һин бөтә кешеләргә күргәндәреңде һәм ишеткәндәреңде һөйләп, Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылырһың. 16 Шулай итеп, тағы нимә көтөргә? Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр», – тине ул.
17 Иерусалимға ҡайтып, Алла Йортонда ғибәҙәт ҡылған ваҡытта миңә илаһи күренмеш килде һәм мин 18 Раббыны күрҙем. Ул миңә: «Тиҙерәк бул, Иерусалимдан йәһәтерәк кит, сөнки бында Минең хаҡтағы шаһитлығыңды ҡабул итмәйәсәктәр», – тине. 19 «Раббым! – тинем мин. – Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, Һиңә инанған кешеләрҙе төрмәгә ултыртыуым һәм туҡмауым хаҡында улар белә. 20 Һинең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыусы Стефандың ҡаны ҡойолған ваҡытта мин шунда инем. Мин уны үлтереүҙе хупланым, үлтереүселәрҙең кейемдәрен һаҡлап торҙом», – тип яуап бирҙем. 21 Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.

 

Павел – Рим гражданы

 

22 Ошо һүҙҙәрҙе әйткәнсе Павелды тыңланылар, ә унан:
– Был әҙәмде ер йөҙөнән юҡ итергә! Бындай кеше йәшәргә тейеш түгел! – тип ҡысҡыра башланылар.
23 Улар аҡыра-аҡыра кейемдәрен өҫкә күтәреп болғаны. Һауала туҙан туҙҙырҙылар[27] . 24 Ғәскәриҙәр башлығы Павелды нығытмаға алып китергә әмер бирҙе. Уға ҡаршы шул тиклем аҡырыуҙарҙың сәбәбен белер өсөн, уны ҡамсылап һорау алырға бойорҙо. 25 Ләкин уны ҡайыштар менән бәйләгән саҡта Павел үҙ янында торған йөҙбашынан:
– Рим гражданын хөкөм итмәй тороп ҡамсыларға рөхсәт ителәме ни һеҙгә? – тип һораны.
26 Йөҙбашы, быны ишеткәс, ғәскәриҙәр башлығына барып:
– Һин нимә эшләйһең? Был бит Рим гражданы, – тине.
27 Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы Павел янына килде:
– Әйт әле миңә, һин Рим гражданымы?
– Эйе, – тине Павел.
28 – Мин иһә был гражданлыҡты күп аҡса түләп алдым, – тип яуап бирҙе ғәскәриҙәр башлығы.
– Ә мин шул гражданлыҡта тыуҙым, – тине Павел.
29 Һорау алырға теләүселәр шунда уҡ уның янынан ситкәрәк китте, ә ғәскәриҙәр башлығы, Павелдың Рим гражданы икәнен белгәс, уны бәйләргә ҡушҡаны өсөн ҡурҡыуға төштө.

 

Павел Юғары кәңәшмә алдында

 

30 Икенсе көндө, йәһүдтәрҙең Павелды ни өсөн ғәйепләүен аныҡ белергә теләп, ғәскәриҙәр башлығы баш руханиҙарға, Юғары кәңәшмә ағзаларының бөтәһенә лә йыйылырға әмер бирҙе һәм Павелды, бығауҙарын систереп, улар алдына баҫтырҙы.

 

 

23

 

1 Павел Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап:
– Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.
2 Иң баш рухани Анания Павел янында тороусыларға уның ауыҙына һуғырға ҡушты. 3 Павел уға:
– Эй һин, ағартылған диуар[28] , һине Алла һуғасаҡ! Һин ҡанун буйынса мине хөкөм итергә тип ултыраһың, ә үҙең ҡанунға ҡаршы килеп, миңә һуғырға әмер бирәһең, – тине.
4 – Һин Алланың иң баш руханийын мыҫҡыл итәһеңме? – тинеләр уның янында тороусылар.
5 – Мин, туғандар, уның иң баш рухани икәнен белмәнем, – тине Павел. – Изге Яҙмала: «Үҙ халҡың менән идара иткән кеше тураһында насар һөйләмә», – тип яҙылған бит.
6 Бындағыларҙың бер өлөшө саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар[29] икәнлеген белгәндән һуң, Павел ҡысҡырып:
– Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлауым өсөн хөкөм итәләр, – тине.
7 Ул шулай тигәс тә фарисейҙар менән саддукейҙар араһында ҡаты бәхәс ҡупты һәм йыйылыш икегә бүленде. 8 Сөнки саддукейҙар үленән терелеү ҙә, фәрештәләр ҙә, рухтар ҙа юҡ тиҙәр, ә фарисейҙар быларҙың бөтәһенә лә ышана. 9 Ҙур ғауға ҡупты, фарисейҙарҙан булған ҡанун белгестәре ҡаты бәхәсләште.
– Беҙ был кешелә һис бер насарлыҡ күрмәйбеҙ. Бәлки уға рух йәки фәрештә әйткәндер, – тине улар.
10 Ыҙғыш көсәйгәнлектән, ғәскәриҙәр башлығы, Павелды өҙгөләп ташлауҙарынан ҡурҡып, ғәскәриҙәргә аҫҡа төшөп уны ундағы кешеләр араһынан алырға һәм нығытмаға илтергә әмер бирҙе.
11 Алдағы төндә Павел янына Раббы килде.
– Ныҡ бул! Иерусалимда Минең хаҡта нисек шаһитлыҡ ҡылған булһаң, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирергә тейешһең, – тине Раббы.

 

Йәһүдтәрҙең Павелды үлтерергә һүҙ ҡуйышыуы

 

12 Көн тыуғас, ҡайһы бер йәһүдтәр бергә йыйылып яуыз ниәт ҡорҙо һәм Павелды үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа-эсмәҫкә ант итте. 13 Ант итеүселәрҙең һаны ҡырҡтан ашыу ине. 14 Улар баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар алдына барып:
– Беҙ Павелды үлтермәй тороп бер нәмә лә ашамаҫҡа тантаналы рәүештә ант иттек. 15 Ә һеҙ хәҙер, Юғары кәңәшмә менән бергә уның хаҡындағы эште теүәлерәк тикшерергә теләйбеҙ тигән булып, ғәскәриҙәр башлығынан уны янығыҙға сығарыуын һорағыҙ. Беҙ әҙер генә торорбоҙ ҙа уны юлда саҡта үлтерербеҙ, – тинеләр.
16 Павелдың һеңлеһенең улы, уларҙың яуыз ниәт ҡороуҙары тураһында ишетеп, нығытмаға барып быны Павелға еткерҙе. 17 Павел иһә, йөҙбашыларҙың береһен саҡырып:
– Был егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып бар, уның әйтәһе һүҙе бар, – тине.
18 Йөҙбашы егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып килде:
– Тотҡон Павел мине саҡырып алды ла, был егетте һинең яныңа килтереүемде һораны. Ул һиңә ниҙер әйтергә теләй.
19 Ғәскәриҙәр башлығы егетте ҡулынан тотоп ситкәрәк алып китте.
– Һин миңә нимә әйтергә теләйһең? – тип һораны унан.
20 – Йәһүдтәр, Павел хаҡындағы эште теүәлерәк тикшереү өсөн тигән булып, иртәгә һинән Павелды Юғары кәңәшмә алдына килтереүегеҙҙе һорарға һүҙ ҡуйышҡандар, – тип яуап бирҙе егет. – 21 Ләкин һин уларҙы тыңлама, сөнки Павелды үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә ант иткән ҡырҡтан ашыу кеше уны һағалап тора. Улар инде Павелды үлтерергә әҙер, һеҙҙең һүҙегеҙҙе генә көтәләр.
22 Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы:
– Быны миңә һөйләүең тураһында бер кемгә лә әйтмә, – тип егетте ҡайтарып ебәрҙе.

 

Павелдың идарасы Феликсҡа ебәрелеүе

 

23 Ғәскәриҙәр башлығы ике йөҙбашын саҡырып алды. Уларға:
– Ике йөҙ йәйәүле, етмеш һыбайлы һәм ике йөҙ уҡсы ғәскәр әҙерләгеҙ. Улар киске сәғәт туғыҙҙа Кесарияға китһен. 24 Павелды ултыртып алып барырға ла аттар әҙер булһын. Уны идарасы Феликс янына хәүеф-хәтәрһеҙ алып барып еткерегеҙ, – тине 25 һәм ошондай йөкмәткеле хат яҙҙы:
26 «Клавдий Лисийҙан мөхтәрәм идарасы Феликсҡа сәләм!
27 Йәһүдтәр был кешене тотоп, үлтерергә йыйына ине. Мин, уның Рим гражданы икәнен белгәс, ғәскәриҙәр менән барып ҡотҡарып алып ҡалдым.
28 Аҙаҡ, уны ни өсөн ғәйепләүҙәрен белергә теләп, ул кешене йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһенә алып барҙым 29 һәм ғәйепләүҙең йәһүдтәр ҡанунына ҡағылышлы икәнлеген белдем. Әммә уны үлемгә йәки бығауларға дусар итерлек ғәйеп табып булманы. 30 Был кешегә ҡарата ҡорған яуыз ниәт тураһында ишеткәс, мин уны тиҙ арала һиңә ебәрҙем, ғәйепләүселәргә һинең алда уға ҡаршы фекерҙәрен әйтергә әмер бирҙем».
31 Шулай итеп, ғәскәриҙәр, үҙҙәренә бирелгән әмерҙе үтәп, төндә Павелды Антипатридаға алып китте. 32 Ә икенсе көндө, Павелды атлы ғәскәриҙәргә тапшырып, йәйәүлеләре нығытмаға кире ҡайтты. 33 Кесарияға барып еткәс, ғәскәриҙәр идарасыға хатты биреп, Павелды уның ҡарамағына тапшырҙы. 34 Идарасы хатты уҡып сыҡҡас, Павелдың ҡайһы өлкәнән булыуын һораны. Киликиянан икәнен белгәс, 35 был эште ғәйепләүселәр килгәс кенә тыңлаясағын әйтте. Ә Павелды Ирод һарайы төрмәһендә һаҡ аҫтында тоторға ҡушты.

 

24

 

Павелға ғәйеп ташлау

 

1 Биш көндән, Павелға идарасы алдында ғәйеп ташлау өсөн, иң баш рухани Анания аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгесе Тертулл исемле кеше менән бергә Кесарияға килде. 2 Павелды саҡыртып алғас, Тертулл ғәйепләү һүҙҙәрен башланы:
3 – Мөхтәрәм Феликс! Һинең етәкселегең аҫтында оҙаҡ ваҡыт тыныслыҡта йәшәүебеҙҙе һәм һин ҡайғыртҡанға күрә был халыҡтың хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүен һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә күп рәхмәттәр менән таныйбыҙ, – тине ул. – 4 Һине оҙаҡ мәшәҡәтләмәҫ өсөн, беҙ әйтергә теләгән бер нисә һүҙҙе асыҡ күңел менән тыңлауыңды үтенәм.
5 Был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара. 6-8 Ул хатта Алла Йортон хурларға тырышты. Беҙ уны ҡулға алдыҡ[30] . Беҙҙең уны нимәлә ғәйепләүебеҙҙе унан һорау алып белә алырһың, – тине Тертулл.
9 Йәһүдтәр:
– Эйе, шулай, – тип уның һүҙен раҫлап торҙо.

 

Павел Феликс алдында

 

10 Идарасы, һөйләргә мөмкин тип, Павелға ишара яһаны.
– Һинең был халыҡ өҫтөнән күп йылдар хөкөмдар булыуыңды белгәнгә, мин үҙемде шатланып яҡлаясаҡмын, – тине Павел. – 11 Аллаға табыныу өсөн Иерусалимға килгәнемә ун ике көндән дә артыҡ түгеллеген белә алаһың. 12 Алла Йортонда ла, ғибәҙәтханаларҙа ла, ҡалала ла улар минең берәй кеше менән бәхәсләшеүемде йәки халыҡ араһында фетнә таратыуымды күрмәне. 13 Үҙҙәре хәҙер миңә ташлаған ғәйептәрен дә иҫбат итә алмай. 14 Әммә һинең алда шуны таныйым: мин, улар айырым төркөм генә тип иҫәпләгән юлдан барып, аталарым Аллаһына хеҙмәт итәм, ҡанунға һәм пәйғәмбәрҙәр тарафынан яҙылғандарҙың бөтөнөһөнә ышанам. 15 Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип, улар кеүек үк мин дә Аллаға өмөт бағлайым. 16 Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.
17 Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм ярҙам итер өсөн, Иерусалимға ҡайттым. 18 Алла Йортонда таҙарыныу йолаһын үтеп, шул эштәрҙе башҡарған саҡта минең яныма халыҡ та йыйылмағайны, үҙем дә бер кемде лә борсоманым. 19 Миңә иһә Асия өлкәһендә йәшәүсе бер нисә йәһүд осраны. Ғәйепләрлек берәй сәбәптәре булһа, улар һинең ҡаршыңа килеп баҫырға һәм мине ғәйепләргә тейеш ине. 20 Йәки, Юғары кәңәшмә алдында торған сағымда, миндә ниндәй яуызлыҡ табыуҙары хаҡында бындағы кешеләр үҙҙәре әйтһен. 21 Мин унда булғанда: «Мине хәҙер үлеләрҙең тереләсәгенә ышаныуым өсөн хөкөм итәләр», – тип ҡысҡырып әйттем, башҡа бер ни ҙә эшләмәнем, – тине Павел.
22 Раббының юлы хаҡында ярайһы уҡ белгән Феликс:
– Һеҙҙең эшегеҙ тураһында ғәскәриҙәр башлығы Лисий килгәс ҡарар ҡылырмын, – тип тикшереү эшен кисектерҙе.
23 Ә йөҙбашына Павелды һаҡ аҫтында тоторға, ләкин дуҫтарының уға хеҙмәт күрһәтеүенә ҡамасауламаҫҡа, тигән әмер бирҙе.

 

Павел һаҡ аҫтында

 

24 Бер нисә көндән Феликс үҙенең йәһүд ҡатыны Друзилла менән килде һәм Павелды саҡыртып алды. Ул Павелдың Ғайса Мәсихкә инаныуы тураһында һөйләгәнен тыңланы.
25 Әммә Павел тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә Феликс ҡурҡыуға төштө.
– Хәҙергә етте, форсат тапҡас, һине саҡыртырмын, – тине ул.
26 Шул уҡ ваҡытта Павел уға аҡса бирер тип өмөт итте. Шунлыҡтан уны йыш ҡына саҡыртып, уның менән әңгәмә ҡороп ултырҙы. 27 Әммә ике йылдан Феликс урынына Порций Фест килде. Феликс, йәһүдтәргә ярарға тырышып, Павелды тотҡонлоҡта ҡалдырҙы.

 

25

 

Павелдың ҡайсар хөкөмөн талап итеүе

 

1 Өлкәгә килеп өс көн торғандан һуң, Фест Кесариянан Иерусалимға китте. 2 Баш руханиҙар һәм йәһүдтәрҙең башлыҡтары уның янына килеп, Павелды ғәйепләне. 3 Үҙҙәренә мәрхәмәт күрһәтеүҙе һорап, Павелды Иерусалимға саҡыртыуын үтенделәр. Ә үҙҙәре уны юлда үлтерергә һүҙ ҡуйышты. 4 Ләкин Фест Павелды Кесарияла һаҡ аҫтында тотоуҙарын һәм тиҙҙән үҙенең дә шул ҡалаға барасағын әйтте.
5 – Шулай итеп, – тине ул, – етәкселәрегеҙ минең менән барһын һәм, ул кешенең ғәйебе булһа, был турала әйтһен.
6 Иерусалимда аҙна-ун көн булғандан һуң Фест Кесарияға ҡайтты. Икенсе көндө ул хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм Павелды алып инергә ҡушты. 7 Павел ингәс, Иерусалимдан килгән йәһүдтәр уны уратып алды һәм Уға ҡаршы күп ауыр ғәйептәр ташланы. Ләкин ул ғәйептәрҙе иҫбат итә алманылар.
8 – Мин йәһүдтәр ҡанунына ла, Алла Йортона ла, ҡайсарға ҡаршы ла һис ниндәй яманлыҡ ҡылманым, – тине Павел үҙен яҡлап.
9 Фест, йәһүдтәргә ярарға теләп, Павелдан:
– Иерусалимға барырға һәм унда был ғәйепләүҙәрҙе тикшереү өсөн минең хөкөм алдына баҫырға ризаһыңмы? – тип һораны.
10 – Мин ҡайсар хөкөмө алдында торам һәм эшем шунда ҡаралырға тейеш. Үҙең дә яҡшы белеп тораһың, мин йәһүдтәргә ҡаршы насар бер нәмә лә ҡылманым. 11 Әгәр ҙә нимәнелер дөрөҫ эшләмәйенсә үлемгә хөкөм итерлек эш ҡылғанмын икән, үлемдән баш тартмайым. Ә инде улар миңә ташлаған ғәйепләүҙәр дөрөҫ булмаһа, бер кем дә мине уларҙың ҡулына тотоп бирә алмай. Ҡайсарға мөрәжәғәт итергә[31] теләйем, – тине Павел.
12 Фест, кәңәшселәре менән һөйләшеп алғас:
– Һин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләнең, шуның өсөн ҡайсар янына китәсәкһең, – тине.

 

Павелдың Агриппа батша алдына килтерелеүе

 

13 Бер нисә көндән, Фесты тәбрик итеү өсөн, Агриппа батша[32] менән Вереника Кесарияға килде. 14 Улар унда байтаҡ ҡына булғанлыҡтан, Фест батшаға Павелдың эшен тыңларға тәҡдим итте:
– Бында Феликс тотҡонлоҡта ҡалдырған бер кеше бар. 15 Мин Иерусалимда булған саҡта йәһүдтәрҙең баш руханиҙары һәм аҡһаҡалдары, уны хөкөм итеүҙе талап итеп, шикәйәт менән килде. 16 Мин уларға, римлыларҙа ғәйепләнеүсе ғәйепләүсе менән осрашмайынса һәм ғәйепләүгә ҡаршы үҙен яҡлай алыу мөмкинлеге булмайынса, кешене язаға тарттырыу ғәҙәте юҡлығы тураһында әйтеп бирҙем. 17 Улар бында килгәс, һис кисектермәйенсә, икенсе көндө үк хөкөм итеү урынына ултырҙым һәм ул кешене алып килергә әмер бирҙем. 18 Павелды уратып алған ғәйепләүселәр уның яуыз эштәрен әйтеп ғәйепләрҙәр, тип уйлағайным, ләкин быны эшләй алманылар. 19 Улар үҙҙәренең диндәренә ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында, Павел тере тип раҫлаған ниндәйҙер үлгән Ғайса хаҡында бәхәсләшә инеләр. 20 Был мәсьәләне тикшерергә ҡыйынһынып, мин унан Иерусалимға барырға һәм был эш буйынса шунда хөкөм алдына баҫырға теләмәйме икәнлеге хаҡында һораштым. 21 Әммә ул император ҡарарын һораны һәм һаҡ аҫтында ҡалырға теләне. Шунлыҡтан мин уны ҡайсар янына ебәрелгәнсе һаҡ аҫтында тоторға ҡуштым, – тине Фест.
22 Агриппа Фестҡа:
– Ул кешене мин дә тыңларға теләр инем, – тине.
– Иртәгә һин уны тыңларһың, – тип яуапланы Фест.
23 Икенсе көндө Агриппа һәм Вереника тантаналы рәүештә хәрби етәкселәр һәм ҡаланың иң күренекле кешеләре менән бергә ултырыштар залына ингәс, Фестың әмере буйынса Павелды алып килделәр.
24 – Агриппа батша һәм бында ултырыусылар! – тине Фест. – Иерусалимда ла, бында ла күп йәһүдтәр бына ошо кешегә зарланды. Ул йәшәргә тейеш түгел, тип ҡысҡырҙы улар. 25 Әммә мин, ул үлемгә хөкөм ителерлек бер нәмә лә эшләмәгән, тип таптым һәм, ул үҙе императорға мөрәжәғәт итергә теләгәнлектән, уны ҡайсар янына ебәрергә булдым. 26 Ләкин уның хаҡында императорға нимә яҙырға ла белмәйем. Шуға күрә, тикшергәндән һуң яҙырлыҡ берәй нәмә булһын ине тип, мин уны һеҙҙең алдығыҙға, бигерәк тә, Агриппа батша, һинең ҡаршыңа килтерҙем. 27 Тотҡондоң ниндәй эштә ғәйепләнеүен күрһәтмәй тороп, уны ҡайсар янына ебәреү, минеңсә, уйламайынса ҡылған эш буласаҡ.

 

26

 

Павелдың Агриппа батша алдында тотҡан телмәре

 

1 Агриппа Павелға:
– Һиңә үҙеңде яҡлап һөйләргә рөхсәт ителә, – тине.
Шунан һуң Павел ҡулын күтәрҙе лә үҙен яҡлап һөйләй башланы:
2 – Агриппа батша! Бөгөн һинең алдыңда йәһүдтәрҙең бөтә ғәйепләүҙәренән үҙемде яҡлай алыуыма бәхетлемен. 3 Һин, йәһүдтәрҙең барлыҡ йолаларын һәм бәхәсле фекерҙәрен бик яҡшы белгәнлектән, мине түҙемлек менән тыңларһың, тип үтенәм.
4 Минең йәштән үк үҙ халҡым араһында йәшәгәнлегем һәм Иерусалимдағы тормошом бөтөн йәһүдтәргә тәүҙән үк билдәле. 5 Улар мине күптәнән белә һәм, теләһәләр, минең фарисейҙар төркөмөндә булғанлығым – динебеҙҙең иң талапсан тәғлимәтен тотоуым хаҡында шаһитлыҡ бирә алалар. 6 Хәҙер мин Алла тарафынан аталарыбыҙға бирелгән вәғәҙәнең үтәлеүен өмөт итеүем өсөн хөкөм алдында торам. 7 Беҙҙең ун ике ҡәбилә, ул вәғәҙәнең тормошҡа ашыуына өмөт бағлап, көнө-төнө Аллаға тырышып хеҙмәт итә. Агриппа батша, йәһүдтәр мине шул өмөт өсөн ғәйепләй. 8 Кешеләр, ниңә һеҙ Алланың үлеләрҙе терелтеүен ышанмаҫлыҡ эш тип һанайһығыҙ?
9 Дөрөҫ, мин үҙем дә назаралы Ғайсаға ышаныусыларға ҡаршы мөмкин булған бөтә нәмәне эшләргә кәрәк, тип уйлай торғайным. 10 Һәм Иерусалимда шулай иттем дә: баш руханиҙарҙан вәкәләт алып, күп изгеләрҙе төрмәгә ташлаттым, башҡалар уларҙы үлтергәндә ризалығымды белдерҙем. 11 Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, күп тапҡырҙар уларҙы язаланым һәм Ғайсаға булған имандарынан баш тарттырырға тырыштым. Асыуым бик көслө булғанлыҡтан, ундайҙарҙы хатта сит ҡалаларҙа ла эҙәрлекләнем.
12 Тағы шундай маҡсат ҡуйып, баш руханиҙар тапшырған эш буйынса һәм уларҙың вәкәләте менән Дамаскыға барғанда, 13 көн уртаһындараҡ, эй батша, күктән төшкән бик көслө яҡтылыҡ күрҙем. Ҡояштан да сағыуыраҡ ул ут минең һәм юлдаштарымдың тирә-яғын яҡтыртты. 14 Беҙ бөтөнөбөҙ ергә йығылдыҡ, һәм мин бер тауыш ишеттем. Ул тауыш миңә йәһүд телендә: «Савл, Савл! Ниңә һин мине эҙәрлекләйһең? Осло таяҡҡа ҡаршы торһаң, үҙеңә зыян килтерерһең», – тине. 15 «Һин кем, Әфәнде?» – тип һораным мин. Ул миңә былай тине: «Мин – һин эҙәрлекләгән Ғайса. 16 Тор, аяҡтарыңа баҫ! Мин һине хеҙмәтсем итеп, шулай ук Мине күреүеңдең һәм һиңә тағы күрһәтәсәк нәмәләрҙең шаһиты итеп ҡуйырға килдем. 17 Һине йәһүд халҡынан да, башҡа халыҡтар ҡулынан да ҡотҡарам һәм шул башҡа халыҡтар янына ебәрәм. 18 Гонаһтары кисерелһен өсөн, Миңә булған ышаныстары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар өсөн, һин уларҙың күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең», – тине миңә Раббы Ғайса.
19 Шунлыҡтан, Агриппа батша, мин күктән килгән күренмешкә буйһондом 20 һәм тәүҙә Дамаск һәм Иерусалим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым. 21 Алла Йортонда йәһүдтәр бына шуның өсөн мине тотоп алды һәм үлтерергә тырышты. 22 Ләкин, Алланың ярҙамы менән мин бөгөнгө көнгәсә ныҡ торҙом, олоһонан кесеһенәсә шаһитлыҡ бирҙем. Бары тик пәйғәмбәрҙәр һәм Муса алдан әйткән киләсәктә булаһы хәлдәр тураһында ғына һөйләнем. 23 Ә улар Мәсихтең ғазап сигергә тейешлеген һәм үленән беренсе булып тереләсәген, йәһүдтәрҙе һәм башҡа халыҡтарҙы яҡтыртыр тигән хәбәрҙе иғлан итәсәген әйткәйнеләр, – тине Павел.
24 Ул шулай тип үҙен яҡлағанда Фест көслө тауыш менән:
– Һин, Павел, аҡылдан шашҡанһың! Ҙур ғилемлек һине аҡылдан яҙҙыра, – тине.
25 – Мөхтәрәм Фест, – тине Павел. – Мин аҡылдан шашманым, мин айыҡ аҡыл менән хәҡиҡәт һүҙҙәре һөйләйем. 26 Батша былар тураһында белә һәм мин уның алдында ҡыйыулыҡ менән бәйән итә алам. Был эштәрҙең батшаның иғтибарынан ситтә ҡалмағанлығына шигем юҡ, сөнки уларҙың береһе лә йәшерен эшләнмәне. 27 Агриппа батша, пәйғәмбәрҙәргә ышанаһығыҙмы? Беләм, ышанаһығыҙ.
28 Агриппа:
– Һин мине шулай тиҙ генә мәсихсе итергә мөмкин тип уйлайһыңмы? – тине.
29 – Тиҙ генәме, юҡмы, – тине Павел, – һинең генә түгел, ә бөгөн мине тыңлаусыларҙың бөтәһенең дә минең кеүек булыуҙарын Алланан үтенеп һорайым. Әлбиттә, был бығауҙарҙан тыш.
30 Батша һәм идарасы, Вереника һәм улар менән бергә ултырыусылар урындарынан торҙолар 31 һәм, ситкәрәк китеп:
– Был кеше үлемгә йәки тотҡонлоҡҡа хөкөм итерлек һис ни эшләмәгән, – тип һөйләштеләр.
32 Агриппа Фестҡа:
– Ҡайсарға мөрәжәғәт ҡылырға теләмәгән булһа, был кешене азат итергә мөмкин булыр ине, – тине.

 

27

 

Павелдың Римға ебәрелеүе

 

1 Беҙҙе Италияға оҙатырға ҡарар ҡылынғас, Павелды һәм тағы бер нисә тотҡондо император полкының Юлий атлы йөҙбашына тапшырҙылар. 2 Беҙ Асия өлкәһе ярҙары буйлап бара торған, Адрамит ҡалаһынан килгән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Фессалоника ҡалаһында йәшәүсе македон Аристарх та бар ине. 3 Икенсе көндө Сидон ҡалаһына килеп еттек. Юлий, Павелға кешелеклелек күрһәтеп, уға дуҫтары янына барырға һәм уларҙың хәстәрлегенән файҙаланырға рөхсәт итте.
4 Сидондан беҙ тағы диңгеҙгә сыҡтыҡ һәм, ел ҡаршы булғанлыҡтан, Кипрҙың елдән ышыҡ яғына табан йөҙөп киттек. 5 Киликия һәм Памфилия ярҙары буйлап диңгеҙҙе кистек һәм Ликия өлкәһендәге Миры ҡалаһына барып еттек. 6 Мирыла йөҙбашы Искәндәриәнән килгән һәм Италияға китәсәк карапты табып, беҙҙе шунда ултыртты. 7 Беҙ, әллә нисә көн буйы әкрен генә йөҙгәндән һуң, ауырлыҡ менән Книд ҡалаһы тапҡырына килеп еттек. Көслө ел арҡаһында был йүнәлештә барыу мөмкин булмағанға күрә, Салмона моронон уҙып, Криттың елдән ышыҡ яғына йүнәлдек. 8 Ҡыйынлыҡ менән яр буйлап йөҙөп, Яҡшы гавандәр тигән урынға килдек. Унан йыраҡ түгел ерҙә Ласея ҡалаһы урынлашҡайны.

 

Диңгеҙҙә дауыл ваҡытында

 

9 Байтаҡ ваҡыт үтте. Ураҙа көнө[33] лә уҙып китте һәм, диңгеҙ буйлап юлды дауам итеү хәүефле булғанлыҡтан, Павел шундай кәңәш бирҙе:
10 – Әфәнделәр! Хәҙер диңгеҙҙә булыу йөк һәм карап өсөн генә түгел, ә үҙебеҙ өсөн дә ҡурҡыныс буласағын һәм ҙур зыян килтерәсәген күрәм.
11 Ләкин йөҙбашы Павелдың кәңәшенә ҡарағанда ҡойроҡ тотоусының һәм карап хужаһының һүҙенә күберәк ҡолаҡ һалды. 12 Гавань ҡыш үткәрергә яраҡлы булмағанлыҡтан, диңгеҙселәрҙең күбеһе унан китергә һәм, мөмкин булһа, Криттың көньяҡ-көнбайышы ла, төньяҡ-көнбайыш яғы ла елдән һаҡланыулы Финик гаваненә барып, шунда ҡышларға ҡарар ҡылды.
13 Көньяҡ еле иҫә башлағас, улар, инде теләгебеҙгә өлгәштек тип уйлап, якорь күтәрҙе, һәм беҙ Крит ярын яғалап йөҙөп киттек. 14 Әммә күп тә үтмәне, төньяҡ-көнбайыш еле тип аталған бик көслө ел ҡупты. 15 Ул беҙҙең карапты эләктереп үҙ ыңғайына йөҙҙөрөп алып китте. Карап елгә ҡаршы тора алманы. 16 Клавда тигән кескәй генә утрауҙың елдән ышыҡ яғына килеп сығып, ҡыйынлыҡ менән генә ҡотҡарыу кәмәһен урынлаштырып ҡуя алдыҡ. 17 Уны палубаға күтәргәс, арҡандарҙы карап аҫтынан үткәреп, карапты бәйләп ҡуйҙылар. Сирт тип аталған һай ергә ултырыуҙан ҡурҡып, елкәнде төшөрҙөләр һәм шул хәлдә диңгеҙ буйлап йөҙөп йөрөнөк. 18 Һаман көслө дауыл булғанлыҡтан, икенсе көндө йөктәрҙе диңгеҙгә ташлай башланылар. 19 Ә өсөнсө көндө үҙ ҡулдары менән диңгеҙгә карап йыһаздарын ырғыттылар. 20 Күп көндәр ҡояш та, йондоҙҙар ҙа күренмәгәс, көслө дауыл һаман дауам иткәс, ҡотолоуға бөтә өмөтөбөҙ юғалды.

 

«Берегеҙ ҙә һәләк булмаясаҡ»

 

21 Караптағы кешеләр байтаҡтан бирле бер ни ҙә ашамағайны. Павел улар араһына тороп баҫып:
– Әфәнделәр! Минең һүҙемде тыңларға һәм Криттан ҡуҙғалмаҫҡа кәрәк ине. Шулай иткән булһаҡ, был ҡыйынлыҡтар ҙа, юғалтыуҙар ҙа тыумаған булыр ине. 22 Ә хәҙер минең һеҙгә кәңәшем шундай: күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, сөнки берегеҙ ҙә һәләк булмаясаҡ, карапты ғына юғалтасаҡһығыҙ, – тине. – 23 Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде. 24 Ул: «Ҡурҡма, Павел! Һин ҡайсар алдында булырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине. 25 Бына шуға ла, әфәнделәр, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, мин Аллаға инанам, барыһы ла миңә әйткәнсә буласаҡ. 26 Беҙ ниндәйҙер утрауға барып сығасаҡбыҙ, – тине Павел.
27 Адриатика диңгеҙендә йөҙөп йөрөгәндә, ун дүртенсе төндөң урталары еткәс, диңгеҙселәр ҡоро ергә яҡынлашыуыбыҙҙы һиҙә башланы. 28 Улар тәрәнлекте үлсәне – егерме сажин, ә арыраҡта ун биш сажин самаһы ине. 29 Ташлы урынға барып бәрелеүҙән ҡурҡып, караптың ҡойроҡ яғынан дүрт якорь төшөрҙөләр һәм тиҙерәк көн тыуыуын теләп доға ҡылдылар.
30 Диңгеҙселәр, караптан ҡасырға теләп, морон тарафынан якорь төшөрөргә уйлайбыҙ, тигән һылтау менән диңгеҙгә кәмә төшөргәс, 31 Павел йөҙбашыға һәм ғәскәриҙәргә:
– Улар карапта ҡалмаһа, һеҙ ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тине.
32 Шунан һуң ғәскәриҙәр кәмә бауҙарын сабып өҙҙө, кәмә һыуға төшөп китте.
33 Көн тыуыр алдынан Павел һәммәһен ризыҡ ашарға ҡыҫтаны.
– Һеҙ бөгөн ун дүртенсе көн инде ҡазанан ҡотолоу көтәһегеҙ һәм һис ни ашамайһығыҙ. 34 Шунлыҡтан мин һеҙҙең ашауығыҙҙы үтенәм: был һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн зарур. Берегеҙҙең дә башынан бер генә бөртөк тә сәсе төшмәҫ, – тине ул.
35 Шулай тигәс, Павел икмәкте ҡулына алып, Аллаға шөкөрана ҡылды һәм һындырып ашай башланы. 36 Был мәлдә бөтәһенең дә күңеле күтәрелде һәм улар ҙа ашарға ултырҙы. 37 Беҙ карапта бөтәһе ике йөҙ етмеш алты йән инек. 38 Ашап туйғас, диңгеҙселәр карапты еңеләйтеү өсөн, бойҙайҙы диңгеҙгә ташланы.

 

Караптың емерелеүе, кешеләр иҫән ҡалыуы

 

39 Көн тыуғас, диңгеҙселәр алдарындағы әлеге ерҙе таныманы, ләкин унда һөҙәк ярлы ниндәйҙер ҡултыҡ күрҙеләр һәм, булдырып булһа, карапты тап шул яр буйына йүнәлтергә ниәтләнеләр. 40 Якорҙарҙы сабып өҙҙөләр, караптың ҡойроғонда урынлашҡан бороу ишкәктәрен ысҡындырҙылар һәм алғы елкәнде ел ыңғайына көйләнеләр. Карап ярға табан юл алды, 41 ләкин ҡомға барып ултырҙы. Караптың мороно ҡуҙғатмаҫлыҡ булып батты, ә ҡойроҡ өлөшө тулҡын көсөнән емерелә башланы.
42 Ғәскәриҙәр, тотҡондарҙан берәйһе йөҙөп ҡасып китмәһен тип, уларҙы үлтерергә ниәтләне. 43 Әммә йөҙбашы, Павелды ҡотҡарып ҡалырға теләп, уларҙы туҡтатты һәм тәүҙә йөҙә белгәндәргә һыуға ырғырға һәм ярға сығырға ҡушты.
44 – Ҡалғандарығыҙ йә таҡталарға, йә караптағы берәй нәмәгә тотоноп йөҙөгөҙ, – тине.
Шулай итеп, барыһы ла ҡотолоп ергә сыҡты.

 

28

 

Павел Мальта утрауында

 

1 Иҫән-имен ярға сығып еткәс, утрауҙың Мальта тип аталыуын белдек. 2 Утрау кешеләре беҙгә ғәҙәттән тыш ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Ямғыр яуа башлап, һалҡын булғанлыҡтан, улар усаҡ яғып ебәрҙе һәм бөтәбеҙҙе лә усаҡ янына саҡырҙылар. 3 Павел үҙе йыйып килтергән бер ҡосаҡ сыбыҡ-сабыҡты усаҡҡа һалды, уттан атылып сыҡҡан зәһәрле йылан уның ҡулына йәбешеп ҡалды. 4 Утрау кешеләре, ҡулында аҫылынып торған йыланды күреп, бер-береһенә:
– Был әҙәм кеше үлтереүсе булырға тейеш. Диңгеҙҙән ҡотолһа ла, ғәҙеллек алиһәһе уны иҫән ҡалдырманы, – тиештеләр.
5 Әммә Павел йыланды утҡа һелкеп төшөрҙө һәм әҙ генә лә йәрәхәтләнмәне. 6 Кешеләр, ул шешенә башлар йәки кинәт йығылып үлер, тип көттө. Ләкин оҙаҡ ҡына көткәндән һуң, уға һис ниндәй зарар теймәгәнен күреп, фекерҙәрен үҙгәрттеләр:
– Ул – ниндәйҙер бер илаһ.
7 Шул урындан йыраҡ түгел ерҙә утрау башлығы Публийҙың хужалығы урынлашҡайны. Ул беҙҙе үҙ өйөнә саҡырҙы һәм өс көн буйы дуҫтарса ҡунаҡ итте. 8 Публийҙың атаһы биҙгәк һәм эс ауырыуынан яфаланып ята ине. Павел инеп доға ҡылды ла, башына ҡулдарын ҡуйып, уны һауыҡтырҙы. 9 Был хәлдән һуң утрауҙағы бүтән ауырыуҙар ҙа Павел янына килде, улар ҙа һауыҡтырылды. 10 Утрауҙа йәшәүсе кешеләр беҙгә күп хөрмәт күрһәтте, ә китергә йыйынғас, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итте.

 

Павелдың Римға килеүе

 

11 Мальта утрауында өс ай торғас, Искәндәриә ҡалаһынан килеп, ошо утрауҙа ҡышлаған Күк игеҙәктәре[34] исемендәге карапҡа ултырып юлға сыҡтыҡ. 12 Сиракузы ҡалаһына еткәс, унда өс көн булдыҡ. 13 Унан, яр яғалап йөҙөп, Ригия ҡалаһына килдек. Икенсе көндө ел ыңғайына Путеол ҡалаһына еттек. 14 Ул ҡалала имандаштарыбыҙҙы осраттыҡ, улар беҙҙең бер аҙнаға үҙҙәре янында ҡалыуыбыҙҙы үтенде.
Шулай итеп беҙ Римға килеп еттек. 15 Ундағы имандаштар, беҙҙең хаҡта ишетеп, Аппий юлындағы баҙар майҙанына һәм Өс ҡунаҡхана ҡасабаһына тиклем етеп, беҙҙе ҡаршы алырға сыҡҡайны. Уларҙы күргәс, Павел Аллаға шөкөрана ҡылды, уның күңеле күтәрелде. 16 Рим ҡалаһында Павелға һаҡ аҫтында айырым йәшәргә рөхсәт ителде.

 

Павелдың Рим йәһүдтәре менән осрашыуы

 

17 Римға килеп өс көн торғандан һуң Павел йәһүдтәрҙең башлыҡтарын йыйып алды. Улар килгәс:
– Туғандар! Үҙ халҡыбыҙға йәки аталарыбыҙҙың йолаларына ҡаршы һис бер нәмә эшләмәһәм дә, мин Иерусалимда тотҡон булдым һәм римлылар ҡулына тапшырылдым, – тине. – 18 Улар, минән яуап алғас, үлемгә хөкөм итерлек бер ниндәй ҙә ғәйебем булмағанлыҡтан, азат итергә теләгәйне. 19 Әммә йәһүдтәр быға ҡаршы килгәс, мин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдым, ләкин үҙ халҡымды нимәләлер ғәйепләү маҡсаты менән түгел. 20 Шуға мин һеҙҙе осрашып һөйләшергә саҡырҙым. Мин бит бына был бығауҙарға Израиль бағлаған өмөт өсөн һуғылдым, – тине Павел.
21 – Беҙ, – тине йәһүд башлыҡтары, – Йәһүҙиәнән һинең хаҡта хаттар ҙа алманыҡ, унан килгән имандаштарыбыҙ ҙа һинең хаҡта бер нәмә лә хәбәр итмәне һәм насар һүҙ һөйләмәне. 22 Хәйер, беҙ һинең фекерҙәреңде үҙеңдән ишетергә теләр инек, беҙгә билдәле булғанса, һәр ерҙә был төркөмгә ҡаршы һөйләйҙәр.
23 Улар яңы осрашыу тураһында килеште, һәм билдәләнгән көндө Павел йәшәгән өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты. 24 Ҡайһы берҙәре уның һүҙҙәренә ышанды, ҡайһылары иһә ышанманы 25 һәм үҙ-ара килешә алмайынса таралыша башланы. Павел уларға былай тине:
– Изге Рух һеҙҙең аталарығыҙға Ишағыяпәйғәмбәр аша бына ниндәй дөрөҫ һүҙҙәр әйткән:
26 «Был халыҡ янына бар ҙа әйт:
Тыңларһығыҙ-тыңларһығыҙ – аңламаҫһығыҙ,
Ҡарарһығыҙ-ҡарарһығыҙ – күрә алмаҫһығыҙ.
27 Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫты.
Ҡолаҡтары көскә генә ишетә,
күҙҙәрен дә йомғандар.
Әгәр шулай булмаһа,
күҙҙәре менән күрерҙәр,
ҡолаҡтары менән ишетерҙәр ине,
йөрәктәре менән аңларҙар,
Миңә табан боролорҙар
һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».
28-29 Шуға күрә һеҙгә мәғлүм булһын: йәһүд булмаған халыҡтарға Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр ебәрелгән һәм улар уны тыңлай[35] .
30 Ә Павел үҙе түләп торған өйҙә ике йыл буйы йәшәне һәм янына килеүселәрҙең барыһын да ҡабул итте. 31 Ул ҡыйыу рәүештә һәм ҡаршылыҡһыҙ Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм Раббы Ғайса Мәсих хаҡында өйрәтте.

 

 

 

Яҡуб

Яҡубтың хаты

 

 

1

 

1 Донъя буйлап таралған ун ике ҡәбиләгә[1] Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе Яҡубтан сәләм!

 

Һынауҙар һәм иман

 

2 Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡһағыҙ, быны оло ҡыуаныс итеп ҡабул итегеҙ, 3 сөнки һеҙ иманығыҙ һыналыуының сыҙамлыҡ булдырыуын беләһегеҙ. 4 Ә был сыҙамлыҡ, һеҙҙең имен һәм бер ниндәй ҙә кәмселекһеҙ камил булыуығыҙ өсөн, үҙ эшен еренә еткерергә тейеш. 5 Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын һәм уға бирелер, сөнки Алла бөтөнөһөнә лә йомартлыҡ менән, шелтәләмәйенсә өләшә. 6 Әммә һораусы иман менән, икеләнмәй һораһын, сөнки икеләнгән кеше ел бер яҡтан икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған. 7 Ундай әҙәм Раббынан ни ҙә булһа алырға иҫәп тотмаһын. 8 Икеләнеүсән кеше үҙенең бөтә эштәрендә лә тотороҡһоҙ.

 

Һыналыу һәм ҡотҡо

 

9 Түбән ҡатламдан булған имандаш үҙенең юғары күтәрелеүе менән ғорурланһын. 10 Бай иһә үҙенең түбән төшөрөлөүе менән генә ғорурлана ала, сөнки байҙар ялан сәскәһе кеүек юғаласаҡ. 11 Ҡояш ҡалҡып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында юҡҡа сығасаҡ.
12 Һынау аша уҙған кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ. 13 Ҡотҡоға тарыған бер кем дә: «Ҡотҡо миңә Алла тарафынан ебәрелгән», – тимәһен, сөнки яуызлыҡ Алланы ҡотҡоға төшөрә алмай, Алла Үҙе лә бер кемде лә ҡотҡоға һалмай. 14 Һәр кемде үҙенең гонаһлы теләктәре мауыҡтыра һәм ымһындыра. 15 Бынан һуң теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, тамам нығынып, үлемгә килтерә. 16 Алданмағыҙ, ҡәҙерле имандаштарым.
17 Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, яҡтылыҡтар Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтылыҡ күләгәгә әйләнмәйәсәк. 18 Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булыуыбыҙ өсөн, Ул беҙҙе Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.

 

Тыңлағыҙ һәм үтәгеҙ

 

19 Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын, 20 сөнки кеше асыулы сағында Алла теләгәнде эшләмәй. 21 Шуға күрә һәр төрлө әшәкелектән һәм ныҡ таралған яуызлыҡтан ваз кисеп, йөрәктәрегеҙгә сәселгән Алла һүҙен баҫалҡылыҡ менән ҡабул итегеҙ; ул һүҙ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе ҡотҡарырға һәләтле.
22 Һүҙҙе тыңлап ҡына үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә. 23 Кемдер Алла һүҙен ишетеп тә уны үтәмәй икән, ул үҙенең йөҙөн көҙгөнән күргән кешегә оҡшаш: 24 үҙенә ҡарап тора ла, ситкәрәк китеү менән, йөҙөнөң ниндәй икәнлеген шунда уҡ онота. 25 Ә кем азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунды иғтибар менән тикшереп уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ. 26 Кемдер үҙен иманлы тип һанай, ләкин телен тыймай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның Аллаға табыныуы файҙаһыҙ. 27 Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған табыныу – бәләгә ҡалған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрләү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.

 

2

 

Һәр кемгә тигеҙ ҡарағыҙ

 

1 Имандаштарым, данлы Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә инаныусылар булараҡ, һәр кемгә тигеҙ ҡарағыҙ. 2 Әйтәйек, һеҙҙең ҡорға ҡупшы кейенгән, алтын балдаҡ таҡҡан кеше һәм шулай уҡ туҙған кейемле фәҡир килеп инде, ти. 3 Һеҙ бай кейемлегә күберәк иғтибар күрһәтеп: «Һин, рәхим итеп, бына бында, яҡшы урынға ултыр», – тиһәгеҙ, ә фәҡиргә: «Ана тегендә баҫып тор» йәки «Иҙәнгә, аяғым осона ултыр», – тип әйтһәгеҙ, 4 һеҙ имандаштар араһында кеше айырып, насар фекергә таяныусы хөкөмдар кеүек булаһығыҙ түгелме? 5 Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни? 6 Һеҙ иһә фәҡирҙе кәмһеттегеҙ. Һеҙҙе йәберләгән һәм хөкөм алдына һөйрәгән кешеләр байҙар түгелме ни? 7 Һеҙ йөрөткән Мәсихтең яҡшы исемен шулар хурламаймы ни?
8 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тигән Батшалыҡ ҡанунын үтәйһегеҙ икән, дөрөҫ эшләйһегеҙ. 9 Әгәр ҙә инде кешеләрҙе айырып ҡараһағыҙ, гонаһ ҡылаһығыҙ һәм ҡанун һеҙҙе енәйәтсе булараҡ хөкөм итә. 10 Кемдер ҡанунды тулыһынса үтәп тә, уның бер генә талабын боҙһа ла, ул бөтә ҡанунды боҙоуҙа ғәйепле. 11 Сөнки: «Зина ҡылма», – тигән Алла шулай уҡ: «Үлтермә», – тип тә әйткән. Әгәр ҙә зина ҡылмаһаң, ләкин үлтерһәң, һин ҡанунды боҙоуҙа ғәйеплеһең. 12 Иреклек ҡануны буйынса хөкөм ителәһе кеше булараҡ һөйләгеҙ һәм ғәмәл ҡылығыҙ. 13 Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөм өҫтөнән тантана итә.

 

Иман һәм ғәмәлдәр

 

14 Кемдер: «Мин иман тотам», – тип әйтә, ләкин быны эштәре менән күрһәтмәй икән, бынан ни файҙа, имандаштарым? Был иман уны ҡотҡара алырмы? 15 Әгәр, имандаш ир-ат йәки ҡатын-ҡыҙ кейемдән һәм көндәлек ризыҡтан мәхрүм булып, 16 арағыҙҙан кемдер: «Иҫән-һау йөрөгөҙ. Йылынығыҙ һәм туйғансы ашағыҙ!» – тип әйтһә, әммә уларға тереклек өсөн кәрәкле нәмәләрҙе бирмәһә, бынан ни файҙа? 17 Иман менән дә шулай. Ғәмәле булмаһа, ул үҙенән-үҙе үле.
18 Ләкин кемдер: «Һинең иманың бар һәм минең ғәмәлдәрем бар», – тиер. Һин миңә үҙеңдең иманыңды ғәмәлдәрҙән башҡа күрһәт һәм мин һиңә үҙ иманымды ҡылған ғәмәлдәрем аша күрһәтермен. 19 Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡалтырашып тора. 20 Эй буш бәндә! Ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ булыуына дәлилдәр теләйһеңме? 21 Атабыҙ Ибраһим, улы Исхаҡты ҡорбан килтереү урынына ятҡырғас, ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында аҡланмағанмы ни? 22 Күреүеңсә, уның иманы ғәмәлдәре менән бергә эш иткән һәм шул эштәре аша уның иманы камиллашҡан. 23 Изге Яҙмалағы: «Ибраһим Аллаға ышанды һәм бының менән ул хаҡ һаналды» – тигән һүҙҙәр раҫланды һәм ул Алланың дуҫы тип аталды. 24 Күрәһегеҙме, кеше Алла тарафынан иманына ғына түгел, ә ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап та аҡлана. 25 Фәхишә Рахав та, хәбәрселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп һәм уларға бүтән юлдан китергә ярҙам итеп, ҡылған ғәмәле арҡаһында Алла тарафынан аҡланмағанмы ни? 26 Шулай уҡ, рухһыҙ тән үле булған кеүек, ҡылынған ғәмәлдән башҡа иман да үле.

 

3

 

Тел

 

1 Имандаштарым, бөтәгеҙ ҙә остаз булырға ынтылмағыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит: өйрәтеүсе булараҡ, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ. 2 Бөтөнөбөҙ ҙә күп хаталар яһайбыҙ. Һүҙендә абынмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен тыя ала. 3 Әгәр ҙә беҙ буйһондорор өсөн аттарҙы ауыҙлыҡлайбыҙ икән, аттарҙың тотош кәүҙәһе менән идара итә алабыҙ. 4 Бына караптарҙы ла, ни тиклем ҙур булмаһындар һәм көслө ел тарафынан ҡыуып йөрөтөлмәһендәр, бәләкәс кенә ҡойроҡ ишкәге ярҙамында ҡойроҡсо теләгән яҡҡа бора. 5 Тел дә шулай уҡ, кескәй генә ағза булһа ла, самаһыҙ маҡтана. Ана ниндәй бәләкәс кенә ут ҙур урманды яндырып ебәрә. 6 Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Ул бөтөн тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай, уның үҙен иһә йәһәннәм уты ҡабыҙып ебәрә.
7 Һәр төрлө януарҙарҙы ла, ҡоштарҙы ла, һөйрәлеүселәрҙе лә, диңгеҙ хайуандарын да буйһондороп була, һәм кеше уларҙы буйһондорҙо ла инде. 8 Ә телде бер кем дә буйһондора алмай: тыйылғыһыҙ, яуыз, үлемесле ағыу менән тулы. 9 Телебеҙ менән беҙ Атабыҙ Раббыны данлайбыҙ, шул уҡ тел менән Аллаға оҡшаш итеп яратылған кешеләрҙе ҡарғайбыҙ. 10 Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш тугел. 11 Бер үк шишмәнән сөсө лә, тоҙло ла һыу сығамы ни? 12 Имандаштарым, инжир ағасында зәйтүн емеше, ә йөҙөм һабағында инжир үҫәме ни? Тоҙло шишмә лә сөсө һыу бирә алмай.

 

Ысын аҡыл

 

13 Һеҙҙең арағыҙҙа ҡайһығыҙ аҡыллы һәм аңлы? Ул быны баҫалҡылығы һәм аҡыл менән ҡылған ғәмәлдәре аша игелекле тормошонда күрһәтһен. 14 Әммә йөрәктәрегеҙҙе әсе көнсөллөк һәм мин-минлек биләһә, маһаймағыҙ һәм хәҡиҡәткә ҡаршы ялғанламағыҙ. 15 Ундай аҡыл юғарынан түгел, ул донъяныҡы, рухи булмаған, ендеке. 16 Ҡайҙа көнсөллөк һәм мин-минлек, шунда тарҡаулыҡ һәм һәр төрлө яман эш хөкөм һөрә. 17 Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, шулай уҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ике йөҙлө түгел. 18 Хаҡлыҡ орлоҡтары тыныслыҡта сәселә һәм был орлоҡтар тыныслыҡ таратыусыларға уңыш килтерә.

 

4

 

Кем донъя менән дуҫ – ул Аллаға дошман

 

1 Арағыҙҙағы дошманлыҡ һәм ыҙғыш ҡайҙан килә? Күңелегеҙҙә тартышып йәшәгән мин-минле теләктәрҙән түгелме? 2 Һеҙ ниҙер теләйһегеҙ, ләкин уны ала алмайһығыҙ һәм шуның өсөн үлтерешәһегеҙ. Нимәгәлер көнләшәһегеҙ, ләкин теләгегеҙгә өлгәшә алмайһығыҙ, шуның өсөн арағыҙҙа ыҙғыш килеп сыға, һәм һеҙ һуғышаһығыҙ. Теләгәнегеҙҙе ала алмайһығыҙ, сөнки Алланан һорамайһығыҙ. 3 Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки үҙегеҙгә генә ләззәт алыу өсөн, насар ниәт менән һорайһығыҙ.
4 Эй Аллаға хыянатсылдар, донъя менән дуҫлашыу – Аллаға дошман булыу икәнлеген белмәйһегеҙме ни? Шулай итеп, кем донъя менән дуҫ булырға теләй, ул Аллаға дошман була. 5 Йәки Изге Яҙмала: «Алла Үҙе беҙгә һалған рухты көнләшеү дәрәжәһенә етеп ярата»[2] , – тип юҡҡа әйтелгәнме ни? 6 Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала:
«Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора,
ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә», –
тип әйтелгән. 7 Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр. 8 Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ. 9 Ҡайғырығыҙ, иңрәшегеҙ, илашығыҙ! Көлөүегеҙ илауға, ә шатлығығыҙ ҡайғыға әйләнһен. 10 Раббыға буйһоноғоҙ, һәм Ул һеҙҙе юғары күтәрер.

 

Яманат һатыуҙан киҫәтеү

 

11 Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин ҡанунды үтәүсе түгел, ә Уны хөкөм итеүсеһең. 12 Бары тик бер генә ҡанун Сығарыусы һәм Хөкөмдар бар. Ул ғына ҡотҡара һәм һәләк итә ала. Шулай булғас, башҡаларҙы хөкөм итергә кем һуң һин?

 

Маһайыусанлыҡтан киҫәтеү

 

13 «Бөгөн йәки иртәгә беҙ фәлән ҡалаға китербеҙ һәм, унда йыл буйы йәшәп, һатыу итербеҙ, табыш алырбыҙ», – тип һөйләүселәр, хәҙер һеҙ тыңлағыҙ. 14 Эй һеҙ, иртәгә ни булырын белмәүселәр, һеҙҙең тормошоғоҙ ни генә? Һеҙ бит аҙ ваҡытҡа пәйҙә булып, аҙаҡ юғалыусы томан ғына. 15 «Раббы ихтыярында булһа, беҙ иҫән булырбыҙ, тегене йә быны эшләрбеҙ», – тип әйтер урынға 16 һеҙ бит хәҙер, тәкәбберләнеп, маһаяһығыҙ. Һәр шундай маһайыу яманлыҡ ул. 17 Шулай итеп, кем дә кем яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә эшләмәй, ул гонаһ ҡыла.

 

5

 

Байҙарға киҫәтеү

 

1 Байҙар, ә хәҙер һеҙ тыңлағыҙ! Өҫтөгөҙгә бәлә-ҡаза ябырылып килә, шуның өсөн үкһеп илағыҙ. 2 Һеҙҙең байлығығыҙ серегән, кейемдәрегеҙҙе көйә ашаған. 3 Алтын-көмөштәрегеҙ тутыҡҡан. Уларҙың тутығы һеҙгә ҡаршы дәлил булыр һәм тәнегеҙҙе ут кеүек ашар. Һеҙ хазинағыҙҙы ошо донъяның һуңғы көндәрендә тупланығыҙ. 4 Баҫыуҙарығыҙҙа эшләүселәр һеҙҙең өсөн уңыш йыйҙы, һеҙ иһә уларҙы эш хаҡы түләмәй алданығыҙ. Тыңлағыҙ – хаҡы түләнмәгән хеҙмәт ҡысҡыра. Ураҡсыларҙың ҡысҡырышыуы сикһеҙ Ҡөҙрәтле Раббы ҡолағына барып етте. 5 Ерҙә саҡта һеҙ ләззәт кисереп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәнегеҙ, ә һуйылыу көнөгөҙ килеүгә үҙегеҙҙе һимерттегеҙ. 6 Һеҙ ғәйепһеҙҙе хөкөм иттегеҙ һәм үлтерҙегеҙ: ул һеҙгә ҡаршылашманы.

 

Сабырлыҡ һәм доға ҡылыу

 

7 Имандаштарым, Раббы килгәнгә тиклем сабыр булығыҙ. Ерҙең ҡиммәтле уңыш биререн көткән игенсегә ҡарағыҙ: көҙгө һәм яҙғы ямғырҙар яуыуын ниндәй сабырлыҡ менән көтә ул! 8 Һеҙ ҙә шулай сабыр булығыҙ, күңелегеҙҙе нығытығыҙ, сөнки Раббы киләсәк көн яҡын. 9 Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора. 10 Имандаштар, Раббы исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙең ғазаптарынан һәм сабырлығынан үрнәк алығыҙ. 11 Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле.
12 Әммә, имандаштарым, бөтәһенән бигерәк, күк менән дә, ер менән дә, бүтән берәй нәмә менән дә ант итмәгеҙ. Алла хөкөмөнә юлыҡмаҫ өсөн, һеҙҙең «Эйе» тигәнегеҙ «Эйе», «Юҡ» тигәнегеҙ «Юҡ» булһын.
13 Арағыҙҙа кемдер ғазап сигә икән, доға ҡылһын. Кемдеңдер рухы күтәренке булһа, Аллаға маҡтау йыры йырлаһын. 14 Арағыҙҙа кемдер ауырыһа, шул имандаштар берҙәмлеге өлкәндәрен саҡырһын һәм улар, Раббы исеме менән, уға зәйтүн майы һөртөп, уның өсөн доға ҡылһын. 15 Иман менән ҡылынған доға ауырыуҙы һауыҡтырыр, һәм Раббы уны аяҡҡа баҫтырыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылған булһа, Алла уны кисерер. 16 Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танмай әйтеп бирегеҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле. 17 Ильяс беҙҙең кеүек үк кеше булған. Ямғыр яумауын теләп, ул тырышып доға ҡылған, һәм ергә өс йыл ярым ямғыр яумаған. 18 Аҙаҡ ул тағы доға ҡылған, һәм күк ямғыр ебәргән, ер үҙенең емештәрен үҫтергән.
19 Имандаштарым, әгәр арағыҙҙан берегеҙ хәҡиҡәттән тайшанып, икенсегеҙ уны хәҡиҡәткә кире ҡайтарһа, 20 ул шуны белһен: гонаһлыны ялған юлдан кире ҡайтарыусы был гонаһлының йәнен үлемдән ҡотҡарыр һәм күп гонаһтарын кисерер.

 

 

 

1 Петр

Петрҙың беренсе хаты

 

 

1

 

1 Ғайса Мәсихтең илсеһе Петрҙан Понтта, Галатияла, Каппадокияла, Асия һәм Вифиния өлкәләрендә килмешәк булып таралып йәшәгән һайлап алынғандарға сәләм! 2 Атабыҙ Алла һеҙҙе алдан Үҙе хәл иткән ниәт буйынса һайланы. Ул һеҙҙе, Ғайса Мәсихкә итәғәтле булғанығыҙ һәм Уның ҡаны өҫтөгөҙгә бөркөлөү аша таҙарынғанығыҙ өсөн, Үҙенең Рухы аша изге иткән.
Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек мул бирелһен!

 

Яңы өмөт

 

3 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы 4 һәм беҙгә серемәҫ, бысранмаҫ, шиңмәҫ мираҫҡа тере өмөт бирҙе. Ул уны күктә һеҙҙең өсөн һаҡлай. 5 Ваҡыт аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора. 6 Шуға күрә, әле һәр төрлө һынауҙарҙан әҙ генә ваҡытҡа ғазап сигергә тейеш булһағыҙ ҙа, ҡыуанығыҙ. 7 Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡлығын раҫлай. Алтын да бит утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡәҙерлерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер. 8-9 Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәһәгеҙ ҙә, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.
10 Һеҙгә биреләсәк мәрхәмәт тураһында алдан күреп әйткән пәйғәмбәрҙәр был ҡотолоу хаҡында эҙләнгәндәр һәм ентекләп тикшергәндәр. 11 Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы, алдан күреп, Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк бөйөклөк тураһында әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен тикшергән. 12 Уларға үҙҙәренә түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.
13 Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ. 14 Тыңлаусан балалар һымаҡ булығыҙ, Алланы белмәгән ваҡытығыҙҙағы элекке мин-минле теләктәрегеҙгә үҙегеҙ өҫтөнән хакимлыҡ итергә юл ҡуймағыҙ. 15 Киреһенсә, һеҙҙе саҡырған Алла изге булған кеүек, һеҙ ҙә бар ғәмәлдәрегеҙҙә изге булығыҙ. 16 Изге Яҙмала: «Изге булығыҙ, сөнки Мин изге», – тип әйтелгән. 17 Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был ерҙә килмешәк булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ. 18-19 Ата-бабаларҙан мираҫ итеп бирелгән мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, ә ғәйепһеҙ һәм пак бәрәс кеүек булған Мәсихтең ҡәҙерле ҡаны менән түләп алынғанлығығыҙҙы беләһегеҙ. 20 Ул донъя яратылғансы уҡ һайланғайны, әммә һеҙҙең өсөн һуңғы ваҡытта ғына асылды. 21 Мәсихте үленән терелткән һәм Уға дан биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ Аллала булыр.
22 Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе пакланығыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ! 23 Һеҙҙең яңы тормошоғоҙҙоң инеше иҫкерә торған орлоҡ түгел, ә иҫкермәй торған орлоҡ. Был – Алланың тере һәм мәңгелек һүҙе! 24 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Бөтә кеше – үлән кеүек,
уның бөтә даны – ялан сәскәһе ише.
Үлән ҡорой,
сәскәһе ҡойола,
25 ә Раббы һүҙе мәңгегә ҡала».
Был һүҙ һеҙгә иғлан ителгән Һөйөнөслө Хәбәрҙең үҙе.

 

2

 

Тере таш һәм изге халыҡ

 

1 Шулай итеп, һәр төрлө яуызлыҡты һәм мәкерҙе, ике йөҙлөлөктө һәм көнсөллөктө, һәр төрлө ғәйбәтте ситкә ташлағыҙ! 2 Һеҙ ҙә, ышаныста үҫеп, ҡотолоуға өлгәшеү өсөн, яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ. 3 Һеҙ бит Раббының изгелеген татынығыҙ. 4 Уға – кешеләр кире ҡаҡҡан, әммә Алла тарафынан һайлап алынған ҡиммәтле мәңге тере Таш янына килеп, 5 һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге руханиҙар булырһығыҙ. 6 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Бына Мин, һайлап алып,
Сионда[1] нигеҙҙең ҡиммәтле мөйөш ташын һалам.
Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаясаҡ».
7 Шулай итеп, Ул һеҙ – иманлылар өсөн намыҫ билдәһе, ә иман тотмаусылар өсөн:
«Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш
иң мөһим мөйөш ташы булды.
8 Ул – кешеләр абынасаҡ таш,
улар абынып йығыласаҡ ҡая».
Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән. 9 Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы. 10 Элегерәк һеҙ хатта халыҡ түгел инегеҙ, ә хәҙер Алла халҡы булдығыҙ. Ҡасандыр һеҙгә шәфҡәт күрһәтелмәгәйне, хәҙер иһә шәфҡәт күрһәтелде.

 

Алланың ҡолдары кеүек йәшәгеҙ

 

11 Ҡәҙерлеләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшеүсе гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам. 12 Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.
13 Раббы хаҡы өсөн, кешеләр тарафынан урынлаштырылған һәр тәртипкә: барыһынан өҫтөн булған батшаға 14 шулай уҡ енәйәтселәрҙе язаларға, изгелек ҡылыусыларҙы дәртләндерергә ебәрелгән идарасыларға буйһоноғоҙ. 15 Алланың ихтыяры шундай: изгелек ҡылыуығыҙ менән һеҙ аҡылһыҙ һәм наҙан кешеләрҙең ауыҙын томаларға тейеш. 16 Ирекле кешеләр булараҡ, ирегегеҙҙе яуызлыҡты йәшереү өсөн файҙаланмағыҙ, Алланың ҡолдары кеүек йәшәгеҙ, 17 һәммә кешеләрҙе ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ, хөрмәт итеп, Алланан ҡурҡығыҙ, батшаны ололағыҙ.

 

Мәсихтең ғазап сигеүе – беҙгә үрнәк

 

18 Ҡолдар, яҡшы күңелле һәм әҙәпле хужаларығыҙға ғына түгел, аяуһыҙҙарына ла ҡурҡыу ҡатыш тәрән хөрмәт менән буйһоноғоҙ. 19 Берәйһе нахаҡҡа ғазап сиккәндә, намыҫы менән Аллаға бәйле булһа, Алла быны хуш күрә. 20 Ғәйеп эш ҡылған өсөн туҡмалған саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, ниндәй маҡтау өмөт итәһегеҙ? Әммә изгелек ҡылып та ғазап сигәһегеҙ һәм шул саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, Алла быны хуш күрә. 21 Һеҙ бит шуға саҡырылдығыҙ. Мәсих тә, Үҙенең эҙенән барырға һеҙгә үрнәк ҡалдырып, һеҙҙең өсөн ғазап сикте. 22 Изге Яҙмала яҙылғанса:
«Ул гонаһ ҡылманы,
һәм Уның телендә мәкерлек табылманы».
23 Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы. 24 Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Һеҙ Уның яраларынан һауыҡтырылдығыҙ. 25 Һеҙ аҙашып йөрөгән һарыҡтар һымаҡ инегеҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.

 

3

 

Ҡатындар һәм ирҙәр

 

1-2 Шулай уҡ, ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр ирҙәрегеҙ араһында ҡайһы берәүҙәр Алла һүҙен кире ҡаҡһа, уларҙы бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ Алла ҡаршыһына баҫтырырһығыҙ. Һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күргәнгә, улар иманға килер. 3 Һеҙҙең гүзәллегегеҙ сәстәрегеҙҙе ҡабартып ҡуйыуҙа һәм алтын биҙәүестәр тағыуҙа йәки ҡупшы кейемдәр кейеү кеүек тышҡы матурлыҡта түгел, 4 ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холҡоноң һулымаҫ эске матурлығында. Алла алдында бына шул ҡиммәтле. 5 Ҡасандыр Аллаға өмөт бағлаған изге ҡатындар ҙа, ирҙәренә буйһоноп, үҙҙәрен шулай биҙәгән. 6 Миҫалға, Сара ла Ибраһимды әфәндем тип атап, уға күндәм булған. Һеҙ ҙә изгелек ҡылып, һәм һис ниҙән ҡурҡмайынса, Сараның балалары булғанһығыҙ.
7 Шулай уҡ, ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙға, уларҙың көсһөҙ зат икәнен иҫкә алып, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк Алланан тормош бүләге алды бит. Шулай итеп, доғаларығыҙға тотҡарлыҡ булмаҫ.

 

Ғәҙеллек өсөн ғазап сигеү

 

8 Ниһайәт, һәммәгеҙ бер фекерҙә, миһырбанлы, туған йәнле, шәфҡәтле, тыйнаҡ булығыҙ. 9 Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән яуап ҡайтармағыҙ. Киреһенсә, фатиха бирегеҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн, фатиха ҡабул итһен өсөн саҡырылғанһығыҙ.
Изге Яҙмала әйтелгән:
10 «Кем тормошто яратырға
һәм яҡшы көндәрҙе күрергә теләй,
телен яманлыҡтан,
ауыҙын мәкерле һүҙҙәрҙән тыйһын.
11 Яуызлыҡтан ситләшһен һәм яҡшылыҡ ҡылһын,
тыныслыҡ эҙләһен һәм шуға ынтылһын.
12 Сөнки Раббының күҙҙәре тәҡүә кешеләргә,
ҡолаҡтары уларҙың доғаһына йүнәлгән,
әммә Раббының йөҙө яманлыҡ ҡылыусыларға
ҡаршы тора».
13 Әгәр ҙә яҡшылыҡ эшләргә ынтылһағыҙ, һеҙгә кем яуызлыҡ ҡылыр? 14 Ә ғәҙеллек өсөн ғазап сикһәгеҙ, һеҙ бәхетле! Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ һәм борсолмағыҙ. 15 Әммә йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хужа итеп изгеләп ололағыҙ. Өмөтөгөҙ хаҡында һеҙҙән хисап талап итеүсе һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ, 16 әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙҙе Мәсихтеке булғанығыҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр. 17 Алла ихтыяры буйынса, изгелекле эш ҡылып ғазапланыу яманлыҡ ҡылып ғазапланыуға ҡарағанда яҡшыраҡ. 18 Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде. 19 Рухы менән Ул тотҡондағы рухтар янына барып вәғәз әйтте. 20 Был рухтар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға итәғәтһеҙ булған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул карапта бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан. 21 Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә саф выждан тураһында Аллаға үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды. 22 Ул, күккә ашып, мөһим урынҙа, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, ҡөҙрәттәр ҙә буйһонған.

 

4

 

Гонаһлы тормоштан баш тартыу

 

1-2 Шулай итеп, Мәсих тән ғазабы кисергәс, был донъялағы ҡалған ваҡытын инде әҙәм нәфсеһе буйынса түгел, Алла ихтыяры буйынса йәшәр өсөн, һеҙ ҙә Уныҡы кеүек үк фекерләү рәүеше менән ҡоралланығыҙ, сөнки тән ғазабы кисереүсе гонаһлы тормош алып барыуҙан баш тартты. 3 Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға етерлек табындығыҙ. 4 Шуға күрә мәжүсиҙәр һеҙҙең бүтәнсә үҙҙәре менән бергә шул аҙғынлыҡтарҙа ҡатнашмауығыҙға ғәжәпләнә һәм һеҙҙе яманлай. 5 Улар тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итергә әҙер Аллаға яуап бирәсәктәр әле. 6 Шуға күрә, был донъяла тәндәре менән хөкөм ителһәләр ҙә, рухтары менән Алла һымаҡ йәшәһендәр өсөн, Һөйөнөслө Хәбәр үлеләргә лә иғлан ителде.
7 Донъяның ахыры яҡын. Шуға күрә доға ҡыла алыу өсөн тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ. 8 Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ, сөнки мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә. 9 Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ. 10 Алланан ниндәй һәләт алған булһағыҙ, һәр ҡайһығыҙ шул һәләт менән бер-берегеҙгә хеҙмәт итегеҙ. Яҡшы идарасылар кеүек, Алла тарафынан бирелгән төрлө һәләттәрҙе ҡулланығыҙ. 11 Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алла данланыр. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!

 

Мәсих исеме өсөн ғазап сигеү

 

12 Ҡәҙерлеләрем! Һынау уты үтергә тура килгәнгә ғәжәпләнмәгеҙ, бында сәйер бер ни ҙә юҡ. 13 Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның бөйөклөгө асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ. 14 Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки дан Рухы, Алла Рухы һеҙҙең менән. 15 Арағыҙҙан һис кем кеше үлтереүсе йәки ҡараҡ, яуызлыҡ ҡылыусы йәки башҡалар эшенә ҡыҫылыусы булараҡ ғазап сикмәһен. 16 Әгәр ҙә инде ул мәсихсе[2] булараҡ ғазап сигә икән, оялмаһын, ә был исемде йөрөтөүе өсөн Алланы данлаһын. 17 Алланың хөкөм итеү ваҡыты етте һәм хөкөм Уның йортондағыларҙан башланасаҡ. Был беҙҙән башланһа, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен кире ҡағыусыларҙы нимә көтә? Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
18 «Әгәр тәҡүә кеше саҡ ҡотола икән,
аллаһыҙҙар һәм гонаһлылар ҡайҙа барыр?»
19 Шулай итеп, Алла ихтыяры буйынса ғазап сигеүселәр, изгелек ҡылып, үҙ йәндәрен тоғро Булдырыусыға ышанып тапшырһындар.

 

5

 

Өлкәндәргә һәм йәштәргә нәсихәт

 

1 Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ бөйөклөктө уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәргә мөрәжәғәт итәм: 2 үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ. 3 Һеҙгә ышанып тапшырылғандар өҫтөнән хакимлыҡ итмәгеҙ, ә көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ. 4 Һәм Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.
5 Йәштәр, һеҙ шулай уҡ өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр берегеҙ бер-берегеҙгә ҡарата баҫалҡылыҡ күрһәтегеҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора,
ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә».
6 Шулай итеп, Алланың ҡөҙрәтенә буйһоноғоҙ, һәм Ул Үҙ ваҡытында һеҙҙе юғары күтәрер. 7 Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта. 8 Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, һеҙҙең дошманығыҙ Иблис, үкереүсе арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй. 9 Имандаштарығыҙҙың донъяла шундай уҡ ғазаптарға дусар ителеүен белеп, Иблискә ныҡлы иман менән ҡаршы баҫығыҙ. 10 Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм Ғайса Мәсих аша һеҙҙе Үҙенең мәңгелек данына саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк. 11 Уға мәңге-мәңгегә ҡөҙрәт булһын, Амин!
12 Мин һеҙгә үҙем ышаныслы тип һанаған имандашыбыҙ Силуан аша һеҙҙе дәртләндереп, һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, ҡыҫҡаса ғына яҙҙым. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ. 13 Вавилондағы һеҙҙең кеүек үк һайлап алынған имандаштар берҙәмлеге һәм шулай уҡ улым Марк һеҙгә сәләм ебәрә. 14 Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып үбеп сәләмләгеҙ.
Мәсихтеке булған һәммәгеҙгә именлек булһын.

 

 

 

2 Петр

Петрҙың икенсе хаты

 

 

1

 

1 Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе һәм илсеһе Симон Петрҙан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иман ҡабул иткәндәргә: 2 Алланы һәм Раббыбыҙ Ғайсаны танып белеү аша һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек мул итеп бирелһен!

 

Иманлы кешенең саҡырылыуы һәм һайланыуы

 

3 Үҙенең данына һәм камиллығына саҡырған Алланы танып белеүебеҙ аша Ғайсаның илаһи ҡөҙрәте беҙгә йәшәү һәм Аллаға ихлас табыныу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәне бүләк итте. 4 Былар арҡылы, был донъя теләктәренә бәйле боҙоҡлоҡтан ҡасып, илаһи тәбиғилеккә ҡатнашығыҙ булһын өсөн, Ул беҙгә иң ҡиммәтле, иң бөйөк вәғәҙәләрен бирҙе. 5 Шул сәбәпле, иманығыҙға изгелек өҫтәү өсөн, бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Изгелеккә белемегеҙҙе өҫтәгеҙ, 6 белемгә – тотанаҡлыҡ, тотанаҡлыҡҡа – сабырлыҡ, сабырлыҡҡа – Аллаға ихлас табыныу, 7 Аллаға ихлас табыныуға – туғандарса яратыу, туғандарса яратыуға мөхәббәт өҫтәгеҙ. 8 Әгәр ҙә һеҙ ошо һыҙаттарға эйә булһағыҙ һәм улар арта барһа, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте танып белеүегеҙ файҙаһыҙ һәм емешһеҙ ҡалмаҫ. 9 Ә инде кем уларға эйә түгел, шул алыҫтан насар күргән һуҡыр һәм үҙенең элекке гонаһтарынан таҙарыныуын онотҡан кеше. 10 Шуға күрә, имандаштар, Алла тарафынан саҡырылған һәм һайланған булыуығыҙҙы нығытырға тырышығыҙ. Шулай итһәгеҙ, бер ваҡытта ла абынмаҫһығыҙ, 11 Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәңгелек Батшалығына ҙур теләк менән ҡабул ителерһегеҙ.
12 Шул сәбәптән, һеҙ быларҙы белһәгеҙ һәм ҡабул иткән хәҡиҡәттә ныҡ торһағыҙ ҙа, мин улар тураһында һәр ваҡыт хәтерегеҙгә төшөрәсәкмен. 13 Әлегә, ерҙә йәшәгән сағымда, хәтерегеҙҙе яңыртып тороуҙы бурысым тип һанайым. 14 Беләм, тиҙҙән, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих миңә әйткәнсә, был донъянан китергә тура киләсәк бит. 15 Шуға күрә, мин арағыҙҙан киткәс тә, быларҙы һәр ваҡыт иҫкә алырһығыҙ, тип тырышам.

 

Мәсихтең килеүе

 

16 Беҙ һеҙгә Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең ҡөҙрәте һәм Уның килеүе тураһындағы оҫта ғына уйлап сығарылған хикәйәттәргә эйәреп түгел, ә Уның бөйөклөгөн үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булараҡ һөйләнек. 17 Уға данлы бөйөк Алланан: «Был Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым», – тигән ауаз килгәндә, Ғайса Атабыҙ Алла тарафынан хөрмәт алды һәм Үҙен дан балҡышында күрһәтте. 18 Ғайса менән изге тауҙа булған саҡта, күктән килгән был ауазды үҙебеҙ ишеттек. 19 Шуға күрә беҙ пәйғәмбәрҙәр һөйләгән һүҙҙәрҙең ышаныслы булыуына тағы ла нығыраҡ инанабыҙ. Әгәр уға иғтибар бирһәгеҙ, дөрөҫ эшләйһегеҙ. Был һүҙ көн тыуып, Мәсих – таң йондоҙо – йөрәктәребеҙҙә ҡалҡҡансы, төндә яҡтыртҡан шәм-сыраҡ кеүек. 20 Иң элек шуны белегеҙ: Изге Яҙмалағы бер генә пәйғәмбәрлек тә пәйғәмбәрҙең үҙенең уй-фекерләүенән килмәй. 21 Сөнки пәйғәмбәрлек һүҙе бер ҡасан да кеше ихтыяры менән әйтелмәне, кешеләр Алланан килгән хәбәрҙе Изге Рухтан рухланып һөйләне.

 

2

 

Ялған өйрәтеүселәр тураһында

 

1 Израиль халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер. 2 Күптәр уларҙың аҙғынлығына эйәрер, һәм уларҙың шул эштәре арҡаһында хәҡиҡәт юлы хурланыр. 3 Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.
4 Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә йәһәннәмгә ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, сынйыр менән бығауланған килеш хөкөм көнөн көтөрҙәр. 5 Алла боронғо донъяны ла аямаған, бары тик һигеҙ кешене, шул иҫәптән тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нухты иҫән ҡалдырып, аллаһыҙҙар өҫтөнә туфан ебәргән. 6 Шулай итеп Содом, Гоморра ҡалаларын да хөкөм иткән һәм көлгә әйләндереп ҡыйратҡан. Ул аллаһыҙҙарҙың киләсәге ниндәй булаһын һабаҡ рәүешендә киҫәткән. 7 Ә тәҡүә Лотты уның эргәһендә хөкөм һөргән Содом кешеләренең аҙғынлығынан ҡотҡарған. 8 Был тәҡүә кеше, аҙғындар араһында йәшәгәндә, уларҙың әхлаҡһыҙ эштәрен күреп һәм ишетеп, көндән-көн ғазап сиккән. 9 Шулай итеп, Раббы Үҙен хөрмәт иткәндәрҙе һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә Үҙен тыңламағандарҙы, яза аҫтында тотоп, хөкөм көнөнәсә нисек һаҡларға икәнен белә.
10 Был бигерәк тә, үҙҙәренең бысраҡ аҙғынлығына буйһоноп, Раббы хакимлығын кәмһетеүселәргә ҡағыла. Улар әҙәпһеҙ һәм үҙһүҙле кешеләр. Улар күктәге көстәргә яла яғыуҙан да ҡурҡмай. 11 Хәйер, күпкә ҡеүәтлерәк һәм көслөрәк фәрештәләр ҙә Раббы алдында уларҙы кәмһетеп ғәйепләмәй. 12 Был ялған өйрәтеүселәр иһә үҙҙәре белмәгәнде хурлай. Улар тәбиғи теләктәренә буйһоноп йәшәгән һәм фәҡәт аулау һәм үлтереү өсөн генә тыуған аңһыҙ хайуандар һымаҡ. Хайуандар нисек үлтерелгән, был ялған өйрәтеүселәр ҙә шулай һәләк ителәсәк. 13 Улар үҙҙәре килтергән яуызлыҡтарына яуызлыҡ әжере аласаҡ. Улар өсөн хозурлыҡ – көн яҡтылығында ҡомһоҙланып ашап-эсеү. Улар – әшәкелек һәм хурлыҡ, сөнки һеҙҙең менән бер табын артында ултырып, алдаҡ рәхәтлектән ләззәтләнәләр. 14 Улар кем менән зина ҡылырға икән тип, ҡыҙ-ҡырҡынға күҙ һалып, был гонаһтан тыйыла алмай һәм тотороҡһоҙ йәндәрҙе хаҡ юлдан яҙҙыра, күңелдәре ҡомһоҙлоҡҡа өйрәтелгән, өҫтәренә ләғнәт ятҡан. 15 Улар, тура юлдан тайпылып, аҙашты. Улар үҙенең яуыз эштәре өсөн табыш алыуҙы яратҡан Валаамға, Восор улына, эйәрҙе. 16 Ә Валаам яҙыҡ эше өсөн шелтәләнгән. Ишәк, кеше Бегор тауышы менән өндәшеп, пәйғәмбәрҙе алйотлоғонан туҡтатҡан.
17 Был кешеләр – һыуһыҙ шишмәләр, ел-дауыл ҡыуып таратҡан томан һымаҡ: уларҙы дөм ҡараңғылыҡ көтә. 18 Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра. 19 Үҙҙәре боҙоҡлоҡ ҡолдары булып та, тегеләргә азатлыҡ вәғәҙә итә, сөнки кем нимәгә буйһона, шуның ҡолона әйләнә. 20 Был кешеләр, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихте танып белеү аша донъяның аҙғынлыҡтарынан арынғас, ҡабат шулар тарафынан сырмап алынған һәм еңелгән. Шуға күрә уларҙың һуңғы хәле элеккеһенән яманыраҡ. 21 Сөнки, хаҡлыҡ юлын танып белгәндән һуң, үҙҙәренә тапшырылған тормош менән йәшәү тигән изге әмерҙән кире ҡайтыуға ҡарағанда, ул юлды бөтөнләй белмәһәләр, улар өсөн яҡшыраҡ булған булыр ине. 22 Ундай кешеләр менән ни булғанлығы тураһында мәҡәлдәрҙә дөрөҫ әйтелгән: «эт үҙ ҡоҫоғона әйләнеп ҡайта» һәм «йыуындырылған сусҡа бысраҡта аунарға бара».

 

3

 

Раббы көнө яҡынлаша

 

1 Ҡәҙерлеләрем, мин инде һеҙгә икенсе хатымды яҙам. Был хаттарҙа мин, белгәндәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөп, саф уйҙарығыҙҙы уятам. 2 Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырылған әмерен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
3 Иң тәүҙә шуны белегеҙ: аҙаҡҡы көндәрҙә үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылыусы, мыҫҡыллаусы оятһыҙ кешеләр килеп сығасаҡ. 4 Улар: «Ғайса килергә вәғәҙә итмәнеме ни? Ҡайҙа һуң ул? Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үлеп бөттө, ә бар нәмә, донъя яратылғанда нисек булһа, шул килеш ҡала бирә», – тиерҙәр. 5 Әммә улар күктең һәм ерҙең борондан булыуын, уларҙың Алла һүҙе менән һыуҙан һәм һыу аша яратылыуын юрый һанға һуҡмайҙар. 6 Элекке донъя һүҙ аша туфан һыуына батырылып һәләк ителгән. 7 Ә шул уҡ һүҙ менән хәҙерге күк һәм ер, уттан һәләк ителеү өсөн, хөкөм көнөнәсә һаҡланып тора. Шул көндә аллаһыҙҙар ҙа юҡ ителәсәк.
8 Ләкин, ҡәҙерлеләрем, бер нәмә һеҙҙең иғтибарығыҙҙан ситтә тороп ҡалмаһын: Раббы өсөн бер көн мең йылға, мең йыл бер көнгә тиң. 9 Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә.
10 Әммә Раббы көнө, ҡараҡ һымаҡ, көтмәгәндә килеп етер. Ул көндә күк көслө дөһөрләгән тауыш аҫтында юҡҡа сығасаҡ; күк есемдәре утта иреп тарҡаласаҡ; ер һәм ундағы бөтә эштәр фаш ителәсәк[1] . 11-12 Әгәр бөтә нәмә шулай тарҡаласаҡ икән, һеҙ ниндәй кешеләр булырға тейешһегеҙ һуң? Алла көнөн көткәндә, һәм ул көндөң тиҙерәк килеүе өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләгәндә, тормошоғоҙ изге булырға һәм Аллаға ихлас табынырға тейешһегеҙ. Ул көндә күк утта янып тарҡаласаҡ һәм күк есемдәре ҡыҙыулыҡтан эреп бөтәсәк. 13 Әммә беҙ Алла тарафынан вәғәҙә ителгән хаҡлыҡ хакимлыҡ итәсәк яңы күкте һәм яңы ерҙе көтәбеҙ.
14 Шуға күрә, ҡәҙерлеләрем, бының һәммәһен дә көтөп, Алла ҡаршыһында именлектә, бер ниндәй тапһыҙ, кәмселекһеҙ йәшәй алыу өсөн, хәлегеҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ. 15 Аңлағыҙ: Раббыбыҙ сабыр, сөнки ул кешеләрҙең ҡотолоуын теләй. Үҙенә Алла тарафынан бирелгән зирәк аҡылы менән беҙҙең ҡәҙерле имандашыбыҙ Павел да һеҙгә шулай тип яҙғайны. 16 Был хаҡта ул бөтә хаттарында яҙа. Әммә уның хаттарында аңлауы ауыр булған ҡайһы бер урындар бар. Наҙандар һәм иманда тотороҡһоҙ кешеләр, башҡа Изге Яҙмаларҙы боҙған кеүек, был урындарҙы ла боҙоп аңлата. Шуның менән үҙҙәрен һәләкәткә дусар итә. 17 Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, был турала алдан уҡ белеп һаҡ булығыҙ. Әхлаҡһыҙ кешеләргә үҙегеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға юл ҡуймағыҙ. Юҡһа үҙегеҙ торған ныҡлы нигеҙҙән ҡолап төшөр һөгөҙ. 18 Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих мәрхәмәтендә һәм Уны танып белеүҙә даими үҫегеҙ. Уға хәҙер һәм мәңгелек көнөндә лә дан булһын! Амин.

 

 

 

1 Яхъя

ЯХЪЯНЫҢ БЕРЕНСЕ ХАТЫ

 

 

1

 

Тормош Һүҙе

 

1 Беҙ баштан уҡ булған, беҙ ишеткән, үҙ күҙҙәребеҙ менән күргән, күҙәткән һәм ҡулдарыбыҙ менән ҡағылған нәмә – тормош Һүҙе тураһында вәғәзләйбеҙ. 2 Тормош беҙгә асылды: беҙ уны күрҙек. Атабыҙ менән булған, үҙебеҙгә асылған мәңгелек тормош хаҡында шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм иғлан итәбеҙ. 3 Һеҙ ҙә беҙҙең менән аралаша алһын өсөн, үҙебеҙҙең күргән һәм ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә иғлан итәбеҙ. Беҙ иһә Ата һәм Уның Улы Ғайса Мәсих менән аралашып йәшәйбеҙ 4 һәм, ҡыуанысыбыҙ тулы булһын өсөн, һеҙгә ошоларҙы яҙабыҙ.

 

Алла – яҡтылыҡ

 

5 Беҙ Ғайса Мәсихтән ишеткән һәм һеҙгә иғлан итә торған Хәбәр шул: Алла – яҡтылыҡ һәм Унда һис ниндәй ҡараңғылыҡ юҡ. 6 Әгәр ҙә беҙ: «Алла менән аралашып йәшәйбеҙ», – тип әйтәбеҙ, әммә ҡараңғылыҡта ғүмер кисерәбеҙ икән, тимәк, беҙ ялғанлайбыҙ һәм хәҡиҡәт буйынса йәшәмәйбеҙ. 7 Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ һәм Уның Улы Ғайсаның ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.
8 Әгәр: «Гонаһыбыҙ юҡ», – тибеҙ икән, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ. 9 Ә гонаһтарыбыҙҙы таныйбыҙ икән, Алла гонаһтарыбыҙҙы кисерер һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан арындырыр, сөнки Ул тоғро һәм ғәҙел. 10 Әгәр: «Беҙ гонаһ ҡылманыҡ», – тиһәк, Алланы ялғансы итәбеҙ һәм беҙҙә Уның һүҙе юҡ.

 

2

 

Мәсих – беҙҙең Яҡлаусыбыҙ

 

1 Балаларым! Мин быларҙы һеҙгә, бүтәнсә гонаһ ҡылмағыҙ, тип яҙам. Әгәр инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Ата алдында беҙҙең Яҡлаусыбыҙ бар, Ул – һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүсе Ғайса Мәсих. 2 Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙҙың, беҙҙең генә түгел, бәлки бөтөн донъя гонаһтарының кисерелеүе хаҡына Үҙен ҡорбан итте. 3 Алланы белеүебеҙҙе беҙ бына нисек аңлай алабыҙ: Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ Уны беләбеҙ. 4 Берәйһе: «Мин Алланы беләм», – ти, әммә Уның әмерҙәрен үтәмәй икән, ул ялғансы һәм унда хәҡиҡәт юҡ. 5 Уның һүҙен үтәгән кешелә иһә Алла мөхәббәте ысынлап та камиллыҡҡа өлгәшкән була. Шуның аша беҙ Уның менән аралашып йәшәүебеҙҙе беләбеҙ ҙә инде. 6 Кем дә кем: «Мин Аллаламын», – ти, ул кеше Ғайса һымаҡ йәшәргә тейеш.

 

Яңы әмер

 

7 Ҡәҙерлеләрем! Мин һеҙгә ниндәйҙер яңы әмер яҙмайым, юҡ, ул – һеҙгә баштан уҡ билдәле иҫке әмер. Ә иҫке әмер – һеҙ ишеткән Хәбәр ул. 8 Шулай ҙа минең яҙғандарым яңы әмер ҙә, сөнки уны тәүләп Мәсих үтәне һәм хәҙер һеҙ уның буйынса йәшәйһегеҙ. Ҡараңғылыҡ сигенә, ә ысын яҡтылыҡ инде балҡый.
9 Кем дә кем үҙен яҡтылыҡтамын ти, әммә имандашына нәфрәтләнә, ул һаман ҡараңғылыҡта әле. 10 Имандашын яратҡан кеше иһә яҡтылыҡта йәшәй һәм уға абыныу ҡурҡынысы янамай. 11 Ә кем үҙенең имандашына нәфрәт тота, шул ҡараңғылыҡта була, ҡараңғылыҡта йөрөй һәм үҙенең ҡайҙа китеп барғанын белмәй, сөнки ҡараңғылыҡ уны һуҡырайтҡан.
12 Балаларым, һеҙгә яҙам,
сөнки һеҙҙең гонаһтарығыҙ
Ғайса арҡаһында кисерелде.
13 Аталар, һеҙгә яҙам,
сөнки һеҙ баштан уҡ Булыусыны танып беләһегеҙ.
Егеттәр, һеҙгә яҙам,
сөнки һеҙ Иблисте еңдегеҙ.
14 Балалар, һеҙгә яҙҙым,
сөнки һеҙ Атаны танып белдегеҙ.
Аталар, мин һеҙгә яҙҙым,
сөнки һеҙ баштан уҡ Булыусыны танып белдегеҙ.
Егеттәр, мин һеҙгә яҙҙым,
сөнки һеҙ көслө,
Алла һүҙе һеҙҙең күңелегеҙҙә йәшәй,
һәм һеҙ Иблисте еңдегеҙ.
15 Донъяны һәм унда булған нәмәләрҙе яратмағыҙ. Донъяны яратҡан кешенең күңелендә Атаны яратыу юҡ. 16 Сөнки донъялағы бөтөн нәмә: гонаһлы тәбиғәтебеҙ нимә теләй, күҙҙәребеҙ нимә күрергә зарыға һәм тормошта тәкәбберлеккә нимә килтерә – улар Атанан түгел, фәҡәт донъянан. 17 Донъя һәм уның теләктәре үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй.

 

Мәсих дошмандары тураһында киҫәтеү

 

18 Балаларым! Һуңғы мәл етте. Донъя ахырынаса Мәсих дошманының[1] килере хаҡында һеҙ ишеттегеҙ. Хәҙер Мәсихтең күп дошмандары пәйҙә булды. Һуңғы мәл еткәнен шунан беләбеҙ ҙә инде. 19 Улар арабыҙҙан китте, әммә был беҙҙеке булдылар тигәнде аңлатмай. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың беҙҙән китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте лә инде.
20 Һеҙгә иһә изге булған Мәсих май һөрткән,[2] һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ. 21 Мин һеҙгә хәҡиҡәтте белмәйһегеҙ тип түгел, ә уны һәм хәҡиҡәттән һис ниндәй ялған килмәгәнен белгәнегеҙ өсөн яҙҙым. 22 Кем ялғансы? Ул – Ғайсаның Мәсих икәнен инҡар итеүсе. Мәсихтең дошманы шундай. Ул Атаны ла, Улы Ғайсаны ла инҡар итә. 23 Алла Улын инҡар итеүсенең Атаһы ла юҡ. Алла Улын таныусының иһә Атаһы бар.
24 Баштан уҡ ни ишеткән булһағыҙ, ана шуны күңелегеҙҙә һаҡлағыҙ. Әгәр ҙә баштан ишеткәндәр күңелегеҙҙә йәшәһә, һеҙ ҙә Атаның Улында һәм Улының Атаһында булырһығыҙ. 25 Быны, мәңгелек тормошто, беҙгә Мәсих Үҙе вәғәҙә иткән.
26 Мин быларҙы һеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға тырышыусылар хаҡында яҙам. 27 Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтөнөһөн дә өйрәтә, һәм Уның өйрәткәндәре хәҡиҡи, ялған түгел. Рух һеҙгә өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.

 

Алла балалары

 

28 Шулай итеп, балаларым, Мәсих килгәндә Уның алдында ҡыйыу һәм оялыуһыҙ баҫып тора алыр өсөн, Мәсихтә йәшәгеҙ. 29 Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, хаҡлыҡ ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.

 

3

 

1 Ҡарағыҙ, Ата беҙҙе ҡайһылай ныҡ яратҡан: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй. 2 Ҡәҙерлеләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ асылманы әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ. 3 Уға ошо өмөттө бағлаған һәр кем, Мәсих пак булған кеүек, үҙен пакландыра.
4 Гонаһ ҡылған һәр кем Алла ҡанунын боҙа: гонаһ бит ул – ҡанунһыҙлыҡ. 5 Мәсихтең кеше гонаһтарын алып китер өсөн килеүен һеҙ беләһегеҙ. Ә Уның Үҙендә гонаһ юҡ. 6 Мәсихтә йәшәүсе бер кем дә гонаһ ҡылмай. Гонаһ ҡылыусы иһә Мәсихте күрмәгән һәм Уны танымаған.
7 Балаларым, һеҙҙе һис кем алдамаһын. Хаҡ эш иткән кеше Мәсих кеүек үк хаҡ була. 8 Гонаһ ҡылыусы иһә Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Ә Алла Улы нәҡ Иблис эштәрен емерергә килде. 9 Алланан тыуған гонаһ ҡылмай, сөнки унда Алла орлоғо бар. Ул гонаһ ҡыла алмай, сөнки ул Алланан тыуған. 10 Алла балалары һәм Иблис балалары былай таныла: хаҡ эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел.

 

Бер-берегеҙҙе яратығыҙ

 

11 Бына был иһә һеҙ тәүҙән үк ишеткән Хәбәр: беҙ бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ. 12 Беҙгә Иблистән булған һәм үҙенең ҡустыһын үлтергән Ҡабил[3] кеүек булырға ярамай. Ул ни өсөн ҡустыһын үлтергән? Сөнки Ҡабилдың эштәре яуыз, ә ҡустыһыныҡы хаҡ булған. 13 Имандаштарым, шуның өсөн, донъя һеҙгә нәфрәтләнә икән, быға ғәжәпләнмәгеҙ. 14 Беҙ үлемдән тормошҡа күскәнебеҙҙе беләбеҙ, сөнки имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ. Яратмаған кеше үлем хакимлығында тора. 15 Үҙенең имандашына нәфрәтләнгән һәр кем кеше үлтереүсе ул. Ә кеше үлтереүсенең мәңгелек тормошо булмағанын һеҙ беләһегеҙ.
16 Беҙ мөхәббәтте шулай танып белдек: Мәсих Үҙенең йәнен беҙҙең өсөн бирҙе. Беҙ ҙә имандаштарыбыҙ өсөн йәнебеҙҙе бирергә әҙер торорға тейешбеҙ. 17 Етеш йәшәп һәм имандашының мохтажлығын күрә тороп, уға шәфҡәт күрһәтмәгән кешелә Алла мөхәббәтенә урын булырмы? 18 Балаларым, һүҙ һәм тел менән түгел, эштәребеҙ менән ихлас яратайыҡ. 19 Шулай итеп беҙ үҙебеҙҙең хәҡиҡәткә ҡарауыбыҙҙы белербеҙ һәм йөрәктәребеҙҙе Алла ҡаршыһында тынысландыра алырбыҙ, 20 сөнки, йөрәгебеҙ беҙҙе ниҙәлер ғәйепләһә, беләбеҙ. Ул беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ һәм бөтә нәмәне белә.
21 Ҡәҙерлеләрем! Әгәр ҙә йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләмәй икән, Алла янына ышаныс менән бара алабыҙ 22 һәм Унан ни һораһаҡ та алырбыҙ, сөнки Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ, Уның күңеленә хуш килгән эштәр ҡылабыҙ. 23 Ә Уның әмере шунан ғибәрәт: беҙ Уның Улы Ғайса Мәсихкә инанырға һәм Ул биргән әмер буйынса бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ. 24 Алланың әмерҙәрен үтәүсе Унда йәшәй һәм Алла Үҙенең әмерҙәрен үтәүселәрҙә йәшәй. Уның беҙҙә йәшәүен иһә Алланың беҙгә биргән Рухы арҡаһында белербеҙ.

 

4

 

Хәҡиҡәт рухы һәм ялғанлыҡ рухы

 

1 Ҡәҙерлеләрем! Һәр бер рухҡа ышанмағыҙ, әммә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп. 2 Алла Рухын һеҙ былай танырһығыҙ: Ғайса Мәсихтең кеше булараҡ килгәнлеген таныусы һәр рух Алланан була. 3 Ғайсаны танып белмәгән бер рух та Алланан түгел, ул – һеҙ уның килере тураһында ишеткән һәм хәҙер инде донъяла булған Мәсих дошманының рухы.
4 Һеҙ иһә, балаларым, Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙәге Алла Рухы донъяла булған рухтан ҙурыраҡ. 5 Улар был донъяныҡы, шуға күрә донъя һөйләшкән телдә һөйләйҙәр, һәм донъя кешеләре уларҙы тыңлай. 6 Беҙ – Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ.

 

Алла – мөхәббәт

 

7 Ҡәҙерлеләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт Алланан килә. Һәр яратыусы Алланан тыуған һәм Алланы танып белә. 8 Яратмаусы Алланы танып белмәй, сөнки Алла – мөхәббәт ул. 9 Алла беҙгә мөхәббәтен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә тормош булһын өсөн, донъяға ебәрҙе. 10 Мөхәббәт шунан ғибәрәт: беҙ Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, бәлки, Уның беҙҙе яратыуында һәм гонаһтарыбыҙҙың кисерелеүенә килтереүсе ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә. 11 Ҡәҙерлеләрем, Алла беҙҙе шулай яратҡан икән, беҙ ҙә бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ. 12 Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әгәр бер-беребеҙҙе яратабыҙ икән, Алла беҙҙә йәшәй һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан була.
13 Беҙҙең Аллала булыуыбыҙҙы һәм Уның беҙҙә булыуын Уның беҙгә биргән Үҙ Рухынан беләбеҙ. 14 Ата Үҙенең Улын донъяны Ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен беҙ күрҙек һәм быға шаһитлыҡ ҡылабыҙ. 15 Кем дә кем Ғайсаның Алла Улы булыуын таный, ул кешелә Алла бар һәм ул үҙе лә Аллала. 16 Беҙ Алланың беҙгә булған мөхәббәтен таныныҡ һәм уға инандыҡ. Алла – мөхәббәт. Мөхәббәттә йәшәүсе Аллала булыр һәм Алла унда булыр. 17 Шулай итеп, мөхәббәтебеҙ камиллашты, һәм беҙ хөкөм көнөн ышаныс менән ҡаршыларбыҙ, сөнки Ғайса ниндәй булһа, беҙ ҙә был донъяла шундайбыҙ. 18 Мөхәббәттә ҡурҡыу юҡ, камил мөхәббәт ҡурҡыуҙы ҡыуа. Ҡурҡыу яза менән бәйле һәм кем ҡурҡа, ул мөхәббәттә камиллыҡҡа өлгәшмәгән әле.
19 Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты. 20 Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашына нәфрәтләнһә, ул – ялғансы. Үҙе күргән имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай. 21 Алла беҙгә: «Алланы яратҡан кеше үҙенең туғанын да яратһын», – тип әмер бирҙе.

 

5

 

Мәңгелек тормош – Алла Улында

 

1 Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Һәм Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата. 2 Беҙ Алла балаларын яратабыҙмы икәнде бына нисек беләбеҙ: Алланы яратабыҙ һәм Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ уларҙы яратабыҙ. 3 Алланың әмерҙәрен үтәүебеҙ Уны яратыуыбыҙҙы күрһәтә лә инде. Ә Уның әмерҙәре ауыр түгел, 4 сөнки Алланан тыуған һәр кем донъяны еңә. Донъяны еңеү – беҙҙең иманыбыҙ ул. 5 Кем донъяны еңә һуң? – Ғайсаның Алла Улы булыуына инаныусылар ғына.
6 Ул, Ғайса Мәсих, Үҙенең сумдырылыу һыуы һәм үлеменең ҡаны аша килгән. Был хаҡта Рух шаһитлыҡ ҡыла, сөнки Рух – хәҡиҡәт ул. 7 Өс шаһит бар: 8 Рух, һыу һәм ҡан. Улар өсөһө лә бер үк төрлө шаһитлыҡ ҡыла. 9 Беҙ кешеләр шаһитлығын ҡабул итәбеҙ, ә Алланың шаһитлығы бөйөгөрәк. Бигерәк тә был – Алланың Үҙенең Улы тураһындағы шаһитлығы. 10 Алла Улына инаныусының күңелендә ошо шаһитлыҡ бар. Аллаға инанмаған кеше Уны ялғансы итеп күрһәтә, сөнки ул кеше Алланың Үҙ Улы хаҡында биргән шаһитлығына ышанмаған. 11 Был шаһитлыҡ иһә шунан ғибәрәт: Алла беҙгә мәңгелек тормош бирҙе, һәм беҙ был тормошто Уның Улы аша алабыҙ. 12 Алла Улы барҙың тормошо бар, Алла Улы булмағандың тормошо юҡ.
13 Мин быны һеҙгә, Алла Улына инаныусыларға, мәңгелек тормошоғоҙ барлығын белһен өсөн яҙҙым. 14 Һәм беҙ шуға ышанабыҙ: беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә. 15 Нимә генә һораһаҡ та, Уның ишетеүен беләбеҙ икән, һорағаныбыҙҙың беҙҙеке икәнен дә беләбеҙ.
16 Әгәр берәү имандашының гонаһ ҡылғанын, әммә ул гонаһтың үлем килтермәүен күрә икән, ул кеше доға ҡылһын, һәм Алла уның имандашына тормош бирәсәк. Быны мин үлемгә килтермәүсе гонаһ ҡылыусылар хаҡында әйтәм. Үлемгә килтереүсе гонаһ бар: был гонаһ хаҡында доға ҡылһындар тимәйем. 17 Һәр яуызлыҡ – гонаһ, әммә бөтөн гонаһ та үлемгә килтермәй.
18 Алланан тыуғандарҙың гонаһ ҡылмауын беҙ беләбеҙ. Алланан тыуған Ул уны һаҡлай һәм Иблис уларға ҡағыла алмай. 19 Беҙ үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ. 20 Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.
21 Балаларым, үҙегеҙҙе ялған илаһтарҙан һаҡлағыҙ.

 

 

 

2 Яхъя

ЯХЪЯНЫҢ ИКЕНСЕ ХАТЫ

 

 

1 Берҙәмлектең өлкәненән – Алла тарафынан һайлап алынған ханымға һәм уның балаларына. Мин һеҙҙе ысын күңелдән яратам. Мин генә түгел, хәҡиҡәтте таныусыларҙың бөтөнөһө лә һеҙҙе ярата. 2 Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, сөнки беҙҙә – хәҡиҡәт һәм ул мәңге беҙҙең менән буласаҡ.
3 Атабыҙ Алланан һәм Атаның Улы Ғайса Мәсихтән бирелгән мәрхәмәт, шәфҡәт һәм именлек беҙҙең менән хәҡиҡәттә һәм мөхәббәттә булһын.

 

Хәҡиҡәт һәм мөхәббәт

 

4 Һинең балаларың араһында беҙ Атанан ҡабул иткән әмер буйынса хәҡиҡәттә йәшәүселәрҙе тапҡаныма бик ҡыуандым. 5 Хәҙер, ханым, мин һиңә яңы әмер түгел, ә баштан уҡ беҙ ҡабул иткән әмерҙе яҙам һәм үтенәм: бер-беребеҙҙе яратайыҡ. 6 Мөхәббәт ул Алланың әмерҙәре буйынса йәшәү. Һеҙ баштан уҡ ишеткән әмер ана шул, һәм һеҙ шуның буйынса йәшәргә тейеш.
7 Ғайса Мәсихтең ысын кеше булараҡ килеүен инҡар иткән күп ялғансылар донъяға сыҡты. Ундайҙар – ялғансы һәм Мәсихтең дошмандары. 8 Нимә хаҡына хеҙмәт иткәнебеҙҙе юғалтмаҫ, ә әжерегеҙҙе тулыһынса алыр өсөн, һаҡ булығыҙ. 9 Кем Мәсих тәғлимәтен тотмай һәм уның сигенән уҙа, унда Алла юҡ. Мәсих тәғлимәтенә тоғро кеше иһә Ата менән дә, Уның Улы менән дә берҙәм йәшәй. 10 Әгәр ҙә һеҙгә берәү килһә, ләкин был тәғлимәтте алып килмәһә, ул кешене өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм уны сәләмләмәгеҙ. 11 Сәләмләгән кеше уның яуыз эштәренә ҡушыла.

 

Һуңғы һүҙҙәр

 

12 Һеҙгә яҙа торған һүҙҙәрем күп, әммә ҡағыҙ һәм ҡараға мөрәжәғәт итергә теләмәйем. Ә ҡыуанысыбыҙ тулы булһын өсөн, янығыҙға барып, һеҙҙең үҙегеҙ менән һөйләшергә өмөтләнәм.
13 Алла тарафынан һайланған ҡыҙ туғаныңдың балалары һине сәләмләйҙәр.

 

 

3 Яхъя

Яхъяның өсөнсө хаты

 

 

1 Берҙәмлек өлкәненән – мин ысын күңелдән яратҡан ҡәҙерле Гайға.
2 Ҡәҙерле дуҫым, йәнең менән сәләмәт булған кеүек, тәнең менән дә иҫән-һау һәм һәр яҡлап уңышлы булыуың өсөн доға ҡылам. 3 Имандаштарҙың килеп һинең хәҡиҡәткә тоғролоғоң хаҡында шаһитлыҡ биреүҙәренә мин бик шатландым. Һинең хәҡиҡәттә йөрөүең хаҡ бит. 4 Минең өсөн балаларымдың хәҡиҡәттә йәшәүен ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр.

 

Хәҡиҡәт хаҡына бергәләп эшләү

 

5 Ҡәҙерле дуҫым, имандаштарың хаҡында, хатта үҙең өсөн сит булғандар хаҡында ла ҡайғыртыуың һинең тоғро икәнеңде һөйләй. 6 Һинең мөхәббәтең тураһында улар имандаштар берҙәмлеге алдында шаһитлыҡ ҡылды. Уларға сәйәхәттәрен дауам итергә Алла хупларлыҡ итеп ярҙам күрһәтеп ебәрсе. 7 Сөнки улар Ғайса хаҡына юлға сыға, ә мәжүсиҙәрҙән бер нәмә лә ҡабул итмәйҙәр. 8 Тимәк, хәҡиҡәт хаҡына бергә эшләй алыуыбыҙ өсөн, беҙ ундай кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ.
9 Мин имандаштар берҙәмлегенә ҡайһы бер нәмәләр яҙҙым, әммә араларында беренселекте тоторға яратҡан Диотреф беҙҙе тыңларға теләмәй. 10 Шуға күрә, янығыҙға барһам, уның ҡылған эштәрен иҫемә төшөрөп һөйләрмен. Ул беҙҙең хаҡта яман һүҙҙәр таратып ҡына ҡалмай, хатта имандаштарҙы ҡабул итмәй, ҡабул итергә теләүселәргә иһә ҡамасаулай һәм берҙәмлектән ҡыуып ебәрә.
11 Ҡәҙерле дуҫым! Яуызлыҡты өлгө итеп алма, яҡшылыҡҡа эйәр. Яҡшылыҡ ҡылыусылар – Алланан, яуызлыҡ ҡылыусы иһә Алланы күрмәгән. 12 Димитрий хаҡында бөтөнөһө лә яҡшы һүҙҙәр генә һөйләй, хәҡиҡәт үҙе лә уның яғында. Шулай уҡ беҙ ҙә ошо хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм һин беҙҙең шаһитлығыбыҙҙың хәҡиҡи булыуын беләһең.

 

Һуңғы һүҙҙәр

 

13 Минең һиңә әйтергә теләгән һүҙҙәрем күп, әммә уларҙы ҡара һәм ҡәләм менән яҙырға теләмәйем. 14 Тиҙҙән һинең менән күрешергә өмөтләнәм, шунда күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшербеҙ.
15 Именлек һиңә! Һине дуҫтар сәләмләй. Дуҫтарыбыҙҙың һәр береһенә айырым сәләм әйт.

 

 

Йәһүҙә

Йәһүҙәнең хаты

 

 

1 Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡубтың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан саҡырылғандарға һәм ҡәҙерле булғандарға, Ғайса Мәсих өсөн һаҡланғандарға: 2 Алланың шәфҡәте, именлеге һәм мөхәббәте һеҙгә мул бирелһен!

 

Бөтә ялған өйрәтеүселәрҙе хөкөм көтә

 

3 Ҡәҙерлеләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең дөйөм ҡотолоуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, бүтән нәмәләр тураһында үтенеп яҙыуҙы кәрәк таптым: Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ. 4 Арағыҙға һиҙҙермәй генә ҡайһы бер аллаһыҙ кешеләр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән инде әйтелгән.
5 Быларҙың барыһын да белһәгеҙ ҙә, хәтерегеҙгә төшөрөргә теләйем: Раббы халыҡты Мысырҙан алып сығып ҡотҡарһа ла, араларындағы ышанмаған кешеләрҙе аҙаҡ һәләк иткән. 6 Үҙенә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған һәм торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе иһә Ул, бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота. 7 Ошо фәрештәләр кеүек үк фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Гоморра[1] һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған.
8 Шуның һымаҡ был кешеләр, хыялға бирелеп, тәндәрен таплай, ә Раббы хакимлығын инҡар итә һәм күктәге көстәргә яла яға. 9 Хатта баш фәрештә Михаил, Иблис менән Мусаның кәүҙәһе хаҡында бәхәсләшкәндә, Иблисте яла яғыуҙа ғәйепләргә ҡыймай, «Һине Алла шелтәләһен», – тип кенә ҡуя. 10 Былар иһә үҙҙәре лә белмәгән нәмәләргә яла яға. Бына шулай аңһыҙ хайуандар кеүек тәбиғи тойғоға эйәреп эш итеүҙәре уларҙы һәләк итә.
11 Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Валаам кеүек үк, улар ҙа аҡса хаҡына яңылыш юлдан китте, Корей[2] кеүек үк фетнә сығарып һәләк булырҙар.
12 Был кешеләр һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып табын ҡороп ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғыр килтермәҫ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған ағастар. 13 Улар – үҙҙәренең хурлыҡлы эштәренең күбеге менән ҡапланған дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда юғалған йондоҙҙар, улар өсөн мәңгелек ҡараңғылыҡта урын һаҡлана.
14 Енох, Әҙәм быуынындағы етенсе кеше, улар тураһында ла пәйғәмбәрлек ҡылып былай тигән: «Бына Үҙенең иҫәпһеҙ-һанһыҙ изгеләре[3] менән Раббы килер. 15 Ул бөтөнөһөн хөкөм итер, үҙҙәренең ҡылған динһеҙ эштәре менән Уға ҡаршы торған бөтә динһеҙҙәрҙе һәм динһеҙ гонаһлыларҙы Уға ҡаршы әйткән әҙәпһеҙ һүҙҙәрендә фашлар». 16 Улар, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана. Нәфселәрен ҡайғыртып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана.

 

Киҫәтеүҙәр һәм кәңәштәр

 

17 Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең илселәре тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе иҫкә алығыҙ. 18 Улар һеҙгә: «Ваҡыт аҙағында үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылыусы мыҫҡыллаусылар барлыҡҡа киләсәк», – тине. 19 Был кешеләр бүленеүҙәрҙең сәбәбе булып тора һәм тәбиғи нәфселәренә буйһона. Уларҙа Изге Рух юҡ.
20 Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, үҙ тормошоғоҙҙо иң изге иманығыҙ нигеҙендә ҡороп йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ, Изге Рух көсө менән доға ҡылығыҙ. 21 Үҙенең мәрхәмәте менән һеҙгә мәңгелек тормош бирәсәк Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте көтөп, Алла һөйөүендә ҡалығыҙ.
22 Икеләнгәндәргә мәрхәмәтле булығыҙ. 23 Икенселәрен, уттан тартып алғандай, ҡотҡарығыҙ. Башҡаларына мәрхәмәт күрһәтегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ. Хатта уларҙың шаҡшы эштәре менән бысранған кейемдәренән дә ерәнегеҙ.

 

Данлау доғаһы

 

24 Һеҙҙе тура юлдан тайпылыуҙан һаҡлай алыусы һәм Үҙенең даны алдына пак килеш һәм ҙур ҡыуаныс менән килтерә алыусы 25 Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙҙе Ҡотҡарыусыбыҙ берҙән-бер Аллаға дан, мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ донъя яратылғансы уҡ та, хәҙер ҙә мәңге булһын. Амин.

 

 

 

Римдарға

Павелдың Римдағы имандаштарға яҙған хаты

 

 

1

 

1 Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләү өсөн һайлап ҡуйылған һәм Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған ҡоло Павелдан сәләм. 2 Алла был Һөйөнөслө Хәбәрҙе Үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша Изге Яҙмаларҙа алдан уҡ вәғәҙә иткән. 3-4 Унда һүҙ Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында бара. Ул сығышы менән Дауыт нәҫеленән булған. Изгелек Рухы буйынса иһә ҡөҙрәткә эйә Алланың Улы тип танылған, сөнки үленән терелтелгән. 5 Уның исемен данлау хаҡына барлыҡ халыҡтар араһынан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһендәр һәм Мәсихкә инанһындар өсөн, мин Мәсихтән мәрхәмәт алдым һәм илсе итеп тәғәйенләндем. 6 Ғайса Мәсихтеке булырға саҡырылғандар араһында һеҙ ҙә бар. 7 Алланың Рим ҡалаһында йәшәгән бөтөн ҡәҙерлеләренә, Уның изге халҡы булырға саҡырылғандарға Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.

 

Рәхмәт доғаһы

 

8 Иң элек Ғайса Мәсих аша һәммәгеҙ өсөн Аллама рәхмәттәр күндерәм, сөнки иманығыҙ тураһында бөтөн донъяла һөйләйҙәр. 9 Һеҙҙе доғаларымда туҡтауһыҙ иҫкә алыуыма Алла шаһит: Уның Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтөн рухым менән хеҙмәт итәм. 10 Алла ихтыяры менән барып хәлегеҙҙе белергә мөмкинлек бирелһен ине, тип һәр ваҡыт ялбарам. 11-12 Изге Рухтан алғандарым менән уртаҡлашып, дөрөҫөрәге, һеҙҙе нығытыу маҡсатында, йәғни һеҙҙең һәм минең уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе дәртләндереү өсөн, үҙегеҙҙе бик ныҡ күргем килә. 13 Имандаштар, һеҙҙең белеүегеҙҙе теләйем: күп тапҡырҙар янығыҙға барырға ниәтләһәм дә, әлегәсә тотҡарлыҡтарға осрай килдем. Минең, башҡа халыҡтар араһындағы кеүек, һеҙҙә лә хеҙмәтемдең уңышын йыйғым килә. 14 Мин мәҙәниәтлеләр һәм вәхшиҙәр, зирәктәр һәм наҙандар алдында берҙәй үк бурыслымын. 15 Шуға күрә һеҙгә, Рим ҡалаһында йәшәүселәргә, Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итергә йән атам. 16 Уны вәғәзләргә оялмайым, сөнки Һөйөнөслө Хәбәр – иман тотоусыларҙың һәр береһенә, иң элек йәһүдтәргә, унан һуң йәһүд булмағандарға ла ҡотолоу өсөн Алла ҡөҙрәте. 17 Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы».

 

Кешеләрҙең гонаһҡа төшөүе

 

18 Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө динһеҙлегенә һәм яуызлығына күктән Алланың ярһыуы асыла бара. 19 Алла хаҡында белергә мөмкин булғандың һәммәһе уларға билдәле, сөнки Алла уны күҙ алдарына баҫтырҙы. 20 Ғаләм барлыҡҡа килтерелгәндән башлап Уның күренмәгән сифаттары – мәңгелек ҡөҙрәте һәм илаһилығы – Ул барлыҡҡа килтергән нәмәләр аша асыҡ күренә һәм аңлашыла. Шулай булғас, кешеләрҙе ғәфү итергә сәбәп юҡ. 21 Кешеләр, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп тейешенсә данламаны, ҡәҙерен белмәне, киреһенсә, буш уйҙарға бирелде, аңларға теләмәгән йөрәктәрен ҡараңғылыҡ солғаны. 22 Үҙҙәрен аҡыллы һанап, аҡылһыҙға әйләнделәр. 23 Мәңге үлемһеҙ Алланың данын фани кешеләргә, ҡоштарға, дүрт аяҡлыларға һәм һөйрәлеүселәргә оҡшаған һындарға алмаштырҙылар. 24 Шуның өсөн дә Алла кешеләрҙе үҙҙәренең аҙғын теләктәре һәм боҙоҡлоҡтары ҡарамағына тапшырҙы, һәм улар үҙ тәндәрен бер-береһе менән мәсхәрәләүгә дусар итте. 25 Улар Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштырып, Булдырыусыға түгел, ә Ул булдырған нәмәләргә табынды һәм хеҙмәт итте. Булдырыусыға иһә мәңгегә дан булһын. Амин.
26 Шул сәбәпле Алла кешеләрҙе хурлыҡлы нәфселәренә тапшырҙы: ҡатындар тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы тәбиғи булмағанына алмаштырҙы. 27 Шулай уҡ ирҙәр ҙә, ҡатындар менән тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы ташлап, бер-береһенә ҡарата аҙғын теләк менән янды, бер-береһе менән оятһыҙлыҡ ҡылды һәм, хәҡиҡәттән тайпылғандары өсөн, үҙҙәренең тәндәрендә тейешле язаһын алды.
28 Алланы таныуҙы мөһим тип иҫәпләмәгәнлектән, Алла уларҙы, эшләнергә тейеш булмағанды ҡылһындар өсөн, боҙоҡ аҡылдарына тапшырҙы. 29 Уларҙың күңелдәре һәр төрлө яманлыҡ, мәкер, ҡомһоҙлоҡ, яуызлыҡ, көнсөллөк, шулай уҡ кеше үлтереү, ыҙғыш-талаш, алдау, насар уйҙар менән тулы. Улар ғәйбәтселәр, 30 яла яғыусылар, Аллаға нәфрәтлеләр, холоҡһоҙҙар, маҡтансыҡтар, тәкәбберҙәр, яуызлыҡ тыуҙырыусылар, ата-әсәләргә ҡарата итәғәтһеҙҙәр, 31 аҡылһыҙҙар, үҙ һүҙендә тормаусылар, ҡаты бәғерлеләр, мәрхәмәтһеҙҙәр. 32 Улар Алланың ғәҙел хөкөмө буйынса үлемгә лайыҡлы икәнлектәрен белә, әммә үҙҙәре гонаһ ҡылып ҡына ҡалмай, хатта ундай эш ҡылыусыларҙы хуплайҙар.

 

2

 

Алла хөкөмө

 

1 Шуға күрә, дуҫым, бүтәндәрҙе хөкөм итеүең менән генә үҙеңде аҡлай алмаҫһың, башҡаларҙың ҡылғанын хөкөм итеүең менән үҙеңде лә хөкөмгә дусар итәһең, сөнки үҙең дә шул уҡ эштәрҙе башҡараһың. 2 Беҙ иһә беләбеҙ: ундай эштәрҙе ҡылыусыларға Алла хаҡлы хөкөмөн бирә. 3 Һин уларҙы, дуҫым, хөкөм итеп, үҙең дә шуны уҡ эшләйһең, Алла хөкөмөнән ҡотолоп ҡалырмын, тип уйлайһыңмы? 4 Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло яҡшылығын, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы? 5 Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында Алланың ғәҙел хөкөмө асыласаҡ асыу көнөнә Уның нәфрәтен үҙеңдә туплайһың. 6 Ул һәр кемгә ҡылған эшенә ҡарап өлөш сығарасаҡ: 7 сабырлыҡ менән изге эш башҡарып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирәсәк, 8 үҙен генә хәстәрләп, хәҡиҡәткә буйһонмайынса яуызлыҡ юлынан барыусыларға иһә Алла Үҙ ярһыуын һәм асыуын төшөрәсәк. 9 Эйе, яуызлыҡ ҡылыусы һәр кемгә – тәүҙә йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға – михнәт һәм ҡайғы. 10 Ә изгелек ҡылыусы һәр кемгә, иң тәүҙә йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға – дан, хөрмәт һәм именлек. 11 Сөнки Алла алдында барыһы ла бер тигеҙ.
12 Алла ҡанунын белмәйенсә гонаһ ҡылыусылар ҡанундан тыш һәләк буласаҡ, ә уны белә тороп та гонаһ ҡылғандар ҡанун буйынса хөкөм ителәсәк. 13 Алла ҡанунды ишетеүселәрҙе түгел, ә уны үтәүселәрҙе аҡлаясаҡ. 14 Ҡануны булмаған халыҡтар, тәбиғи тойомдары менән ҡанун талаптарын башҡарғанлыҡтан, ҡанунһыҙ булһалар ҙа, нимә эшләргә ярай, нимә юҡ икәнен беләләр. 15 Был иһә ҡанун талаптарының уларҙың йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә, быны выждандары һәм ҡайһы саҡта ғәйепләгән, ә ҡайһы ваҡыт аҡлаған уй-фекерҙәре раҫлай. 16 Был, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәргә ярашлы, Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша хөкөм итәсәк көндә билдәле буласаҡ.

 

Йәһүдтәр һәм ҡанун

 

17 Бына һин үҙеңде йәһүд тип атайһың, ҡанунға таянаһың һәм Алланы таныуың менән маҡтанаһың, 18 ҡанунды өйрәнеп, Алланың ихтыярын беләһең һәм яманды яҡшынан айыра алаһың. 19 Һин үҙеңде һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ, 20 аңһыҙҙарҙың тәрбиәсеһе, наҙандарҙың уҡытыусыһы тип һанайһың, сөнки белем менән хәҡиҡәт тупланмаһы булған ҡанунға эйәһең. 21 Шулай булғас, ни өсөн һуң башҡаларҙы өйрәтәһең, ә үҙеңде үҙең өйрәтмәйһең? Урлашмауҙы вәғәзләйһең, ә үҙең урлайһың? 22 «Зина ҡылма» тиһең, ә үҙең зина ҡылаһың? Ялған илаһтарҙан ерәнәһең, ә уларға табына торған йорттарҙы талайһың? 23 Алла ҡануны менән маҡтанаһың, ә үҙең уны боҙоп, Алланы мәсхәрәләйһең? 24 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Мәжүсиҙәр һеҙҙең кеүектәр арҡаһында Алла исемен мәсхәрәләй».
25 Сөннәтле булыуың ҡанунды үтәгән осраҡта ғына файҙалы, ә инде ҡанунды боҙаһың икән, ул саҡта һинең сөннәткә ултыртылыуыңдың мәғәнәһе юҡ. 26 Шулай булғас, сөннәтһеҙ кеше ҡанун ҡағиҙәләрен үтәй икән, ул сөннәткә ултыртылған булып һаналмаймы? 27 Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәүсе, һин яҙылған ҡанунға һәм сөннәтлеккә эйә булһаң да, ҡанунды боҙғаның өсөн һине хөкөм итер. 28 Тышҡы яҡтан ғына йәһүд булған ысын йәһүд түгел әле, тән сөннәтен үтеү генә лә ысын сөннәт түгел. 29 Күңеле менән йәһүд булған ғына ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәккә үткән сөннәт кенә ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух аша ҡылына. Бындай йәһүдкә маҡтау кешеләрҙән түгел, ә Алланан килә.

 

3

 

Алланың тоғролоғо

 

1 Шулай итеп, йәһүд булыуҙың өҫтөнлөгө һәм сөннәтлелектең файҙаһы нимәлә һуң? 2 Өҫтөнлөгө бөтөн яҡлап та ҙур, Алла һүҙе иң элек уларға ышанып тапшырылған. 3 Шулай булғас, ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаған икән, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро түгеллектәре Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы? 4 Әлбиттә, юҡ. Һәр береһе алдаҡсы булһа ла, Алла Үҙ һүҙенә тоғро. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән:
«Һүҙҙәрең хаҡ тип танылыр,
һәм хөкөм иткәндә Һин еңерһең».
5 Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтәм.) 6 Әлбиттә, юҡ. Юғиһә Алла донъяны хөкөм итә алмаҫ ине. 7 Ә минең ялғанлауым арҡаһында Алланың хәҡиҡәте асығыраҡ күренеп, Уның даны һаман арта бара икән, ни өсөн һуң әле мин гонаһлы тип хөкөм ителәм? 8 Улай булғас, яҡшылыҡ килһен өсөн яманлыҡ ҡылырға тейеш булып сығабыҙмы? Ҡайһы бер яман һүҙле кешеләр беҙҙе нәҡ шулай әйтә тип тә һөйләй. Ундайҙар үҙҙәренә тәғәйен хөкөмдө алырҙар.

 

Хаҡ кеше юҡ

 

9 Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтөнөһөнөң дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде. 10 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Хаҡ бер кеше лә юҡ,
бер генә лә.
11 Аңлы бер кем дә юҡ,
Алланы эҙләмәй бер кем дә.
12 Бөтөнөһө лә Алланан ситләште һәм Уға яраҡһыҙ булды;
яҡшылыҡ эшләүсе юҡ,
бер кем дә юҡ.
13 Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер,
телдәре менән алдайҙар,
ирендәрендә – йылан ағыуы.
14 Ауыҙҙары ҡарғыш һәм рәнйеш менән тулған.
15 Аяҡтары ҡан ҡойошҡа йәһәттәр,
16 улар булып үткән ерҙә емереклек менән ҡайғы ҡала,
17 именлек юлын белмәйҙәр.
18 Алланан ҡурҡыу – улар өсөн ят төшөнсә».
19 Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен аҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай һәм бөтөн донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала. 20 Ҡанун ҡушҡандарҙы үтәп кенә Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит. Ҡанун гонаһтың ни икәнлеген генә аңлата.

 

Иман аша аҡланыу

 

21 Әммә хәҙер ҡанундан тыш та Алланың кешеләрҙе аҡлауы асылды, быны ҡанун да, пәйғәмбәрҙәр ҙә раҫлай. 22 Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә, сөнки кешеләр араһында айырма юҡ. 23 Бөтөнөһө лә гонаһ ҡылып, Алла данынан мәхрүм ҡалдылар бит. 24 Шулай ҙа Алла мәрхәмәте менән улар үҙҙәрен гонаһтан йолоп алып ҡалыусы Ғайса Мәсих аша бушҡа аҡланды. 25 Алла Ғайса Мәсихте, Уның ҡаны аша Ғайсаға инаныусыларҙың гонаһтары кисерелһен өсөн, ҡорбан итеп билдәләп ҡуйҙы. Шулай эшләп, элек ҡылынған гонаһтар өсөн яза бирмәйенсә, Ул Үҙенең хаҡлығын иҫбатланы. Оҙаҡ түҙемлек һаҡлап, 26 Ул хәҙер ҙә, беҙҙең ваҡытта ла, Үҙенең хаҡ булыуын күрһәтә: Ул Үҙе хаҡ һәм Ғайсаға инаныусыларҙы аҡлай.
27 Ни менән ғорурлана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Хеҙмәт талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән. 28 Беҙ кешенең ҡанун талаптарын үтәүе менән түгел, ә иман аша аҡланғанлығын таныйбыҙ. 29 Алла – йәһүдтәрҙең Аллаһы ғынамы? Башҡа халыҡтарҙыҡы ла түгелме ни? Әлбиттә, башҡа халыҡтарҙыҡы ла, 30 сөнки Алла бер. Ул сөннәтлеләрҙе аҡлаған кеүек, сөннәтһеҙҙәрҙе лә иман аша аҡлай. 31 Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ.

 

4

 

Ибраһим өлгөһө

 

1 Халҡыбыҙҙың нәҫел башлығы Ибраһим тураһында нимә әйтә алабыҙ? Ул нимәгә өлгәште? 2 Ибраһим үҙенең эштәре менән аҡланғанмы һуң? Шулай икән, уның маҡтанырға хаҡы булған, әммә Алла алдында түгел. 3 Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән? «Ибраһим Аллаға ышанды һәм бының менән ул хаҡ һаналды». 4 Эшләгән кешегә түләнгән хеҙмәт хаҡы бүләк һымаҡ түгел, ә бирелергә тейешле әжер һанала. 5 Әгәр ҙә кеше үҙенең эштәренә таянмайынса, динһеҙҙәрҙе аҡлаусы Аллаға инана икән, ул иманы менән хаҡ һанала. 6 Шулай уҡ эш-ғәмәлдәренә ҡарамайынса Алла тарафынан хаҡ тип иҫәпләнгән кешенең бәхетле булыуы тураһында Дауыт былай ти:
7 «Яуыз эштәре кисерелгән,
гонаһтары бөтөрөлгән кешеләр бәхетле.
8 Раббы тарафынан гонаһтары иҫәпкә алынмағандар бәхетле».
9 Шулай итеп, бәхетле булыу сөннәтлеләргә генә ҡағыламы, әллә сөннәтһеҙҙәргәләме? Беҙ: «Ибраһим үҙенең иманы менән хаҡ һаналды», – тинек. 10 Ҡасан һаналды? Сөннәтле булғасмы, әллә уға тиклемме? Сөннәтләнгәнгә тиклем, ә һуңынан түгел. 11 Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән хаҡ һаналыуҙы раҫлаусы билдә булды. Шуға ла ул сөннәтләнмәгән көйөнсә иман тотоп, хаҡ һаналыусы бөтөн кешеләрҙең рухи атаһы булды. 12 Ибраһим – шулай уҡ сөннәтлеләрҙең дә атаһы, йәғни был йоланы үтәгән генә түгел, ә Ибраһимдың сөннәтләнгәнгә тиклем тотҡан иманы юлынан барыусыларҙың атаһы.

 

Алла вәғәҙәһе иман аша ҡабул ителә

 

13 Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъя вариҫы булыу тураһындағы вәғәҙә ҡанун аша түгел, ә имандан килгән хаҡлыҡ аша бирелде. 14 Әгәр ҙә ҡанун тотоуға таяныусылар Алла вәғәҙә иткән мираҫты алһа, ул саҡта иман мәғәнәһен юғалтыр, вәғәҙә үҙе лә юҡҡа сығыр ине. 15 Ҡанун боҙолоуы Алланың асыуын тыуҙыра. Ҡанун булмаған ерҙә генә енәйәт тә булмай. 16-17 Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата. 18 Ибраһим өмөтһөҙлөктә лә өмөт менән ышанды һәм: «Һинең тоҡомоң бихисап һанлы буласаҡ», – тип әйтелгән һүҙҙәр буйынса күп халыҡтарҙың атаһы булды. 19 Йөҙ йәш тирәһендә тәненең инде үлеп барыуын һәм Сараның бала тыуҙырырға һәләтен юғалтыуын аңлаһа ла, иманда зәғифләнмәне. 20 Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә ул шикләнмәне, киреһенсә, иманда ныҡ булып, Алланы данланы. 21 Алланың биргән вәғәҙәһен үтәй алырына ныҡ ышанды. 22 Бына ни өсөн Ибраһим «хаҡ һаналды». 23 «Хаҡ һаналды» тигән һүҙ уға ҡарата ғына түгел, 24 беҙҙең өсөн дә яҙылған. Раббыбыҙ Ғайсаны үленән терелткән Аллаға инанғанлыҡтан, Алла беҙҙе лә хаҡ һанар. 25 Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә тапшырылды һәм аҡланыуыбыҙ хаҡына үленән терелтелде.

 

5

 

Ғайса ҡаны менән аҡланыу

 

1 Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арабыҙҙа тыныслыҡ урынлаша. 2 Мәсих беҙгә мәрхәмәт алырға мөмкинлек бирҙе. Иманыбыҙ аша ошо мәрхәмәттә торабыҙ һәм, Алла данын уртаҡлашырбыҙ, тигән өмөт менән ғорурланабыҙ һәм шатланабыҙ. 3 Бының менән генә түгел, кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ, сөнки михнәттең сыҙамлыҡ тыуҙырғанын беләбеҙ. 4 Сыҙамлыҡтан – ныҡлыҡ, ныҡлыҡтан өмөт барлыҡҡа килә. 5 Өмөт иһә алдамай, сөнки Алла Үҙенең мөхәббәтен беҙгә бирелгән Изге Рух аша йөрәктәребеҙгә мул итеп яуҙырған.
6 Беҙ бер ярҙамһыҙ булған саҡта, Мәсих беҙҙең – Алланы һанға һуҡмаусылар өсөн, үлде. 7 Берәүҙең тәҡүә кеше хаҡына ғүмерен бирере икеле, шулай ҙа бәғзе берәүҙең яҡшы әҙәм өсөн үлергә лә әҙер булыуы ихтимал. 8 Әммә Алла беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: Мәсих, гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ, беҙҙең өсөн үлде. 9 Шулай итеп, Уның түгелгән ҡаны аша аҡланыуыбыҙ айҡанлы, Алланың асыуынан һис һүҙһеҙ ҡотоласаҡбыҙ. 10 Алланың дошмандары булған сағыбыҙҙа Улының үлеме аша Уның менән килешкәс, инде хәҙер татыулашҡан килеш, Мәсих тормошо аша бигерәк тә ҡотоласаҡбыҙ. 11 Был ғына ла түгел әле, Мәсих аша татыулашыу алғас, Алла өсөн шатлығыбыҙ ҙа Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша.

 

Атабыҙ Әҙәм һәм Мәсих

 

12 Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған. 13 Донъяла ҡанунға тиклем үк гонаһ булған, әммә ҡанунһыҙ ерҙә гонаһ иҫәпкә алынмай. 14 Шулай ҙа, Әҙәмдән алып Мусапәйғәмбәр ваҡытына тиклем, Алланың туранан-тура бойороғон боҙоп, Әҙәм кеүек гонаһ ҡылмағандар өҫтөнән дә үлем хакимлыҡ иткән.
Әҙәм, ниндәйҙер кимәлдә, килергә тейешле Заттың өлгөһө булып торған. 15 Тик Алланың мәрхәмәт бүләген гонаһ менән сағыштырып булмай. Берәүҙең гонаһы күптәрҙе үлемгә дусар итә икән, ул саҡта Алланың мәрхәмәте лә, бер Кешенең – Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте менән бирелгән бүләк күптәр өсөн бигерәк тә сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә ҙур була. 16 Алла бүләген бер кешенең гонаһы менән сағыштырып булмай: бер енәйәт һөҙөмтәһендә ғәйепле тигән хөкөм ҡарары сығарылды, ә күп енәйәттәрҙән һуң Алла, ғәйеплеләрҙе аҡлап, Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтә. 17 Берәүҙең енәйәте арҡаһында шул кеше аша үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге байтаҡҡа ҙурыраҡ. Уны ҡабул иткәндәр бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк. 18 Шулай итеп, берәүҙең енәйәте бөтөн кешеләргә хөкөм килтергән кеүек, Берәүҙең хаҡ эше барлыҡ кешеләргә аҡланыу һәм тормош килтерә. 19 Берәүҙең тыңлашмаусанлығы арҡаһында күптәр гонаһҡа төшкән кеүек, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана. 20 Кеше ҡылған енәйәттәрҙең күплеген күрһәтеү өсөн ҡанун индерелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан. 21 Шулай итеп, үҙ ваҡытында кешеләрҙе үлемгә дусар итеп, улар өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ иткән. Хәҙер иһә Алланың мәрхәмәте кешеләрҙе аҡлап хакимлыҡ итә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша мәңгелек тормошҡа килтерә.

 

6

 

Гонаһҡа ҡарата үлебеҙ, Мәсих менән теребеҙ

 

1 Нимә тип әйтергә һуң? Мәрхәмәт артһын өсөн гонаһ ҡылыуҙы дауам итергәме? 2 Әлбиттә, юҡ. Гонаһҡа ҡарата беҙ үлгәнбеҙ. Шулай булғас, нисек артабан да гонаһ ҡыла алабыҙ? 3 Һыуға сумдырылыу йолаһын үтәп, Ғайса Мәсихкә сумдырылған бөтөнөбөҙҙөң дә Уның үлеменә сумдырылыуы тураһында белмәйһегеҙме ни? 4 Шулай булғас, Атабыҙҙың данлы ҡөҙрәте менән Мәсих үленән терелтелгән кеүек, яңы тормош менән йәшәү өсөн, сумдырылыу йолаһы аша Уның үлемен уртаҡлаштыҡ һәм Уның менән бергә ерләндек. 5 Мәсих менән үлемдә берҙәй үк берләшкәнбеҙ икән, үленән терелеүҙә лә Уның менән берләшкән буласаҡбыҙ. 6 Белеүебеҙсә, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмауыбыҙ өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, 7 үлгән кеше гонаһтан азат ителде бит. 8 Беҙ Мәсих менән үлгәнбеҙ икән, Уның менән йәшәрбеҙ ҙә, тип ышанабыҙ. 9 Мәсихтең үленән терелтелгәндән һуң ҡабат үлмәйәсәген беләбеҙ бит, инде үлем Уның өстөнән хакимлыҡ итмәй. 10 Ул үлгәйне, Үҙен бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан итеп, гонаһ өсөн үлгәйне, ә хәҙер Ул тере һәм Алла өсөн йәшәй. 11 Шулай уҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе гонаһҡа ҡарата үле, ә Ғайса Мәсих аша Алла өсөн теребеҙ тип иҫәпләгеҙ.
12 Шуға күрә, фани тәнегеҙ өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ итмәһен, шул ваҡытта һеҙ төрлө нәфселәргә буйһонмаҫһығыҙ. 13 Тәнегеҙҙең бер ағзаһының да ялғанлыҡ ҡоралы булып гонаһҡа хеҙмәт итеүенә юл ҡуймағыҙ, киреһенсә, үлемдән тормошҡа күсерелгән булараҡ, үҙегеҙҙе Аллаға һәм ағзаларығыҙҙы хаҡлыҡ ҡоралы итеп Уға тапшырығыҙ. 14 Гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ инде, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.

 

Хаҡлыҡ ҡолдары

 

15 Ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәгәнгә күрә, гонаһ ҡылһаҡ та ярай типме ни? Әлбиттә, юҡ! 16 Үҙегеҙҙе күндәм ҡолдар итеп кемгә тапшырһағыҙ, шуның ҡолдары булғанығыҙҙы беләһегеҙ бит: гонаһ ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе үлемгә килтерер, Алланың тыңлаусан ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе Алла алдында хаҡ һаналыуға алып килер. 17 Аллаға шөкөр, гонаһ ҡолдары булған мәлдәр артта ҡалды, хәҙер һеҙ үҙегеҙгә бирелгән тәғлимәтте ихлас тотаһығыҙ. 18 Гонаһтан азат ителеп, хаҡлыҡ ҡолдары булдығыҙ. 19 Быны мин, был эштәрҙә аңлау кимәлегеҙ әлегә самалы булыу сәбәпле, ҡоллоҡ миҫалын килтереп әйтәм. Элек тәнегеҙҙе боҙоҡлоҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡол итеп тапшырып, яуыз эштәргә юл ҡуйғанһығыҙ икән, хәҙер иһә уны изге тормош өсөн хаҡлыҡҡа ҡол итеп тапшырығыҙ.
20 Гонаһ ҡолдары булған саҡта, һеҙ хаҡлыҡ ғәмәлдәренән азат инегеҙ. 21 Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем. 22 Ләкин әле, гонаһ хакимлығынан азат ителгәс һәм Алла ҡолдары булғас, изге тормошҡа алып барыусы уңышҡа эйәһегеҙ, ә уның аҙағы – мәңгелек тормош. 23 Гонаһ әжере – үлем, ә Алла бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош.

 

7

 

Ҡанун өсөн үлеләр

 

1 Имандаштар, ҡанунды белгән кешеләр булараҡ, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: әҙәм иҫән ваҡытта ғына ҡанун уның өҫтөнән хакимлыҡ итә. 2 Мәҫәлән, кейәүҙәге ҡатын ире иҫән саҡта ҡанун аша уға бәйле, әммә ире үлһә – иренә бәйләп торған ҡанундан азат ителә. 3 Шуға күрә ире иҫән саҡта башҡа ирҙеке лә булһа, зина ҡылыу тип иҫәпләнә, ә инде ире үлһә, ҡатын әлеге ҡанундан азат, ул бүтәнгә кейәүгә сыға ала һәм был зина ҡылыуға һаналмай. 4 Шуның кеүек һеҙ ҙә, имандаштарым, Аллаға файҙалы хеҙмәт итеү өсөн башҡа Берәүҙеке, йәғни үленән терелтелгән Мәсихтеке булырға, Мәсих тәне арҡылы ҡанунға ҡарата үлдегеҙ. 5 Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында сағыбыҙҙа, ҡанун тәнебеҙҙәге гонаһлы нәфселәрҙе уятты һәм ҡылған бар нәмәләребеҙҙең аҙағы үлем менән тамамланды. 6 Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ һәм хәҙер Аллаға элеккесә – яҙылған ҡанун буйынса түгел, ә яңыса – Рух буйынса хеҙмәт итәбеҙ.

 

Ҡанун һәм гонаһ

 

7 Ни тип әйтергә һуң? Ҡанун гонаһ буламы ни? Әлбиттә, юҡ! Ҡанун булмаһа, гонаһтың нимә икәнен дә белмәҫ инем. Әгәр ҡанунда: «Башҡаныҡына нәфсеңде һуҙма» тигән тыйыу булмаһа, нәфсенең нимә икәнлеген белмәҫ тә инем. 8 Әммә гонаһ, ошо әмерҙән файҙаланып, миндә һәр төрлө нәфсе теләктәр уятып ебәрҙе, әммә гонаһ ҡанундан башҡа – үле. 9 Ҡасандыр мин ҡанунһыҙ йәшәй инем, ләкин Алланың әмере мәғлүм булғас, гонаһ терелде, 10 һәм мин үлдем. Шулай итеп, йәшәү бирергә тейешле әмер үлем алып килде. 11 Сөнки гонаһ, ошо әмерҙән файҙаланып, мине алдап, уның аша үлемгә килтерҙе. 12 Әммә ҡанун үҙе – изге, әмер ҙә шулай уҡ изге лә, ғәҙел дә, яҡшы ла.
13 Шулай итеп, был яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙеме ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә гонаһ гонаһ рәүешендә танылһын өсөн, ошо ниндәйҙер яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙе. Тимәк, әмер аша гонаһтың сикһеҙ яманлығы күренде.

 

Гонаһ менән көрәшеү

 

14 Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин иһә гонаһлы тәбиғәтем хакимлығындамын һәм гонаһҡа ҡол итеп һатылғанмын. 15 Үҙемдең ни эшләгәнемде аңламайым, сөнки теләгәнемде түгел, ә күрә алмаған нәмәләрҙе ҡылам. 16 Әгәр ҙә мин үҙем теләмәгәнде эшләйем икән, ҡанун яҡшы тип, уның менән килешәм. 17 Шулай булғас, быларҙы мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла. 18 Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым. 19 Эшләргә теләгән изгелекте түгел, ә теләмәгән яуызлыҡты ҡылам. 20 Теләмәгән нәмәне эшләйем икән, мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла.
21 Шулай итеп, үҙем өсөн бына шундай ҡанундың эш итеүен белеп ҡалдым: мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым. 22 Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым, 23 әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул иһә аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора. 24 Бәхетһеҙ кешемен мин! Үлемгә дусар иткән был аяныслы хәлемдән берәйһе ҡотҡарырмы? 25 Эйе, һәм шуның өсөн дә мин Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Аллаға рәхмәтлемен. Шулай итеп, аҡылым менән Алла ҡанунына, ә гонаһлы тәбиғәтем менән гонаһ ҡанунына хеҙмәт итәм.

 

8

 

Рух буйынса йәшәү

 

1 Шулай итеп, Ғайса Мәсихтеке булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ. 2 Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте. 3 Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кешелә гонаһты хөкөм итте. 4 Алла быны ҡанундың ғәҙел талаптары беҙҙә гонаһлы тәбиғәтебеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәгәндәрҙә ғәмәлгә ашһын өсөн эшләне. 5 Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр шул тәбиғәт теләктәре буйынса ғына фекер йөрөтә, Изге Рух буйынса йәшәүселәр иһә Рух теләге тураһында хәстәрләй. 6 Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә, 7 сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай. 8 Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр Аллаға ярай ҙа алмай.
9 Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел. 10 Мәсих һеҙҙә булһа инде, тәнегеҙ гонаһ арҡаһында үле, әммә, Алла һеҙҙе аҡлағанға күрә, Рух һеҙгә тормош бирә. 11 Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла, Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән, фани тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк.
12 Шулай булғас, имандаштар, беҙҙең гонаһлы тәбиғәтебеҙ алдында бурысыбыҙ юҡ һәм уның буйынса йәшәргә тейеш түгелбеҙ. 13 Гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса йәшәһәгеҙ, үләсәкһегеҙ. Алла Рухының көсө менән гонаһлы эштәрегеҙҙе үлтерһәгеҙ инде, ул саҡта йәшәйәсәкһегеҙ. 14 Алла Рухын йөрөтөүселәрҙең бөтөнөһө лә – Алла балалары. 15 Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөрөп, яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар итеүсе рухты түгел, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба![1] Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ. 16 Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға[2] беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлай. 17 Алла балалары булғас, беҙ – вариҫтар. Тимәк, Алланың вариҫтары һәм Мәсихтең вариҫташтары. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.

 

Киләсәк дан

 

18 Әлеге ваҡытлы ғазаптарыбыҙҙың, беҙҙең өсөн тәғәйенләнгән һәм киләсәктә асыласаҡ дан менән сағыштырғанда, бер ни ҙә түгел икәнлегенә ышанам. 19 Алла тарафынан яратылғандарҙың барыһы ла Уның Үҙ балаларын күрһәтеүен түҙемһеҙлек менән көтә. 20-21 Алла бар иткәндәрҙең һәммәһе лә мәғәнәһеҙ тереклек итеүгә буйһондоролдо. Был уларҙың теләге менән түгел, ә Буйһондороусының ихтыяры буйынса башҡарылды. Алла яратҡандарҙың барыһы ла фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолдоролоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашасаҡ, тигән өмөт бар. 22 Алла яратҡандарҙың барыһының да, тулғаҡ ғазабы кисергән ҡатын кеүек, әлегә тиклем ыңғырашҡанын һәм ғазапланғанын беләбеҙ бит. 23 Улар ғына түгел, Алла бүләктәренең тәүгеһе булған Изге Рухҡа эйә булып беҙ ҙә, Алланың беҙҙе Үҙ балалары итеп, тәнебеҙҙе азат итеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән генә ыңғырашабыҙ. 24 Беҙ ҡотолдоҡ, әммә был әлегә өмөт кенә. Тик өмөт иткән нәмәне күрергә өлгәшһәк, ул инде өмөт булмай. Сөнки үҙе күргән нәмәгә кем өмөтләнһен? 25 Ә инде үҙебеҙ күрмәгән нәмәгә өмөтләнәбеҙ икән, уны сабырлыҡ менән көтәбеҙ. 26 Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ аша әйтеп булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара. 27 Йөрәктәрҙе үтә күреүсе Алла өсөн Рухтың уйҙары асыҡ, сөнки Рух, Алла ихтыяры буйынса, Уның изге халҡы өсөн Уға үтенә.
28 Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға бөтөн нәмә файҙаға ғына. 29 Алла кемде алдан һайлап алған, шуларҙы Үҙ Улына оҡшаш булырға алдан билдәләп ҡуйған. Шулай Ғайса күп һанлы туғандары араһында тыуған Баш бала булған да инде. 30 Алла кемдәрҙе алдан билдәләп ҡуйған, шуларҙы саҡырып алған. Кемдәрҙе саҡырып алған, шуларҙы иһә аҡлаған. Аҡланғандар менән иһә Ул Үҙенең даны менән уртаҡлашты.

 

Алланың Ғайса Мәсих аша күрһәткән мөхәббәте

 

31 Быларға өҫтәп тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң? 32 Үҙ Улын йәлләмәйенсә, Уны бөтөнөбөҙ өсөн биргән Алла, Улы менән бергә башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә беҙгә бүләк итмәҫме? 33 Алла тарафынан һайлап алынғандарҙы кем ғәйепләр? Алла уларҙың ғәйепһеҙ булыуын таный бит! 34 Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара. 35 Мәсих мөхәббәтенән беҙҙе нимә айыра ала? Ҡайғымы әллә ҡыҫырыҡлауҙар, эҙәрлекләүҙәрме, аслыҡмы әллә яланғаслыҡмы, хәүефме әллә ҡылысмы? 36 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Һинең өсөн үлем ҡурҡынысы аҫтындабыҙ,
беҙҙе салырға тәғәйенләнгән һарыҡ кеүек күрәләр».
37 Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ. 38 Үлем һәм йәшәү ҙә, фәрештәләр, күренмәгән етәкселәр һәм көстәр ҙә, хәҙерге һәм киләсәктәге нәмәләр ҙә, 39 бейеклек һәм тәрәнлек тә, бар ителгән бер нәмә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша күрһәткән Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаясағына ышанам.

 

9

 

Алла һәм Уның халҡы

 

1 Мәсихтеке булғанға күрә хәҡиҡәт һөйләйем, һөйләгәндәрем ялған түгел, был турала Изге Рух аша намыҫым раҫлай. 2 Йөрәгем халҡым өсөн оло ҡайғы һәм өҙлөкһөҙ ғазап менән тулы. 3 Әгәр үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә был ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалыуҙы хуп күрер инем. 4 Улар – израилдәр, Алла уларҙы Үҙ балалары итеп һайлап алды, уларға данын асты, улар менән килешеүҙәр төҙөлдө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибе өйрәтелде, вәғәҙәләр бирелде. 5 Улар беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.
6 Әммә Алла һүҙе ғәмәлгә ашмай ҡалды тигәнде аңлатмай, сөнки Израилдәгеләрҙең бөтөнөһө лә ысын Израиль кешеһе түгел. 7 Ибраһим нәҫеленән булғандарҙың һәммәһе лә уның ысын балалары түгел. «Һинең нәҫелең Исхаҡ аша килер», – тигән бит Алла. 8 Йәғни Ибраһимдың барлыҡ балалары ла Алланыҡы тигәнде аңлатмай, Алла вәғәҙәһе буйынса тыуғандар ғына Уның балалары һанала. 9 Вәғәҙә һүҙе былай: «Бер йылдан ошо ваҡытта ҡайтырмын, ул мәлдә Сараның улы тыуған булыр». 10 Ул ғына ла түгел, Рабиға ла атабыҙ Исхаҡтан игеҙәк ир балаларға ауырлы булған. 11-12 Балалар тыумаҫ элек һәм бер ниндәй яҡшылыҡ та, яманлыҡ та ҡылырға өлгөрмәгән саҡтарында уҡ Алла Рабиғаға: «Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итәсәк», – тип белдергән. Ул бының менән Үҙенең һайлап алыу ниәте уларҙың эштәренә түгел, ә Саҡырыусыға бәйле икәнлеген күрһәткән. 13 Был турала Изге Яҙмала: «Мин Яҡубты яраттым, ә Исавтан баш тарттым», – тип әйтелгән.
14 Ни тиергә һуң? Әллә Алла ғәҙел түгелме? Улай түгел, әлбиттә! 15 Мусаға Ул: «Шәфҡәт күрһәтергә теләгәнемә шәфҡәт күрһәтермен, йәлләргә теләгәнемде йәлләрмен», – тигән. 16 Тимәк, бөтөн нәмә кеше теләгенә йәки тырышлығына түгел, ә шәфҡәт күрһәтеүсе Аллаға бәйле. 17 Изге Яҙмала Алла фирғәүенгә былай тигән: «Үҙемдең ҡөҙрәтемде һинең аша күрһәтергә һәм тотош Ер йөҙөндә исемем иғлан ителһен өсөн Мин һине батша дәрәжәһенә күтәрҙем». 18 Шулай итеп, Алла Үҙе теләгән кешегә шәфҡәт күрһәтә һәм теләгән кешеләрен тиҫкәре, Үҙ тауышына ҡарата һаңғырау итә.

 

Алланың асыуы һәм шәфҡәте

 

19 Берәйегеҙ минән: «Шулай булғас ниңә беҙҙе ғәйепләй һуң? Уның ихтыярына берәйһе ҡаршы килә аламы ни?» – тип һорар. 20 Эй һин, әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ни эшләп һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме? 21 Көршәксенең бер үк балсыҡтан бер һауытты – биҙәүестәр өсөн ҡиммәтле, ә икенсеһен сүп-сар өсөн ябай итеп яһарға хоҡуғы юҡмы ни? 22-23 Алла ла шулай уҡ эшләне түгелме һуң? Әгәр Ул Үҙенең асыуын һәм ҡөҙрәтен күрһәтергә теләп, һәләкәткә дусар ителгән «нәфрәт көршәктәре»нә ҡарата ҙур сабырлыҡ күрһәткән булһа? Быны Ул Үҙенең даны хаҡына алдан уҡ Үҙе әҙерләгән «шәфҡәт көршәктәре»нә Үҙенең данының байлығын асыу өсөн дә эшләне. 24 Әлеге «шәфҡәт көршәктәре» – беҙ, Алла беҙҙе саҡырҙы – йәһүдтәрҙе генә түгел, йәһүд булмағандарҙы ла. 25 Осия китабында Алла былай тип әйткән:
«Минең халҡым булмағанды – Үҙ халҡым,
ҡәҙерле булмағанды ҡәҙерлем тип атармын.
26 „Һеҙ Минең халҡым түгел“, – тип әйтелгән урында
улар мәңге тере Алланың балалары тип аталырҙар».
27 Ишағыяпәйғәмбәр иһә Израиль тураһында былай тип иғлан иткән:
«Израилдәрҙең һаны диңгеҙ ярындағы ҡом бөртөктәре хәтлем булһа ла,
уларҙың аҙҙары ғына ҡотолор.
28 Сөнки Раббы, ер йөҙөндә хөкөмөн тиҙ арала тамамлап,
тәүәккәл эш башҡарыр».
29 Ишағыя алдан уҡ әйткәнсә:
«Әгәр сикһеҙ Ҡөҙрәтле Раббы нәҫел ҡалдырмаһа,
беҙ Содом кеүек булыр һәм Гоморраға оҡшар инек».
30 Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу иман аша булды. 31 Израиль иһә ҡанун үтәү юлы аша аҡланыу табырға ынтылды, әммә быға өлгәшә алманы. 32 Ни өсөн? Сөнки аҡланыуҙы иман нигеҙендә түгел, ә ҡанун нигеҙендә эҙләнеләр. Шуға ла улар «ташҡа» абынды. 33 Изге Яҙмала был таш тураһында былай тип әйтелгән:
«Бына, Сионда кешеләрҙе абындырасаҡ бер таш
һәм улар абынып йығыласаҡ бер ҡая ҡуям.
Әммә Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаҫ».

 

 

10

 

Израиль өсөн доға ҡылыу

 

1 Имандаштар, мин ихлас күңелдән Израилдең ҡотолоуын теләйем һәм Аллаға доға ҡылам. 2 Улар тураһында шаһитлыҡ ҡылам: үҙҙәрен Аллаға бик тырышып бағышлаһалар ҙа, был хаҡ белемгә нигеҙләнмәгән. 3 Алланың кешеләрҙе нисек аҡлауын аңлап етмәйенсә, үҙҙәренең аҡланыу юлын урынлаштырырға ынтылып, улар Алланың аҡлау юлына буйһонманы. 4 Мәсих иһә ҡанун ҡуйған маҡсатҡа өлгәште һәм Үҙенә инанған һәр кемде хаҡ тип иғлан итте.

 

Ҡотолоу – бөтөнөһө өсөн дә

 

5 Муса ҡанунды үтәү аша килгән хаҡлыҡ тураһында былай тип яҙа: «Ҡанун талаптарын үтәүсе шул талаптар менән йәшәйәсәк». 6 Ә иман аша килгән хаҡлыҡ тураһында былай тиелә: «Күккә беҙҙең өсөн кем күтәрелер?» (йәғни Мәсихте төшөрөү өсөн) 7 Йәки: «Упҡынға беҙҙең өсөн кем төшөр? (йәғни Мәсихте үленән алып сығыу өсөн), – тип үҙ-үҙеңдән һорама». 8 Изге Яҙмала ни тип әйтелә һуң? «Алла һүҙе һинең яныңда, телеңдә һәм йөрәгеңдә». Был һүҙ – беҙ хәбәр итә торған иман һүҙе ул. 9 Әгәр Ғайсаны Раббы тип таныһаң һәм Алланың Уны үленән терелтеүенә ихлас ышанһаң, ҡотоласаҡһың. 10 Ихлас ышаныу хаҡ булыуға алып килә, ә тел ярҙамында иманды таныу ҡотолоу килтерә. 11 Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаҫ». 12 Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтөнөһө өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә. 13 «Раббыға мөрәжәғәт иткән һәр кем ҡотолор».
14 Әммә Раббыға инанмағандар Уға нисек мөрәжәғәт итер? Уның тураһында ишетмәгәндәр Уға нисек инана алыр? Уларға бер кем дә иғлан итмәгәс, нисек ишетерҙәр? 15 Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө хәбәр килтереүселәрҙең килеүе ҡайһылай күңелле!» – тип әйтелә. 16 Әммә Һөйөнөслө Хәбәрҙе бөтөнөһө лә ҡабул итмәне, Ишағыя былай ти бит: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?» 17 Шулай итеп, иман – ишетеү, йәғни Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеү аша килә. 18 Әммә мин, әллә Израиль халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр:
«Вәғәзләүселәрҙең тауышы бөтөн донъя буйлап үтте,
һәм уларҙың һүҙҙәре йыһан сиктәренә барып етте».
19 Тағы ла, Израиль халҡы быны аңламанымы ни, тип һорайым. Быға Алла һүҙҙәре менән тәүге булып Муса яуап бирә:
«Мин һеҙҙә халыҡ тип атап булмаған халыҡ аша көнсөллөк уятасаҡмын,
Минең турала белмәгән халыҡ аша асыу тыуҙырасаҡмын».
20 Ә Ишағыя Алла һүҙҙәре менән ҡыйыу рәүештә былай ти:
«Мине эҙләмәгән кешеләр Мине тапты.
Минең турала һорамағандарға Мин асылдым».
21 Израиль халҡы тураһында иһә Алла былай тип әйтә:
«Мин тыңлауһыҙ һәм үҙһүҙле халыҡҡа
көнө буйы ҡулдарымды һуҙып торҙом».

 

 

11

 

Алланың Израилгә ҡарата мәрхәмәте

 

1 Шуға ла мин, Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Мин үҙем дә Израиль кешеһе. Ибраһим нәҫеленән, Вениамин тоҡомонанмын. 2 Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡманы, Ул уларҙы алдан уҡ һайлап алды. Һеҙ Изге Яҙмала Ильяс тураһында нимә тиелгәнен белмәйһегеҙме ни? Ул, Израиль халҡына зарланып, Аллаға: 3 «Йә Раббым! Пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙеләр, ҡорбан килтереү урындарыңды емерҙеләр, мин бер үҙем ҡалдым, инде мине лә үлтерергә теләйҙәр», – тигән. 4 Уға Алла нимә тип яуап бирә һуң? «Мин ялған илаһ Ваал[3] алдында теҙләнеп, уға табынмаған ете мең кешене Үҙем өсөн һаҡлап алып ҡалдым». 5 Алла Үҙенең мәрхәмәте буйынса һайлап алған кешеләр әле лә бар, әммә улар күп түгел. 6 Әммә Алланың һайлауы Үҙенең мәрхәмәте буйынса икән, тимәк, кешеләрҙең эштәренә ҡарап түгел; юғиһә, мәрхәмәт ысын мәрхәмәт булмаҫ ине.
7 Ни тиергә һуң? Израиль халҡы маҡсатына өлгәшмәне, ә һайланған өлөшө генә өлгәште. Башҡалар иһә тиҫкәреләнеп Алла һүҙен ишетергә теләмәне. 8 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Алла уларҙы күҙҙәре булһа ла күрмәй,
ҡолаҡтары булһа ла ишетмәй торған итеп,
әлеге көнгә тиклем тәрән йоҡоға талдырҙы».
9 Дауыт та былай ти:
«Уларҙың табыны ҡорбан килтереү мәлендә
үҙҙәре өсөн йәтмәгә лә, тоҙаҡҡа ла,
абындырыусы нәмәгә лә әйләнһен һәм яза булһын.
10 Уларҙың күҙҙәре күрмәҫ өсөн томаланһын,
арҡалары ғүмер буйы бөкөрәйгән хәлдә ҡалһын».
11 Шулай итеп, һеҙҙән, Израиль халҡы абынған саҡта бөтөнләйгә йығылдымы әллә, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Тик уларҙың абыныуҙары арҡаһында бүтән халыҡтарға ҡотолоу килде, был иһә Израиль халҡында көнсөллөк уятты. 12 Әгәр уларҙың абыныуҙары донъяға, ә юғалтыуҙары бүтән халыҡтарға байлыҡ килтерә икән, Израиль халҡының Мәсихте ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәндән һуң, байлыҡ ни тиклемгә күберәк артыр!

 

Йәһүд булмағандарҙың ҡотолоуы

 

13 Йәһүд булмағандар, һеҙгә әйтәм: мин, йәһүд булмағандарҙың илсеһе булараҡ, үҙ хеҙмәтемде ихтирам итәм. 14 Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән? 15 Әгәр уларҙың кире ҡағылыуы донъяны Алла менән дуҫлашыуға килтерә икән, Алла тарафынан ҡабул ителеүҙәре нисек булыр һуң? Был бит үлеләр өсөн терелеү. 16 Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа инде, ботаҡтары ла изге. 17 Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта 18 һындырылған ботаҡтар алдында маһайма. Маһайһаң, иҫеңдә тот: һин тамырҙы түгел, ә тамыр һине тотоп тора. 19 Бәлки һин: «Ҡайһы бер ботаҡтар мине ялғап ҡуйыу өсөн һындырылды бит», – тип әйтерһең. 20 Дөрөҫ, улар иман тотмағанға күрә һындырылды, ә һин иман арҡаһында ялғанып тораһың: мороноңдо күтәрмә, киреһенсә, һаҡ бул. 21 Әгәр Алла тәбиғи ботаҡтарҙы аямаған икән, һине лә аямаҫ. 22 Шулай итеп, Алланың изгелеге лә, ҡырыҫлығы ла күҙ алдыңда. Ул иман юлынан тайпылғандарға ҡарата ҡырыҫ, ә һиңә, әгәр Алла изгелегенә өмөт бағлауыңды дауам итһәң, изгелекле булыр. Киреһенсә икән, һин дә киҫеп ташланырһың. 23 Әммә юлдан тайпылғандар ҙа, иманһыҙ булыуҙарын дауам итмәһәләр, кире ялғанырҙар. Уларҙы кире ялғарға Алланың ҡеүәте етә. 24 Әгәр һин ҡырағай зәйтүн ағасынан киҫелеп, баҡсала үҫкән зәйтүн ағасына тәбиғи булмағанса ялғанғанһың икән, ул саҡта һындырылған тәбиғи ботаҡтар үҙ ағасына яңынан бигерәк тә еңелерәк ялғаныр.

 

Алланың бөтөн халыҡтарға мәрхәмәтле булыуы

 

25 Имандаштар, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамаһын өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәнгә тиклем Израилдең бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер. 26 Шул рәүешле бөтөн Израиль ҡотҡарылыр, Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Сиондан Ҡотҡарыусы килер
һәм Яҡуб тоҡомонан иманһыҙлыҡты алыр,
27 Мин уларҙың гонаһтарын алып ташлармын
– улар менән төҙөгән килешеүем бына шул булыр».
28 Һөйөнөслө Хәбәргә килгәндә, улар һеҙҙең хаҡҡа Алланың дошмандары, әммә Алланың һайлауына килгәндә, улар ата-бабалары хаҡына Алланың ҡәҙерлеләре булып ҡала. 29 Сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай. 30 Ҡасандыр һеҙ Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ инегеҙ, ә хәҙер, Израилдең буйһонмауы арҡаһында, шәфҡәт алдығыҙ. 31 Шуның һымаҡ хәҙер улар ҙа һеҙгә күрһәтелгән шәфҡәт өсөн Аллаға буйһонмайҙар, был иһә уларға ла шәфҡәт күрһәтелһен өсөн эшләнелә. 32 Сөнки Алла барыһына ла шәфҡәт күрһәтһен өсөн, һәммәһен дә итәғәтһеҙлек тотҡоно итте.

 

Аллаға дан һүҙҙәре

 

33 Алланың байлығы, зирәклеге һәм белеме ни тиклем тәрән!
Уның ҡарарҙары аҡылға һыймаҫлыҡ һәм юлдары аңламаҫлыҡ!
34 Раббының аңына кем төшөнгән?
Уға кем кәңәшсе булған?
35 Йәки берәйһе Уның тарафынан кире ҡайтарылырға тейешле
нәмәне биргәне бармы ни?
36 Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгегә дан! Амин.

 

12

 

Ғайса Мәсихтә яңы тормош

 

1 Шулай итеп, имандаштар, Алла шәфҡәте хаҡына һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙҙе Аллаға яраҡлы тере изге ҡорбан итеп тәҡдим итегеҙ, был Аллаға һеҙҙең ихлас ғибәҙәтегеҙ булыр. 2 Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ. 3 Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ. 4 Тәнебеҙҙә ағзалар күп, бөтөн ағзалар ҙа бер үк эш башҡармаған кеүек, 5 беҙ ҙә, күп булһаҡ та, Мәсихтә бер тән тәшкил итәбеҙ, тик һәр беребеҙ айырым-айырым бер-беребеҙҙең ағзалары булып торабыҙ. 6 Алланың мәрхәмәте буйынса алған рухи һәләттәребеҙ төрлө, шулай булғас, кемгәлер пәйғәмбәрлек итеү һәләте бирелгән икән, уны ышанысы буйынса файҙаланһын. 7 Имандаштарына хеҙмәт итеү һәләте бирелһә иһә, хеҙмәт итһен, өйрәтеү һәләте бирелһә, өйрәтһен. 8 Күңел күтәреү һәләте бирелә икән, күтәрһен, үҙенекен башҡалар менән уртаҡлашһа, эскерһеҙ уртаҡлашһын; етәксе һәләтенә эйә икән, эшендә тырышлыҡ күрһәтһен, шәфҡәткә эйә булһа, шатланып шәфҡәтлек итһен.
9 Мөхәббәтегеҙ саф күңелдән булһын, яманлыҡҡа нәфрәтле, яҡшылыҡҡа тоғро булығыҙ. 10 Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ, бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ. 11 Тырышлығығыҙҙы һүлпәнәйтмәгеҙ, Изге Рух менән янып тороғоҙ, Раббыға хеҙмәт итегеҙ. 12 Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ. 13 Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ. 14 Һеҙҙе эҙәрлекләүселәргә Алланан фатиха һорағыҙ. Фатиха һорағыҙ, ҡарғамағыҙ. 15 Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ. 16 Бер-берегеҙ менән килешеп йәшәгеҙ, тәкәббер булмағыҙ, шулай уҡ ябай кешеләр менән аралашығыҙ, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамағыҙ. 17 Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ, киреһенсә, тормош рәүешегеҙ бөтөнөһө өсөн дә өлгө булып торһон. 18 Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ. 19 Ҡәҙерлеләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Үс алыу – Минең эшем. Әжерен Үҙем ҡайтарырмын, ти Раббы». 20 Киреһенсә, «дошманың ас булһа, тамағын туйҙыр, һыуһаған булһа, һыуһынын ҡандыр. Был изгелекте ҡылып, һин уны шул тиклем оялтасаҡһың, оятынан „янып үлерҙәй“ буласаҡ[4] ». 21 Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең.

 

13

 

Хакимлыҡ тураһында

 

1 Һәр кем хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһонһон, сөнки Алла урынлаштырған хакимлыҡтан башҡа хакимлыҡ юҡ. Ғәмәлдәге хакимлыҡтар Алла тарафынан урынлаштырылған. 2 Шуға күрә хакимлыҡҡа ҡаршы килеүсе Алла урынлаштырған тәртипкә ҡаршы килә. Ундайҙар иһә үҙҙәрен хөкөмгә дусар итә. 3 Етәкселәр яҡшылыҡ ҡылыусылар өсөн түгел, яманлыҡ ҡылыусылар өсөн ҡурҡыныс. Хакимлыҡтан ҡурҡмаҫҡа теләһәң, яҡшылыҡ эшлә һәм маҡтау алырһың. 4 Хакимлыҡ итеүсе һинең мәнфәғәтең өсөн Аллаға хеҙмәт итә. Әгәр яуызлыҡ ҡылаһың икән – унан ҡурҡ, юҡҡа ғына ҡылыс тағып йөрөмәй бит. Ул, Алла хеҙмәтсеһе булараҡ, яуызлыҡ ҡылыусыларҙы Алланың асыуына дусар итеп, яза бирә. 5 Шуға күрә хакимлыҡ итеүселәргә яза алыуҙан ҡурҡып ҡына түгел, ә выжданың ҡушыуы буйынса буйһонорға кәрәк. 6 Шуның өсөн һеҙ һалым түләйһегеҙ ҙә инде, сөнки улар үҙҙәрен үҙ вазифаларына бағышлап, Аллаға хеҙмәт итә. 7 Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ.

 

Бер-берегеҙгә булған бурыстарығыҙ

 

8 Бер-берегеҙгә булған мөхәббәттән башҡа бер кемгә лә бер нәмә менән дә бурыслы булмағыҙ. Икенсе кешегә ҡарата мөхәббәтҡанун талаптарын үтәй. 9 «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, башҡаныҡына нәфсеңде һуҙма» һәм башҡа төрлө әмерҙәр, бер һүҙ менән әйткәндә, «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тигәнде аңлата. 10 Мөхәббәт бүтән кешегә яуызлыҡ килтермәй, тимәк, мөхәббәт ҡанун талаптарын үтәү булып тора.
11 Ошоларҙы үтәгеҙ, сөнки ниндәй заманда йәшәүегеҙҙе беләһегеҙ, беҙгә йоҡонан уяныу сәғәте килеп тә етте. Беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда, ҡотолоу мәле хәҙер яҡыныраҡ. 12 Төн үтеп бара, көн тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәренән ситләшеп, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ. 13 Ҡоторонҡо мәжлес һәм эскелек, фәхешлек һәм аҙғынлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөккә бирелмәйенсә, үҙебеҙҙе көн яҡтылығындағы кеүек әҙәпле тотайыҡ. 14 Тормошоғоҙ менән Раббы Ғайса Мәсих идара итһен. Гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең аҙғын теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлауҙан туҡтағыҙ.

 

14

 

Имандашыңды хөкөм итмә

 

1 Иманы көсһөҙ кешене ҡабул итегеҙ, әммә фекерҙәре тураһында бәхәсләшмәгеҙ. 2 Кемдер, иманы буйынса, һәр төрлө ризыҡ хәләл тип уйлай, ә иманы көсһөҙ булғаны гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡып, йәшелсә генә ашай. 3 Бөтөн нәмәне ашаған ашамаусыға ерәнеп ҡарамаһын, ашамаған иһә ашаусыны хөкөм итмәһен, сөнки Алла уны Үҙенә ҡабул иткән. 4 Башҡа кешеләрҙең хеҙмәтсеһен хөкөм итергә һин кем? Ул баҫып торамы, йығылып ятамы, уны үҙ хужаһы ғына хәл итер. Ул иһә баҫып торасаҡ, сөнки уны баҫтырып ҡуйырға Раббының ҡөҙрәте етерлек.
5 Кемдер ҡайһылыр көндәрҙең береһен башҡаларына ҡарағанда мөһимерәк тип иҫәпләй, ә икенсе берәү һәммә көндәр ҙә бер төрлө тип һанай. Һәр кем үҙ ҡарашы буйынса эш итә. 6 Кем бер көн икенсеһенән мөһимерәк тип һанай, ул Раббы хөрмәтенә шулай тип иҫәпләй. Һәр төрлө ризыҡты ашаусы ла быны Раббы хөрмәтенә эшләй, сөнки Аллаға шөкөр итә. Ашамаған да быны Раббы хаҡына эшләй, ул да Аллаға шөкөр итә. 7 Беҙҙең беребеҙ ҙә үҙе өсөн йәшәмәй һәм беребеҙ ҙә үҙе өсөн үлмәй. 8 Йәшәйбеҙ икән – Раббы өсөн йәшәйбеҙ, үләбеҙ икән – Раббы өсөн үләбеҙ. Шуға күрә йәшәһәк тә, үлһәк тә – Раббыныҡыбыҙ. 9 Мәсих үлеләр һәм тереләр өҫтөнән Хужа булып хакимлыҡ итеү өсөн үлде һәм терелде. 10 Шулай булғас, һин ни өсөн имандашыңды хөкөм итәһең? Йәки ерәнеп ҡарайһың? Беҙ бит бөтөнөбөҙ ҙә Аллабыҙ хөкөмө алдына баҫасаҡбыҙ. 11 Изге Яҙмала былай тип әйтелгән:
«Мәңге тере булыуым хаҡ булған кеүек,
Минең алдымда һәр береһе теҙләнәсәк һәм
һәр тел Минең Алла икәнемде таныясаҡ, –
ти Раббы».
12 Шулай итеп, һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ.

 

Имандашыңды гонаһҡа ҡотортма

 

13 Шуға күрә бер-беребеҙҙе хөкөм итеүҙән туҡтайыҡ. Уның урынына әйҙәгеҙ имандаштарыбыҙҙы юлдан яҙҙырмаҫлыҡ һәм гонаһҡа ҡотортмаҫлыҡ бер нәмә лә ҡылмау тураһында ҡарар ҡылайыҡ. 14 Мин ышанам һәм бының өсөн Раббы Ғайсаға һылтана алам: бер нәмә лә үҙенән-үҙе харам түгел, ә берәйһе берәй нәмәне харам тип уйлаһа, шул нәмә уның өсөн харам була. 15 Ашаған ризығың имандашыңды борсоуға һала икән, һин яратып эш итмәйһең. Үҙ ризығың менән уға һәләкәт килтермә, Мәсих уның хаҡына ла үлде бит. 16 Алла һеҙгә биргән яҡшы нәмә хурланмаһын. 17 Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән хаҡлыҡ, именлек һәм шатлыҡтан тора. 18 Бының менән Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Алланы ҡыуандыра һәм кешеләр тарафынан хуплана. 19 Шулай булғас, именлеккә һәм иманда бер-беребеҙгә ярҙам итергә ынтылайыҡ. 20 Ризыҡ арҡаһында Алланың эшен юҡҡа сығарма. Һәр ризыҡ саф, әммә ашаған аҙығың менән берәйһен гонаһҡа ҡотортһаң, дөрөҫ булмай. 21 Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы. 22 Быға ҡарата булған фекереңде үҙең менән Алла араһында ғына һаҡлап тот. Үҙе хаҡлы тип һанаған нәмә өсөн үҙен хөкөм итерлек ғәйеп тапмаған кеше бәхетле. 23-26 Кеше берәй ризыҡты ашарға яраймы, юҡмы тип шикләнеп ашаһа, Алла хөкөм итер, сөнки ул иман буйынса эшләмәй, ә иман буйынса эшләнмәгән бөтөн нәмә – гонаһ.

 

15

 

Үҙеңде түгел, башҡаларҙы ҡайғырт

 

1 Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәреп йөрөргә тейешбеҙ. 2 Һәр беребеҙ башҡаларҙың иманын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғыртайыҡ. 3 Мәсих тә Үҙе тураһында уйламаны. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Һине яманлаусыларҙың хурлау һүҙҙәре, Аллам, Минең өҫтөмә төштө». 4 Элек Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла, улар биргән сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған. 5 Сабырлыҡ һәм йыуаныу сығанағы булған Алла һеҙгә, Ғайса Мәсих юлынан барыусыларға тейеш булғанса, бер-берегеҙ менән аңлашып йәшәү бирһен. 6 Шулай итеп, һеҙ берҙәм рәүештә, бер һүҙҙән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһын һәм Атаһын данларһығыҙ.

 

Йәһүд булмағандарға Һөйөнөслө Хәбәр

 

7 Шуға күрә, Аллаға дан булһын өсөн Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ. 8 Шуны әйтәм: ата-бабаларға бирелгән вәғәҙәләрҙе раҫлау өсөн, Алланың тоғролоғон күрһәтеү өсөн, Мәсих сөннәтлеләргә хеҙмәт итергә килде. 9 Мәсих Алланы шәфҡәтлелеге өсөн башҡа халыҡтар ҙа данлаһын өсөн килде. Изге Яҙмала яҙылғанса:
«Шуға ла Һине бүтән халыҡтар араһында данлармын,
Һинең исемеңде маҡтап йырлармын».
10 Былай тип тә әйтелгән:
«Халыҡтар, Уның халҡы менән бергә шатланығыҙ».
11 Һәм тағы ла:
«Барлыҡ милләттәр, Раббыны маҡтағыҙ,
бөтөн халыҡтар, Уны данлағыҙ».
12 Ишағыя ла былай ти:
«Иессей нәҫеленән Берәү килер
һәм халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итергә күтәрелер.
Улар Уға өмөт бағлар».
13 Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Уға инаныу аша бөтөн шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.

 

Йәһүд булмағандар араһында хеҙмәт

 

14 Имандаштарым, мин үҙем һеҙҙең изгелек менән һуғарылған булыуығыҙға, һәр төрлө белемгә эйә икәнлегегеҙгә һәм бер-берегеҙгә өгөт-нәсихәт бирә алыуығыҙға ышанам. 15 Шуға ҡарамаҫтан, имандаштар, ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында иҫегеҙгә төшөрөп ҡыйыу рәүештә яҙҙым, сөнки мин, Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт аша, 16 йәһүд булмағандар араһында Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһемен. Йәһүд булмағандар Аллаға яраҡлы, Изге Рух тарафынан изгеләндерелгән ҡорбан булһын өсөн, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, рухани хеҙмәтен башҡарам. 17 Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хеҙмәт итеүем менән ғорурлана алам. 18 Йәһүд булмағандарҙы Аллаға буйһондорорға теләп, Мәсихтең минең аша ҡылған ғәмәлдәренән башҡа нәмә тураһында һөйләргә батырсылыҡ итмәйем. Ул быларҙы минең һүҙем һәм эшем менән, 19 мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Иерусалимдан алып Иллирик яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем. 20 Башҡалар нигеҙ һалған урында ҡормаҫ өсөн, мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе Мәсихтең исеме билдәле булмаған урындарҙа вәғәзләргә тырыша инем. 21 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Уның тураһында кемгә әйтелмәгән, шулар күрерҙәр,
кем ишетмәгән, аңларҙар».
22 Шуның өсөн, күп тапҡырҙар янығыҙға барырға ниәтләп тә, хеҙмәтем арҡаһында бара алманым да инде. 23 Хәҙер иһә был төбәктәрҙә эштәремде тамамлағанға һәм оҙаҡ йылдар буйы янығыҙға барырға теләгәнгә күрә, 24 Испанияға китеп барышлай һеҙгә лә һуғылырға йыйынам. Һеҙҙең менән аралашыуҙан бер ни тиклем ләззәт алғандан һуң, миңә унда тиклем барып етергә ярҙам итерһегеҙ, тип өмөтләнәм. 25 Ә хәҙер, имандаштарға хеҙмәт итеү өсөн, Иерусалимға юлланам, 26 сөнки Македония менән Ахаиялағы берҙәмлектәр Иерусалимдағы имандаштар араһындағы ярлыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте. 27 Улар үҙҙәре шундай ҡарарға килде; һәм, ысынлап та, элекке мәжүсиҙәрҙең хәҙерге имандаш йәһүд туғандары алдында бурысы бар. Иерусалимдағы иман тотоусыларҙың рухи байлығын уртаҡлашҡанға күрә, уларға матди яҡтан ярҙам күрһәтергә тейештәр. 28 Мин, ошо эште башҡарғас һәм йыйылған аҡсаны тейешенсә тапшырғас, Испанияға юлланырмын һәм, унда барышлай, янығыҙҙа туҡталырмын. 29 Янығыҙға килгәндә, Мәсихтән тулы фатиха алып килеремде беләм.
30 Имандаштарым, беҙ бер-беребеҙгә Изге Рухтан килгән һөйөү менән бәйләнгәнбеҙ, шуға күрә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих хаҡына саҡырам: минең менән бергә көрәшеп, минең өсөн Аллаға доға ҡылығыҙ. 31 Йәһүҙиәләге иманһыҙҙарҙың миңә зыяны теймәһен һәм Иерусалимдағы имандаштар мин алып барған аҡсалата ярҙамды яҡшы ҡабул итһен өсөн доға ҡылығыҙ. 32 Шулай итеп, Алла насип итһә, мин янығыҙға ҡыуанып килермен һәм, һеҙҙең менән аралашып, көс туплай алырмын. 33 Именлек Аллаһы һеҙҙең бөтөнөгөҙ менән бергә булһын. Амин.

 

16

 

Сәләмдәр

 

1 Һеҙгә Кенхрейҙағы берҙәмлектең ярҙамсыһы ҡыҙ имандашыбыҙ Фиваны тәҡдим итәм. 2 Ул Раббыныҡы булғанға күрә, уны изгеләргә лайыҡлы булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы. 3 Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Прискилла менән Акилаға сәләм әйтегеҙ. 4 Улар минең тормошом хаҡына ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтөн берҙәмлектәре лә рәхмәтле. 5 Уларҙың йортонда йыйылыусы берҙәмлеккә лә сәләмдәремде еткерегеҙ. Асия өлкәһендә Мәсихкә беренсе булып инаныусы ҡәҙерле дуҫым Епенетҡа сәләм тапшырығыҙ. 6 Һеҙҙең өсөн күп тырышлыҡтар һалған Мәрйәмгә сәләм әйтегеҙ. 7 Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған яҡташтарым Андроник менән Юнияға сәләм тапшырығыҙ. Улар илселәр араһында мөһим урын алып тора, һәм Мәсихкә миңә тиклем үк инанғандар. 8 Раббы мине мөхәббәт ептәре менән бәйләгән ҡәҙерле дуҫым Амплийға сәләм әйтегеҙ. 9 Беҙҙең менән Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Урбанға һәм ҡәҙерле дуҫым Стахийға сәләм белдерегеҙ. 10 Мәсихкә тоғролоғо һыналған Апеллесҡа, Аристовул йортондағыларға сәләм еткерегеҙ. 11 Яҡташым Иродионға сәләм әйтегеҙ, Наркисс йортондағыларҙың Раббыға инаныусыларына сәләм күндерегеҙ. 12 Раббы хаҡына тырышып хеҙмәт итеүсе Трифен менән Трифосҡа ла сәләм. Раббы хаҡына күп тырышлыҡ һалған ҡәҙерле Персидаға сәләмдәремде әйтегеҙ. 13 Раббы тарафынан һайланған Руфты һәм уның әсәһен сәләмләгеҙ. Уның әсәһе миңә лә әсәй кеүек. 14 Асинкрит, Флегонт, Ером, Патров, Ермийға һәм улар менән булған имандаштарға сәләм әйтегеҙ. 15 Филолог менән Юлияға, Нирей менән уның һеңлеһенә, Олимпанға һәм улар менән бергә булған бөтөн изгеләргә сәләм. 16 Бер-берегеҙҙе изге үбеү менән сәләмләгеҙ. Мәсихтең бөтөн берҙәмлектәре һеҙгә сәләм тапшыра.

 

Һуңғы нәсихәттәр

 

17 Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленеш килтереп сығарыусы һәм тоғро юлдан яҙҙырыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм ундайҙарҙан ситләшегеҙ. 18 Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ҡарындарына хеҙмәт итә. Ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай. 19 Һеҙҙең Һөйөнөслө Хәбәр буйынса йәшәүегеҙ һәммәһенә лә мәғлүм. Шуға күрә мин һеҙҙең өсөн шатланам һәм яҡшылыҡҡа ҡарата зирәк, яманлыҡҡа ҡарата хәйләһеҙ булыуығыҙҙы теләйем. 20 Именлек Аллаһы Иблисте тиҙҙән аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.
21 Хеҙмәттәшем Тимофей һәм яҡташтарым Луций, Иасон менән Сосипатр һеҙгә сәләм ебәрә. 22 Ошо хатты Павел һүҙҙәренән яҙыусы мин, Тертий ҙа, һеҙҙең менән Раббы аша бәйләнгән кеше булараҡ, һеҙҙе сәләмләйем. 23-24 Мине өйөндә һәр саҡ ихлас ҡабул иткән һәм уның йортонда йыйылған имандаштарҙың барыһы өсөн дә ишеге асыҡ булған Гай һеҙҙе сәләмләй. Ҡала милке менән идара итеүсе Ераст, имандашыбыҙ Кварт һеҙгә сәләм ебәрә[5] . 25-26 Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙе иманда нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Мәсихкә иман итһен һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһен өсөн, мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде. 27 Берҙән-бер зирәк Аллаға Ғайса Мәсих аша мәңгелек дан булһын! Амин[6] .

 

 

 

1 Коринфтарға

Павелдың Коринфтағы имандаштарға яҙған беренсе хаты

 

 

1

 

Сәләмдәр һәм рәхмәттәр

 

1 Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған Павелдан һәм имандашыбыҙ Софсендан 2 Коринфтағы имандаштар берҙәмлегенә, Ғайса Мәсих аша Аллаға бағышланғандарға, Уның изгеләре булырға саҡырылғандарға һәм һәр ерҙә лә Раббыға – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә мөрәжәғәт итеүселәрҙең бөтөнөһөнә сәләм. 3 Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!
4 Һеҙҙең өсөн Аллама һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым, сөнки һеҙгә Ғайса Мәсих аша Уның мәрхәмәте бүләк ителде. 5 Шул сәбәпле Ғайса Мәсих аша һеҙ Рух тарафынан бирелгән бөтөн һүҙҙә лә, белемдә лә байынығыҙ. 6 Шуның менән һеҙҙең арағыҙҙа Мәсих хаҡындағы шаһитлығыбыҙ раҫланды. 7 Шуға күрә, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүен көткәндә, бер ниндәй ҙә рухи һәләткә мохтажлығығыҙ ҡалманы. 8 Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгән көндә ғәйебегеҙ булмаһын өсөн, Алла үҙегеҙҙе һуңғы көнгә тиклем нығытасаҡ. 9 Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән һеҙҙең арағыҙҙа аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.

 

Берҙәмлектәге бүленештәр

 

10 Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән үтенеп һорайым: барығыҙ ҙа бер һүҙҙә тороғоҙ, арағыҙҙа бүленештәр булмаһын, киреһенсә, бер рухлы һәм бер фекерле булығыҙ. 11 Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоя йортондағыларҙан белдем. 12 Арағыҙҙағы «Мин – Павелдыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кифаныҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам. 13 Мәсих бүлгеләндеме ни? Әллә Павел һеҙҙең хаҡҡа арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландымы? Бәлки, һеҙ Павел исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үткәнһегеҙҙер? 14 Аллаға шөкөр, мин арағыҙҙан Крисп менән Гайҙан башҡа береһен дә һыуға сумдырманым. 15 Шуға күрә бер кем дә: «Павел мине үҙ исеме менән сумдырҙы», – тип әйтә алмай. 16 Хәйер, уларҙан тыш мин Стефан өйөндәгеләр менән был йоланы атҡарҙым, әммә тағы берәйһен сумдырыуымды хәтерләмәйем. 17 Ғайса Мәсих мине һыуға сумдырырға түгел, ә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә ебәрҙе. Вәғәзләгәндә, Мәсих арҡысағының әһәмиәте юғалмаһын өсөн, зирәк һүҙҙәр ҡулланырға тейеш түгелмен.

 

Арҡысаҡ – Алланың ҡөҙрәте һәм зирәклеге

 

18 Арҡысаҡ тураһындағы хәбәр – һәләкәт юлынан барыусылар өсөн ахмаҡлыҡ, ә беҙгә – ҡотолоу юлынан барыусыларға – Алла ҡөҙрәте. 19 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Зирәктәрҙең зирәклеген юҡҡа сығарырмын,
аҡыллыларҙың аҡылдарын кире ҡағырмын».
20 Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъя аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни? 21 Алла Үҙенең зирәклеге буйынса билдәләгәнсә, донъя үҙ аҡылы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы эшкә һананы. 22 Йәһүдтәр мөғжизәләр талап итә, гректар зирәклек эҙләй. 23 Беҙ иһә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсихте вәғәзләйбеҙ, был – йәһүдтәр өсөн мыҫҡыллау, башҡаларға – ахмаҡлыҡ, 24 әммә Алла тарафынан саҡырып алынғандар өсөн, йәһүдме ул, грек булһынмы, Мәсих – Алла ҡөҙрәте һәм Алла зирәклеге. 25 Алланың «ахмаҡлығы» кеше аҡылынан өҫтөнөрәк, һәм Алланың «көсһөҙлөгө» кеше көсөнән ҡеүәтлерәк.
26 Имандаштар, Алла саҡырған ваҡытта һеҙ кем инегеҙ? Арағыҙҙа әҙәмсә фекер йөрөткән аҡыллылар ҙа, ҡөҙрәтлеләр ҙә, затлы нәҫелдән булғандар ҙа күп түгел ине бит. 27 Әммә Алла, аҡыллыларҙы һәм көслөләрҙе юҡҡа сығарыр өсөн, донъя самаһы буйынса ахмаҡ һәм көсһөҙ тип һаналғандарҙы һайлап алды. 28-29 Береһе лә Алла алдында маҡтанмаһын өсөн, донъяла мөһим һаналғандарҙы хур итер өсөн, Ул донъяның әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләнгәндәрен һәм кәмһетелгәндәрен һайлап алды. 30 Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәклек, Ул беҙҙең хаҡлығыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан азатлығыбыҙ. 31 Шулай итеп, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын».

 

2

 

Арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсих тураһында шаһитлыҡ

 

1 Имандаштар, Алланың серен вәғәзләү өсөн янығыҙға килгәндә, мин матур һүҙҙәр һөйләргә һәм зирәклек күрһәтергә тип уйламаным. 2 Янығыҙҙа булғанымда Ғайса Мәсихтән, өҫтәүенә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуынан башҡа бер ни ҙә белмәҫкә ҡарар иттем. 3 Һеҙгә мин көсһөҙ, баҙнатһыҙ һәм ҡурҡҡан хәлдә килдем. 4-5 Иманығыҙ әҙәм зирәклегенә түгел, ә Алла ҡөҙрәтенә нигеҙләнһен өсөн, телмәрем дә, вәғәзләүем дә кеше аҡылының ышандырырлыҡ һүҙҙәренә түгел, ә Изге Рухтың ҡөҙрәтен иҫбатлауға таянды.

 

Алла зирәклеге

 

6 Беҙ иһә зирәклекте рухи яҡтан өлгөрөп еткән иман тотоусылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара. 7 Беҙ Алланың донъя яратылғансы уҡ даныбыҙ хаҡына билдәләнгән йәшерен, серле зирәклеге тураһында вәғәзләйбеҙ. 8 Был донъялағы бер генә хаким да шул зирәклеккә төшөнмәгән. Әгәр уны аңлаһалар, шөһрәтле Раббыны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡламаҫтар ине. 9 Әммә Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Үҙен яратыусыларға Алланың нимә әҙерләгәнен
бер күҙ ҙә күрмәгән,
бер ҡолаҡ та ишетмәгән һәм был турала
әҙәм күңеленә бер уй ҙа килмәгән».
10 Беҙгә иһә быларҙы Алла Үҙенең Рухы аша асып бирҙе, сөнки Рух бөтөн нәмәне, хатта Алла тәрәнлектәрен дә тикшерә. 11 Кешенең уйҙарын уның үҙендәге рухтан башҡа кем белә? Шуның кеүек үк Алла ниәттәрен дә Алла Рухынан башҡа бер кем дә белмәй. 12 Беҙ иһә, Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен танып белеү өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ. 13 Шуға ла был турала кеше зирәклеге өйрәткән һүҙҙәр менән түгел, ә Изге Рух өйрәткән һүҙҙәр менән әйтәбеҙ. Рухи булған нәмәләрҙе Алла Рухы өйрәткән һүҙҙәр менән аңлатабыҙ. 14 Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин. 15 Алла Рухына эйә булған кеше иһә бөтөн нәмә тураһында ла фекерләй ала, әммә уның үҙе тураһында бер кем дә фекер йөрөтә алмай. 16 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Раббыға кәңәш биреү өсөн
Уның аңына кем төшөнгән?»
Беҙ иһә Мәсих аңына эйәбеҙ, шуға күрә төшөнәбеҙ.

 

3

 

Аллаға хеҙмәт итеүселәр

 

1 Имандаштар, мин һеҙгә Алла Рухына эйә булыусыларға өндәшкән кеүек һөйләй алманым, һеҙгә донъя кешеләренә, Мәсих юлындағы сабыйҙарға һөйләгән кеүек мөрәжәғәт итергә тура килде. 2 Мин тамағығыҙҙы ҡаты аҙыҡ менән түгел, ә һөт менән туйҙырҙым, ҡаты аҙыҡ менән туҡланырлыҡ түгел инегеҙ. Әле лә әҙер түгелһегеҙ, 3 сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Бер-берегеҙҙән көнләшәһегеҙ, үҙ-ара бәхәсләшәһегеҙ икән, был һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек эш итәһегеҙ түгелме һуң? 4 Әгәр берегеҙ: «Мин – Павел яҡлы», икенсегеҙ: «Мин – Аполлос яҡлы» ти икән, һеҙ был донъя кешеләре һымаҡ эш итәһегеҙ түгелме? 5 Кем ул Павел? Кем ул Аполлос? Улар фәҡәт хеҙмәтселәр генә. Раббының һәр береһенә ниндәй бурыс йөкмәтеүенә ҡарап, һеҙ улар аша иманға килдегеҙ. 6 Мин сәстем, Аполлос һыу ҡойҙо, үҫтереүен иһә Алла үҫтереп бирҙе. 7 Шулай булғас, сәсеүсе лә, һыу ҡойоусы ла түгел, ә үҫтереүсе Алла мөһим. 8 Ә сәсеүсе менән һыу ҡойоусы бер үк эш башҡара, уларҙың һәр береһе үҙ хеҙмәтенә ҡарап әжерен аласаҡ. 9 Беҙ – Алланың хеҙмәттәштәре, ә һеҙ – Алланың иген баҫыуы, Алланың ҡоролмаһы.
10 Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин зирәк төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен. 11 Һалынған нигеҙҙән башҡа төрлөнө бер кем дә һала алмай, ә ул нигеҙ – Ғайса Мәсих. 12 Берәйһе был нигеҙ өҫтөнә алтындан йә көмөштән төҙөймө, аҫылташтарҙан, ағастан, бесәндән йә һаламданмы, 13 һәр береһенең эше асыҡ күренеп торасаҡ, уны хөкөм көнө белдерәсәк. Был көн ут менән асыласаҡ, ә ут инде һәр кемдең эш сифатын һынаясаҡ. 14 Кемдең ҡоролмаһы имен ҡала, шул төҙөүсе әжерен аласаҡ. 15 Ҡоролмаһы янһа – төҙөгән кеше зыян күрәсәк. Үҙе иһә ҡотолоп ҡаласаҡ, әммә ут эсенән сыҡҡандай ҡотоласаҡ.
16 Һеҙ үҙегеҙҙең Алла йорто булыуығыҙҙы һәм һеҙҙә Алла Рухы йәшәүен белмәйһегеҙме ни? 17 Алла йортон емереүсене Алла юҡҡа сығарасаҡ, сөнки Алла йорто изге, ә ул йорт – һеҙ.
18 Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын. 19 Был донъяның аҡыллылығы – Алла алдында ахмаҡлыҡ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Алла аҡыл эйәләрен мәкерлектәрендә эләктереп ала».
20 Һәм тағы:
«Раббыға аҡыл эйәләренең уйҙары мәғлүм,
Ул уларҙың файҙаһыҙ икәнлеген белә».
21 Шулай булғас, бер кем дә кешеләр менән маҡтанмаһын, сөнки бөтөн нәмә – һеҙҙеке. 22 Павел булһынмы, Аполлос, Кифа йә донъямы, йәшәүме әллә үлемме, хәҙергеме йәиһә киләсәкме – бөтөнөһө лә һеҙҙеке. 23 Һеҙ иһә – Мәсихтеке, ә Мәсих – Алланыҡы.

 

4

 

Мәсихтең илселәре

 

1 Шулай итеп, беҙҙе һәр береһе Мәсихтең хеҙмәтселәре һәм Алланың серҙәре ышанып тапшырылған кешеләр тип һанаһын. 2 Ә бына Алла серҙәре ышанып тапшырылғандарҙың тоғро булыуы талап ителә. 3 Шулай ҙа мине һеҙҙең йәки башҡаларҙың хөкөм итеүе барыһынан да әҙерәк ҡыҙыҡһындыра, мин үҙем дә үҙемде хөкөм итмәйем. 4 Әммә, үҙемдә бер ниндәй ғәйеп күрмәһәм дә, бының менән аҡланмайым. Фәҡәт Раббы ғына минең Хөкөмдарым. 5 Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыртасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алла тарафынан маҡтау аласаҡ.
6 Имандаштар, мин ошо әйтелгәндәрҙе үҙемә һәм Аполлосҡа ҡарата һеҙҙең хаҡҡа ҡулланып, «яҙылғандан тыш аҡыл һатмаҫҡа» беҙҙең миҫалда өйрәнегеҙ, тип яҙҙым. Шулай итһәгеҙ, кемдер кемделер башҡа берәү алдында маҡтап өҫтөн ҡуймаҫ. 7 Һине кем өҫтөн итеп ҡуйҙы? Юғарынан бирелгәндән тыш, һинең үҙеңдең нимәң бар? Юғарынан бирелгән икән, ни өсөн унан алмаған һымаҡ маҡтанаһың?
8 Һеҙ, инде беҙҙең бөтөн нәмәбеҙ ҙә бар, байыныҡ, тип уйлайһығыҙ, хатта беҙҙән башҡа батшалыҡ итә башланығыҙ. Һеҙҙең ысынлап та батшалыҡ итеүегеҙҙе бик теләр инем! Ул ваҡытта беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә батша булыр инек. 9 Ә минең уйлауымса, Алла беҙҙе, Үҙенең илселәрен, үлемгә хөкөм ителгән кешеләр кеүек, аренала барған тамашаның аҙаҡҡы, тантаналы өлөшөнә ҡуйҙы. Беҙ донъя, фәрештәләр һәм кешеләр өсөн тамаша булып ҡалдыҡ. 10 Беҙ Мәсих хаҡына иҫәр, һеҙ иһә Мәсихкә иманығыҙ арҡаһында аҡыллы. Беҙ көсһөҙ, ә һеҙ – ҡеүәтле. Һеҙҙе хөрмәтләйҙәр, ә беҙҙе хурлайҙар. 11 Беҙ әлегә тиклем асығабыҙ, һыуһайбыҙ, яланғасбыҙ, туҡмалабыҙ һәм урындан урынға күсенеп йөрөргә мәжбүрбеҙ, сөнки баш осонда ҡыйығыбыҙ юҡ. 12 Үҙ ҡулдарыбыҙ менән ауыр хеҙмәт итеп көн күрәбеҙ. Беҙгә ләғнәт уҡыйҙар, ә беҙ фатиха менән яуап бирәбеҙ; беҙҙе эҙәрлекләйҙәр – беҙ түҙәбеҙ. 13 Беҙгә яла яғалар – беҙ яҡшылыҡ менән яуап бирәбеҙ. Донъя өсөн сүп-сар булып ҡалдыҡ һәм әле һаман йәмғиәттең ташландыҡ ҡыйыбыҙ.
14 Мин быларҙы һеҙҙе оялтыу өсөн яҙмайым, ни бары хаҡ юлға йүнәлтергә теләйем. Һеҙ бит минең яратҡан балаларым. 15 Бәлки, Мәсих юлында меңәрләгән өйрәтеүселәрегеҙ ҙә барҙыр, әммә атайҙарығыҙ күп түгел. Һеҙ Ғайса Мәсих аша яңынан тыуҙығыҙ һәм мин, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп, атайығыҙ булдым. 16 Шуға күрә үтенеп һорайым: минән өлгө алығыҙ. 17 Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимофейҙы ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр берҙәмлектә мин ошолар тураһында өйрәтәм.
18 Мине янығыҙға бармаҫ тип уйлап, ҡайһы берҙәрегеҙ маһайған. 19 Раббы ихтыярында булһа, оҙаҡламай һеҙгә килермен һәм әле маһайып йөрөүселәрҙең һүҙен түгел, ә ҡеүәтен һынап ҡарармын. 20 Сөнки Алла батшалығы һүҙҙә түгел, ҡеүәттә. 21 Янығыҙға нисек барыуымды теләйһегеҙ? Таяҡ менәнме, әллә мөхәббәт һәм баҫалҡылыҡ менәнме?

 

5

 

Иманлылар араһындағы фәхешлектән киҫәтеү

 

1 Дөрөҫөндә, арағыҙҙа фәхешлек, хатта мәжүсиҙәрҙә лә күҙәтелмәгән фәхешлек булыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Берәү үҙенең үгәй әсәһен ҡатыны итеп тота икән. 2 Ә һеҙ илар урынға маһайған булаһығыҙ. Ундай ҡылыҡлы кешене арағыҙҙан ҡыуырға кәрәк ине бит. 3 Мин иһә, тәнем менән булмаған хәлдә лә, күңелем менән үҙемде һеҙҙең арала тойоп, ундай эш ҡылыусыны нисек хөкөм итергә хәл иттем: 4 Раббыбыҙ Ғайса исеме хаҡына йыйылғанығыҙҙа, мин дә күңелем һәм Раббыбыҙ Ғайса ҡөҙрәте менән янығыҙҙа булам, 5 ул кешене, Раббы көнөндә рухы ҡотҡарылһын, ә тәне һәләк ителһен өсөн, Иблискә тапшырырға кәрәк.
6 Маһайырға һис урын юҡ. Аҙ ғына әсеткенең тотош ҡамырҙы әсетеүен белмәйһегеҙме ни? 7 Шулай булғас, яңы ҡамыр булыу өсөн, һеҙгә иҫке әсеткенән таҙарынырға кәрәк. Ысынында иһә һеҙ сөсө ҡамыр, сөнки Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе булған Мәсих беҙҙең хаҡҡа ҡорбан ителде. 8 Шуға күрә, иҫке – мәкерлек һәм яуызлыҡ әсеткеһенән бешерелгән икмәк менән түгел, ә сөсө – сафлыҡ һәм хәҡиҡәт икмәге менән байрам итәйек.
9 Мин хатымда «фәхеш кешеләр менән аралашмағыҙ» тип яҙғайным. 10 Ләкин донъялағы бөтөн фәхеш кешеләрҙе, шулай уҡ барлыҡ ҡомһоҙҙарҙы, алдаҡсыларҙы, ялған илаһтарға табыныусыларҙы күҙ уңында тотманым, юғиһә һеҙгә донъянан бөтөнләй үк китергә тура килер ине. 11 Үҙҙәрен имандаштарығыҙ тип атаған көйө фәхешлек, ҡомһоҙлоҡ ҡылған, ялған илаһтарға табынған, яла яҡҡан, эскесе, алдаҡсы кешеләр менән аралашмауығыҙҙы күҙ уңында тоттом, хатта ундайҙар менән бергә ултырып ашамағыҙ ҙа. 12-13 Берҙәмлектән ситтә булғандарҙы хөкөм итеү минең эшем түгел, уларҙы Алла хөкөм итер. Берҙәмлектәгеләрҙе иһә һеҙ хөкөм итергә тейеш. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Яманлыҡ ҡылыусыларҙы үҙ арағыҙҙан ҡыуығыҙ».

 

6

 

Иман тотоусылар араһындағы дәғүәләр

 

1 Арағыҙҙа берәй туғанына дәғүәһе булған кеше изгеләр алдында түгел, ә иманһыҙҙар алдында хөкөм эше ҡуҙғатырға нисек баҙнат итә ала? 2 Донъяның изгеләр хөкөмөнә ҡаласағын белмәйһегеҙме ни? Донъя һеҙҙең хөкөмгә ҡала икән, ваҡ-төйәк эштәрҙе хәл итергә ҡулығыҙҙан килмәйме ни? 3 Фәрештәләрҙе хөкөм итәсәгебеҙҙе лә белмәйһегеҙме әллә? Көнкүреш эштәрен хәл итә алмаҫһығыҙмы ни? 4 Ә һеҙ, көндәлек дәғүәләрҙе хәл итергә кәрәккәндә, берҙәмлектә һүҙенең баһаһы булмағандарҙы хөкөмдар итеп ҡуяһығыҙ. 5 Һеҙҙе намыҫландырыр өсөн әйтәм: арағыҙҙа имандаштар араһындағы бәхәстәрҙе хәл итерлек бер генә аҡыллы кеше лә юҡмы ни? 6 Имандаш менән имандаш дәғүәләшә, өҫтәүенә был иманһыҙҙар алдында эшләнә! 7 Бер-берегеҙ араһында дәғүәләр булыуы үҙе үк һеҙҙең өсөн тулыһынса еңелеү булып тора. Һеҙгә рәнйетелгән килеш ҡалыу өҫтөнөрәк түгелме? Алданған булып ҡалыу яҡшыраҡ түгелме? 8 Әммә һеҙ үҙегеҙ рәнйетәһегеҙ һәм алдайһығыҙ, имандаштарыбыҙ тип тә тормайһығыҙ. 9 Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә, 10 ҡараҡтар, ҡомһоҙҙар, эскеселәр, яла яғыусылар, алдаҡсылар ҙа – береһе лә Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ. 11 Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.

 

Тәнегеҙ – Изге Рух йорто

 

12 Һеҙ: «Миңә бөтөн нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ. Әммә бөтөн нәмә лә файҙалы түгел. «Миңә бөтөн нәмә лә рөхсәт ителә», әммә өҫтөмдән бер нәмә лә хакимлыҡ итергә тейеш түгел. 13 Һеҙ: «Ризыҡ – ашҡаҙан өсөн, ашҡаҙан – ризыҡ өсөн һәм Алла тегене лә, быны ла юҡ итәсәк», – тип әйтәһегеҙ. Эйе, әммә тән фәхешлек итергә түгел, ә Раббы өсөн, Раббы иһә тән өсөн. 14 Раббы Ғайсаны Алла үленән терелтте. Үҙенең ҡөҙрәте менән Ул беҙҙе лә терелтер. 15 Һеҙ тәнегеҙҙең Мәсих ағзаларының бер өлөшө икәнлеген белмәйһегеҙме әллә? Шулай булғас, мин Мәсихтең ағзаларын алып, уларҙы фәхишә ағзалары итә аламмы һуң? Әлбиттә, юҡ! 16 Фәхишә менән ҡушылыусының уның менән бер тән булыуын белмәйһегеҙме ни? Изге Яҙмала былай тип әйтелгән бит: «Икәү бер тән булыр». 17 Ә инде Раббы менән ҡушылыусы рухи яҡтан Уның менән бер була.
18 Фәхешлектән ҡасығыҙ. Кеше бүтән төрлө гонаһтарын тәндән ситтә ҡыла, ә фәхешлек итеүсе үҙ тәненә ҡаршы гонаһ ҡыла. 19 Һеҙҙең тәнегеҙ – Изге Рух йорто. Изге Рухты һеҙгә Алла бирҙе, һәм Ул һеҙҙә йәшәй. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙеке түгел. Быны белмәйһегеҙме ни? 20 Һеҙ ҡиммәт хаҡҡа һатып алындығыҙ. Шуға күрә тәндәрегеҙ менән Уға хөрмәт күрһәтегеҙ.

 

7

 

Никах тураһында

 

1 Миңә яҙғандарығыҙға киләйек. Һеҙ: «Ир кешегә ҡатын-ҡыҙ менән енси мөнәсәбәткә инмәү яҡшы», – тиһегеҙ. 2 Әммә фәхешлек булмаһын өсөн, һәр ирҙең үҙ ҡатыны һәм һәр ҡатындың үҙ ире булһын. 3 Ир – ҡатынына, ҡатын иренә ҡарата үҙ бурысын үтәһен. 4 Ҡатын үҙ тәненә үҙе хужа түгел, ире хужа. Шуның кеүек ир ҙә үҙ тәненә үҙе хужа түгел, ә ҡатыны хужа. 5 Икегеҙҙең дә ризалығы менән доға ҡылыуҙарға бағышланған ваҡытты һанамағанда, бер-берегеҙҙән ситләшмәгеҙ. Иблис тотанаҡһыҙлығығыҙҙан файҙаланып һеҙҙе аҙҙырмаһын өсөн, аҙаҡ тағы бергә булығыҙ. 6 Быны мин әмер итеп түгел, ә мөмкинлек биреп әйтәм. 7 Бөтөнөһөнөң дә минең кеүек булыуҙарын теләр инем. Әммә һәр кемдең Алланан бирелгән һәләте бар: береһенең бер төрлө, икенсеһенең икенсе төрлө.
8 Никахта тормағандарға һәм тол ҡатындарға шуны әйтәм: уларға минең кеүек яңғыҙ йәшәү яҡшыраҡ булыр. 9 Әммә тыйыла алмаһалар, тормош ҡорһондар, сөнки енси дәрт менән янып йөрөүгә ҡарағанда никахҡа инеү яҡшыраҡ.
10 Өйләнешкәндәргә мин түгел, Раббы әмер бирә: ҡатын иренән айырылмаһын. 11 Әгәр айырыла икән, ирһеҙ торһон, йәки үҙ ире менән яңынан килешһен. Ир ҙә үҙ ҡатынын ташламаһын.
12 Башҡаларға Раббы түгел, мин әйтәм: әгәр берәй имандашыңдың ҡатыны иманһыҙ булып, ҡатын уның менән йәшәргә риза икән, иманлы ир уны ташламаҫҡа тейеш. 13 Берәй ҡатындың ире иманһыҙ булып, әммә ир уның менән йәшәргә риза булһа, ҡатын уны ташламаҫҡа тейеш. 14 Сөнки иманһыҙ ирҙең иманлы ҡатын аша һәм иманһыҙ ҡатындың иманлы ир аша изгелеккә ҡатнашы бар, юҡһа балаларығыҙ саф булмаҫ ине, ә хәҙер был изгелеккә уларҙың да ҡатнашы бар. 15 Иманы булмаған айырылырға теләй икән, айырылһын. Бындай осраҡта иманлы ир йәки ҡатын-ҡыҙ иман тотмаусы менән бәйләнмәгән. Алла беҙҙе именлектә йәшәргә саҡырҙы. 16 Ҡатын кеше, ҡайҙан беләһең, бәлки, иреңде ҡотҡарыуға килтерерһең? Йәки һин, ир кеше, бәлки, ҡатыныңды ҡотҡара алырһың?

 

Элекке хәлеңдә ҡал

 

17 Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтөн берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай. 18 Берәйһен Алла сөннәтле килеш саҡырған икән, ул кеше сөннәт эҙен юҡ итмәһен. Сөннәтһеҙ килеш саҡырылһа, шул көйө ҡалһын. 19 Сөннәтле йәки сөннәтһеҙ булыуҙың әллә ни әһәмиәте юҡ, Алла әмерҙәрен үтәү генә мөһим. 20 Аллаға кем ниндәй хәлдә саҡырылған, шундай булып ҡалһын. 21 Ҡол итеп саҡырылһаң, борсолма. Ә инде ирекле булыу мөмкинлеге килеп сыҡһа, ул мөмкинлектән файҙаланыу яҡшыраҡ. 22 Раббы тарафынан саҡырылған ҡол – Раббының ирекле кешеһе. Шулай уҡ, ирекле хәлдә саҡырылған – Мәсихтең ҡоло. 23 Һеҙҙең өсөн ҡиммәт хаҡ түләнде. Шуның өсөн кешеләрҙең ҡоло булмағыҙ. 24 Имандаштар, Аллаға ниндәй хәлдә саҡырылған булһағыҙ, Уның алдында шундай булып ҡалығыҙ.

 

Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға кәңәш

 

25 Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға ҡарата Раббы тарафынан бирелгән әмерем юҡ, фәҡәт шәхси фекеремде әйтәм. Ә миңә, Раббының мәрхәмәте менән, ышанырға мөмкин, тип уйлайым. 26 Хәҙерге ауыр заманды иҫтә тотоп, кешенең өйләнмәгән хәлдә ҡалыуын яҡшы тип иҫәпләйем. 27 Һин ҡатының менән йәрәшеп ҡушылдыңмы? Улай булғас айырылыу тураһында уйлама. Ҡатынһыҙ ҡалдыңмы? Ҡатын эҙләмә. 28 Шулай ҙа өйләнһәң дә гонаһ түгел. Ҡыҙ кеше лә, кейәүгә сыҡһа, гонаһ ҡылмаҫ. Әммә ундайҙарҙың был тормошо мәшәҡәтле булыр. Мин һеҙҙе бынан ҡурсаларға теләйем.
29 Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: ваҡыт аҙ ҡалды, шулай булғас, бынан ары ҡатынлылар ҡатынһыҙ кеүек, 30 илағандар иламаусылар, бәхетлеләр бәхетһеҙҙәр, һатып алыусылар алынғанды үҙҙәрендә тотмаусылар, 31 был донъя менән файҙаланғандар файҙаланмаусылар кеүек булһындар. Сөнки был донъя хәҙерге күренмешендә кире ҡайтмаҫҡа үтеп бара.
32 Ә мин һеҙҙең артыҡ мәшәҡәттәрһеҙ йәшәүегеҙҙе теләйем. Өйләнмәгән әҙәм, Раббыға ярарға тырышып, Уның эштәре хаҡында хәстәрлек күрә. 33 Ә өйләнгәне иһә, ҡатынына ярарға тырышып, донъяуи эштәрҙе ҡайғырта 34 һәм икегә өҙгөләнә. Ирһеҙ ҡатын йәки кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ, тәне менән дә, йәне менән дә изге булыу өсөн, Раббы эштәре тураһында хәстәрлек күрә. Ә кейәүгә сыҡҡан ҡатын, иренә ярарға тырышып, донъяуи мәшәҡәттәр тураһында хәстәрләй. 35 Мин быны һеҙҙе тышаулау өсөн түгел, ә хаҡ эшләүегеҙҙе һәм, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәйенсә, Раббыға туҡтауһыҙ хеҙмәт итеп йәшәүегеҙҙе теләп, һеҙҙең файҙаға әйтәм.
36 Әгәр берәйһе йәрәшелгән ҡыҙына өйләнмәй, уға ҡарата килешһеҙ эш ҡылдым тип һанаһа, әммә уның теләге артыҡ көслө булһа һәм өйләнергә кәрәк тип тапһа, үҙе теләгәнсә эшләһен – гонаһ түгел, ундайҙар өйләнешһен. 37 Ә инде берәйһе күңелендә өйләнмәҫкә ныҡлы ҡарар ҡылып, бер ниндәй мохтажлығы булмайынса, үҙ теләген буйһондороп никахтан баш тарта икән, яҡшы эшләй. 38 Шулай итеп, йәрәшелгән кәләшенә өйләнеүсе яҡшы эшләһә, кәләшенә өйләнмәүсе тағы ла яҡшыраҡ эшләй.
39 Ире иҫән саҡта ҡатын уға бәйле. Ире үлә икән, теләгәненә кейәүгә сығырға ирекле, әммә Раббыға инаныусыға ғына. 40 Кейәүгә сыҡмаһа, ул бәхетлерәк – был минең фекерем. Ә мин үҙемдә Алла Рухы бар тип уйлайым.

 

8

 

Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡ тураһында

 

1 Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтөнөбөҙҙөң дә белемебеҙ бар», тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта. 2 Берәйһе нимәнелер беләм тип уйлай икән, ул тейешле кимәлдә бер ни ҙә белмәй әле. 3 Алланы яратыусы иһә Алла тарафынан таныла.
4 Шулай итеп, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ит менән туҡланыуға килгәндә, беҙ шуны беләбеҙ: донъяла ялған илаһтар бер әһәмиәткә лә эйә түгел һәм берҙән-бер Алланан башҡа бер ниндәй илаһ та юҡ. 5 Ерҙә йәки күктә илаһ тип аталғандар булған хәлдә лә (ә ундай «илаһтар» ҙа, «хужалар» ҙа ысынлап күп), 6 Аллабыҙ берәү генә – беҙҙең Атабыҙ. Бөтөн нәмә – Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү – Ғайса Мәсих, бөтөн нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ.
7 Ҡайһы берәүҙәр әле һаман ялған илаһтар тураһындағы элекке ҡараштарзан баш тартмай. Ялған илаһтарға килтерелгән ҡорбан итен ашап, улар шуның менән илаһтарҙы таныйбыҙ тип уйлай, шуның менән көсһөҙ выждандары бысрана. 8 Ризыҡ беҙҙе Аллаға яҡынайтмай. Ашау менән бер нәмәгә лә өлгәшмәйбеҙ, ашамау менән дә бер нәмә лә юғалтмайбыҙ.
9 Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең азат булыуығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын. 10 Әгәр берәйһе һинең, аҡылы булған кешенең, ялған илаһ йортонда ашап ултырыуыңды күреп ҡалһа, выжданы көсһөҙ булғанлыҡтан, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән итте ашарға ярай, тип ҡыҙыҡмаҫмы? 11 Ул саҡта һинең белемең выжданы көсһөҙ булған имандашыңды һәләк итер, Мәсих уның өсөн дә үлде бит. 12 Һеҙ имандаштарығыҙға ҡарата ошо рәүешле гонаһ ҡылыуығыҙ һәм уларҙың көсһөҙ выжданын яралауығыҙ менән Мәсихкә ҡарата ла гонаһ ҡылаһығыҙ. 13 Бына шуға күрә, мин ашаған ризыҡ имандашымды гонаһҡа төшөрөүгә сәбәпсе булһа, уны гонаһҡа этәрмәҫ өсөн ғүмерем буйына ит ашамам.

 

9

 

Илсенең хоҡуҡтары һәм бурыстары

 

1 Мин ирекле түгелме ни? Әллә илсе түгелменме? Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте күрмәнемме йә һеҙҙең Мәсихтеке булыуығыҙ минең хеҙмәтемдең емеше түгелме? 2 Башҡалар өсөн, бәлки, илсе түгелмендер, әммә һеҙҙең өсөн – илсемен, сөнки Раббыныҡы булыуығыҙ илселегемде дәлилләп тора.
3 Мине ғәйепләүселәргә үҙемде яҡлап шулай тип яуап бирәм: 4 илселәр булып, ризыҡ һәм эсемлек алырға хаҡыбыҙ юҡмы әллә? 5 Йә башҡа илселәр – Раббының ҡустылары һәм Кифа кеүек, имандаштарыбыҙ араһынан ҡатын алып, уларҙы үҙебеҙ менән йөрөтөргә хаҡыбыҙ юҡмы? 6 Йәиһә Варнава менән мин генә йәшәү өсөн эшләргә тейешбеҙме?
7 Ҡайһы ғәскәриҙең ҡасан да булһа үҙ иҫәбенә хеҙмәт иткәне бар? Ниндәй баҡсасы үҙе ултыртҡан йөҙөм емештәрен ашамай? Ҡайһы көтөүсе үҙенең көтөүенән һөт эсмәй? 8 Мин быларҙы әҙәмсә фекерләп һөйләйемме? Алла тарафынан Муса аша бирелгән ҡанун да ошо хаҡта әйтә түгелме һуң? 9 Унда былай тип яҙылған бит: «Иген һуғыусы үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма». Алла үгеҙҙәр хаҡында ғына хәстәрлек күрәме ни? 10 Әллә ул һүҙҙәр беҙҙең өсөн дә әйтелгәнме? Әлбиттә, был беҙҙең өсөн яҙылған, сөнки һөрөүсе уңыштан үҙенә лә өлөш сығыр тигән өмөт менән һөрөргә, ашлыҡ һуғыусы ла шундай уҡ өмөт менән һуғырға тейеш. 11 Беҙ күңелдәрегеҙҙә рухи орлоҡ сәскәнбеҙ икән, матди уңыш алырға өмөтләнеп, һеҙҙән күпте талап итәбеҙме ни? 12 Башҡаларҙың һеҙҙән ярҙам алырға хоҡуғы булғанда, беҙҙеке күберәк түгелме һуң? Әммә беҙ был хоҡуҡтан файҙаланманыҡ, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуға ҡамасауламаҫ өсөн, барыһына ла түҙәбеҙ. 13 Алла Йортонда хеҙмәт итеүселәрҙең шул Йорттан туҡланыуҙарын белмәйһегеҙме әллә? Ҡорбан килтереү урынында хеҙмәт иткәндәр ҙә шундағы ҡорбандан өлөш ала, быны ла белмәйһегеҙме? 14 Шуның һымаҡ, Раббы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәргә шул хеҙмәт иҫәбенә йәшәргә ҡушҡан.
15 Әммә мин ул хоҡуҡтарҙың береһен дә файҙаланманым. Был һүҙҙәрҙе лә һеҙҙән ярҙам көткән өсөн яҙмайым. Киреһенсә, мин хатта үлергә лә әҙер! Бының менән маҡтаныу хоҡуғынан мине бер кем дә мәхрүм итә алмай. 16 Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләйем икән, маҡтанырға бер сәбәбем дә юҡ, сөнки был минең өсөн мотлаҡ булған вазифа. Әгәр вәғәзләүҙән туҡтаһам, ҡайғы миңә! 17 Үҙ белдегем менән вәғәзләһәм, әжере булыр ине. Әммә мин үҙ белдегем менән башҡармайым, ә ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем. 18 Әжерем ниҙә һуң? Ул шунан ғибәрәт: мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәндә, үҙ хоҡуҡтарымды бөтөнләй файҙаланмайым, был хеҙмәтте бушлай атҡарам.
19 Бар нәмәнән азат булһам да, мөмкин тиклем күберәк кешене Мәсихкә килтереү өсөн, үҙемде бөтөнөһөнә ҡол иттем. 20 Йәһүдтәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, уларға йәһүд кеүек булдым, ҡанунға буйһонғандарҙы Аллаға килтереү өсөн, үҙем ҡанун аҫтында булмаһам да, улар янында ҡанунға буйһоноусы кеүек булдым, 21 ҡанунға ят булғандарҙы Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында ҡанунды белмәүсе кеүек булдым. Әлбиттә, был Алла алдында ҡанунһыҙ йәшәйем тигәнде аңлатмай, киреһенсә, мин Мәсих ҡанунына буйһонам. 22 Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем. 23 Һөйөнөслө Хәбәрҙең фатихаларын уртаҡлашыу өсөн, быларҙың һәммәһен дә Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына башҡарам.
24 Ярыш майҙанында бөтөнөһө йүгерһә лә, берәүҙең генә бүләк алғанын белмәйһегеҙме ни? Шулай булғас, бүләк алыу өсөн йүгерегеҙ. 25 Ярышыусыларҙың бөтөнөһө лә ныҡлап шөғөлләнә. Улар быны һулый торған таж алыу өсөн эшләһә, беҙ ынтылған таж иһә бер ҡасан да һулымай торған. 26 Шуға күрә лә мин маҡсатһыҙ йүгергән кеше кеүек йүгермәйем, һауаға һуғыусы кеүек тә киҙәнмәйем. 27 Башҡаларға Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп тә уны тотмаусы булып ҡалмаҫ өсөн, тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам.

 

10

 

Ялған илаһтарға табыныуҙан киҫәтеү

 

1 Имандаштар, атай-олатайҙарығыҙ менән булып уҙған хәлдәрҙе иҫегеҙгә төшөрөүегеҙҙе теләйем. Уларҙың бөтөнөһө лә болот аҫтында булған һәм Ҡыҙыл диңгеҙе аша үткән. 2 Бөтөнөһө лә болот аҫтында булып диңгеҙ аша үткәнлектән, һыуға сумдырылғандай, Мусаның эйәрсендәре булып киткәндәр, 3 һәммәһе лә бер үк рухи ризыҡ менән туҡланған 4 һәм бөтөнөһө лә бер үк рухи эсемлекте эскән. Улар бит үҙҙәренең артынан килгән рухи ҡаянан эскән, ә был ҡая – Мәсих. 5 Әммә уларҙың күбеһе Аллаға ҡыуаныс килтермәгән һәм сүллекте үҙҙәренең тәне менән ҡаплаған.
6 Улар менән булған хәлдәр – беҙҙең өсөн иҫкәртеү: беҙ, уларҙан айырмалы рәүештә, яуызлыҡҡа һәүәҫ булырға тейеш түгелбеҙ. 7 Шулай уҡ, ҡайһы берҙәре кеүек, ялған илаһтарға табынмағыҙ. Улар хаҡында Изге Яҙмала: «Халыҡ ашарға һәм эсергә ултырҙы ла, торғас ялған илаһтар алдында ҡотороп күңел асырға тотондо», – тип әйтелгән. 8 Бәғзе берәүҙәр кеүек фәхешлек итмәйек – бер көн эсендә уларҙың егерме өс меңе һәләк булды. 9 Һәм ҡайһы берәүҙәр кеүек Мәсихте һынамайыҡ – улар йылан сағыуынан үлде. 10 Зарланмағыҙ, уларҙың бәғзеләре зарланып, Үлем фәрештәһе тарафынан ҡырылды.
11 Был хәлдәрҙең барыһы ла башҡаларға һабаҡ булһын өсөн эшләнгән, һәм беҙҙе, ахырызаман яҡынлашҡан саҡта йәшәгәндәрҙе, иҫкәртеп яҙылған. 12 Шуның өсөн, аяғымда ныҡ баҫып торам тип уйлаған һәр кем, йығылмаҫ өсөн, һаҡ булһын. 13 Һеҙ әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусарһығыҙ. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро, һәм Ул артабан да көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙы йырып сыға алыуығыҙ өсөн, уны үтеү юлын да күрһәтәсәк.
14 Шуға күрә, ҡәҙерлеләрем, ялған илаһтарға табыныуҙан ҡасығыҙ. 15 Мин һеҙгә аҡыллы кешеләргә әйткән кеүек өндәшәм, һүҙҙәрем тураһында үҙегеҙ уйлағыҙ. 16 Раббы кисәһендә беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр кәсәһенән эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтөнөбөҙҙөң дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни? 17 Икмәк берәү, һәм беҙ, күмәк булһаҡ та, бер тәнде тәшкил итәбеҙ, сөнки бер икмәкте уртаҡлашабыҙ.
18 Израиль халҡына ҡарағыҙ: ҡорбан итен ашаусылар ҡорбан килтереүҙә уртаҡ ҡатнашыусылар булып тормаймы ни? 19 Бының менән нимә әйтергә теләйем? Ялған илаһтарға килтерелгән ҡорбан берәй әһәмиәткә эйә типме, әллә илаһ үҙе берәй мәғәнәгә эйә типме? 20 Әлбиттә, юҡ. Әммә мәжүсиҙәр Аллаға түгел, ендәргә ҡорбан килтерә. Ә мин һеҙҙең ендәр менән аралашыуығыҙҙы теләмәйем. 21 Раббы кәсәһенән дә, ен кәсәһенән дә бер юлы эсә алмайһығыҙ. Раббының да, ендең дә табынында бер юлы ҡатнашыу мөмкин түгел. 22 Раббыны көнләштерергә баҙнатыбыҙ етәме ни? Әллә беҙ Унан да ҡөҙрәтлерәкме?
23 Һеҙ: «Бөтөн нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ, әммә барыһы ла файҙалы түгел. «Бөтөн нәмә рөхсәт ителә», әммә барыһы ла берҙәмлеккә хеҙмәт итмәй. 24 Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен.
25 Ит баҙарында һатылған нәмәләрҙе тыныс күңел менән ашағыҙ, уның ҡайҙан алыныуы тураһында һорашмағыҙ. 26 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Ер һәм ерҙәге бөтөн нәмә лә Раббыныҡы».
27 Әгәр иманһыҙҙарҙың береһе һеҙҙе үҙенә саҡырһа һәм һеҙ унда барырға теләһәгеҙ, тәҡдим ителгән барлыҡ ризыҡты тыныс күңел менән ашағыҙ, уның ҡайҙан алыныуы тураһында һорашмағыҙ. 28 Әгәр инде берәйһе: «Был ялған илаһҡа килтерелгән ҡорбан», – тиһә, шул хәбәрҙе әйтеүсе өсөн һәм выждан хаҡына ашамағыҙ. 29 Выждан тигәндән, һеҙҙең выжданығыҙҙы түгел, ә шул кешенекен күҙ уңында тотам. Ни өсөн әле азатлығым башҡа берәүҙең выжданы менән сикләнергә тейеш? 30 Әгәр ризыҡты рәхмәт доғаһы ҡылып ҡабул итәм икән, ни өсөн мине был ризыҡ өсөн шелтәләргә? 31 Шулай итеп, ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме – бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ. 32 Йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла, Алла берҙәмлегенә лә ҡаршылыҡ булып тормағыҙ. 33 Мин дә үҙ файҙама түгел, ә күптәрҙең файҙаһы хаҡында хәстәрлек күрәм, бар нәмәлә уларға ярарға тырышам, сөнки уларҙың ҡотолоуын теләйем.

 

 

11

 

1 Мин Мәсихтән өлгө алған кеүек, һеҙ ҙә минән өлгө алығыҙ.

 

Башҡа ябыныу тураһында

 

2 Һәр нәмәлә мине иҫегеҙҙән сығармауығыҙ һәм мин өйрәткән нәмәләрҙе теүәл тотоуығыҙ өсөн һеҙҙе маҡтайым. 3 Әммә мин һәр ирҙең Башы – Мәсих, ҡатындың башы – ир, ә Мәсихтең Башы Алла икәнлеген белеүегеҙҙе теләйем. 4 Бергәләп доға ҡылырға йыйылғанда башын нимә менәндер ҡаплап доға ҡылған йәки пәйғәмбәрлек иткән һәр ир үҙенең башын оятлы итә. 5 Ә башын ҡапламайынса доға ҡылған йәки пәйғәмбәрлек иткән ҡатын үҙенең башын оятлы итә, сөнки был хәл ҡатындың сәсе ҡырылыуға бәрәбәр. 6 Ҡатын башына ябынырға теләмәй икән, сәсен ҡырҡтырып ташлаһын, ә инде сәсенең алыныуын йәки ҡырылыуын оят һанаһа, ул саҡта башына ябынһын. 7 Шулай итеп, ир кеше Алла һыны һәм Алла данының сағылышы булғанға күрә, башына кейергә тейеш түгел. Ә ҡатында ирҙең даны сағыла, 8 сөнки ир ҡатындан түгел, ә ҡатын ирҙән ҡылынған, 9 һәм ир ҡатын өсөн түгел, ә ҡатын ир өсөн яратылған. 10 Шуға күрә, фәрештәләр ҙә белеп торһон өсөн, ҡатын кеше башына ябынырға тейеш. Был хакимлыҡ аҫтында булыуын күрһәтә. 11 Хәйер, Раббыла ир ҡатынға, ҡатын иргә бәйле. 12 Ҡатын ирҙән ҡылынһа ла, ир ҡатындан тыуа, һәм икеһе лә бар нәмәне яратҡан Алланан килә. 13 Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ғибәҙәт мәлендә ҡатын кешегә башына ябынмайынса Аллаға доға ҡылыу килешерме? 14 Ир кешенең оҙон сәс йөрөтөүе уның өсөн хурлыҡ икәнлеген тәбиғәт үҙе өйрәтә түгелме һуң? 15 Ҡатын кешенең сәсе оҙон булһа, был уның өсөн дан түгелме ни? Сәс уға япма рәүешендә бирелгән дә баһа. 16 Кемдер был хаҡта бәхәсләшергә теләһә, белһен: беҙҙә лә, Алла берҙәмлектәренең башҡаларында ла икенсе төрлө ғәҙәт юҡ.

 

Раббыны иҫкә алыу

 

17 Артабанғы күрһәтмәләремә күсәм. Һеҙҙе йыйылыштарҙағы ҡылыҡтарығыҙ өсөн маҡтай алмайым: уларҙың файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк. 18 Беренсенән, берҙәмлектәге йыйылыштарҙа айырым төркөмдәргә бүленеүегеҙ тураһында ишетеп торам, һәм быға мин ниндәйҙер дәрәжәлә ышанам. 19 Әлбиттә, һынауҙы кемегеҙҙең үтә алыуы асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың булыуы ла кәрәк. 20 Әммә һеҙ бергә йыйылһағыҙ ҙа, был Раббының ашын уртаҡлашыу тигән һүҙ түгел бит. 21 Һәр берегеҙ үҙ ризығын башҡаларҙан алда ашап ҡуйырға ашыға, шуға ла берәүҙәр ас ҡала, икенселәре иһә ашап-эсеп иҫерә. 22 Һеҙҙең нимә, ашап-эсергә өйөгөҙ юҡмы ни? Әллә һеҙ Алла берҙәмлеген һанға һуҡмайһығыҙ һәм мохтаж булғандарҙы кәмһетәһегеҙме? Һеҙгә ни тип әйтергә? Маҡтарғамы? Юҡ, бының өсөн һеҙҙе маҡтамайым.
23 Һеҙгә биргән өйрәтеүҙәремде мин Раббынан алдым. Раббы Ғайса хыянат ителә торған төндә ҡулына икмәк алып 24 шөкөр итте лә, уны һындырып былай тине: «Был – һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ». 25 Шулай уҡ, киске аштан һуң кәсә алды ла былай тине: «Был кәсә – ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. Уны эскән һайын Минең иҫтәлегемә эсегеҙ». 26 Ошоноң менән был икмәкте ашаған һәм был кәсәнән эскән һайын һеҙ Раббы килгәнгә тиклем Уның үлемен иғлан итәһегеҙ.
27 Шулай итеп, кемдер лайыҡһыҙ рәүештә Раббының икмәген ашаһа һәм Уның кәсәһенән эсһә, Раббының тәне һәм ҡанына ҡарата ғәйепле буласаҡ. 28 Шуға ла икмәкте ашар һәм кәсәнән эсер алдынан кеше үҙен һынап ҡарарға тейеш. 29 Раббы тәненә әһәмиәт бирмәйенсә ашаған һәм эскән кеше шул ашап-эсеүе менән үҙен хөкөмгә дусар итә. 30 Шуның өсөн дә күбегеҙ хәлһеҙ һәм ауырыу, вафат булғандар ҙа аҙ түгел. 31 Әгәр беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ һынаһаҡ инде, хөкөмгә дусар булмаҫ инек. 32 Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә.
33 Шуға күрә, имандаштарым, Раббы ашына йыйылған саҡта бер-берегеҙҙе көтөгөҙ. 34 Йыйылыуығыҙ Алла тарафынан хөкөм ителмәһен өсөн, ас кеше өйөндә ашаһын. Башҡа күрһәтмәләрҙе янығыҙға барғас бирермен.

 

12

 

Изге Рухтан бирелгән һәләттәр

 

1 Изге Рух тарафынан бирелгән һәләттәргә килгәндә иһә, имандаштар, улар тураһындағы күҙаллауҙарығыҙҙың аныҡ булыуын теләйем. 2 Хәтерегеҙҙәлер, Мәсихкә ышанмаған сағығыҙҙа, һеҙҙе нимәлер телһеҙ ялған илаһтарға этәрҙе. 3 Шуның өсөн һеҙгә әйтәм: Алла Рухы менән һөйләүсе бер кем дә «Ғайсаға ләғнәт төшһөн!» тимәй, һәм үҙендә Изге Рух булмаһа, «Ғайса – Раббы» тип әйтә алмай.
4 Изге Рух биргән һәләттәр төрлө, әммә Рух бер үк. 5 Хеҙмәт итеүҙең төрҙәре күп, әммә бөтөнөбөҙ ҙә хеҙмәт иткән Раббы бер үк. 6 Ғәмәлдәр төрлө, әммә уларҙың һәммәһе лә беҙҙә бер үк Алла аша эш итә. 7 Ләкин Рухтың һәр береһендә уртаҡ файҙаға эш итеүе күренә. 8 Берәүгә Рух аша аҡыл һүҙе, икенсеһенә Уның аша белем һүҙе бирелә. 9 Башҡа берәүгә шул уҡ Рух тарафынан махсус иман бирелә, икенсеһенә дауалап-һауыҡтырыу һәләте бүләк ителә. 10 Берәүгә мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте[1] , кемеһенәлер иһә был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә. 11 Быларҙың барыһын да һәр кемгә һәләтте Үҙе теләгәнсә бүлеп биргән бер үк Рух башҡара.

 

Тән берәү, ағзалар күп

 

12 Мәсих – күп ағзаларға эйә булған тән кеүек; тән күп ағзаларҙан торһа ла, бер бөтөндө тәшкил итә. 13 Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.
14 Тән иһә бер ағзанан түгел, күп ағзаларҙан тора. 15 Әгәр аяҡ: «Мин, ҡул булмағанлыҡтан, тәндеке түгел», – тиһә, шуның өсөн генә тәндең бер ағзаһы булыуҙан туҡтармы? 16 Йәиһә ҡолаҡ: «Мин, күҙ булмағанлыҡтан, тәндеке түгел», – тиеү менән генә тән ағзаһы булып тормаҫмы? 17 Әгәр бөтөн тән тик күҙҙән генә торһа, нисек ишетә алыр ине? Тотош ҡолаҡтан ғына торһа ла, еҫ һиҙеү тойғоһо ҡайҙан булыр ине? 18 Әммә Алла тәндә ағзаларҙың һәр береһен Үҙе теләгәнсә урынлаштырған. 19 Әгәр бөтөнөһө бер ағза булһа, тән ҡайҙа булыр ине һуң? 20 Һәм бына һөҙөмтәлә ағзалар күп, әммә тән бер генә.
21 Күҙ ҡулға: «Һин миңә кәрәк түгел», – тип, йәки баш аяҡтарға: «Һеҙ миңә кәрәк түгел», – тип әйтә алмай. 22 Киреһенсә, тәндең хәлһеҙерәк күренгән ағзаһы нығыраҡ кәрәк. 23 Беҙ тән өлөшөнөң әллә ни күркәм түгел тип һанаған урындарын нығыраҡ хәстәрләп кейендерәбеҙ. Ә килешһеҙ һаналған өлөштәрен ентекләп йәшерәбеҙ. 24-25 Килешле ағзаларыбыҙҙың иһә быға ихтыяжы юҡ. Әммә, тәндә айырмалыҡ булмаһын һәм бөтөн ағзалар бер-береһе тураһында бер үк кимәлдә хәстәрлек күрһен өсөн, тәндә етешмәгән ағзаларға күберәк хөрмәт күрһәтеп, Алла ағзаларҙы үҙ-ара шулай тоташтырҙы. 26 Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе хөрмәтләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана.
27 Һеҙ – Мәсихтең тәне, ә айырым-айырым – шул уҡ тәндең ағзалары. 28 Алла Үҙ берҙәмлегендә тәүгеләрҙе – илселәр, икенселәрҙе – пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөләрҙе өйрәтеүселәр итеп ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән. 29 Бөтөнөһө лә илселәрме? Бөтөнөһө лә пәйғәмбәрҙәрме? Бөтөнөһө лә өйрәтеүселәрме? Бөтөнөһө лә мөғжизә тыуҙырыусылармы? 30 Барыһының да дауалап-һауыҡтырыу һәләте бармы? Һәммәһе лә бүтән төрлө телдәрҙә һөйләшәме? Барыһы ла был телдәрҙе аңлата аламы? 31 Юғарыраҡ һәләттәргә ынтылығыҙ. Хәҙер мин һеҙгә иң яҡшы юлды күрһәтәм.

 

13

 

Ысын мөхәббәт

 

1 Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәрендә һөйләшеп тә, мөхәббәтем юҡ икән, ул саҡта мин – ни бары баҡыр һауыт зыңлауы йәки яңғырап торған тәрилкәләр сыңы. 2 Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел. 3 Бөтөн мөлкәтемде ярлыларға өләшеп, маҡтаныу өсөн тәнемде үлемгә тапшырһам да[2] , мөхәббәтем юҡ икән, миңә бынан бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.
4 Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй, маһаймай, һауаланмай. 5 Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй, ярһымай, яуызлыҡ тотмай. 6 Мөхәббәт ғәҙелһеҙлеккә һөйөнмәй, хәҡиҡәткә шатлана. 7 Ул бөтөнөһөнә лә түҙә, бөтөн нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә.
8 Пәйғәмбәрлек итеүҙәр туҡтар, бүтән төрлө телдәр тыныр, белем юҡҡа сығыр, әммә мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ. 9 Беҙҙең белемебеҙ ҙә, пәйғәмбәрлек итеүебеҙ ҙә өлөшләтә генә. 10 Камиллыҡ килеү менән был өлөшләтә булған нәмәләр әһәмиәтен юғалтасаҡ. 11 Мин бәләкәс сағымда балаларса һөйләнем, балаларса уйланым, балаларса фекер йөрөттөм, ә инде ир ҡорона ингәс, сабыйҙарса эшләүҙән туҡтаным. 12 Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге, серле һүрәттәге кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә иһә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулы беләсәкмен.
13 Бына һәр ваҡыт буласаҡ өс нәмә: иман, өмөт һәм мөхәббәт. Улар араһында мөхәббәт – иң бөйөгө.

 

14

 

Телдәр һәм пәйғәмбәрлек итеү

 

1 Мөхәббәтте маҡсат итеп, Изге Рухтан килгән һәләттәргә, бигерәк тә пәйғәмбәрлек итеү һәләтенә ынтылығыҙ. 2 Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе кешеләргә түгел, ә Аллаға һөйләй, уны бит бер кем дә аңламай, ул Изге Рух ярҙамында серҙәр сисә. 3 Пәйғәмбәрлек ҡылыусы иһә кешеләргә һөйләй. Ул уларҙы нығындыра, рухын күтәрә һәм йыуата. 4 Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе үҙен нығындыра, ә пәйғәмбәрлек ҡылыусы берҙәмлекте нығыта. 5 Мин һеҙҙең барығыҙҙың да шул телдәрҙә һөйләүен теләйем, әммә иң яҡшыһы – пәйғәмбәрлек итегеҙ. Әгәр шул телдәрҙә һөйләүсе берҙәмлек нығынһын өсөн үҙенең һүҙҙәрен аңлатып бирмәһә, пәйғәмбәрлек итеүсе уға ҡарағанда берҙәмлеккә күберәк файҙа килтерә.
6 Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, имандаштар, мин янығыҙға киләм һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләйем икән, ти. Ул ваҡытта минән ниндәй файҙа? Асылышты йәки белемде, пәйғәмбәрлек һүҙен йәки өйрәтеүҙе аңлайышлы һүҙҙәр менән аңлатҡанда ғына һеҙгә файҙа килтерә алырмын бит. 7 Миҫалға флейта йә арфа кеүек йәнһеҙ уйын ҡоралын алайыҡ. Уларҙан сыҡҡан моң бер-береһенән айырылмай икән, флейтала йәки арфала ниндәй көй уйнағандарын аңлап булырмы? 8 Әгәр борғо аңлайышһыҙ тауыш сығарһа, яуға кем әҙерләнер? 9 Бына шулай һеҙ ҙә телегеҙ менән аңлайышһыҙ һүҙҙәр әйтһәгеҙ, нимә һөйләгәнегеҙҙе нисек аңларҙар? Һеҙ бит һүҙҙәрегеҙҙе елгә генә осорорһоғоҙ. 10 Донъяла әллә күпме телдәр бар, һәм һәр береһенең үҙ мәғәнәһе. 11 Әгәр мин һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнмәйем икән, һүҙ әйтеүсегә сит ил кешеһе кеүек буласаҡмын һәм һөйләүсе үҙе лә миңә сит ил кешеһе кеүек буласаҡ. 12 Һеҙҙең менән дә шулай уҡ: Рухтан килгән һәләттәргә ынтылһағыҙ, берҙәмлекте нығытырлыҡ һәләттәр менән байырға тырышығыҙ.
13 Шуға күрә, бүтән төрлө телдә һөйләүсе телде аңлата белеү һәләте өсөн доға ҡылһын. 14 Мин дә шул телдә доға ҡылһам, миндә рухым доға ҡыла, ә аҡылым ҡатнашмай ҡала. 15 Миңә нимә эшләргә һуң? Рухым менән доға ҡылырмын, аҡылым менән дә доға ҡылырмын; рухым менән дан йырлармын, аҡылым менән дә дан йырлармын. 16 Рухың менән генә шөкөр иткәндә, һүҙҙәреңә төшөнмәгән кеше рәхмәт уҡыуыңа нисек «амин» тип әйтһен? Ул бит һинең нимә әйткәнеңде аңламай! 17 Һин ҡылған шөкөр ни тиклем һәйбәт булмаһын, һүҙҙәреңде ишетеүсе файҙа алмаясаҡ. 18 Аллаға шөкөр, мин бүтән төрлө телдәрҙә бөтөнөгөҙгә ҡарағанда ла күберәк һөйләй алам. 19 Әммә берҙәмлектә бер кем дә аңламаған ун меңләгән һүҙ әйтеүгә ҡарағанда, башҡаларға нәсихәт биреү өсөн аҡыл менән биш һүҙ әйтеүҙе яҡшыраҡ тип һанайым.
20 Имандаштар, уйҙарығыҙ балаларҙыҡы кеүек булмаһын, яманлыҡҡа ҡарата сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ. 21 Ҡанунда былай тип яҙылған:
«Был халыҡҡа бүтән телдәрҙә һөйләүселәр аша,
сит кешеләрҙең ауыҙҙары менән һөйләрмен,
әммә ул саҡта ла Мине тыңламаҫтар, ти Раббы».
22 Тимәк, бүтән төрлө телдәр иманлы кешеләр өсөн түгел, ә иманһыҙҙар өсөн билдә. Пәйғәмбәрлек итеү иһә иманһыҙҙар өсөн түгел, ә иманлылар өсөн. 23 Шуға күрә, әгәр бөтөн берҙәмлек бергә йыйылып, барыһы ла бүтән төрлө телдәрҙә һөйләп ултырһа, һәм шул саҡ иман тураһында бер нәмә лә белмәгән йәки бик аҙ белгән берәйһе килеп инһә, һеҙҙе: «Аҡылдан яҙғандар!» – тип әйтмәҫме? 24 Әммә һәммәһе лә пәйғәмбәрлек иткән мәлдә иман тураһында бер нәмә лә белмәгән йә бик аҙ белгән берәйһе килеп инһә, һәр береһе уның гонаһтарын фаш итер, бөтөнөһө тарафынан да хөкөм ителер. 25 Уның йәшерен ниәттәре асылыр һәм ул йөҙ түбән ҡапланып Аллаға табынып: «Алланың һеҙҙең арағыҙҙа булыуы хаҡ», – тип әйтер.

 

Берҙәмлектәге тәртип

 

26 Шулай итеп, имандаштар, инде хәҙер нимә? Һеҙ бергә йыйылған саҡта берегеҙҙең мәҙхиәһе, икенсегеҙҙең өйрәтеүҙәре, кемеһенеңдер асылышы, бәғзеһенең бүтән төрлө телдә хәбәре, ҡайһыһының аңлатмаһы бар. Былар барыһы бергә иһә берҙәмлекте нығытыу маҡсатында хеҙмәт итһен. 27 Бүтән телдә һөйләүселәр булһа, ике, иң күп тигәндә өс кеше бер-бер артлы һөйләһен, ә береһе аңлатып торһон. 28 Аңлатыусы булмаһа инде, ундайҙар берҙәмлектә түгел, ә Алла ғына ишеткән мәлдә, үҙҙәре генә булған саҡта һөйләһен.
29 Пәйғәмбәрҙәрҙең дә икәүһе йәки өсәүһе һөйләһен, ә ҡалған иман тотоусылар, ишеткәндәре хаҡында фекер йөрөтөп, уларға баһа бирһен. 30 Әгәр йыйылышта ултырғандар араһындағы берәйһенә асылыш килһә, беренсе һөйләүсе уға һүҙ әйтергә мөмкинлек бирһен. 31 Бөтәгеҙ ҙә өйрәнһен, һәм бөтәгеҙҙең дә күңелен күтәреү өсөн бер-бер артлы пәйғәмбәрлек итә алаһығыҙ. 32 Пәйғәмбәрҙәрҙең рухтары пәйғәмбәрҙәргә буйһона, 33 сөнки Алла тәртипһеҙлек Аллаһы түгел, ә именлек Аллаһы.
Изгеләрҙең барлыҡ берҙәмлектәрендәге кеүек, 34 йыйылыштарҙа ҡатын-ҡыҙ өндәшмәй генә ултырһын. Унда уларға һөйләргә рөхсәт ителмәй, ҡанунда яҙылғанса, улар буйһонорға тейеш. 35 Әгәр берәй нәмәне белергә теләйҙәр икән, өйҙә ирҙәренән һораһындар, сөнки берҙәмлектә ҡатын-ҡыҙға һүҙ һөйләү әҙәпһеҙлек һанала.
36 Алла һүҙе һеҙҙән сыҡтымы ни? Әллә һеҙгә генә килдеме? 37 Кемдер берәү үҙен пәйғәмбәр йәки рухи тип һанай икән, минең яҙғандарымдың Раббы әмере икәнен таныһын. 38 Кемдер танымай икән, ул үҙе лә танылмай. 39 Шулай итеп, имандаштар, пәйғәмбәрлек итергә ынтылығыҙ, әммә бүтән төрлө телдә һөйләүҙе лә тыймағыҙ. 40 Ләкин бөтөн нәмә лә килешле булырға һәм тәртип һаҡланырға тейеш.

 

15

 

Ғайсаның үленән терелеүе

 

1 Имандаштар, мин иғлан иткән, һеҙ ҡабул иткән һәм ғүмерегеҙҙең нигеҙенә әйләнгән Һөйөнөслө Хәбәрҙе иҫегеҙгә төшөрәм. 2 Һөйөнөслө Хәбәр һүҙҙәрен мин вәғәзләгәнсә тотһағыҙ, уның менән ҡотолорһоғоҙ, тотмаһағыҙ – иманға килеүегеҙ юҡҡа булыр. 3 Мин үҙем алғандарҙы һеҙгә тапшырҙым. Иң мөһиме, Изге Яҙмала яҙылғанса, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлде һәм, 4 Изге Яҙмала яҙылғанса, Ул ерләнде һәм өсөнсө көндә терелтелде, 5 тәүҙә Кифаға, аҙаҡ ун ике шәкертенә күренде. 6 Шунан бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашына (уларҙың күбеһе әле лә иҫән, ҡайһы берҙәре үлде), 7 унан һуң Яҡубҡа һәм бөтөн илселәренә күренде, 8 барыһынан һуң, мин етлекмәй тыуған бала кеүек булһам да, миңә лә күренде. 9 Дөрөҫөн әйткәндә, мин илселәрҙең иң кесеһе. Алла берҙәмлеген эҙәрлекләгәнем өсөн илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен. 10 Әммә Алла мәрхәмәте менән мин илсе булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте. 11 Шулай итеп, минме, улармы, беҙ барыбыҙ ҙа бер үк нәмәләрҙе вәғәзләйбеҙ, һәм һеҙ иманға килдегеҙ.

 

Үлеләрҙең терелеүе тураһында

 

12 Мәсих тураһында, Ул үленән терелде, тип әйтелә икән, ҡайһы берҙәрегеҙ, үленән терелеү юҡ, тип нисек һөйләй ала һуң? 13 Үленән терелеү юҡ икән, Мәсих тә үленән терелмәгән булып сыға. 14 Әгәр Мәсих үленән терелтелмәгән икән, беҙҙең вәғәзләүебеҙ ҙә, һеҙҙең иманығыҙ ҙа буш була. 15 Өҫтәүенә, беҙ Алла хаҡында ялған шаһиттар булып ҡалыр инек, сөнки Мәсихте Ул терелтте тип шаһитлыҡ ҡылдыҡ. Әммә, үлеләрҙең терелеүе юҡ икән, Алла Мәсихте лә терелтмәгән булып сыға. 16 Ҡабатлайым: үлеләр терелтелмәһә, Мәсих тә үленән терелтелмәгән була. 17 Әгәр Мәсих терелтелмәгән икән, һеҙҙең иманығыҙ – буш, һәм һеҙ гонаһтарығыҙ хакимлығы аҫтындаһығыҙ. 18 Был инде Мәсихкә инанып үлгәндәр ҙә һәләк булды тигәнде аңлата. 19 Әгәр беҙ Мәсихкә был йәшәүебеҙҙә генә өмөт бағлаһаҡ, бөтөн кешеләргә ҡарағанда ла ҡыҙғанысыраҡ булыр инек.
20 Әммә Мәсих ысынлап та үленән терелеп торҙо һәм Ул үленән терелгәндәрҙең тәүгеһе булды! 21 Үлем донъяға берәү аша килгән кеүек, үленән терелеү ҙә бер Кеше аша килде. 22 Әҙәм арҡаһында барыбыҙ ҙа үлгән кеүек, Мәсих арҡаһында барыбыҙ ҙа тереләсәкбеҙ. 23 Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә Мәсих, шунан һуң, Ул килгәс, Мәсихтекеләр тереләсәк. 24 Бынан һуң ахыры килер, Ул һәр төрлө етәкселекте, хакимиәтте, ҡеүәтте юҡҡа сығарып, батшалыҡты Алла һәм Атаһына тапшырыр. 25 Мәсихкә бөтә дошмандарын Үҙ аяғы аҫтына һалғанға тиклем батшалыҡ итеү тәғәйенләнгән. 26 Иң һуңғы дошман булып үлем юҡҡа сығарыласаҡ. 27 Изге Яҙмала: «Алла бар нәмәне Уға буйһондороп, Уның аяҡ аҫтына һалды», – тип әйтелгән. «Бар нәмә Уға буйһондоролдо» тип әйтелгән, әммә был Уға буйһондороусы Алланы үҙ эсенә ала тигәнде аң латмай әлбиттә. 28 Бөтөн нәмә Мәсихкә буйһондоролғас, Улы ла бар нәмәне Үҙенә буйһондорған Аллаға буйһонасаҡ. Шулай итеп, Алла бөтөн нәмәлә бар буласаҡ.
29 Үлеләр хаҡына сумдырылғандар ниңә быны ҡылалар һуң? Үлеләр бөтөнләй терелмәгәс, ни өсөн улар хаҡына сумдырылырға? 30 Ниңә һуң беҙ ҙә ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуябыҙ? 31 Мин көн һайын туранан-тура үлемдең күҙҙәренә ҡарайым. Имандаштар, был минең һеҙҙең менән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә ғорурланыуым кеүек үк хаҡ. 32 Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Ефеста «йыртҡыстар» менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «ашайыҡ та эсәйек, сөнки иртәгә үләбеҙ!»
33 Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа». 34 Кәрәгенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм.

 

Ерҙәге һәм күктәге тән

 

35 Кемдер: «Үлеләр нисек терелер? Уларҙың тәне ниндәй булыр?» – тип һорар. 36 Аҡылһыҙ! Һин сәскән нәмә тәүҙә үлмәһә, яңы ғүмер яралмаясаҡ бит. 37 Һин, сәскән мәлдә, буласаҡ үҫемлектең үҙен түгел, ә орлоҡ – бойҙайҙың йәки башҡа нәмәнең орлоғон – сәсәһең. 38 Ә инде Алла уға Үҙе һайлаған тәнде, һәр орлоҡҡа үҙ тәнен бирә. 39 Бөтөн тәндәр ҙә бер төрлө түгел: кешеләрҙең тәне малдыҡынан айырыла, ҡоштарҙың тәне лә балыҡтарҙыҡы кеүек түгел. 40 Күктә лә, ерҙә лә есемдәр бар, тик күктәгеләренең матурлығы ерҙәге есемдәрҙекенән айырыла. 41 Күктәгеләре араһында ҡояштың да, айҙың да, йондоҙҙарҙың да балҡыуы башҡа. Йондоҙҙар ҙа бер-береһенән балҡыуҙары менән айырыла.
42 Үленән терелеү ҙә шулай буласаҡ: кеше тәне ер эсенә һалынған орлоҡ кеүек. Тәүҙә фани, терелткәс – мәңге үлмәҫлек. 43 Ҡыҙғаныс булып ер эсенә һалына – дан менән терелә. Зәғиф килеш ерләнә – ҡеүәтле булып терелә. 44 Йән эйәһе булған тән ер эсенә һалына, ә Рух менән яңыртылған тән терелә. Йән эйәһе булған тән бар икән, Рух менән яңыртылғаны ла бар. 45 Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм – тормош биреүсе Рухҡа эйә булды. 46 Әммә тәүгеһе Рухтан яңыртылғаны түгел, ә ерҙәге, шунан һуң ғына Рухтан яңыртылғаны килә. 47 Тәүге кеше тупраҡ саңынан яратылды. Икенсе Кеше – күктән килде. 48 Ер саңынан яратылған ниндәй, ерҙекеләр ҙә шундай. Күктән булған ниндәй, күктекеләр ҙә шундай. 49 Әле тупраҡтан яратылған кеше ҡиәфәтен йөрөткән кеүек, күктән булған кеше ҡиәфәтен йөрөтәсәкбеҙ.
50 Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: тәндән һәм ҡандан торғандар Алла батшалығына эйә була алмаҫ, һәм фани булғандар мәңгелекте мираҫ итеп ала алмаҫ. 51 Һеҙгә сер асам: беҙ бөтөнөбөҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк – 52 ҡапыл, күҙ асып йомған арала, һуңғы борғоноң ҡысҡыртыуында. Борғо ҡысҡыртҡанда үлеләр мәңгелек булып тереләсәк, ә беҙ, ул ваҡытта тере булғандар, үҙгәрәсәкбеҙ. 53 Фани булған – мәңгелеккә, ә үлемле үлемһеҙгә әйләнергә тейеш бит. 54 Был фани, үлемле тән мәңгелек, үлемһеҙ тәнгә әйләнгәс, Изге Яҙмалағы:
«Үлем еңеү менән йотолған була».
55 «Үлем, һинең еңеүең ҡайҙа?
Үлем, һинең ҡаяуың ҡайҙа?» –
тигән һүҙҙәр тормошҡа аша.
56 Үлемдең ҡаяуы – гонаһ һәм гонаһтың көсө – ҡанун. 57 Әммә, Аллаға шөкөр, Ул Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙгә еңеү бирә.
58 Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.

 

16

 

Хәйер биреү

 

1 Иерусалимдағы изгеләр өсөн хәйер йыйыуға килгәндә, Галатиялағы берҙәмлектәргә ниндәй күрһәтмәләр бирһәм, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ. 2 Мин килгәс хәйер йыйып йөрөмәҫ өсөн, һәр берегеҙ аҙнаның беренсе көнөндә, үҙ хәленә ҡарап, табышының бер өлөшөн айырып ҡуйһын һәм һаҡлаһын. 3 Янығыҙға килгәс, һеҙ һайлап ҡуйған кешеләрҙе, хәйерегеҙҙе тапшырыу өсөн, хат менән Иерусалимға ебәрермен. 4 Әгәр минең үҙемә лә барырға кәрәк булһа, ул кешеләр минең менән барыр.

 

Сәйәхәт тураһында ниәттәр

 

5 Янығыҙға Македония аша үткән саҡта барырмын, сөнки Македонияны урап сығасаҡмын. 6 Бәлки, бер аҙ янығыҙҙа йәшәрмен, бәлки, хатта ҡышты ла һеҙҙә сығырмын, һәм һеҙ, ҡайҙа ғына йүнәлһәм дә, юлымда миңә ярҙам итерһегеҙ. 7 Һеҙгә былай ғына, юл ыңғайы ғына һуғылырға теләмәйем, әгәр Раббы насип итһә, оҙағыраҡҡа туҡталырға уйлайым. 8 Ефеста Илленсе көн байрамына тиклем ҡалырмын, 9 сөнки был ҡалала, Һөйөнөслө Хәбәргә ҡаршылар күп булһа ла, хеҙмәт итеүгә ишектәр киң асыҡ.
10 Янығыҙға Тимофей килһә, иғтибарлы булығыҙ, уға хәүеф янамаһын, сөнки ул, минең кеүек үк, Раббы эшен башҡара. 11 Шуның өсөн бер кем дә уға кәмһетеп ҡарамаһын, минең яныма әйләнеп ҡайта алһын өсөн, юлға етерлек кәрәк-яраҡ биреп, именлек менән оҙатығыҙ. Уны мин имандаштар менән бергә көтәм. 12 Имандашыбыҙ Аполлосҡа килгәндә иһә, мин уның имандаштар менән бергә һеҙгә барыуын ныҡ үтендем, әммә әлегә янығыҙға барырға һис тә теләге юҡ, шулай ҙа уңайы сығыу менән барып етер.

 

Нәсихәттәр һәм сәләмдәр

 

13 Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ. 14 Бөтөн нәмәне лә мөхәббәт менән башҡарығыҙ.
15 Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефан ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаияла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы. 16 Һеҙ үҙегеҙҙе лә шундайҙарға һәм Раббыға хеҙмәт иткәндәргә, арымай-талмай Уға эшләгәндәргә буйһондороғоҙ. 17 Мин Стефандың, Фортунаттың һәм Ахаиктың килеп етеүенә шатмын, уларҙың килеүе арҡаһында юҡлығығыҙ һиҙелмәне. 18 Улар минең һәм һеҙҙең рухығыҙҙы тынысландырҙы, ундайҙарҙы хөрмәт итегеҙ.
19 Асия өлкәһендәге берҙәмлектәр һеҙҙе сәләмләй. Акила менән Прискилла йорттарындағы берҙәмлек менән бергә һеҙҙе Раббыла ҡайнар сәләмләй. 20 Һеҙҙе бындағы бөтөн имандаштар сәләмләй. Бер-берегеҙҙе изге үбеү менән сәләмләгеҙ.
21 Мин, Павел, сәләмемде үҙ ҡулым менән яҙам. 22 Раббыны яратмаусыларға ҡәһәр төшһөн. Раббыбыҙ, кил[3] !
23 Раббы Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын. 24 Минең мөхәббәтем Ғайса Мәсихтекеләрҙең бөтөнөһө менән бергә.

 

 

 

2 Коринфтарға

Павелдың Коринфтағы имандаштарға яҙған икенсе хаты

 

 

1

 

1 Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан һәм имандашыбыҙ Тимофейҙан Коринфтағы имандаштар берҙәмлектәренә, шулай уҡ тотош Ахаия өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм. 2 Һеҙгә Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.

 

Аллаға шөкөр итеү

 

3 Һәр яҡлап йыуатыусы Аллаға һәм шәфҡәтлелек күрһәтеүсе Атаға – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы һәм Атаһына дан! 4 Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата. Шуға күрә Ул беҙгә биргән йыуаныс менән үҙебеҙ ҙә һәр төрлө ҡайғылары булғандарҙың күңелен күтәрә алабыҙ. 5 Беҙҙә Мәсих ғазаптары арта барған һайын, Уның аша йыуанысыбыҙ ҙа арта. 6 Ҡайғырабыҙ икән, был һеҙҙең күңелегеҙ күтәрелеүе һәм ҡотолоуығыҙ өсөн; йыуаныуыбыҙ ҙа һеҙҙең күңелегеҙ күтәрелеү хаҡына. Ә күңелегеҙ күтәрелеүе беҙ кисергән шул уҡ ғазаптарға һеҙгә лә түҙергә көс бирә. 7 Һеҙгә булған өмөтөбөҙ ныҡ, сөнки Мәсих ғазаптарын нисек уртаҡлашһағыҙ, Алла йыуанысын да шулай уртаҡлашҡанығыҙҙы беләбеҙ.
8 Имандаштар, Асия өлкәһендә кисергән михнәттәребеҙ тураһында белеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ. 9 Үҙебеҙгә үҙебеҙ түгел, ә үлгәндәрҙе терелтеүсе Аллаға таяныу өсөн беҙ үҙебеҙҙе үлемгә хөкөм ителгәндәр кеүек хис иттек. 10 Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ, 11 тик ҡылған доғаларығыҙ менән һеҙ ҙә беҙгә ярҙам итеп тороғоҙ. Шул саҡта күптәрҙең доғаларына яуап итеп бирелгән мәрхәмәт бүләге хаҡына күптәр беҙҙең өсөн Аллаға рәхмәт уҡыр.

 

Ниәттәрҙең үҙгәреүе

 

12 Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө. 13-14 Беҙ бит һеҙ уҡый һәм аңлай алған нәмәләрҙе генә яҙабыҙ. Беҙҙе өлөшләтә аңлайһығыҙ инде, ә мин тулыһынса аңлауығыҙға өмөт бағлайым. Шул саҡ, беҙ һеҙҙең ғорурлығығыҙ булған кеүек, Раббыбыҙ Ғайса килгән көндә һеҙ ҙә беҙҙең ғорурлығыбыҙ икәнлеген аңлаясаҡһығыҙ.
15 Сәйәхәтем башында янығыҙға ошондай ышаныс менән барырға теләгәйнем. Шулай Алла фатихаһын һеҙгә ҡабатлап тапшырыр инем. 16 Һеҙҙең аша Македония өлкәһенә, Македониянан тағы һеҙгә килергә һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Йәһүҙиәгә барырға ниәтләнгәйнем. 17 Әллә бындай ниәт ҡороп, уйламайынса эш иттемме? Йә файҙа алыу маҡсаты менән бер үк ваҡытта «эйе» һәм «юҡ» тип әйтәмме? 18 Алла тоғролоғо хаҡ булған кеүек, һеҙгә тәүҙә «эйе», аҙаҡ иһә «юҡ» тип әйтмәйбеҙ. 19 Беҙ, йәғни мин, Силуан һәм Тимофей һеҙгә вәғәзләгән Алла УлыҒайса Мәсихтә бер юлы «эйе һәм юҡ»ҡа урын юҡ, Унда «эйе» генә бар. 20 Сөнки Алла тарафынан бирелгән бөтә вәғәҙәләр Ғайса Мәсихтә – «эйе» тип раҫлана. Шуға күрә Алланы данлау өсөн беҙ әйтә торған «амин» да Уның аша әйтелә. 21 Алла, Мәсих менән берләштереп, һеҙҙе һәм беҙҙе Үҙе нығыта. Ул беҙгә зәйтүн майы һөртөп, 22 Үҙ мисәте менән тамғаланы, беҙгә биреләсәк нәмәләр өсөн йөрәктәребеҙгә ышаныслы билдә булараҡ Рух бирҙе.
23 Әгәр дөрөҫөн әйтмәһәм, Алла үҙемде һәләк итһен: мин Коринфҡа һеҙҙе ҡыҙғанғанға күрә бығаса барманым. 24 Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ.

 

 

2

 

1 Шуға күрә был юлы минең килеүем һеҙҙең күңелегеҙҙе төшөрөргә тейеш түгел, тип ҡарар иттем. 2 Әгәр һеҙҙе көйөндөрәм икән, ул ваҡытта аҙаҡ мине кем һөйөндөрөр һуң? Эйе, көйөндөргән һеҙҙән башҡа мине кем һөйөндөрөр?! 3 Килгәс, ҡыуандырырға тейешле кешеләр мине көйөндөрмәһен өсөн, һеҙгә нәҡ шул турала яҙғайным да инде. Ҡыуанысымдың бөтөнөгөҙ өсөн дә уртаҡ ҡыуаныс булыуына ышанам. 4 Оло ҡайғы һәм йөрәк әрнеүе менән, күҙ йәштәремә мансылып яҙҙым мин уны, тик күңелегеҙҙе төшөрөргә тип түгел, ә һеҙгә булған көслө мөхәббәтемде белдерер өсөн.

 

Гонаһ ҡылған кешене кисереү

 

5 Кемдер берәү көйөндөргән икән, мине генә түгел, ә һеҙҙең бөтөнөгөҙҙө лә – һәр хәлдә ниндәйҙер кимәлдә (быны арттырып күрһәтмәҫ өсөн әйтәм) көйөндөргән. 6 Ундай кешегә күптәр биргән яза етә. 7 Әле иһә уны ғәфү итегеҙ һәм йыуатығыҙ. Юғиһә артыҡ ныҡ көйөнөү уны өмөтһөҙлөккә һалыр. 8 Шуның өсөн уға үҙ мөхәббәтегеҙҙе иҫбат итеүегеҙҙе үтенәм. 9 Һеҙгә мин теге хатты һынауҙы үтә алдығыҙмы, йәғни бөтөн нәмәлә лә тыңлаусанһығыҙмы икәнен белеү өсөн яҙҙым. 10 Һеҙ кемделер ғәфү итәһегеҙ икән, мин дә уны ғәфү итәм. Ғәфү иткәнемде (әгәр быға сәбәп ысынлап та булһа), мин Мәсих алдында һеҙҙең хаҡҡа ғәфү иттем. 11 Шулай итеп, Иблис хәйләлә беҙҙе уҙҙыра алмаҫ. Уның ниәттәрен беҙ бит беләбеҙ.

 

Павелдың борсолоуы

 

12 Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә тип Троада ҡалаһына килгәс, Раббы миңә ишектәрен асып ҡуйған булһа ла, 13 унда имандашым Титты таба алмағанлыҡтан, күңелем тыныслана алманы. Шуға күрә, имандаштар менән хушлашып, Македонияға юл алдым.

 

Мәсих илсеһенең хеҙмәте

 

14 Беҙҙе һәр ваҡыт Мәсихтең еңеүле тантаналы йөрөшөндә йөрөтөүсе һәм беҙҙең аша һәр ерҙә Мәсих хаҡында хуш еҫтәй белем таратыусы Аллаға рәхмәт яуһын. 15 Ҡотолоусылар араһында ла, һәләк булыусылар араһында ла беҙ – Мәсихтең Аллаға күтәрелгән хуш еҫе. 16 Берәүҙәргә беҙ – һәләкәткә илтеүсе үлем еҫе, ә икенселәргә – тереклек биреүсе йәшәүҙең хуш еҫе. Бындай эшкә кем һәләтле һуң? 17 Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих аша ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.

 

3

 

Яңы килешеү хеҙмәтселәре

 

1 Һеҙгә үҙебеҙҙе яңынан маҡтап тәҡдим итергәме? Ҡайһы берәүҙәргә кәрәк булған кеүек, һеҙгә йәки һеҙҙән беҙгә хуплау хаттары кәрәкме ни? 2 Һеҙ үҙегеҙ – беҙҙең хатыбыҙ. Ул беҙҙең күңелдәребеҙгә яҙылған һәм уны бөтөн кешеләр таный һәм уҡый ала. 3 Һеҙҙең хеҙмәтебеҙ аша яҙылған Мәсих хаты булыуығыҙҙы барыһы ла күрә. Ул яҙа торған ҡара менән түгел, ә мәңге тере Алланың Рухы менән, таш таҡталарға түгел, ә кеше күңеленең таҡталарына яҙылған.
4 Алла алдында Мәсих аша бына шундай ышанысыбыҙ бар. 5 Был үҙебеҙҙән үҙебеҙ шулай һәләтле булғанға һәм нимәнелер үҙ иҫәбебеҙгә индергәндән түгел. Һәләтебеҙ Алланан килә. 6 Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.
7 Таштарға соҡоп яҙылған ҡанунға хеҙмәт итеүҙең үлем килтереүен хәтерләгеҙ. Ул шундай дан менән балҡып килгән, израилдәр Мусаның йөҙөнә, хатта уның балҡып торған даны юғалып барһа ла, ҡарай алмағандар. Был хеҙмәт шундай дан менән килгән икән, 8 Рух менән билдәләнгән хеҙмәт тағы ла данлыраҡ түгелме? 9 Кешене хөкөмгә килтереүсе хеҙмәт бөйөк булһа, аҡланыуға килтереүсе хеҙмәте күпкә данлыраҡ. 10 Ҡасандыр данлы булған тәртиптең бөйөклөгө, өҫтөнлөк алған яңыһыныҡы менән сағыштырғанда, әллә ни түгел инде. 11 Әгәр юғалырға насип булған тәртип данлы булған икән, мәңге ҡала торған яңы тәртип күпкә бөйөгөрәк!
12 Ошондай өмөтөбөҙ булғанға, беҙ ҙур тәүәккәллек менән эш итәбеҙ. 13 Израилдәр юғала барған данға ҡарамаһын өсөн, йөҙөн бөркәнсек менән ҡаплаған Муса кеүек түгелбеҙ. 14 Әммә уларҙың аҡылы томаланған, сөнки был бөркәнсек боронғо килешеү яҙмаларын уҡыған саҡтарында бөгөнгө көнгә тиклем уларҙың күңелендә асылмайынса ҡала. Ул Мәсих арҡылы ғына алып ташланасаҡ. 15 Бөгөнгә тиклем, Муса ҡануны уҡылғанда, уларҙың күңелдәрендә бөркәнсек ята. 16 Әммә Раббыға мөрәжәғәт иткән саҡта был бөркәнсек алып ташлана. 17 Раббы – ул Рух, ә Раббы Рухы булған ерҙә – азатлыҡ. 18 Ә беҙ барыбыҙ ҙа, йөҙөбөҙҙө бөркәнсек менән ҡапламайынса, Раббының балҡыусы данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ һәм был дандың бер дәрәжәһенән икенсе юғарыраҡ дәрәжәһенә – Раббыға оҡшағандан оҡшай барып үҙгәртеләбеҙ. Ундай үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.

 

4

 

Балсыҡ һауыттарҙағы хазина

 

1 Шуға күрә, беҙгә Алла мәрхәмәте аша шундай хеҙмәт тапшырылғанлыҡтан, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. 2 Уның урынына, йәшерен хурлыҡлы эштәрҙән баш тартып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең намыҫ хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ. 3 Беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр бөркәнсек менән йәшерелгән кеүек булһа, ул һәләкәт юлынан барыусылар өсөн генә йәшерелгән. 4 Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томаланы һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың ҡиәфәте булған Мәсихтең балҡыусы данын күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең яҡтылығын күрмәйҙәр. 5 Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте Раббы булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә. 6 «Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла бөйөклөгө беҙгә билдәле булды.
7 Әммә беҙ ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә. 8 Беҙҙе һәр яҡлап ҡыҫырыҡлайҙар, әммә бирешмәйбеҙ; йыш ҡына ни эшләргә белмәй аптырашта ҡалабыҙ, әммә өмөтһөҙлөккә бирелмәйбеҙ; 9 беҙҙе эҙәрлекләйҙәр, ләкин Алла беҙҙе ташламай; беҙҙе аяҡтан йыҡтылар, ләкин һәләк булмайбыҙ. 10 Ғайсаның тормошо ла тәнебеҙҙә күренһен өсөн, Уның үлемен һәр ваҡыт тәнебеҙҙә йөрөтәбеҙ. 11 Эйе, фани тәнебеҙҙә Уның тормошо ла күренһен өсөн беҙ, тереләр, Ғайса хаҡына бер туҡтауһыҙ үлемгә дусар ителәбеҙ. 12 Шулай итеп, үлем – беҙҙә, ә йәшәү һеҙҙә эш итә.
13 Изге Яҙмала: «Мин ышандым, шуға күрә һөйләнем», – тип әйтелгән. Шундай уҡ иманға эйә булараҡ, беҙ ҙә ышанабыҙ, шуға күрә һөйләйбеҙ. 14 Сөнки Раббы Ғайсаны үленән терелткән Алланың беҙҙе лә Ғайса менән бергә терелтәсәген һәм һеҙҙең менән бергә Үҙенең алдына килтереп баҫтырасағын беләбеҙ. 15 Беҙ быларҙың бөтөнөһөн дә һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ. Шулай итеп, мәрхәмәт торған һайын күберәк кешеләргә таралыр һәм шуның менән Алла данына торған һайын күберәк рәхмәт яуыр.

 

Килә торған мәңгелек дан

 

16 Бына шуның өсөн беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. Киреһенсә, тәнебеҙ сереп тарҡала барһа ла, асылыбыҙ көндән-көн яңыра бара. 17 Ҡыҫҡа ғына ваҡытлы еңелсә ғазап кисереүебеҙ сиктән тыш ҙур һәм хайран ҡалырлыҡ мәңгелек дан килтерер. 18 Шуға ла беҙ әле күренгәнгә түгел, ә күренмәгәнгә иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ, сөнки күренгәне – ваҡытлыса, күренмәгәне иһә – мәңгелек.

 

 

5

 

1 Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә, ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ. 2 Беҙ, был «ҡыуыш»та саҡта, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейем кейергә ашҡынып, ыңғырашабыҙ, 3 сөнки был кейемдә беҙ сисенгән килеш тә яланғас булмаҫбыҙ. 4 Эйе, беҙ донъялағы «ҡыуыш»ыбыҙҙа саҡта, күңелгә ауыр булғанлыҡтан ыңғырашабыҙ, сөнки ошо тәнебеҙҙән ҡотолорға теләмәйбеҙ, әммә үлемесле тормош мәңгелек йәшәү тарафынан йотолһон өсөн, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейемгә кейенергә теләйбеҙ. 5 Тап бына шуның өсөн Алла беҙҙе әҙерләне һәм беҙгә ышаныслы билдә итеп Рухты бирҙе.
6 Шуның өсөн, ошо тәнебеҙҙә саҡта Раббынан алыҫ булыуыбыҙҙы белһәк тә, һәр ваҡыт ышаныс менән йәшәйбеҙ. 7 Беҙ күҙ күргән нәмәләр менән түгел, ә иман менән йәшәйбеҙ бит. 8 Ҡабатлайым, ышаныс менән йәшәйбеҙ һәм, тәндән сыға һалып, тиҙерәк Раббы янына урынлашырға теләйбеҙ. 9 Шуға ла тәндә булһаҡ та, тәндән сыҡһаҡ та, Уны ҡыуандырырға ынтылабыҙ. 10 Сөнки тәндә ваҡытта яҡшылыҡ эшләһәк тә, яманлыҡ ҡылһаҡ та, ҡылғандарыбыҙға күрә һәр береһе үҙенә тейеште алыу өсөн, бөтөнөбөҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.

 

Мәсих аша Алла менән татыулаштырыу

 

11 Шулай итеп, Раббынан ҡурҡыуҙың нимә икәнен белеп, беҙ кешеләрҙе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итергә күндерергә тырышабыҙ. Аллаға беҙҙең кемлегебеҙ билдәле, һеҙҙең выжданығыҙ ҙа беҙҙең кем булыуыбыҙҙы беләлер тип өмөт итәм. 12 Алдығыҙҙа маҡтап, һеҙгә үҙебеҙҙе яңынан тәҡдим итмәйбеҙ, әммә йөрәктәрендә булған менән түгел, ә тыштан күренгән нәмәләр менән генә маҡтаныусыларға яуап бирә алыуығыҙ өсөн, беҙҙең менән маҡтанырға мөмкинлек бирәбеҙ. 13 Әгәр беҙ үҙ аҡылыбыҙҙа түгел икән, был – Алла хаҡына, үҙ аңыбыҙҙа булһаҡ – һеҙҙең хаҡҡа. 14 Бөтөн нәмәлә беҙҙе Мәсих мөхәббәте йөрөтә, сөнки беҙ, бер Кеше бөтөнөһө өсөн үлгән икән, тимәк, бөтөнөһө лә үлде, тип ышанғанбыҙ. 15 Тереләр үҙҙәре өсөн түгел, ә үҙҙәре хаҡына үлгән һәм үленән терелтелгән Зат өсөн йәшәһендәр тип, Мәсих барыһы хаҡына үлде.
16 Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә лә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ. 17 Шулай итеп, кем Мәсихтеке, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды. 18 Быларҙың һәммәһе лә Алланан, Ул иһә беҙҙе Мәсих аша Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулаштырыу хеҙмәтен беҙгә тапшырҙы. 19 Йәғни кешеләрҙең ҡылған енәйәттәрен ғәйепкә һанамайынса, Алла донъяны Мәсих аша Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулашыу тураһындағы Хәбәрҙе башҡаларға еткереүҙе беҙгә йөкмәтте. 20 Шулай итеп, беҙ – Мәсих илселәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла тәҡдим иткән татыулыҡты ҡабул итегеҙ. 21 Беҙ Мәсих аша Алла алдында хаҡ тип иғлан ителә алһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.

 

 

6

 

1 Беҙ иһә, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ. 2 Сөнки Алла:
«Уңайлы ваҡытта һине ишеттем,
һәм ҡотолоу көнөндә ярҙам иттем», – ти.
Бына хәҙер уңайлы ваҡыт, ҡотолоу көнө. 3 Беҙ бер кемгә лә кәртә ҡуйырға теләмәйбеҙ, сөнки Алла тарафынан бирелгән хеҙмәтебеҙ ғәйепкә алынырға тейеш түгел. 4 Киреһенсә, бөтөн нәмәлә беҙ үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип тәҡдим итәбеҙ: оло түҙемлектә лә, ҡайғы-ғазап, бәлә-ҡаза, ҡыйынлыҡтарҙа ла, 5 туҡмалыуҙарҙа, төрмәләрҙә, фетнә-сыуалыштарҙа, ауыр хеҙмәттә, йоҡо һәм ашауҙан тыйылып торғанда ла, 6 сафлыҡ, ғилем, сабырлыҡ менән дә, изгелек күрһәтеү, Изге Рух емештәре, эскерһеҙ мөхәббәт менән дә, 7 хәҡиҡәтте вәғәзләү, Алла ҡөҙрәте менән, уң һәм һул ҡулдарыбыҙҙағы хаҡлыҡ ҡоралы менән дә, 8 намыҫта һәм намыҫһыҙлыҡта ла, ғәйбәт һәм абруй арҡылы ла. Беҙҙе алдаҡсы тип иҫәпләйҙәр, шулай ҙа беҙ хәҡиҡәткә таянабыҙ; 9 билдәһеҙ тип һанайҙар, шулай ҙа танылғанбыҙ; беҙгә даими рәүештә үлем янай, шулай ҙа, күреүегеҙсә, теребеҙ; яза бирәләр, шулай ҙа үле түгелбеҙ; 10 көйөндөрәләр, шулай ҙа һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлыбыҙ, шулай ҙа күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, шулай ҙа бөтөн нәмәгә лә эйәбеҙ.
11 Коринфтағы имандаштарыбыҙ! Һеҙгә асыҡтан-асыҡ өндәштек, йөрәктәребеҙ һеҙҙең өсөн киң асыҡ. 12 Беҙҙең йөрәктәребеҙҙә һеҙҙең өсөн урын тар түгел, ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙ беҙҙең өсөн тар. 13 Һеҙгә балаларыма һөйләгән кеүек әйтәм: яуап итеп һеҙ ҙә үҙегеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе асығыҙ.

 

Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡтың уртаҡлығы юҡ

 

14 Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ. Хаҡлыҡ менән яманлыҡтың ниндәй уртаҡлыҡлығы бар? Йәки яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ араһында ниндәй уртаҡлыҡ булһын? 15 Мәсих менән Иблис[1] араһында ниндәй ризалыҡ булыуы мөмкин? Йәки иманлылар менән иманһыҙҙар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар? 16 Алла Йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – мәңге тере Алланың Йорто. Алла бит:
«Улар араһында урынлашасаҡмын һәм йәшәйәсәкмен;
уларҙың Аллаһы буласаҡмын,
ә улар Минең халҡым буласаҡ», – тип әйткән.
17 Шуға күрә,
«Иманһыҙҙар араһынан сығығыҙ
һәм уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. –
Таҙа булмағанға йоғонмағыҙ,
һәм Мин һеҙҙе ҡабул итермен.
18 Һеҙгә Ата булырмын,
ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ, –
ти сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы».

 

 

7

 

1 Ҡәҙерлеләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ.

 

Павелдың Титтан бирелгән хәбәргә ҡыуаныуы

 

2 Йөрәгегеҙҙә беҙгә урын бирегеҙ. Беҙ бер кемде лә рәнйетмәнек, бер кемгә лә зыян эшләмәнек, алдап, бер кемдән дә файҙа эҙләмәнек. 3 Быны мин һеҙҙе хөкөм итеп әйтмәйем: элек әйткәнемсә, һеҙ бит беҙҙең йөрәгебеҙҙә. Үлемдә лә, тормошта ла беҙҙе бер нәмә лә һеҙҙән айыра алмай. 4 Мин һеҙҙең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшәм, һеҙгә ныҡ ышанам, һеҙҙең менән бик ғорурланам. Күңелем йыуаныс менән тулы, һәр төрлө ҡайғы-хәсрәттәребеҙгә ҡарамаҫтан, ҡыуанысым сикһеҙ ҙур.
5 Беҙ бит хатта Македонияға килгән саҡта ла бер ниндәй йән тыныслығы тапманыҡ. Киреһенсә, төрлө яҡлап – тыштан ыҙғыш-талаш, эстән – шом-хәүеф ҡыҫымында ҡалдыҡ. 6 Әммә, Титтың килеүе менән, рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе күтәрҙе. 7 Беҙҙе уның килеүе генә түгел, ә уның күңелен күтәреүегеҙ ҙә йыуатты. Ул мине һағыныуығыҙ, булып үткән хәлдәргә үкенеүегеҙ, мине яҡларға атлығып тороуығыҙ тураһында һөйләп, тағы ла нығыраҡ ҡыуандырҙы. 8 Шул хатым менән һеҙҙе көйөндөргәнемә үкенмәйем. Тәүҙә иһә, хатымдың һеҙҙе ваҡытлыса ғына булһа ла көйөндөргәнен күреп, үкенгәйнем, 9 хәҙер иһә ҡыуанам – күңелегеҙ төшкәнгә түгел, ә көйөнөүегеҙҙең һеҙҙе тәүбәгә килтереүенә ҡыуанам; һеҙ Алла ихтыяры менән көйөндөгөҙ, шулай булғас, беҙ һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян килтермәнек. 10 Алла ихтыяры менән көйөнөү бер ҡасан да үкенмәй торған ҡотолоуға илтеүсе тәүбәгә килтерә, быға үкенергә кәрәкмәй; ә был донъя килтергән көйөнөү иһә үлемгә илтә. 11 Алла ихтыяры менән һеҙ кисергән көйөнөстөң ниндәй тойғолар уятыуын ҡарағыҙ: хаталарҙы төҙәтергә ынтылыш, аҡланыу теләге, булып уҙғандарға ҡарата асыу, ҡурҡыу эҙемтәләре, мине һағыныу, тәүәккәллек һәм ғәйеплегә яза биреү теләге. Был эштә һеҙ һәр яҡтан да үҙегеҙҙең саф булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ. 12 Шулай итеп, мин һеҙгә рәнйетеүсе хаҡына ла түгел, рәнйетелгән өсөн дә түгел, ә Алла алдында беҙҙең өсөн тоғролоғоғоҙҙоң ни тиклем ихлас икәнен күрһәтеү өсөн яҙҙым. 13 Шуның өсөн күңелдәребеҙ күтәрелде. Ә инде Титтың шатлығына тағы ла нығыраҡ ҡыуандыҡ: һеҙ бөтөнөгөҙ ҙә уның рухын тынысландырғанһығыҙ бит. 14 Шулай итеп, уның алдында һеҙҙе күпмелер маҡтағанмын икән, мин оятҡа ҡалманым. Киреһенсә, беҙ һеҙгә һөйләгән бөтә нәмә дөрөҫ булған кеүек, Тит алдында маҡтаныуыбыҙ ҙа дөрөҫ булып сыҡты. 15 Уны нисек ихтирам һәм тәрән хөрмәт менән ҡабул итеүегеҙҙе, барығыҙҙың да итәғәтлелеген иҫтә тотоп, уның йөрәге һеҙгә тағы ла нығыраҡ ынтыла. 16 Һәр нәмәлә һеҙгә таяна алыуым өсөн ҡыуанам.

 

8

 

Иерусалимдағы имандаштар өсөн хәйер биреү

 

1 Имандаштар, һеҙгә Македониялағы имандаштар берҙәмлектәренә бирелгән Алла мәрхәмәте тураһында һөйләргә теләйбеҙ. 2 Уларҙың, ауыр һынау ебәрелһә лә, ҡыуаныстары сиктән ашҡан, үтә фәҡирлектә йәшәһәләр ҙә, йомартлыҡтары иҫ киткес. 3 Хәлдәренән килгәнсә, һәм мөмкинлектәренән тыш та, үҙ теләктәре менән ярҙам иттеләр – быға мин шаһит. 4 Улар беҙҙән Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеүҙә ҡатнаштырырға рөхсәт итеүебеҙҙе, оло мәрхәмәт һанап, ныҡышмалы рәүештә һоранылар. 5 Беҙ өмөтләнгәнсә генә эшләп ҡалманылар, ә үҙҙәрен Алла ихтыяры менән иң элек Раббыға, унан һуң беҙгә лә тапшырҙылар. 6 Шуға күрә беҙ Титтан, был изгелекле эште нисек башлаған булһа, арағыҙҙа шулай уҡ тамамлап ҡуйыуын үтендек. 7 Ә һеҙ һәр нәмәлә: иманда ла, һүҙҙә, белемдә, һәр төрлө тырышлыҡта, беҙгә булған мөхәббәтегеҙҙә лә өҫтөн булған кеүек, ошо изгелекле эштә лә өҫтөн булығыҙ.
8 Быны әмер итеп түгел, ә башҡаларҙың тырышлығы тураһында һөйләп, мөхәббәтегеҙҙең ихласлығын һынарға теләп әйтәм. 9 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды. 10 Мин был мәсьәләгә ҡарата кәңәш кенә бирәм: һеҙ былтыр уҡ изгелекле эш башҡарып ҡына ҡалманығыҙ, хатта үҙ теләгегеҙ менән хәйер йыйҙығыҙ. 11 Шул уҡ эште хәҙер ҙә атҡарып сығығыҙ. Эшегеҙгә бик теләп тотонған кеүек, хәлегеҙгә күрә шундай уҡ тырышлыҡ менән атҡарып сығығыҙ. 12 Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана. 13 Башҡаларға еңеллек, ә һеҙгә ауырлыҡ булыуы талап ителмәй, дөрөҫөрәге, бында тигеҙлек булыуы күҙ уңында тотола. 14 Әле һеҙҙең муллығығыҙ уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерһен, аҙаҡ уларҙың муллығы һеҙҙекен ҡәнәғәтләндерер. Шулай итеп тигеҙлек урынлашыр. 15 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Күп йыйған кешенең артығы булманы, аҙ йыйғандың мохтажлығы булманы».

 

Титтың Коринфҡа ебәрелеүе

 

16 Һеҙҙең хаҡҡа Титтың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт. 17 Тит үтенесемде хуплап ҡына ҡалманы, ә янығыҙға үҙ ихтыяры менән бик ашҡынып барырға булды. 18 Уның менән бергә бөтөн берҙәмлектәрҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәне өсөн маҡталған тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ. 19 Ул, өҫтәүенә, Раббының даны һәм тырышлығыбыҙҙы күрһәтеү хаҡына башҡара торған изгелекле эшебеҙҙә берҙәмлектәр тарафынан беҙгә юлдаш итеп тә һайланған. 20 Хеҙмәтебеҙҙә шундай йомарт бүләктәр менән эш иткәнгә күрә, бер кем дә һүҙ әйтә алмаһын өсөн, һаҡ булырға тырышабыҙ. 21 Алдан уҡ уйлап, беҙ Раббы алдында ғына түгел, кешеләр алдында ла һүҙ тейҙермәҫлек булһын өсөн тырышабыҙ. 22 Улар менән бергә тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ. Уның тырышлығы күп тапҡырҙар һәм байтаҡ эштәрҙә һыналған һәм хәҙер, һеҙгә тулыһынса ышанып, тағы ла нығыраҡ тырыша. 23 Титҡа килгәндә иһә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны. 24 Шулай итеп, мөхәббәтегеҙҙе һәм һеҙҙең менән маҡтаныуыбыҙҙың ғәҙел икәнен уларға берҙәмлектәр алдында иҫбат итегеҙ.

 

9

 

Алла шатланып биреүсене ярата

 

1 Асылда, Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеү тураһында һеҙгә яҙып тороу артыҡтыр, 2 сөнки мин тырышлығығыҙҙы беләм һәм Македониялағы имандаштарыбыҙ алдында: «Ахаияла улар былтыр уҡ ярҙам итергә әҙер ине инде», тип һеҙҙе маҡтайым. Һеҙҙең тырышлығығыҙ улар араһындағы күптәрҙе дәртләндереп ебәрҙе. 3 Шулай ҙа, был эштә һеҙҙең менән бушҡа маҡтанмаҫ, ә әйткәнемсә, килгәнемдә йыйған иғәнәгеҙ әҙер булһын өсөн, имандаштарҙы янығыҙға ебәрҙем. 4 Бәлки, ҡайһы бер Македония кешеләре минең менән килер. Шул саҡта әҙер булмаһағыҙ, беҙ был эштә – һеҙҙең турала әйтеп торорға ла түгел – оятҡа ҡалырбыҙ. 5 Шуға күрә имандаштарҙан янығыҙға алдан уҡ барыуҙарын һәм килеүемә күптән вәғәҙә иткән иғәнәгеҙҙе әҙерләп ҡуйыуҙарын үтенеп һорауҙы кәрәк тип таптым. Шул рәүешле һаранлыҡ тойғоһо уятҡан меҫкен йыйым түгел, ә йомарт бүләк йыйыласаҡ.
6 Наҡыҫ сәсеүсенең уңышты аҙ, мул сәсеүсенең күп алырын күҙ уңында тотам. 7 Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата. 8 Ул, һеҙ һәр ваҡыт кәрәк нәмәләрҙең барыһына ла эйә һәм бар изгелекле эштәрҙә йомарт булһын өсөн, һәр төрлө бүләктәрен мул итеп бирә ала. 9 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Ул үҙ бүләктәрен ярлыларға йомарт өләште.
Уның изгелеге мәңгелек».
10 Сәсеүсегә орлоҡ һәм кешеләргә туҡланырға икмәк Биреүсе һеҙҙе орлоҡ менән тәьмин итеп уны ишәйтер һәм изгелек емештәрегеҙҙе мул итеп үҫтерер. 11 Һәр осраҡта ла йомартлығығыҙ өсөн төрлө яҡлап байытылырһығыҙ һәм беҙҙең аша тапшырылған иғәнәгеҙ өсөн кешеләр Аллаға рәхмәт яуҙырыр. 12 Сөнки һеҙ башҡарған был хеҙмәт изгеләрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмаҫ, ә күптәрҙең Аллаға рәхмәтен дә ишәйтер. 13 Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә итәғәтле булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай. 14 Һеҙҙең өсөн доға ҡылғанда, Алла һеҙгә мул итеп яуҙырған мәрхәмәт арҡаһында, улар күңелдәре менән янығыҙға ашҡыныр. 15 Әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге өсөн Аллаға рәхмәт!

 

10

 

Павелдың үҙ хеҙмәтен яҡлауы

 

1 Мин, арағыҙҙа «баҙнатһыҙ», ә ситтән тороп һеҙҙең менән аралашҡанда «ҡыйыу» булған Павел, Мәсихтең баҫалҡылығы һәм эскерһеҙлеге менән һеҙгә мөрәжәғәт итәм. 2 Янығыҙға килгәс, беҙҙе был донъя кешеһе кеүек үҙ файҙалары өсөн йәшәүселәр тип һанаған ҡайһы берҙәрегеҙгә ҡыйыулығымды бөтә көсөндә файҙаланырға тура килмәһен ине, тип үтенәм. 3 Беҙ был донъяла йәшәһәк тә, донъя алымдары ҡулланып көрәшмәйбеҙ. 4 Беҙ ҡулланған ҡоралдар ҙа был донъя ҡоралдары түгел, улар Алла ҡөҙрәте менән дошман ҡәлғәләрен емереүгә һәләтле. Ул ҡоралдар менән беҙ ялған уй-ниәттәрҙе, 5 Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә ҡалҡҡан һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ. 6 Һеҙ тулыһынса күндәмлек күрһәткәндән һуң, һәр баш бирмәүсене язаға тарттырырға әҙербеҙ.
7 Күҙ алдығыҙҙағы нәмәгә ҡарағыҙ һуң! Кем, мин – Мәсихтеке, тип ышана, үҙ алдына уйлаһын: ул Мәсихтеке булған кеүек, беҙ ҙә шулай уҡ Мәсихтеке. 8 Емереү өсөн түгел, ә һеҙҙе нығытыу өсөн Раббының беҙгә биргән вәкәләте менән аҙ ғына артығыраҡ маҡтанһам да, оятҡа ҡалмам. 9 Шуға ла мин быларҙы, хаттары менән беҙҙе ҡурҡытырға уйлай икән, тигән фекер ҡалмаһын өсөн әйттем. 10 Кемдер: «Ул үҙенең хаттарында ҡырыҫ һәм көслө, үҙе иһә кеше алдында көсһөҙ, телмәре лә әһәмиәтһеҙ», – ти. 11 Ундай кеше белһен: ситтән яҙған хаттарыбыҙҙа ниндәйбеҙ, ғәмәлдә, арағыҙҙа булғанда ла шундайбыҙ.
12 Дөрөҫ, үҙебеҙҙе үҙҙәрен маҡтаусылар менән бер рәткә ҡуйырға йәки сағыштырырға ҡыймайбыҙ. Улар бит аҡыл менән эш итмәй, үҙҙәрен үҙ үлсәмдәре менән үлсәйҙәр һәм үҙҙәрен үҙҙәре менән сағыштыралар. 13 Беҙ иһә саманан тыш маҡтанмаясаҡбыҙ, әммә маҡтаныуыбыҙ самаһы итеп беҙгә Алла билдәләгән хеҙмәт сиген аласаҡбыҙ. Унда һеҙҙең аралағы эшебеҙ ҙә инә. 14 Һеҙгә килмәгән булһаҡ, саманан арттырып маҡтаныр инек. Әммә беҙ Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәр менән һеҙгә лә беренселәрҙән булып килеп еттек. 15 Башҡаларҙың хеҙмәте менән беҙ самаһыҙ маҡтанмайбыҙ, ләкин, иманығыҙ арта барған һайын, Алла тарафынан беҙгә билдәләнгән хеҙмәт сиктәре буйынса, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән эшебеҙҙе тағын да нығыраҡ киңәйтергә өмөтләнәбеҙ. 16 Шулай итеп, һеҙ йәшәгән ерҙәрҙән ситтә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Беҙ башҡаларҙың хеҙмәт сиктәрендә улар башҡарған эш менән маҡтанырға теләмәйбеҙ. 17 «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын». 18 Үҙ-үҙен маҡтаусы түгел, ә Раббы маҡтаған кеше генә Уның тарафынан хуплана.

 

11

 

Павел һәм ялған илселәр

 

1 Бер аҙ аҡылһыҙ кеше кеүек һөйләргә рөхсәт итеп, миңә ҡарата түҙемле булһағыҙ ине! Эйе, миңә ҡарата түҙемле булығыҙ! 2 Мин һеҙҙе Алла көнсөллөгө менән көнләшәм. Һеҙҙе бер генә иргә – Мәсихкә йәрәштем, һәм һеҙҙе Уның алдына саф ҡыҙ кеүек килтерергә теләйем. 3 Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны үҙенең хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине. 4 Ни өсөн тигәндә, берәйһе килеп беҙ вәғәзләмәгән башҡа берәй Ғайса тураһында һөйләй башлаһа, йәки һеҙгә бирелгән Рухтан башҡа рух бирелһә, йәки үҙегеҙ ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа «һөйөнөслө хәбәрҙе» ҡабул итергә өгөтләй икән, һеҙ ундайҙарға тиҙ ҡолаҡ һалаһығыҙ. 5 Мин бындай «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» һис тә кәм түгелмен, тип уйлайым. 6 Һөйләргә оҫта булмаһам да, белемгә эйәмен. Беҙ быны һеҙгә бар нәмәлә һәм бөтә яҡлап күрһәттек.
7 Һеҙҙе күтәрергә теләп, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен бушлай вәғәзләүем менән үҙемде түбәнһетеп, гонаһ ҡылдыммы әллә? 8 Һеҙгә бушлай хеҙмәт итеү өсөн, башҡа берҙәмлектәр иҫәбенә йәшәп, уларҙы таланым, тип әйтергә мөмкин. 9 Янығыҙҙа булғанда ла, мохтажлыҡ кисергән сағымда ла берегеҙгә лә ауырлыҡ һалманым. Барлыҡ кәрәк-яраҡ менән мине Македониянан килгән имандаштарыбыҙ тәьмин итте. Бер нәмәлә лә һеҙгә йөк булмаҫҡа тырыштым һәм артабан да тырышасаҡмын. 10 Ахаия өлкәләрендә бер кем дә был маҡтауымды тартып алмаҫ – һеҙҙе миндәге Мәсих хәҡиҡәте менән ышандырам. 11 Ни өсөн шулай эшләйем һуң? Әллә һеҙҙе яратмағанғамы? Әммә һеҙҙе яратыуым Аллаға билдәле!
12 Ләкин Алла эшен беҙҙең һымаҡ уҡ башҡарам тип маҡтанырға теләүселәргә юл ҡуймаясаҡмын. Быға тиклем дә шулай эшләнем, бынан һуң да шулай эшләүемде дауам итәсәкмен. 13 Ундайҙар – ялған илселәр, Мәсихтең илселәре булып күренергә тырышыусы алдаҡсы хеҙмәтселәр. 14 Был аптырарлыҡ та түгел, сөнки Иблис үҙе яҡтылыҡ фәрештәһе ҡиәфәтенә инә. 15 Шунлыҡтан уның хеҙмәтселәренең хаҡлыҡ хеҙмәтселәре ҡиәфәтенә инеүе ғәжәп түгел. Әммә ахыр сиктә улар ҡылған эштәргә ҡарап лайыҡлы язаһы ла буласаҡ.

 

Павелдың Һөйөнөслө Хәбәр өсөн михнәт сиккәне

 

16 Тағы шуны әйтәм: бер кем дә мине аҡылһыҙ тип һанамаһын. Әгәр шулай һанаһағыҙ инде, миңә, аҡылһыҙға, бер аҙ маҡтанып алырға рөхсәт итегеҙ. 17 Хәҙер әйтәсәк һүҙҙәремде Раббы ҡушыуы буйынса түгел, ә аҡылһыҙ кеше кеүек маҡтаныуым. 18 Күптәр донъя кешеләре кеүек маҡтана, шуға күрә мин дә маҡтанайым. 19 Һеҙ, шундай аҡыллы кешеләр, аҡылһыҙҙарға ҙур теләк менән түҙемлек күрһәтәһегеҙ. 20 Берәйһе үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөргәндә, һеҙҙең иҫәбегеҙгә йәшәгәндә, һеҙҙең менән файҙаланғанда, үҙен күктәргә күтәргәндә, битегеҙгә һуҡҡанда һеҙ түҙемлек күрһәтәһегеҙ бит. 21 Оят булһа ла әйтәйем, быларына инде «көсөбөҙ» етмәне. Ә кемдеңдер нимәгә булһа ла маҡтанырға батырсылығы етә икән, ул саҡта – аҡылһыҙ кеше һымаҡ әйтәйем – мин дә батырсылыҡ итәм.
22 Улар еврейҙармы? Мин дә! Израилдәрме? Мин дә! Ибраһим нәҫеленәнме? Мин дә! 23 Мәсих хеҙмәтселәреме? Былай тиеү аҡылһыҙлыҡ булһа ла әйтәм: мин уларҙан артығыраҡ. Күпкә ауырыраҡ эштәр башҡарҙым, төрмәләргә лә йыш ябылдым, туҡмалыуҙарымдың иҫәбе юҡ һәм үлем хәлендә лә күп мәртәбәләр булдым. 24 Йәһүдтәрҙән биш тапҡыр утыҙ туғыҙар мәртәбә ҡамсы менән һуғылдым. 25 Өс тапҡыр таяҡ менән туҡмалдым, бер тапҡыр таш менән бәргесләнеләр, өс тапҡыр карап һәләкәтенә осраным, бер тәүлекте асыҡ диңгеҙ уртаһында үткәрҙем. 26 Күп тапҡырҙар сәйәхәттәрҙә йөрөп, йылғаларҙа ҡурҡыныстарға дусар булдым, юлбаҫарҙарҙан да хәүеф-хәтәргә юлыҡтым, ырыуҙаштарымдан, бүтән халыҡ кешеләренән дә ҡурҡыныс янаны, ҡалаларҙа, сүллектә, диңгеҙҙә лә хәүеф һағаланы, ялған имандаштар араһында ла. 27 Хәлдән тайғансы һәм йонсоғансы эшләнем, төндәремде йыш ҡына йоҡоһоҙ үткәрҙем, асығып һәм һыуһап яфаландым, ашау-эсеүҙән тыйылып торорға ла тура килде, һыуыҡтарҙа ла булдым, яланғаслыҡта ла йәшәнем. 28 Бынан тыш, көн һайын барлыҡ берҙәмлектәр хаҡында хәстәрлек күреүем мине баҫа. 29 Берәү көсһөҙ булһа, уның янында мин дә көсһөҙ түгелме? Берәү гонаһҡа төшөрөлһә, уның өсөн асыу менән янмайыммы?
30 Маҡтанырға тура килһә, көсһөҙлөгөмдө күрһәтеүсе нәмәләр менән маҡтанырмын. 31 Раббыбыҙ Ғайсаның мәңге мөбәрәк Аллаһы һәм Атаһы белә: мин алдамайым. 32-33 Дамаск ҡалаһында Арета батшаның өлкә башлығы, мине эләктереү өсөн, ҡалаға һаҡ ҡуйҙы; 33 ә мине кәрзингә һалып, ҡала диуарындағы тишек аша төшөрҙөләр, шулай уның ҡулына эләкмәнем[2] .

 

12

 

«Мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен»

 

1 Маҡтаныуҙың файҙаһы булмаһа ла, маҡтанырға тура килә. Хәҙер Раббы тарафынан ебәрелгән илаһи күренмештәр һәм асылыштар тураһында һөйләйем. 2 Мин Мәсихкә инаныусы бер кешене беләм, ул бынан ун дүрт йыл элек (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) күктең иң юғары ҡатына тиклем күтәрелеп алынды. 3-4 Һәм шул кешенең (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) ожмахҡа алыныуы һәм кешегә һөйләргә тыйылған тел менән әйтеп бирә алмаҫлыҡ һүҙҙәр ишетеүен беләм. 5 Ундай кеше менән маҡтанам, үҙем менән иһә, көсһөҙлөктәремдән башҡа бер ни менән дә маҡтана алмайым. 6 Башҡа нәмәләр менән маҡтанырға теләһәм инде, аҡылһыҙ булмам, сөнки дөрөҫтө һөйләйәсәкмен. Әммә берәйһе минең турала эшләгәнемде күргәненән йәки әйткәнемде ишеткәненән артығыраҡ уйламаһын өсөн, маҡтаныуҙан тыйылам.
7 Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде. 8 Сәнскәкте тәнемдән тартып алыуын теләп, Раббыға өс тапҡыр үтендем. 9 Әммә Раббы: «Мәрхәмәтем һиңә етә, сөнки Һин көсһөҙ булған һайын, Минең ҡөҙрәтем көслөрәк тәьҫир итә», – тине. Шуға ла мин, Мәсих ҡөҙрәте миндә торһон өсөн, көсһөҙлөгөм менән теләп маҡтанам. 10 Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен.

 

Коринфтағы имандаштар хаҡында хәстәрлек

 

11 Мин иҫәр кеүек ҡыландым, быға мине һеҙ мәжбүр иттегеҙ. Мине һеҙ маҡтарға тейеш инегеҙ, сөнки, әһәмиәтһеҙ булһам да, «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» бер ерем дә кәм түгел. 12 Минең илселек билдәм иһә илаһи билдәләр, мөғжизәләр һәм ҡөҙрәтле эштәр аша арағыҙҙа ҙур ныҡышлыҡ менән күрһәтелде. 13 Башҡа берҙәмлектәр менән сағыштырғанда, һеҙҙең менән нимәлә насар мөғәләмә иттем һуң? Һүҙ һеҙгә үҙемдең йөк булмауым тураһында ғына барырға мөмкин. Бындай ғәйебем өсөн ғәфү итегеҙ!
14 Бына өсөнсө тапҡыр һеҙгә барырға әҙермен, был юлы ла һеҙгә йөк булмаясаҡмын. Миңә һеҙҙә булған нәмә түгел, ә һеҙ үҙегеҙ кәрәк. Балалар атай-әсәйҙәренә түгел, ә атай-әсәйҙәр балаларына байлыҡ тупларға тейеш бит. 15 Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен. Мин һеҙҙе нығыраҡ яратып, һеҙ мине кәмерәк яратаһығыҙмы? 16 Ярай, нисек кенә булмаһын, һеҙгә йөк булманым. Әллә, хәйләкәр булараҡ, мәкерлек менән һеҙҙе үҙ ҡулдарыма алғанмынмы? 17 Һеҙгә ебәрелгән кешеләрҙең берәйһе аша һеҙҙе файҙаландыммы әллә? 18 Мин Титтың янығыҙға барыуын үтендем һәм уның менән бер имандашыбыҙҙы ебәрҙем. Тит һеҙҙе файҙаландымы әллә? Беҙ бер үк рух менән эш иттек түгелме ни? Бер үк юлда йөрөмәнекме?
19 Һеҙ, моғайын, әле һаман алдығыҙҙа аҡланабыҙ тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ Мәсихтеке булараҡ, Алла алдында әйтәбеҙ, быларҙың бөтөнөһө лә, ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе рухи яҡтан нығытыу өсөн башҡарыла. 20 Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, бер-береһен уҙырға тырышыу, яла яғыуҙар, ғәйбәттәр, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам. 21 Барған саҡта Аллам мине һеҙҙең алда тағы ла кәмһетер тип шөрләйем һәм элекке гонаһтары – ҡылған әшәкелектәре, фәхешлек һәм аҙғынлыҡтары өсөн әлегә тиклем тәүбә итмәгән күптәр арҡаһында күҙ йәштәремде ағыҙырға тура килмәһен ине, тип хәүефләнәм.

 

13

 

Нәсихәттәр һәм сәләмләүҙәр

 

1 Һеҙгә өсөнсө тапҡыр киләсәкмен. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтеүе менән раҫланырға тейеш». 2 Мин һеҙгә икенсе тапҡыр килгәндә, элек ҡылған гонаһтарын ҡылыуҙарын дауам иткәндәргә лә, башҡаларҙың барыһына ла киҫәтеү яһағайным. Хәҙер, һеҙҙән алыҫта булып, элек гонаһ ҡылғандарҙы, шулай уҡ һеҙҙе лә, тағы ла бер тапҡыр киҫәтәм: яңынан янығыҙға ҡайтҡас, йәлләмәйәсәкмен. 3 Һеҙ бит Мәсихтең минең аша һөйләгәненә дәлил эҙләйһегеҙ. Ул һеҙгә ҡарата көсһөҙ түгел, ә арағыҙҙа көслө. 4 Ул, ысынлап та, көсһөҙ килеш арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, хәҙер иһә Алла ҡөҙрәте менән йәшәй. Беҙ ҙә, шулай уҡ, Уның көсһөҙлөгөн уртаҡлашабыҙ, әммә, Алла ҡөҙрәте арҡаһында Уның тормошон да уртаҡлашып, һеҙҙең менән үҙебеҙҙең эштәребеҙҙә көслө буласаҡбыҙ.
5 Мине түгел, үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ! Ғайса Мәсихтең үҙегеҙҙә булыуын белмәйһегеҙме әллә? Әгәр, әлбиттә, һынауҙы күтәрә алһағыҙ. 6 Ул ваҡытта беҙҙең дә һынауҙы күтәрә алыуыбыҙҙы танырһығыҙ тип өмөт итәм. 7 Һеҙҙең бер ниндәй яман эш ҡылмауығыҙҙы һорап Аллаға доға ҡылабыҙ. Быны беҙ һынауҙы уңышлы үткәнебеҙҙе күрһәтергә түгел, ә һынауҙы үтә алмаған кеүек күренһәк тә, һеҙҙең изгелекле эш башҡарыуығыҙ өсөн доға ҡылабыҙ.
8 Беҙ хәҡиҡәткә ҡаршы бер нәмә лә ҡыла алмайбыҙ, ә уның хаҡына ҡыла алабыҙ. 9 Шуға күрә, беҙ көсһөҙ, ә һеҙ көслө булғанда һөйөнәбеҙ һәм һеҙҙең камиллашыуығыҙ хаҡына доға ҡылабыҙ. 10 Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының емерергә түгел, ә нығытырға тип миңә биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм.
11 Ахыр килеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, үҙегеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр. 12 Бер-берегеҙҙе изге үбеү менән сәләмләгеҙ. Һеҙҙе бөтөн изгеләр сәләмләй.
13 Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте, Алланың мөхәббәте һәм Изге Рухта аралашыу һеҙҙең бөтөнөгөҙ менән булһын[3] .

 

 

 

Галаттарға

Павелдың Галатиялағы имандаштарға яҙған хаты

 

 

1

 

Сәләмләү

 

1 Кешеләрҙән дә, әҙәм балаһы аша ла түгел, ә Ғайса Мәсих һәм Уны үленән терелткән Атабыҙ Алла тарафынан һайланған илсе Павелдан, 2 минең менән бергә булған бөтөн имандаштарҙан Галатиялағы имандаштар берҙәмлектәренә сәләм. 3 Һеҙгә Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын. 4 Атабыҙ Алла ихтыяры менән әлеге насар замандан ҡотҡарам тип, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн Үҙен ҡорбан итте. 5 Аллаға мәңгенән мәңгегә дан. Амин.

 

Һөйөнөслө Хәбәр берәү генә

 

6 Һеҙҙең, Мәсихтең мәрхәмәте менән саҡырып алған Саҡырыусығыҙҙы тиҙ арала ташлап, ниндәйҙер икенсе бер «һөйөнөслө хәбәр»гә күсеүегеҙ ғәжәпләндерә. 7 Әммә башҡа төрлө Һөйөнөслө Хәбәр юҡ! Һеҙҙең башығыҙҙы бутап, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе боҙорға теләүсе кешеләр генә бар. 8 Хатта беҙ ҙә йәки күктәге берәй фәрештә лә беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа икенсе берәй Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итә башлаһа, ләғнәт төшһөн. 9 Элек әйткәйнек инде, хәҙер яңынан ҡабатлайым: берәйһе һеҙ бығаса ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡаны иғлан итә ҡалһа, уға ләғнәт яуһын! 10 Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихкә хеҙмәт итмәҫ инем.

 

Павелдың илселеге

 

11 Имандаштар, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙең кеше уйҙырмаһы булмауын белегеҙ, 12 мин уны кешеләрҙән ҡабул итмәнем һәм уларҙан өйрәнмәнем, уны миңә Ғайса Мәсих асып бирҙе. 13 Һеҙ минең йәһүд динендәге элекке йәшәү рәүешем хаҡында ишеттегеҙ. Ул саҡта мин Алла берҙәмлеген аяуһыҙ эҙәрлекләнем һәм юҡҡа сығарырға тырыштым. 14 Ата-бабаларыбыҙ тәғлимәттәренә мөкиббән бирелеп, үҙ халҡым араһында йәһүд динен тотҡан байтаҡ йәштәштәремә ҡарағанда күпкә алдараҡ булдым. 15-16 Әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миндә асып, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн билдәләгән. Тик мин бер кем менән дә кәңәшләшмәйенсә 17 һәм Иерусалимға, миңә тиклем үк илсе булғандар янына бармайынса, Ғәрәбстанға киттем, унан тағы Дамаск ҡалаһына ҡайттым. 18 Шунан һуң өс йыл үткәс кенә, Иерусалимға Кифа[1] менән танышырға барҙым һәм уның янында ун биш көн булдым. 19 Әммә Раббының бер туған ҡустыһы Яҡубтан башҡа бер илсене лә күрмәнем. 20 Алла ҡаршыһында әйтәм: яҙғандарым ялған түгел. 21 Шунан һуң мин Сүриә һәм Киликия ерҙәренә киттем. 22 Мәсихкә инаныусыларҙың Йәһүҙиәләге берҙәмлектәре иһә мине танып белмәйҙәр ине. 23 Минең турала улар, ҡасандыр үҙҙәрен эҙәрлекләгән кеше үҙе юҡ итергә тырышҡан иманды хәҙер үҙе үк вәғәзләй, тип кенә ишеткәндәр. 24 Һәм минең өсөн Алланы данлағандар.

 

2

 

Павел һәм Иерусалим берҙәмлеге етәкселәре

 

1 Ун дүрт йыл үткәндән һуң Варнава менән тағы Иерусалимға юлландым. Титты ла үҙебеҙ менән алдыҡ. 2 Унда мин Алла ҡушыуы буйынса барҙым. Һәм әлеге тырышлыҡтарым юҡҡа түгелме, элеккеләре лә бушҡа булманымы, тип борсолоп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында үҙем таратҡан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ундағы абруйлы кешеләргә айырым әйтеп бирҙем. 3 Әммә бушҡа хәүефләнгәнмен. Улар, минең менән булған Титты, грек булыуына ҡарамаҫтан, сөннәтләнергә мәжбүр итмәне. 4 Тик, шул уҡ ваҡытта, Ғайса Мәсихтәге азатлығыбыҙҙы күҙәтеү һәм беҙҙе ҡанун ҡоллоғона төшөрөү өсөн, арабыҙға һиҙҙермәй генә ялған имандаштар килеп инде, был мәсьәләне улар күтәрҙе лә инде. 5 Беҙ иһә, Һөйөнөслө Хәбәрҙең хәҡиҡәте һеҙҙә һаҡланһын өсөн, аҙ ғына ваҡытҡа ла баш бирмәнек һәм буйһонманыҡ. 6 Абруйлы кешеләр ҙә бәйән иткәндәремә ни ҙә булһа өҫтәүемде талап итмәне. Ә уларҙың ниндәй булыуы минең өсөн мөһим түгел ине: Алла кешенең кемлегенә ҡарамай. 7 Киреһенсә улар, сөннәтлеләр араһында Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу Петрға йөкмәтелгән кеүек, сөннәтһеҙҙәр араһында вәғәзләү миңә тапшырылғанды күрҙеләр. 8 Сөнки Петрҙы сөннәтлеләрҙең илсеһе итеп, уның аша эш иткән Алла, йәһүд булмағандар араһындағы хеҙмәтен башҡарыу өсөн миңә көс бирҙе. 9 Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге булған Яҡуб, Кифа һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Варнава менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – мәжүсиҙәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек. 10 Улар фәҡирҙәргә ярҙам итергә онотмауыбыҙҙы ғына һораны. Мин был үтенесте теүәл үтәргә тырыштым.

 

Кифаға ҡаршы сығыу

 

11 Кифа Антиохияға килгәс, мин уға асыҡтан-асыҡ ҡаршы сыҡтым, сөнки ул хаҡлы түгел ине. 12 Яҡуб янынан ҡайһы берәүҙәр килгәнгә тиклем, Петр иман ҡабул иткән мәжүсиҙәр менән бергә ашаны, ә тегеләр килгәс ул, сөннәтләү яҡлы булғандарҙан ҡурҡып, ҡаса һәм ситләшә башланы. 13 Уның менән бергә башҡа имандаш йәһүдтәр ҙә ике йөҙлөлөк күрһәтте, хатта Варнава ла улар яғына ауҙы. 14 Ә мин уларҙың Һөйөнөслө Хәбәр хәҡиҡәте буйынса хаҡ юлдан бармауҙарын күргәс, бөтөнөһө алдында Кифаға: «Һин үҙең, йәһүд була тороп, йәһүдтәрсә түгел, ә мәжүсиҙәрсә йәшәйһең. Ни өсөн һуң мәжүсиҙәрҙе йәһүдтәрсә йәшәргә мәжбүр итәһең?» – тип әйттем.

 

Иман юлы менән ҡотолоу

 

15 Беҙ тыумышыбыҙ менән йәһүд, ә гонаһлы мәжүсиҙәр түгел. 16 Шулай ҙа кешеләрҙең ҡанун талаптарын үтәп түгел, ә Ғайса Мәсихкә инаныуыбыҙ аша ғына аҡланғанлығын беләбеҙ. Шуға күрә ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Мәсихкә инаныу аша аҡланыу өсөн, Ғайса Мәсихкә инандыҡ. Ҡанун талаптарын үтәү менән генә бер кем дә аҡлана алмаясаҡ.
17 Әгәр ҙә Мәсихтәге аҡланыуға ынтылып та, үҙебеҙ үк гонаһлы булып сыҡһаҡ, Мәсихгонаһ хеҙмәтсеһе буламы ни? Улай түгел! 18 Сөнки үҙем емергән нәмәләрҙе яңынан күтәрәм икән, бының менән мин үҙемдән енәйәтсе яһайым. 19 Алла өсөн йәшәү хаҡына, ҡанун күҙлегенән ҡарағанда, мин ҡанун өсөн үлгәнмен. Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландым. 20 Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем. 21 Алла мәрхәмәтен кире ҡаҡмайым. Әгәр кеше ҡанунды үтәү юлы менән аҡланыу таба икән, Мәсих юҡҡа үлгән булып сыға.

 

3

 

Ҡанунмы, иманмы?

 

1 Эй Галатияның аҡылһыҙ кешеләре! Һеҙҙең аңығыҙҙы кем сихырланы? Ғайса Мәсих күҙ алдығыҙҙа арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған һымаҡ асыҡ баҫтырылғайны бит! 2 Һеҙҙән шуны ғына белгем килә: Алла Рухын ҡанун талаптарын үтәү аша алдығыҙмы, әллә беҙҙән ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы? 3 Һеҙ шул тиклем аҡылһыҙмы ни? Изге Рух менән башлағайнығыҙ бит, ә хәҙер маҡсатығыҙға үҙ көсөгөҙ менән өлгәшергә уйланығыҙмы? 4 Бар кисергәндәрегеҙ бушҡа булдымы ни? Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел. 5 Алла һеҙгә, Рух биреп, ҡанун үтәгәнегеҙ өсөн арағыҙҙа мөғжизәләр тыуҙырамы, әллә ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы?
6 Ибраһимды иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: «Ибраһим Аллаға ышанды, һәм бының менән ул хаҡ һаналды». 7 Ибраһимдың ысын балалары иманға таяныусылар икәнлеген аңлағыҙ. 8 Изге Яҙмала: «Алланың бүтән халыҡтарҙы иман аша аҡлаясағын алдан күреп, Ибраһимға: „Бөтөн халыҡтар ҙа һинең аша фатиха алыр“, – тип Һөйөнөслө Хәбәр белдергән», – тиелгән. 9 Тимәк, иманға таяныусылар Аллаға инанған Ибраһим менән бергә фатиха ала. 10 Ә ҡанун талаптарына ғына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында буласаҡ. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтөнөһөн дә теүәл үтәп бармаусы һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған. 11 Бер кемдең дә Алла алдында ҡанун аша аҡлана алмауы билдәле, сөнки «хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы». 12 Ҡанун иһә иманға нигеҙләнмәгән, шуның өсөн «ҡанун талаптарын үтәүсе – шул талаптар менән йәшәйәсәк». 13 Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа күтәртеп язаланған һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған бит. 14 Был Ибраһимға бирелгән фатиха Ғайса Мәсих аша башҡа халыҡтарға ла килһен һәм вәғәҙә ителгән Рухты иман аша беҙ ҙә ала алһын өсөн эшләнде.

 

Ҡанун һәм вәғәҙә

 

15 Имандаштар! Көндәлек тормоштан шундай миҫал килтерәм: хатта кеше тарафынан раҫланған васыятты ла һис кем юҡҡа сығара йәки бер ни өҫтәй ҙә алмай. 16 Вәғәҙәләр иһә Ибраһимға һәм уның нәҫеленән булғанға бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «нәҫеленән булғандарға» тип күптәр тураһында түгел, ә «нәҫеленән булғанға» тип берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара. 17 Шуны әйтергә теләйем: боронғо заманда уҡ Алла тарафынан Ибраһим менән төҙөп раҫланған килешеүҙе дүрт йөҙ утыҙ йылдан һуң сыҡҡан ҡанун ғәмәлдән сығара ла, вәғәҙәне кире ала ла алмай. 18 Әгәр ҙә мираҫ ҡанун аша икән, ул вәғәҙәгә бәйле түгел. Алла иһә уны Ибраһимға вәғәҙә аша биргән.
19 Ә ҡанун ни өсөн кәрәк һуң? Ҡанун енәйәтселек булған өсөн һуңғараҡ барлыҡҡа килгән һәм Ибраһим нәҫеленең вәғәҙә тәғәйенләнгән Кешеһе килгәнгә тиклем ғәмәлдә булған. Ҡанун фәрештәләр тарафынан аралашсы аша тапшырылған. 20 Әммә берәүгә аралашсы кәрәкмәй. Ә Алла – бер!

 

Ҡанундың маҡсаты

 

21 Улайһа, ҡанун Алланың вәғәҙәләренә ҡаршы сығамы ни? Юҡ! Әгәр ҙә беҙгә бирелгән ҡанун тере итә алһа, кешеләрҙең аҡланыуы, ысынлап та, ҡанунды үтәү аша булыр ине. 22 Әммә Изге Яҙма бөтөн донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә әйтелгән вәғәҙә иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә. 23 Ә инде ошо иман килгәнсе һәм ул асылғансы, беҙ ҡанун һағы аҫтында тотҡонлоҡта йәшәнек. 24 Шулай итеп, Мәсих килгәс иман аша аҡланыу алыр өсөн, Ул килгәнгә тиклем беҙ ҡанун тәрбиәһе аҫтында булдыҡ. 25 Ә инде иман килгәндән һуң, беҙ башҡаса тәрбиәсе ҡулы аҫтында түгелбеҙ. 26 Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары. 27 Һеҙ бөтөнөгөҙ ҙә сумдырылыу йолаһы үтеп, Мәсихкә кейендегеҙ, тип әйтеп була. 28 Хәҙер йәһүд менән йәһүд булмаған, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ. 29 Мәсихтеке икән, тимәк, һеҙ – Ибраһим тоҡомдары һәм, Алла вәғәҙәһе буйынса, вариҫтарһығыҙ.

 

 

4

 

1 Тағы шуны әйтәм: вариҫ сабый сағында бөтөн нәмәнең хужаһы булһа ла, ҡолдан бер ни менән дә айырылмай. 2 Атаһы билдәләгән ваҡытҡа тиклем ул тәрбиәселәренә һәм йорт идарасыларына буйһона. 3 Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъя менән идара итеүсе көстәр ҡоллоғонда инек. 4 Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул иһә ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған. 5 Ул ҡанун аҫтындағыларҙы ҡанундан йолоп алып, Алла балалары итеү өсөн килде. 6 Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба[2] , Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәрегеҙгә ебәрҙе. 7 Шуға күрә һин инде ҡол түгел, ә Алла балаһы. Уның балаһы булараҡ, Алла һине[3] вариҫы итеп тә билдәләне.

 

Галатия кешеләре тураһында хәстәрлек

 

8 Элек һеҙ, Алланы белмәгән саҡта, Алла тип, асылда, ялған илаһтарҙың ҡоло инеғеҙ. 9 Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ? 10 Һеҙ билдәле көндәргә, айҙарға, йылдарға һәм башҡа ваҡыт бүленештәренә әһәмиәт бирәһегеҙ. 11 Һеҙҙең өсөн һалған хеҙмәтем бушҡа ғына булманымы икән, тип борсолам.
12 Имандаштар, үтенеп һорайым, минең кеүек булығыҙ, сөнки мин дә һеҙҙең кеүек булдым. Һеҙ мине бер ни менән дә үпкәләтмәнегеҙ. 13 Ауырып китеүем сәбәпле һеҙҙә туҡталып, Һөйөнөслө Хәбәрҙе беренсе тапҡыр һеҙгә вәғәзләүемде беләһегеҙ. 14 Ауырыуым һеҙҙең өсөн һынау булһа ла, мине кире ҡаҡманығыҙ, вәғәздәремде һанға һуҡмай торманығыҙ, ә Алла фәрештәһен ҡабул иткәндәй, хатта Ғайса Мәсихтең Үҙен ҡабул иткәндәй ҡаршыланығыҙ. 15 Ул саҡтағы ҡыуанысығыҙ ҡайҙа булды һуң? Һеҙгә әйтәм, һеҙ бит хатта үҙ күҙҙәрегеҙҙе һурып алып, миңә бирергә әҙер инегеҙ. 16 Һеҙгә хәҡиҡәт асҡаным өсөн дошманығыҙға әйләндемме әллә? 17 Ҡанунға буйһоноп йәшәүегеҙҙе теләүселәр һеҙҙең турала ҡайғырталар, әммә яҡшы ниәт менән түгел, улар һеҙҙе минән айырып алып, үҙҙәре тураһында хәстәрлек күреүегеҙҙе теләйҙәр. 18 Яҡшы ниәт менән хәстәрлек күреү һәйбәт, тик мин янығыҙҙа булғанда ғына түгел, ә һәр ваҡыт шулай булһын ине. 19 Балаларым, һеҙҙең тормошоғоҙҙа Мәсих сағыла башлағанға тиклем, һеҙҙең өсөн йәнә тулғаҡ ғазаптары кисерәм. 20 Әле янығыҙҙа булырға һәм башҡасараҡ һөйләргә теләр инем, сөнки мин һеҙҙең хаҡта ишетеп, аптырауҙа ҡалдым.

 

Хәжәр менән Сараның өлгөһө

 

21 Ҡанунға буйһонорға теләүселәр, әйтегеҙ әле, һеҙ ҡанун һүҙҙәрен тыңламайһығыҙмы әллә? 22 Унда: «Ибраһимдың ике улы булған, уларҙың береһе ҡолдан, икенсеһе ирекле ҡатындан тыуған», – тип яҙылған. 23 Әммә ҡолдан тыуғаны тәбиғи рәүештә донъяға килһә, ирекле ҡатындан Алла вәғәҙәһе буйынса тыуған. 24 Бында шундай кинәйә бар: был ҡатындар ике килешеүҙе сағылдыра. Береһе Синай тауынан булып, ҡолдар тыуҙыра, ул – Хәжәр. 25 Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Иерусалимға тап килә, сөнки хәҙерге Иерусалим үҙ балалары менән ҡоллоҡта. 26 Ә күктәге Иерусалим ирекле, ул беҙҙең әсәбеҙ. 27 Изге Яҙмала былай тип яҙылған:
«Балаға уҙа алмаған, бала тапмаған ҡатын, һөйөн!
Бер ҡасан да бала табыу ғазаптарын кисермәгән ҡатын, ҡыуанып ҡысҡыр,
сөнки ире ташлаған ҡатындың балалары
ире булғаныныҡына ҡарағанда күберәк».
28 Һеҙ иһә, имандаштар, Исхаҡ кеүек, вәғәҙә буйынса тыуған балалар. 29 Әммә тәбиғи рәүештә донъяға килгәне теге ваҡытта Рух аша тыуғанды нисек эҙәрлекләгән булһа, хәҙер ҙә шулай. 30 Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән һуң? «Ҡол ҡатынды һәм уның улын ҡыуып сығар, сөнки ҡол ҡатындың улы бер ҡасан да ирекле ҡатындың улы менән бергә вариҫ булмаясаҡ». 31 Беҙ иһә, имандаштар, ҡол ҡатындың балалары түгел, ә ирекле ҡатын балалары.

 

5

 

Иреккә саҡырыу

 

1 Мәсих беҙҙе ирекле булыр өсөн азат итте, шуға күрә ныҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡабаттан ҡоллоҡҡа дусар итмәгеҙ. 2 Тыңлағыҙ, мин, Павел, һеҙгә әйтәм: әгәр сөннәткә ултыртылаһығыҙ икән, Мәсихтән һеҙгә бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ. 3 Ә сөннәтләнеүсе һәр кешенең Муса ҡанунының бөтөн талаптарын да үтәргә тейешлеген тағы бер тапҡыр раҫлайым. 4 Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡанун менән аҡларға тырышыусылар, Мәсихтән айырылдығыҙ, Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалдығыҙ. 5 Әммә беҙ Рух аша Алла алдында иман менән аҡланыуыбыҙҙы ышаныс менән көтәбеҙ. 6 Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.
7 Иманда саҡта эшегеҙ яҡшы бара ине. Хәҡиҡәткә буйһонорға һеҙгә кем ҡамасауланы? 8 Бындай ышандырыу бит һеҙгә Саҡырыусынан килмәй. 9 Аҙ ғына әсетке лә бөтөн ҡамырҙы әсетә. 10 Мин Раббыға таянып, һеҙҙең башҡа төрлө фекер йөрөтмәҫегеҙгә ышанам, ә арағыҙҙағы баш ҡатырып йөрөүселәр, кем булыуына ҡарамаҫтан, хөкөмгә дусар ителер. 11 Имандаштар, әгәр сөннәткә ултыртылыуҙың кәрәклеген әле лә вәғәзләйем икән, ни өсөн мине һаман эҙәрлекләйҙәр? Ул ваҡытта арҡысаҡ тураһында өйрәтеүем дә кәртә булып тормаҫ ине. 12 Һеҙҙең аралағы баш ҡатырып йөрөүселәрҙе сөннәтләү урынына тулыһынса бестереп ырғытһындар ине.
13 Имандаштар, һеҙ иреккә саҡырылдығыҙ, әммә һеҙҙең азатлығығыҙ тәндең нәфселәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн һылтау булмаһын, бер-берегеҙгә мөхәббәт менән хеҙмәт итегеҙ. 14 Бөтөн ҡанундың асылын бер һүҙ менән аңлатып була: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». 15 Әгәр бер-берегеҙгә йыртҡыс хайуандар кеүек этләшеүегеҙҙе дауам итәһегеҙ икән, бер-берегеҙҙе ҡырып бөтөүегеҙ бар. Һаҡ булығыҙ!

 

Рух буйынса йәшәү

 

16 Һеҙгә әйтәм: Рух буйынса йәшәһәгеҙ, гонаһлы тәбиғәт теләктәренә бирешмәҫһегеҙ. 17 Гонаһлы тәбиғәт – Рухҡа, ә Рух гонаһлы тәбиғәткә ҡаршы. Улар бер-береһенә ҡаршы тора бит, шуға күрә һеҙ үҙегеҙ теләгәндәрҙе үтәй алмайһығыҙ. 18 Һеҙҙең менән Рух етәкселек итә икән, ҡанун аҫтында түгелһегеҙ. 19 Гонаһлы тәбиғәттең ҡылған эштәре билдәле, был – фәхешлек, шаҡшылыҡ, аҙғынлыҡ, 20 ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу, 21 хөсөтлөк, эскеселек, ҡоторонҡо мәжлестәр һәм башҡа шундай яманлыҡтар. Быға тиклем дә иҫкәртә килдем, йәнә иҫкәртәм: бындай юлға баҫыусылар Алла батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ.
22 Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ, 23 баҫалҡылыҡ, тотанаҡлыҡ. Бындай сифаттарға бер ниндәй ҡанун да ҡаршы килмәй. 24 Ә Ғайса Мәсихтеке булғандар үҙҙәренең гонаһлы тәбиғәтен ынтылыштары һәм аҙғын нәфселәре менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап ҡуйҙы. 25 Рух менән йәшәйбеҙ икән, Рух буйынса эш итергә тейешбеҙ. 26 Мәғәнәһеҙ данға ынтылмайыҡ, бер-беребеҙҙең йәнен көйҙөрмәйек, бер-беребеҙҙән көнләшмәйек.

 

6

 

Бер-берегеҙгә ярҙамсыл булығыҙ

 

1 Имандаштар, берәйһе ниндәйҙер гонаһ өҫтөндә тотола икән, һеҙ, Рухҡа таяныусылар, ипле генә итеп уны төҙәтегеҙ. Әммә, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, һәр берегеҙ үҙ-үҙен күҙәтһен. 2 Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ. 3 Әгәр ҙә кемдер үҙе тураһында ысынына ҡарағанда һәйбәтерәк фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай. 4 Һәр кем үҙ эшен һынап ҡараһын, шул саҡта үҙен башҡалар менән сағыштырмайынса үҙ хеҙмәте менән ғорурлана алыр. 5 Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш бит.
6 Өйрәнеүсе өгөт-нәсихәт биреүсеһе менән булған яҡшылығын уртаҡлашһын. 7 Алданмағыҙ: Алланы алдаштырыу мөмкин түгел – кеше ни сәсһә, шуны ура. 8 Үҙенең гонаһлы тәбиғәтенә ярарға тырышып сәсеүсе – һәләкәт урыр, Рух яланында сәсеүсе Рухтан мәңгелек тормош алыр. 9 Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ. 10 Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.

 

Изге теләктәр һәм иҫкәртеүҙәр

 

11 Күрәһегеҙме, хатымдың ҙур хәрефтәр менән яҙылған өлөшөн үҙ ҡулдарым менән яҙам. 12 Тирә-яҡтағыларға тышҡы яҡтан ғына яҡшы тәьҫир ҡалдырырға теләүселәр, Мәсих арҡысағы хаҡына үҙҙәрен эҙәрлекләмәһендәр өсөн генә, һеҙҙе сөннәтле булырға мәжбүр итергә тырышалар. 13 Сөннәткә ултыртылғандар араһында ла ҡанунды тотмаусылар бар бит, әммә, һеҙҙе был йолаға дусар итеп һәм шуның менән маҡтаныр өсөн, сөннәтле булыуығыҙҙы теләйҙәр. 14 Ә минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсих арҡысағынан башҡа бер ни менән дә маҡтанғым килмәй, минең өсөн был донъя шул арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, ә мин донъя өсөн ҡаҙаҡландым. 15 Сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтләнмәүҙең дә бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, яңы зат булып яратылыу ғына мөһим. 16 Ошо ҡағиҙә буйынса йәшәгәндәргә һәм Алланың Израиль халҡына именлек һәм шәфҡәт булһын. 17 Мине бер кем дә бүтәнсә бындай ҡайғыларға һалмаһын, сөнки мин тәнемдә Ғайсаға хеҙмәт итеүемдең билдәһе булған яра эҙҙәрен йөрөтәм. 18 Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын. Амин.

 

 

 

Ефестарға

Павелдың Ефестағы имандаштарға яҙған хаты

 

 

1

 

Сәләмләү

 

1 Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан Ефес ҡалаһындағы Ғайса Мәсихкә тоғро булған изгеләргә 2 Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!

 

Ғайса Мәсих фатихалары

 

3 Беҙҙе Мәсих аша күктәге бөтөн рухи байлыҡтар менән фатихалаған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһы һәм Аллаһы данланһын. 4 Алла алдында изге һәм саф булыуыбыҙ өсөн, донъя яратылғанға тиклем үк Ул беҙҙе Мәсих аша һайлап алды һәм, беҙгә булған мөхәббәте хаҡына, 5 Ғайса Мәсих аша беҙҙе Үҙ балалары итергә алдан уҡ билдәләп ҡуйҙы. Был – Уның ихтыяры һәм маҡсаты. 6 Ул быны Үҙенең ғәзиз Улы аша беҙгә бүләк итеп биргән бөйөк мәрхәмәте маҡталһын өсөн эшләне. 7 Беҙ Мәсихтә Уның ҡаны аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ кисерелә. Бының менән Алла сикһеҙ мәрхәмәтен күрһәтте. 8 Алла беҙгә был мәрхәмәтен барлыҡ зирәклек һәм аҡыл менән бергә мул итеп бирҙе. 9 Ул, Мәсих аша тормошҡа ашырырға ҡарар иткән ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты. 10 Уның ниәте шулай: билдәләнгән ваҡыт еткәс, күктәрҙә һәм ерҙә булғандарҙың бөтөнөһөн дә Мәсихтә берләштереү. 11 Һәммәһен дә Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән Булдырыусы Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсих аша вариҫтары итеп ҡуйҙы. 12 Быны Ул беҙҙең, Мәсихкә өмөт бағлаусыларҙың тәүгеләре аша Алланың бөйөклөгө маҡталһын өсөн эшләне. 13 Һеҙ ҙә хәҡиҡәт һүҙен – һеҙгә ҡотолоу килтереүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеп, Мәсихкә инанғас, вәғәҙә ителгән Изге Рух менән Алла тарафынан Мәсих аша мөһөрләндегеҙ. 14 Ә Алла беҙҙе, Үҙенеке булғандарҙы, тулыһынса йолоп алғанға тиклем, Изге Рух – аласаҡ мираҫыбыҙға ышаныслы билдә һәм шуның аша Алланың бөйөклөгөнә маҡтау булыр.

 

Павелдың доғаһы

 

15 Шуның өсөн мин дә, һеҙҙең Раббыбыҙ Ғайсаға булған иманығыҙ һәм бөтөн имандаштарға мөхәббәтегеҙ тураһында ишетеп, 16 доғаларымда иҫкә алып, Аллаға һеҙҙең өсөн бер туҡтауһыҙ рәхмәт әйтәм 17 һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы, шөһрәтле Ата, Уны яҡшыраҡ танып белеү өсөн һеҙгә аҡыл һәм асылыш Рухы бирһен тип доға ҡылам. 18-19 Уның саҡырыуы һеҙҙә ниндәй өмөт уятҡанын, беҙҙең мираҫыбыҙҙың Алланың изге халҡы араһында ни тиклем мул һәм данлы булыуын беҙҙә, иман тотоусыларҙа, хәрәкәт итеүсе ҡеүәттең сағыштырғыһыҙ бөйөк икәнен таныуығыҙҙы теләп, Ул йөрәктәрегеҙҙе яҡтыртһын өсөн доға ҡылам. Был иң бөйөк ҡеүәт 20 Мәсих Алла тарафынан үленән терелтелеп, күктә Үҙенең уң яғына ултыртылғанда ҡулланылды. 21 Мәсих унда бөтөн етәкселәрҙән дә, хакимдарҙан, ҡеүәттәрҙән, һәр төрлө көстәрҙән дә өҫтөнөрәк, Уның исеме һәр төрлө атаҡлы исемдәр менән аталғандарҙан да был донъяла ғына түгел, киләсәк донъяла ла юғарыраҡ. 22 Алла бөтөн нәмәне лә Мәсихтең аяҡ аҫтына һалды, Уны бөтөн нәмәнән өҫтөн итеп, имандаштар берҙәмлегенә баш итеп ҡуйҙы. 23 Берҙәмлек иһә – Мәсихтең тәне, бөтөн нәмәлә лә бар нәмәне тултырып тороусы Мәсихтең тулылығы.

 

2

 

Үлемдән тормошҡа

 

1 Һеҙ яман эштәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, 2 элек һеҙ ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ. 3 Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм, булмышыбыҙ арҡаһында, беҙҙе башҡалар кеүек үк Алла асыуы көтә ине. 4 Әммә сикһеҙ шәфҡәтле Алла беҙгә ҡарата Үҙенең бөйөк мөхәббәтен күрһәтте: 5 беҙҙе, яман эштәребеҙ арҡаһында үлеләрҙе, Мәсих менән бергә терелтте. Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ. 6 Алла беҙҙе Ғайса Мәсих менән бергә үленән терелтте һәм күктәрҙә Уның йәнәшәһенән урын бирҙе. 7 Быны беҙгә ҡарата булған изгелеген һәм Үҙ мәрхәмәтенең сикһеҙ муллығын киләсәк быуаттарҙа күрһәтеү өсөн Ғайса Мәсих аша эшләне. 8 Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, ә Алла бүләге. 9 Һеҙ ҡылған эштәрҙең һөҙөмтәһе лә түгел, шуға күрә маҡтанмағыҙ. 10 Беҙҙе Алла бар итте. Уның алдан әҙерләнгән яҡшы эштәрен башҡарыу өсөн, беҙ Ғайса Мәсих аша бар ителдек.

 

Мәсихтә берләшеү

 

11 Һеҙ, тыумышығыҙ менән ҡасандыр мәжүси булғандар, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: тән йолаһын ғына үтәп, үҙҙәрен «сөннәтле» тип атаусылар һеҙҙе «сөннәтһеҙҙәр» тип йөрөтә ине. 12 Элек һеҙ Мәсихһеҙ, Израиль йәмғиәтендә булмайынса, Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә нигеҙләнгән килешеүҙән ситләтелеп, донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ. 13 Ҡасандыр Алланан алыҫ булһағыҙ ҙа, хәҙер Ғайса Мәсихтәһегеҙ, Уның ҡаны аша Аллаға яҡынайҙығыҙ. 14 Ғайса Мәсих – тыныслыҡ сығанағы. Ул бит, араларҙағы кәртәне емереп, ике яртынан бер бөтөн яһаны. Ул Үҙен ҡорбан итеп дошманлыҡты юҡ итте. 15 Ҡанун әмерҙәрен һәм ҡағиҙәләрен ғәмәлдән сығарҙы. Ул, именлек урынлаштырып, ике төркөмдән Үҙендә яңы бер халыҡ булдырҙы. 16 Ғайса Мәсих арҡысаҡтағы үлеме менән арағыҙҙағы дошманлыҡты юҡҡа сығарып, ике яҡты ла бер тәндә Алла менән татыулаштырҙы. 17 Мәсих килгәс, һеҙгә, Алланан алыҫ тороусыларға ла, Аллаға яҡын булғандарға ла, татыулыҡ тураһында Һөйөнөслө Хәбәр иғлан итте. 18 Сөнки Уның аша ике яҡ өсөн дә уртаҡ Рух менән Атабыҙ янына барыу юлы бар. 19 Тимәк, һеҙ хәҙер ят һәм килмешәк түгел, ә Алла халҡының милләттәштәре һәм Уның йорто ағзалары. 20 Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған Йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң төп ташы – Ғайса Мәсих Үҙе. 21 Был нигеҙ ташы бөтөн бинаны бергә ҡушып тора һәм бина, күтәрелә барып, РаббылаИзге Йорт булып ҡалҡыр. 22 Һеҙ ҙә башҡалар менән бергә Раббының Рухы ярҙамында Алла торлағы булып төҙөләһегеҙ.

 

3

 

Павелдың хеҙмәте

 

1 Бына шуға күрә мин, Павел, һеҙҙең, йәғни йәһүд булмағандар өсөн Ғайса Мәсих хаҡына тотҡон, Аллаға доға ҡылам. 2 Һеҙгә хеҙмәт итеү өсөн, миңә Алла мәрхәмәте менән бирелгән вазифам тураһында ишеткәнһегеҙҙер. 3 Быға тиклем ҡыҫҡаса яҙып үтеүемсә, Алла миңә серен асып, ниәтен белдерҙе. 4 Һеҙ, яҙғандарымды уҡып, Мәсихтең серенең асылын аңлауымды күҙ алдына килтерә алырһығыҙ. 5 Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла уны Изге Рух аша Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе. 6 Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар бер тәндең ағзалары, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар һәм вариҫтар.
7 Алла көсө һәм ҡеүәте аша Уның миңә биргән мәрхәмәте менән был Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу эшендә хеҙмәт итә башланым. 8 Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү, 9 бөтөн нәмәне бар иткән Алла тарафынан баштан уҡ йәшереп тотолған серҙең ғәмәлгә нисек ашырылыуын бөтөнөһөнә яҡтыртыу хөрмәте бирелде. 10 Был ниәт буйынса имандаштар берҙәмлеге аша күктәге етәкселәр менән хакимдарға Уның күп яҡлы зирәклеге мәғлүм булыр. 11 Алла тарафынан баштан уҡ билдәләнгән был мәңгелек ниәт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша тормошҡа ашырылды. 12 Беҙ Мәсихкә инаныу аша тәүәккәл һәм ышаныслы рәүештә Аллаға яҡынлаша алабыҙ. 13 Шуға күрә, һеҙҙең хаҡҡа ғазаптар сигеүемә күңелегеҙ төшмәһен, тип үтенәм. Был ғазаптар – һеҙҙең данығыҙ өсөн.

 

Мәсихтең мөхәббәте

 

14 Шуға күрә мин Атабыҙ алдында тубыҡланып доға ҡылам. 15 Күктә һәм ерҙә булған һәр ғаилә үҙенә йәшәйеште лә, исемде лә Унан ала. 16 Данлы бөйөклөгөнөң байлығы менән кешенең күңелендә Үҙ Рухы аша нығынырға ҡеүәт бирһен, 17 иман тотоуыбыҙ аша күңелдәрегеҙҙә Мәсих йәшәһен, тип доға ҡылам. Һеҙ мөхәббәттә тамыр йәйгән һәм нығынған хәлдә 18-19 Алланың бөтөн изге кешеләре менән берлектә Мәсих мөхәббәтенең иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә төшөнә алыуығыҙ һәм кеше аҡылы һыйҙыра алмаҫлыҡ был мөхәббәтте танып белеүегеҙ өсөн доға ҡылам. Шулай һеҙҙе Алланың бар тулылығы солғап алыр.
20 Беҙҙә эш итеүсе ҡеүәте менән һорағаныбыҙҙан йәки уйлағаныбыҙҙан сағыштырғыһыҙ күберәк эшләй Алыусыға, 21 имандаштар берҙәмлегендә Ғайса Мәсих аша Уға быуындан-быуынға, мәңгенән-мәңгегә дан булһын! Амин.

 

4

 

Мәсихтә берҙәм булыу

 

1 Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм. 2 Һәр ваҡыт тыйнаҡ, баҫалҡы һәм сабыр булығыҙ, бер-берегеҙҙе мөхәббәт менән кисерегеҙ. 3 Рух биргән берҙәмлекте именлек бәйләнештәре менән нығытып һаҡларға тырышығыҙ. 4 Алла һеҙҙе саҡырған өмөт бер генә булған кеүек, һеҙ бөтөнөгөҙ бер тән һәм Рух та бер. 5 Раббы – бер, иман – бер, һыуға сумдырылыу – бер. 6 Алла – бер, Ул барыһының да Атаһы. Ул барыһынан да өҫтөн, барыһы аша эш итә һәм һәр кемдең булмышында бар.
7 Мәсих һәр беребеҙгә һәләтте Үҙе билдәләгәнсә бирҙе. 8 Шуның өсөн Изге Яҙмала: «Юғарыға күтәрелеп, әсирҙәрҙе әйҙәп, кешеләргә бүләк өләште», – тип әйтелгән. 9 Ә «юғарыға күтәрелеп» тигәне «Мәсих ерҙең иң түбән урындарына ла төшкәйне» тигән мәғәнә бирә. 10 Ул иң түбәнгә төштө, ләкин, Үҙе менән бөтөн ғаләмде тултырыу өсөн, бар күктәрҙән дә юғарыраҡ күтәрелде. 11 Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы. 12 Алланың изге халҡын хеҙмәт итеүгә әҙерләү, Мәсих тәнен – имандаштар берҙәмлеген – үҫтереү өсөн эшләне Ул быны. 13 Был төҙөлөш бөтөнөбөҙ ҙә иманда һәм Алла Улын танып белеүҙә берҙәм булғанға тиклем дауам итәсәк. Шулай итеп, беҙ барыбыҙ ҙа рухи яҡтан камиллашҡан һәм булмышыбыҙ менән Мәсих кимәленә еткән кешеләр булырбыҙ. 14 Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ. 15 Киреһенсә, хәҡиҡәт тураһында һөйөү менән һөйләп, Уға, тәндең Башы булған Мәсихкә, ярашлы рәүештә һәр яҡтан үҫәйек. 16 Уның аша тәндең һәр ағзаһы, бер-береһен беркетеүсе һеңерҙәр ярҙамында тоташып һәм берләшеп, үҙенә тейешле эш башҡарғанда, бөтөн тән үҫә һәм үҙ-үҙен мөхәббәттә үҫтерә.

 

Мәсихтәге яңы тормош

 

17 Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ. 18 Уларҙың, үҙһүҙле һәм бәғерһеҙ булғанлыҡтан, аңдары томаланған. Улар Алланы белмәй, белергә лә теләмәй һәм Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгән. 19 Улар, намыҫтарын юғалтып, аҙғынлыҡҡа бирелгән һәм ҡомһоҙланып һәр төрлө боҙоҡлоҡтар ҡыла. 20 Ә һеҙ Мәсих тураһында икенсе нәмәләр өйрәнгәйнегеҙ бит. 21 Һеҙ, әлбиттә, Уның тураһында ишеткәнһегеҙҙер һәм хәҡиҡәттең Ғайсала нисек булыуын өйрәнгәнһегеҙҙер. 22 Ялған нәфсе менән мауығып, аҙғынлыҡ юлынан барған элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып, 23 фекер рәүешегеҙ һәм рухығыҙ яңырһын, 24 һәм Алла сүрәтендә яратылған, дөрөҫлөктә ғәҙел һәм изгелекле яңы кешегә әйләнегеҙ.
25 Беҙ бер тәндең ағзалары булғанға күрә, һәр кем ялғанды кире ҡағып, үҙ яҡынына дөрөҫлөктө генә һөйләһен. 26 Асыулы сағығыҙҙа ла гонаһ ҡылмағыҙ, ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын. 27 Үҙ тормошоғоҙҙа Иблискә урын ҡалдырмағыҙ. 28 Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә мохтаждарға ярҙам күрһәтер өсөн үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын. 29 Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ. 30 Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки йолоп алып ҡалыу көнө өсөн һеҙ Уның тарафынан мөһөр менән билдәләнгәнһегеҙ. 31 Әсенеү, ярһыу, асыу, ҡысҡырыу, яман теллелек һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан баш тартығыҙ. 32 Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ, Алла һеҙҙе Мәсих аша кисергән кеүек, бер-берегеҙҙе кисерегеҙ.

 

5

 

«Яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ»

 

1 Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға тырышығыҙ. 2 Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе. 3 Алланың изге халҡы кеүек йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ, һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. 4 Оятһыҙ, аңһыҙ, шулай уҡ төртмә һүҙҙәр һөйләгәнсе, Аллаға рәхмәт ҡылығыҙ. 5 Шуны белегеҙ: бер ниндәй аҙғын да, шаҡшы ла, ҡомһоҙ (йәғни ялған илаһтарға табыныусылар) ҙа кеше Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай.
6 Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде. 7 Ундайҙар менән бергә булмағыҙ. 8 Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер, Раббыныҡы булғанға, яҡтылыҡһығыҙ. Артабан да яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ. 9 Яҡтылыҡ[1] емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора. 10 Раббыға хуш килгән нәмәләрҙе айыра белегеҙ. 11 Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ. 12 Ундайҙарҙың йәшерен рәүештә ҡылғандары тураһында һөйләргә лә оят. 13 Ләкин бөтөн йәшерен нәмәләр ҙә яҡтылыҡта фаш ителә, 14 ә яҡтылыҡта асылған бар нәмә үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә:
«Йоҡоға талған кеше, уян һәм
үленән терел!
Һине Мәсих балҡытыр!» – тип әйтелгән.
15 Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ. 16 Ваҡытығыҙҙы яҡшы эштәр башҡарыу өсөн файҙаланығыҙ, сөнки яман заманда йәшәйбеҙ. 17 Шуға күрә аңһыҙ булмағыҙ һәм Раббы ихтыярын аңлағыҙ. 18 Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ. 19 Бер-берегеҙ менән мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм Изге Рух менән илһамландырылған йырҙар аша аралашығыҙ, күңелегеҙҙә Раббыны данлап йырлағыҙ, 20 бөтөн нәмә өсөн дә һәр ваҡыт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме аша Атабыҙ Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.

 

Ҡатындар һәм ирҙәр

 

21 Мәсихкә ихтирам йөҙөнән бер-берегеҙгә буйһоноғоҙ. 22 Ҡатындар, ирҙәрегеҙгә Раббыға буйһонған кеүек буйһоноғоҙ, 23 сөнки Мәсих имандаштар берҙәмлегенең Башы булған кеүек, ир – ҡатынының башы, Мәсих иһә Үҙ тәне булған берҙәмлектең ҡотҡарыусыһы. 24 Имандаштар берҙәмлеге Мәсихкә буйһонған кеүек, ҡатындар ҙа һәр тарафтан ирҙәренә буйһонһон.
25 Ирҙәр, Мәсих берҙәмлекте яратҡан һәм Уның өсөн Үҙен ҡорбан иткән кеүек, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ. 26 Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы. 27 Быны Ул имандаштар берҙәмлеген бөтә шөһрәтендә, бер ниндәй тапһыҙ, йыйырсыҡһыҙ һәм башҡа төрлө етешһеҙлектәре булмаған, йәғни изге һәм кәмселекһеҙ итеп Үҙенең алдына килтереү өсөн эшләне. 28 Шулай уҡ ирҙәр үҙ тәнен нисек ярата, ҡатынын да шулай яратырға тейеш. Ҡатынын яратҡан ир үҙен ярата. 29 Бер кем дә бер ҡасан да үҙ тәненә нәфрәтле булмай, киреһенсә, Мәсих берҙәмлекте хәстәрләгән кеүек, туҡландыра һәм ҡайғырта. 30 Беҙ бит – Уның тәненең ағзалары. 31 Шуға күрә «ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар». 32 Бының сере бөйөк: был һүҙҙәрҙе мин Мәсихкә һәм имандаштар берҙәмлегенә ҡарата әйтәм. 33 Шулай итеп, һеҙҙең һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын иһә ирен хөрмәт итһен.

 

6

 

Балалар һәм атай-әсәйҙәр

 

1 Балалар, атай-әсәйҙәрегеҙгә Раббы теләгәнсә итәғәтле булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә. 2 «Атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт» – был Алла тарафынан бирелгән беренсе әмер. Ә әмергә өҫтәлгән вәғәҙәһе шул: 3 «шулай эшләһәң, һинең өсөн яҡшы булыр һәм ерҙә оҙон ғүмерле булырһың». 4 Ә һеҙ, атайҙар, балаларығыҙҙың күңелен ҡыймағыҙ, Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп, уларҙы тәрбиәле итеп үҫтерегеҙ.

 

Ҡолдар һәм хужалар

 

5 Ҡолдар, Мәсихкә итәғәтле булған кеүек, ерҙәге хужаларығыҙға ла ихтирамлы рәүештә һәм ҡурҡыу аша ихлас күңелдән итәғәтле булығыҙ. 6 Һеҙ быны кеше алдында күрһәтеү өсөн ярамһаҡланыусылар кеүек түгел, ә ысын күңелдән, Алла ихтыярын үтәп, Мәсихтең ҡолдары булараҡ башҡарығыҙ. 7 Кешеләргә түгел, ә Раббыға хеҙмәт иткән кеүек тырышлыҡ күрһәтегеҙ. 8 Раббының һәр кемгә – ҡолға ла, ирекле кешегә лә эшләгән яҡшылыҡтары өсөн әжер бирәсәген беләһегеҙ. 9 Һеҙ ҙә, хужалар, ҡолдарға ҡарата шундай уҡ мөғәмәләлә булығыҙ, янауҙарҙан тыйылығыҙ. Һеҙҙең дә, уларҙың да Хужаһы күктә булыуын беләһегеҙ, ә Уның өсөн иһә бөтөнөһө лә бер тигеҙ.

 

Рухи ҡоралдар

 

10 Тағы ла шуны өҫтәп әйтәм: Раббы менән тығыҙ бәйләнештә булыуығыҙ аша, Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ. 11 Иблистең мәкерле ниәттәренә ҡаршы тора алыу өсөн Алланың бөтөн төр ҡоралдарына кейенегеҙ. 12 Беҙ кешеләргә ҡаршы түгел, ә ошо донъя ҡараңғылығының етәкселәренә, хакимдарына, хужаларына һәм күктәге шаҡшы рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ. 13 Ҡара көндәрҙә дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеп, бөтөнөһөн еңгәнгә тиклем бирешмәҫ өсөн, Алла ҡоралдарының бөтөн төрҙәренә кейенегеҙ. 14 Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлектең тимер кейемен кейеп, сафҡа тороғоҙ. 15 Именлек тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүгә әҙерлегегеҙҙе аяҡ кейеме итеп кейегеҙ. 16 Ҡулдарығыҙҙа һәр саҡ иман ҡалҡанын тотоғоҙ, уның ярҙамында Иблистең утлы уҡтарын һүндерә алырһығыҙ. 17 Ҡотҡарыуҙы тимер башлыҡ итеп кейегеҙ һәм Рух ҡылысын – Алла һүҙен алығыҙ.
18 Һәр төрлө доға һәм үтенес менән изге Рухтың көсө аша һәр ваҡыт Аллаға мөрәжәғәт итегеҙ. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн даими рәүештә, арымай-талмай доға ҡылығыҙ. 19 Һөйөнөслө Хәбәрҙең серен тәүәккәл белдереүемде теләп, һөйләгән саҡта кәрәкле һүҙҙәр табылып торһон тип, минең өсөн дә доға ҡылығыҙ. 20 Доғаларығыҙҙа мин тотҡонлоҡта ла Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына илселек итеп, тейешенсә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй алыуымды һорағыҙ.

 

Сәләмдәр һәм изге теләктәр

 

21 Минең хәлдәрем һәм эштәрем тураһында ҡәҙерле имандашыбыҙ һәм Раббы хеҙмәтендә тоғро хеҙмәттәшебеҙ Тихик барыһын да һөйләп бирер. 22 Беҙҙең хаҡта хәбәрҙар булыуығыҙ һәм күңелдәрегеҙҙе йыуатһын өсөн, мин Тихикты янығыҙға ебәрәм. 23 Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән имандаштарыбыҙға именлек һәм иманлы мөхәббәт булһын. 24 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын[2] .

 

 

 

Филиптарға

Павелдың Филиптағы имандаштарға яҙған хаты

 

 

1

 

Сәләмләү

 

1 Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Павел менән Тимофейҙан Филиптағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтеке булған бар изгеләргә сәләм. 2 Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!

 

Доға ҡылыу

 

3 Һеҙҙе иҫкә төшөргән һайын, мин Аллама рәхмәттәр уҡыйым, 4 бөтөнөгөҙ өсөн ҡылған доғаларымды һәр ваҡыт ҙур шатлыҡ менән башҡарам, 5 сөнки тәүге көндән башлап бөгөнгә тиклем Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа ҡатнашаһығыҙ. 6 Тормошоғоҙҙа изгелекле эш башлаған Алла уны Ғайса Мәсих килгән көнгә тиклем тамамлар, тип ышанам. 7 Миңә һеҙҙең бөтөнөгөҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ. 8 Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит. 9 Мөхәббәтегеҙ белемдә лә, тәрән аң-зиһендә лә артҡандан-арта барһын тип доға ҡылам. 10 Һеҙҙең иң яҡшыларҙы һайлап ала белеүегеҙ, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булыуығыҙ, 11 Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерегеҙ, тип доға ҡылам.

 

Мәсих – ул йәшәү

 

12 Имандаштар, минең менән булған хәлдәрҙең дә Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа файҙа килтергәнен белеүегеҙҙе теләйем. 13 Һөҙөмтәлә Мәсих хаҡына тотҡонда булыуым ҡайсар һаҡсыларына ла, башҡаларға ла мәғлүм булды. 14 Ә имандаштарыбыҙҙың күбеһе, тотҡонда булыуымды белеп, Раббыға ҡарата ышаныстары нығынды, Алла һүҙен тағы ла ҡыйыуыраҡ, ҡурҡмайынса вәғәзләй башланылар.
15 Әйтергә кәрәк, ҡайһы берәүҙәр Мәсихте көнләшеү һәм сәм арҡаһында вәғәзләһә, икенселәре иһә был эште яҡшылыҡ ҡылыу ниәте менән башҡара. 16 Былары, минең Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлау өсөн Алла тарафынан төрмәгә бикләнгәнемде белеп, мөхәббәткә таянып эш итә. 17 Тәүгеләре иһә ысын күңелдән түгел, ә көнләшеп, төрмәләге хәлемде ауырайтыу өсөн Мәсихте вәғәзләй. 18 Әммә уның әһәмиәте юҡ. Мәсихте нисек кенә вәғәзләмәһендәр, ике йөҙлөлөк менәнме, ихласмы – мин быға ҡыуанам һәм ҡыуанасаҡмын ғына, 19 сөнки беләм: әлеге хәлем һеҙҙең доғаларығыҙ һәм Ғайса Мәсих Рухының ярҙамы менән миңә ҡотолорға булышлыҡ итер. 20 Бер ниндәй хәл дә мине хурлыҡҡа төшөрә алмауына, һәр ваҡыттағыса хәҙер ҙә ҡыйыу булырыма һәм тормошомда ла, үлемемдә лә, һәм, ғөмүмән, минең менән нимә генә булмаһын, Мәсихте данларыма өмөтләнәм һәм шул ваҡытты ашҡынып көтәм. 21 Минең өсөн йәшәү – ул Мәсих, ә үлем – табыш. 22 Әгәр ҙә йәшәүем менән емештәрҙе мулыраҡ биреүемде дауам итә алам икән, был осраҡта ҡайһыныһын һайлаясағымды белмәйем. 23 Мин ике юл сатында торам. Был донъяны ҡалдырып, Мәсих менән бергә булырға тигән теләгем бар, һәм был күпкә яҡшыраҡ. 24 Әммә һеҙҙең өсөн минең был донъяла ҡалыуым мөһимерәк. 25 Быға ныҡ инанғанлыҡтан, һеҙҙең менән ҡалып, имандағы уңышығыҙ һәм ҡыуанысығыҙ хаҡына барығыҙ менән бергә булырмын. 26 Янығыҙға ҡабат килгәндә, һеҙ минең өсөн Ғайса Мәсихтә тағы ла нығыраҡ ғорурлана аласаҡһығыҙ.
27 Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә иман хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын. 28 Бер ниндәй осраҡта ла үҙегеҙгә ҡаршы булған кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ: был – уларға һәләкәт, ә һеҙҙең өсөн ҡотолоу билдәһе. Был – Алла эше, 29 сөнки һеҙгә Мәсих хаҡына иман тотоу ғына түгел, ә Уның өсөн ғазаптар сигеү ҙә бирелде. 30 Һеҙ мин алып барған көрәште үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ, ишетеп тә тораһығыҙ һәм, шулай уҡ, көрәшәһегеҙ.

 

2

 

Мәсихкә оҡшап күндәм булыу

 

1 Әгәр Мәсих аша күңел күтәренкелеге табаһығыҙ икән, әгәр Уның мөхәббәте шатлыҡ килтерә икән, әгәр һеҙҙә Рух уртаҡлығы, шәфҡәтлелек һәм миһырбанлылыҡ бар икән, 2 минең ҡыуанысымды тулыландырығыҙ: бер фекерҙә булығыҙ, мөхәббәтегеҙҙе уртаҡ итеп, бер маҡсат һәм бер ниәт менән йәшәгеҙ. 3 Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ. 4 Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен. 5 Бер-берегеҙгә ҡарата уй-фекерҙәрегеҙ Ғайса Мәсихтеке кеүек булһын.
6 Ул булмышы менән илаһи булһа ла,
Аллаға тиң булырға ынтылманы,
7 бар өҫтөнлөктәренән Үҙ теләге менән баш тартып,
ҡол рәүешендә, беҙҙең кеүек булып,
кеше ҡиәфәтендә йәшәне.
8 Үҙенең үлеменә тиклем,
ул ғына ла түгел, арҡысаҡтағы үлемендә лә
Үҙ-Үҙен түбән ҡуйҙы һәм тыңлаусан булды.
9 Шуға күрә Алла тарафынан
Ул барыһынан да юғары күтәрелде,
Уға бөтөн исемдәрҙән бөйөгөрәк исем бирелде:
10 Ғайса исеме алдында
күктәгеләрҙең, ерҙәгеләрҙең һәм
ер аҫтындағыларҙың бөтөнөһө лә теҙләнһен,
11 Атабыҙ Алланың даны хаҡына
һәр тел Ғайса Мәсихте Раббы тип таныһын.

 

«Донъялағы яҡтыртҡыс кеүек балҡырһығыҙ»

 

12 Ҡәҙерлеләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, янығыҙҙа булмағанда ла һәр саҡ тыңланығыҙ. Хәҙер иһә, бигерәк тә үҙегеҙҙең ҡотолоу хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ. 13 Эшмәкәрлегегеҙ өсөн Алла Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк тә, һәләт тә тыуҙыра. 14 Һәр нәмәне зарланмай һәм бәхәсләшмәй генә башҡарығыҙ. 15 Шул саҡта ғына аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында ғәйепһеҙ, Алланың саф һәм кәмселекһеҙ балалары булып, донъяла яҡтыртҡыс кеүек балҡырһығыҙ. 16 Мәсих килер көндә көс һалыуым һәм хеҙмәтем юҡҡа булмаған икән тип ғорурлана алыуым өсөн тормош һүҙен вәғәзләгеҙ. 17 Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта үҙ йәнемде бирһәм дә, мин ҡыуанам һәм бөтөнөгөҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам. 18 Һеҙ ҙә шулай уҡ ҡыуанығыҙ һәм ҡыуанысымды уртаҡлашығыҙ.

 

Тимофей менән Епафродит

 

19 Раббы Ғайса ярҙамы менән тиҙҙән һеҙгә Тимофейҙы ебәрермен тип өмөт итәм. Уның аша хәлдәрегеҙҙе белешеп, мин дә һеҙҙең кеүек үк күңелемде тынысландырыр инем. 20 Һеҙҙең хаҡта уның кеүек ихлас күңелдән хәстәрлек күреүсе башҡа бер кемем дә юҡ. 21 Башҡалар, Ғайса Мәсихкә инаныуға ҡарағанда, үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра. 22 Тимофейҙың тоғролоғо иһә һеҙгә билдәле: ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа миңә үҙ атаһына хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итте. 23 Шуға күрә, әлеге хәлемдең нисек булырын белгәс тә, уны шунда уҡ һеҙҙең янға ебәрермен тип өмөтләнәм. 24 Үҙемдең дә тиҙҙән янығыҙға барып етеүемдә Раббының мөмкинлек биреренә ышанам.
25 Мин мохтажлыҡ кисергәндә һеҙ ярҙамға ебәргән имандашым һәм хеҙмәттәшем, көрәштәшем Епафродитты кире ҡайтарыуҙы кәрәкле тип табам. 26 Сөнки ул барығыҙҙы ла һағына, һәм, ҡаты ауырыуы тураһында ишетеүегеҙҙе белгәс, ныҡ күңелһеҙләнде. 27 Епафродит, ысынлап та, ныҡ ауырып китте, хатта үлем хәлендә ине. Тик, ҡайғы өҫтөнә ҡайғы булһын тип, Алла тарафынан уға ғына түгел, миңә лә мәрхәмәт күрһәтелде. 28 Шуға ла мөмкин тиклем тиҙерәк ҡайтарып ебәрәм, уны яңынан күреп һеҙ ҙә ҡыуанырһығыҙ, минең дә ҡайғым кәмер. 29 Һеҙ уны, Раббылағы имандашығыҙ булараҡ, оло шатлыҡ менән ҡабул итегеҙ һәм уның кеүектәргә хөрмәт күрһәтегеҙ. 30 Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды.

 

3

 

Саф иман

 

1 Имандаштарым, инде шуны әйтәм, Раббыныҡы булғанығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ. Бер үк нәмәләр тураһында яҙыу миңә мәшәҡәт тыуҙырмай, ә һеҙҙе был күп бәләләрҙән һаҡлар. 2 Эт кеүектәрҙән һаҡланығыҙ! Яуызлыҡ ҡылыусыларҙан һаҡланығыҙ! Дөрөҫ булмаған сөннәтләүҙе талап итеүселәрҙән һаҡланығыҙ! 3 Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Мәсих менән ғорурланыусылар. 4 Мин үҙем дә ундай йолаларға таяна алыр инем. Әгәр башҡа берәү тән йолаларына таянырға теләй икән, минең быға нигеҙем нығыраҡ. 5 Мин тыуғас, һигеҙенсе көндә үк сөннәткә ултыртылғанмын, Израиль халҡынанмын, Вениамин нәҫеленәнмен, еврейҙарҙан тыуған евреймын, ҡанун буйынса фарисей[1] , 6 ашҡынып Мәсих берҙәмлеген эҙәрлекләнем, ҡанун талаптарын үтәү буйынса намыҫым да таҙа булды.
7 Элек үҙем өсөн табыш тип һанаған нәмәләрҙең, Мәсих аша, юғалтыу икәнлеген аңланым хәҙер. 8-9 Улай ғына ла түгел, Раббым Ғайса Мәсихте танып белеүҙе мин берҙән-бер табыш тип һанайым һәм башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә юғалтыу тип уйлайым. Мәсихкә эйә булыу һәм Унда үҙемде табыу өсөн, мин бар нәмәне лә сүп-сарға иҫәпләп, уларҙан Мәсих хаҡына баш тарттым. Минең хаҡлығым ҡанунды үтәүгә түгел, ә Мәсихкә булған иманым, Алланан килгән хаҡлығыма нигеҙләнгән. 10 Мин Мәсихтең Үҙен танырға, Уның үленән терелеү ҡөҙрәтен белергә, ғазаптарын уртаҡлашырға һәм үлем мәленә тиклемге Мәсихкә оҡшарға, 11 һәм нисек тә булһа үленән терелеүгә өлгәшергә өмөтләнәм.

 

Маҡсатҡа ынтылыу

 

12 Барыһына ла өлгәштем йәки камиллаштым тип әйтмәйем, әммә Ғайса Мәсих миңә эйә булған һымаҡ, мин дә быларҙың барыһына ла эйә булырға тырышам. 13 Имандаштар, мин маҡсатыма өлгәштем тип һанамайым. Ә бары тик үткәнемде онотоп алға ынтылам, 14 бүләк алыу өсөн маҡсатыма – күктәге тормошҡа ашҡынам. Унда Алла беҙҙе Ғайса Мәсих аша саҡырҙы. 15 Шуға ла, арабыҙҙан рухи яҡтан үҫешкәндәр, шундай уҡ фекерҙә булайыҡ. Әгәр берәй нәмә тураһында башҡаса фекер йөрөтһәгеҙ, Алла уны һеҙгә асып бирер. 16 Беҙ өлгәшкәндәребеҙ буйынса фекер йөрөтөргә һәм шулар буйынса артабан йәшәргә тейешбеҙ.
17 Имандаштар, минән өлгө алығыҙ һәм беҙ күрһәткән өлгө буйынса йәшәүселәргә иғтибар итегеҙ. 18 Күптәр Мәсихтең арҡысағына дошман булып йәшәйҙәр бит. Был хаҡта мин һеҙгә байтаҡ һөйләнем, хәҙер хатта күҙ йәштәрем аша әйтәм. 19 Уларҙың аҙағы – һәләкәт, уларҙың аллаһы – тамаҡ, улар ояла торған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай. 20 Беҙҙең төйәгебеҙ иһә күктә. Ҡотҡарыусыны, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте беҙ күктән көтәбеҙ. 21 Ул беҙҙең көсһөҙ тәнебеҙҙе үҙгәртер һәм, Үҙенә бөтөн нәмәне буйһондора алырлыҡ ҡеүәте менән Үҙенең шөһрәтле тәненә оҡшаш итер.

 

4

 

Өгөт-нәсихәттәр

 

1 Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һағынған имандаштарым, шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, ҡәҙерлеләрем! 2 Еводия менән Синтихияның – икеһенең дә Раббыныҡы булыуҙары хаҡына татыулашыуҙарын теләйем. 3 Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Климент һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит. 4 Раббыла һәр нәмәнән ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм, ҡыуаныс табығыҙ! 5 Башҡаларға яғымлы булыуығыҙ бөтөн кешеләргә лә билдәле булһын. Раббы яҡынлаша. 6 Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ. 7 Шулай булһа, һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсих менән берлектә һаҡлар. 8 Тағы ла, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ. 9 Минән өйрәнгән, отоп алған һәм ишетеп-күргәндәрегеҙҙең барыһын да башҡарығыҙ, шул ваҡытта именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.

 

Бүләктәр өсөн рәхмәт белдереү

 

10 Һеҙҙең минең хаҡта яңынан ҡайғырта башлауығыҙға мөмкинлек тыуғанға Раббыға рәхмәтлемен. Әлбиттә, һеҙ элек тә минең хаҡта хәстәрлек күрергә теләнегеҙ, әммә мөмкинлегегеҙ сикле ине. 11 Был хаҡта мин мохтажлығым булғандан әйтмәйем, сөнки булғаны менән ҡәнәғәтләнергә өйрәндем. 12 Мин фәҡирлектә лә, муллыҡта ла йәшәй беләм: туҡмынмы йәки асмынмы, баймынмы, ярлымынмы – һәр ваҡыт һәм төрлө хәлдәрҙә лә ҡәнәғәт булырға өйрәндем. 13 Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсих аша барыһын да булдыра алам. 14 Шулай ҙа минең хәсрәттәремде уртаҡлашып һеҙ яҡшы эшләнегеҙ.
15 Һеҙ үҙегеҙ, Филипта йәшәүселәр, беләһегеҙ, Һөйөнөслө Хәбәр таратып Македониянан киткәс, һеҙҙән башҡа бер генә имандаштар берҙәмлегенән дә хеҙмәтем өсөн матди ярҙам алманым. 16 Һеҙ иһә, ихтыяжымды ҡәнәғәтләндереү өсөн, хатта Фессалоникала булған сағымда ла бер нисә тапҡыр ярҙам ебәрҙегеҙ. 17 Быны мин бүләк өмөт иткәндән әйтмәйем, ә Алла алдында табыштарығыҙҙың һеҙҙең файҙаға ишәйеүен генә теләйем. 18 Мин бөтөнөһөн дә, хатта артығы менән алдым. Епафродит аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан. 19 Аллам һеҙҙең бар ихтыяждарығыҙҙы Ғайса Мәсих аша данлы байлығынан ҡәнәғәтләндерәсәк! 20 Атабыҙ Аллаға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.

 

Сәләмләүҙәр

 

21 Ғайса Мәсих аша Алланың изге халҡының һәр береһен сәләмләгеҙ. Минең менән бергә булған имандаштарыбыҙ һеҙҙе сәләмләй. 22 Һеҙҙе бөтөн имандаштар, бигерәк тә ҡайсар һарайында хеҙмәт итеүселәр сәләмләй. 23 Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.

 

 

 

Колосстарға

Павелдың Колосстағы имандаштарға яҙған хаты

 

 

1

 

1 Алланың ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан һәм имандашыбыҙ Тимофейҙан 2 Колосста йәшәүсе Алланың изге халҡына. Һеҙгә, Ғайса Мәсихкә тоғро булған имандаштарыма, Атабыҙ Алланан мәрхәмәт һәм именлек булһын!

 

Рәхмәт доғаһы

 

3 Һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылғанда Аллаға, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһына, һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ, 4 сөнки Ғайса Мәсихкә иманығыҙ һәм бөтөн Алланың изге халҡына булған мөхәббәтегеҙ тураһында ишеттек. 5 Һеҙҙең иманығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ һеҙ өмөтләнгән һәм күктә һеҙҙең өсөн һаҡланған бүләккә нигеҙләнгән. Һеҙ был турала хәҡиҡәт һүҙендә – Һөйөнөслө Хәбәрҙә ишеттегеҙ. 6 Һеҙгә килгән Һөйөнөслө Хәбәр, Алла мәрхәмәтенең ғәмәлдә нисек булыуын ишетеп аңлаған көнөгөҙҙән башлап арағыҙҙа нисек булған булһа, бөтә донъяла ла шулай уңыш килтерә һәм тарала бара. 7 Алланың мәрхәмәте тураһында һеҙ яратҡан хеҙмәттәшебеҙ Епафрастан ишеттегеҙ. Ул Мәсихтең һеҙҙең хаҡҡа тоғро хеҙмәтсеһе. 8 Рухтан килгән мөхәббәтегеҙ тураһында ла беҙгә ул хәбәр итте.
9 Шуға күрә ошо хәбәрҙе ишеткән көндән башлап беҙ ҙә, Изге Рух тарафынан бирелгән зирәклек һәм бар аң менән Алла ихтыярын тулыһынса танып белеүегеҙҙе теләп, һеҙҙең хаҡҡа үтенеүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамайбыҙ. 10 Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, бөтөн эштәрегеҙҙе Раббыға лайыҡлы рәүештә ҡылыуығыҙ һәм Уның күңеленә ятышлы булып йәшәүегеҙ өсөн доға ҡылабыҙ. 11 Бөтә ауырлыҡтар алдында түҙемле һәм сабыр булыуығыҙ өсөн, Уның данының ҡөҙрәте менән нығытылырһығыҙ. 12 Беҙҙе яҡтылыҡ батшалығында Алланың изге халҡының мираҫынан өлөш алыуға хаҡлы иткәнгә, Атабыҙға ҡыуанып рәхмәт әйтегеҙ. 13 Ул беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан ҡотҡарҙы һәм Үҙенең ҡәҙерле Улының батшалығына алып инде. 14 Беҙ Уның Улы аша ҡотҡарылдыҡ, гонаһтарыбыҙ кисерелде.

 

Мәсих һәм Уның хеҙмәте

 

15 Күҙгә күренмәҫ Алла Мәсих ҡиәфәтендә күҙгә күренде. Ул яратылған бөтөн тереклектәрҙән дә алдараҡ бар ине. 16 Күктә һәм ерҙә булған, күренгән һәм күренмәгән нәмәләрҙең барыһын да Ул Үҙе яратҡан: етәксе көстәр ҙә, ҡеүәттәр ҙә, башлыҡтар ҙа, хакимдар ҙа – бөтөнөһө лә Уның аша һәм Уның өсөн яратылған. 17 Мәсих бар нәмәнән дә алдараҡ бар булған һәм бөтөн нәмә Уға таяна. 18 Ул – тәндең башы, тән иһә – Уға инаныусылар берҙәмлеге. Ул – бөтөн нәмәлә лә беренсе булыу өсөн башланғыс, үлеләрҙән тәүге булып терелгән. 19 Алла Үҙенең бөтә тулылығы менән Унда йәшәүҙе, 20 Уның арҡысаҡта түгелгән ҡаны аша тыныслыҡ урынлаштырып, ерҙә һәм күктә булған бөтә нәмәне Уның аша Үҙе менән татыулаштырыуҙы ҡулай күрҙе.
21 Һеҙҙе лә, уйҙарығыҙ һәм яман эштәрегеҙ арҡаһында ҡасандыр Алланан алыҫ торған һәм дошман булғандарҙы, 22 әле Үҙе алдында изге, кәмселекһеҙ һәм ғәйепһеҙ тормош алып барған итеп ҡуйыу өсөн, Улының кеше тәнендәге үлеме аша Үҙе менән татыулаштырҙы. 23 Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Павел, Уның хеҙмәтсеһе булдым.

 

Павелдың имандаштар берҙәмлегенә хеҙмәт итеүе

 

24 Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең, Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам. 25 Мин Алла ҡушыуы буйынса имандаштар берҙәмлеге хеҙмәтсеһе булдым. Алла һүҙен тулыһынса вәғәзләү өсөн, был эш миңә Уның тарафынан һеҙҙең хаҡҡа йөкмәтелде. 26 Был һүҙ быуаттар буйы быуындан быуынға бөтөн нәҫелдәрҙән йәшерелеп килгән сер ине, хәҙер иһә Алланың изге халҡына асылды. 27 Алла уларға был серҙең ни тиклем бай һәм бөйөк булыуын бөтә халыҡтар араһында белдерергә теләне. Сер шунда: Мәсих – һеҙҙә, Ул – Алла данын уртаҡлашыр өсөн өмөтөгөҙ! 28 Беҙ тик Мәсих тураһында ғына вәғәзләйбеҙ. Һәр кемде Мәсихтә рухи яҡтан үҫтереп, Алла алдына ҡуйыу өсөн, һәр береһенә бар зирәклегебеҙ менән нәсихәт бирәбеҙ һәм өйрәтәбеҙ. 29 Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө менән бергә көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.

 

 

2

 

1 Һеҙҙең һәм Лаодикиялағы имандаштар хаҡына, шулай уҡ мине йөҙгә белмәгәндәр хаҡына ниндәй көрәш алып барыуымды белеүегеҙҙе теләйем. 2 Мин быны, улар мөхәббәттә берләшеп, рухтарының күтәрелеүе һәм тулыһынса танып белеүҙең бөтә байлығына эйә булыуҙары өсөн эшләйем. Шул рәүешле улар Алланың серен – Мәсихте танып белер. 3 Мәсихтә зирәклек менән белемдең бөтөн хазиналары йәшеренгән. 4 Быны мин берәйһе һеҙҙе матур һүҙҙәр менән юлдан яҙҙырмаһын өсөн әйтәм. 5 Тәнем менән янығыҙҙа булмаһам да, йәнем менән янығыҙҙамын, һеҙҙәге тәртипте һәм Мәсихкә булған иманығыҙҙың ныҡлығын күреп ҡыуанам.

 

Мәсихтәге яңы тормош

 

6 Ғайса Мәсихте Хужа итеп ҡабул иткәнһегеҙ икән, Уның менән берлектә йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ. 7 Унда тамыр йәйеп һәм төпләнеп, үҙегеҙгә өйрәтелгән иман буйынса нығынығыҙ һәм һәр ваҡыт бар күңелегеҙҙән рәхмәтле булығыҙ. 8 Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсих менән түгел, ә кешеләрҙең риүәйәттәренә һәм донъяның идара итеүсе көстәренә таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында ҡол итмәһен. 9 Алла бөтөн тулылығы менән Мәсихтә кәүҙәләнеп йәшәй. 10 Бөтөн етәкселәрҙең һәм хакимдарҙың башы булған Мәсихтә һеҙгә лә тулы тормош бирелгән. 11 Мәсихтә булып, һеҙ кеше ҡулы менән башҡарылған сөннәт менән түгел, ә Мәсих сөннәте менән сөннәтләндегеҙ. Шуның менән һеҙ гонаһлы тәбиғәт хакимлығынан азат ителдегеҙ. 12 Һыуға сумдырылған саҡта Уның менән бергә ерләндегеҙ һәм, Уны үленән терелткән Алланың ҡөҙрәтенә ышаныу арҡаһында, Уның менән бергә терелдегеҙ. 13 Һеҙ гонаһтарығыҙ һәм сөннәтле булмауығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, ә Алла, бөтөн гонаһтарыбыҙҙы кисереп, һеҙҙе Мәсих менән бергә терелтте. 14 Ул Үҙенең талаптары менән беҙгә ҡаршы булған бурыстарыбыҙ исемлеген юйҙы һәм, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, бөтөнләй юҡҡа сығарҙы. 15 Етәкселәрҙе һәм хакимлыҡ итеүселәрҙе көсөнән яҙҙырып хурлыҡҡа ҡалдырҙы һәм Мәсих аша улар өҫтөнән тантана итте.
16 Шулай итеп, ризыҡ йәки эсемлек, йәки ниндәй булһа ла байрам, йә яңы ай, йә шәмбе көндәрен нисек тотоуығыҙ өсөн бер кем дә һеҙҙе хөкөм итмәһен. 17 Былар барыһы ла киләсәктә була торғандың күләгәһе генә, ә бөгөнгө ысынбарлыҡ – Мәсихтә. 18 Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе хөкөм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә. 19 Ул Мәсихтең, тимәк, тәндең Башын тотмай. Ә бөтөн тән Баштан башлана һәм быуындары, тарамыштары менән үҙ-ара беркетелеп, нығытылып, Алла ҡушыуы буйынса үҫә.

 

Мәсих менән бергә үлеү һәм иманлы йәшәү

 

20 Мәсих менән бергә үлеп, донъяның идара итеүсе көстәренән ҡотолғанһығыҙ икән, ни өсөн һаман ошо донъяның кешеләре кеүек уларҙың ҡағиҙәләренә буйһонаһығыҙ: 21 «Ҡағылма», «Татыма», «Теймә»? 22 Былар файҙаланылғандан һуң юҡҡа сыға, ул ҡағиҙәләрҙе һәм тәғлимәттәрҙе бары тик кеше уйлап сығарған. 23 Был ҡағиҙәләр тышҡы яҡтан үҙҙәре булдырған тәҡүәлектә, яһалма тыйнаҡлыҡта һәм тәнгә ҡарата аяуһыҙлыҡта зирәк тойолһа ла, кешенең гонаһлы дәртенә ҡаршы тора алмайҙар.

 

 

3

 

1 Тимәк, һеҙ Мәсих менән бергә терелгәнһегеҙ икән, күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда иһә Мәсих Алланың уң яғында ултырған. 2 Уйҙарығыҙҙы ерҙәге нәмәләргә түгел, ә күктәге нәмәләргә йүнәлтегеҙ, 3 сөнки һеҙ үлдегеҙ, ә яңы тормошоғоҙ Мәсих менән бергә Аллала йәшеренгән. 4 Һеҙҙең тормошоғоҙ – Мәсих, Ул килгәндә һеҙ ҙә Уның данын уртаҡлашып, Уның менән бергә килерһегеҙ.

 

Иҫке һәм яңы тормош

 

5 Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ. 6 Бына ошолар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алла асыуы төшә лә инде. 7 Быларҙы эшләгәндә ҡасандыр һеҙ ҙә шундай йәшәү рәүеше алып бара инегеҙ. 8 Ә хәҙер быларҙың бөтөнөһөнән дә: асыуҙан да, ярһыуҙан, уҫаллыҡтан, яман теллелектән, әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙән дә ҡотолоғоҙ. 9 Бер-берегеҙгә ялған һөйләмәгеҙ, һеҙ ҡылған ғәмәлдәрегеҙ менән элекке йәшәү рәүешегеҙҙе кейемегеҙҙе сискәндәй сисеп ташланығыҙ 10 һәм яңы кеше булып кейендегеҙ. Яңы кешене булдырыусы Алла, Үҙе тураһында тулыһынса белдереү өсөн, һеҙҙе һәр ваҡыт Үҙенә оҡшаш итеп үҙгәртеп тора. 11 Шуға күрә инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, вәхшиҙәр һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.
12 Шуға ла һеҙ, Алла тарафынан һайланған кешеләр, Уның изгеләре һәм ҡәҙерлеләре булараҡ, шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр булығыҙ. 13 Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ. Мәсих һеҙҙе кисергән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе кисерегеҙ. 14 Был сифаттарҙың бөтөнөһөнә лә мөхәббәт өҫтәгеҙ, ул, барыһын да берләштереп, камиллыҡҡа еткерәсәк. 15 Йөрәктәрегеҙҙә Мәсих именлеге хакимлыҡ итһен. Һеҙ, бер тәндең ағзалары булып, тап ошо именлеккә саҡырылдығыҙ ҙа инде. Рәхмәтле булығыҙ! 16 Мәсих һүҙе һеҙҙә муллыҡ менән урынлашһын, бер-берегеҙҙе бөтөн зирәклек менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт итегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтаулы шиғырҙар һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ. 17 Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һөйләһәгеҙ ҙә – бөтөнөһөн дә Раббы Ғайса исеменә таянып, Уның аша Атабыҙ Аллаға шөкөр итеп эшләгеҙ.

 

Яңы тормошта шәхси мөнәсәбәттәр

 

18 Ҡатындар, Раббыға инаныусыларҙа ҡабул ителгәнсә, ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. 19 Ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ һәм уларға ҡарата ҡырыҫ булмағыҙ. 20 Балалар, бөтөн нәмәлә лә атай-әсәйҙәрегеҙҙе тыңлағыҙ, сөнки был Раббыға ҡыуаныс килтерә. 21 Атайҙар, балаларығыҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһен өсөн, уларҙы рәнйетмәгеҙ.
22 Ҡолдар, донъялағы хужаларығыҙға бөтөн нәмәлә лә буйһоноғоҙ, ярамһаҡтар кеүек күҙ буяу өсөн генә түгел, ә Алланан ҡурҡып, ысын күңелдән хеҙмәт итегеҙ. 23 Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, а кешеләр өсөн түгел, ә Раббы өсөн эшләгән кеүек ихлас күңелдән башҡарығыҙ. 24 Раббынан бүләккә мираҫ алырығыҙҙы беләһегеҙ, шуға күрә һеҙ Раббы Мәсихкә хеҙмәт итәһегеҙ. 25 Дөрөҫ эшләмәүселәр ҡылған хаҡһыҙлығы өсөн тейешен аласаҡ, Раббыға бөтөнөһө лә бер тигеҙ.

 

4

 

1 Хужалар, күктәрҙә үҙегеҙҙең дә Хужағыҙ барлығын иҫтә тотоп, ҡолдарығыҙға ҡарата намыҫлы һәм ғәҙел мөнәсәбәттә булығыҙ.

 

Өгөт-нәсихәттәр

 

2 Уяу булығыҙ, шөкөр итеп доға ҡылып тороғоҙ. 3 Мәсихтең сере тураһында хәбәр итеү өсөн Алла беҙгә ишек асһын тип, беҙҙең хаҡҡа ла доға ҡылығыҙ, мин шул хәбәр өсөн тотҡонлоҡтамын. 4 Минең кешеләргә ул серҙе тейешенсә аса алыуымды теләп, доға ҡылығыҙ. 5 Ят кешеләр менән, ваҡытты дөрөҫ файҙаланып, аҡыллы рәүештә мөғәмәлә итегеҙ. 6 Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс булһын, һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ.

 

Сәләмдәр

 

7 Минең турала һеҙгә ҡәҙерле имандашыбыҙ, тоғро хеҙмәтсе һәм Раббы эшендә хеҙмәттәшем Тихик барыһын да һөйләп бирер. 8 Мин уны һеҙгә хәлебеҙҙе хәбәр итеү маҡсаты менән һәм күңелдәрегеҙҙе йыуатыу өсөн ебәрәм. 9 Уны тоғро һәм ҡәҙерле имандашыбыҙ, яҡташығыҙ Онисим менән бергә ебәрәм. Улар бындағы хәлдәр тураһында бөтөнөһөн дә һеҙгә һөйләр. 10 Минең менән бергә тотҡонда булған Аристарх та, Варнаваның ике туғаны Марк та (уның тураһында, әгәр янығыҙға килһә, ҡабул итегеҙ, тигән әмер алдығыҙ) сәләм ебәрә. 11 Һеҙҙе Иуст ҡушаматлы Ғайса ла сәләмләй. Улар миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр. 12 Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Эпафрас та сәләм тапшыра. Һеҙ Алланың тулы ихтыярынса рухи йәһәттән үҫешкән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә ул. 13 Мин уның һеҙҙең хаҡҡа, шулай уҡ Лаодикия менән Иераполдәге имандаштар хаҡына бик ауыр хеҙмәт башҡарыуына шаһитмын. 14 Һеҙгә ҡәҙерле табип Лука менән Димас та сәләм тапшыра. 15 Лаодикиялағы имандаштарыбыҙға, шулай уҡ Нимфаға, уның өйөндә йыйыла торған берҙәмлеккә лә сәләм әйтегеҙ.
16 Был хатты уҡығас, уны Лаодикиялағы берҙәмлеккә лә тапшырығыҙ, унда ла уҡыһындар. Лаодикияға ебәрелгән хатты иһә үҙегеҙ ҙә уҡығыҙ. 17 Архипҡа: «Иғтибарлы бул! Раббынан ҡабул иткән хеҙмәтте аҙағына тиклем үтә», – тип еткерегеҙ.
18 Был сәләмде мин, Павел, үҙ ҡулым менән яҙам. Минең тотҡонда икәнлегемде онотмағыҙ. Мәрхәмәт һеҙҙең менән булһын.

 

 

1 Фессалоникаларға

Павелдың Фессалоникалағы имандаштарға яҙған беренсе хаты

 

 

1

 

1 Фессалоникалағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтеке булғандарға Павелдан, Силуандан һәм Тимофейҙан хат. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!

 

Фессалоникаларҙың тормошо һәм иманы

 

2 Беҙ һәр ваҡыт, доғаларыбыҙҙа һеҙҙе иҫкә алып, бөтөнөгөҙ өсөн дә Аллаға рәхмәттәр әйтәбеҙ. 3 Һеҙҙең иманлы эштәрегеҙҙе, мөхәббәт менән һуғарылған хеҙмәтегеҙҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә өмөт бағлап ныҡ тороуығыҙҙы Атабыҙ Алла алдында һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотабыҙ. 4 Имандаштар, Алла һеҙҙе ярата, Уның һеҙҙе һайлап алғанын беҙ беләбеҙ, 5 сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Алла ҡөҙрәте, Изге Рух һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнлегебеҙҙе беләһегеҙ. 6 Һәм һеҙ, беҙҙе һәм Раббыны өлгө итеп алып, күп ғазаптар кисерһәгеҙ ҙә, был Хәбәрҙе Изге Рухтан килгән ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттегеҙ. 7 Шулай итеп, һеҙ Македония һәм Ахаия өлкәләрендә йәшәүсе бөтөн иман тотоусыларға өлгө булдығыҙ.
8 Раббы һүҙе һеҙҙең аша Македония һәм Ахаия өлкәләрендә ишетелде, ул ғына ла түгел, һеҙҙең Аллаға булған иманығыҙ тураһында ла һәр ерҙә билдәле. Шулай булғас, өҫтәп нимәлер һөйләүҙең кәрәге лә юҡ. 9-10 Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ ысын Аллаға хеҙмәт итеү һәм күк батшалығынан Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды, Ул беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ.

 

2

 

Павелдың Фессалоникалағы хеҙмәте

 

1 Һеҙ үҙегеҙ беләһегеҙ бит, имандаштар, янығыҙға барып килеүебеҙ файҙаһыҙ булманы. 2 Белеүегеҙсә, бынан алда Филипта ғазап сигеп мәсхәрә аша үтһәк тә, беҙ, Аллабыҙҙан ҡыйыулыҡ алып, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, Һөйөнөслө Хәбәрҙе һеҙгә еткерҙек. 3 Беҙҙең саҡырыуҙа яңылышлыҡ та, ҡара ниәт тә, ялған да юҡ. 4 Һөйләгәндә кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаусы һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып эш итәбеҙ. 5 Белеүегеҙсә, алдығыҙҙа беҙ бер ҡасан да ярамһаҡланманыҡ, үҙ мәнфәғәтебеҙҙән сығып эш итмәнек. Алла Үҙе шаһит! 6 Кешеләрҙән – һеҙҙән дә, башҡаларҙан да данлау көтмәнек. 7 Мәсихтең илселәре булараҡ, үҙебеҙҙең абруйҙы тулыһынса файҙалана ала инек, ләкин, әсә кеше үҙ сабыйҙарына ҡарата хәстәрлекле булған кеүек, беҙ ҙә һеҙгә ҡарата яғымлылыҡ һаҡланыҡ. 8 Һеҙ беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булғанлыҡтан, һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен еткереү генә түгел, ғүмеребеҙҙе бирергә лә әҙер инек. Һеҙҙе шул тиклем ныҡ яраттыҡ.
9 Һеҙ иһә, имандаштар, беҙҙең ниндәй хеҙмәт һәм көс һалыуыбыҙҙы хәтерләйһегеҙ: һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен таратҡан саҡта, берегеҙгә лә ауырлыҡ һалмаҫҡа тырышып, көнө-төнө эшләнек. 10 Һеҙҙең – иман тотоусылар алдында, үҙебеҙҙе ни тиклем намыҫсан, ғәҙел һәм эскерһеҙ тотоуыбыҙға һеҙ ҙә, Алла Үҙе лә шаһит. 11 Атай кеше үҙ балаларына нисек булһа, беҙҙең дә һәр берегеҙгә ҡарата шулай булғанлығыбыҙҙы беләһегеҙ, 12 Үҙ батшалығына һәм данына саҡырыусы Аллаға лайыҡ булырлыҡ итеп йәшәргә өндәп, ышандырып, һеҙҙе өгөтләп йөрөнөк.
13 Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара. 14 Имандаштар, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтең Йәһүҙиәлә урынлашҡан Алла берҙәмлектәре кеүек булдығыҙ, сөнки, улар йәһүдтәрҙән яфа сиккән кеүек, һеҙ ҙә үҙ милләттәштәрегеҙҙән ыҙа күрҙегеҙ. 15 ЙәһүдтәрРаббы Ғайсаны ла, пәйғәмбәрҙәрҙе лә үлтерҙе, беҙҙе лә ҡыуып ебәрҙеләр. Улар Аллаға ла ярамай, кешеләрҙең дә барыһына ла ҡаршы. 16 Беҙ, ҡотола алһындар өсөн, мәжүсиҙәргә аңлатырға тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай, шуның өсөн дә улар үҙ гонаһтарының үлсәмен һәр ваҡыт ишәйтә бара һәм Алла нәфрәте улар өҫтөндә ята.

 

Павелдың даны һәм шатлығы

 

17 Ә беҙ, имандаштар, аҙ ғына ваҡытҡа айырылышып торһаҡ та, күңелдәребеҙ менән гел бергә булдыҡ һәм күрешергә ҙур теләк менән ынтылып торҙоҡ. 18 Янығыҙға барырға теләнек. Мин, Павел, үҙем дә бер нисә тапҡыр һеҙҙең янға барырға ынтылдым, ләкин Иблис беҙгә ҡамасауланы. 19 Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни? 20 Һеҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм ҡыуанысыбыҙ бит.

 

 

3

 

1 Шуға күрә көтөп тора алманыҡ, Афинала үҙебеҙ генә ҡалырға булдыҡ, 2-3 һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытыу, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимофейҙы һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. 4 Беҙ янығыҙҙа булған саҡта уҡ эҙәрлекләүҙәргә дусар буласағыбыҙ хаҡында әйткәйнек. Белеүегеҙсә, шулай булды ла. 5 Шуға күрә мин артабан да көтөп тора алманым, Иблистең ҡотҡоһона бирешмәнегеҙме, хеҙмәтебеҙ юҡҡа ғына булмағанмы, тигән хәүеф менән һеҙҙең иманығыҙ тураһында белешергә Тимофейҙы ебәрҙем.
6 Ә хәҙер Тимофей янығыҙҙан ҡайтты, иманығыҙ һәм һөйөүегеҙ тураһында, шулай уҡ беҙҙең хаҡта һәр ваҡыт яҡшы иҫтәлектәр йөрөтөүегеҙ, беҙҙең кеүек үк осрашырға теләүегеҙ тураһында яҡшы хәбәр алып килде. 7 Был хәбәрҙе ишеткәс, имандаштар, үҙебеҙ кисергән бөтөн мохтажлыҡтарға һәм ғазаптарға ҡарамаҫтан, һеҙҙең иманығыҙ менән йыуандыҡ. 8 Һеҙҙең Раббыла ныҡ тороуығыҙ беҙгә йәшәргә дәрт өҫтәй. 9 Һеҙҙең арҡала Аллабыҙ алдында кисергән ҡыуаныстарыбыҙ өсөн Уға ниндәй генә рәхмәттәр әйтәйек икән! 10 Һеҙҙең менән осрашыу һәм иманығыҙҙа етешмәгән нәмәләрҙе биреү өсөн көнө-төнө доға ҡылабыҙ.
11 Атабыҙ Алла Үҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса һеҙҙең янға барыр юлыбыҙҙы турайтһын. 12 Беҙҙең һеҙгә булған мөхәббәтебеҙ кеүек, Раббыбыҙ һеҙҙең дә бер-берегеҙгә һәм барлыҡ кешеләргә ҡарата булған һөйөүегеҙҙе көсәйтһен һәм арттырһын. 13 Раббыбыҙ Ғайса үҙенең бөтөн изгеләре менән килгән саҡта, Атабыҙ Алла алдында һеҙ саф һәм изге булһын өсөн, Раббы йөрәктәрегеҙҙе нығытһын[1] .

 

4

 

Алла теләгәнсә йәшәү

 

1 Артабан, имандаштар, Алла ҡәнәғәт булырлыҡ итеп нисек йәшәргә кәрәклеге тураһында өйрәтеүебеҙҙе ҡабул иткәндән һуң, һеҙ шулай йәшәйһегеҙ. Әммә һеҙҙән Ғайса Мәсих хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ, 2 сөнки Ғайса Мәсих исеменән ниндәй бойороҡтар биреүебеҙҙе беләһегеҙ. 3 Алла һеҙҙең изге булыуығыҙҙы, аҙғынлыҡҡа юл ҡуймауығыҙҙы теләй, 4 һәр береһе үҙ тәнен изге һәм саф итеп һаҡлаһын, 5 Алланы белмәгән мәжүсиҙәр кеүек аҙғын нәфсегә юл ҡуймағыҙ. 6 Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы барлыҡ бындай эштәр өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек. 7 Алла беҙҙе шаҡшылыҡҡа түгел, ә изгелеккә саҡырҙы бит. 8 Шулай итеп, алда әйтелгәндәрҙе ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға.
9 Имандаштарығыҙҙы яратыу тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, сөнки Алла һеҙҙең үҙегеҙҙе бер-берегеҙҙе яратырға өйрәтте, 10 һәм һеҙ бөтөн Македонияла йәшәгән имандаштарығыҙҙы яратаһығыҙ бит. Имандаштар, үтенеп һорайбыҙ, бер-берегеҙҙе тағы ла нығыраҡ яратһағыҙ ине. 11 Беҙ ҡушҡанса, тырышлыҡ һалып тыныс йәшәгеҙ, үҙ эшегеҙ менән шөғөлләнегеҙ һәм эшегеҙҙе үҙ ҡулдарығыҙ менән башҡарығыҙ. 12 Шулай итһәгеҙ, ят кешеләр алдында ихтирам ҡаҙанырһығыҙ һәм бер кемдә лә мохтажлыҡ кисермәҫһегеҙ.

 

Раббының килеүе

 

13 Имандаштар, һеҙ өмөтһөҙ кешеләр кеүек ҡайғырмаһын өсөн, үлем йоҡоһона талғандар тураһында белеүегеҙҙе теләйем. 14 Беҙ Ғайсаның үлгәненә һәм үленән терелеүенә ышанабыҙ икән, Ғайса иманында үлем йоҡоһона талғандарҙың Алла тарафынан Уның менән бергә килтереләсәге лә дөрөҫ. 15 Беҙ әле әйтәсәк һүҙҙәр – Раббы һүҙҙәре: беҙ, иҫәндәр – Раббы килгәнгә тиклем йәшәйәсәк кешеләр – үлем йоҡоһона талғандарҙан алдараҡ була алмаҫбыҙ. 16 Бойороҡ ишетелгәндә, баш фәрештәнең саҡырыуы һәм Алла борғоһоноң тауышы аҫтында күктән Раббы Үҙе төшәсәк һәм Мәсихкә ышаныу менән үлгәндәр беренсе булып тереләсәк. 17 Шунан һуң беҙ, бында иҫән ҡалғандар, һауала Раббыны ҡаршылау өсөн, улар менән бергә болоттарҙа һауаға алынасаҡбыҙ һәм Раббы менән һәр ваҡыт бергә буласаҡбыҙ. 18 Бер-берегеҙҙе ошо һүҙҙәр менән тынысландырығыҙ.

 

5

 

Өгөтләү һүҙҙәре

 

1 Был хәлдәрҙең ҡасан һәм ҡайһы ваҡытта буласағы тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, имандаштар, 2 сөнки һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ. 3 Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл ғоманлы ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ. 4 Әммә һеҙ ҡараңғылыҡта түгел, имандаш туғандар, был көн һеҙгә көтмәгәндә баҫып ингән ҡараҡ һымаҡ килмәйәсәк. 5 Һеҙ бөтәгеҙ ҙә яҡтылыҡ һәм көн балалары, беҙ төн һәм ҡараңғылыҡ балалары түгел. 6 Шуға күрә башҡалар кеүек йоҡлап ятмайыҡ, уяу һәм айыҡ булайыҡ. 7 Йоҡлаусылар төндә йоҡлай, эскеселәр төндә эсеп иҫерешә. 8 Ә беҙ, көн балалары булараҡ, айыҡ булайыҡ, иман һәм мөхәббәтте – тимер кейем, ә ҡотолоуға өмөтөбөҙҙө тимер башлыҡ итеп кейәйек. 9 Алла беҙҙе Үҙенең асыуына дусар итеү өсөн түгел, ә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләне. 10 Беҙ иҫән булһаҡ та, үлем йоҡоһона талһаҡ та, Уның менән бергә йәшәй алыуыбыҙ өсөн Ул Үҙен ҡорбан итте. 11 Шуның өсөн бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм, әлеге һымаҡ уҡ өгөтләп, ышаныс өҫтәгеҙ.

 

Нәсихәттәр һәм сәләмләүҙәр

 

12 Имандаштар, арағыҙҙа тырышып хеҙмәт итеүселәрҙе, берҙәмлек менән Раббы исеменән етәкселек итеүсе һәм өгөт-нәсихәт биреүселәрҙе хөрмәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ. 13 Хеҙмәттәре өсөн уларға айырыуса оло ихтирам күрһәтегеҙ һәм уларҙы яратығыҙ; үҙ-ара тыныс йәшәгеҙ. 14 Имандаштар, һеҙҙән һорайбыҙ, эшләмәй ултырғандарға аҡыл өйрәтегеҙ, ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ. 15 Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ; һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ.
16 Һәр ваҡыт көр күңелле булығыҙ, 17 гел доға ҡылығыҙ. 18 Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, рәхмәтле булығыҙ: һеҙгә, Ғайса Мәсихтекеләргә, Алла ихтыяры шундай. 19 Изге Рухты томаламағыҙ. 20 Пәйғәмбәрлек һүҙҙәренә кәмһетеп ҡарамағыҙ. 21 Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ. 22 Һәр төр яуызлыҡтан ары йөрөгөҙ.
23 Алла Үҙе именлек сығанағы, һеҙҙе тулыһынса изгеләштерһен. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килеүгә бөтөн булмышығыҙ: рухығыҙ ҙа, йәнегеҙ ҙә, тәнегеҙ ҙә саф көйө һаҡланһын. 24 Һеҙҙе Саҡырыусы быны эшләйәсәк, сөнки Ул тоғро.
25 Имандаштар, беҙҙең хаҡҡа доға ҡылығыҙ. 26 Бар имандаштарығыҙҙы изге үбеү менән сәләмләгеҙ. 27 Раббы исеме менән талап итәм: был хатты барлыҡ имандаштарға ла уҡығыҙ.
28 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.

 

 

 

2 Фессалоникаларға

Павелдың Фессалоникалағы имандаштарға яҙған икенсе хаты

 

 

1

 

1 Фессалоникалағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтеке булғандарға Павелдан, Силуандан һәм Тимофейҙан хат. 2 Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!

 

Раббының ғәҙел хөкөм менән киләсәге

 

3 Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә. 4 Шунлыҡтан, әле кисергән бөтөн эҙәрлекләүҙәр һәм бөтөн ғазаптар эсендә ҡаҡшамауығыҙ һәм һаҡлап ҡалынған тоғролоғоғоҙ өсөн Алла берҙәмлектәренең барыһы алдында ла һеҙҙең менән маҡтанабыҙ. 5 Быларҙың барыһы ла Алла хөкөмөнөң ғәҙел икәнлеген күрһәтә, һөҙөмтәлә һеҙ Алла батшалығына инергә лайыҡлы тип һаналырһығыҙ, шуның өсөн ғазаптар кисерәһегеҙ ҙә инде. 6 Алла ғәҙел: Ул һеҙҙе ғазаптарға дусар итеүселәргә яза бирер, 7-8 ә һеҙгә, яфа сигеүселәргә, беҙҙең менән бергә шатлыҡ бүләк итер. Был Раббы Ғайса күктән Үҙенең ҡеүәтле фәрештәләре менән ут ялҡынында килгәнендә һәм Алланы һанға һуҡмаған, Раббы Ғайса тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ҡолаҡ һалмаған кешеләрҙе язаға тарттырғанында булыр. 9 Улар, Раббы янынан һәм Уның бөйөк ҡөҙрәтенән ситләтелеп, язаға, мәңгелек һәләкәткә дусар ителер. 10 Раббы Үҙенең изгеләренән дан алыу, Үҙенә инанғандарҙың барыһынан да маҡтау ҡабул итеү өсөн килгән көндә һеҙ ҙә улар араһында булырһығыҙ, сөнки беҙ һөйләгән хәбәргә ышандығыҙ.
11 Шуға күрә беҙ, Алла һеҙҙе Үҙе саҡырған мәңгелек тормошҡа лайыҡлы итһен, имандан килгән һәр яҡшы ниәтегеҙҙе Үҙенең көсө менән бойомға ашырһын тип, һеҙҙең өсөн гел доға ҡылабыҙ. 12 Шулай итеп, Раббы Ғайса һеҙҙең аша данланыр, һәм һеҙ үҙегеҙ ҙә Уның аша данланырһығыҙ. Был Аллабыҙ һәм Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте аша булыр.

 

2

 

Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе тураһында

 

1 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүе һәм Уның янына тупланыуыбыҙға килгәндә, имандаштар, үтенеп һорайбыҙ: 2 Раббының көнө етеүе тураһында Рухтан килгән кеүек тойолған хәбәргә лә, кемдер әйткән һүҙгә лә, йәнәһе беҙҙән тип еткерелгән хатҡа ла ышана һалып, аҡылығыҙҙы юғалтмағыҙ һәм борсолмағыҙ. 3 Бер кемгә лә бер нисек тә башығыҙҙы бутарға юл ҡуймағыҙ: сөнки тәүҙә кешеләр Алланан баш тартып, шунан Аллаға ҙур ҡаршылыҡ булмайынса һәм һәләкәткә дусар ителгән ҡанунһыҙлыҡ кешеһе килмәйенсә, Раббы көнө етмәйәсәк. 4 Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтөн нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла Йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер. 5 Мин һеҙҙең янығыҙҙа булғанда, шул турала һөйләгәнде хәтерләмәйһегеҙме ни? 6 Үҙ ваҡытын көтөп, билдәле булыуҙан уны нимә тотҡарлағанын һеҙ инде беләһегеҙ. 7 Ҡанунһыҙлыҡтың йәшерен көсө хәрәкәттә инде, ләкин уны тотҡарлаусы юлдан алынмайынса, был көс бойомға ашмаясаҡ. 8 Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны Үҙенең тыны менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер. 9 Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе Иблис тәьҫире менән килер, ул ҡеүәтле көс, ялған билдәләр һәм мөғжизәләр күрһәтер, 10 төрлө яуыз ялғандар файҙаланыр. Ул быларҙы үҙҙәрен ҡотҡара алырлыҡ хәҡиҡәтте яратыуҙан ваз кисеп, кире ҡағыу арҡаһында һәләкәткә дусар ителгәндәргә ҡарата ҡулланыр. 11 Алла уларға ныҡ яңылышыуҙар ебәрер һәм улар ялғанға ышаныр, 12 шул арҡала, хәҡиҡәткә ышанмайынса, ғәҙелһеҙлектән кинәнеүселәр бөтөнөһө лә хөкөм ителер.

 

Ҡотҡарылыу өсөн һайланылғандар

 

13 Беҙ иһә һеҙҙең өсөн, Раббының ҡәҙерлеһе булған имандаштар, һәр ваҡыт Аллаға рәхмәтле булырға тейешбеҙ, сөнки Рухтың һеҙҙе изге итеүе һәм хәҡиҡәткә ышаныуығыҙ аша ҡотҡарыу өсөн Алла һеҙҙе тәүҙән һайланы. 14 Беҙ һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша Алла һеҙҙе Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең шөһрәтенә өлгәшеү өсөн саҡырҙы. 15 Шуға күрә, имандаштар, ныҡ тороғоҙ, беҙ һеҙгә һөйләгән йәки хаттар аша өйрәткәндәрҙе тотоғоҙ.
16 Беҙгә мөхәббәтен күрһәткән, мәрхәмәте менән мәңгелек йыуатыу һәм яҡты өмөт биргән Раббы Ғайса үҙе һәм Атабыҙ Алла 17 һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе йыуатһын, һәр төрлө яҡшы һүҙҙәр һөйләргә һәм изге эштәр башҡарырға ҡеүәт бирһен.

 

3

 

Доға ҡылырға саҡырыу

 

1 Тағы ла шул, имандаштар, Раббы хәбәре башҡа ерҙәрҙә лә һеҙҙәге кеүек үк тиҙ таралһын һәм ихтирам ителһен, тип беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ, 2 боҙоҡ һәм яуыз кешеләрҙән арыныуыбыҙ өсөн дә доға ҡылығыҙ, сөнки бөтөн кешеләр ҙә иманлы түгел бит. 3 Ә Раббы тоғро, Ул һеҙгә ҡеүәт өҫтәр һәм һеҙҙе Иблистән һаҡлар. 4 Беҙ ҡушҡандарҙы башҡарыуығыҙға һәм киләсәктә лә үтәүегеҙгә Раббы беҙгә ышаныс бирә. 5 Ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе Алланы яратыуға һәм Мәсих кеүек ҡаҡшамаҫ булыуға йүнәлтһен.

 

Ялҡаулыҡ тураһында иҫкәртеү

 

6 Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ. 7 Нисек йәшәргә кәрәклекте беҙҙең өлгө буйынса үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән йәшәгән саҡта ялҡауланманыҡ, 8 бер кемдең икмәген дә бушлай ашаманыҡ, берегеҙгә лә йөк булмаҫ өсөн, көнө-төнө эшләнек, көс түктек, 9 талап итергә хаҡыбыҙ булмаған кеүек түгел, ә беҙгә эйәреп эшләгеҙ тип, һеҙгә өлгө күрһәттек. 10 Янығыҙҙа булған сағыбыҙҙа уҡ, кем эшләргә теләмәй, шул ашамай, тигән бойороҡ бирҙек. 11 Беҙ ҡайһы берҙәрегеҙҙең эшләргә теләмәүе, ялҡауланыуы, фәҡәт кеше эшенә ҡыҫылып көн үткәреүе тураһында ишетеп торабыҙ бит. 12 Ундайҙарға беҙ, үҙ ризыҡтарын үҙҙәре баш баҫып эшләп тапһындар тип, Раббы Ғайса Мәсих исеменән талап итәбеҙ һәм өндәйбеҙ. 13 Һеҙ иһә, имандаштар, яҡшылыҡ эшләүҙән арымағыҙ.
14 Әгәр ҙә берәйһе был хатҡа яҙылған һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, ул кешегә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ һәм, уға оят булып китһен өсөн, уның менән аралашмағыҙ. 15 Ләкин ул кешене дошман тип иҫәпләмәгеҙ, ә имандашығыҙ һымаҡ иҫкәртегеҙ.

 

Сәләмдәр

 

16 Раббы Үҙе – именлек сығанағы, һеҙгә һәр ваҡыт һәм һәр төрлө эштә именлек бирһен. Раббы бөтөнөгөҙ менән бергә булһын. 17 Мин, Павел, был хаттың минән икәнлеген күрһәтеү өсөн, башҡа хаттарҙағы кеүек үк, сәләмләү һүҙҙәрен үҙ ҡулдарым менән яҙам. 18 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте барығыҙ менән дә булһын.

 

 

1 Тимофейға

Павелдың Тимофейға яҙған беренсе хаты

 

 

1

 

1 Ҡотҡарыусыбыҙ Алла һәм өмөтөбөҙ Ғайса Мәсихтең әмере буйынса Ғайса Мәсих илсеһе Павелдан 2 ысын имандаш улым Тимофейға хат. Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт, именлек булһын.

 

Ялған тәғлимәттәрҙән иҫкәртеү

 

3 Македония өлкәһенә киткән саҡта, мин һиңә Ефеста ҡалып, ялған тәғлимәт өйрәтеүселәрҙе тыйыуыңды һорағайным. 4 Улар осһоҙ-ҡырыйһыҙ шәжәрәләрҙә соҡсоноп һәм уйҙырма хәбәрҙәр таратып йөрөүҙән туҡтаһын, сөнки былар барыһы ла бәхәс кенә тыуҙыра һәм Алла ниәтен иман аша тормошҡа ашырырға ҡамасаулай. 5 Өгөтләүемдең маҡсаты – саф йөрәктән, таҙа намыҫтан һәм эскерһеҙ имандан килгән мөхәббәтте тыуҙырыу. 6-7 Ҡайһы бер кешеләр барыһын да ситкә ҡуйып, ҡанун өйрәтеүсе булырға ынтылды, ни һөйләгәндәрен дә, ни раҫлағандарын да белмәй, буш хәбәр һөйләүгә күсте. 8 Беҙ иһә ҡанундың һәйбәт икәнлеген беләбеҙ, тик уны дөрөҫ ҡулланырға кәрәк. 9 Ҡанун тәҡүә кешеләр өсөн сығарылмаған, ул ҡанунһыҙҙар һәм буйһонмаусылар, Алланы һанға һуҡмаусылар һәм гонаһлылар, динһеҙҙәр һәм изге нәмәләргә битарафтар, ата-әсәһенә ҡул күтәреүселәр, кеше үлтереүселәр, 10 фәхешлек ҡылыусылар, ирҙәр менән енси мөнәсәбәткә инеүсе ирҙәр, кеше менән һатыу итеүселәр, алдаҡсылар, ялғанлап ант итеүселәр һәм, ғөмүмән, хаҡ тәғлимәткә ҡаршы килеүсе бөтөнөһө өсөн сығарылған. 11 Мөбәрәк Алланың бөйөклөгө тураһында миңә ышанып тапшырылған Һөйөнөслө Хәбәрҙә был турала шулай тиелә.

 

Алла мәрхәмәте өсөн рәхмәт һүҙе

 

12-13 Хеҙмәт итеү өсөн миңә көс биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә рәхмәтлемен. Элек көфөр һөйләп йөрөгән, иман тотоусыларҙы эҙәрлекләгән тәкәббер кеше булһам да, Ул мине тоғро һананы һәм Үҙенең хеҙмәтсеһе итеп билдәләне. Миңә шәфҡәт күрһәтелде, сөнки былар белемһеҙлегемдән һәм иманлы булмауымдан килә ине. 14 Раббыбыҙ мәрхәмәте миңә Ғайса Мәсих аша иман һәм мөхәббәт менән бергә мул бирелде. 15 Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын. 16 Шуға ла, Мәсихкә инанып мәңгелек тормош аласаҡ кешеләр өсөн иң сағыу өлгө булһын тип, миңә шәфҡәт бирелде һәм Ғайса Мәсихтең бөйөк сабырлығы миндә күрһәтелде. 17 Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.
18 Тимофей улым, һинең турала элек һөйләнгән пәйғәмбәрлек һүҙҙәре буйынса, үҙемдең әмеремде тағы ҡабатлайым: һин, уларға таянып, яҡшы көрәш алып бар, 19 иманыңды һәм саф намыҫыңды һаҡла, сөнки ҡайһы берәүҙәр, намыҫ тигән төшөнсәне кире ҡағып, имандарын һәләк итте. 20 Именей менән Искәндәр ҙә шундайҙарҙан, мин уларҙы, көфөр һүҙҙәр һөйләүҙән тыйылып өйрәнһендәр өсөн, Иблис ҡулына тапшырҙым.

 

2

 

Ғибәҙәт ҡылыу тураһында кәңәштәр

 

1-2 Иң элек шуны үтенеп һорайым: барлыҡ кешеләр, шулай уҡ батшалар һәм етәкселәр өсөн дә Алла алдында доға ҡылығыҙ, һорағыҙ, ялбарығыҙ һәм рәхмәт белдерегеҙ. Беҙҙең һәр яҡлап Аллаға ихтирамлы һәм кешеләргә тейешенсә мөнәсәбәттә булып, имен һәм тыныс ғүмер итеүебеҙ өсөн шулай итегеҙ. 3 Был яҡшы ла, Ҡотҡарыусы Аллабыҙ ҙа уны хушһынып ҡабул итә. 4 Ул бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй бит. 5 Алла бер, Алла менән кешеләр араһында бәйләнеш булдырыусы ла бер. Ул – Ғайса Мәсих, 6 бөтөн кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн Үҙ ғүмере менән түләне. Быға Алла тарафынан билдәләнгән ваҡытта шаһитлыҡ бирелде. 7 Шуның өсөн мин бүтән халыҡтарға иман һәм хәҡиҡәт өйрәтеүсе, вәғәз таратыусы илсе итеп ҡуйылдым. Дөрөҫөн һөйләйем, ялғанламайым.
8 Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем. 9 Ҡатындарҙың да сәстәрен төрләндереп үрмәүен, алтын йәки ынйы таҡмауын, ҡиммәтле кейемдәр кеймәүен, ә тыйнаҡ кейенеп, әҙәп һәм намыҫ һаҡлап, 10 Аллаға тоғро һәм ихтирамлы ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, үҙҙәрен яҡшы эштәр менән биҙәүен теләйем. 11 Ҡатын-ҡыҙ шым һәм тулы күндәмлек менән өйрәнһен. 12 Ҡатындарға ирҙәрен өйрәтергә, уға баш булырға рөхсәт итмәйем, улар шым ултырһын. 13 Тәүҙә бит атабыҙ Әҙәм, унан әсәбеҙ Һауа яратылған. 14 Атабыҙ Әҙәм алданмаған, ә ҡатын, алданып, гонаһҡа төшкән. 15 Әгәр ҡатын иман һәм мөхәббәт, Аллаға изгелек һәм әхлаҡлыҡ һаҡлап йәшәһә, әсәлек бурысын үтәүсе булараҡ ҡотҡарыласаҡ.

 

3

 

Имандаштар берҙәмлеге етәксеһенә талаптар

 

1 Етәксе булырға ынтылыусы кешенең ниәте изге, тигән һүҙҙәр хаҡ. 2 Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш, 3 ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы һәм тыныслыҡ һөйгән, 4 үҙ ғаиләһе менән оҫта идара иткән, балаларын ихтирамға лайыҡ, тыңлаусан итеп тәрбиәләргә бурыслы. 5 Әгәр үҙ ғаиләһе менән идара итә белмәһә, Алла берҙәмлеге хаҡында нисек хәстәрләй алыр? 6 Етәксе ҡупайып китеп Иблис төшкән хөкөмгә дусар ителмәһен өсөн, ул иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел. 7 Ғәйеп тыуҙырмау һәм Иблис тоҙағына эләкмәҫ өсөн, етәксенең иман тотмаусылар араһында ла даны яҡшы булыуы мотлаҡ.

 

Ярҙамсыларға талаптар

 

8 Ярҙамсылар шулай уҡ ике йөҙлөләнмәҫкә, эсеү менән мауыҡмаҫҡа, һаранланмаҫҡа, ә ихтирамға лайыҡ булырға, 9 иманыбыҙҙың серле асылын саф намыҫ менән һаҡларға тейеш. 10 Уларҙы ла башта һынап ҡараһындар, шунан ғына, әгәр һүҙ тейҙермәҫлек булһалар, хеҙмәт итһендәр. 11 Шулай уҡ, ярҙамсы ҡатындар[1] ҙа ихтирамға лайыҡ, яла яғып йөрөмәгән, айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше булһын. 12 Ярҙамсы үҙенең ҡатынына тоғро ир булырға, балаларына һәйбәт тәрбиә бирергә һәм ғаиләһе менән оҫта идара итергә тейеш. 13 Яҡшы хеҙмәт иткән ярҙамсылар ҙур дәрәжәләргә күтәрелә һәм Ғайса Мәсихкә булған имандарында тәүәккәллектәре арта.

 

Имандың серле асылы

 

14 Быны мин тиҙҙән һинең яныңа килеремә ышанып яҙам, 15 әгәр мин оҙаҡлаһам, хәҡиҡәттең терәге һәм нигеҙе булған Тере Алланың берҙәмлегендә, йәғни Алла Йортонда нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейешһең. 16 Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ:
Ул кеше тәнендә килде,
Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды,
Уны фәрештәләр күрҙе,
Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде,
донъяла иман менән ҡабул ителде,
данда күккә күтәрелде.

 

 

4

 

Ялған тәғлимәт тураһында

 

1 Ахыры заманда ҡайһы берәүҙәр, алдаҡсы рухтарға һәм ен өйрәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, имандан кире сигенәсәктәр, Изге Рух быны асыҡ әйтә. 2 Бындай өйрәтеүҙәр ике йөҙлө ялғансылар аша килә. Намыҫтары ҡыҙған тимер менән һалған тамға кеүек ҡарайған. 3 Улар никахлашыуҙы тыя һәм ҡайһы бер ризыҡтарҙы ашамаҫҡа ҡуша. Ә ризыҡты Алла булдырған, иман юлындағылар, хәҡиҡәтте таныусылар иһә уны рәхмәт менән ҡабул итә. 4 Алла булдырған бөтөн нәмә яҡшы һәм, әгәр, рәхмәт менән ҡабул ителһә, бер нәмә лә кире ҡағылырға тейеш түгел, 5 сөнки ул Алла һүҙе һәм доға менән изгеләштерелә.

 

Тимофейға нәсихәттәр

 

6 Үҙең ҡабул иткән иман һүҙҙәрен, яҡшы тәғлимәтте ныҡ тотоп, рухи ризыҡ менән туҡланып, имандаштарыбыҙға ла ошо нәсихәттәрҙе өйрәтһәң, Ғайса Мәсихтең һәйбәт хеҙмәтсеһе булырһың. 7 Алланы һанға һуҡмаған кешеләрҙән һәм бисә-сәсәләрҙең уйҙырма хәбәрҙәренән ары йөрө, үҙеңде Аллаға ихлас табыныуҙа күнектер. 8 Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр нәмәгә файҙалы, сөнки ул ысын тормош бирә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә. 9 Был һүҙҙәр хаҡ һәм тулыһынса ҡабул итеүгә лайыҡ. 10 Беҙ, үҙебеҙ ынтылған тормошҡа өлгәшеү өсөн, бар көсөбөҙҙө һалып хеҙмәт итәбеҙ һәм көрәш алып барабыҙ, сөнки бөтөн кешеләрҙе, бигерәк тә иман юлындағыларҙы ҡотҡарыусы мәңге тере Аллаға өмөт бағлайбыҙ.
11 Быларҙы башҡаларға өйрәт һәм үтәлеүен талап ит. 12 Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын; һөйләгән һүҙҙәреңдә лә, йәшәйешеңдә лә, мөхәббәттә лә, иманда ла, сафлыҡта ла иман тотоусылар өсөн өлгө бул. 13 Мин килгәнгә тиклем Изге Яҙмаларҙы уҡып ишеттер, вәғәзлә, өйрәт. 14 Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма. 15 Уңышың бөтөнөһөнә лә асыҡ күренһен өсөн, ошо ҡушылған эштәр менән мәшғүл бул, үҙеңде шуларға бағышла. 16 Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың.

 

 

5

 

1 Ололарға ҡаты бәрелмә. Ололарҙы – атайың һымаҡ, үҙеңдән кеселәрҙе ҡустың кеүек күреп өгөтлә; 2 үҙеңдән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы әсәйең һымаҡ, йәшерәктәрҙе һеңлең кеүек күреп бар сафлығың менән өгөтлә.

 

Тол ҡатындар һәм берҙәмлек өлкәндәре тураһында

 

3 Ысын тол ҡатындар тураһында хәстәрлек күр. 4 Әгәр ҙә тол ҡатындың балалары йәки ейәндәре булһа, улар иң тәүҙә үҙ ғаиләһен хөрмәт итеп, ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап биреп өйрәнһен, Алла шуны теләй. 5 Яңғыҙ ҡалған ысын тол ҡатын Аллаға ғына өмөт бағлай һәм көнө-төнө Аллаға ялбарып доға ҡыла. 6 Ә кәйеф-сафа менән генә көн иткәне йәшәһә лә, улар тереләй үле инде. 7 Улар намыҫлы тормош алып барһын өсөн, был талаптарҙың үтәлеүен күңеленә һеңдер. 8 Берәйһе үҙенең яҡындары һәм бигерәк тә ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күрмәй икән, тимәк, ул иманынан ваз кискән, ул иманһыҙҙан да яманыраҡ.
9 Алтмыш йәштән дә кәм булмаған, үҙ ғүмерендә иренә тоғролоҡ һаҡлаған тол ҡатындарҙы ғына тол ҡатындар исемлегенә индер, 10 ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарына хеҙмәтсе кеүек булған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған. 11 Ә йәш тол ҡатындарҙы исемлеккә индермә, сөнки улар, енси теләккә бирелһә, үҙҙәрен Ғайса Мәсихкә бағышлауҙан туҡтап, кейәүгә сығырға теләй. 12 Шулай тәүге вәғәҙәләрен боҙған өсөн[2] , ундайҙар үҙҙәрен хөкөмгә илтә. 13 Өҫтәүенә, ялҡаулыҡҡа һалышҡанлыҡтан, өйҙән-өйгә йөрөргә әүәҫләнеп китә һәм ялҡаулыҡтан тыш ғәйбәт тарата, кеше эшенә ҡыҫыла, тейешһеҙ хәбәр һөйләй. 14 Шуға күрә дошманға яманатын сығарырға бер ниндәй ҙә урын ҡалмаһын өсөн, йәш тол ҡатындарҙың никахҡа инеүҙәрен, бала табыуҙарын, йорт-ҡура ҡарауҙарын теләйем. 15 Тол ҡатындарҙың ҡайһы берәүҙәре, тура юлдан тайпылып, Иблис ҡотҡоһона бирелде бит. 16 Әгәр ҙә берәй иманлы ҡатындың тол туғаны бар икән, уға ҡарата үҙе хәстәрлек күрһен. Имандаштар берҙәмлегенә көс төшөрмәһен, сөнки берҙәмлек ысын тол ҡатындарға ғына ярҙам итергә тейеш.
17 Яҡшы етәкселек итеүсе өлкәндәрҙең, бигерәк тә һүҙе менән дә, өйрәтеүҙәре менән дә ауыр эш башҡарыусыларҙың хеҙмәте икеләтә баһаланһын. 18 Изге Яҙмала «иген һуғыусы үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма» һәм «эшсе үҙ хеҙмәте өсөн хаҡ алыуға лайыҡ» тип әйтелә бит. 19 Берҙәмлек өлкәненә ҡарата ғәйепләү булһа, ике йәки өс шаһитһыҙ ҡабул итмә. 20 Гонаһ ҡылғандарын иһә, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн, бөтөнөһө алдында фаш ит. 21 Алла, Ғайса Мәсих һәм һайлап алынған фәрештәләр алдында шуны ҡушам: ҡушылған күрһәтмәләремде үтәгәндә ғәҙел бул, шулай уҡ бер кемгә лә өҫтөнлөк бирмә. 22 Кешеләргә ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла. 23 Әйткәндәй, инде ҡоро һыу ғына эсмә, ашҡаҙаныңды һаҡлау һәм йыш ауырымаҫ өсөн аҙ ғына шарап та эс.
24 Әйтергә кәрәк, бәғзеләрҙең гонаһтары билдәле инде, башҡаларҙыҡы иһә хөкөм көнөндә асылыр. 25 Шуның кеүек яҡшы эштәр ҙә билдәле, билдәле булмағандары ла йәшерен ҡала алмаҫ.

 

6

 

Ҡолдар һәм хужалар

 

1 Кешеләр Алла исемен һәм тәғлимәтебеҙҙе хурламаһын өсөн, ҡоллоҡта яфа сигеүселәр үҙ хужаларын бөтөн ихтирамға ла лайыҡ тип һанарға тейеш. 2 Хужалары иманлы булған осраҡта, имандаш булғанлыҡтан, ҡолдар уларға кәмһетеп ҡарарға тейеш түгел, киреһенсә, тағы ла күберәк хеҙмәт итергә бурыслы, сөнки хеҙмәттән файҙа алыусы хужалар – иман тотоусылар һәм ҡәҙерле имандаштар. Быларҙы өйрәт һәм нәсихәт ит.

 

Ялған уҡытыусылар

 

3 Кемдер башҡа берәй нәмәгә өйрәтә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡ һүҙҙәре, шулай уҡ, иманға тап килгән тәғлимәт менән килешмәй икән, 4 ул кеше тәкәббер, бер ни белмәй, әммә бәхәсләшеү һәм һүҙ көрәштереү сирен йоҡторған; шул арҡала көнсөллөк, талаш, яман һүҙ һөйләү, мәкерле шикләнеүҙәр килеп сыға. 5 Аллаға табыныу табыш алыу өсөн тип уйлап хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа[3] . 6 Аллаға ихлас табыныу һәм бары менән ҡәнәғәт булыу, ысынлап та, оло табыш ул. 7 Беҙ донъяға бер ни ҙә алып килмәнек һәм бынан бер ни ҙә алып китә алмаясаҡбыҙ. 8 Ашарға ризығыбыҙ һәм кейергә кейемебеҙ булһа, шуның менән ҡәнәғәтләнәйек, 9 ә байырға теләүселәр ҡотҡоға бирелә, кешене үлемгә һәм һәләкәткә килтереүсе мәғәнәһеҙ, зарарлы байтаҡ теләктәрҙең тоҙағына эләгә. 10 Бөтөн яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән.

 

Иманыбыҙ өсөн көрәш

 

11 Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш. 12 Иман өсөн изге көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа эйә булыуға өлгәш. Алла һине ошоға саҡырҙы һәм һин күп шаһиттар алдында үҙеңдең тоғро иманыңды раҫланың. 13 Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм тоғро иманын раҫлап Понтий Пилатҡа шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм: 14 Раббыбыҙ килгәнгә тиклем был әмергә тоғро бул һәм дөрөҫ итеп тот. 15 Берҙән-бер мөбәрәк Түрә, Батшаларҙың Батшаһы һәм Хакимдарҙың Хакимы, ваҡыты еткәс Ғайса Мәсихте ебәрәсәк. 16 Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, яҡын бара алмаҫлыҡ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.
17 Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтөн нәмәне мул биргән Аллаға[4] өмөт бағлаһын. 18 Улар изгелек ҡылһын, яҡшы эштәре менән бай булһын, йомарт һәм үҙҙәрендә булғанды башҡалар менән бүлешергә әҙер торһон. 19 Шулай улар ысын тормошҡа өлгәшер өсөн киләсәккә ныҡлы нигеҙ булырлыҡ ысын хазина туплар.
20 Тимофей! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм ғилем тип аталып та дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор. 21 Ҡайһы берәүҙәр шуның менән мауығып имандан ситләште бит.
Мәрхәмәт һеҙҙең менән булһын.

 

 

 

2 Тимофейға

Павелдың Тимофейға яҙған икенсе хаты

 

 

1

 

1 Алла тарафынан беҙгә вәғәҙә ителгән Ғайса Мәсих менән берҙәм тормош тураһындағы хәбәрҙе еткереү өсөн Алла ихтыяры менән ебәрелгән илсе Павелдан 2 ҡәҙерле улым Тимофейға хат. Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт һәм именлек булһын.

 

Эскерһеҙ иман

 

3 Көнө-төнө доға ҡылып, һине туҡтауһыҙ иҫкә төшөргәндә, ата-бабаларым кеүек саф намыҫ менән үҙем дә хеҙмәт иткән Аллаға рәхмәт әйтәм. 4 Хушлашҡан саҡтағы күҙ йәштәреңде иҫкә төшөрәм дә, һине күргем килеп китә, ул ваҡытта үҙемдең дә күңелем шатлыҡ менән тулыр ине. 5 Лоида өләсәйеңдә һәм Евника әсәйеңдә булған һәм уларҙан һиңә күскән шундай уҡ эскерһеҙ иманды хәтерләйем дә, был имандың һиндә йәшәүенә ышанам. 6 Шуға күрә хәтереңә төшөрәм: өҫтөңә ҡулдарымды ҡуйған саҡта үҙеңә Алла тарафынан бирелгән рухи бүләкте үҫтер. 7 Алла беҙгә ҡурҡыу рухы түгел, ә ҡеүәт, мөхәббәт һәм айыҡ аҡыл биргән бит.
8 Шулай итеп, Раббыбыҙ тураһында шаһитлыҡ биреүҙән дә, Уның хаҡына тотҡон булған минән дә оялма; ә минең менән бергә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына Алланың көс-ҡеүәтенә таянып ғазаплан. 9 Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсих аша еткерелде. 10 Хәҙер беҙ был мәрхәмәтте Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих килгәс күрҙек. Ул үлемде юҡ итте һәм Һөйөнөслө хәбәр аша йәшәү менән үлемһеҙлекте күрһәтте. 11 Мин ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүсе илсе һәм остаз итеп ҡуйылдым. 12 Шул сәбәпле мин әле төрмәлә ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам. 13 Ғайса Мәсих аша бирелгән мөхәббәттә һәм иманда тороп, минән ишеткән хаҡ тәғлимәтте өлгө итеп тот. 14 Һиңә ышанып тапшырылған яҡшылыҡты күңелдәребеҙҙә йәшәгән Изге Рух ярҙамы менән һаҡла.
15 Асия өлкәһендәгеләрҙең бөтөнөһөнөң дә мине ташлап киткәнен беләһең. Фигелл менән Ермоген да улар араһында. 16 Онисифор ғаиләһенә Раббы шәфҡәт бирһен, ул күп тапҡыр күңелемде йыуатты, төрмәлә ултырыуымдан да оялманы. 17 Улай ғына ла түгел, Римға килгәс, ҙур тырышлыҡ һалып мине эҙләп тапты. 18 Раббы килгән көндә ул Уның ярҙамы менән Алла шәфҡәтен алһын. Уның Ефеста саҡта миңә нисек хеҙмәт иткәнен үҙең беләһең.

 

2

 

Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе

 

1 Улым, һин Ғайса Мәсих аша бирелгән мәрхәмәткә таянып нығын. 2 Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә ышанып тапшыр. 3 Өлөшөңә төшкән ғазаптарҙы Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе һымаҡ үҙ өҫтөңә алырға әҙер бул. 4 Бер ниндәй хәрби хеҙмәткәр ҙә үҙен донъяуи мәшәҡәттәр менән бәйләмәй, ул фәҡәт етәксеһенә ярарға тырыша. 5 Шулай уҡ ҡағиҙәне тотмаған ярышыусы еңеү тажына лайыҡ булмай. 6 Тир түгеп эшләгән игенсе үҙенең хеҙмәт емешен беренсе булып алырға тейеш. 7 Мин әйткәндәр тураһында уйла. Раббы һиңә быларҙың барыһын да аңларға ярҙам итәсәк.
8 Дауыт нәҫеленән булған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте иҫеңдә тот. Ул үленән терелтеп торғоҙолдо. Был хаҡта мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙә әйтелә. 9 Ошо вәғәздәрем өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай. 10 Шуға ла Алла тарафынан һайланып алынғандар хаҡына, улар ҙа Ғайса Мәсих аша бирелгән мәңгелек дан менән ҡотолоу ала алһындар өсөн, барыһына ла түҙәм.
11 Уның менән үлгәнбеҙ икән,
Уның менән бергә йәшәрбеҙ.
12 Түҙәбеҙ икән,
Уның менән бергә батшалыҡ итербеҙ.
Унан баш тартабыҙ икән,
Ул да беҙҙән баш тартыр.
13 Беҙ тоғролоҡ һаҡламаһаҡ та,
Ул тоғро булып ҡалыр,
сөнки Ул Үҙенән баш тарта алмай, –
тигән һүҙҙәр хаҡ.

 

Лайыҡлы хеҙмәткәр

 

14 Быларҙы бөтә кешеләрҙең дә иҫенә төшөр, һәм, һүҙ бәхәсенә инмәһендәр өсөн, Алла алдында иҫкәрт, сөнки бәхәстәрҙең бер файҙаһы ла юҡ, улар тыңлаусыларҙы һәләкәткә илтә. 15 Алла алдында үҙеңде һыналған, намыҫлы хеҙмәткәр, хәҡиҡәт һүҙен тоғро өйрәтеүсе итеп күрһәтергә тырыш. 16 Ә Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән ситтә тор, сөнки уларҙы һөйләүселәр Алланан алыҫлаштыра, 17 ундай һүҙҙәр яман шеш кеүек таралыр. Именей менән Филит та шундайҙар араһында, 18 үлемдән терелеү булды инде, тип дөрөҫлөктән баш тартып, ҡайһы берәүҙәрҙең имандарын ҡаҡшаталар. 19 Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен».
20 Ҙур йортта алтындан һәм көмөштән яһалған һауыттар ғына түгел, ағас менән балсыҡтан эшләнгәндәре лә бар; уларҙың ҡайһылары ҡәҙерләп тотонола, икенселәре көндәлек ҡулланылышта йөрөй. 21 Шулай итеп, кем үҙен бысраҡлыҡтан таҙарындыра, шул йорт хужаһы өсөн файҙалы, изгеләштерелгән һәм бөтөн яҡшы эштәргә лә яраҡлы һауыт кеүек буласаҡ.
22 Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф намыҫ менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл. 23 Наҙан кешеләрҙең аҡылһыҙ бәхәстәренән ситтә тор, уларҙың талаш ҡына тыуҙырыуҙарын беләһең. 24 Раббыға хеҙмәт итеүсе талашырға тейеш түгел. Ул бөтәһенә ҡарата ла яғымлы, өйрәтеүгә маһир, түҙемле булырға, 25 өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә тейеш, Алла тарафынан бәлки уларға ла хәҡиҡәтте танып белеү өсөн тәүбә бирелер, 26 шулай иткәндә, улар иҫкә килеп үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.

 

3

 

Ахырызаман килгәндә боҙоҡ кешеләр артыр

 

1 Һин шуны бел: ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер. 2 Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы, әсе телле, ата-әсәһенә буйһонмаған, изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ, 3 ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле, 4 хыянатсыл, дыуамал, ҡупыҡ, Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән, 5 Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор. 6 Ундайҙар өйҙәргә шым ғына үтеп инә һәм гонаһҡа батҡан, төрлө кәйеф-сафаға бирелгән бисәләрҙе үҙенә ылыҡтыра. 7 Бындай ҡатындар һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтыла, әммә бер ваҡытта ла хәҡиҡәткә төшөнә алмай. 8 Ианний менән Иамврий Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, ошо аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы кешеләр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға. 9 Әммә улар ҙур уңышҡа өлгәшә алмаҫ, сөнки уларҙың аҡылһыҙлығы, тегеләрҙеке кеүек үк, барыһына ла асылыр.

 

Иманыңда ныҡ тор

 

10 Ә һин минең өйрәтеүемдә лә, йәшәйешемдә, маҡсатымда, иманымда, сабырлығымда, мөхәббәттә, ҡаҡшамаҫлыҡта ла минән өлгө алдың. 11 Антиохияла, Иконияла, Листрала эҙәрлекләүҙәргә һәм ғазаптарға дусар булыуымды беләһең бит. Ниндәй эҙәрлекләүҙәр аша үттем, барыһынан да Раббы мине ҡотҡарҙы! 12 Әйткәндәй, Ғайса Мәсих менән берлектә булған тормош алып барырға, ысын иман менән йәшәргә теләгәндәрҙең бөтөнөһө лә эҙәрлекләнер. 13 Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр. 14 Ә һин, эйә булған һәм инанған тәғлимәтеңде кемдән өйрәнгәнеңде белеп, артабан дауам ит. 15 Өҫтәүенә, Изге Яҙмаларҙы һин бала саҡтан уҡ беләһең бит, Ғайса Мәсихкә инаныу аша ҡотолорға улар һиңә аҡыл бирер. 16 Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған һәм өйрәтеү, фашлау, төҙәтеү, хаҡ тормош өсөн тәрбиәләүгә файҙалы, 17 шулай итеп, Алла кешеһе барыһына ла маһир һәм бөтөн яҡшы эшкә лә әҙер.

 

 

4

 

1 Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән талап итәм: 2 Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ла, уңайһыҙ ҙа ваҡытта эшләргә әҙер тор, гонаһтарҙы фаш ит, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә. 3 Шундай ваҡыт килер, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар; 4 улар хәҡиҡәтте инҡар итеп, уйҙырма хәбәрҙәр тыңлар. 5 Һин бөтөн нәмәгә лә һиҙгер, ҡайғыларға түҙемле бул, Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүеңде дауам ит, хеҙмәтеңде камил рәүештә башҡар.

 

Павелдың хеҙмәте

 

6 Минең ҡаным оҙаҡламай ҡорбан булып түгелер, был донъянан китер ваҡытым етте. 7 Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым; 8 ә хәҙер хаҡлыҡтың еңеү тажы көтә. Уны, көнө еткәс, ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтөнөһөнә лә бирер.

 

Кәңәштәр һәм үтенестәр

 

9 Минең янға мөмкин тиклем тиҙерәк килергә тырыш, 10 сөнки Димас был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап Фессалоникаға юлланды, Крискент – Галатияға, Тит Далматияға китте, 11 янымда Лука бер үҙе генә ҡалды. Үҙең менән бергә Маркты ла алып кил, ул миңә хеҙмәтемдә ярҙам итә алыр. 12 Тихикты мин Ефесҡа ебәрҙем. 13 Килгән саҡта Троада ҡалаһында Карптарҙа ҡалдырған сәкмәнемде һәм яҙмаларымды, бигерәк тә күнгә яҙылғандарын, алып кил. 14 Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған эштәренә ҡарап түләр. 15 Һин үҙең дә унан һаҡлан, сөнки ул беҙ һөйләгәндәргә ҡырҡа ҡаршы килгәйне.
16 Хөкөм алдында тәү тапҡыр яуап тотҡанда, янымда береһе лә булманы, бөтөнөһө лә ташлап китте. Был уларға ғәйеп һаналмаһын. 17 Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы. 18 Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең Күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.

 

Өҫтәлмә сәләмдәр

 

19 Прискилла менән Акилаға һәм Онисифорҙар ғаиләһенә сәләмемде тапшыр. 20 Ераст Коринфта ҡалды; ауырып киткән Трофимды мин Милитта ҡалдырҙым. 21 Ҡыш еткәнсе килергә тырыш. Һиңә Еввул, Пуд, Лин, Клавдия һәм башҡа имандаштарың да сәләм ебәрә. 22 Раббыбыҙ һинең рухың менән. Уның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.

 

 

Титҡа

Павелдың Титҡа яҙған хаты

 

 

1

 

1 Алла хеҙмәтсеһе һәм Ғайса Мәсих илсеһе Павелдан хат. Алла тарафынан һайлап алынғандарҙың иманын нығытыу һәм ихлас табыныуға илтеүсе хәҡиҡәтте танып белеүгә килтереү өсөн ебәрелдем мин. 2 Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә, Алла донъя башланғанға тиклем үк вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй. 3 Үҙ ваҡыты еткәс, Ҡотҡарыусыбыҙ Алла бойороғо буйынса миңә ышанып тапшырылған вәғәз аша Алла Үҙенең хәбәрен иғлан итте. 4 Ысын имандаш улым Титҡа Атабыҙ Алланан һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек теләйем.

 

Титтың Крит утрауындағы вазифалары

 

5 Бойороғома ярашлы рәүештә, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтөн ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым. 6 Берҙәмлек өлкәне намыҫлы тормош алып барырға, ҡатынына тоғро ир булырға тейеш. Балаларының да иманлы, буйһонмауҙа ғәйепләнмәгән, аҙғын юлға баҫмаған булыуы мотлаҡ. 7 Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барған кеше булһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да булмаҫҡа тейеш. 8 Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡсыл, яҡшылыҡҡа ынтылыусан, тотанаҡлы, ғәҙел, Аллаға тоғро булыуы, үҙен ҡулда тотоуы мотлаҡ. 9 Хаҡ тәғлимәт буйынса нәсихәт бирә һәм ҡаршы кешеләрҙе фаш итә алһын өсөн, үҙе шул тәғлимәткә ярашлы рәүештә ышаныслы һүҙҙе тотҡан кеше булырға тейеш.
10 Буйһонмаусан, буш хәбәр һөйләүсе һәм алдаҡсы кешеләр күп, ундайҙар айырыуса сөннәтлеләр араһында байтаҡ. 11 Уларҙы ауыҙҙарын ябырға мәжбүр итергә кәрәк, сөнки улар, хурлыҡлы табыш артынан ҡыуып, ярамаған нәмәләргә өйрәтеп, тотош ғаиләләрҙең тормошон боҙа. 12 Араларынан берәү – үҙҙәренең генә пәйғәмбәре: «Крит кешеләре алдаҡсы, яуыз йыртҡыс һәм ялҡау убырҙар», – тигән. 13-14 Ул дөрөҫ әйткән. Шуға күрә, улар хаҡ иман тотһон, йәһүдтәрҙең уйҙырмаларына һәм дөрөҫлөктө кире ҡағыусы күрһәтмәләргә иғтибар бирмәһен өсөн, уларҙы ҡәтғи тәнҡитлә. 15 Саф өсөн барыһы ла саф, ә иман тотмаған боҙоҡ кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саф нәмә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары ла, намыҫтары ла боҙоҡ. 16 Улар, Алланы беләбеҙ, тип раҫлай, ә эштәре менән Унан ваз кисә, ундайҙар әшәке, тыңлауһыҙ һәм һәр төрлө изге эш өсөн һәләтһеҙ.

 

2

 

Иман тотоусыларға нәсихәт

 

1 Һин иһә хаҡ тәғлимәткә тура килгәндәрҙе вәғәзлә: 2 оло ирҙәр айыҡ аҡыллы, ихтирамға лайыҡ, тотанаҡлы булһын, иман тотоуҙа, мөхәббәттә, сыҙамлылыҡта ныҡ торһон; 3 өлкән йәштәге ҡатындар, ысын иманлы кешеләргә хас булғанса, үҙҙәрен әҙәпле тотһон, ғәйбәт һөйләмәһен, эскелеккә бирелмәһен, яҡшылыҡҡа өйрәтһен; 4-5 Алла һүҙенә хурлыҡ килмәһен өсөн, йәштәргә ирҙәрен, балаларын яратырға тигән аҡыл бирһен, тотанаҡлы, саф, йорт-ҡураһы тураһында хәстәрлекле, яҡшы күңелле, үҙ ирҙәренә күндәм булһын. 6 Ир-егеттәрҙе лә һәр нәмәлә тотанаҡлы булырға өйрәт. 7 Уларға бөтә яҡшы эштәрҙә лә яҡшы өлгө күрһәт, ә өйрәткәндә намыҫыңа тоғро һәм етди бул, 8 дәлилдәрең дөрөҫ һәм кире ҡаҡмаҫлыҡ булһын. Шулай ҡаршы килеүселәр бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтерлек урын тапмайынса оятҡа ҡалыр.
9 Ҡолдар һәр нәмәлә хужаларына буйһонһон, ярарға тырышһын, бәхәсләшмәһен, 10 урлашмаһын тип нәсихәт бир, улар һәр нәмәлә үҙҙәренең тоғро булыуҙарын күрһәтергә тейеш. Шулай итеп, улар Ҡотҡарыусыбыҙ Алла тәғлимәтенең күркәмлеге булып торасаҡ.
11 Алла тарафынан бөтөн кешеләрҙе ҡотҡарыусымәрхәмәт күрһәтелде. 12 Был мәрхәмәт, аллаһыҙлыҡты һәм донъяуи нәфселәрҙе кире ҡағып, беҙҙе был донъяла тотанаҡлы, ғәҙел булырға һәм Аллаға ихлас табынырға өйрәтә. 13 Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ – бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ. 14 Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алайым һәм яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн халҡын таҙарындырайым тип, Үҙен беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итте. 15 Быларҙың барыһы тураһында һөйләгәндә, нәсихәт биргәндә һәм фашлағанда, хакимлыҡтың һәр төрөн файҙалан. Һине бер кем дә һанға һуҡмай тормаһын.

 

 

3

 

1 Етәкселәргә һәм хакимлыҡҡа буйһонорға һәм уларҙы тыңларға, һәр төрлө яҡшы эшкә әҙер торорға кәрәклеген иман тотоусыларҙың иҫтәренә төшөрөп тор, 2 шулай уҡ кешене яманламаҫҡа, ә тыныслыҡты һөйөргә, иғтибарлы һәм бөтөн кешеләргә ҡарата ла бик илгәҙәк булырға өйрәт. 3 Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек. 4 Ҡотҡарыусыбыҙ Алла иһә Үҙенең яҡшылығын һәм кешеләргә ҡарата мөхәббәтен күрһәткәндә 5 беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош өсөн һыу менән таҙарындыртты, Изге Рух менән яңыртты. 6 Был Рухты Ул Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих аша өҫтөбөҙгә мул яуҙырҙы, 7 беҙ Уның мәрхәмәте менән аҡланып, үҙебеҙ өмөт иткән мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн шулай эшләне.
8 Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтөнөһө өсөн дә яҡшы һәм файҙалы. 9 Буштан һүҙ көрәштереүҙән, шәжәрәлә соҡсоноуҙан, ыҙғыш-талаштан һәм ҡанун тураһындағы бәхәстәрҙән алыҫ тор, сөнки уларҙың файҙаһы ла, мәғәнәһе лә юҡ. 10 Бер-ике тапҡыр иҫкәрткәндән һуң да үҙенең бәхәстәре менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырған кешенән баш тарт. 11 Ундай кешенең боҙоҡлоҡ ҡылыусы һәм гонаһ эшләүсе икәнен беләһең бит, бының менән ул үҙ-үҙен хөкөмгә дусар итә.

 

Сәләмдәр

 

12 Һинең яныңа Артемды йәки Тихикты ебәргәс, үҙең минең эргәмә Никополгә килергә ашыҡ, ҡышты мин унда үткәрәсәкмен. 13 Ҡанун белгесе Зина менән Аполлосты, бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫлыҡ итеп, юлға оҙатыу хәстәрлеген күр. 14 Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр.
15 Минең менән бергә булғандарҙың бөтөнөһө лә һине сәләмләй. Иманлы булған, беҙҙе яратҡан барыһына ла сәләм тапшыр. Мәрхәмәт һеҙҙең һәммәгеҙ менән дә булһын.

 

 

Филимонға

Павелдың Филимонға яҙған хаты

 

 

1-2 Ҡәҙерле дуҫыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ Филимонға һәм уның йортонда йыйыла торған имандаштар берҙәмлегенә, имандашыбыҙ Апфия ханыма, көрәштәшебеҙ Архипҡа Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Павелдан һәм имандашығыҙ Тимофейҙан хат. 3 Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын.

 

Филимондың мөхәббәте һәм иманы

 

4 Доғаларымда һине, Филимон, иҫкә алып, Аллама һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым, 5 сөнки Раббы Ғайсаға булған иманың һәм барлыҡ изгеләргә ҡарата мөхәббәтең тураһында ишетеп йөрөйөм. 6 Бөтөнөбөҙ өсөн дә уртаҡ иманың беҙ Мәсих аша өлгәшкән барлыҡ изгелекте тулыраҡ аңлауға килтерһен тип, доға ҡылам. 7 Һинең ошо мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам, сөнки изгеләрҙең күңелдәре һинең аша сафланды.

 

Онисим тураһында үтенес

 

8 Шуға күрә Мәсихкә һылтанып, бурысыңды үтәүҙе ҡыйыу рәүештә талап итә алһам да, 9 башҡа берәү түгел, мин, Павел, оло кеше булараҡ, әлеге ваҡытта Ғайса Мәсих хаҡына төрмәлә ултырыусы тотҡон, һиңә үтенес менән өндәшәм. 10 Бында, төрмәлә, үҙемдең улым тип һанаған берәү хаҡына һиңә мөрәжәғәт итәм. Ул – минең аша иманға килгән Онисим. 11 Элек ул һинең өсөн файҙаһыҙ ине, хәҙер иһә һинең өсөн дә, минең өсөн дә файҙалы[1] . 12 Уны кире һинең яныңа ебәрәм, ә был минең өсөн бер ағзамды алыуға тиң. 13 Мин уны үҙ янымда ҡалдырырға ла теләр инем, ул һинең урынға миңә, Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына төрмәлә ултырған тотҡонға, ярҙам итер ине. 14 Әммә һинең ризалығыңдан тыш бер нәмә лә эшләргә теләмәнем. Изгелекле эшең ирекһеҙләүҙән түгел, ә үҙ теләгең буйынса башҡарылһын. 15 Һеҙҙең бер-берегеҙҙән ҡыҫҡа ваҡытҡа айырылып тороуығыҙ, бәлки, һин уны яңынан ҡабул итеп бөтөнләйгә үҙ яныңда ҡалдырыу өсөн дә булғандыр, 16 һәм ҡол сифатында түгел, ҡолға ҡарағанда өҫтөнөрәк, ҡәҙерле имандашың кеүек ҡалдырыу өсөн. Мин уны бик яратам, ләкин ул һиңә кеше булараҡ та, Раббыныҡы булараҡ та тағы ла ҡәҙерлерәк.
17 Шулай итеп, мине иптәшең тип һанаһаң, уны ла минең һымаҡ күреп ихлас ҡабул ит. 18 Әгәр ҙә ул һине ни менәндер рәнйеткән булһа йәки алдыңда бурыслы булһа, мине яуаплы тип иҫәплә. 19 Мин, Павел, быны үҙ ҡулым менән яҙам: ул килтергән зыянды ҡаплармын. Ә һинең бурыслы булыуың тураһында әйтеп тормайыҡ, һин бит миңә үҙең менән бурыслы. 20 Шулай, имандашым, Раббы хаҡына хәҙер инде мин дә һинең файҙаңды күрергә теләйем. Мәсих аша имандашым булараҡ, йөрәгемде сафландыр. 21 Мин һиңә үтенесемде кире ҡаҡмаясағыңа ышанып һәм хатта һорағаныма ҡарағанда күберәк эшләйәсәгеңде белеп яҙам. 22 Шулай уҡ үтенәм, минең өсөн дә бер бүлмә әҙерләп ҡуй, сөнки, доғаларығыҙға яуап итеп, Алла һеҙгә ҡайтыуымды бүләк итер тип өмөтләнәм.

 

Сәләмдәр

 

23 Минең менән бергә Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Епафрас 24 һәм хеҙмәттәштәрем Марк, Аристарх, Димас һәм Лука һиңә сәләм әйтәләр. 25 Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын.

 

 

 

Еврейҙарға

Еврейҙарға хат

 

 

1

 

Алла һүҙенең Улы аша тапшырылыуы

 

1 Үткән замандарҙа Алла атай-олатайҙарыбыҙға пәйғәмбәрҙәр аша күп тапҡырҙар һәм төрлөләндереп мөрәжәғәт итте. 2 Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтөн нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм Уның аша бар ғаләмде бар иткән Үҙенең Улы аша һөйләне. 3 Уның Улы – Алла данының балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы. 4 Уның Алланан мираҫҡа алған Ул тигән данлы исеме фәрештәләрҙекенән ни тиклем юғарыраҡ булһа, Ул Үҙе лә уларҙан шул тиклем өҫтөнөрәк тора.

 

Алла Улы – фәрештәләрҙән өҫтөн

 

5 Ҡасан да булһа фәрештәләрҙең берәйһенә Алла:
«Һин – Минең Улым.
Бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым», –
тип әйткәнме ни? Йә булмаһа:
«Мин – Уның Атаһы буласаҡмын,
ә Ул Минең Улым булыр», –
тигәнме? 6 Йәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла:
«Алланың бөтөн фәрештәләре Уға баш эйһен», – ти.
7 Фәрештәләр тураһында Ул:
«Алла Үҙенең фәрештәләрен – ел,
хеҙмәтселәрен утлы ялҡын итә», – ти.
8 Улы тураһында иһә:
«Йә, Аллам, батшалығың Һинең мәңгелек,
батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы, – ти.
9 – Һин хаҡлыҡты һөйҙөң,
яуызлыҡты күрә алманың.
Шуның өсөн Алла,
Һине шатлыҡ майы менән майлап,
хеҙмәттәштәреңә ҡарағанда Үҙеңде
юғарыраҡ ҡуйҙы», – ти.
10 Алла тағын:
«Һин, Раббым, иң тәүҙә ергә нигеҙ һалдың
һәм ҡулдарың күкте булдырҙы.
11 Ер ҙә, күк тә юҡҡа сығыр,
ә Һин иһә мәңге ҡалырһың.
Барыһы ла кейем һымаҡ туҙыр,
12 уларҙы һин өҫ кейемеләй төрөп алырһың,
улар кейем кеүек алмаштырылыр.
Һин иһә гел бер төрлө ҡалырһың,
ғүмер йылдарыңдың аҙағы булмаҫ», – ти.
13 Фәрештәләрҙең берәйһенә Алла ҡасан да булһа:
«Мин дошмандарыңды
аяҡ аҫтыңа баҫҡыс итеп һалғанға тиклем,
уң яғымда ултыр», –
тип әйттеме икән? 14 Фәрештәләрҙең бөтөнөһө лә ҡотолоуҙы мираҫ итеп аласаҡ заттарға хеҙмәт итеү өсөн ебәрелгән рухтар түгелме ни?

 

2

 

Бөйөк ҡотҡарылыу

 

1 Шуға күрә, дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн, беҙ ишеткәндәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ. 2 Фәрештәләр аша еткерелгән һүҙ дөрөҫкә сыҡты, һәр төрлө енәйәт һәм тыңлашмаусанлыҡ тейешле язаһын алды. 3 Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы. 4 Алла Үҙе лә быны билдәләр, мөғжизәләр һәм төрлө ҡөҙрәтле эштәр ҡылыу һәм Изге Рухтан килгән бүләктәрҙе Үҙ ихтыяры буйынса бүлеп биреү юлы аша иҫбат итте.

 

Алла Улы һәм әҙәм балалары

 

5 Беҙ әле һөйләгән киләсәк донъяны Алла фәрештәләргә буйһондорманы бит. 6 Әммә кемдер Изге Яҙманың ҡайһылыр бер урынында былай тип шаһитлыҡ иткән:
«Кем ул әҙәм,
уның тураһында ниңә көйөнәһең?
Кем ул әҙәм балаһы,
уның тураһында ниңә хәстәрләйһең?
7 Һин уны бер аҙ ваҡытҡа
фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйҙың;
уға дан һәм хөрмәт тажы кейҙерҙең[1] ,
8 бар нәмәне уға буйһондороп,
уның аяҡ аҫтына һалдың».
Тимәк, Алла бөтөн нәмәне әҙәм балаһына буйһондороп, уның ихтыярына буйһондоролмаған бер нәмәне лә ҡалдырманы. Әммә беҙ әлегә бөтөн нәмәнең дә уға буйһонғанын күрмәйбеҙ. 9 Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтөнөһө хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды, тик үлем кисереүе менән дан һәм хөрмәт тажына кейенгәйне. 10 Алла – бөтөн нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәреп килеүсе күп кешеләрҙе Үҙенең данына алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалыусы Ғайсаны ғазаптар аша камил итеүе Уға ҡулай булған. 11 Кешеләрҙе изге итеүсе Ғайса ла, изге ителгән әҙәмдәр үҙҙәре лә бер Атанан. Шуның өсөн Ғайса уларҙы Үҙенең туғандары тип атауҙан уңайһыҙланмай. Ул:
12 «Исемеңде туғандарыма иғлан итермен,
ғибәҙәт ҡылырға йыйылыусылар араһында
Һиңә дан йырлармын», – ти.
13 Һәм тағы:
«Мин Аллаға ышаныс бағлайым», – ти.
Һәм:
«Бына Мин Үҙем һәм
Миңә Алла биргән балалар», – ти.
14-15 Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне. 16 Ул бит, әлбиттә, фәрештәләргә түгел, ә Ибраһим тоҡомона ярҙамға килде. 17 Шуға күрә, кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Рухани булыр өсөн, бар нәмәлә туғандарына оҡшарға тейеш булды. 18 Ул Үҙе лә, һыналып ғазап кисергәнгә күрә, гонаһ ҡылырға ҡотортолоуға дусар булғандарға ярҙам итә ала.

 

3

 

Ғайсаның Мусанан өҫтөнлөгө

 

1 Шуға күрә һеҙ, изгеимандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Руханийы Ғайса тураһында фекер йөрөтөгөҙ. 2 Муса Алла йортондағы эштәрҙә тоғро булған кеүек, Ғайса ла Үҙен хеҙмәткә алған Аллаға тоғро. 3 Әммә йортто төҙөүсе йорттоң үҙенә ҡарағанда күпмегә нығыраҡ хөрмәт ителһә, Ғайса Мусаға ҡарағанда шул тиклем юғарыраҡ данға лайыҡ тип һаналды. 4 Әлбиттә, һәр йорт кем тарафынандыр төҙөлә, әммә бөтөн нәмәнең төҙөүсеһе – Алла. 5 Муса, Алла йортондағы бөтөн эштәрҙә хеҙмәтсе булып, тоғро ине, бының менән ул киләсәктә Алла тарафынан әйтеләсәк нәмәләргә шаһитлыҡ ҡылды. 6 Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.
7 Шуға күрә, Изге Рух әйткәнсә:
«Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән,
8 сүллектә һынау көнөндә ҡаршылыҡ
күрһәткән кеүек,
тиҫкәреләнмәгеҙ.
9 Эшемде ҡырҡ йыл дауамында күрһәләр ҙә,
унда атай-олатайҙарығыҙ Мине һынаны.
10 Шуның өсөн был быуынға асыуым килде
һәм Мин: „Уларҙың күңелдәре һәр саҡ яңылыша,
улар Мин күрһәткән юлдарҙы белмәне“, – тинем.
11 Шуның өсөн нәфрәтләнеп:
„Улар бер ҡасан да
Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк“, –
тип ант иттем».
12 Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙең дә йөрәге мәңге тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз һәм ышанмай торған булмаһын. 13 Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, һеҙҙең берегеҙ ҙә гонаһ алдағына бирелеп тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ. 14 Сөнки беҙ – Мәсихтең хеҙмәттәштәре, тик беҙгә баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торорға кәрәк. 15 Изге Яҙмала былай тип әйтелгән:
«Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән,
ҡаршылыҡ күрһәткән саҡтағы кеүек
тиҫкәреләнмәгеҙ».
16 Алла тауышын ишетеп тә, ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр кем һуң? Мысырҙан Муса алып сыҡҡан бөтәһе лә түгел инеме ни? 17 Ҡырҡ йыл буйы Алла кемгә асыу тотҡан һуң? Гонаһ ҡылып, үлеп, тәне сүллектә ятып ҡалған кешеләргә түгелме? 18 Улар Минең ял биреү урыныма бер ҡасан да инмәйәсәк тип, Алла кем тураһында ант итте һуң? Тыңлауһыҙҙар тураһында түгелме? 19 Тимәк, унда ышанмауҙары өсөн инә алмағанлыҡтарын күрәбеҙ.

 

4

 

Алланың ял биреү урыны

 

1 Алланың ял биреү урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла һеҙҙең берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, һаҡ булайыҡ. 2 Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә улар Хәбәрҙе ишетһә лә, файҙаһы булманы, сөнки улар ишеткәндәрен иман итеп ҡабул итмәне. 3 Беҙ иһә ышаныуыбыҙ менән Алланың ял биреү урынына инәбеҙ. Алла бит:
«Шуның өсөн Мин нәфрәтләнеп:
„улар бер ҡасан да
Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк“, –
тип ант иттем», –
тигән. Эштәре донъя барлыҡҡа килгән мәлдән тамамланған булһа ла, шулай тине Алла. 4 Изге Яҙманың бер урынында етенсе көн тураһында былай тип әйтелгән: «Етенсе көндә Алла Үҙенең барлыҡ эштәренән ял итте». 5 Үрҙә ошоға бәйле: «Улар бер ҡасан да Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк», – тип әйтелгән. 6 Һөйөнөслө Хәбәрҙе элегерәк ишеткән кешеләр, буйһонмауҙары арҡаһында, Алланың ял биреү урынына инә алманы. Әммә ҡайһы берәүҙәр унда инә аласаҡ, шуға күрә, 7 Алла тағы бер көндө – «бөгөн»гө көндө билдәләне. Байтаҡ ваҡыт үткәс, Ул үрҙә күрһәтелгән һүҙҙәрҙе Дауыт аша белдерҙе:
«Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән,
тиҫкәреләнмәгеҙ».
8 Ешуа уларҙы ял биреү урынына килтергән булһа, Алла башҡа, бынан һуң тыуыр ниндәйҙер икенсе көн тураһында әйтмәҫ ине. 9 Шуға күрә Алла халҡы өсөн шәмбе көнөнә оҡшаш ял көтөлә әле[2] . 10 Алланың ял биреү урынына ингән кеше, Үҙенең эштәренән ял иткән Алла кеүек үк, ял итәсәк. 11 Шуға ла Уның ял биреү урынына инеү өсөн бөтөн көсөбөҙҙө һалайыҡ. Теге тыңлауһыҙҙар өлгөһөнә эйәреп, береһе лә ситтә тороп ҡалмаһын.
12 Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарыңдан да былай үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә. 13 Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек булһа, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.

 

Ғайса – бөйөк Баш Рухани

 

14 Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Руханийыбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ үҙебеҙ тотҡан иманда ныҡ торайыҡ. 15 Баш Руханийыбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтөн нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит. 16 Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхимлелек һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу рәүештә барайыҡ.

 

 

5

 

1 Һәр баш рухани, кешеләр араһынан һайланып, Алла алдында уларҙың вәкиле итеп ҡуйыла. Ул гонаһтар өсөн бүләктәр һәм ҡорбан килтерергә тейеш. 2 Ундай баш рухани белемһеҙҙәрҙе лә, тура юлдан тайпылыусыларҙы ла аңлай ала, сөнки ул үҙе лә көсһөҙлөккә дусар булған. 3 Шуға күрә ул халыҡ гонаһтары өсөн ҡорбан килтерергә тейеш булған кеүек, үҙ гонаһтары өсөн дә ҡорбан килтерергә тейеш.
4 Бындай хөрмәтле бурысты бер кем дә үҙ теләге менән ала алмай, ул, үҙ ваҡытында Һарун саҡырылған кеүек, был хеҙмәткә Алла тарафынан саҡырыла. 5 Мәсих тә Баш Рухани булыу хөрмәтен Үҙ өҫтөнә Үҙе алманы, ә Уға уны:
«Һин – Минең Улым.
Бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым», –
тип әйткән Алла бирҙе. 6 Шулай уҡ Изге Яҙманың икенсе бер урынында Алла:
«Мәлик-Садиҡ[3] ниндәй рухани булған булһа,
Һин дә мәңгегә шундай рухани буласаҡһың», –
тип әйтә.
7 Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға, күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде. 8 Алла Улы булыуына ҡарамаҫтан, Ул Үҙ ғазаптары аша тыңлаусанлыҡҡа өйрәнде 9 һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде. 10 Ул, Мәлик-Садиҡ ниндәй рухани булған булһа, Алла тарафынан шундай Баш Рухани итеп билдәләнде.

 

Хаҡ юлдан тайпылыуҙан иҫкәртеү

 

11 Был турала күберәк тә һөйләй алыр инек, ләкин беҙ һөйләгәндәрҙе ауыр аңлай башланығыҙ, шунлыҡтан аңлатыуы ҡыйын. 12 Ваҡыт үтеүенә ҡарағанда, күптән инде өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙ үҙегеҙ кемдеңдер һеҙҙе Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтеүенә мохтажһығыҙ. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк. 13 Һөт менән туҡланған кеше хаҡ менән ялған араһындағы айырманы һиҙә алмай, сөнки ул – сабый. 14 Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәр өсөн, уларҙың тойғолары тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле.

 

 

6

 

1-2 Шуға күрә Мәсих тәғлимәтенең ошо башланғыс өлөштәрен ҡалдырып, камиллыҡҡа күсәйек. Үлемгә килтереүсе эштәрҙән тәүбә итеүгә, Аллаға инаныуға, шулай уҡ һыуға сумдырыу йолаларын өйрәтеү, фатихалап баштарына ҡулдарын ҡуйыу, үлгәндәрҙең терелеүе һәм мәңгелек хөкөм тураһындағы тәғлимәткә яңынан нигеҙ һалмайыҡ. 3 Алла рөхсәте менән артабан күсәйек. 4 Бер тапҡыр Алла яҡтылығы менән нурландырылған, күк бүләгенең тәмен татыған, Изге Рухта ҡатнашҡан, 5 Алланың Яҡшы һүҙен һәм киләсәк донъя көстәренең тәьҫирен тойған, 6 шунан һуң хаҡ юлдан ситкә тайпылған кешеләрҙе яңынан тәүбәгә килтереү мөмкин түгел, сөнки улар үҙҙәре Алла Улын арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, халыҡ алдында мәсхәрәләйҙәр.
7 Күп тапҡыр ямғыр яуып, дымды үҙенә һеңдергән ер, кем тарафынан эшкәртелеп, файҙалы уңыш бирһә, шул Алла фатихаһын ала. 8 Ә инде сәнскәк һәм башҡа ҡый үләндәре үҫкән ерҙең файҙаһы юҡ, уға ҡарғыш янай һәм аҙаҡтан ул яндырылып юҡҡа сыға.
9 Әммә, ҡәҙерлеләрем минең, беҙ ошо һүҙҙәрҙе һөйләһәк тә, һеҙгә килгәндә, хәлегеҙ һәйбәтерәк һәм ҡотҡарылыуға табан бараһығыҙ, тигән ышаныстабыҙ. 10 Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ. 11 Һәр берегеҙҙең аҙаҡҡа тиклем, өмөтөгөҙ тулыһынса тормошҡа ашҡанға тиклем шундай уҡ тырышлыҡ күрһәтеүен теләйбеҙ. 12 Ялҡау булмағыҙ, ә иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ.

 

Алланың ышаныслы вәғәҙәһе

 

13 Алла, Ибраһимға вәғәҙә биргәндә, ант итерлек бөйөгөрәк бер кем дә булмағанлыҡтан, Үҙе менән ант итә. 14 Ул: «Мин һиңә фатихамды йәлләмәйенсә бирәсәкмен һәм тоҡомоңдо ишәйткәндән ишәйтәсәкмен», – тигән. 15 Һәм Ибраһим, сабырлыҡ менән көткәндән һуң, вәғәҙә ителгәнде алған.
16 Кешеләр үҙҙәренән бөйөгөрәк зат менән ант итәләр, ул ант әйтелгәнде раҫлай һәм һәр төрлө бәхәстәргә сик ҡуя. 17 Шуға күрә Алла, вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп аласаҡ кешеләргә Үҙ ниәтенең үҙгәрешһеҙ буласағын тағы ла асығыраҡ күрһәтеү өсөн, уны ант итеп раҫлаған. 18 Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә. 19 Был өмөт, беҙҙең йәнебеҙ өсөн ныҡлы һәм ышаныслы якорь булып, шаршау артындағы Иң изге урынға инә. 20 Унда Ғайса, Мәлик-Садиҡ ниндәй баш рухани булған булһа, Ул да мәңгегә шундай Баш Рухани булғандан һуң, беҙҙең хаҡҡа башлап йөрөүсебеҙ булараҡ инде.

 

7

 

Рухани Мәлик-Садиҡ

 

1 Шәлим батшаһы, Аллаһы Тәғәләнең руханийы Мәлик-Садиҡ, батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгән Ибраһимды осратып, уға фатихаһын бирә. 2 Ибраһим иһә һуғыштан алып ҡайтҡан байлығының ундан бер өлөшөн уға бирә. Беренсенән, Мәлик-Садиҡ тигән исем «хаҡлыҡ батшаһы» тигәнде аңлата, икенсенән, ул Шәлимдең батшаһы ла, йәғни «именлек батшаһы». 3 Мәлик-Садиҡтың атаһы ла, әсәһе лә, шәжәрәһе лә билдәһеҙ. Уның ғүмеренең башы тураһында ла, аҙағы тураһында ла мәғлүмәт юҡ, ул Алла Улына оҡшаш булып, мәңге рухани булып ҡала.
4 Күрегеҙ, ул ни тиклем бөйөк – уға ырыу башлығы Ибраһим да һуғышта дошмандарынан тартып алған табышының ундан бер өлөшөн бирә. 5 Муса ҡануны буйынса, рухани хеҙмәтен ҡабул иткән Левий тоҡомо ағзалары ла халҡынан, йәғни үҙ кешеләренән, улар ҙа Ибраһим тоҡомонан булған хәлдә лә, табыштарының ундан бер өлөшөн йыйып алырға тейеш була. 6 Ә рухани Мәлик-Садиҡ, Левий тоҡомонан булмаһа ла, Ибраһим табышының ундан бер өлөшөн ҡабул итә һәм уға, Алла вәғәҙәһен ҡабул иткән кешегә, фатихаһын бирә.
7 Һис шикһеҙ, бәләкәйерәк кеше генә ҙурыраҡтың фатихаһын ҡабул итә. 8 Беренсе осраҡта табыштың ундан бер өлөшөн үлә торған кешеләр ала, ә икенсе осраҡта иһә уны Мәлик-Садиҡ ала, уның тере булыуы тураһында Изге Яҙмала шаһитлыҡ ителгән. 9 Ниндәйҙер мәғәнәлә Левий ҙа, үҙе халыҡтан ундан бер өлөш табыш йыйыусы булһа ла, ундан бер өлөшөн Ибраһим аша Мәлик-Садиҡҡа түләгән, тип әйтергә була. 10 Сөнки Мәлик-Садиҡ Ибраһимды осратҡан ваҡытта, Левий тыумаһа ла, ул үҙенең ата-бабаһы Ибраһимдың тәнендә була.
11 Шулай итеп, әгәр камиллыҡҡа өлгәшеү Левий руханилығы хеҙмәте аша булһа, – сөнки ҡанун халыҡҡа уның нигеҙендә бирелгән, – Һарун кеүек түгел, ә Мәлик-Садиҡ кеүек икенсе Руханиҙың килеүенә ихтыяж булыр инеме һуң? 12 Сәбәбе шунда: руханилыҡ үҙгәрһә, ҡанун да үҙгәрергә тейеш. 13 Ә беҙ һөйләгән Зат – Ғайса икенсе бер ырыуҙан булған, ул ырыуҙан бер кем дә ҡорбан килтереү урынында хеҙмәт итмәгән.
14 Билдәле булыуынса, Раббыбыҙ Йәһүҙә ырыуынан сыҡҡан, ә руханиҙар тураһында һөйләгәндә Муса был ырыу тураһында бер ни ҙә әйтмәгән.

 

Мәлик-Садиҡ кеүек Рухани Ғайса

 

15 Бының шулай икәнлеге Мәлик-Садиҡ кеүек икенсе Рухани килгәс тағы ла нығыраҡ асыҡлана. 16 Ул кешенең сығышына ҡағылған ҡанун әмере буйынса түгел, ә мәңгелек йәшәү көсө буйынса Рухани булды. 17 Изге Яҙмала Уның тураһында:
«Мәлик-Садиҡ ниндәй рухани булған булһа,
Һин дә мәңгегә шундай рухани буласаҡһың», –
тиелгән. 18 Элекке ҡарар, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ булыу сәбәпле, кире ҡағыла. 19 Сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне, уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынлайбыҙ. 20 Иғтибар итегеҙ, бында руханилыҡ итеү Алланың анты менән раҫланды. 21 Бүтән руханиҙар үҙҙәренең руханилығын бер ниндәй антһыҙ алды. Ләкин был икенсе Рухани Алланың анты арҡылы, йәғни Алла Уға:
«Раббы ант итте һәм ҡарарын үҙгәртмәйәсәк:
Һин – мәңгелек Рухани», –
тигәндә рухани булды. 22 Был ант Алла менән килешеүҙең – Уның ышаныслыһы Ғайса ине – ни тиклем яҡшыраҡ икәнен күрһәтә.
23 Башҡа руханиҙар күп булды, сөнки үлем арҡаһында улар үҙҙәренең хеҙмәтен дауам итә алманы. 24 Ә Ғайса мәңге тере, Уның Руханилығы ла үҙгәрешһеҙ. 25 Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй. 26 Беҙгә тап шундай Баш Рухани кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән. 27 Ул, бүтән баш руханиҙар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе. 28 Муса ҡануны баш рухани итеп көсһөҙ яҡтары булған кешеләрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Алла Улы Баш Рухани итеп билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат.

 

8

 

Яңы килешеүҙең Баш Руханийы

 

1 Һеҙгә һөйләгәндәребеҙҙең иң мөһиме – беҙҙең шундай Баш Руханийыбыҙ бар, Ул күктәрҙә Мөһабәт Алланың тәхетенең уң яғына ултырған. 2 Ул Изге йортта – кеше ҡулы менән түгел, ә Раббы Үҙе ҡорған ысын ғибәҙәт ҡылыу сатырында хеҙмәт итә. 3 Һәр баш рухани бүләк һәм ҡорбан килтереү өсөн билдәләнә. Шуға күрә беҙҙең Баш Руханийыбыҙҙың да ҡорбан килтереү өсөн нимәһелер булырға тейеш ине. 4 Әгәр ерҙә булһа, Ул рухани булмаҫ ине, сөнки ҡанун буйынса ҡорбан килтереүселәр бында бар инде. 5 Ерҙәге руханиҙар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, бөтөнөһөн дә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән. 6 Ғайса аралашсы булған килешеү тәүгеһенә ҡарағанда ни тиклем яҡшыраҡ булған кеүек, Уға тапшырылған хеҙмәт ерҙәге руханиҙар хеҙмәтенән шул тиклем юғарыраҡ. Сөнки яңы килешеү яҡшыраҡ вәғәҙәләргә нигеҙләнгән.
7 Әгәр беренсе килешеүҙең етешһеҙлектәре булмаһа, икенсеһен төҙөүгә ихтыяж тыумаҫ ине. 8 Әммә Алла Үҙенең халҡын ғәйепләп, былай тип әйтә:
«Шундай көндәр килер, ти Раббы,
Мин Израиль халҡы һәм Йәһүҙә халҡы менән
яңы килешеү төҙөйәсәкмен.
9 Был килешеү Мин уларҙың атай-олатайҙарын
Мысырҙан етәкләп сығарғанда төҙөлгән
килешеүгә оҡшамаясаҡ.
Улар Минең килешеүемә тоғролоҡ һаҡламаны һәм
Мин уларҙан ситләштем, ти Раббы.
10 Израиль халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң
төҙөйәсәк килешеү ошо:
Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә
һаласаҡмын,
күңелдәренә яҙып ҡуясаҡмын.
Мин – уларҙың Аллаһы,
ә улар Минең халҡым буласаҡ.
11 Бер кем дә үҙенең яҡынын һәм бер кем дә
үҙенең туғанын:
„Раббыны танып бел“, – тип өйрәтмәйәсәк.
Сөнки кесеһенән башлап олоһона тиклем
бөтөнөһө Мине беләсәк.
12 Мин уларҙың яуызлыҡтарын кисерәсәкмен,
ә ҡылған гонаһтарын бер ҡасан да
иҫемә төшөрмәйәсәкмен».
13 Был килешеүҙе «яңы» тип атап, Ул беренсе килешеүҙең иҫкереүен күрһәтте, ә иҫкергән һәм мәғәнәһе юғала барған нәмә оҙаҡҡа бармай юҡҡа сыға.

 

9

 

Беренсе килешеү ваҡытында ғибәҙәт ҡылыу

 

1 Беренсе килешеүҙең ғибәҙәт ҡылыу хаҡындағы күрһәтмәләре һәм ерҙәге изге йорто бар ине. 2 Изге йорт кеүек итеп сатыр ҡоролдо, уның алғы өлөшөндә шәмдәл, өҫтәл урынлаштырылды һәм Аллаға бағышланған икмәктәр ҡуйылды. Был урынды Изге урын тип атанылар. 3 Икенсе шаршау артында Иң изге урын тип аталған урын бар ине. 4 Унда хуш еҫле сайыр төтәтә торған алтындан яһалған урын һәм алтын менән көпләнгән килешеү һандығы, манна һалынған алтын һауыт, Һарундың шытым ебәргән таяғы һәм килешеү әмерҙәре яҙылған таштаҡталар урынлаштырылғайны[4] . 5 Ә һандыҡ өҫтөндә – гонаһтарҙы юйыу урыны тип аталған ҡапҡас, уның ике яғынан Алла данын сағылдырған күктәге ҡанатлы заттарҙың һындары[5] ҡуйылғайны. Ул хаҡта хәҙер ентекләп һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ.
6 Бөтә әйберҙәр ошолай итеп урынлаштырылғайны. Ә сатырҙың алғы өлөшөнә руханиҙар, ғибәҙәт ҡылыу хеҙмәтен үтәү өсөн даими инеп торалар. 7 Сатырҙың икенсе өлөшөнә иһә йылына бер тапҡыр баш рухани ғына инә. Ул үҙе өсөн дә, халыҡтың белмәйенсә ҡылынған гонаһтары өсөн дә ҡорбанға үҙе менән ҡан алырға тейеш. 8 Шуның менән Изге Рух, сатырҙың алғы өлөшө бар саҡта, Иң изге урынға юлдың әлегә асыҡ булмауын күрһәтә. 9 Бының бөгөнгө көн өсөн дә мәғәнәһе бар: бүләктәр һәм ҡорбандар килтереү менән ғибәҙәт ҡылыусының выжданы сафлана алмай. 10 Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.

 

Яңы килешеү ҡорбаны

 

11 Әммә Мәсих барлыҡ яҡшы нәмәләрҙең Баш Руханийы булып килде. Кеше ҡулы менән һалынмаған, фани донъяныҡы булмаған, бөйөгөрәк һәм камилыраҡ сатыр аша үтте. 12 Ул Иң изге урынға кәзә йәки быҙау ҡаны менән түгел, ә бер һәм һуңғы тапҡыр Үҙ ҡаны менән инде һәм кешеләр өсөн мәңгелек ҡотолоу алды. 13 Әгәр ҙә кәзә, үгеҙ ҡаны йәки ҡорбан итеп яндырылған йәш быҙау көлө бысранғандар өҫтөнә бөркөлөп, йола буйынса тәнде тышҡы яҡтан таҙарта икән, 14 Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе саф ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ мәңге тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.
15 Шуға күрә Мәсих, кешеләрҙе тәүге килешеү ваҡытында ҡылған гонаһтарынан Үҙ үлеме менән ҡотҡарып, Алла тарафынан саҡырылғандар вәғәҙә ителгән мәңгелек мираҫты ала алһын өсөн, яңы килешеүҙең аралашсыһы булды. 16 Васыят та ниндәйҙер кимәлдә килешеү булып тора. Ул уны яҙған кешенең үлеме иҫбатланғас ҡына үҙ көсөнә инә. 17 Васыят, ысынлап та, үлем һуңынан ғына ғәмәлгә инә: уны яҙған кеше тере саҡта бер ниндәй ҙә көсө булмай. 18 Шуның өсөн тәүге килешеү ҙә ҡандан башҡа ғәмәлгә аша алманы. 19 Муса, ҡанун күрһәтмәләренең бөтөнөһөн дә халыҡ алдында уҡып сыҡҡас, ҡыҙыл йөн һәм майағас[6] алып, шулар менән бөтөн халыҡҡа ла, ҡанун яҙылған төргәккә лә һыу һәм быҙау менән кәзә ҡаны бөркөп сыҡты. 20 Ул: «Был – Алла һеҙгә үтәргә тип әмер биргән килешеүҙе раҫлаусы ҡан», – тигән. 21 Шулай уҡ ул изге сатырға һәм унда булған, ғибәҙәт ҡылғанда ҡуллана торған барлыҡ әйберҙәргә ҡан бөрккән. 22 Ҡанун бөтөн нәмәнең дә тиерлек ҡан менән сафландырылыуын талап итә һәм ҡан түгелмәйенсә ярлыҡау булмай.
23 Күктәге өлгө буйынса, ерҙә эшләнгән нәмәләр шулай таҙартылырға тейеш ине, әммә күктәгеләр өсөн быларға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбандар менән сафландырыу талап ителә. 24 Сөнки Мәсих кеше ҡулы менән күктәге ысын Изге йортҡа оҡшатып ҡына төҙөлгән ерҙәге Изге йортҡа түгел, ә беҙҙең өсөн Алла алдында баҫырға тип, күктең үҙенә инде. 25 Ул, баш рухани йыл һайын Иң изге урынға үҙенеке булмаған ҡанды алып ингән һымаҡ, Үҙен ҡат-ҡат ҡорбан итер өсөн инмәне. 26 Әгәр шулай булһа, донъя яратылғандан бирле Мәсихкә әйләнгән һайын ғазап сигергә тура килер ине. Ләкин Ул, Үҙен ҡорбан итеү аша гонаһты бөтөрөр өсөн, ошо һуңғы дәүерҙә бары бер тапҡыр ғына килде. 27 Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек, 28 Мәсих тә, күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.

 

 

10

 

1 Ҡанун – килә торған яҡшы нәмәләрҙең үҙе түгел, ә күләгәһе генә. Шуға күрә, йыл һайын бер төрлө ҡорбандар килтереп, ул Алла алдына килгән кешеләрҙе камил итә алмай. 2 Әгәр ҙә ҡанун быны эшләй алһа, артабан ҡорбан килтерелмәҫ ине, сөнки Аллаға табыныусылар бер тапҡыр таҙарыныу менән бүтәнсә үҙҙәренең гонаһтары өсөн ғәйеп тоймаҫтар ине. 3 Ләкин был ҡорбандар гонаһтар тураһында йылдың-йылы иҫкә төшөрөү булып тора. 4 Сөнки үгеҙ йәки кәзә ҡаны менән гонаһтарҙы юҡҡа сығарыу мөмкин түгел. 5 Шуға күрә Мәсих донъяға килгәс былай тине:
«Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә теләмәнең,
ләкин Минең өсөн тән әҙерләнең.
6 Тулыһынса яндырылған ҡорбандар ҙа,
гонаһ өсөн килтерелгән ҡорбандар ҙа
күңелеңә хуш килмәне.
7 Шул саҡта Мин: „Бына Мин.
Изге Яҙма төргәгендә яҙылғанса, Аллам,
Ихтыярыңды үтәргә тип килдем“, –
тинем».
8 Шулай итеп, Ул тәүҙә: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә, тулыһынса яндырылған ҡорбандар ҙа, гонаһ өсөн ҡорбандар ҙа теләмәнең һәм улар күңелеңә хуш килмәне», – тип әйткән. Ә был ҡанун буйынса талап ителде. 9 Унан һуң Мәсих: «Бына Мин, Һинең ихтыярыңды үтәргә тип килдем», – тигән. Ул алдағы талаптарҙы үҙ көсөнән сығарып, яңыны индерә. 10 Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек.
11 Һәр рухани, көн һайын үҙ хеҙмәтен үтәп, ҡат-ҡат бер төрлө ҡорбандар килтерә, әммә был ҡорбандар бер ваҡытта ла гонаһтарҙы юҡҡа сығара алмай, 12 Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтереп, мәңгегә Алланың уң яғына ултырҙы. 13 Шул ваҡыттан алып Ул дошмандарының Үҙ аяҡтарының аҫтына баҫҡыс итеп һалыныуын көтә. 14 Ул бер ҡорбан менән изге ителеүселәрҙе мәңгегә камил итте. 15 Был хаҡта беҙгә Изге Рух та шаһитлыҡ ҡыла. Башта былай тип әйткән:
16 «Ул көндәрҙән һуң
Мин улар менән төҙөйәсәк килешеү ошо, –
ти Раббы. –
Үҙ ҡанундарымды мин уларҙың күңелдәренә
һаласаҡмын
һәм зиһендәренә яҙып ҡуясаҡмын».
17 Унан Ул былай тип өҫтәй:
«Уларҙың ҡылған гонаһтарын һәм яуызлыҡтарын
бер ҡасан да иҫемә төшөрмәйәсәкмен».
18 Ә гонаһтар кисерелгән икән, ҡорбан килтереү мохтажлығы юҡ инде.

 

Ныҡ булығыҙ!

 

19 Шулай итеп, имандаштар, беҙ Ғайса ҡаны менән ҡыйыу рәүештә Иң изге урынға инә алабыҙ. 20 Ул беҙгә яңы һәм тормош биреүсе юл асты һәм был юл шаршау, йәғни Уның тәне кисергән ғазаптар аша үтә. 21 Беҙҙең Алла йорто башында тороусы бөйөк Руханийыбыҙ бар. 22 Шуға күрә ихлас күңел, иман ышаныслылығы менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан ҡан бөркөп таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ. 23 Үҙебеҙ инанып асып һалған өмөткә тайпылышһыҙ тотонайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро. 24 Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек. 25 Ҡайһы берәүҙәр кеүек, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит.
26 Әгәр беҙ хәҡиҡәтте танып белгәндән һуң да гонаһ ҡылыуыбыҙҙы аңлы рәүештә дауам итһәк, гонаһтарыбыҙ өсөн башҡаса ҡорбан ҡалмай. 27 Ә хөкөмдө һәм Алланың дошмандарын яндырасаҡ ҡоторонҡо утты ҡурҡып көтөргә генә ҡаласаҡ. 28 Муса ҡанунынан баш тартҡан һәр кеше, ике йәки өс шаһит күрһәтеүе буйынса, аяуһыҙ рәүештә үлемгә дусар ителә. 29 Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ? 30 «Үс алыу – Минең эшем, Үҙем ҡайтарып бирәсәкмен», – тигән һәм: «Раббы Үҙ халҡын хөкөм итәсәк», – тип Әйтеүсене беҙ беләбеҙ. 31 Мәңге тере Алла ҡулына эләгеү ҡот осҡос!
32 Алла яҡтылығы һеҙҙе яңы ғына яҡтыртҡандан һуң булып үткән көндәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Һеҙ ул саҡта ғазаптарға ҡаршы көрәшеүҙә ныҡ тора инегеҙ. 33 Һеҙҙе ҡайһы саҡта халыҡ алдында мәсхәрәләнеләр, эҙәрлекләнеләр, ҡайһы саҡта һеҙ шул хәлдәрҙе кисергән кешеләр менән иңгә-иң терәшеп торҙоғоҙ. 34 Һеҙ тотҡонлоҡтағыларға шәфҡәт күрһәттегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ. 35 Шуға ла ҡыйыулыҡты ситкә алып ташламағыҙ, һеҙ йомарт бүләкләнәсәкһегеҙ. 36 Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк. 37 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Әҙ генә, бөтөнләй әҙ генә ҡалды, һәм
килергә тейешле Зат килер, Ул оҙаҡ көттөрмәҫ.
38 Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы менән йәшәр.
Әгәр сигенә ҡалһа,
уны күңелем ҡабул итмәйәсәк».
39 Беҙ имандан сигенеп һәләк булыусыларҙан түгел, беҙ – ышанған һәм үҙенең ғүмерен һаҡлағандарҙан.

 

11

 

Иман кешеләр тормошонда

 

1 Иман – ул өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашыуына ышаныс һәм күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлау. 2 Беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙға шундай имандары өсөн Алла тарафынан хуплау бирелгән. 3 Ғаләмдең Алла һүҙе менән булдырылғанын һәм күҙгә күренеүсе нәмәләрҙең күҙгә күренмәгәндәрҙән бар булыуын беҙ иман аша аңлайбыҙ.
4 Һабил[7] иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул хаҡ булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әлегә тиклем һөйләй. 5 Енох иман аша был донъянан үлем кисермәйенсә алынған. Уны бер ерҙән дә таба алмайҙар, сөнки уны Алла Үҙе янына ала. Уның тураһында: «Үҙенең янына алынғанға тиклем үк Алла уның менән ҡәнәғәт булған», – тип әйтелә. 6 Иманлы булмай тороп иһә Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш. 7 Нух, иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтөн донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.
8 Ибраһим да иман аша Алла тарафынан саҡырылыуға буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә мираҫ итеп алырға тейеш булған ергә бара. 9 Иман менән ул үҙенә вәғәҙә ителгән ерҙә сатырҙа йәшәп, килмешәк булып килеп урынлашҡан. Уның кеүек, Исхаҡ менән Яҡуб та изге сатырҙа йәшәй. Уларға ла уның менән бергә шул уҡ мираҫ вәғәҙә ителгән була. 10 Ибраһим рәссамы һәм төҙөүсеһе Алла булған нигеҙе ныҡлы ҡаланы көткәне өсөн шулай эшләне. 11 Ауырға ҡала алмаған Сара ла иманы аша бала табырлыҡ көскә эйә була һәм, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала таба, сөнки Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәнең тоғролоғона ышана. 12 Шуның өсөн дә бер генә кеше, ҡарыуы ҡайтҡан булһа ла, күктәге йондоҙҙар һәм диңгеҙ ярындағы ҡом бөртөгөндәй иҫәпһеҙ-һанһыҙ тоҡом биргән.
13 Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән. Улар үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алмайынса, йыраҡтан ғына күргән һәм сәләмләгән. Был донъяла үҙҙәренең ваҡытлыса йәшәгән сит кешеләр һәм килмешәктәр генә икәнлектәрен танығандар. 14 Былай тип әйтеүселәр үҙҙәренең ысын йәнтөйәген эҙләүҙәрен күрһәтәләр. 15 Әгәр улар уйҙарында үҙҙәре ҡалдырып киткән төйәген йөрөтһә, кире ҡайтыу мөмкинлеген дә табырҙар ине. 16 Әммә улар яҡшыраҡҡа – күктәге төйәгенә ынтыла. Шуға ла Алла уларҙың Аллаһы тип аталыуҙан оялмай – улар өсөн ҡала әҙерләне.
17-18 Ибраһим, Алла тарафынан һыналғанда, иманы арҡаһында ҡорбанға Исхаҡты тәҡдим итте. Ул үҙенә вәғәҙә ителгән һәм: «Һинең нәҫелең Исхаҡ аша килә», – тип әйтелгән берҙән-бер улын ҡорбан итеп бирергә лә әҙер ине. 19 Ибраһим, Алла хатта үленән терелтергә һәләтле, тип һананы һәм Исхаҡты үлгәндән һуң кире ҡайтарып алды тиһәң дә була. 20 Иман арҡаһында Исхаҡ Яҡуб менән Исавты киләсәктәре тураһында һөйләп, фатихаланы. 21 Яҡуб үлер алдынан, Йософтоң улдарының һәр береһенә иман аша фатиха бирҙе һәм таяғына таянған килеш Аллаға табынып баш эйҙе. 22 Иман аша Йософ ғүмеренең һуңғы көндәрендә Израиль халҡының Мысырҙан сығасағы тураһында һөйләне һәм үҙ һөйәктәрен нимә эшләтергә икәнлеген әйтте.
23 Иман аша Муса ла ата-әсәһе тарафынан өс ай буйы йәшереп тотола, сөнки ата-әсәһе уның бик матур бала булыуын күрә, уларҙы батша фарманы ла ҡурҡытмай. 24 Муса, ир ҡорона ингәс, иман аша фирғәүен ҡыҙының улы тип йөрөтөлөүҙән баш тарта. 25 Гонаһтан ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәт алыуға ҡарағанда Алла халҡы менән бергә ғазап кисереүҙе өҫтөнөрәк ҡуя. 26 Ул буласаҡ әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй. 27 Муса, иман аша, батшаның асыуынан ҡурҡмайынса, Мысырҙан китә. Күҙгә күренмәҫ Алланы йәнәһе лә күргән кеше һымаҡ, ул түҙҙе. 28 Иман аша ул, баш балаларҙы һәләк итергә тейеш булған фәрештә Израиль халҡының балаларына теймәһен өсөн, ишектәргә ҡан һибеү һәм ҡотҡарылыу байрамын билдәләне. 29 Иман аша Израиль халҡы Ҡыҙыл диңгеҙҙе ҡоро ерҙән барғандай кисеп сыға, ә Мысыр кешеләре, шулай уҡ эшләп ҡарап, бөтөнөһө лә батып үлә.
30 Израиль кешеләре иман менән ете көн рәттән Иерихон ҡалаһын урап сыҡҡас, уның диуарҙары ишелеп төшә. 31 Боҙоҡ ҡатын Рахав та, Израиль шымсыларын иман аша дуҫтарса ҡабул иткәнгә күрә, тыңлауһыҙҙар менән һәләк булманы.
32 Ошоларға өҫтәп тағы нимәләр һөйләргә? Гедеон, Варак, Самсон, Иеффай, Дауыт, Самуил һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ. 33 Улар иман аша батшалыҡтарҙы буйһондора, ғәҙеллек урынлаштыра, вәғәҙә ителгәндәргә өлгәшә. Арыҫландарҙың ауыҙҙарын яба, 34 ҡоторонҡо утты һүндерә, ҡылыстарҙан ҡотола. Уларҙың көсһөҙлөгө көскә әйләнә, һуғышта улар ҡеүәтле була һәм сит ил ғәскәрҙәрен ҡасырға мәжбүр итә. 35 Ҡайһы бер ҡатындар үлгән яҡындарын тере көйө ҡайтарып ала. Башҡалары иһә, яҡшыраҡ тормошҡа терелеүгә өлгәшеү өсөн, ҡотолоуҙан баш тартып, яза ҡабул итә. 36 Ҡайһы берҙәре мыҫҡыл ителә, ҡамсы менән һуғыла, ҡайһы берҙәренә хатта бығау һалынып, төрмәләргә ябыла. 37 Уларҙы таш менән бәреп үлтерәләр, кәүҙәләрен урталай бысалар, ҡылыстан үткәрәләр. Улар һарыҡ йә кәзә тиреләре ябынып йөрөй, баштары мохтажлыҡтан сыҡмай, уларҙы эҙәрлекләйҙәр, туҡмайҙар. 38 Донъя ундай кешеләргә лайыҡ түгел ине, улар сүллектәрҙә, тауҙарҙа, мәмерйәләрҙә һәм упҡындарҙа ҡаңғырып йөрөй.
39 Улар бөтөнөһө лә имандары өсөн Алланан хуплау алды, тик береһе лә фани донъяла саҡта вәғәҙә ителгәнде алмай. 40 Был кешеләр бары тик беҙҙең менән генә камиллыҡҡа өлгәшһен өсөн, Алла беҙҙең өсөн яҡшыраҡ бер нәмә ниәтләгән.

 

12

 

Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ

 

1 Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә киләсәктә юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы, беҙгә сырмалып алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек. 2 Иманда беренсе булып барыусы һәм уны камиллыҡҡа еткереүсе Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына[8] арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы. 3 Гонаһлылар тарафынан ошондай дошманлыҡ хисе Кисереүсе тураһында уйлап ҡарағыҙ. Был күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә һәм көсөгөҙҙө юғалтмаҫҡа ярҙам итер.
4 Гонаһҡа ҡаршы көрәшкәндә һеҙгә үҙегеҙҙең ҡанығыҙҙы түгергә тура килмәне әле. 5 Атай кеше Үҙ улдарына өндәшкән һымаҡ, Алланың һеҙгә:
«Улым Минең! Раббының тәрбиәһенә битараф
булма, һәм
Ул ғәйебеңде күрһәткәндә күңелеңде төшөрмә.
6 Раббы Үҙе яратҡан кешеләрҙе тәрбиәләй,
Үҙе ҡабул иткән улдарына яза бирә», –
тигән ҡеүәтләү һүҙҙәрен онотҡанһығыҙ. 7 Һынауҙарығыҙҙы тәрбиәләнеү кеүек үткәрегеҙ – бынан Алланың һеҙгә үҙ улдарына ҡараған кеүек ҡарауы күренә. Атаһы тәрбиә бирмәгән бала бармы ни? 8 Әгәр ҙә һеҙ һәр кем үтергә тейешле тәрбиәне алмайһығыҙ икән, тимәк һеҙ – Алланың ысын улдары түгел, ә үгәй балалары. 9 Унан тыш, бөтәбеҙҙең дә ерҙә беҙҙе тәрбиәләгән атайҙарыбыҙ бар ине, улар беҙҙе тәртипкә өйрәтте, һәм беҙ уларҙы ихтирам иттек. Күктәге рухи Атабыҙға иһә тағы ла нығыраҡ буйһонорға тейеш түгелбеҙме ни? Был буйһоноу беҙгә йәшәү бирә бит. 10 Атайҙарыбыҙ беҙҙе күпмелер ваҡыт үҙҙәре белгәнсә тәрбиәләне, ә Алла – үҙ файҙабыҙ хаҡына, беҙ Уның изгелегендә ҡатнаша алһын өсөн тәрбиәләй. 11 Һәр тәрбиә үҙ ваҡытында шатлыҡ булып тойолмай, ә хәсрәт килтереүсе булып күренә, әммә аҙағыраҡ был тәрбиә аша үткәндәргә ул уңыш килтерә: именлек һәм хаҡ тормош бирә.

 

Алланы кире ҡаҡмаҫҡа саҡырыу

 

12 Шуға күрә хәлһеҙләнгән ҡулдарығыҙҙы һәм быуынһыҙланған тубыҡтарығыҙҙы нығытығыҙ 13 һәм аҡһаған аяҡтарығыҙ тағы ла нығыраҡ имгәнмәһен, киреһенсә, төҙәлһен өсөн тура юлдан йөрөгөҙ.
14 Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ. 15 Бер кем дә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ. 16 Ҡарағыҙ уны, бер ултырып ашарлыҡ аш өсөн үҙенең өлкән ул булыу хоҡуғын һатҡан Исав кеүек, арағыҙҙа бер кем дә аҙғын йә иманһыҙ булмаһын. 17 Һеҙ беләһегеҙ, һуңынан ул фатиха алырға теләгән, ләкин кире ҡағылған. Был хаҡта күҙ йәштәре аша һораһа ла, хәл барышын бер нисек тә үҙгәртә алмаған.
18 Һеҙ ҡағылырға мөмкин булған дөрләп янған тауға – шыр ҡараңғыға ла, дөм ҡараңғылыҡҡа ла, дауылға ла, 19 борғо тауышына ла, һүҙҙәрҙе әйтеүсе тауышҡа ла килмәнегеҙ. Ә тауыш шундай һүҙҙәр әйтә, уларҙы ишеткән кешеләр бүтәнсә һөйләмәүҙәрен ялбара. 20 Был тыңлаусылар: «Был тауға хатта хайуан ҡағылһа ла, ул таш менән бәреп үлтерелер», – тигән әмер һүҙҙәренә түҙә алмаған. 21 Был күренмеш шул тиклем ҡурҡыныс булған, хатта Муса ла: «Мин ҡурҡам һәм тетрәнәм», – тигән[9] .
22 Ә бит һеҙ Сион тауына, мәңге тере Алла ҡалаһына – күктәге Иерусалимға һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ. 23 Һеҙ Алла кешеләренең – исемдәре күктә яҙылып ҡуйылған беренсе тыуған балаларҙың шатлыҡлы тантаналы йыйылышына, бөтөнөһөнөң Хөкөмдары булған Аллаға, камиллаштырылған тәҡүә кешеләрҙең рухтарына, 24 яңы килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил[10] ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны[11] янына килдегеҙ.
25 Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ. 26 Ул саҡта Алланың тауышы ер һелкетте һәм Ул хәҙер: «Мин тағы бер тапҡыр ерҙе генә түгел, күкте лә тетрәтәсәкмен», – тип вәғәҙә бирә. 27 «Тағы бер тапҡыр» – тигән һүҙҙәр быны аңлата: ҡаҡшамаҫ нәмәләр генә ҡалһын өсөн, ҡаҡшай торған, йәғни бар ителгән һәр нәмә урынынан күсерелер. 28 Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ һәм ихтирам һәм ҡурҡыу менән Аллаға яраҡлы итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек, 29 сөнки беҙҙең Аллабыҙ – яндырып юҡ итә торған ут.

 

13

 

Аллаға яраҡлы тормош

 

1 Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ. 2 Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә онотмағыҙ, сөнки шулай эшләп, ҡайһы берәүҙәр был турала үҙҙәре лә белмәйенсә, үҙҙәрендә фәрештәләрҙе ҡабул иткәндәр. 3 Төрмәлә ултырған кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, үҙегеҙҙе лә улар менән бергә тотҡонлоҡта кеүек тойоғоҙ. Аяуһыҙ мөғәмәләгә түҙгән кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сөнки һеҙҙең тәнегеҙ ҙә ауыртыуҙы тоя. 4 Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит. 5 Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән. 6 Шулай булғас, беҙ ҡыйыу рәүештә:
«Раббым – минең Ярҙамсым,
мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын.
Кеше миңә нимә эшләй алһын?» –
тип әйтә алабыҙ.
7 Һеҙгә Алла һүҙен еткергән етәкселәрегеҙҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм ғүмерҙәренең һөҙөмтәһен уйлап, имандарынан өлгө алып, уларға эйәрегеҙ. 8 Ғайса Мәсих үҙгәрешһеҙ – кисә лә, бөгөн дә, мәңгелектә лә Ул бер үк. 9 Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел, ә Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит. 10 Беҙҙең ҡорбан килтереү урыныбыҙ бар, изге сатырҙағы хеҙмәтселәрҙең ундағы ҡорбанды ашарға хоҡуғы юҡ. 11 Гонаһтар өсөн килтерелгән ҡорбан малының ҡанын баш рухани Иң изге урынға алып инә, ә түшкәләре уларҙың ваҡытлыса йәшәгән урынынан ситтә яндырыла. 12 Шуның кеүек үк Ғайса ла, халыҡты Үҙ ҡаны менән изгеләндерер өсөн, ҡала ҡапҡаһының тышында ғазап кисергән. 13 Шуға күрә беҙ ҙә, Ул башынан үткәргән хурлыҡты күтәреп, ваҡытлы йәшәү урынынан ситкә, Уның янына сығайыҡ. 14 Сөнки бында, ерҙә, беҙҙең даими йәшәй торған ҡалабыҙ юҡ, беҙ килә торған ҡаланы көтәбеҙ. 15 Шуға күрә Ғайса аша Аллаға даими рәүештә данлау ҡорбаны килтерәйек, тимәк, Уның исемен телебеҙ менән маҡтайыҡ. 16 Кешеләргә изгелек эшләүҙе һәм башҡалар менән уртаҡлашыуҙы онотмағыҙ – нәҡ шундай ҡорбандар Алла тарафынан хуплана.
17 Етәкселәрегеҙҙе тыңлағыҙ һәм уларға буйһоноғоҙ – улар Алла алдында яуап тота торған кешеләр булғанлыҡтан, һеҙҙең йәндәрегеҙ тураһында арымай-талмай хәстәрлек күрә. Шулай булғас, был эште уларға ауырыҡһынып түгел, ә шатланып башҡарырға юл ҡуйығыҙ. Ауырыҡһынып башҡарған эштең һеҙҙең өсөн һис ниндәй файҙаһы булмаҫ. 18 Беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ. Беҙ намыҫыбыҙҙың саф булыуына ышанабыҙ, сөнки һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ. 19 Мин һеҙҙән, янығыҙға тиҙерәк ҡайтыуымды теләп доға ҡылыуығыҙҙы айырыуса үтенәм.

 

Доға һәм сәләмләү һүҙҙәре

 

20 Мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, именлек Аллаһы үленән терелтте. 21 Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән мәңгегә дан. Амин.
22 Имандаштарым, был хатымда яҙған өгөт-нәсихәттәремә сабырлыҡ менән ҡарауығыҙҙы үтенеп һорайым, мин һеҙгә бик күп тә яҙманым бит. 23 Имандашыбыҙ Тимофейҙың азат ителгәнен хәбәр итергә теләйем, ул тиҙҙән яныма килһә, һеҙҙе бергәләп күрербеҙ. 24 Бөтөн етәкселәрегеҙгә һәм Алланың барлыҡ изге халҡына сәләм. Италиялағы имандаштарыбыҙ һеҙҙе сәләмләй. 25 Бөтөнөгөҙгә лә Алла мәрхәмәте булһын[12] .

 

 

 

Асылыш

Яхъяға килгән асылыш

 

 

1

 

1 Был, күпмелер ваҡыттан ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алланың Ғайса Мәсихкә биргән асылышы. Ул, быларҙың барыһын да хәбәр итергә, фәрештәһен Үҙенең ҡоло Яхъяға ебәрҙе. 2 Яхъя, Алла һүҙе һәм Ғайса Мәсих биргән шаһитлыҡ хаҡында – үҙе күргәндәрҙең барыһы тураһында шаһитлыҡ ҡыла. 3 Был пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен уҡыған һәм уларҙы тыңлап, унда яҙылғандарҙы үтәгән кешеләр бәхетле, сөнки ул һүҙҙәрҙең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡын.

 

Имандаштарҙың ете берҙәмлеген сәләмләү

 

4-5 Яхъянан имандаштарҙың Асия өлкәһендәге ете берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Зат – Алланан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан һәм тоғро Шаһит – үленән терелгәндәрҙең иң тәүгеһе булған, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын. Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған 6 һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм руханиҙар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин.
7 Бына Ул болоттарҙа килә,
һәм Уны һәр кем,
хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер.
Ерҙәге бар халыҡтар
уның алдында үкһеп илар.
Шулай булыр. Амин.
8 «Мин – Альфа һәм Омега[1] », –
ти Раббы Аллабыҙ, Бар, Булған һәм Киләсәк Зат, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе.

 

Әҙәм улына оҡшаған Берәүҙең Яхъяға күренеүе

 

9 Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым. 10 Раббы көнөндә[2] мине Изге Рух солғап алды һәм артымда борғонан сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем[3] .
11 – Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Ефесҡа ла, Смирнаға ла, Пергамға ла, Фиатираға ла, Сардисҡа ла, Филадельфияға ла, Лаодикияға ла, – тине ул.
12 Миңә өндәшеүсене күрергә тип артыма боролғас, ете алтын шәмдәл тороуын күрҙем. 13 Шәмдәлдәр араһында оҙон кейем кейгән һәм күкрәгенә тиклем алтын билбау быуған әҙәм улына оҡшаған Берәүҙе күреп ҡалдым. 14 Уның башындағы сәстәре хәс тә аҡ йөн, аҡ ҡар. Ә күҙҙәре, гүйә, утлы ялҡын, 15 аяҡтары, әйтерһең, мейестә ҡыҙҙырылған ялтырап торған бронза, тауышы – шарлауыҡ шауы. 16 Уң ҡулында уның ете йондоҙ, ә ауыҙынан ике яғы ла үткерләнгән ҡылыс сығып тора. Йөҙө иһә бар ҡөҙрәтендә балҡып торған ҡояштай.
17 Мин, Уны күргәс, йәнһеҙ кеше һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине:
– Ҡурҡма! Мин – Тәүгеһе һәм Һуңғыһы, 18 һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары Минең ҡулымда. 19 Шулай итеп, ниҙәр күргәнеңде, хәҙер ниҙәр барлығын һәм бынан һуң ниҙәр буласағы тураһында яҙ. 20 Һин күргән ете алтын шәмдәлдең һәм уң ҡулымда күргән ете йондоҙҙоң сере шунда: ете йондоҙ – имандаштарҙың ете берҙәмлегенең фәрештәләре, ә ете шәмдәл – имандаштарҙың ете берҙәмлеге ул.

 

2

 

Ефестағы имандаштар берҙәмлегенә хат

 

1 Ефестағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ:
«Уң ҡулында ете йондоҙ Тотоусы һәм ете алтын шәмдәл араһында Йөрөүсе былай ти:
2 Эштәреңде, ауыр хеҙмәтеңде, сыҙамлылығыңды һәм яуыз әҙәмдәрҙе яратмағаныңды беләм. Һин, Мәсих илсеһе булмаһалар ҙа, үҙҙәрен илсе тип атағандарҙы һынап, уларҙы ялғансы тип таптың. 3 Һинең сыҙам икәнлегеңде беләм, Минең исемем хаҡына күпте кисерһәң дә, аяҡтан йығылманың. 4 Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: һин башта булған һөйөүеңде оноттоң. 5 Шуға ла ниндәй бейеклектән түбән төшөүеңде иҫеңә төшөр һәм, тәүбә итеп, элекке эштәреңде башҡар. Тәүбә итмәһәң, яныңа килермен һәм шәмдәлеңде урынынан ҡуҙғатырмын. 6 Ә инде Николай яҡлыларҙың эштәренә нәфрәтләнеүең яҡшы, ул эштәргә Мин дә нәфрәтлемен. 7 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә Мин Алла ожмахында булған тереклек ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирәсәкмен».

 

Смирналағы имандаштар берҙәмлегенә хат

 

8 Смирналағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ:
«Тәүгеһе һәм Һуңғыһы, Үлгән һәм терелеп Торған былай ти:
9 Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны. 10 Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул һәм һиңә тормош тажы[4] бирермен. 11 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсе икенсе үлемдән бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫ».

 

Пергамдағы имандаштар берҙәмлегенә хат

 

12 Пергамдағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ:
«Ике яғы ла үткерләнгән ҡылысы булған Зат былай ти:
13 Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипа үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең. 14 Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Валаам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Валакты израилдәрҙе гонаһ юлына этәрергә өйрәткән. 15 Шулай уҡ һиндә Николай яҡлыларҙың тәғлимәтен тотоусылар ҙа бар. 16 Тәүбә ит. Юғиһә тиҙҙән яныңа килермен һәм ауыҙымдағы ҡылыс менән уларға ҡаршы көрәшермен.
17 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә серле манна[5] һәм аҡ таш бирәсәкмен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».

 

Фиатиралағы имандаштар берҙәмлегенә хат

 

18 Фиатиралағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ:
«Күҙҙәре ут ялҡыны кеүек һәм аяҡтары ялтырап торған бронза һымаҡ булған Алла Улы былай ти:
19 Һинең эштәреңде лә, мөхәббәтеңде, хеҙмәтеңде, иманыңды һәм сыҙамлылығыңды ла беләм. Һуңғы башҡарған эштәреңдең тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ икәнлеген дә беләм. 20 Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: үҙен пәйғәмбәр тип атап, фәхешлеккә һәм ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға өйрәтеп йөрөгән Иезавель исемле ҡатынға Минең ҡолдарымды гонаһҡа этәреүгә юл ҡуяһың. 21 Мин уға фәхешлегенән тәүбә ҡылырға тип ваҡыт бирҙем, әммә ул тәүбә итергә теләмәй. 22 Бына Мин уны ҡаты ауырыу түшәгенә һаласаҡмын һәм уның ҡылыҡтарынан баш тартмаһалар, ул ҡатын менән бергә фәхешлек итеүселәрҙе ҙур ҡайғыға дусар итәсәкмен. 23 Уның балаларын[6] үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта уй-тойғоларымды һынап, Белеүсе булыуымды бөтөн берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.
24 Фиатирала йәшәгән башҡаларға иһә шуны әйтәм: һеҙгә, был тәғлимәтте тотмаған һәм „Иблистең тәрән серҙәре“ тип аталған нәмәләргә төшөнөп тормағандарға, бынан башҡа ауырлыҡ һалмам. 25 Тик Мин килгәнгә тиклем үҙегеҙҙә булғанды һаҡлағыҙ. 26-28 Еңеүсегә һәм Минең эштәремде аҙағына тиклем үтәүсегә, Үҙем Атамдан хакимлыҡ алған кеүек, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ бирермен.
Был кеше халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән
хакимлыҡ итер –
уларҙы балсыҡ һауыт ватҡан һымаҡ ватыр.
Ул кешегә Мин таң йондоҙо бирермен.
29 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен».

 

3

 

Сардистағы имандаштар берҙәмлегенә хат

 

1 Сардистағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ:
«Үҙендә ете йондоҙ һәм Алланың ете Рухы булған Зат былай ти:
Һинең эштәреңде беләм – һинең турала тереһең тип әйтәләр, ләкин һин үле. 2 Уяу бул һәм үлем сигенә еткән, әммә әлегә үҙеңдә ҡалған нәмәләрҙе нығыт, сөнки Аллам алдында тамамланған эштәреңде күрмәйем. 3 Нимә ҡабул иткәнеңде һәм нимә ишеткәнеңде иҫеңә төшөр, уларҙы үтә һәм тәүбә ит. Әгәр уяу булмаһаң, Мин һине ҡараҡ кеүек көтмәгәндә килеп табырмын, ә һин ҡайһы сәғәттә килеремде белмәҫһең. 4 Әйткәндәй, һинең Сардиста кейемдәрен бысратмаған бер нисә кешең бар, улар Минең менән аҡ кейем кейеп йөрөйәсәк, сөнки быға лайыҡтар. 5 Еңгән һәр кеше аҡ кейем кейәсәк һәм Мин уның исемен тормош китабынан һыҙмаясаҡмын, Атам һәм Уның фәрештәләре алдында уның исемен танырмын. 6 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен».

 

Филадельфиялағы имандаштар берҙәмлегенә хат

 

7 Филадельфиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ:
«Изге һәм Хаҡ, ҡулында Дауыт батша асҡысы булған Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:
8 Һинең эштәреңде беләм, бына Мин һинең алдыңда ишек астым һәм уны һис кем яба алмаясаҡ. Беләм, һинең көсөң аҙ, әммә Минең һүҙемде тоттоң, исемемдән ваз кисмәнең. 9 Иблис йыйынынан булғандар, үҙҙәрен йәһүд тип атағандар менән – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин уларҙы аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр. 10 Сыҙамлыҡ кәрәклеге тураһында Минең әйткән һүҙҙәремде һаҡлап тотҡанға күрә, ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтөн Йыһанға киләсәк һынауҙан Мин дә һине һаҡлап ҡалырмын.
11 Тиҙҙән килермен. Тажыңды бер кем дә тартып алмаһын өсөн, үҙеңдә булғанды ныҡ тот. 12 Еңеүсене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Иерусалимдың яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.
13 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен».

 

Лаодикиялағы имандаштар берҙәмлегенә хат

 

14 Лаодикиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ:
«Амин тип аталған Зат, тоғро һәм хаҡ Шаһит, Алла булдырған нәмәләрҙең Сығанағы, былай ти:
15 Эштәреңде беләм, һин һалҡын да, ҡайнар ҙа түгел, их, әгәр һин һалҡын йәки ҡайнар булһаң! 16 Һин ҡайнар ҙа, һалҡын да түгел, ә йылымыс ҡына булғанлыҡтан, һине ауыҙымдан төкөрөп сығарам. 17 Һин: „Мин – бай, күп байлыҡ тупланым, бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ“, – тиһең. Әммә үҙеңдең ни тиклем бәхетһеҙ, меҫкен, фәҡир, һуҡыр һәм яланғас булыуыңды аңламайһың. 18 Һиңә Минән байыр өсөн утта таҙартылған алтын, яланғаслығыңдың мәсхәрәһе асылмаһын өсөн кейергә аҡ кейем һәм күҙҙәрең күрһен өсөн һөртөргә күҙ майы һатып алырға кәңәш итәм. 19 Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит. 20 Бына Мин ишек төбөндә шаҡып торам. Берәйһе тауышымды ишетеп ишек асһа, уның янына инермен һәм беҙ бергә ашарбыҙ: Мин уның менән, ә ул Минең менән. 21 Мин дә еңдем һәм Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырҙым, шуның кеүек, еңгән кешегә Үҙем янынан тәхеттән урын бирермен.
22 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен».

 

4

 

Күктәге тәхет

 

1 Шунан һуң күрәм: ана күктә ишек асыҡ һәм унан әлеге борғонан сыҡҡандай көслө тауыш миңә былай тине:
– Бында күтәрел. Мин һиңә ошоларҙан һуң булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен.
2 Шул мәлдә үк мине рух солғап алды. Һәм бына мин күктә торған тәхетте һәм тәхеттә Ултырыусыны күрҙем. 3 Ул йәшмә һәм сердолик ташы кеүек балҡый ине, тәхетте зөбәржәт төҫөндәге йәйғор уратып алған. 4 Тәхетте уратып егерме дүрт тәхет тора, ул тәхеттәрҙә аҡ кейемле, баштарына алтын таж кейгән егерме дүрт аҡһаҡал ултыра. 5 Тәхет яғынан йәшен йәшнәй, гөрһөлдәгән һәм күк күкрәгән тауыштар килә. Ә тәхет алдында Алланың ете рухы булған ете яҡтыртҡыс янып тора.
6 Тәхет ҡаршыһында кристаллға оҡшаған быяла диңгеҙ һымаҡ нәмә бар.
Тәхеттең тирә-яғында дүрт йән эйәһе тора. Уларҙы алдан да, арттан да бик күп күҙҙәр ҡаплап алғайны. 7 Йән эйәләренең беренсеһе – арыҫланға, икенсеһе үгеҙ быҙауға оҡшаған, өсөнсөһөнөң йөҙө кешенеке һымаҡ, һәм дүртенсеһе осоп барыусы бөркөт кеүек ине. 8 Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтөн яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған.
Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй:
– Изге, изге, изге!
Булған, Бар һәм Киләсәк
сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! –
тип ҡабатлайҙар.
9 Йән эйәләре тәхеттә Ултырыусыға, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә дан, хөрмәт һәм рәхмәт белдергән һайын, 10 егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табыналар һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:
11 – Раббы Аллабыҙ,
Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың,
сөнки бар нәмәне Һин яраттың,
барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде
һәм булды.

 

 

5

 

Яҙыу төргәге менән Бәрәс

 

1 Унан һуң мин тәхеттә Ултырыусының уң ҡулында эске яҡтан да, тышҡы яҡтан да яҙылған, ете мисәт һуғылған яҙыу төргәге күрҙем. 2 Шулай уҡ:
– Мисәттәрен алып яҙыу төргәген асырға кем лайыҡлы? – тип яңғырауыҡлы тауыш менән ҡысҡырған ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем.
3 Әммә күктә лә, ерҙә лә, ер аҫтында ла был яҙыу төргәген бер кем дә аса һәм эсен ҡарай алманы. 4 Яҙыу төргәген асырға һәм эсен ҡарарға лайыҡлы кеше табылмағанға мин бик ныҡ иланым.
5 Шунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине:
– Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, яҙыу төргәгенең ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр.
6 Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтөн ергә ебәрелгән ете рухы. 7 Бәрәс килеп, тәхеттә ултырыусының уң ҡулындағы яҙыу төргәген алды. 8 Ул яҙыу төргәген алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын кәсә ине.
9 Улар яңы йыр йырланы:
– Һин яҙыу төргәген алырға,
уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың.
Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың,
Үҙеңдең ҡаның менән
һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән
кешеләрҙе Алла өсөн һатып алдың.
10 Уларҙы, Аллабыҙға хеҙмәт итеү өсөн,
батшалыҡ һәм руханиҙар иттең,
һәм улар ерҙә хакимлыҡ итәсәк.
11 Мин йән эйәләре һәм аҡһаҡалдар тәхете тирәһендә бик күп фәрештәләр күрҙем. Улар меңәр тапҡыр меңәр, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күп ине. 12 Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине:
– Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ,
тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан,
һәм дә маҡтау алырға лайыҡлы.
13 Күктә һәм ерҙә, ер аҫтында һәм диңгеҙҙә барлыҡ яратылғандарҙы курзем һәм унда булған бөтөн нәмәнең:
– Тәхеттә Ултырыусыға һәм Бәрәскә маҡтау, хөрмәт, дан һәм ҡөҙрәт мәңгенән-мәңгегә булһын, – тип әйтеүҙәрен ишеттем.
14 Дүрт йән эйәһе:
– Амин, – тиҙәр ине, аҡһаҡалдар иһә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылдылар.

 

6

 

Бәрәстең алты мисәтте ҡуптарып алыуы

 

1 Унан һуң мин Бәрәстең мисәттәрҙең береһен ҡуптарыуын күрҙем һәм йән эйәләренең береһенең күк күкрәгәндәй тауыш менән:
– Кил! – тип әйтеүен ишеттем. 2 Ҡараным да аҡ ат күрҙем. Атҡа ҡулына йәйә тотҡан һыбайлы атланғайны, уға таж бирелде. Һыбайлы еңеүсе булараҡ, еңеү өсөн сыҡты. 3 Бәрәс икенсе мисәтте ҡуптарып алғас, икенсе йән эйәһенең:
– Кил! – тип әйтеүен ишеттем. 4 Хәҙер инде икенсе бер ерән ат килеп сыҡты. Уның һыбайлыһына, бер-береһен үлтерһендәр өсөн, ерҙәге тыныслыҡты алырға вәкәләт бирелде. Уға ҙур ҡылыс тотторолдо. 5 Бәрәс өсөнсө мисәтте ҡуптарғас, мин өсөнсө йән эйәһенең:
– Кил! – тип әйтеүен ишеттем.
Ҡараным да ҡара ат күрҙем. Өҫтөндәге һыбайлы ҡулына үлсәү тотҡайны. 6 Дүрт йән эйәһе араһынан уға өндәшкән тауыш ишеткәндәй булдым:
– Бер үлсәм бойҙай өсөн бер көнлөк эш хаҡы, шулай уҡ өс үлсәм арпа өсөн дә бер көнлөк эш хаҡы[7] . Әммә зәйтүн майына һәм шарапҡа зыян итмә.
7 Бәрәс дүртенсе мисәтте ҡуптарып алғас, дүртенсе йән эйәһенең:
– Кил! – тигән тауышын ишеттем. 8 Ҡараным да күкһел төҫтәге ат күрҙем. Уның һыбайлыһының исеме «Үлем» ине, артынан үлеләр донъяһы эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе ҡылыс һәм аслыҡ, үләт һәм йыртҡыстар менән үлтерер өсөн ерҙең дүрттән бер өлөшөнә хакимлыҡ бирелде.
9 Бәрәс бишенсе мисәтте ҡуптарып алғас, ҡорбан килтереү урыны аҫтында Алла һүҙе һәм дә биргән шаһитлыҡтары өсөн үлтерелгәндәрҙең йәндәрен күрҙем. 10 Улар яңғырауыҡлы тауыш менән:
– Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.
11 Шунан уларҙың һәр береһенә аҡ кейем бирелде һәм улар кеүек үк үлтереләсәк хеҙмәттәштәренең һәм имандаштарының һаны тулғанға тиклем тағы бер аҙ тыныс ҡына көтөргә ҡушылды.
12 Аҙаҡ мин Бәрәстең алтынсы мисәтте ҡуптарып алыуын күрҙем: көслө итеп ер тетрәне, ҡояш матәм кейеме кеүек, ҡарайҙы, ай ҡан кеүек ҡыҙарҙы. 13 Күктәге йондоҙҙар, инжир ағасының өлгөрмәгән емештәре, көслө елдән ҡойолған кеүек ергә атылды. 14 Күк йөҙө яҙыу төргәге кеүек йомарланып юҡҡа сыҡты. Бөтөн тауҙар һәм утрауҙар урындарынан ҡуҙғатылды. 15 Ерҙәге батшалар, түрәләр, ғәскәриҙәрҙең башлыҡтары, байҙар, ҡеүәтлеләр, барыһы ла – ҡолдар ҙа, иреклеләр ҙә мәмерйәләрҙә һәм тауҙарҙағы ҡаялар араһында йәшеренде. 16 Улар ҡаяларға һәм таштарға былай тип өндәштеләр:
– Өҫтөбөҙгә ауып төшөгөҙ һәм беҙҙе тәхеттә Ултырыусының йөҙөнән һәм Бәрәстең нәфрәтенән йәшерегеҙ! 17 Уларҙың бөйөк нәфрәт көнө килде. Быға кем ҡаршы тора алһын?

 

7

 

Мисәт һуғылған йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше

 

1 Шунан һуң мин ерҙең дүрт мөйөшөндә тороусы дүрт фәрештәне күрҙем. Улар, ергә лә, диңгеҙгә лә, бер генә ағасҡа ла иҫмәһен өсөн, ерҙең дүрт елен тотоп торалар ине. 2 Мин тағы көнсығыштан күтәрелгән һәм ҡулында Алла мисәте тотҡан икенсе фәрештәне лә күрҙем. Ул ергә һәм диңгеҙгә зыян килтерергә вәкәләт бирелгән дүрт фәрештәгә көслө тауыш менән былай тине:
3 – Беҙ Алла ҡолдарының маңлайҙарына мисәт һуҡҡанға тиклем ергә лә, диңгеҙгә лә, ағастарға ла зыян килтермәгеҙ.
4 Мин мисәт һуғылған кешеләрҙең һанын ишеттем. Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кешегә мисәт һуғылғайны; улар бөтөн Израиль ҡәбиләләре араһынан ине:
5 Йәһүҙә нәҫеленән мисәт һуғылған ун ике мең кеше;
Рувим нәҫеленән ун ике мең;
Ғәд нәҫеленән ун ике мең;
6 Асир нәҫеленән ун ике мең;
Неффалим нәҫеленән ун ике мең;
Манассия нәҫеленән ун ике мең;
7 Симеон нәҫеленән ун ике мең;
Левий нәҫеленән ун ике мең;
Иссахар нәҫеленән ун ике мең;
8 Завулон нәҫеленән ун ике мең;
Йософ нәҫеленән ун ике мең;
Вениамин нәҫеленән ун ике мең кеше.

 

Аҡ кейемле халыҡ төркөмө

 

9 Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм телдән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.
10 Улар көслө тауыш менән:
– Ҡотолоу тәхеттә ултырған Алланан һәм Бәрәстән килә! – тип әйтә ине.
11 Тәхет, аҡһаҡалдар, шулай уҡ дүрт йән эйәһе тирәһендәге бөтөн фәрештәләр ҙә тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға сәждә ҡылдылар. 12 Улар:
– Амин! Аллабыҙға маҡтау һәм дан,
тәрән аҡыл һәм рәхмәт, хөрмәт,
ҡөҙрәт һәм ҡеүәт мәңгенән-мәңгегә булһын! Амин, – тинеләр.
13 Ошо мәлдә аҡһаҡалдарҙың береһе минән:
– Аҡ кейемле был кешеләр кемдәр һәм ҡайҙан килгәндәр? – тип һораны.
14 Мин уға:
– Һин беләһең, әфәндем, – тинем.
Ул миңә былай тине:
– Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.
15 Шуға күрә улар Алла тәхете алдында тора,
көнө-төнө Уның йортонда Уға хеҙмәт итә.
Тәхеттә Ултырыусы улар өҫтөндә
Үҙенең һаҡлаусы сатырын ҡороп ҡуясаҡ.
16 Улар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та,
бүтән үҙҙәрен ҡояш та, эҫелек тә көйҙөрмәҫ.
17 Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр,
тереклек һыуы булған шишмәләргә алып барыр,
Алла иһә уларҙың күҙендәге һәр йәш
бөртөгөн һөртөр.

 

 

8

 

Етенсе мисәтте ҡуптарып алыу

 

1 Бәрәс етенсе мисәтте ҡуптарып алғас, күктә ярты сәғәт самаһы тынлыҡ урынлашты. 2 Мин Алла алдында баҫып торған ете фәрештәне күрҙем: уларға ете борғо бирелде.
3 Тағы бер фәрештә ҡулына хуш еҫле сайыр һалынған алтындан яһалған төтәҫләү һауыты тотоп, тәхет алдындағы төтәҫләү урынына килеп баҫты. Унда, Алланың бөтөн изгеләренең доғалары менән бергә хуш еҫле сайырҙы һалды. 4 Аллаға изгеләрҙең доғалары менән бергә фәрештә һалған сайыр төтөнө күтәрелде. 5 Фәрештә, төтәҫләү һауытын алды ла, уға төтәҫләү урынынан ут тултырып, ергә ташланы. Шул ваҡыт күк күкрәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, йәшен йәшнәне, ер тетрәне.

 

Алты борғо

 

6 Ете борғоһо булған ете фәрештә борғо ҡысҡыртырға әҙерләнде. 7 Беренсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты – ҡан ҡатыш боҙ һәм ут хасил булды һәм улар ергә ырғытылды. Ерҙең өстән бер, ағастарҙың өстән бер өлөшө һәм барлыҡ йәшел үлән янып бөттө.
8 Икенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ялҡынланып торған ҙур тауға оҡшаған нәмә диңгеҙгә ырғытылды. Диңгеҙҙең өстән бер өлөшө ҡанға әүерелде һәм 9 диңгеҙҙә йәшәүсе йән эйәләренең өстән бер өлөшө һәләк булды, шулай уҡ караптарҙың да өстән бер өлөшө ҡырылды.
10 Өсөнсө фәрештә борғо ҡысҡыртты – йылғаларҙың өстән бер өлөшөнә һәм һыу сығанаҡтарына күктән, янып торған яҡтыртҡыстай, ҙур йондоҙ төштө. 11 Ул йондоҙҙоң исеме – Әрем. Һыуҙың өстән бер өлөшө әрем кеүек әсегә әйләнде. Һыу әсе булғанлыҡтан, күптәр үлде.
12 Дүртенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ҡояштың өстән бер өлөшө, айҙың өстән бер өлөшө, йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшө зарарланды, шунлыҡтан улар өстән бер өлөшкә ҡараңғыланды, көндөң өстән бер өлөшө лә төндөң өстән бер өлөшө кеүек үк яҡтылыҡһыҙ ҡалды.
13 Шунан мин күк йөҙөндә осоп барған бөркөттө күрҙем. Ул көслө тауыш менән:
– Ҡалған өс фәрештә тиҙҙән ҡысҡыртасаҡ борғо тауышынан ерҙә йәшәүселәргә ҡайғы, ҡайғы, ҡайғы! – тип ҡысҡырҙы.

 

 

9

 

1 Бишенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – һәм мин күктән ергә атылған йондоҙҙо күрҙем. Уға упҡын ҡоҙоғона асҡыс бирелде. 2 Йондоҙ упҡын ҡоҙоғон асып ебәрҙе, унан бик ҙур мейестән сыҡҡан кеүек төтөн күтәрелде. Был төтөндән ҡояш менән һауа ҡараңғыланды. 3 Төтөндән ергә саранчалар сыҡты, һәм уларға ерҙәге саяндарҙың сағыу вәкәләте бирелде. 4 Уларға ер өҫтөндәге үләнгә, бер ниндәй ҙә йәшеллеккә, ағастарға зыян килтермәҫкә, фәҡәт маңлайҙарына Алла мисәте һуғылмаған кешеләргә генә зарар эшләргә ҡушылды. 5 Уларға кешеләрҙе үлтермәҫкә, ә биш ай буйы бары тик ғазапларға рөхсәт бирелде, һәм был ғазап саян саҡҡандағы кеүек була. 6 Ул көндәрҙә кешеләр үлем эҙләр, әммә тапмаҫ. Бик ныҡ үлергә теләрҙәр, тик үлем уларҙан ҡасыр.
7 Саранчалар иһә ҡиәфәте буйынса яуға әҙерләнгән атҡа оҡшаған. Уларҙың баштарында алтын тажға оҡшаған нәмә бар, ә йөҙҙәре кешенекеләй, 8 сәстәре – ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ, ә тештәре – арыҫлан тешендәй. 9 Өҫтәрендә тимер кейемгә оҡшаған күкрәксәләре бар, ә ҡанаттарының тауышы, әйтерһең, һуғыш арбалары егелгән бик күп аттарҙың тояҡ тауышы. 10 Уның саяндыҡы һымаҡ ҡойроҡтары ла, ҡойроҡтарында ҡаяуҙары ла бар. Был ҡойроҡтарҙа биш ай буйы кешеләргә зыян килтереү көсө тупланғайны. 11 Саранчаларҙың батшаһы иһә – упҡын фәрештәһе. Уның йәһүдсә исеме – Аваддон, ә грекса – Аполлион[8] .
12 Беренсе ҡайғы үтте. Бына уның артынан тағы ике ҡайғы килә.
13 Алтынсы фәрештә борғо ҡысҡыртты – Алла алдында торған, алтындан яһалған ҡорбан килтереү урынының дүрт мөгөҙөнән сыҡҡан бер тауыш ишеттем. 14 Ул тауыш борғоһо булған алтынсы фәрештәгә:
– Бөйөк Ефрат йылғаһы буйында бәйле торған дүрт фәрештәне азат ит, – тине.
15 Шунан һуң кешеләрҙең өстән бер өлөшөн үлтерер өсөн ошо сәғәткә һәм көнгә, айына һәм йылына тиклем әҙерләп ҡуйылған дүрт фәрештә азат ителде. 16 Уларҙың атлы ғәскәренең һаны ике йөҙ миллион ине, мин уларҙың иҫәбен ишеттем. 17 Мин аттарҙы һәм һыбайлыларҙы ошолай күрҙем: өҫтәренә уттай ҡыҙыл, ҡуйы зәңгәр һәм көкөрт кеүек һарғылт төҫтәге күкрәксәләр кейгәйнеләр. Аттарҙың башы арыҫлан башына оҡшағайны, ауыҙҙарынан иһә ут, төтөн һәм көкөрт бөркөлөп тора ине. 18 Кешеләрҙең өстән бер өлөшө уларҙың ауыҙынан сыҡҡан ошо өс бәлә-ҡазанан: уттан, төтөндән һәм көкөрттән үлтерелде. 19 Аттарҙың көсө уларҙың ауыҙҙарында һәм ҡойроҡтарында ине, ҡойроҡтары иһә йыландарға оҡшаш һәм баштары ла бар ине, улар ошо баштары менән кешеләргә зыян килтерҙе.
20 Ошо бәлә-ҡазаларҙан үлмәй ҡалған кешеләр иһә үҙҙәре ҡылған эштәргә тәүбә итмәне. Улар шаҡшы рухтарға һәм күрә лә, ишетә лә, йөрөй ҙә алмаған алтын, көмөш, баҡыр, таш һәм ағас һындарға табыныуҙан ваз кисмәне. 21 Был кешеләр үлтереү, сихырсылыҡ, фәхешлек, урлашыуҙан тәүбәгә килмәнеләр.

 

10

 

Яҙыу төргәге тотҡан фәрештә

 

1 Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор һуҙылғайны, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары – утлы бағана һымаҡ ине. 2 Ҡулында бәләкәй асыҡ яҙыу төргәге бар. Ул уң аяғы менән диңгеҙгә, һул аяғы менән ергә баҫып, 3 арыҫландыҡылай көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү тауыш биреп, һөйләй башланылар. 4 Ете күк күкрәү һөйләп туҡтағас, мин уларҙың һөйләүен яҙып алырға уйланым, әммә күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем:
– Ете күк күкрәүенең нимәләр һөйләүен сер итеп һаҡла һәм яҙма.
5 Диңгеҙҙә һәм ерҙә баҫып торған мин күргән фәрештә уң ҡулын күккә күтәрҙе лә 6 күкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне булдырған мәңге Йәшәүсе менән ант итте:
– Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ. 7 Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртырға әҙер булған мәлдә, Алла Үҙ ҡолдарына – пәйғәмбәрҙәргә иғлан иткәнсә, Уның сере ғәмәлгә ашҡан булыр.
8 Унан һуң мин күктән ишеткән тауыш миңә тағы былай тип өндәште:
– Бар, диңгеҙҙә һәм ерҙә торған фәрештәнең ҡулынан асылған яҙыу төргәген ал.
9 Фәрештә янына килдем дә уның миңә шул ҙур булмаған яҙыу төргәген биреүен һораным. Фәрештә миңә:
– Ал да уны аша. Ашҡаҙаныңа бик әсе булыр, әммә ауыҙыңда бал кеүек татлы булыр, – тине.
10 Мин фәрештәнең ҡулынан шул бәләкәй генә яҙыу төргәген алып ашаным. Ауыҙымда ул бал кеүек татлы ине, әммә ашап бөтөүгә ашҡаҙаным әсетеп янды. 11 Унан һуң миңә:
– Һин күп халыҡтар, милләттәр, телдәр һәм батшалар тураһында тағы пәйғәмбәрлек итергә тейешһең, – тинеләр.

 

11

 

Ике шаһит

 

1 Миңә үлсәү таяғы һымаҡ ҡамыш бирелде һәм былай тип әйтелде:
– Бар ҙа Алла Йортон һәм ҡорбан килтереү урынын үлсә, ундағы табыныусыларҙы һанап сыҡ. 2 Әммә Алла Йортоноң тышҡы ихатаһын хисапҡа индермә һәм үлсәмә, сөнки ул мәжүсиҙәргә бирелгән. Улар изге ҡаланың урамдарын ҡырҡ ике ай буйы тапап йөрөрҙәр.
3 Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр. 4 Был шаһиттар – бөтөн ер Хужаһы алдында торған ике зәйтүн ағасы һәм ике яҡтыртҡыс. 5 Кем булһа ла уларға яуызлыҡ ҡылырға ниәтләһә, ауыҙҙарынан ут сығып, дошмандарын йотор. Уларға зыян килтерергә ниәтләгән һәр кеше шулай һәләк булырға тейеш. 6 Уларҙың, пәйғәмбәрлек иткән ваҡытта ергә ямғыр яумаһын тип, күкте ҡаплап ҡуйырға вәкәләттәре бар. Һыуҙы ҡанға әйләндерергә лә, үҙҙәре теләгән ваҡытта ергә һәр төрлө бәлә-ҡазалар ебәреп зыян килтерергә лә вәкәләттәре бар.
7 Шаһитлыҡ итеүҙәрен тамамлағас, упҡындан януар күтәрелеп сығып, улар менән алышыр, уларҙы еңер һәм үлтерер. 8 Был ике шаһиттың кәүҙәһе исеме кинәйәләп аталған Содом һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡала урамдарында ятыр. Уларҙың Раббыһы шунда арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған булған да инде. 9 Был мәйеттәргә өс көн ярым буйы төрлө халыҡтарҙан, нәҫелдәрҙән, телдәрҙән һәм милләттәрҙән булған кешеләр ҡараясаҡ. Ул мәйеттәрҙе ҡәбергә һалырға рөхсәт итмәҫтәр. 10 Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.
11 Әммә өс көн ярымдан һуң уларға Алланан йәшәү рухы инде һәм улар аяҡтарына баҫты. Уларҙы күргәндәрҙе оло ҡурҡыу алды. 12 Шаһиттар күктән көслө тауыштың:
– Бында күтәрелегеҙ, – тип әйтеүен ишеттеләр.
Улар болотта күккә күтәрелде, ә дошмандары уларға ҡарап торҙо. 13 Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары бик ныҡ ҡурҡып, күктәр Аллаһын данланы.
14 Икенсе ҡайғы үтте, тиҙҙән өсөнсөһө килер.

 

Етенсе борғо

 

15 Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә:
– Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм
Уның Мәсихе[9] батшалыҡ итә башланы.
Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! –
тигән көслө тауыштар яңғыраны.
16 Шунда үҙ тәхеттәрендә Алла алдында ултырған егерме дүрт аҡһаҡал, йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға табынды һәм 17 былай тине:
– Бар, Булған, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла,
Һиңә шөкөр итәбеҙ, сөнки
Һин Үҙеңдең бөйөк ҡөҙрәтеңде ғәмәлгә ашырҙың
һәм батшалыҡ итә башланың.
18 Халыҡтар ярһыны.
Әммә Һинең нәфрәт көнөң килде һәм
үлеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты етте.
Ҡолдарыңа – пәйғәмбәрҙәреңә,
изге кешеләреңә һәм
исемеңдән ҡурҡыусы кесеһенән алып
өлкәндәренә тиклем әжер биреү,
ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен
һәләк итеү ваҡыты етте.
19 Шунан һуң күктә Алла Йорто асылды һәм унда килешеү һандығы[10] күренде. Шул мәл йәшен йәшнәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм бик көслө боҙлауыҡ яуҙы.

 

12

 

Ҡатын һәм аждаһа

 

1 Күктә бөйөк илаһи билдә күренде: был – ҡояшҡа төрөнгән ҡатын ине. Уның аяҡтары аҫтында – ай, башында – ун ике йондоҙҙан үрелгән таж. 2 Ҡатын ғоманлы булып, бала тыуҙырыу ғазаптарынан һәм һыҙланыуҙан ҡысҡыра ине. 3 Күктә тағы бер илаһи билдә күренде: был ете башлы һәм ун мөгөҙлө ҡыҙыл төҫтәге ҙур аждаһа ине, башының һәр береһендә – бәләкәй генә таж. 4 Ҡойроғо менән күктәге йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшөн ергә һепереп алып ташланы. Шунан һуң, сабый тыуғас та уны ашар өсөн, балаһын бына-бына тыуҙырасаҡ ҡатын янына килеп баҫты. 5 Ҡатын бөтөн халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итергә тейешле ир бала тыуҙырҙы. Баланы тартып алып Аллаға һәм Уның тәхете янына алып киттеләр. 6 Ә ҡатын сүллеккә ҡасып йәшеренде. Унда Алла тарафынан урын әҙерләнеп ҡуйылғайны һәм уға мең ике йөҙ алтмыш көн буйы хәстәрлек күрһәтергә тейеш инеләр.
7 Күктә һуғыш башланды: Михаил үҙенең фәрештәләре менән аждаһаға ҡаршы һуғышты. Аждаһа иһә үҙенең яуыз фәрештәләре менән уларға ҡаршы торҙо. 8 Әммә ул еңелде һәм фәрештәләре менән бергә үҙенең күктәге урынын юғалтты. 9 Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтөн донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды. 10 Шунан һуң мин күктән килгән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине:
– Бына Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте,
батшалығы һәм Уның Мәсихенең
хакимлығы урынлашты,
сөнки көнө-төнө Аллабыҙ алдында
имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе
бәреп төшөрөлдө.
11 Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны һәм
Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде,
хатта үлемдән дә ҡурҡмайынса,
үҙҙәренең йәндәрен аяманы.
12 Шуға күрә, күктәр һәм унда йәшәүселәр,
ҡыуанығыҙ!
Әммә ергә һәм диңгеҙгә ҡайғы,
сөнки Иблис, ваҡытының аҙ ҡалыуын белеп,
асыуҙан ярһып янығыҙға төштө.
13 Аждаһа, үҙенең ергә бәреп төшөрөлгәнен күргәс, ир бала тапҡан ҡатынды ҡыуа башланы. 14 Ҡатынға иһә, уға тип сүллектә әҙерләнгән урынға осһон өсөн, ҙур бөркөттөң ҡанаттары бирелде. Йыландың буйы етмәгән был урында ҡатынға бер йыл, ике йыл һәм ярты йыл[11] буйы хәстәрлек күрһәтеләсәк. 15 Йылан, ҡатынды һыу ағыҙып алып китһен өсөн, ауыҙынан тотош йылға ағыҙып сығарҙы. 16 Әммә ер ҡатынға ярҙам итте: ул, асылып китте лә, аждаһа кикереп сығарған йылғаны йотто. 17 Аждаһаның ҡатынға асыуы ҡабарҙы, һәм уның Алла әмерҙәрен үтәүсе, Ғайса хаҡында шаһитлыҡ биреүсе ҡалған балаларына ҡаршы һуғышырға китте.

 

13

 

Диңгеҙ януары

 

1 Аждаһа диңгеҙ ярындағы ҡомлоҡҡа килеп баҫты.
Шунда мин диңгеҙҙән сығып килеүсе януарҙы күрҙем. Уның ете башы һәм ун мөгөҙө булып, мөгөҙҙәрендә ун таж бар ине; баштарында иһә Алланы хурлаусы исемдәр яҙылғайны. 2 Мин күргән януар ҡапланға оҡшағайны, уның аяҡтары – айыуҙыҡы һымаҡ, ауыҙы арыҫландыҡы кеүек ине. Аждаһа уға үҙенең көсөн, тәхетен һәм ҙур хакимлығын бирҙе. 3 Мин был януарҙың баштарының береһе үлемесле дәрәжәлә яраланғанын күрҙем, әммә был яра уңалды. Бөтөн ер, ғәжәпкә ҡалып, уның артынан китте һәм, януарға хакимлығын биргән өсөн, аждаһаға баш эйҙе. 4 Шулай уҡ:
– Кем януар кеүек була алһын? Кем уның менән алыша алһын? – тип януарға ла баш эйҙеләр.
5 Януарға тәкәббер һөйләшергә һәм Алланы хурлаған һүҙҙәр әйтергә хоҡуҡ ҡуйылды. Уға ҡырҡ ике ай буйы хакимлыҡ итергә мөмкинлек бирелде. 6 Ул Алланы хурлаған һүҙҙәр һөйләй башланы, Уның исемен дә, Ул йәшәгән торлаҡты ла, күктә йәшәүселәрҙе лә хурлаған һүҙҙәр әйтте. 7 Януарға Алланың изге кешеләренә ҡаршы һуғышырға һәм уларҙы еңергә рөхсәт бирелде. Уға һәр нәҫел һәм халыҡ, һәр тел һәм милләт өҫтөнән хакимлыҡ бирелде. 8 Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.
9 Ҡолаҡтары барҙар – ишетһен!
10 Кемгә әсир төшөргә яҙған,
ул әсир төшөр.
Кемгә үлемен ҡылыста табырға яҙған,
ул ҡылыстан үлер.
Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман
талап ителә.

 

Ер януары

 

11 Аҙаҡ мин ерҙән сығыусы икенсе януарҙы күрҙем. Уның бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө бар ине һәм ул аждаһа кеүек һөйләй ине. 12 Ул беренсе януар исеменән уның бар хакимлығында эш итте. Бөтөн ерҙе һәм унда йәшәүселәрҙе үлемесле яраһы уңалған беренсе януарға табынырға мәжбүр итте. 13 Был януар бөйөк мөғжизәләр башҡарҙы, хатта кешеләр алдында күктән ергә ут яуҙырҙы. 14 Ул беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты. 15 Беренсе януарҙың һыны хатта һөйләй алһын һәм уға табынмаған һәр кем үлемгә дусар ителһен өсөн, икенсе януарға ошо һынға йән индерергә рөхсәт ителде. 16 Икенсе януар барыһының да: ябай халыҡтың һәм бөйөктәрҙең, байҙарҙың һәм фәҡирҙәрҙең, иреклеләрҙең һәм ҡолдарҙың уң ҡулдарына йәки маңлайҙарына тамға һалдырҙы. 17 Ошо тамғаһы, йәғни януар исеме, йәки исеменең һаны булмаған бер кем дә бер нәмә лә һатып та ала алманы, һата ла алманы.
18 Бында зирәклек кәрәк. Аҡылы булған кеше януарҙың һанын иҫәпләп сығарһын, сөнки ул – кеше һаны. Был һан – алты йөҙ алтмыш алты.

 

14

 

Бәрәс һәм йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше

 

1 Шул саҡ мин ҡараным да, Сион тауында Бәрәс, уның менән бергә маңлайҙарында Бәрәстең исеме һәм Уның Атаһының исеме яҙылған йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше торғанлығын күрҙем. 2 Мин күктән шарлауыҡ тауышына һәм көслө күк күкрәүенә оҡшаған тауыш ишеттем. Был тауыш арфасыларҙың арфала уйнаған тауышы кеүек ине. 3 Тәхет, дүрт йән эйәһе һәм аҡһаҡалдар алдында яңы йыр йырланды. Ул йырҙы ерҙән ҡотҡарып алынған йөҙ ҡырҡ дүрт мең кешенән башҡа бер кем дә өйрәнә алманы. 4 Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Аллаға һәм Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды, 5 уларҙың телдәрендә ялған булманы, улар саф булды[12] .

 

Өс фәрештә

 

6 Унан һуң мин күк йөҙөндә осоп барған тағы бер фәрештәне күрҙем. Уның ерҙә йәшәүсе һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа еткереү өсөн мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәре бар ине. 7 Ул көслө тауыш менән:
– Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте лә, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын да Булдырыусыға табынығыҙ! – тине.
8 Уның артынан килгән икенсе фәрештә былай тине:
– Бөйөк Вавилон емерелде, емерелде, сөнки ул бөтөн халыҡтарҙы ла үҙенең ялҡынлы фәхешлегенең шарабын эсергә мәжбүр иткән.
9 Уларҙың артынан килгән өсөнсө фәрештә көслө тауыш менән былай тине:
– Кем януарға һәм уның һынына табына, үҙенең маңлайына йәки ҡулына януар тамғаһы ҡабул итә, 10 Алланың нәфрәт кәсәһендә әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ. 11 Уларҙың ғазап төтөнө мәңгенән-мәңгегә күтәреләсәк. Януарға һәм уның һынына табыныусы, уның исем тамғаһын ҡабул итеүсе һәр кем көндөҙ ҙә, төндә лә ғазаптан тынғы күрмәйәсәк.
12 Бында Алла әмерен үтәгән һәм Ғайсаға инанған изге кешеләрҙең түҙемле булыуы кәрәк.
13 Мин күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем:
– Яҙып ҡуй: «әлеге мәлдән башлап Раббыныҡы булып үлгәндәр бәхетле». Эйе, улар үҙҙәренең ауыр хеҙмәттәренән ял итһендәр, сөнки эштәре уларҙан ҡалмай арттарынан барасаҡ, ти Рух.

 

Ерҙә уңыш йыйыу

 

14 Мин ҡараным да аҡ болот һәм болот өҫтөндә әҙәм улына оҡшаған Зат ултырғанын күрҙем. Уның башында алтын таж ине, ә ҡулына үткер ураҡ тотҡайны. 15 Алла Йортонан тағы бер фәрештә сығып, болот өҫтөндә Ултырыусыға көслө тауыш менән:
– Урағыңды ал да ур, сөнки ураҡ ваҡыты етте, ерҙә уңыш өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы. 16 Шул саҡ болотта Ултырыусы Үҙенең урағын ер өҫтөнә ырғытты һәм ерҙә уңыш урылды.
17 Күктәге Алла Йортонан икенсе фәрештә сыҡты. Уның да үткер урағы бар ине. 18 Ут өҫтөнән хакимлығы булған тағы бер фәрештә ҡорбан килтереү урынынан сыҡты. Ул үткер урағы булған фәрештәгә көслө тауыш менән:
– Үҙеңдең үткер урағыңды ал да ер өҫтөндәге йөҙөм тәлгәштәрен йый, сөнки уның емештәре өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы. 19 Фәрештә үҙенең урағын ергә ырғытты ла ер өҫтөндәге йөҙөмдө йыйып, Алланың ярһыулы иҙгесенә ташланы. 20 Ул йөҙөм ҡала эргәһендәге иҙгестә тапатылды. Иҙгестән аттың йүгәненә тиклем тәрәнлектәге бер мең алты йөҙ стадия[13] алыҫлығында ҡан аҡты.

 

15

 

Бәлә-ҡазалы ете фәрештә

 

1 Тағы ла мин күктә бөйөк һәм иҫ киткес илаһи билдә – һуңғы ете бәлә-ҡазалы ете фәрештәне күреп ҡалдым. Былар иң аҙаҡҡы бәлә-ҡазалар. Улар менән Алла ярһыуы тамамланасаҡ. 2 Мин ут менән быяла ҡатнашҡан диңгеҙ һымаҡ нәмәне күрҙем. Быяла диңгеҙ өҫтөндә януарҙың үҙен, уның һынын һәм исеменең һанын еңеп сығыусылар тора ине, ҡулдарына Алланың арфаларын тотҡайнылар. 3 Улар Алла ҡоло Мусаның һәм Бәрәстең йырын йырлайҙар ине:
– Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла!
Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп.
Халыҡтар Батшаһы[14] ,
Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ.
4 Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та,
исемеңде кем данламаҫ?
Тик Һин генә изгеһең,
бөтөн халыҡтар килерҙәр ҙә
Һинең алдыңда табынырҙар.
Һинең ғәҙел эштәрең асылды.

 

5 Бынан һуң мин күктә Алла Йорто – шаһитлыҡ сатыры асылғанын күрҙем. 6 Алла Йортонан ете бәлә-ҡазаһы булған ете фәрештә сыҡты. Улар тап-таҙа ялтырап торған етен кейем кейгән һәм күкрәктәренән алтын билбау ураған. 7 Дүрт йән эйәһенең береһе ете фәрештәгә мәңгенән-мәңгегә йәшәүсе Алланың ярһыуы тулы ете алтын кәсә бирҙе. 8 Алла Йорто Алланың данынан һәм ҡөҙрәтенән төтөн менән тулды, һәм ете фәрештәнең ете бәлә-ҡазаһы тамамланмайынса, унда бер кем инә алманы.

 

16

 

Алла нәфрәте кәсәләре

 

1 Шунан һуң Алла Йортонан ете фәрештәгә:
– Барығыҙ һәм Алланың ете нәфрәт кәсәһен ергә түгегеҙ, – тип өндәшкән көслө тауыш ишеттем.
2 Беренсе фәрештә барҙы ла кәсәһен ер өҫтөнә түкте. Януар тамғаһы һалынған һәм уның һынына табынған кешеләрҙә ерәнгес һәм яман эренле йәрәхәттәр хасил булды.
3 Икенсе фәрештә кәсәһен диңгеҙгә түкте: диңгеҙ һыуы үлек ҡаны кеүек булды һәм диңгеҙҙәге бөтөн тереклек һәләк булды.
4 Өсөнсө фәрештә кәсәһен йылғаларға һәм һыу сығанаҡтарына түкте: уларҙың һыуы ҡанға әйләнде. 5 Мин һыу фәрештәһенең былай тип әйткәнен ишеттем:
– Бар, Булған һәм Изге,
шулай хөкөм итеүең менән
Һин ғәҙел.
6 Изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең
ҡанын ҡойғандары өсөн,
Һин уларҙың үҙҙәренә ҡан эсерҙең.
Улар быға лайыҡлы.
7 Мин ҡорбан килтереү урыны яғынан тауыш ишеттем:
– Эйе, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла,
Һинең хөкөмдәрең хаҡ һәм ғәҙел.
8 Дүртенсе фәрештә кәсәһен ҡояш өҫтөнә түкте: ҡояшҡа кешеләрҙе көйҙөрөү көсө бирелде. 9 Кешеләрҙе көслө селлә эҫелеге көйҙөрҙө һәм улар был бәлә-ҡазалар өҫтөнән хакимлығы булған Алла исемен хурланылар, әммә тәүбә итмәнеләр, Алланы данламанылар.
10 Бишенсе фәрештә кәсәһен януар тәхете өҫтөнә түкте: уның батшалығы ҡараңғылыҡҡа сумды, кешеләр ғазаптарҙан телдәрен тешләне, 11 ғазаптарынан һәм йәрәхәттәренән күк Аллаһын хурланылар, әммә ҡылған эштәренән тәүбә итмәнеләр.
12 Алтынсы фәрештә кәсәһен бөйөк Ефрат йылғаһына түкте: уның һыуы ҡояш ҡалҡҡан яҡтан киләсәк батшаларға юл әҙер булһын өсөн кипте. 13 Мин аждаһаның да, януарҙың да, ялған пәйғәмбәрҙең дә ауыҙынан баҡаға оҡшаған өс шаҡшы рух сығыуын күрҙем. 14 Улар – мөғжизәләр күрһәтеүсе шаҡшы рухтар. Улар бөтөн донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты.
15 «Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»
16 Шаҡшы рухтар батшаларҙы йәһүд телендә «Армагеддон» тип аталған урынға йыйҙы.
17 Етенсе фәрештә кәсәһен һауаға түкте: Алла Йортонан, тәхеттән:
– Тамамланды! – тигән көслө тауыш яңғыраны.
18 Йәшен йәшнәне, тауыштар, күк күкрәүе ишетелде, көслө итеп ер тетрәй башланы, кешеләр ерҙә йәшәй башлағандан алып ундай көслө ер тетрәү булмағайны әле. Шул тиклем көслө ер тетрәү! 19 Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Вавилон ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт кәсәһенән шарап эсергә бирҙе. 20 Һәр утрау юҡҡа сыҡты, тауҙар юҡ булды, 21 күктән кешеләр өҫтөнә ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре яуҙы. Кешеләр был бәлә-ҡаза өсөн Алланы хурланы, сөнки ул ифрат ауыр ине.

 

17

 

Януар өҫтөндә ултырған ҡатын

 

1 Ҡулдарында ете кәсә булған фәрештәләрҙең береһе яныма килде һәм былай тине:
– Бында кил, мин һиңә ҙур һыуҙарҙа ултырған бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм язаһын күрһәтәм, 2 уның менән ерҙәге батшалар фәхешлек итте, уның фәхешлек шарабын ерҙә йәшәүселәр иҫергәнсе эсеп ләззәтләнде.
3 Мине Рух солғап алды, һәм фәрештә мине сүллеккә күсерҙе. Унда мин ҡып-ҡыҙыл януар өҫтөндә ултырған ҡатынды күрҙем. Януар ете башлы һәм ун мөгөҙлө ине һәм Алланы хурлаған исемдәр менән ҡапланғайны. 4 Ҡатын шәмәхә һәм ҡып-ҡыҙыл төҫтәге кейемдәр кейгәйне, алтын, аҫылташтар һәм ынйы менән биҙәнгәйне, ҡулына үҙенең фәхишәлегенең ерәнгес һәм бысраҡлығы тулы алтын кәсә тотҡайны. 5 Уның маңлайына «Бөйөк Вавилон – ерҙәге фәхишәләрҙең һәм ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны. 6 Мин ҡатындың изгеләр ҡанынан һәм Ғайсаның шаһиттары ҡанынан иҫергәнлеген күрҙем. Был күренешкә мин ныҡ ғәжәпләндем. 7 Фәрештә миңә былай тине:
– Нимәгә шулай ғәжәпләнәһең? Мин һиңә ҡатындың һәм уны йөрөтөүсе ете башлы һәм ун мөгөҙлө януарҙың серен аңлатып бирәм. 8 Һин күргән януар бар ине, хәҙер ул юҡ. Әммә ул тиҙҙән упҡындан күтәрелеп сығасаҡ һәм һәләкәткә барасаҡ. Донъя яратылғандан бирле исемдәре тормош китабына яҙылмаған кешеләр, януарҙы күреп ғәжәпләнәсәктәр, сөнки ул бар ине, хәҙер юҡ һәм йәнә буласаҡ.
9 Бында зирәк аҡыл кәрәк. Ете баш – ҡатын ултырған ете тау, шулай уҡ ете батша ул. 10 Ул батшаларҙың бишәүһе һәләк булды, береһе бар, етенсеһе әле килмәгән. Килгәс тә ул оҙаҡ булмаясаҡ. 11 Булған һәм хәҙер булмаған януар – ул һигеҙенсе батша. Ул шулай уҡ ете батшаның берәүһе, һәм ул һәләкәткә бара.
12 Һин күргән ун мөгөҙ – ун батша ул. Улар батшалыҡтарын әле алманы. Әммә януар менән бергә бер сәғәткә батшалар дәрәжәһендә хакимлыҡ аласаҡтар. 13 Уларҙың уйҙары бер һәм януарға үҙҙәренең көстәрен һәм хакимлыҡтарын тапшырасаҡтар. 14 Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ, һәм Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки Ул – хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы. Уның менән бергә булғандар иһә саҡырылғандар, һайланып алынғандар һәм тоғролар.
15 Фәрештә миңә тағы былай тип һөйләне:
– Һин күргән фәхишә ултырған һыуҙар – халыҡтар һәм төркөмдәр, милләттәр һәм телдәр. 16 Һин күргән ун мөгөҙ һәм януар фәхишәгә нәфрәт менән ҡараясаҡ һәм уны бөлгөнлөккә төшөрәсәк, яланғас ҡалдырасаҡ, уның тәнен ашаясаҡ һәм утта яндырасаҡ. 17 Сөнки Алла был ун мөгөҙгә Үҙенең ихтыярын үтәү теләген күңеленә һеңдергән, шуға күрә, Алла һүҙе тормошҡа ашҡанға тиклем, улар януарға батшалыҡ хакимлығын берҙәм бирә. 18 Һин күргән ҡатын – ерҙәге батшалар өҫтөнән батшалыҡ итеүсе бөйөк ҡала ул.

 

18

 

Вавилондың емерелеүе

 

1 Бынан һуң мин тағы бер фәрештәнең күктән төшөүен күрҙем. Уның хакимлығы бөйөк ине: данынан ер яҡтырҙы. 2 Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы:
– Бөйөк Вавилон емерелде, емерелде!
Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө шаҡшы рух торлағына,
төрлө бысраҡ һәм ерәнгес ҡоштар ояһына әйләнде.
Сөнки ул үҙенең ялҡынлы фәхешлек шарабын
бөтөн халыҡтарға эсерҙе,
3 ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды,
сауҙагәрҙәр уның самаһыҙ зиннәт-байлығынан
байыны.
4 Күктән мин тағы бер тауыш ишеттем:
– Халҡым минең,
Вавилондың гонаһтарында ҡатнашмаҫ һәм
уның бәлә-ҡазаларына дусар булмаҫ өсөн,
унан сыҡ.
5 Уның гонаһтары инде өйкәлешеп күккә тиклем
ашты һәм
Алла уның енәйәттәрен иҫенә төшөрҙө.
6 Ул бүтәндәргә нисек булған булһа,
һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ,
уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ,
уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән кәсәһендә
үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.
7 Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә,
уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ,
ул бит күңеленән генә:
«Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел,
ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.
8 Шуның өсөн уға яза, үлем, илау, яланғаслыҡ
бер көн эсендә киләсәк һәм ул утта яндырыласаҡ,
сөнки уны хөкөм итеүсе Раббы Алла ҡөҙрәтле.
9 Уның менән ләззәттә йәшәгән ерҙәге батшалар, уның яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп, үкереп илаясаҡ һәм ҡайғырасаҡ. 10 Уның ғазаптарынан ҡурҡып ситтәрәк баҫып торасаҡтар һәм:
– Ҡайғы, ҡайғы һиңә, бөйөк ҡала!
Эй Вавилон, ҡеүәтле ҡала!
Һиңә бер сәғәт эсендә хөкөм килде, –
тип әйтәсәктәр.
11 Ерҙәге сауҙагәрҙәр уның хаҡында ҡайғырып илаясаҡ, сөнки уларҙың тауарҙарын бер кем дә һатып алмаҫ, 12 алтын һәм көмөш әйберҙәрен, аҫылташтарын һәм ынйыларын, нәфис етен һәм ебәк, ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәге туҡымаларын, хуш еҫле ағас төрөн, фил һөйәгенән яһалған әйберҙәрен, ҡиммәтле ағастан, баҡырҙан, тимерҙән һәм мәрмәрҙән эшләнгән төрлө нәмәләрен, 13 баҙыяндарын һәм аш тәмләткестәрен, хуш еҫтәр ҡушылмаһын, ладандарын, шараптарын һәм зәйтүн майҙарын, иң яҡшы ондарын һәм бойҙайҙарын, мал-тыуарын һәм һарыҡтарын, аттарын һәм арбаларын, тәндәре һәм йәндәре менән бергә ҡолдарын да алмаҫ.
14 – Йәнең көҫәгән емештәрең юҡ хәҙер.
Бөтөн зиннәтлегең һәм ҡупшылығың
һине ташланы,
улар бер ҡасан да табылмаҫ.
15 Был тауарҙарҙың бөтөнөһө менән сауҙа итеүселәр һәм байыусылар, уның ғазаптарынан ҡурҡып, ҡайғырып илап ситтәрәк баҫып торасаҡ. 16 Улар:
– Ҡайғы, ҡайғы уға, эй бөйөк ҡала!
Ул нәфис етен, ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәге
туҡымаларға төрөнгән, алтын һәм аҫылташтар,
ынйылар менән биҙәлгән булған.
17 Шундай ҙур байлыҡ бер сәғәт эсендә
юҡ булды! – тип әйтәсәктәр.
Диңгеҙҙә карап йөрөтөүселәр ҙә, караптарҙа йөҙөүселәрҙең бөтөнөһө лә, диңгеҙселәр ҙә һәм диңгеҙ кәсебенән файҙа күреүселәр ҙә ситтәрәк баҫып торҙо. 18 Улар, ҡаланың яныуынан сыҡҡан дымды күреп: «Был бөйөк ҡалаға башҡа бер ҡала ла тиң түгел!» – тип ҡысҡырҙылар. 19 Улар баштарына туҙан һибеп һәм ҡайғырып илап:
– Ҡайғы, ҡайғы уға, эй бөйөк ҡала!
Диңгеҙҙә караптары булған бөтөнөһө лә
уның байлығынан байыны,
бер сәғәт эсендә бушлыҡҡа әйләнде! – тинеләр. –
20 Күк, уның хаҡында шатлан,
изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ,
сөнки Алла уны һеҙҙе хөкөм иткән
яза менән хөкөм итте.
21 Бынан һуң бер көслө фәрештә ҙур тирмән хәтле таш алып диңгеҙгә ташланы ла былай тине:
– Бөйөк Вавилон ҡалаһы
шундай көс менән алып ташланасаҡ
һәм башҡаса табылмаясаҡ.
22 Арфала уйнаусылар ҙа, йырлаусылар ҙа,
һыбыҙғысылар ҙа, борғо ҡысҡыртыусылар ҙа
ишетелмәҫ инде һиндә.
Бүтәнсә бер генә һөнәрсе лә,
бер генә һөнәр ҙә булмаҫ,
тирмән ташы тауышы ла ишетелмәҫ.
23 Яҡтыртҡыстың яҡтылығы ла һиндә күренмәҫ,
кейәү менән кәләш тауыштары ла
бынан ары ишетелмәҫ.
Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды,
һинең тылсымың менән
бөтөн халыҡтар ҙа алданды.
24 Ул ҡалала пәйғәмбәрҙәрҙең һәм
изгеләрҙең ҡаны,
ерҙәге барлыҡ үлтерелгәндәрҙең
ҡаны табылды. 18

 

 

19

 

Раббыны маҡтағыҙ

 

1 Бынан һуң мин күктән өндәшкән бик ҙур халыҡ төркөмөнән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем. Тауыш былай тине:
– Раббыны маҡтағыҙ![15]
Ҡотолоу ҙа, дан да, ҡөҙрәт тә Аллабыҙҙыҡы!
2 Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел,
сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән
ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән
бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм
Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.
3 Бынан һуң күктән йәнә:
– Раббыны маҡтағыҙ! – тип әйтелде. –
Фәхишәнең яныуынан сыҡҡан төтөн
мәңгенән-мәңгегә күтәрелә.
4 Шул ваҡыт егерме дүрт аҡһаҡал һәм дүрт йән эйәһе йөҙтүбән ҡапланып:
– Амин! Раббыны маҡтағыҙ! –
тип, тәхеттә ултырыусы Аллаға баш эйҙеләр.
5 Тәхеттән былай тип өндәшкән тауыш килде:
– Алланың бөтөн ҡолдары,
Унан ҡурҡыусылар, ябайҙар һәм бөйөктәр,
Аллабыҙҙы маҡтағыҙ!
6 Мин бик күп халыҡтан сыҡҡан кеүек, шарлауыҡ тауышылай, көслө күк күкрәүендәй тауыш ишеттем. Ул былай тине:
– Раббыны маҡтағыҙ!
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Аллабыҙ
батшалыҡ итә башланы!
7 Ҡыуанайыҡ һәм шатланайыҡ, Уға дан йырлайык.
Бәрәстең туйы килде, Уның кәләше әҙерләнеп
бөттө.
8 Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфис
аҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде.
Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул.
9 Фәрештә миңә былай тине:
– Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле.
Тағы былай тине:
– Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре.
10 Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине:
– Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.

 

Аҡ ат өҫтөндәге һыбайлы

 

11 Мин күктең асылыуын күрҙем. Унда аҡ ат бар ине һәм уның өҫтөндәге һыбайлыһын Тоғро һәм Хаҡ тип атайҙар ине. Уның хөкөм итеүе һәм һуғыш алып барыуы ғәҙел. 12 Уның күҙҙәре ут ялҡыны кеүек, ә башында – бик күп таждар. Уға Үҙенән башҡа бер кем белмәй торған исем яҙылған. 13 Ул ҡанға батҡан кейем кейгән һәм Уның исеме – Алла һүҙе. 14 Уның артынан аҡ аттарға атланған аҡ, таҙа, нәфис етендән кейем кейгән күк ғәскәрҙәре эйәргән. 15 Уның ауыҙынан, халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, иҙгестә йөҙөм иҙәсәк. 16 Уның кейемендә һәм янбашында: «Батшаларҙың батшаһы һәм Хакимдарҙың Хакимы» тигән исем яҙылған.
17 Шунан һуң мин ҡояшта тороусы бер фәрештәне күрҙем. Ул күк йөҙө буйлап осоусы бөтөн ҡоштарға мөрәжәғәт итеп көслө тауыш менән ҡысҡырҙы:
– Осоп килегеҙ, Алланың бөйөк мәжлесенә йыйылығыҙ! 18 Батшаларҙың һәм ғәскәр башлыҡтарының, көслөләрҙең, аттарҙың һәм уларҙың һыбайлыларының мәйеттәрен, бөтөн иреклеләрҙең дә, ҡолдарҙың да, ябай кешеләрҙең дә, бөйөктәрҙең дә мәйеттәрен ашағыҙ.
19 Шунда мин януарҙы, ерҙәге батшаларҙы һәм уларҙың ғәскәрҙәрен, атта Ултырыусыға һәм Уның ғәскәренә ҡаршы һуғышырға тип йыйылғандарын күрҙем. 20 Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды. 21 Ә ҡалғандары атта Ултырыусының ауыҙынан сығып торған ҡылыс менән үлтерелде һәм барлыҡ ҡоштар уларҙың мәйетен ашап туйынды.

 

20

 

Мең йыл буйы батшалыҡ итеү

 

1 Шунан һуң мин күктән төшөп килгән фәрештәне күрҙем. Уның ҡулында упҡын асҡысы менән ҙур сылбыр бар ине. 2 Ул – аждаһаны – Иблис-Шайтан тигән ул боронғо йыланды – тотоп алды ла, мең йылға сылбырлап ҡуйҙы. 3 Мең йыл үткәнгә тиклем, халыҡтарҙы алдамаһын өсөн, уны упҡынға ташланы, упҡынды бикләп ҡуйҙы һәм өҫтөнә мисәт һалды. Мең йылдан һуң ул аҙ ғына ваҡытҡа азат ителергә тейеш.
4 Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр. 5 Үлгәндәрҙең ҡалғандары иһә мең йыл үтмәйенсә терелмәне. Был – беренсе терелеү булды. 6 Беренсе терелеүҙә ҡатнашыусылар – бәхетлеләр һәм изгеләр: икенсе үлемдең улар өҫтөнән хакимлығы юҡ, әммә улар Алланың һәм Мәсихтең руханиҙары булып, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ итәсәктәр.

 

Иблистең еңелеүе

 

7 Мең йыл үткәс, Иблис үҙ төрмәһенән азат ителәсәк һәм ерҙең һәр мөйөшөндәге халыҡтарҙы, йәғни Гог һәм Магогты алдап, уларҙы һуғышҡа барыр өсөн йыя башлар. Һандары диңгеҙҙәге ҡом бөртөгө иҫәбендә булыр. 8 Мин уларҙың ер киңлегенә сыҡҡанын һәм изге кешеләр йәшәгән урын менән яратҡан ҡаланы ҡамап алғанын күрҙем. 9 Әммә күктән ут ҡабынып, уларҙы яндырып бөтөрҙө. 10 Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.

 

Үлеләр өҫтөнән хөкөм

 

11 Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы. 12 Мин тәхет ҡаршыһында тороусы үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Аҙаҡтағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде. 13 Диңгеҙ үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Үлем һәм үлеләр донъяһы ла үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Был үлгән кешеләрҙең һәр береһе үҙ эштәренә ҡарата хөкөм ителде. 14 Шунан һуң үлем һәм үлеләр донъяһы утлы күлгә ырғытылды. Был – икенсе үлем: утлы күл. 15 Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.

 

21

 

Яңы күк һәм яңы ер

 

1 Шунан һуң мин яңы күкте һәм яңы ерҙе күрҙем, элекке күк һәм элекке ер юҡҡа сыҡҡайны, дингеҙ ҙә бүтәнсә юҡ ине. 2 Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләш кеүек, күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Иерусалимды күрҙем. 3 Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине:
– Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ[16] . 4 Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.
5 Тәхеттә Ултырыусы былай тине:
– Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым.
Шунан миңә өндәште:
– Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ.
6 Ул миңә тағы былай тине:
– Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тереклек һыуы шишмәһенән бушлай һыу эсерәм. 7 Еңеүсе бының барыһына ла эйә буласаҡ һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ. 8 Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтөн ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.

 

Яңы Иерусалим

 

9 Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете кәсә тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә: «Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм», – тине. 10 Мине рух солғап алды, һәм фәрештә үҙемде ҙур һәм бейек тауға күсерҙе. Шунда миңә күктән, Алланан төшөүсе ҡаланы, изге Иерусалимды күрһәтте. 11 Ул ҡала Алла данынан балҡып тора ине. Уның балҡыуы аҫыл таш һәм кристалл кеүек сағыу йәшмәгә оҡшағайны. 12 Диуарҙары ҙур һәм бейек, ун ике ҡапҡаһы бар, ҡапҡалары янында ун ике фәрештә тора. Ҡапҡаларында Израиль халҡының ун ике нәҫеленең исеме яҙылған. 13 Көнсығыштан өс ҡапҡа, төньяҡтан өс ҡапҡа, көньяҡтан өс ҡапҡа, көнбайыштан өс ҡапҡа бар. 14 Ҡала диуарының ун ике нигеҙ ташы бар. Ул нигеҙҙәрҙә Бәрәстең ун ике илсеһенең исеме яҙылған.
15 Миңә һөйләгән фәрештәнең ҡаланы, уның ҡапҡаларын, диуарын үлсәр өсөн алтын үлсәү таяғы бар ине. 16 Ҡала тигеҙ яҡлы дүртмөйөш булып урынлашҡан, уның оҙонлоғо ла, киңлеге лә тигеҙ. Фәрештә ҡаланы таяҡ менән үлсәне. Ул ун ике мең стадия[17] булды. Уның оҙонлоғо ла, киңлеге лә, бейеклеге лә бер тигеҙ ине. 17 Фәрештә ҡала диуарын үлсәп сыҡты. Диуар фәрештә ҡулланған кеше үлсәме менән йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт аршин[18] булды. 18 Уның диуары йәшмәнән төҙөлгәйне, ә ҡала иһә таҙа, үтә күренмәле быяла һымаҡ саф алтындан ине. 19 Ҡала диуарының нигеҙ ташы төрлө аҫылташтар менән биҙәлгәйне: беренсе нигеҙе – йәшмә, икенсеһе – зәңгәр яҡут, өсөнсөһө – халцедон, дүртенсеһе – зөбәржәт, 20 бишенсеһе – сардоникс, алтынсыһы – сердолик, етенсеһе – хризолит, һигеҙенсеһе – берилл, туғыҙынсыһы – топаз, унынсыһы – хризопраз, ун беренсеһе – гиацинт, ун икенсеһе – аметист. 21 Ун ике ҡапҡа – ун ике ынйы, ҡапҡаларҙың һәр береһе бер ынйынан. Үҙәк урам үтә күренмәле быяла һымаҡ саф алтындан ине.
22 Ҡалала мин Алла Йортон күрмәнем, сөнки был ҡаланың Алла Йорто – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла Үҙе һәм Бәрәс. 23 Ҡала ҡояштың һәм айҙың яҡтыртыуына мохтаж түгел, сөнки Алланың даны уны яҡтырта һәм уның яҡтыртҡысы – Бәрәс. 24 Халыҡтар был ҡаланың яҡтыһы эсендә йөрөр, ерҙәге батшалар уға үҙҙәренең зиннәтле байлығын килтерер. 25 Ҡаланың ҡапҡалары көндөҙ бикләнмәҫ, ә төн унда булмаҫ. 26 Был ҡалаға халыҡтарҙың зиннәтле хазинаһын, байлығын килтерәсәктәр. 27 Ҡалаға һис бер бысраҡлыҡ та, әшәкелек, ялғанлыҡ ҡылыусылар ҙа инмәйәсәк, унда исемдәре Бәрәстең тормош китабында яҙылғандар ғына инәсәк.

 

22

 

Тереклек һыуы йылғаһы

 

1 Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, кристалл һымаҡ ялтырап торған тереклек һыуы йылғаһын күрһәтте. 2 Ул йылға урамдың уртаһынан аға, йылғаның теге яҡ ярында ла, был яҡ ярында ла йылына ун ике тапҡыр емеш биреүсе, ай һайын үҙ емешен биреп тороусы тереклек ағасы бар. Ағас япраҡтары – халыҡтарҙы һауыҡтырыу өсөн. 3 Ҡалала ҡәһәрләнгән бер генә нәмә лә булмаясаҡ, унда Алланың һәм Бәрәстең тәхете торасаҡ, ә Уның ҡолдары Уға хеҙмәт итәсәк. 4 Улар Уның йөҙөн күрәсәктәр, һәм Уның исеме уларҙың маңлайҙарында буласаҡ. 5 Унда төн булмаясаҡ, уларҙың яҡтыртҡыс менән ҡояш яҡтылығына мохтажлыҡтары ла булмаясаҡ, сөнки уларға Раббы Алла яҡтылыҡ бирәсәк. Улар мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк.
6 Артабан фәрештә миңә былай тине:
– Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Аллаһы, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе.

 

Раббы Ғайсаның килеүе

 

7 «Тиҙҙән Мин киләсәкмен! Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен тотоусы бәхетле».
8 Мин, Яхъя, быларҙы күрҙем һәм ишеттем. Ишеткәс һәм күргәс, баш эйер өсөн быларҙы күрһәтеүсе фәрештәнең аяҡтарына йығылдым. 9 Әммә ул миңә былай тине:
– Ҡара уны, былай эшләмә. Мин һинең, пәйғәмбәр имандаштарыңдың һәм был китап һүҙҙәрен тотоусыларҙың хеҙмәттәшемен. Һин Аллаға баш эйергә тейешһең.
10 Шунан ул миңә былай тине:
– Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен мисәт аҫтына йәшермә, сөнки ваҡыт яҡын. 11 Яманлыҡ ҡылыусы үҙ ҡылығын дауам итһен. Боҙоҡ кеше боҙоҡлоҡтар атҡарһын. Тәҡүә кешеләр хаҡ эштәрен, изгеләр изгелек эшләүен дауам итһен.
12 «Тиҙҙән Мин киләсәкмен. Һәр кемгә үҙ эштәренә ҡарап бирер өсөн әжерҙе Үҙем менән алып килермен. 13 Мин – Альфа һәм Омега, Тәүгеһе һәм Һуңғыһы, Башы һәм Аҙағы.
14 Үҙенең кейемен йыуғандар[19] бәхетле. Уларҙың тереклек ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр. 15 Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.
16 Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».
17 Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тереклек һыуын бушлай алһын.
18 Был пәйғәмбәрлек китабының һүҙҙәрен ишетеүсегә шаһитлыҡ ҡылам: әгәр берәйһе берәй нәмә өҫтәһә, Алла ул кешегә был китапта яҙылған бәлә-ҡазаларҙы өҫтәр. 19 Әгәр берәйһе был пәйғәмбәрлек китабының һүҙҙәренең берәйһен төшөрөп ҡалдырһа, Алла был китапта яҙылған тереклек ағасынан һәм изге ҡаланан ул кешенең өлөшөн төшөрөп ҡалдырыр.
20 Быларҙың барыһы тураһында шаһитлыҡ биреүсе былай ти:
– Эйе, тиҙҙән киләм.
Амин. Эйе, Раббы Ғайса, кил!
21 Раббы Ғайсаның мәрхәмәте барыһы менән булһын[20] .

 

 


notes

[1]

1:19 - Тәҡүә кеше – Алланың һүҙен, Уның ҡушҡандарын теүәл үтәүсе.

[2]

1:21 - Ғайса – йәһүдсә «Йеһошуа»; был исемдең мәғәнәһе: «Раббы ҡотҡара».

[3]

2:11 - Ладан – экзотик үҫемлектең киптерелгән сайыры. Уны яндырғанда хуш еҫле төтөн таралған.

[4]

3:1 - Һыуға сумдырыу йолаһын үтәгәнлектән, Яхъяны «Сумдырыусы» тип атағандар. Һыуға сумдырылыу гонаһтарҙан тәүбә итеп, Алла юлына баҫыуҙы белдергән йола.

[5]

3:7 - Фарисейҙар һәм саддукейҙар – боронғо йәһүдтәр араһындағы төп дини төркөмдәр.

[6]

4:19 - Ғайса был урында кешеләрҙе Алла юлына алып килеүҙе балыҡ тотоу менән сағыштыра.

[7]

4:25 - Ун Ҡала – (грекса Декаполис) башлыса йәһүд булмаған халыҡтар йәшәгән үҙ аллы ҡалалар федерацияһы.

[8]

5:3 - Грекса һүҙмә-һүҙ: «Рухтары менән ярлы булғандар».

[9]

5:26 - Тин – грекса «кодрант». Кодрант – римлыларҙың аҡса берәмеге. 64 кодрант бер динарға тигеҙ булған.

[10]

6:13 - Иблистән – грек телендә был һүҙҙе «яуыздан» тип тә аңларға мөмкин.

[11]

6:13 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Сөнки Һинең батшалығың да, ҡөҙрәтең һәм шөһрәтең дә мәңгелек. Амин» тигән һүҙҙәр ҙә бар.

[12]

8:2 - Махау – бөтөрөп булмай торған йоғошло тире ауырыуы.

[13]

8:28 - Ҡәбер мәмерйәһе – ул ваҡытта мәйеттәрҙе өңөп яһалған тау ҡыуышлыҡтарына ҡуя торған булғандар.

[14]

9:1 - Үҙе йәшәгән ҡала – Капернаум.

[15]

10:4 - Көрәшеүсе Симон – Рим хакимлығын көс менән бәреп төшөрөүҙе яҡлап көрәшеүсе йәһүдтәр төркөмөнөң ағзаһы булыуы ихтимал.

[16]

10:14 - Йәһүдтәр, үҙҙәре менән бысраҡ бер нәмә лә алып ҡайтмаҫ өсөн, мәжүсиҙәр йәшәгән ерҙән киткәндә аяҡтарындағы туҙанды ҡаҡҡандар. Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итмәгән ҡала рухи мәғәнәлә мәжүсиҙәр ҡалаһы булып китә, тимәк, ул Алла хөкөмөнә лайыҡ.

[17]

10:25 - Веельзевул – Иблискә ҡарата ҡулланыла торған исем.

[18]

10:29 - Бер баҡыр тәңкә – грек телен «бер ассарион». Бер ассарион ун алтынан бер динарға тигеҙ (бер динар – эшсенең бер көнлөк эш хаҡы).

[19]

10:38 - Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Ул яйланманы «тәре» тип тә атайҙар.

[20]

11:19 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «ҡылған эштәренән» урынына «балаларынан» тип бирелгән һәм уны былай аңларға мөмкин: «Әммә Алла зирәклеге уны ҡабул иткән кешеләр тарафынан хаҡ тип раҫлана».

[21]

14:24 - Алыҫ – грекса «күп стадия». Бер стадия – 192 м.

[22]

14:25 - Таң атып килгән мәл – таңғы өс менән алты араһы.

[23]

16:18 - Петр тигән исемдең грекса мәғәнәһе – «ҡая».

[24]

16:18 - Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген – грекса һүҙмә-һүҙ «Үҙемдең йыйынымды». Һүҙлектә «имандаштар берҙәмлеге»н ҡарағыҙ.

[25]

17:20 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 21-се аят та бар: «Бындай ендәр төрө доға ҡылыу һәм ураҙа тотоу менән генә ҡыуып сығарыла».

[26]

17:24 - Ике драхма – йәһүдтәрҙең һәр ир-аты Алла Йортона түләргә тейеш булған йыллыҡ һалым. Бер драхма яҡынса бер динарға тиң булған.

[27]

17:27 - Көмөш тәңкә – грекса «статир». Ул дүрт драхмаға тиң булған.

[28]

18:10 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 11-се аят та бар: «Әҙәм Улы һәләк булғанды ҡотҡарырға килде».

[29]

18:17 - Имандаштар берҙәмлеге – грексанан һүҙмә-һүҙ «иманлылар йыйыны». Һүҙлектә «имандаштар берҙәмлеге»н ҡарағыҙ.

[30]

18:24 - Талант – римлыларҙың иң ҙур аҡса берәмеге. Ул 30 килограмм көмөшкә, йәки алты мең динарға тиң. Динар – эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән.

[31]

20:16 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа ошо урында «сөнки саҡырылғандар күп, һайлап алырлыҡтары иһә аҙ» тигән һүҙҙәр ҙә бар.

[32]

21:5 - Сион ҡыҙы – Иерусалим халҡы. Сион тауында Иерусалим ҡалаһы урынлашҡан.

[33]

21:9 - Осанна – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ «ярҙам ит» тигәнде аңлата, ә «Аллаға дан» тигән мәғәнәлә ҡулланыла.

[34]

21:33 - Ҡуртым – русса «аренда».

[35]

22:17 - Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе.

[36]

23:5 - Изге Яҙмаларҙан өҙөктәр туплаған ҙур булмаған ҡумтаны доға ваҡытында үҙҙәренә бәйләгәндәр.

[37]

23:13 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 14-се аят та бар: «Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Һеҙ ике йөҙлө! Тол ҡатындарҙың өйҙәрен үҙегеҙгә алаһығыҙ һәм, кешеләр күрһен тип, оҙаҡ итеп доға ҡылаһығыҙ. Былар өсөн айырыуса ҡаты хөкөм ителәсәкһегеҙ».

[38]

26:7 - Алебастр – көршәк яһағанда ҡулланылған аҡһыл-көрән төҫтәге йомшаҡ таш.

[39]

26:50 - «Ни өсөн килдең, дуҫ?» тип тә аңларға мөмкин.

[40]

26:53 - Легион – 6000 яугирҙән торған рим ғәскәре.

[41]

27:27 - Идарасы һарайы – грек телендә «преториум».

[1]

1:4 - Һыуға сумдырылыу – гонаһтарҙан тәүбә итеп, Алла юлына баҫыуҙы белдерә торған йола.

[2]

1:16 - Галилея күле – был күлде «Геннисарет күле» тип тә атағандар.

[3]

1:17 - Ғайса был урында кешеләрҙе Алла юлына алып килеүҙе балыҡ тотоу менән сағыштыра.

[4]

1:40 - Махау сире – дауалап бөтөрөп булмай торған йоғошло тире ауырыуы (русса «проказа»).

[5]

2:16 - Фарисейҙар – боронғо йәһүдтәр араһындағы дини төркөм.

[6]

3:18 - Көрәшеүсе Симон – Рим хакимлығын көс менән бәреп төшөрөүҙе яҡлап көрәшеүсе йәһүдтәр төркөмөнөң ағзаһы булыуы ихтимал.

[7]

3:22 - Веельзевул – Иблискә ҡарата ҡулланыла торған исем.

[8]

3:32 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм һеңлеләрең» тигән һүҙҙәр ҙә бар.

[9]

5:2 - Ҡәбер мәмерйәһе – йәһүдтәр мәйеттәрҙе тауҙы өңөп яһалған мәмерйәләргә ҡуйғандар.

[10]

5:20 - Ун Ҡала – (грекса Декаполис) башлыса йәһүд булмаған халыҡтар йәшәгән үҙаллы ҡалалар федерацияһы.

[11]

6:11 - Йәһүдтәр, үҙҙәре менән бысраҡ бер нәмә лә алып ҡайтмаҫ өсөн, мәжүсиҙәр йәшәгән ерҙән киткәндә аяҡтарындағы туҙанды ҡаҡҡандар. Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итмәгән ҡала рухи мәғәнәлә мәжүсиҙәр ҡалаһы булып китә, тимәк, ул Алла хөкөмөнә лайыҡ.

[12]

6:37 - Динар – көмөш тәңкә. Эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән.

[13]

6:48 - Таң атып килгән мәл – таңғы өс менән алты араһы.

[14]

7:15 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 16-сы аят та бар: «Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!»

[15]

8:34 - Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Был яйланманы «тәре» тип тә атайҙар.

[16]

9:5 - Остаз – грекса «Равви», йәһудтәрҙең дини остаздарына хөрмәтләп өндәшеү һүҙе.

[17]

9:29 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «...бары тик доға һәм ураҙа менән генә...» тиелгән.

[18]

9:43 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 44-се, 46-сы аяттар ҙа бар: «Унда кешеләрҙе ашаусы ҡорттар үлмәй һәм ут һүнмәй».

[19]

9:45 - 43-сө аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ.

[20]

9:49 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәр ҡорбан тоҙ менән тоҙланыр» тигән һүҙҙәр ҙә бар.

[21]

11:9 - Осанна – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ «ярҙам ит» тигәнде аңлата, ә «Аллаға дан» тигән мәғәнәлә ҡулланыла.

[22]

11:25 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 26-сы аят та бар: «Ә инде кисермәһәгеҙ, Күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе кисермәҫ».

[23]

12:14 - Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе.

[24]

12:18 - Саддукейҙар – боронғо йәһүдтәр араһындағы дини төркөм.

[25]

12:42 - Кодрант – римлыларҙың аҡса берәмеге. 64 кодрант бер динарға тигеҙ булған.

[26]

13:14 - Был турала Данил пәйғәмбәр китабының 9:27; 11:31; 12:11 аяттарында уҡый алаһығыҙ.

[27]

13:33 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «...уяу булығыҙ һәм доға ҡылығыҙ» тиелгән.

[28]

14:3 - Нард – Һиндостанда үҫкән үҫемлек.

[29]

14:3 - Алебастр – көршәк яһағанда ҡулланылған аҡһыл-көрән төҫтәге йомшаҡ таш.

[30]

14:36 - Абба – арамей телендә «Атай» тигәнде аңлата.

[31]

15:23 - Мирра – ауыртыуҙы баҫыу өсөн ҡулланылған, шифалы көскә эйә булған ыҫмала.

[32]

15:27 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 28-се аят та бар: «Шулай Изге Яҙмала әйтелгәндәр ғәмәлгә ашты: „Ул енәйәтселәр менән тиң һаналды“».

[33]

16:8 - Иң боронғо ҡулъяҙмаларҙа 9–20-се аяттар юҡ.

[1]

1:31 - Ғайса – йәһүдсә «Йеһошуа»; был исемдең мәғәнәһе: «Раббы ҡотҡара»

[2]

2:1 - Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе. Август б. э. тиклем 27 – б. э. 14-се йылдарынаса идара иткән.

[3]

3:7 - Һыуға сумдырылыу – гонаһтарҙан тәүбә итеп, Алла юлына баҫыуҙы белдергән йола.

[4]

4:18-19 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «...йөрәктәре һыҙлағандарға – сәләмәтлек...» тигән һүҙҙәр ҙә бар.

[5]

4:27 - Махау сире – дауалап бөтөрөп булмай торған йоғошло тире ауырыуы (русса «проказа»).

[6]

5:1 - Геннисарет күле – был күлде Галилея диңгеҙе тип тә атағандар.

[7]

5:17 - Фарисейҙар – боронғо йәһүдтәр араһындағы дини төркөм.

[8]

6:15 - Көрәшеүсе Симон – Рим хакимлығын көс менән бәреп төшөрөүҙе яҡлап көрәшеүсе йәһүдтәр төркөмөнөң ағзаһы булыуы ихтимал.

[9]

7:37 - Алебастр – көршәк яһағанда ҡулланылған аҡһыл-көрән төҫтәге йомшаҡ таш.

[10]

7:38 - Ул ваҡыттарҙа ҡырын ятып ашағандар.

[11]

7:41 - Динар – көмөш тәңкә. Эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән.

[12]

7:46 - Кешеләр ялан аяҡ йәки асыҡ кейем кейеп йөрөгәнгә күрә, йәһүдтәр хөрмәтле ҡунаҡтарына аяҡ йыуырға һыу тәҡдим иткән. Шулай уҡ хужа кеше ҡунаҡтың башына хуш еҫле май һөрткән.

[13]

8:27 - Ҡәбер мәмерйәһе – ул ваҡытта мәйеттәрҙе өңөп яһалған тау ҡыуышлыҡтарына ҡуя торған булғандар.

[14]

8:30 - Ғәскәр – грекса «легион». Был римлыларҙың 6000 яугирҙән торған иң ҙур хәрби төркөмө.

[15]

9:5 - Йәһүдтәр, үҙҙәре менән бысраҡ бер нәмә лә алып ҡайтмаҫ өсөн, мәжүсиҙәр йәшәгән ерҙән киткәндә аяҡтарындағы туҙанды ҡаҡҡандар. Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итмәгән ҡала рухи мәғәнәлә мәжүсиҙәр ҡалаһы булып китә, тимәк, ул Алла хөкөмөнә лайыҡ.

[16]

9:23 - Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Ул яйланманы «тәре» тип тә атайҙар.

[17]

9:53 - Самария кешеләре Аллаға Иерусалимда түгел, ә Самарияла, Гаризим тауында табынырға кәрәк тип һанаған.

[18]

9:54 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа был өлөш: «Ильяс эшләгән һымаҡ, күктән ут төшөп» тип бирелгән.

[19]

9:55 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «...тыйған һәм: „Һеҙ үҙегеҙҙең ниндәй рухтыҡы икәнлегегеҙҙе белмәйһегеҙ. 56 Әҙәм Улы кешеләрҙе һәләк итер өсөн түгел, ә ҡотҡарыр өсөн килде“, – тип әйткән» тигән һүҙҙәр ҙә бар.

[20]

10:32 - Левий – Яҡубтың улдарының береһе. Алла әмере буйынса, Левий нәҫеленән булған кешеләр генә Алла Йортонда рухани ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән. Уларҙы левиттар тип атағандар.

[21]

11:15 - Веельзевул – Иблискә ҡарата ҡулланылған исем.

[22]

11:33 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «йәки һауыт аҫтына» тигән һүҙҙәр ҙә бар.

[23]

12:6 - Баҡыр тәңкә – грек телендә «ассарион». Бер ассарион ун алтынан бер динарға тигеҙ (бер динар – эшсенең бер көнлөк эш хаҡы).

[24]

13:21 - Бер тоҡ – һүҙмә-һүҙ «өс үлсәм». Был яҡынса 36 литр (23 кг он).

[25]

14:24 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «сөнки саҡырылғандар күп булһа ла, һайлап алынғандар аҙ» тигән һүҙҙәр ҙә бар.

[26]

15:8 - Көмөш тәңкә – грекса «драхма». Бер драхма яҡынса бер динарға тиң булған.

[27]

16:6 - Мискә – грекса «бат». Бер бат 40 литр самаһына тигеҙ.

[28]

16:7 - Тоҡ – грекса «кор». Бер кор 400 литр самаһына тигеҙ.

[29]

17:35 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 36-сы аят та бар: «Баҫыуҙағы ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр».

[30]

18:12 - Был һүҙҙе грек теленән «һатып алғандарымдың» тигән мәғәнәлә лә аңларға мөмкин.

[31]

19:13 - Көмөш тәңкә – грекса «мна». Бер мна 100 динарға, тимәк, 100 эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡына тигеҙ.

[32]

19:45 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм һатып алыусыларҙы» тигән һүҙҙәр ҙә бар.

[33]

22:44 - Күпселек боронғо ҡулъяҙмаларҙа 43-44-се аяттар юҡ.

[34]

22:47 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Сөнки Йәһүҙә үҙе, шартлы ишара яһап, уларға: „Мин үпкән кеше Ғайса булыр“, – тип әйтеп ҡуйған» тигән һүҙҙәр ҙә бар.

[35]

22:68 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм Мине ебәрмәйәсәкһегеҙ» тигән һүҙҙәр ҙә бар.

[36]

23:16 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 17-се аят та бар: «Пилат, байрам уңайы менән, бер тотҡондо иреккә сығарырға тейеш булған».

[37]

23:21 - Ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Ул яйланманы «тәре» тип тә атайҙар.

[38]

23:34 - Ҡайһы бер ҡулъяҙмаларҙа йәйә эсендәге һүҙҙәр юҡ.

[39]

24:13 - Ун бер саҡрым – грекса «алтмыш стадия». Бер стадия – 192 м.

[40]

24:42 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм кәрәҙле бал» тигән һүҙҙәр ҙә бар.

[1]

1:19 - Левий – Яҡубтың улдарының береһе. Алла әмере буйынса, Левий нәҫеленән булған кешеләр генә Алла Йортонда рухани ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән. Уларҙы левиттар тип атағандар.

[2]

1:24-25 - Фарисейҙар – боронғо йәһүдтәр араһындағы дини төркөм.

[3]

1:24-25 - Һыуға сумдырыу йолаһы – гонаһтарҙан тәүбә итеп, Алла юлына баҫыуҙы белдергән йола.

[4]

1:41 - Мәсих – Алла тарафынан донъяны ҡотҡарыу өсөн һайланып май һөртөлгән Зат. Грек телендә «Христос». Алла ҡушыуы буйынса, Израиль батшаһын билдәләгәндә руханиҙар ул кешенең башына зәйтүн майы һөрткән булған.

[5]

1:51 - «Әҙәм Улы» тип Ғайса Үҙен әйтә.

[6]

2:6 - Ике йәки өс үлсәм – грексанан һүҙмә-һүҙ «ике йәки өс метретес». Метретес – яҡынса 40 л.

[7]

2:13 - Ҡотҡарылыу байрамында йәһүдтәрҙең Мысыр ҡоллоғонан ҡотолоуы хәтергә алына. Грек телендә был байрам «Пасха» тип атала.

[8]

3:3 - Грек һүҙе «юғарынан» һәм «яңынан» тигән мәғәнәләрҙе аңлата.

[9]

3:8 - Грек телендәге «пнеума» һүҙе «ел» һәм «Рух» тигән мәғәнәләрҙе аңлата.

[10]

3:14-15 - Был урында Мусаның сүлдә, Алла ҡушыуы буйынса, баҡырҙан яһалған йыланды һайғауға беркетеп, юғарыға күтәреп ҡуйыуы тураһында һүҙ бара. Был хаҡта «Тәүрат»тың «Һандар» китабында 21-се бүлектең 9-сы аятында уҡырға мөмкин.

[11]

4:23 - Рух һәм хәҡиҡәт менән – был һүҙҙәрҙе «Алла Рухы һәм хәҡиҡәт менән» тип тә аңларға мөмкин.

[12]

4:25 - Был хаҡта 1:41-се аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ.

[13]

5:2 - Вифезда – «шәфҡәт йорто» тигән мәғәнәлә.

[14]

5:2 - Бағаналы зал – бағаналарҙан торған өҫтө ябыулы асыҡ ҡоролма.

[15]

5:3, - 4 Йәйә эсендәге аңлатма иң боронғо ҡулъяҙмаларҙа юҡ.

[16]

5:9 - Шәмбе – Муса ҡануны буйынса, йәһүдтәрҙең ял итеү һәм ғибәҙәт ҡылыу көнө.

[17]

6:7 - Динар – көмөш тәңкә. Эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән.

[18]

6:19 - Биш-алты саҡрым – грекса «егерме биш-утыҙ стадия». Бер стадия – 192 м.

[19]

6:31 - Манна – Алла боронғо Израиль халҡын ҡоллоҡтан азат итеп Мысырҙан сығарғас, сүлдә туйҙырыу өсөн күктән ебәрелгән ризыҡ.

[20]

7:2 - Сатыр Ҡороу байрамы – йәһүдтәр, сүлдә йәшәгән ваҡыттарын хәтерләп, йәйгелеккә өйҙәренән сатырҙарға күсер булған. Был ваҡыт байрам иҫәпләнгән.

[21]

7:53-8:11 - Был аяттар иң боронғо ҡулъяҙмаларҙа юҡ.

[22]

8:24 - Мин – Шул – Был һүҙҙәрҙе «Мин бар» йә «Мин Булыусы» тип тә аңларға мөмкин һәм улар Алланың «Мин бар» тигән исеменә тап килә. Был хаҡта «Тәүрат»тың «Сығыу» китабында 3-сө бүлектең 14-се аятында уҡырға мөмкин.

[23]

8:28 - Юғары күтәреү – Ғайса Мәсихте арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау күҙ уңында тотола. 19:6-сы аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ.

[24]

8:58 - 24-се аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ.

[25]

10:22 - Яңырыу байрамы – Иерусалимдағы Алла Йортоноң б. э. тиклем 165-се йылда яңынан асылыуын иҫкә алыу байрамы.

[26]

11:18 - Өс саҡрым – грекса «ун биш стадия тирәһе».

[27]

12:3 - Нард – Һиндостанда үҫкән үҫемлек.

[28]

12:13 - Осанна – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ «ярҙам ит» тигәнде аңлата, ә «Аллаға дан» тигән мәғәнәлә ҡулланыла.

[29]

12:15 - Сион ҡыҙы – Иерусалим халҡы. Сион тауында Иерусалим ҡалаһы урынлашҡан.

[30]

13:19 - Был хаҡта 8-се бүлектең 24-се аятындағы иҫкәрмәне ҡарағыҙ.

[31]

17:15 - Иблистән – грек телендә был һүҙҙе «яуызлыҡтан» тип тә аңларға мөмкин.

[32]

17:17 - Грек телендә «һагиазо» тигән һүҙ «изге итеү» һәм «бағышлау, изге эшкә айырыу» тигән мәғәнәләргә эйә.

[33]

18:28 - Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе.

[34]

18:28 - Идарасы һарайы – грек телендә «преториум».

[35]

19:6 - Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Ул яйланманы «тәре» тип тә атайҙар.

[36]

19:29 - Майағас – йәһүдтәрҙең дини йолаларында ҡулланылған үҫемлек.

[37]

19:39 - Мирра менән алоэ: Мирра – йәһүдтәрҙең дини йолаһы буйынса ерләү алдынан мәйеткә һөртөлә торған ҡыйбатлы еҫле ыҫмала. Алоэ – үлән. Япрағынан ҡиммәтле хуш еҫ әҙерләгәндәр. Үлгән кешене күмер алдынан уны тауарға һеңдергәнсе һөрткәндәр.

[38]

21:15 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Юныс улы Симон» тип бирелгән.

[1]

1:1-2 - Беренсе китап – Лука бәйән иткән Һөйөнөслө Хәбәр.

[2]

1:12 - Бер саҡрым самаһы юлда – грексанан һүҙмә-һүҙ «шәмбе юлы арауығында». Шәмбе – бөтә йәһүдтәр өсөн изге булған ял итеү һәм тыныслыҡ көнөндә үтергә рөхсәт ителгән арауыҡ.

[3]

1:13 - Көрәшеүсе Симон – Рим хакимлығын көс менән бәреп төшөрөүҙе яҡлап көрәшеүсе йәһүдтәр төркөмөнөң ағзаһы булыуы ихтимал.

[4]

2:1 - Уңыш байрамы – был байрам Ҡотҡарылыу байрамынан һуң илле көн үткәс үткәрелгән һәм илленсе көн байрамы булараҡ билдәлелек алған.

[5]

2:33 - Уң яҡ – айырыуса мөһим, хөрмәтле урын.

[6]

3:11 - Бағаналы зал – бағаналарҙан торған өҫтө ябыулы асыҡ ҡоролма.

[7]

7:10 - Фирғәүен – боронғо Мысырҙа батшаны шулай атағандар. Еврейҙар Мысырҙан сығыр алдынан фирғәүен уларҙы аяуһыҙ иҙгән.

[8]

7:56 - Әҙәм Улы – Стефан бында ошо исем менән Ғайса Мәсихте атай.

[9]

8:27 - Хәбәш – эфиоп.

[10]

8:27 - Алашар – евнух. Был һүҙҙең төп нөсхәләге беренсе мәғәнәһе – «беселгән кеше». Ул ваҡыттарҙа һарайҙың ҡатын-ҡыҙ йәшәгән яғында беселгән кешеләр хеҙмәт иткән.

[11]

8:36 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 37-се аят та бар: «„Ысын күңелеңдән иманға килһәң, мөмкин“, – тине Филипп. „Ғайса Мәсихтең Алла Улы икәнлегенә инанам“, – тине хәбәш».

[12]

8:39 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «Улар һыуҙан сыҡҡас, хәбәшкә Изге Рух инде. Филипты Раббының бер фәрештәһе алып китте», – тип әйтелгән.

[13]

9:36 - Доркас – арамей телендә «Тавифа», грек телендә «Доркас» тигән исемдәр «ҡыр кәзәһе» тигән мәғәнәне аңлата.

[14]

11:26 - Мәсихселәр – Ғайса Мәсихтең эйәреүселәре.

[15]

11:28 - Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми исемдәренең береһе. Клавдий б. э. 41-54 йылдарында идара иткән.

[16]

12:1 - Ирод батша – Йәһүдия һәм Самарияның батшаһы Ирод Агриппа Беренсе, Бөйөк Иродтың ейәне.

[17]

12:15 - Йәһүдтәр кешеләрҙең һаҡлаусы-фәрештәләре барлығына ышанған.

[18]

13:51 - Аяҡтағы туҙанды ҡағыу – бының менән Павел һәм Варнава үҙҙәренең уларҙан баш тартыуын күрһәткән. Мф. 10:14-се аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ.

[19]

14:12 - Зевс – гректар мифологияһында иң бөйөк илаһ, ә илаһтар хәбәрсеһе Гермес – тел оҫтаһы тип һаналған.

[20]

14:13 - Ҡаһин – был урында мәжүсиҙәрҙә дин башлығы.

[21]

15:33 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 34-се аят та бар: «Әммә Сила Антиохияла ҡалырға булды».

[22]

16:12 - Рим колонияһы – Филипп ҡалаһының Рим императорынан алынған үҙидара хоҡуҡтары булған, ул Рим ҡанундары буйынса йәшәгән. Күп римлылар шундай колонияға күсеп бара торған булған.

[23]

17:18 - Эпикурсылар – Эпикур асҡан фәлсәфә мәктәбе ағзалары (б. э. тиклем 341-270 йй). Стоиктар – Зенон б. э. тиклем 340-265 йылдарҙа нигеҙ һалған фәлсәфә мәктәбе ағзалары.

[24]

17:19 - Ареопаг – Афина ҡалаһы урынлашҡан ҡалҡыулыҡтарҙың береһендә – Ареопаг ҡалҡыулығындағы йыйылыштар урынын һәм хөкөм итеү шураһын шулай атағандар.

[25]

18:21 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «Акила һәм Прискилла Ефеста ҡалды» тип өҫтәлгән.

[26]

21:8 - Был хаҡта 6:1-6 аяттарынан уҡығыҙ.

[27]

22:23 - Йәһүдтәрҙә ҡаты асыуланыуҙы белдергән хәрәкәт: ерҙән услап туҙан алғандар һәм һауаға һипкәндәр, кейемдәрен өҫкә күтәреп болғағандар.

[28]

23:3 - Ағартылған диуар – «ике йөҙлө» тигәнде аңлата.

[29]

23:6 - Саддукейҙар, фарисейҙар – боронғо йәһүдтәр араһындағы төп төркөмдәр. Фарисейҙар кешеләрҙең ахырызаман килгәс үленән терелеүенә ышанған. Саддукейҙар иһә быны кире ҡаҡҡан.

[30]

24:6-8 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа түбәндәге юлдар ҙа бар: «... һәм үҙ ҡануныбыҙ буйынса хөкөм итергә теләнек. 7 Әммә ғәскәриҙәр башлығы Лисий уны беҙҙең ҡулдан көс менән тартып алды. 8 Уны ғәйепләүселәргә һинең яныңа килергә ҡушты».

[31]

25:11 - Хөкөмгә тарттырылған Рим гражданының ҡайсарға мөрәжәғәт итеү хоҡуғы булған.

[32]

25:13 - Агриппа батша – Ирод Агриппа Беренсенең улы.

[33]

27:9 - Ураҙа көнө – тәүбә итеү ваҡытындағы бер көнлөк ураҙа. Ул төрлө йылда төрлөсә – йә сентябрь, йә октябрь айына тап килгән.

[34]

28:11 - Күк игеҙәктәре – (грекса Диоскурҙар) гректар мифологияһындағы ике илаһ – Кастор һәм Полидевк.

[35]

28:28 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 29-сы аят та бар: «Павел шулай тигәндән һуң йәһүдтәр ҡаты бәхәсләшә-бәхәсләшә таралышты».

[1]

1:1 - Ун ике ҡәбилә – донъя буйлап таралған йәһүд мәсихселәре йәки донъялағы барса мәсихселәр.

[2]

4:5 - Был грекса төп нөсхәләге беренсе мөмкин булған мәғәнәһе. Икенсе мәғәнәһе: «Алла беҙгә һалған Рух беҙҙе көнләшеү дәрәжәһенә етеп ярата».

[1]

2:6 - Сион – Иерусалимдың – Алла ҡалаһының – дини һәм символик әһәмиәттә ҡулланылған исеме.

[2]

4:16 - Мәсихсе – Ғайса Мәсихтең эйәреүсеһе.

[1]

3:10 - a

[1]

2:18 - Мәсих дошманы – дәжжәл; донъяға ваҡыт аҙағында киләсәк Иблистең вәкиле. Русса «антихрист» тиелә.

[2]

2:20 - Май һөртөү – Мәсихтең уларға Изге Рух биреүе күҙ уңында тотола. 27-се аятты ҡарағыҙ.

[3]

3:12 - Ҡабил – Әҙәм менән Һауаның беренсе улы. Ул үҙенең Һабил исемле ҡустыһын үлтергән. Был хаҡта «Тәүрат»тың «Башланмыш» китабының дүртенсе бүлегендә уҡып белергә мөмкин.

[1]

1:7 - Содом, Гоморра – Үле диңгеҙ буйындағы тигеҙлектә урынлашҡан биш ҡаланың икеһе. Унда йәшәүсе кешеләрҙең гонаһтары өсөн Алла, күктән ут яуҙырып, Содом менән Гоморраны юҡ иткән. («Тәүрат», «Башланмыш» китабы, 19-сы бүлек).

[2]

1:11 - Корей – Алла тарафынан юлбашсы итеп һайланған Муса һәм Һарунға ҡаршы баш күтәргән фетнәселәр башлығы («Тәүрат», «Һандар» китабы, 16-сы бүлек).

[3]

1:14 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа был һүҙ «фәрештәләр» тип бирелгән.

[1]

8:15 - Абба – арамей телендә «Атай» тигәнде аңлата.

[2]

8:16 - Рухыбыҙға – «рухыбыҙ менән бергә» тип тә аңларға мөмкин.

[3]

11:4 - Ваал – ханаандар табынған илаһтарҙың береһе. Урындағы халыҡ тәьҫирендә израилдәр йыш ҡына Ваалды ололаған.

[4]

12:20 - Грекса төп нөсхәһендә һүҙмә-һүҙ: «Һин башыңа утлы күмер өйәсәкһең».

[5]

16:24 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 24-се аят та бар: «Раббыбыҙ Ғайса Мәсих мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын. Амин».

[6]

16:25-27 - Ҡайһы бер ҡулъяҙмаларҙа 16:25-27-се аят йә 14:23-сө; 15:33-сө аяттарҙан һуң килә, йә улар бөтөнләй юҡ.

[1]

12:10 - Бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте – быға тиклем бер ваҡытта ла белмәгән телдә һөйләргә бирелгән һәләт.

[2]

13:3 - Маҡтаныу өсөн тәнемде үлемгә тапшырһам да – ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа был урын «тәнемде яндырыуға тапшырһам да» тип бирелгән.

[3]

16:22 - Раббыбыҙ, кил – грекса төп нөсхәһендә был һүҙбәйләнеш арамей телендә бирелгән: «Маранафа».

[1]

6:15 - Иблис – грекса «Велиар». Йәһүд теленән алынған был һүҙ «түбәнлек» мәғәнәһен аңлата.

[2]

11:33 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 32-се һәм 33-сө аяттар бергә ҡушылған.

[3]

13:13 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Амин» тигән һүҙ ҙә бар.

[1]

1:18 - Кифа – Симон Петрҙың икенсе исеме.

[2]

4:6 - Абба – арамей телендә «Атай» тигәнде аңлата.

[3]

4:7 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Ғайса Мәсих аша» тигән һүҙҙәр ҙә бар.

[1]

5:9 - Яҡтылыҡ – ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Рух» тип бирелгән.

[2]

6:24 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Амин» тигән һүҙ ҙә бар.

[1]

3:5 - Фарисей – боронғо йәһүдтәр араһындағы дини төркөм ағзаһы. Фарисейҙар Муса ҡанунын һәм быуаттар буйына кешеләр тарафынан ҡанунға өҫтәлеп килгән ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүҙе маҡсат итеп ҡуйған.

[1]

3:13 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Амин» тигән һүҙ ҙә бар.

[1]

3:11 - Был һүҙбәйләнеште «ярҙамсыларҙың ҡатындары» тип тә аңларға мөмкин.

[2]

5:12 - Күрәһең, тол ҡатындар башҡаса кейәүгә сыҡмаҫҡа, үҙҙәрен Аллаға бағышларға вәғәҙә биргән булғандар.

[3]

6:5 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Ундайҙарҙан алыҫ йөрө» тигән һөйләм дә бар.

[4]

6:17 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Мәңге тере Аллаға» тип бирелгән.

[1]

1:11 - Онисим – «файҙалы» тигәнде аңлата.

[1]

2:7 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «Үҙ ҡулдарың менән булдырған нәмәләрҙе уға тапшырҙың», – тигән һөйләм дә бар.

[2]

4:9 - Шәмбе – йәһүдтәр өсөн Аллаға бағышланған ял көнө.

[3]

5:6 - Мәлик-Садиҡ – Шәлим батшаһы һәм рухани. Ибраһим уға хәрби табышының унынсы өлөшөн биргәндән һуң, Мәлик-Садиҡ Ибраһимға фатихаһын бирә. Еврейҙарҙа хатта Мәлик-Садиҡтың руханилығы Мәсихтең руханилығына тиңләштерелә.

[4]

9:4 - Манна – боронғо Израиль халҡын сүлдә туйҙырыу өсөн Алла күктән ебәргән ризыҡ. Һарундың таяғы нәҡ уның һәм нәҫеленең Алла тарафынан рухани итеп һайланыуын күрһәткән. Таштаҡталарҙа Израиль халҡына тәғәйенләнгән Алла әмерҙәре яҙылған булған.

[5]

9:5 - Күктәге ҡанатлы заттар – грекса төп нөсхәһендә был заттарҙы херубтар (русса – «херувим») тип атайҙар. Улар Алланың был урында булғанын белдерә (һүҙлекте ҡарағыҙ).

[6]

9:19 - Майағас – йәһүдтәрҙең дини йолаларында ҡулланыла торған үҫемлек.

[7]

11:4 - Һабил – Һабил менән Ҡабил Әҙәм менән Һауаның улдары. Ҡабил Һабилды үлтерә.

[8]

12:2 - Грек теленән «шатлыҡ хаҡына» тигәнде «шатлыҡ урынына» тип тә аңларға мөмкин.

[9]

12:21 - Бында израилдәр тарихындағы ваҡиғалар: Алланың Хорев тауында Үҙ халҡына күренеүе телгә алына. Ә Мусаға ҡанун бүләк ителгән был тауҙы хаттың авторы Синай тип атай.

[10]

12:24 - 11:4-се аятты ҡарағыҙ.

[11]

12:24 - Һирпелгән ҡан – Тәүраттан билдәле булыуынса, рухани, пакландырыу өсөн, кешеләрҙең гонаһтары өсөн салынған ҡорбандың ҡанын килешеү һандығы өҫтөнә һипкән.

[12]

13:25 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Амин» тигән һүҙ ҙә бар.

[1]

1:8 - Альфа һәм Омега – грек алфавитының тәүге һәм һуңғы хәрефтәре (башҡорт телендәге А һәм Я кеүек). «Альфа һәм омега», йәғни «башы һәм аҙағы» тулылыҡ, камиллыҡты аңлата. Шулай уҡ Асылыш китабында ул донъяның бар тарихына – уның башланмышынан һуңғы көнөнә тиклем күрһәтеп тора.

[2]

1:10 - Раббы көнө – аҙнаның беренсе көнө – йәкшәмбе көнө тураһында һүҙ барыуы ихтимал.

[3]

1:10 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «...ишеттем: „Мин – Альфа һәм Омега, Тәүге һәм Һуңғы“» тигән һүҙҙәр ҙә бар.

[4]

2:10 - Элек ярыштар ваҡытында еңеүсегә үрелгән таж кейҙергәндәр. Бында ла, тоғро булғандарға мәңгелек тормош билдәһе итеп, тормош тажы вәғәҙә ителә.

[5]

2:17 - Манна – Алла боронғо Израиль халҡын Мысыр ҡоллоғонан сығарғас, сүлдә туйҙырыу өсөн күктән ебәрелгән ризыҡ.

[6]

2:23 - Уның балаларын – «уның юлынан барыусыларҙы» тигән мәғәнәлә лә аңларға мөмкин.

[7]

6:6 - Был пәйғәмбәрлек буйынса бер көнлөк эш хаҡына (бер динарға) бер үлсәм (грекса – хойникс) бойҙай тура килә. Бер үлсәм 600 грамға тура килгән.

[8]

9:11 - Аваддон – һәләкәт, үлем; Аполлион «һәләк итеүсе» тигәнде аңлата.

[9]

11:15 - Мәсих – «май һөртөлгән» тигәнде аңлата. Боронғо Израилдә батша һайлағанда руханиҙар ул кешенең башына зәйтүн майы һөрткән. Ғайса Мәсих – Алла тарафынан һайланған һәм май һөртөлгән Зат.

[10]

11:19 - Килешеү һандығы – Алла ҡушыуы буйынса яһалған һандыҡ. Уның эсендә Алланың Израиль халҡы менән төҙөгән төп килешеүенең ун әмере яҙылған таҡтаташтар һаҡланған.

[11]

12:14 - Бер йыл, ике йыл һәм ярты йыл – грекса төп нөсхәһендә: «ваҡыт, ваҡыттар һәм ярты ваҡыт».

[12]

14:5 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Алла тәхете алдында» тигән һүҙҙәр ҙә бирелгән.

[13]

14:20 - Бер мең алты йөҙ стадия – өс йөҙ саҡрым самаһы. Бер стадия – 192 м.

[14]

15:3 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «халыҡтар Батшаһы» урынына «изгеләр Батшаһы» тип бирелгән.

[15]

19:1 - Раббыны маҡтағыҙ – йәһүд телендә: «Аллилуя».

[16]

21:3 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «уларҙың Аллаһы буласаҡ» тигән мәғәнә лә бар.

[17]

21:16 - Ун ике мең стадия – ике мең өс йөҙ саҡрым самаһы.

[18]

21:17 - Аршин – яҡынса 0,5 метр.

[19]

22:14 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Үҙенең кейемен йыуғандар» урынына «Уның әмерҙәрен үтәүселәр» тип бирелгән.

[20]

22:21 - Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Амин» тигән һүҙ ҙә бар.

Сообщить об ошибке

Библиотека Святых отцов и Учителей Церквиrusbatya.ru Яндекс.Метрика

Все материалы, размещенные в электронной библиотеке, являются интеллектуальной собственностью. Любое использование информации должно осуществляться в соответствии с российским законодательством и международными договорами РФ. Информация размещена для использования только в личных культурно-просветительских целях. Копирование и иное распространение информации в коммерческих и некоммерческих целях допускается только с согласия автора или правообладателя